2026 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә ҡәҙәр запаста булмаған һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейешле 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге 261 000 кеше хеҙмәткә саҡырыла.
Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт итеү ваҡыты тамамланған һалдаттарҙы, матростарҙы, сержанттарҙы һәм старшиналарҙы хәрби хеҙмәттән бушатыу күҙ уңында тотола.
Рәсәй хөкүмәтенә, илебеҙ субъекттарының башҡарма органдарына һәм саҡырыу комиссияларына хәрби хеҙмәткә саҡырыуға бәйле сараларҙы үтәү бурысы йөкмәтелде.
https://bash.bashinform.ru/news/politics/2025-12-30/putin-h-rbi-he-m-tk-sa-yryu-tura-ynda-ukaz-a-ul-uy-y-4525578