Хеҙмәттәшебеҙ, журналыбыҙҙың яҡын дуҫы, "Шоңҡар"ҙың яуаплы сәркәтибе, сатирик, драматург Венер Исхаҡовҡа Василий Шукшин миҙалы тапшырылды. Рәсәй яҙыусылар союзының был наградаһы иң әһәмиәтлеләрҙең береһе. Ул яҙыусыларға юғары шәхси ижади уңыштары өсөн бирелә. Миҙалды Башҡортостандың яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов Ғафури районында тыуып үҫкән яҙыусыларҙың ижадына арналған әҙәби кисәһендә үҙе түшенә ҡаҙап ҡуйған. Венер Айҙар улын лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ киләсәктә лә ижади уңыштар, бәхетле ғаилә тормошо теләйбеҙ.