Уның текстары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына һәм шағир-мәғрифәтсе Ғәли Сокоройҙың 200 йыллығына арнала.
Күҙгә-күҙ ҡарашып ҡатнашыу өсөн алдан акцияның сайтында майҙансыҡ һайларға һәм теркәлергә кәрәк. Уҙғарыу көнөндә ҡатнашыусылар һайланған майҙансыҡҡа килә һәм унда яҙа.
Диктант бер нисә этапта үтәсәк.
11.00 сәғәттән 11.25 сәғәткә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр диктант яҙа;
11.30 сәғәттән 12.00 сәғәткә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар диктант яҙа;
12.05 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙа.
Акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала – йәш һәм йәшәү урыны буйынса сикләүҙәр юҡ.
Диктантты өйҙә лә яҙырға мөмкин. Онлайн-ҡатнашыу өсөн проекттың рәсми сайтында йәки «МАКС»мессенджерында @bash_dictant_bot чат-ботын ҡулланыу етә. Эштәр 17 апрелдә 23:59 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
Фото: https://mgazeta.com/