+3 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
10 Апреля , 05:15

Башҡорт милли кейеме – Рәсәйҙең яңы бренды

Бөгөнгөикөндә республикала теркәлгән 11 бренд иҫәпләнә. Улар араһында – Башҡорт балы һәм Бөрйән солоҡ балы, «Ҡорғаҙаҡ», «Асы» һәм «Йоматау» минераль һыуҙары, «Ҡурай» музыка ҡоралы, Башҡорт аты, Мансур граниты, Башҡорт мамыҡ шәле, Башҡорт балаҫы һәм башҡорт милли кейемдәре.

Башҡорт милли кейеме – Рәсәйҙең яңы брендыБашҡорт милли кейеме – Рәсәйҙең яңы бренды
Башҡорт милли кейеме – Рәсәйҙең яңы бренды

Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт «Башҡорт милли кейемдәре» географик күрһәтмәһен теркәгән. Был хаҡта Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте.

«Башҡорт костюмы – традицион кейем генә түгел, ә бай тарих һәм күсмә тормош сағылышы», — тип билдәләне Башҡортостандан сенатор.

Башҡорттарҙың кейемендә Себер, Урал, Волга буйы, Урта Азия, Яҡын һәм Алыҫ Көнсығыш халыҡтары менән бәйләнеш күҙәтелә, ә төрлө төркөмдәргә хас кейем элементтары уларҙың йәшәгән райондарына ҡарап айырыла.

«Брендтарҙы теркәү эшен Рәсәй Федерацияһы сенаторҙары, төбәктәр һәм Роспатент менән берлектә Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ҡушыуы буйынса алып барабыҙ. Бөгөнгә реестрҙа илдең төрлө субъекттарынан 413 уникаль тауар теркәлгән, уларҙың һәр береһе – төбәктең визит карточкаһы ғына түгел, ә тотош илдең иҡтисади үҫешенә индергән өлөшө лә», — тип йомғаҡ яһаны ул.

 

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-04-07/bashkirskiy-natsionalnyy-kostyum-stal-novym-brendom-rossii-4641750

 

Автор:
Читайте нас