+20 °С
Ясно
Яңылыҡтар
5 Мая , 07:50

Бөгөн үк һауа +23° тиклем йылына башлай

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, ошо көндәрҙә Башҡортостанда үтә йылы һауа торошо фаразлана. Бөгөн, 5 майҙа, республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +18, +23° тиклем йылына.

Бөгөн үк һауа +23° тиклем йылына башлайБөгөн үк һауа +23° тиклем йылына башлай
Бөгөн үк һауа +23° тиклем йылына башлай

Шаршамбы, 6 майҙа, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ көньяҡта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе мөмкин. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +4, +9°, көндөҙ +20, +25°.

Кесаҙна, 7 майҙа, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе фаразлана. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11°, көндөҙ +20, +25°.

Автор:
Читайте нас