+20 °С
Ясно
Яңылыҡтар
12 Мая , 05:50

Әллә кейәүгә сыға инде?..

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмө йырсыһы Адель Шәйхетдиноваға  тәҡдим яһағандар. Адель социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә матур видеояҙма менән уртаҡлашты.

Әллә кейәүгә сыға инде?..Әллә кейәүгә сыға инде?..
Әллә кейәүгә сыға инде?..

Видеояҙма машинала төшөрөлгән, йырсы егете һәм эте менән ҡайҙалыр елә, ә яҙманың аҙағында бармағындағы балдаҡты күрһәтеп, алда үҙен мөһим үҙгәрештәр көтөүенә ишара яһай.

Адель видеоға ҡарата бер ни ҙә яҙмаған, әммә уның фанаттары һәм, ғөмүмән, йыр-моң һөйөүселәр ентекле мәғлүмәттәр көтөүен белдергән, ифрат ҙур туй тураһында төрлө фараздар ҡора башларға ла өлгөргән.

Фото: forbes.ru

Автор:
Читайте нас