+20 °С
Ясна
Яңылыҡтар
13 Май , 05:55

Аҙна аҙағына эҫе буласаҡ

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 13 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Айырым райондарҙа йәшен. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, талғын, йәшен йәшнәгәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +20, +25 градус тәшкил итәсәк.

Аҙна аҙағына эҫе буласаҡАҙна аҙағына эҫе буласаҡ
Аҙна аҙағына эҫе буласаҡ

Кесаҙна, 14 майҙа, яуым-төшөмһөҙ, төндә төньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +8 +13, көндөҙ +21+26 градус йылы.

Йома, 15 майҙа, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +9, +14, көндөҙ +23, +28 градус.

Автор:
Читайте нас