

Күренекле сәхнә оҫтаһына Дәүләт наградаһын Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов тапшырҙы. Ул юбилярҙы БР Башлығы исеменән тәбрикләне. Актрисаның хеҙмәтенә күрһәтелгән оло хөрмәтте тантанаға йыйылыусылар, коллегалары алҡыштар менән ҡаршыланы.
Илсөйәр Ибраһим ҡыҙын юбилейы һәм оло наградаға лайыҡ булыуы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, яратҡан театрында тағы ла оҙаҡ ижад итеүен теләйбеҙ!
Руслан Юлтаев фотоһы.