+19 °С
Дождь
Яңылыҡтар
3 Июня , 05:20

Июндә ямғырҙың норманан күберәк яуыуы фаразлана

Башгидромет синоптиктары Башҡортостанда июнь айына һауа торошона фараз бирҙе. Уртаса тәүлек һауа температураһы нормаға яҡын була (норма +17,4°). Ә бына айлыҡ яуым-төшөмдөң нормаға яҡын һәм унан күберәк булыуы фаразлана (норма 50-70 миллиметр).  

Июндә ямғырҙың норманан күберәк яуыуы фаразланаИюндә ямғырҙың норманан күберәк яуыуы фаразлана
Июндә ямғырҙың норманан күберәк яуыуы фаразлана

Бөгөн, 4 июндә, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә, көньяҡ-көнсығышта көслө һәм бик көслө. Ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәй. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡ-көнсығышта көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градус.

Йома, 5 июндә, төндә урыны менән, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Төндә термометр бағанаһы +7, +12 градус күрһәтәсәк, көндөҙ һауа +17, +22 градусҡаса йылынасаҡ. Синоптиктар фаразлауынса, аҙна аҙағында һәм ял көндәрендә ямғырҙар кәмейәсәк.

Автор:
Читайте нас