+15 °С
Ясно
Яңылыҡтар
11 Июня , 04:40

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш графигы.

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләйБайрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Йома, 12 июндә, һәм шәмбе, 13 июндә, поликлиникалар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләй, табип саҡыртыу көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем ҡабул ителә. 14 июнь – ял көнө.

2026 йылдың 12 һәм 13 июнендә профилактик медицина тикшереүҙәре һәм диспансеризация үткәрелә.

Ә ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары 12 һәм 13 июндә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләй. Ошо уҡ көндәрҙә йөклө ҡатын-ҡыҙҙар яралғыны антенаталь һаҡлау кабинеттарында УЗИ скрининг үтә ала.

Яңы тыуған сабыйҙарға неонаталь һәм киңәйтелгән неонаталь скрининг өсөн биоматериал 12 һәм 13 июндә иртәнге 8-ҙән киске 5-кә тиклем Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41-се йорт адресы буйынса ҡабул ителә.

Автор:
Читайте нас