+15 °С
Ясно
Яңылыҡтар
24 Июня , 08:35

Башҡортостанда июнь аҙағына тиклем ямғырҙар көтөлә

Синоптиктар фаразы буйынса, республикала июнь аҙағына тиклем яуым-төшөм көтөлә. Улар республиканың күпселек райондарында буласаҡ. Яҡынлашҡан шәмбе-йәкшәмбе лә ямғырһыҙ үтмәйәсәк.

Башҡортостанда июнь аҙағына тиклем ямғырҙар көтөләБашҡортостанда июнь аҙағына тиклем ямғырҙар көтөлә
Башҡортостанда июнь аҙағына тиклем ямғырҙар көтөлә

Башгидромет хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала ҡыҫҡа ваҡытлы яуым-төшөм көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан иҫә, уртаса. Көндөҙ термометр +19…+24 градус күрһәтәсәк.

25 июнгә ҡарай төндә, шулай уҡ көндөҙ ҡайһы бер райондарҙа күк күкрәп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы. Ел йүнәлешен үҙгәртеп, көнбайышҡа һәм төньяҡ-көнбайышҡа бороласаҡ: төндә көсһөҙ, көндөҙ уртаса. Төндә температура +8…+13, көндөҙ +19…+24 градус самаһы буласаҡ.

26 июнь, йома көндө, һауа торошо беҙҙе ғәжәпләндерергә мөмкин: көслө ямғыр, күк күкрәү, хатта борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан һәм көньяҡ-көнсығыштан иҫәсәк, көсө уртаса. Көндөҙ һауа +20…+25 градусҡа тиклем йылынасаҡ.

Фото: bashinform.ru

Автор:
Читайте нас