+16 °С
Облачно
Яңылыҡтар
26 Июня , 08:08

Һаман яуасаҡ әле

Яҡынса фараздар буйынса, ай аҙағына тиклем һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк: күпселек райондарҙа төрлө интенсивлыҡтағы ямғырҙар дауам итәсәк, ә алдағы ял көндәрендә урыны менән көслө яуым-төшөм көтөлә. Июлдең беренсе декадаһы ла ямғырлы булырға вәғәҙә итә, әммә температура фоны уңайлы булып ҡаласаҡ: һауа +24,+25 градусҡа тиклем йылынасаҡ.

Һаман яуасаҡ әлеҺаман яуасаҡ әле
Һаман яуасаҡ әле

Хәл айҙың икенсе декадаһында ғына яйлап үҙгәрә башлай, әммә ул саҡта ла йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар булыуы мөмкин.

Синоптиктар фаразлауынса, Башҡортостанда июлдең өсөнсө декадаһында ғына ысын мәғәнәһендә тотороҡло, аяҙ һәм ҡояшлы һауа торошо урынлашасаҡ – был осорҙа көндөҙгө температураның +23,+27 градус кимәлендә булыуы көтөлә, тип вәғәҙәләй метеорологтар.

Ә. Минғәлиева.

https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2026-06-25/asan-yam-yr-ar-tu-tap-e-eter-4731242

Автор:
Читайте нас