+20 °С
Облачно
Яңылыҡтар
14 Августа , 05:15

Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан ҡойоу ҡасан башланасаҡ

Хөкүмәт кәңәшмәһендә Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияһы буйынса эшлекле кәңәшмә үтте. Рәсәй сәнғәт академияһы президенты Василий Церетели эштәр планға ярашлы барыуын хәбәр итте. Әлеге ваҡытта мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса ҡануниәткә ярашты процедуралар бара, тине ул.

Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан ҡойоу ҡасан башланасаҡСалауат Юлаев һәйкәлен бронзанан ҡойоу ҡасан башланасаҡ
Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан ҡойоу ҡасан башланасаҡ

Церетели әйтеүенсә, һәйкәл республика Башлығы билдәләгән ваҡытҡа әҙер булырға тейеш. Яңы бронза һәйкәлде ҡойоу оҙаҡламай башланасаҡ.

«Бөтә эштәр ҙә республика Башлығы билдәләгән ваҡытҡа ярашлы бара. Скульптураның деталдәрен формаларға һала башлаясаҡтар. Уның менән бер рәттән ҡойоу башланасаҡ. Артабан белгестәр ваҡытында тамамлау өсөн бер туҡтауһыҙ эшләйәсәк», - тип белдерҙе Церетели.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа, Салауат Юлаев һәйкәле үҙенең тарихи урынына 2027 йылдың октябрендә ҡайтасаҡ, тип белдергәйне.

Автор:
Читайте нас