

Ильяс Батыргәрәев «Цифрлы хәл итеү» номинацияһында еңеүсе булды. Күп тапҡыр махсус операция зонаһына командировкаларға барып, башҡорт яугирҙары, уларҙың алғы һыҙыҡтағы хеҙмәте тураһында репортаждар әҙерләне. Уның «Башҡорт батальоны» проекты сиктәрендәге видеояҙмалары социаль селтәрҙәрҙә 70 миллиондан ашыу ҡарау йыйҙы.
«Мин тыуған республикама күрһәтелгән ышаныс өсөн ихлас рәхмәтлемен: был ауыр ваҡытта Башҡортостан дөйөм еңеү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе эшләй. Тарихи төбәктәрҙә үткәргән һигеҙ ай, яҡташтарыбыҙ менән осрашыуҙар, бөтә ил менән бергә лайыҡлы хеҙмәт иткән егеттәр менән һөйләшеүҙәр — былар барыһы ла мәңгегә хәтерҙә ҡаласаҡ. Беҙҙең яугирҙарға өйҙән, туғандарыбыҙҙан һәм битараф булмаған кешеләрҙән ярҙам айырыуса көслө. Ситтә ҡалмаған һәм дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт. Бергәләп ынтылышта, уйҙа һәм эштә берҙәм булғанда ғына еңеү мөмкин», — тип хәбәрсе.
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, Ильяс, алда яңынан яңы уңыштар көтһөн!