

Рәсәй метеорологтары мәғлүмәте буйынса, республикала һауа температураһының үҙгәреүе шишәмбе көндә үк буласаҡ. Көндөҙ +10 градусҡа тиклем йылынаясаҡ. Шаршамбы, кесаҙна һәм йома көндәрендә көндөҙ +12, +13 градус, төндә +1-ҙән +5 градусҡа тиклем йылылыҡ көтөлә. Дүшәмбелән шишәмбегә ҡаршы төндә -1 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. Ә иң юғары һауа температураһы шаршамбынан кесаҙнаға ҡаршы төндә буласаҡ. Синоптиктар +5 градус фаразлай.
Фото: 7dach.ru