

«Бөгөн Беҙ Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлектә яңы бит астыҡ, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Башҡортостан өсөн был икенсе дәүләттә технопарк булдырыуҙың тәүге тәжрибәһе, һәм, әлбиттә, беҙ унда яҡшы перспективалар күрәбеҙ. Беҙҙә резиденттарға етди өҫтөнлөктәр ҡаралған».
Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың был көнгә ентекле әҙерләнеүе хаҡында һөйләне. Видеоконференцбәйләнеш режимында һәм осрашыуҙарҙа Ташкент өлкәһенән коллегалары менән ойоштороу, финанс, юридик мәсьәләләр тикшерелде.
Радий Хәбиров партнерҙарына тиҙ һәм һөҙөмтәле ҡарарҙары өсөн рәхмәт белдерҙе, Рәсәй Президенты Владимир Путинға һәм Шәфҡәт Мирзиёевҡа технопарк проектын хуплауҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
«Илдәребеҙ лидерҙарының тырышлығы менән ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек итеү өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. — Ташкент өлкәһе һәм Үзбәкстан менән төрлө йүнәлештәрҙә (сәнәғәт һәм ауыл хужалығында, туризм, мәҙәниәт, спорт өлкәләрендә) хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Улар беҙгә туғандаш халыҡ, беҙҙе бик күп нәмә бәйләй. Беҙҙең дуҫлыҡ — киләсәктә берлектәге ҡаҙаныштар өсөн ышаныслы нигеҙ тип ышанам».
https://bash.bashinform.ru/news/politics/2026-10-22/bash-ortostan-bashly-y-tashkentta-tehnopark-t-l-sh-n-start-bir-e-4669971