-11 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
16 Апрель 2025, 11:00
1

«Үлемһеҙ полк» акцияһы

Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы яҡынлашыуы һәм Башҡортостанда «Үлемһеҙ полк» акцияһын үткәреү хаҡында иҫкә төшөрҙө.

«Үлемһеҙ полк» акцияһы
«Үлемһеҙ полк» акцияһы

— Беҙ бик күп сараларға әҙерләнәбеҙ, өс аҙна ваҡыт ҡалды. Һәр муниципалитетта тантаналы саралар ойошторола, унда ветерандарҙы, МХО-ла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләйбеҙ, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Күләмле саралар үткәрергә кәрәк, ни тиһәң дә, юбилей йылы.

Әлеге ваҡытта «Үлемһеҙ полк» акцияһына әҙерләнә башларға мөмкин, тине Радий Хәбиров.

— Һәр муниципалитеттан маршрутты, тәртипте билдәләүҙәрен, Эске эштәр министрлығы, прокуратура етәкселәре менән ентекле һөйләшеүҙәр алып барыуҙарын һорайым, — тине республика Башлығы. — «Үлемһеҙ полк» Өфөлә үткәрелә, әҙерләнә башлағыҙ. Өфөлә 200 мең кеше үтте. Күптәр «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашырға теләй. Әҙерлек эштәренә тотоноғоҙ.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас