+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Август 2021, 22:03

ҮҘЕҢДЕ МИҢӘ БҮЛӘК ИТ Хикәйә Беренсе бүлек

Ҡыҙ ауылға ашҡына. Унынсы класты тамамлап, эштәрен бөтөргәс, әсәһенән ауылға ҡайтырға һорай башланы. Әсәһе риза. Тынсыу ҡалала йонсоп ятҡансы ауылда һөт эсеп, ҡаймаҡ ашап, бәлки, эләкһә, ҡымыҙ эсеп, ял итерһең, ти. Ә бына атаһы риза түгел. Былай атаһы ҡыҙын ярата, нимә һораһа, шуны алып бирә. Үҙенә бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ә әсәһен шым ғына игәй. Был юлы ла шулай булды. Гөлназдың әсәһе атаһына: – Ҡыҙыҡай ауылға йыйына, – тип әйтеүе булды, – Ҡулдан ысҡынасаҡ, әсәйем уны ҡарай алмаясаҡ, аҙаҡ мәшәҡәте күп буласаҡ, – тип ҡаршы төштө. Байтаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң шулай килештеләр: яуаплылыҡты әсә үҙ өҫтөнә ала. Автобусҡа ултыртып ебәргәндә лә ошо хаҡта ҡат-ҡат һөйләне. – Ауыл ҙур, унда егеттәр күп, берүк үҙеңде ҡарап йөрө, – тип үтенде ул ҡыҙынан.

ҮҘЕҢДЕ МИҢӘ БҮЛӘК ИТ Хикәйә Беренсе бүлек
ҮҘЕҢДЕ МИҢӘ БҮЛӘК ИТ Хикәйә Беренсе бүлек

Эшкә барғас, әхирәте Сафура нимәгәлер борсолоуына иғтибар итте. Гөлназдың әсәһе Миңлекамал:

– Ҡыҙымды ауылға оҙаттым, шуның өсөн борсолам, – тип һөйләнде. Сафура, күпте күргән ҡатын, йылмайып ҡуйҙы ла:

– Уның нимәһенә борсолаһың? Ҡыҙыңды өйрәт, төшөндөрөп бир, әгәр аңламаһа, үҙең һатып алып бир.

– Нимәне? – Миңлекамал аптыранды.

– Нимәне тип торасы. Ҡыҙың ваҡытынан алда әсәй булмаһын өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Миңлекамал туҙынды ла китте:

– Һин ниңә минең ҡыҙым тураһында насар уйлайһың?

– Уйламайым, – тине әхирәте. – Һин ысынбарлыҡтан алыҫ тораһың. Мин уны кисерҙем, һәм бер тапҡыр ғына түгел.

Миңлекамал шымды, ысынлап та, әхирәте менән бәхәсләшеүе ҡыйын. Ул донъяны күргән ҡатын, белмәй һөйләмәйҙер.

Ә “Мерседес” автобусы алға елдерә. Гөлназ тәҙрәнән йоҡомһорап битараф ҡына ҡарап бара ине, эргәһенә бер егет килеп ултырҙы.

– Йүкәлегәме? – тине ул, Гөлназдың өҫтөнә ауа биреберәк. Үҙенән ауыр һыра еҫе борх итеп ҡалды. Гөлназ түҙмәне:

– Йүкәлегә түгел, Имәнлегә.

– Улайһа, танышайыҡ, мин Фәрғәт булам.

Гөлназ өндәшмәне, тәҙрә яғына уҡ боролоп ултырҙы. Уның менән һөйләшергә теләмәйҙәр.

– Ҡуй инде, инәлтеп ултырған була.

Ике сәғәт тә үтмәне, автобус Йүкәлегә килеп инде һәм ҙур клуб алдында туҡтаны. Гөлназ тәгәрмәсле сумаҙанын шалтырлатып ергә баҫыуға, берәү уны ҡосаҡлап та алды.

– Гөлназ! – тип ҡысҡырҙы береһе. Асия хатта күңелле итеп:

– Мин хәҙер ҡалаға барып киләм. Ҡайтҡас та керермен. Гөлбикә инәйҙә булаһың бит инде?

– Эйе.

– Кискә клубҡа сығырбыҙ.  Бөгөн бик шәп дискотека буласаҡ.

Ул арала булмай автобус ҡуҙғалып та китте. Гөлназ өләсәһенең өйөнә ыңғайланы.

Барып керһә, өләсәһе һөт үткәреп йөрөй:

– Бына һиңә ҡаймаҡ, бына һиңә эремсек, оҡшамаһа, бына ҡатыҡ.

Ҡыҫҡаһы, ҡыҙҙың буй-һынын, фигураһын берәү ҙә уйлағаны юҡ, тултыралар ҙа тултыралар. Былтыр ҙа шулай булғайны, унан алдағы йылда ла.

– Ауылда йәшәгәс, ныҡ ашарға кәрәк, – ти өләсәһе. – Эш күп, картуф утарға кәрәк, бесәнгә лә күп ҡалманы.

Гөлназ уфтанып ҡуйҙы, әйтерһең, ул ауылға картуф утар йә бесән сабыр өсөн ҡайтҡан.

– Юҡ инде, өләсәй, – тине ул ҡәтғи генә итеп. – Мин ҡыш буйы уҡып арыным, хәҙер миңә ял итергә, ун беренсе класҡа әҙерләнергә, берҙәм дәүләт имтихандарына ҡағылған предметтарҙы уҡырға кәрәк. Әсәйем миңә шундай талаптар ҡуйҙы.

– Бәй-бәй, мин ҡаршы түгел, – тине өләсәһе, – картуфты мин үҙем дә күмә алам, бесәнде трактор саба. Илле меңеңде сығарып һалһаң, саба ла, йыя ла, килтереп тә өйә.

Гөлназ артығын һөйләүенә төшөндө. Уға өләсәй менән мөнәсәбәтте боҙорға ярамай, сөнки уның яҙмышы өләсәйҙең ҡулында. Әсәһе бит ҡат-ҡат киҫәтте: әгәр Гөлназ самаһын юғалтһа, төндәрен һуң ҡайтһа, малай-шалай менән мауыҡһа, өләсәһен тыңламаһа, атаһына ошаҡлаясаҡ һәм ул шул көндә үк Гөлназды тейәп ҡалаға оҙатасаҡ. Ял итәм, дискотекаға йөрөйөм, малайҙар менән танышам, тип ҙур пландар менән ҡайтҡан Гөлназдың барлыҡ хыялдары юҡҡа сығасаҡ. Ул ғына ла түгел, Гөлназды ауылға әйҙәгән, уны төндәр буйы йоҡлатмай йонсотҡан, ниңә уны йәшереп торорға, күңел һалған егете лә бар бит әле.

О-о, Фәрит!.. Былтыр ике аҙна ғына ниндәй күңелле итеп осрашып ҡалғайнылар. Армияға оҙатып ҡалды. Бер йылдан ҡайтам, тине. Һин мине көт, мәңге бергә булырбыҙ, тип өмөтләндерҙе.

Фәрит һағынырға ваҡыт ҡалдырманы. Шылтыратышып, һөйләшеп торҙолар. Әллә ни алыҫ та түгел, Ырымбур эргәһендә генә хеҙмәт итте. Фәрит әллә нисә тапҡыр, өс-дүрт  сәғәтлек кенә юл, бында үҙең кил, тип саҡырып та ҡараны. Булманы, бара алманы. Унынсы класта ғына уҡыған ҡыҙ нисек итеп, егетен күрәм тип, сығып китһен инде.

Ә хәҙер Фәрит ауылда. Ҡайтҡан, хәрби кейемен алыштырған һәм Гөлназдың Йүкәлегә килеүен көтә. Әлегә ата-әсәһе Фәрит хаҡында белмәй. Әгәр белһә, ҡайҙан ебәрһен инде? Ә ҡыҙ егетте һағынған. Беренсе мөхәббәт, үҫмер һағыныуы. Хыялда ғына йөрөткән бер ҡош балаһы һымаҡ, күңелде иретерлек, хискә күмелерлек тәүге бер ҡатлы кисерештәр. Юҡ, Гөлназ әле Фәритте белмәй. Бары тик ул егеттең ҡыҙҙы ҡыҫып ҡосаҡлап алыуы, ҡолағына йылы һүҙҙәр бышылдауы ғына оҡшай. Ә класташ ҡыҙҙар күбеһе хәҙер күптән инде өлкәндәр тормошо менән йәшәй. Йәшәп кенә ҡалмай, бер-береһенә маҡтаныша, киләсәк тураһында һөйләшә. Ана, Руфинаны мәктәпкә егете иномарка менән генә алып килә. Ә Кавказ егете булһа, нимәһе ҡурҡыныс? Улар ҙа кеше. Руфинанан тыш тағы бер әхирәте бар. Уныһы мәктәпте бөтөрә һалып кейәүгә сығыу хыялы менән яна.

Гөлназ башҡалар эргәһендә ала ҡарға һымаҡ. Уларҙы тыңлап, ни аптыранырға, ни көнләшергә белмәй. Ауыҙ асып ҡына тора. Һуңғы ваҡыт ҡыҙыҡай бындай һөйләшеүҙәрҙән ҡаса башланы, сөнки тегеләр, тәжрибәлеләр, уларға бармаҡ төртөп күрһәтеп көлә.  Ә былай төрлө кисәләргә саҡырғандары бар. Әсәһе менән атаһы тәртипте ҡаты ҡуйғас, ҡыҙыҡай үҙен күп кенә шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан мәхрүм итергә мәжбүр.

– Ҡабаланма, ҡыҙым, – тине әсәһе, – өлгөрөрһөң. Иң тәүҙә мәктәпте тамамларға, һөнәр алырға һәм башҡалар, һәм башҡалар.

Тышҡы яҡта ҡапҡа асылған һайын, трактор үткән һайын Гөлназ урам яғына ҡолаҡ һала. Шылтыратырғамы икән? Юҡ, килешмәҫ. Үҙе килеп тапһын әле. Күренмәй, әллә оноттомо икән? Атаһының тракторы бар бит әле. Ә-ә, тимәк, бесәндә.

Кискәрәк Асия ла килеп етте. Ул инде кейенгән, буянған. Бая автобус эргәһендәге һымаҡ сыр-сыу килеп, тағы ла ҡосаҡлап үпте. Былтырғы Асия түгел. Өлкәнәйеп киткән, етдиләнгән.

– Һиңә нәмәлер булған һымаҡ, – тине Гөлназ, Асияның күҙҙәренә ҡарап.

– Юҡсы, бер нәмә лә булманы, – тине Асия, үҙе күҙҙәрен ситкә йәшерҙе. – Минең егетем ҡайтты бит, –  тине уңайһыҙланып ҡына.

– Ҡалай шәп булған! Минеке лә ҡайтырға тейеш бит. Һинеке кем ул?

– Былтыр күрҙең дә инде. Фәрит.

– Фәрит!?

– Эйе, Фәрит, – тине Асия һалҡын бөркөп торған тауыш менән.

– Мин шулдыр тип уйлағайным да, – тине Гөлназ. – Беләм мин уны, һәйбәт егет.

– Ә һин уны ҡайҙан беләһең? – тип һораны Асия.

– Былтыр клубта таныштыҡ бит, дискотекала, – тине Гөлназ аҡланған һымаҡ.

– Һин, әхирәт, мине шикләндерә башланың, – тине Асия. – Һине киҫәтеп ҡуям, уның эргәһендә күренһәң, бер яҡшылыҡ та көтмә.

– Юҡ-юҡ, – тип тотлоҡто ҡунаҡ ҡыҙ. – Бөтәһе лә һин теләгәнсә буласаҡ.

Дауамы бар.

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ.
Читайте нас: