+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Ноябрь 2021, 09:27

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Арбалы ҡатын ҡосағы Юмористик хикәйә

Вахит алдан әйтеп тормай, шылтыратмай, шулай кәрәк һымаҡ, элекке булһа ла үҙ өйө бит, шым ғына килеп инде. Элекке ҡатыны ла, улы ла, ҡыҙы ла өйҙә икән. Килмәй ҡайҙа барһын, ул ас ине. Шуға киске аш ваҡытын самалабыраҡ килде. Етмәһә, әлеге ҡатыны менән ныҡ ҡына асыуланышҡайны.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Арбалы ҡатын ҡосағы Юмористик хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Арбалы ҡатын ҡосағы Юмористик хикәйә

Кисә арып, әллә күпме аҡса эшләп, ҡатынымды ҡыуандырайым тип ҡайтһа, бутҡа ла бешереп ҡуймаған. Ниңә йәшереп торорға, хәҙерге ҡатыны матур, элеккеһе менән сағыштырырлыҡ түгел инде. Ана, Сәүиәһе, һаман аш бүлмәһендә өтәләнә. Вахит өндәшмәй генә залға үтте, танауы менән һиҙҙермәй генә һауаны еҫкәне. А-а-а, бәлеш еҫе, майлы ҡаҙ бәлеше еҫе. Вахиттың ауыҙ һыуҙары ағып китте. Аҡмай, кисәнән бирле йүнләп ашағаны юҡ, тағы нимә бар? Оһо, быныһы бишбармаҡ. Һарыҡ итенән ауыҙҙа иреп тора. Һалмаһын Сәүиә үҙе ҡырҡҡан, гәзит ҡалынлығы ла булмаҫ.

Вахит үҙе лә алйот. Ошондай егәрле ҡатынды, уның бешеренеүен, ике балаһын мөрхәтһенмәй ташлап сығып китһен инде. Балалары атай тип өҙөлөп тора ине бит әле. Сәүиәнең һәр ваҡыт аш һоҫолған, иҙәне йыуылған, өйө йыйыштырылған, кейеме үтекләнгән һәм тәҫләп һалынған. Бына ойоҡтар, быныһы эске кейемдәр. Супермаркеттағы һымаҡ инде.

Ә хәҙергеһе нисек? Бер нисек тә түгел. Үҙе бешеренә, үҙе йыуа, үҙе үтекләй Вахит. Кер менән сәптерләү ир-ат эшеме һуң инде?

– Кер йыуыу машинаһы һатып алайыҡ. – тигәйне Вахит.

– Аҡса әрәм итеп, – тине ҡатыны, күҙҙәрен шаҡмаҡландырҙы. – Һин бар ҙа инде. Бына тигән йыуаһың. Миңә оҡшай, әхирәттәрем маҡтай.

Йыуа инде, нимә эшләһен, бисәһе баш тартҡас.

Сәүиәһе йылмайғандай итте:

– Хәҙер аш өлгөртәм, бергәләп ашарбыҙ, – тине.

Вахит Сәүиәһен Шамилдан һалдырып алғайны. Хәйер, быныһы артығыраҡ булды, йәғни дөрөҫ түгел. Сәүиә уға өҫтөнлөк бирҙе. Шамилдан баш тартты.

Әле яңыраҡ ишетеп ҡалды, Вахиттар айырылышҡас, Шамил һөйләнгән, Сәүиәгә өйләнер инем, балалары нисек ҡабул итер икән, тигән.

Өйләнмәй тор әле, балаларҙың атаһының үҙ пландары бар.

Ике балалы ҡатын кемгә кәрәк инде? Минең тәҡдимде ишеткәс, Сәүиә ҡыуанып китер әле. Ҡыуанһа ла, ғәжәп түгел, Вахит кеүек ирҙәр урамда аунап ятмай. Эйе, айырылышып ҡаранылар, ә үткән йыл, ҡайҙа йыл, 11 ай ғына, икеһе өсөн дә һынау, йәғни имтихан булһын. Һуңынан, көлөп иҫкә алырҙар әле. Шундай-шундай мәрәкә булды, тиешерҙәр.

– Әйҙә, ашап алайыҡ, – тине ҡатыны, өҫтәлгә саҡырҙы.

Ашанылар, Вахит үҙ өйөндә бит, үҙ ҡатыны бешергән ашты ашай, тартынып, инәлтеп торманы. Һоғаланып ашаны ғына. Ике тәрилкә етмәне, өсөнсөһөнән баш тартмаҫ ине. Кәстрүлдәре бушаны, ахыры. Бәлеште лә йәлләп торманы.

Балалар йөрөп киләбеҙ тип сығып киттеләр. Дөрөҫ эшләйҙәр, әсәй эргәһенә атай килгән бит. Нисек килгән, килмәгән, ҡайтҡан. Үҙ ояһына әйләнеп ҡайтҡан.

– Йә, хәлдәрең нисек? – тине Сәүиә элекке иренә миһырбанлы ҡараш ташлап. – Бик йонсоған һымаҡһың, әллә сирләйһеңме? Дауаханаға йөрөйһөңмө?

– Юҡ, юҡ, – тине ире. – Һаулыҡҡа зарланмайым. Теге, баяғы һине күрергә килгәйнем, һүҙ бар.

– Һүҙ бар. Ниндәй һүҙ? Йә, һөйлә, тыңлайым.

– Һин мине дөрөҫ аңла, Сәүиә, дүрт аяҡлы ат та абына. Мин һинән айырылып, хата яһаным. Күреп торам, һиңә лә еңел түгел. Ике бала, йәш тә бара. Һин хәҙер кемгә кәрәк инде? Эйе, мин ҡайтырға ине.

– Ҡайтырға тиһеңме? Нимә һөйләй, мин кемгә кәрәкме? – тип сәсрәп китте Сәүиә.

– Эйе, ике бала, ике арба бит. Прицеп була инде, – тип ир ҡатынды ҡосағына алырға самаланы.

Ҡатын өндәшмәне тәүҙә. Аҙаҡ үҙе ирҙе шым ғына ҡосаҡланы:

– Шулай итеп, ике арбалы ҡатын ҡосағын танһыҡланым тиһең инде, – тине һәм этеп ебәрҙе. – Ҡайҙа үрелә? Ә ул арбаларҙы кем һөйрәргә теләгәнен ишеткең киләме?

– Кем һөйрәй? Йә, йә әле күрһәт.

– Хәҙер күрһәтәм, – тине ҡатын, телефонын алып шылтыратты, тауышын көсәйтте.

– Алло, Шамил, һин ҡайҙа йөрөйһөң?

– Йөрөмәйем, ултырам.

– Ни эш бөтөрөп ултыраһың? – тип ныҡытты ҡатын.

– Үҙең беләһең, һинең аҡ яулыҡ болғағаныңды көтөп ултырам.

– Ярай, әйт әле, һин мине яратаһыңмы?

– Яратам, ғүмерем буйы яраттым.

– Балаларымды ҡабул итәһеңме?

– Ҡыҙың менән улыңды үҙемдеке итеп яратасаҡмын.

– Мине өрмәгән ергә ултырмаясаҡһыңмы?

– Әлбиттә.

– Улайһа, килеп ет, беҙ һине көтәбеҙ.

– Ҡасан киләйем, иртәгәме?

– Юҡ, бөгөн үк, хәҙер үк килеп ет. Тиҙ бул, юғиһә, кире уйлауым бар.

– Остом, мөхәббәтем, хәҙер килеп етәм.

Ҡатын Вахитҡа боролдо:

– Төшөндөңмө? – тине.

Ир өндәшмәне, шым ғына кейенде лә, баҙнатһыҙ ғына хушлашып, сығып китте.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: