-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Июнь 2022, 20:00

Тәүбә

– Арыным, ишетәһегеҙме, арыным, я устала! Һеҙҙең янығыҙҙа бер көн, хатта бер сәғәт ҡала алмайым! Алла тарафынан онотолған һоро был ҡалала ошоғаса нимә белеп, нимә күреп үҫтем? Көн иткән урыныбыҙ һаҫыҡ бер бүлмәле фатир ҙа, өҫтөмә кейгәнем - барахолканан алынған ҡытай аламаһы. 

Тәүбә
Тәүбә

Инвалид тиндәрен еткерә алмай осто-осҡа ялғап йәшәйбеҙ, юҡ, йәшәмәйбеҙ - существуем! Ҡайһы берәүҙәрҙең иҫ китмәле муллыҡҡа күмелеп, байлыҡтарына маһайып көн иткәндәрен күреп беләм. Ары ла ошо хәйерсе тормошо дауам итһен, тиһегеҙме? Килеп сыҡмаҫ! Не выйдет! Бала табып больницала ҡалдырғанмын икән, уныһы - мое личное дело. Бик кәрәкһә, барып алығыҙ, аҫырағыҙ! Разрешаю! А я не хочу!.. Стенаға ҡағылған көҙгө алдына баҫҡан Дилемма биттәре буйлап һырғалаған еүеш тушь юлаҡтарын ҡулъяулығы менән ентекләп таҙартты ла диванға ултырып, ҡоластарын йәйеп, ала-сола итеп буялған ҡыҫҡа сәсле башын артҡа ташланы. Бер нисә урындан туҡымаһы өлбөрәп тишелгән, пружиналары ҡаҡшаған ҡаралты илау тауышы сығарып әсе сыйнап ҡуйҙы. Оләсәһе аҡ һалған күрәғара күҙҙәрен көсәндереп ҡаршы яҡ стенаға текәлде, әйтерһең ул шулайтып бик күп билдәһеҙлектәре булған, сисеүе үтә лә ауыр мәсьәләне хәл итергә тырыша ине шикелле. Тик көсһөҙ, зәғиф ҡараш таш стенаны мөсһөҙ ҡапшаны ла ситкә бәрлекте. Күкһел соҡорҙарға батҡан, тоҙ төҫөндәге былай ҙа нурһыҙ күҙҙәр һүнгәндәй итте, тамаҡ төбөнән тоноҡ, иңрәүгә тартым өн һығылып сыҡты:

– Тәүбәгә кил, балам, тәүбәгә кил… Быларҙы ейәнсәрем түгел, икенсе, йәнен шайтан алыштырған әҙәм әйтә, Хоҙайым, кисер уны…

– Юҡ, оләсәй, быларҙы я говорю, сөнки күпкә аҡылландым, на мир смотрю другими глазами, другим взглядом!

Бер яҡ ситтә, һумалтыр ширлектә өнһөҙ генә суҡайған ҡартатаһының иҫкереүе етеп эшлектән сыҡҡан аяҡ протезы әйткәндәр менән килешмәгәндәй ауыр шығырлап ҡуйҙы, шул ыңғырашыуға ауыр көрһөнөү ҡушылды. Тәмәке ыҫы һеңеп ҡарағусҡыл һары төҫкә ингән бармаҡтар пинжәк кеҫәһенән папирос тартып сығарып әүәләргә тотондолар.

– Үкенергә тура килмәгәйе, тим, ҡыҙым … Асы хаҡиҡәт, үкенеү, ғазап, ғәҙәттә, һуңынан килә. - Ҡартатаһының тауышы һәүетемсә генә, тыйнаҡ, һәлмәк ишетелә.

– Үкенмәйем! Өгөтләмәгеҙ, у меня институтское образование, нигде не пропаду!

– Юғары белем аҡыл өҫтәһә ҡана ла һуң… Үҙең хәл ит, ауырымаған яғыңа ят. - Бармаҡтар битендә тәгәрәгән папиростың ҡағыҙы баҫымға сыҙамай йырты-лып тәмәке онтаҡтары иҙәнгә һибелде. Тыныс холоҡло ҡартатаһы ла сығырынан сыҡты шикелле, ҡулындағын көйәләнгән ҡиәфәттә иҙәнгә ырғытты ла нәҙек оҙон бармаҡтарын аралаштырып устарын ҡаушырҙы. Тырпайған мыйыҡ остары түбән һалындылар. Эсе бошҡанда ул шул ҡиәфәттә ҡалыусан.

– Күптән хәл иткәнмен, китәм һеҙҙән, этот город, его люди до чего мне надоели! Ишетәһегеҙме - надоели! - Дилемма туҙыныуына сыҙамай тороп уҡ китте лә, алдан хәстәрләп кәрәк-ярағын, кейем һалымын тыҡшырып тултырған спорт сумкаһын елтерәтеп зал уртаһына сығарҙы, ҡабаланып кейенә башланы.

– Бәлки…

Оләсәһе ниҙер әйтергә теләп һүҙ башлағаны, уны Дилемма тупаҫ бүлдерҙе:

– Бәлки түгел, китәм тигәс, китәм, бындағы хәйерсе тиндәренә бил бөгөп, көндәремде ярым емерек фатирҙа тамамлайһым килмәй! Эҙләп мәшәҡәтләнмәгеҙ!

Ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып ярым ҡараңғы подъезға уҡталды. Сыҡҡас тынысланырға теләп аяҡтарын тыбызыҡлап урынында тапанды, сумкаһын баҫҡыс майҙансығына быраҡтырғас асыу менән курткаһының замогын өҫкә тартты, ҡулын джинсы кеҫәһенә тығып стенаға һөйәлде, ирендәренә һаламдай нәҙек фильтрлы сигарет ҡыҫтырып осона зажигалка ялҡынын тейҙерҙе.Үпкәләренә тулған татлы төтөн йән көйөгөн баҫманы, киреһенсә күңелен болғандырҙы. Ауыҙындағын яһилланып таш иҙәнгә төкөрҙө лә кроссовкаһы менән тызып уҡ ҡуйҙы. Тыңланды. Фатирҙа ҡалған ҡартатаһы менән оләсәһенең һөйләшеүе ишетелмәй. Хәйер, улар икеһе лә сарғалана һалып бармаған сабыр йәндәр инде. Мөйөшкә баҫтырылған балалай ишек менән стена арауығына һыйынып, бөршәйеп бер аҙ тора биргәс сумкаһын ҡабаттан эләктерҙе лә йүгерә-атлай баҫҡыстарҙы аша-төшә баҫып түбәнгә ташланды.

Ҡыуып килеүселәрҙән ҡотолорға теләгән ҡасҡындай ишеге ярым ябылып ҡуҙғалырға өлгөргән автобусҡа һикерҙе, артҡы тәҙрә уратаһын ҡоршаған тотонғосҡа йәбеште. Ул был йәшәйештән түгел, киреһенсә, бынау йорттар, юл ҡырлатып тигеҙ рәткә теҙелгән ағастар, ҡайҙалыр ашыҡҡан халыҡ ағымы артҡа шылып унан ҡасалар төҫлө. Ана, теге бала табыу йорто. Унда бер тапҡыр ҙа ҡулына алмаған балаһы ҡала. Икенсе ҡаттағы тәҙрәнән биләүҙәге баланы күтәргән ят ҡатынды төҫмөрләгәндәй ҙә иткәс әллә йөрәге, әллә һөттән тирткән түше әрнеүле һулҡып ҡуйҙы. “Был ҡатын уның улын шулай, юрамал, күреп ҡалһын был, тигәндәй күтәреп баҫҡанмы?..” Өндәге һаташыуынан арынырға теләп башын эйеп усы менән күҙҙәрен ҡапланы. Тимер юл вокзалына килде лә поездар барыр йүнәлештәрҙе сағылдырған ҙур табло-экран янында туҡталды. Исемлек теҙмәһе күҙҙе ҡамаштырып, башты бутап өҙлөкһөҙ алмашып ҡына тора. Ҡайҙа олағырға теләйһең, етеҙ поезд һуңлатмай алып барып еткерәсәк, теләгең, йәнә аҡсаң ғына булһын. “Ниәтләп сыҡҡас башҡаланың үҙенә барырға кәрәк. Унда мөмкинселектәр киңерәк.” Хәл итте. Оҙон сиратҡа баҫып билет алды, көтөү залына үтеп тимер ултырғысҡа урынлашҡас һалынҡы яурынбаштарын теҙенә эйелдереп бөгөлөп төштө.

Оләсәһе хаҡлы, бер аҙға ғына туҡталып фекер тупларға, бараһы тарафыңды тоҫмалларға кәрәктер ул. Тик уны һуңғы айҙарҙа алыштырып ҡуйҙылармы ни, күңеленә ят йән инеп оялап, өҙлөкһөҙ нимәгәлер ҡоторта, һөсләтә, ҡайҙалыр ҡыуалай, туҡтау ғына түгел тын алырға ирек бирмәй. Ҡасан башланды әле ундай бәргеләнеүҙәр? Әхирәте үткәргән тыуған көн кисәһенән һуң ятаҡтағы алданған шыҡһыҙ төн һалдымы күңеленә шул шомдо, әллә ауырлы булыуын әйткән акушер-гинекологтың һалҡын, мыҫҡыллы ҡарашы менән осрашҡандан аҙаҡ башландымы өйәнәктәй ҡабатланған мәхшәр?.. Кем алданы бит әле, йәне, тәне тартмаған һөйкөмһөҙ Джон! Башта уҡ уның һөмһөҙ бәйләнеүҙәренә ярайһы ҡаты ғына кәр-тә ҡуйғайны, хистәре яуапһыҙ ҡалған егет тора-бара уға үтә лә ныҡ ҡаныҡты. Аңдый, эҙәрлекләй торғас яйын тапты, теләгәнен алды тәки. Кисәгә килгәс янында ла ярамһаҡланып уралманы, бәйләнмәне лә. Ә бына өҫтәл артында һут ҡына уртлап ултырған Дилемманың бер аҙҙан тәне ауырайҙы, күңеле болғанды, башы әйләнде. Һиҙҙермәй генә эсемлеккә нимәлер ҡуштылар шикелле. Әхирәттәре күрше бүлмәгә сығарып һалдылар. Ҡунаҡтар таралып бөткәс иҫерек Джон килеп инде лә әрһеҙ, оятһыҙ ҡыланып башта үҙе сисенде, шунан уның өҫтөндәге кейемен йолҡҡосларға кереште. Үҙәләнеп ҡысҡырып та маташты, тик ярҙамға килеүсе генә табылманы. Араҡы еҫе аңҡыған ауыҙ ирендәрен томалап, уҫлаптай кәүҙә карауатҡа ҡуҙғалмаҫлыҡ итеп ҡыҫҡас, көсһөҙлөгөн тойоп, шым ғына илап ебәрҙе. Биттәренә бәрелгән, ауыр, һаҫыҡ тын өнөн быуҙы, сатын ярған тупаҫ ауыртыу үҙәгенә үтте… Йәшерен, уйында ғына йөрөткән илаһи ҡушылыу төнөнөң керһеҙ хыял ҡапҡаһына шулайтып, таҙармаҫлыҡ булып, дегет яғылды, йәнен ауыр тойғо биләне. Ул тойғо ауыры ҙурайып, ҡорһағы бүлтәйә барған һайын үҫә генә барҙы, әле донъяға тыумаған сабыйына, өкәлтәктәй иҫке фатирҙа көн иткән, ағас протезлы ҡартатаһына, аяҡ юлын көскә таныған оләсәһенә ерле юҡҡа асыуы ҡабарҙы. Институтты тамамлағандан һуң оҙаҡ эҙләй торғас төҙөлөш идаралығы начальнигының секретары булып ваҡытлы эшкә урынлашҡайны, эш хаҡы ла ташҡа үлсәйем, аҙыҡ-түлектән артмай, әҙәмсә кейенә лә алмай исмаһам. Бала тыуһа ҡайһылайтыр? Ул бит артыҡ тамаҡ, аяҡтарына тышау. Күргеһе килмәй уны, тыуғанынан тыумағаны мең артыҡ. Бер көн Джон эргәһенә үк килеп: “Әгәр телеңде тыймаһаң ҡара уны! Үлтерәм! Недотрога инең, хәҙер кемгә кәрәгең бар, йыуғыс”, - тип уҫал ыҫылданы ла хәҙер күргән һайын, йә хәлдәрең нисек, бисара, тигәндәй һауалы текәлеп уҙа. Милицияға хәбәр итмәне, “үлтерәм”дән ҡурҡты, йәнә исемде сығарып ян-тирәһен шаулатыуҙан ни фәтеүә, оятҡа батырһың, мәсхәрәгә ҡалырһың бары. Ҡартатаһынан, оләсәһенән башҡа морон төртөр, яҡлар кеме бар был мәрхәмәтһеҙ донъяла! Әсәһен хәтерләмәй ҙә, уның хаҡында яҡындары ла һөйләй һалып бармайҙар. Ул уны тыуҙырып, Дилемма, тип исем ҡушҡан да ҡомға һеңгән һыу тамсыһылай юҡҡа сыҡҡан. Йәнәһе мәрхәмәтһеҙ тормош дилеммаһын үҙең хәл ит, һин миңә кәрәкмәйһең.

Баштараҡ ауырын йәшерергә тырышып тар джинсы салбар кейеп йөрөнө, шунан бүлтәйә барған эсен ары йәшерерлек рәте ҡалмағас ҡорһағын шнурлы корсет менән шыҡырлатып быуып тарттырып ҡуйҙы. Йәне алҡымына килеп тығылдымы ни, был хәлдә атлап йөрөү түгел тын алыуы ауыр. Әгәр сабыйы тонсоғоп ҡуйһа?.. Әй, дөмөкһөн дә. Ҡотолор исмаһам… “Беҙҙе ҡапсыҡта йәшереп тотоп буламы инде, теләйме-юҡмы, тәҡәте ҡалмағас джинсыһын сисеп иркен юбка кейергә мәжбүр булды. Шулай итеп сере асылды. Хәҙер таныш-тоноштары осраһа иң әүәл уның ҡабарған ҡорһағына текәлә, шунан ғына йәлләгәндән хәлен һорашҡан булалар. Хәле билдәле инде, барыр ере, батып үлер күле генә юҡ.

Яңылыҡты ишеткән оләсәһе бошонманы ла шикелле, хатта сирле йөҙөндә ҡыуаныу ишараты сағылдырҙы:

– Кейәүгә сығып тапһаң, башҡалар алдында йөҙөң яҡты булыр ине лә, ярай, ни хәл итәһең, өсәү йәшәгәнсе, дүртәүләп көн итеүебеҙ яҡшы.

– Уны ошо тар бүлмәлә аҫырарбыҙмы, нимә ашатырбыҙ, нимә кейҙерербеҙ? - Ундай яуапты көтмәгән Дилемма аптырап ҡалды.

– Аҫырарға ул мал түгел - кеше! Нисек тә бергәләп йәшәрбеҙ әле. Бына беҙ һине, бер ҙә тарһынмай, яратып үҫтерҙек тә.

– Ул бит минең теләгемдән тыш яңылыш яралған!

– Бер бала ла ошоға тиклем яңылышлыҡтан, елдән яралмаған. Һеҙ гөнаһлы булһағыҙ ҙа сабый ғәйепһеҙ.

– Уның атаһын мин яратмайым, яратыу ғына түгел, күрә алмайым!

– Ҡайһы саҡ һөйөүҙән дә һөйкөмһөҙҙәр ярала. Тыуыр йәндең яҙмышы Алла ҡөҙрәтендә.

– Кәрәкмәй ул миңә, кәрәкмәй! Иртәгә үк аборт яһатам!

Оләсәһе ары һүҙ көрәштермәне, тешһеҙ ауыҙын мөйтәңләтеп уҡына-уҡына ҡулына намаҙлығын алды. Шул шөғөлө менән ул Дилемманың сығарған ҡарарына ҡаршылығын белдерҙе.

Акушер-гинеколог бүлмәһенә инде. Был юлы өҫтәл артында ят кеше ултыра: илле йәштәр самаһындағы мөләйем йөҙлө ҡатын. Теге, тәү килгәндәге битараф йөҙлө, тупаҫ, төрпө һүҙле табиптың булмауына ҡыуана биреп тә ҡуйҙы. Шулай ҙа шиксел төбәлеп, биреләсәк һорауҙарға уҫал, кире ҡаҡҡыһыҙ яуаптарын ҡайтар-рға йыйынып ултырғыс ситенә һаҡты.

Табип Дилемманы күптәнге танышылай ҡабул итеп уны кушеткаға уңайлап һалды ла апаруҡ ҡабарған ҡорһаҡты ҡапшарға, наҙлы һөйләнергә кереште:

– Йә, үҫәбеҙме? Ҡана, ҡарайыҡ әле, нисегерәк ятаһың икән? Ҡулай, матур ғына урынлашҡанһың былай, һәйбәт, һәйбәт… Хәҙер, һеңлем, тороп баҫ, йөрәгеңде, үпкәләреңде тыңлап ҡарайыҡ, ҡан баҫымыңды үлсәйек.

Тикшереп бөткәс йыуынғыс яғына барып ҡулдарын сайып таҫтамал менән ҡоротто ла пациентҡа яңы карта асып уға тикшереү мәғлүмәттәрен яҙа башланы.

“Эт-бесәй тотҡандан һуң ҡулын йыуамы ни…” Һәр хәрәкәтте күҙҙән үткәргән Дилеммаға табиптың сирҡанғандай ҡулдарын йыуып аҙапланыуы оҡшаманы, шуға сираттағы һорау бирелмәҫ элек ҡәтғи ҡарар ҡабул итеүен белдерә һалды:

– Мин аборт эшләтәм, шуға килдем. Был минең ныҡ уйланған һәм һуңғы ҡарарым!

Табип сыймаҡлауын ҡуйып алдындағын ситкәрәк этте лә аңламағандай ҡабатлап һораны:

– Нимә тинең? - Тегеһенең уңайһыҙлыҡ кисереп юғалып ҡалыуын күргәс ҡәтғи тонда дауам итте. - Бала ишетеп ҡалмаһын был һүҙҙәреңде!

– Ишетергә ул әлегә тыумаған.

– Эй, һеңлем, йәшһең шул әле, күп нимәне аңлап, төшөнөп бөтмәйһең. Тыумаһа ла барыһын да һиҙеп ята, һинең һәр әйткәнеңде, ҡылығыңды йөрәге аша үткәрә. Шул сәбәптән, бына ошондай ҡаты бәғерлектән, миһырбанһыҙ, выжданһыҙҙар тыумаймы икән? Тыумаҫ элек үҙен артыҡ, кәрәкһеҙ иҫәпләгән бала рәнйейҙер. Һинең ҡарының уның өсөн әлегә үҙе бер донъя. Әйҙә, шул донъяны боҙмайыҡ, емермәйек.

– Апай, зинһар лекция уҡымағыҙ!

Табип ирендәрен ҡымтып үпкәләгәндәй итте лә хөкөм сығарғандай теҙҙе:

– Беренсе аборт үтә лә зарарлы, ары бөтөнләй түлһеҙ ҡалыуығыҙ ихтимал. Тағы һуңлағанһың, һылыуым, ваҡыт үткән. Яһалма юл менән әле етлекмәгән толҡатты тыуҙырырға йыйынмайым, теләгем дә юҡ. Тере кешене үлтереүгә тиң процедура ул. Уны эшләүгә һуңғы сиктә, әсәнең һаулығына ҡурҡыныс янағанда ғына баралар. Башҡа белгестәргә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, улар ҙа һеҙгә шул кәңәште бирәсәк.

Кабинеттан өмөтһөҙлөккә бирелеп, төңөлөп сыҡты Дилемма. Башҡа табиптарға ла күренеп аҙапланманы, шөбһәләнеп, хатта ҡайһылыр кимәлдә ҡурҡып бушаныу көнөн көтә башланы.

Туғыҙ айын тултырып, уны тулғаҡ ғазаптарына дусар итеп ир бала донъяға килде. Дилемма акушерканың юғары күтәрелгән ҡулында ҡыҙыл йомарсаҡты күргәс күҙҙәрен йомдо: “Йөҙө ҡыҙарып тора, хас та атаһы!” – тигән уй йәшен тиҙлегендәй мейеһен ярып үтте, күңелен ауырттырып сыйҙы. “Тыума!..” Шул һүҙҙе ҡысҡырып әйтеүҙән ҡурҡып ауырттырып тештәрен ҡыҫты.

Ҡотлайым, өс кило ла туғыҙ йөҙ грамм! Шалҡан һымаҡ тап-таҙа!

Ҡуйырҙан-ҡуймай ҙа баһа бәпесте ҡабул иткән бәйләнсек акушерка, иртәгеһен палатаны яңғыратып килеп инде лә яр һалды. - Шул тиклем дә матур малай, йызылдап ҡарап ятасы, иламай ҙа бит әле!

– Минең уны теләмәгәнемде тотош больница белә. Кире уйлар, ирер ҙә алыр тип өмөтләнәһеңме? Не нужен мне ребенок! Бар эргәмдән сығығыҙ!

– Тыумаған саҡта теләмәй инең, хәҙер ул бар, кеше тыуған донъяға, тимәк хоҡуҡтары ла бар. Хәҙер яныңа алып киләм, күрһәң айырылғың да килмәҫ.

– Килтермәгеҙ, кәрәкмәй!

– Уға имергә ваҡыт.

– Уның нимә теләгәне мине ҡыҙыҡһындырмай. Бар эргәмдән китегеҙ, бер кемде лә күргем килмәй.

– Эх, һин, беҙ ирем менән теләһәк тә сабый һөйөп ҡыуана алмайбыҙ, ә һин булғанынан баш тартаһың. Үкенерһең бер саҡ.

– Ҡурҡытмағыҙ, йәме, вон отсюда! - Дилемма үкһеп түшәгенә йөҙтүбән ҡапланды.

Бына ул сабыйын балалар табыу йортонда ҡалдырып, зәғиф оләсәһен, ҡартатаһын яҙмыш ҡосағына ташлап ят тарафҡа китеп бара. Уңырмы, туңырмы – билдәһеҙ. Поезға ултырырға саҡырҙылар. Ул баҫты ла ауыр сумкаһын һөйрәп башҡа сығыусылар артынан эйәрҙе.

Ер аҫты юлында таш иҙәнгә ҡатырға киҫәге түшәп хәйерсе ҡарсыҡ бөршәйгән. Һөйәк тә тиренән хасил сырыш йөҙҙә, хис тә, кисерештәр ҙә сағылмай, бары унда юйылмаҫлыҡ булып ғазап төҫмөрләнә. Ҡарсыҡ ҡыуарған ағастай тырпайған бармаҡтары менән яулығы ситенән күренгән сал сәстәрен тәртипкә килтерҙе лә танығандай төбәлеп уға усын һондо:

– Алыҫ юлға йыйынғанға оҡшағанһың, ҡыҙым, Алла йөҙөндә мине риза итеп хәйер-саҙаҡаңды биреп кит.

Дилемма кеҫәһе төбөндә сылтыраған тиндәрҙе ҡарсыҡтың алдындағы ҡағыҙ ҡумтаға ырғытты.

– Алла ярлыҡаһын үҙеңде!

Дилемма алам-һоламға төрөнгән ҡарсыҡҡа ерәнгәндәй ҡараны ла ҡабаланып ары атланы.

Китә биргәс уны билдәһеҙ көс кире ҡайырылырға мәжбүр итте. Туҡтаны ла уңайһыҙланғандай ҡиәфәттә һораны:

– Инәй, әйт әле, ниндәй һүҙ ул тәүбә?

Ҡарсыҡ төҫһөҙ күҙҙәрен секерәйтте:

– Уны кем әйтте, ҡыҙым?

– Оләсәйемдән ишетһәм дә төшөнмәгәйнем.

– Ҡылған гөнаһтарыңдың кисерелеүен һорап Аллаға мөрәжәғәт итеү, унан ғәфү һорау.

– Поняла… Аллаға нисек мөрәжәғәт итергә һуң?

– Намаҙ уҡы балам. Һинең уй-теләктәреңде намаҙ аша Тәңре ишетер. Намаҙ уҡыған кешеләрҙе әхирәттә ожмах көтә.

– Тимәк бөтә муллалар ҙа теге донъяла ожмахҡа эләгәләрме?

Хәйерсе ҡарсыҡ тешһеҙ ауыҙын мөйтәңләтеп бер килке һүҙһеҙ ултырғас уфтанып яуапланы:

– Ҡөръән уҡый белгәндәре генә, балам. Бөгөн бит кемдең гөнаһлы, кемдең изге, кемдең әтрәгәләм, кемдең мулла икәнлеген айырыу мөмкин түгел. Буталды замана, ерҙән мәғәнә, ҡот, бәрәкәт ҡасты.

Алйыған әбейҙең аңлашылып бөтмәгән фәлсәфәһен тыңларға теләмәгән Дилемма тәгәрмәсле сумкаһын һөйрәп ары атланы, күңелен аҡланыу уйы өйкәне: “Алла алдында ниндәй ғәйебем булһын. Никого не убивала, бер кемде лә таламағанмын, үҙемсә йәшәргә теләйем, бары шул ғына!”

Килеп нисәнсе көн файҙаһыҙға йүгергеләп башҡаланың ҙур ойошмаларын, предприятиеларын ҡыҙырып эш эҙләй. Ҡайҙа ғына барһа ла иң башта пропискаһының барлығы-юҡлығын белешәләр, кире яуап алһалар шундуҡ бороп сығарыу яйын ҡайыралар, йәиһә бер һантыйға ҡарағандай һауалы текәләләр ҙә үҙ эштәре менән булашып уның хаҡында бөтөнләй оноталар, башты баҫып сығып китеүҙән башҡа сара ҡалмай.

Был ҡала ер ябып өҙлөкһөҙ ҡайҙалыр ашыҡҡан халыҡты бер юлы упҡан аждаһаны хәтерләтә. Аждаһа көнөн дә төнөн дә уяу, тонсоҡторғос төтөн тыныуы тынды ҡурып алып бара, үҙе өҙлөкһөҙ геүләү, ухылдау, һыҙғырыу тауыштары сығара. Бер мәлгә генә булһа ла серем итә, тыныслана микән был иләмһеҙ йән эйәһе? Уның ҡоршауына ҡамалғандар һәр саҡ нимәгәлер асыулы, йөҙҙәре йәмерәйгән, бер-береһен тапаларға тырышып йүгергәләйҙәр, йығыл, берәү эргәңә килмәйәсәк, ярҙам ҡулын һуҙмаясаҡ.

Тағы бер нисә көн файҙаһыҙға ҡала ҡыҙырғандан һуң гәзиттәге белдереү-рекламалар мөйөшөндә “имеҙеүсе кәрәк”, тигән белдереүҙе уҡып ҡыҙыл кирбестән һалынған коттедж янына килде, йортто уратып алған бейек таш ҡойманың тимер ҡапҡаһына килеп төртөлдө, баҙнатһыҙ үрелеп бәләкәй ҡапҡа бағанаһындағы ус аяһылай төймәгә баҫты. Эс яҡта наҙлы көйгә тартым ҡыңғырау шылтыраны. Көйлө саҡырыуға яуап итеп эстә күмәк эттәрҙең өрөүе ишетелде, әммә был яҡҡа яҡынлаусы тойолманы. Көн һайын асыла һалып бармайҙыр, бағана менән ҙур ҡапҡа араһына ҡыл иләк ҙурлығындағы үрмәкес ауы тартылған. Бына йәбешкәк ептәргә төнгө күбәләк килеп эләкте лә ысҡына алмай йәнасыҡҡа тыбырсынырға тотондо, тик ысҡыныу ҡайҙа елпенгән һайын ҡанаттар ҡәһәрле тоҙаҡҡа уралғандан урала ғына бара. Табыш эләгеүен абайлаған ҡап-ҡара үрмәкес ҡайҙандыр килеп сыҡты ла ептәр буйлап күҙ эйәрмәҫлек тиҙлектә шыуып табышына ташланды. Дилемма кинәт ынтылып бөжәкте ергә һуғып төшөрҙө лә уны кросссовкаһының үксәһе менән баҫып иҙҙе, ҡорбанынан ерәнгәндәй аяғын ҡаҙ бәпкәһе үләненә ышҡыны.

Ниһайәт мискәләй йыуан кәүҙәле, тәбәнәк буйлы, бирән ҡорһаҡлы ҡара күҙлек кейгән көньяҡ кешеһе килеп сыҡты ла күҙлеген һалып, тура, яҫы ҡаштарын йыйырып һораулы төбәлде:

– Что вам надо, девушка, слушаю, гаваритэ?! - Акцентлы тауыш мискә төбөнән килгәндәй геүелдәне.

– Здравствуйте? - Сәләм алынмағас йомошон йомошларға ашыҡты. - Я по объявлению…

Бирән ҡорһаҡ артынан эйәрергә ишаралап бәләкәй ҡапҡаны асыҡ ҡалдырып ата айыуҙай таш һуҡмаҡтан коттедж яғына төмрәңләне.

Ут ҡыҙыл төҫтәре менән күҙҙе ҡамаштырып, тамылйып атҡан ләлә сәскәләре һуҡмаҡтың ике яғынан теҙелгән, йортто балдаҡҡа уратҡан сирень ҡыуаҡтары ла суҡланып сәскәгә бөрөләнгән. Хуш еҫ бөркөргә тейеш ишек алдынан уҡшытҡыс эт тиҙәгенең еҫе килә. “Ғәжәп, сәскәләр тәү ҡарашҡа күркәм һымаҡтар, ә ниңә һуң уларҙан йәм, матурлыҡ бөркөлмәй?” Һул яҡта оҙон бер ҡыйыҡ аҫтына алынған гараж, мунса, келәт ишектәре күренә. Улар эргәһенә эт ояһы эшләнгән. Ә икенсе яҡта стеналай бейек, апаруҡ оҙон, ярты яғы көплө рәшәткә ҡалҡҡан, һәр айырым вольерҙан эт һыны төҫмөрләнә. Тимәк унда эт аҙбары. Кемуҙарҙан абалаған өрөү тауыштары ла шунан килә. Йорттоң эргәһендә асыҡ зәңгәр ҡыйыҡлы, ҡалған өлөшө аҡҡа буялған беседкалар ҡалҡҡан. Шуларҙың береһенә сал сәсле, кейгән кейеменән, кәүҙә торошонан аҡһөйәклек аңҡыған ир кеше һаҡҡан. Ул өҫтәлгә терһәкләнгән дә йоҡомһорай, әүелйей. Аяҡ тауыштарын ишетеп ситкәрәк айырым ҡуйылған оянан күрер күҙгә сәйер, томшоғо көмрәйгән, аяҡтары ҡамыт, аҡ йөнлө йоҡа тиреһе аша көслө мускулдары беленгән эт килеп сыҡты ла муйылдай ҡара, тәңкәләй тумалаҡ, бер-береһенән алыҫ урынлашҡан күҙҙәрен һораулы яндырҙы, томшоҡ өҫтө тиреһен йыйырып, тештәрен ыржайтып тоноҡ өрөү өнөн сығарҙы.

– Сидеть, Белка! - Бирән ҡорһаҡ вайымһыҙ мөңгөрләп этте тынысландырҙы ла тупһа ауыҙына еткәс эткә түгел, фәҡәт уға ғына тәғәйенләнгән сираттағы фарм-нын бирҙе. - Ошонда көт!

Дилемма бер аҙҙан саҡырыу буйынса эскә инде лә ундағы затлы йыһаздарға иҫе китеп телдән ҡалды. Эске яҡ стена ҡиммәтле ҡыҙыл ағас менән көпләнгән, иҙәндә ҡабарып ятҡан келәм аяҡ табандарын наҙлы иркәләй, түшәмдә тоҡандырмаған хәлдә лә нурҙар сәсеп ҡиммәтле люстралар йылҡылдай.

Күрһәтелгән бүлмәгә үтте. Унда ла нескә зауыҡ төҫмөрләнә, артыҡ ҡаралты күҙгә бәрелмәй, шул уҡ ваҡытта улар ҡулай урынлаштырылған. Бүлмә эсендәге бөтә нимә береһе икенсеһен тулыландырып, тамамланған бөтөнлөк хасил итәләр. Йомшаҡ күн менән көпләнгән ҡәнәфигә һылыу, еренә еткереп һылап-һыйпанған ҡатын һеңгән. Нәфис бармаҡтарында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән затлы сигарет төтәй. Ул билдәһеҙлеккә төбәлеп инеүсене абайламаны ла шикелле. Бына аҡ, һығылмалы ҡул алға һонолдо:

– Справкағыҙҙы бирегеҙ!

– Нимә? - Дилемма аңлап еткермәй аңшайып ҡалды - Мин белдереү буйынса…

– Беләм. Әйттеләр. Шуға ла сәләмәтлегегеҙ тураһында справка һорайым түгелме?

Документтарҙы биниһая ваҡыт аҡтарҙы, ҡағыҙҙарҙан хата эҙләгәндәй ҡат-ҡат уҡыны. Уҡый ҙа матур күҙҙәрен һынамсыл ҡыҫа биреп килеүсегә төбәлә.

– Хәҙер сисенегеҙ! Инәнән тыума сисенегеҙ! - Ҡыйынһынып ҡалыуҙы күргәс ҡағыҙҙарҙы кире һондо. - Теләмәйһегеҙ икән мин һеҙҙе сараһыҙламайым һәм ары тотҡарламайым. Хушығыҙ.

– Юҡ, юҡ, мин хәҙер. - Ташҡа әүерелгән бармаҡтар көскә ҡыймылдап күлдәк төймәләренә йәбеште. Сисенеп бөткәс ҡулдары менән кәүҙәһен ҡосаҡлап, ел-дауылда сайҡалған яңғыҙ ҡайындай иҙән уртаһына баҫты. Саманан тыш тулҡынланыуҙандыр ҡош тәне ҡалҡып тотош кәүҙәһе ҡалсылданы.

Тикшереүсе торҙо, ҡабаланмай ғына, талғын баҫып Дилемманы әйләнеп сыҡҡас ҡаршыһында туҡталды:

– Эске күлдәгең, күкрәксәң таҙа, тәнеңдән дә һаҫыҡ тир еҫе килмәй. Значит, чистоплотная! - Тырнаҡтары еренә еткереп игәлгән, ялтырауыҡ лак яғылған нәфис ҡул осо ҡыйыу үрелеп түштәрҙе ҡапшаны, имсәк остарына ҡағылды, баҙарҙа һауын һыйырын һайлаймы ни. - Түшеңдең тулылығына ҡарағанда һөтөң етерлек һымаҡ. Балаңды ла имеҙәһеңдер?

Э-э-э, ниндәй бала?

Һеҙ нимә, Уралданмы әллә?

Тыуған ерен күреп-белмәйенсә төпкөлгә һынап, уны тома наҙанға иҫәпләп үҙенсә кәмһетмәксе, мыҫҡыл итмәксе. Сатнатып, бынан да яманыраҡ итеп яуап бирер ине лә, урыны был түгел, шуға буталып яуапланы:

– Юҡ, ул… үлде. Тыуҙы ла үлде.

– Аңлашылды. Әлегә кейенә тор. Мин хәҙер. - Еңел һөйәкле, һомғол һынлы ҡатын өҫтөндәге затлы халат итәктәрен килешле елпеп бүлмәнән сығып китте лә бер аҙҙан ҡабат инеп урынына сумды, нимәлер хәл иткәндәй бер килке уйланып ултырҙы. Ниһайәт ҡарар яңғыраны. - Миңә оҡшанығыҙ, уныһын йәшермәйем. Ошоғаса гел әрпештәр, йә ҡарт бисәләр килде. Ә һеҙ йәш, таҙа. Тик әйтегеҙ әле, мин баянан бирле асыҡлай алмай йонсойом, һеҙ - ҡаҙаҡмы, әллә яҡутмы? Паспортығыҙға әллә ниндәй, мин ишетмәгән, күрмәгән-белмәгән милләт яҙылған.

Дилемма буталып аңлатты.

– Поняла, выходит не ошиблась, с Урала, значит. - Ҡатын бүлтек ирендәрен бөрөштөрөп апаруҡ ваҡыт өндәшмәй ултырҙы ла ҡарарын әйтте. - Ят милләт кешеһе булараҡ һеҙҙе эшкә ҡабул итә алмайым. Һау булығыҙ!

Юғалыңҡырап ҡалған Дилемманың тауышы ҡалтырап сыҡты:

– Баланы имеҙеү өсөн милләт мөһимме ни?

Ҡатын түбәнһетеп, һауалы ҡараны:

– Вы действительно из провинции. Был мөһим, үтә лә мөһим, сөнки балаға һөт аша милләт минталитеты, рухы күсә. Һеҙҙе башҡаса тотҡарламайым.

Юлы уңмағанға йәне көйөп шыпырт ҡына сығыу яғына үтеп бара ине баяғы йоҡомһораған ир туҡтатты:

– Эй, һин, кил әле! - Яҡынлағас эргәһенән урын күрһәтте - Ултыр бына бында, минең ҡаршыма.

Дилемма ҡыйынһынып ҡына ултырғысҡа янбаштарын терәне лә һиҙҙермәҫкә тырышып иргә һирпелде. Ултырған килеш серем иткән ирҙең йөҙө ҡайһылыр кимәлдә күрмәлекле: бурҫлаҡ биттәр, итләс танау, дүрткелләнеберәк тамамланған эйәк, яҫы маңлай, бая, ингәндә иғтибар иткән сал сәстәр. Ҡолаҡтар һыртынан башланып ярты сикәне япҡан бакенбардалар йөҙҙәге ағзаларҙы бер урынға йыйып уға абруй һәм дәрәжә өҫтәй. Бына йомоҡ күҙҙәр асылды һәм Дилемма ҡурҡҡандай артҡа тартылды. Уға ҡоторған эттекенә тартым, ҡан һауған ташбыҡ күҙҙәр аҡайып ҡарай ине. Боҙ һалҡынлығы, уҫал тәккәберлек ағыла төҫлө уларҙан. Ағыла ла йөҙҙәге кешелек сифаттарын йыуа, юҡҡа сығара.

“Ҡайһылай ҡурҡыныс!..”

Ир уның уйын уҡығандай әйтте:

– Ҡурҡма, мин һин уйлағанса насар кеше түгелмен. Бары тормош ысынбарлығына айыҡ күҙлектән ҡарап, аяуһыҙ йәшәйеш шарттарына яраҡлашып йәшәйем. Эш эҙләп темеҫкенеп йөрөйһөңмө?

“Темеҫкенергә мин эт түгелмен”, тип саҡ әйтеп ысҡындырманы, шулай ҙа тыныс ҡалырға тырышып әҙәпле яуапланы:

– Эйе.

– Уңыштар?

– Табып булмай.

– Ары ла таба алмаясаҡһың, сөнки һин - килмешәк, пропискаһыҙ ундай әтрәгәләмдәр менән ҡала тулған, бер телем икмәк өсөн бер-береһенең боғаҙын сәйнәп өҙөргә әҙерҙәр. Таныш булайыҡ, мин ошо йорттоң төп хужаһы, һөнәрем буйынса элек бизнесмен инем, хәҙер тормоштоң рәхәтлектәренә кинәнеп үҙем теләгәнсе көн итәм. Ҡатыным бынан ике йыл элек яман шештән яфаланып үлеп ҡалды. Хәҙер улым, киленем, әсәйем янымда. Бына ошо таш ҡәлғә беҙҙең дөйөм өңөбөҙ. Улым минең юлды ҡыуа, егәрле, заман эшҡыуары, шуға ла өйгә һирәк ҡайтып күренә. Киленем шоу бизнес, тиҙәрме әле, шунда. Бар белгәне - исемен яңғыратырға тырышыу. Уның тураһында аҙға ғына булһа ла оноторға тейеш түгелдәр, нисек тә яйын табып, яманатын сығарып булһа ла был донъяла үҙенең барлығын, сәхнә йондоҙо икәненлеген күрһәтеп ҡуя. Әле бала тапты ла фигурам боҙола, тип хәләлен имеҙергә, уны бағырға теләмәй. Круглая дурра, мать ее…! - Бер яҡ ситкә төкөрөп ҡаты итеп һүгенеп ҡуйҙы. - Йәнә, әсәйем бар, ул ҡарт инде, туҡһандың яртыһын тураҡлаған, әле тотош быуындары ҡатып түшәктә хәрәкәтһеҙ ята. Йәне лә инәле-сығалы, һөйләгән хәбәренең дә рәте юҡ, һаман шул үткән быуаттың утопик идеяларына, ҡиммәттәренә табына. Аҡылға еңеләйгән, тиергә лә мөмкин. Бына ғаиләм менән таныштығыҙ ҙа. Алдан уҡ иҫкәртәм, ҡурҡыу кәрәкмәй, беҙ – юғары интеллигенция вәкилдәре, тәрбиәле кешеләр. - Ир йөнтәҫ беләге буйлап үрмәләгән бөжәкте бер килке күҙәтте лә уны усы менән шапылдатып һуғып иҙгәс әйткәндәрен ялғаны. - Әйткәндәй, һеҙ беҙҙең өсөн зыянһыҙ кеше, как эта раздавленная божья коровка. Ҡайҙан, ни сәбәп менән килеүегеҙ, ғөмүмән шәхси тормошоғоҙ мине бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай, әммә тәҡдимем бар. Дөрөҫөрәге һеҙгә эш таба һәм тәҡдим итә алам!

Дилемма тыңлағанын белдереп турайҙы.

– Эш шунан ғибәрәт - ауырыу әсәйемде бағыу, өйҙө йыйыштырыу. Ошонда йәшәрһегеҙ. - Эт аҙбары йәнәшәһендәге тимер ишекле, ике тәҙрәле кирбес йортҡа төрттө. - Унда яҡты, йылы, таҙа. Стена аша әле һине эйәртеп йөрөгән хеҙмәтсемдең бүлмәһе. Ҡамасауламаҫ, уның ауыҙынан артыҡ бер һүҙ тартып алырмын тимә. Тәү ҡарашҡа телһеҙ ҙә һаңғрау ҙа һымаҡ. Уның ҡарауы бурыстарын еренә еткереп үтәй, тоғро эттән артыҡ булмаһа кәм түгел. Эш хаҡына килгәндә ҡыйырһытылмаҫһың. Уны бер ай алдан биреп ҡуя алам. - Ир пинжәгенең түш кеҫәһенән портмонет сығарып унан мең һумлыҡ евро алып өҫтәл ситенә һалды. - Белеп ҡуй, ундай аҡсаны бер ай эсендә бер генә уҡытыусы ла, медик та, инженер ҙа эшләп таба алмай. Ә мин һиңә уны ай һайын, һуңлатмай, мәлендә түләйәсәкмен.

– Мин риза! - Дилемма ир баш тартып ҡуймаһын, тигәндәй ҡабаланды. - Бөгөндән.

Ир мәғәнәле көлөмһөрәп текәлде:

– Үтәйәсәк бурыстарҙы атап бөтөрмәнем дә бит әле, ә һин…

«Туҡта, нимәгә кинәйәләй был ҡарт алаша? Ә-ә-ә, аңлашылды…»

– Я не буду вашей любовницей! - Дилемма ҡырт боролоп китергә йыйынды. - Нет, еще раз нет!

– Ха-ха-ха! - Ир ҡайҡайып, айға өргән эткә оҡшатып лауылдап көлөп ебәрҙе.

Көлөп туйғас кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып йәшләнгән күҙҙәрен һөрттө:

– Һөйәркә тиһеңме? - Ул яңылыш ишетмәнемме, тигәндәй ҡабатлап һораны ла йөҙөн етдиләндерҙе. - Үкенескә ҡаршы һөйәркәләр һөйөргә йәш үтеңкерәп ҡалған. Улар кәрәккән хәлдә лә ишаралайым ғына, хәҙер өйөрө менән килеп туласаҡтар. Ошо аҡсаны күрһәтәйем генә, минең тотош кәүҙәмде яларға әҙер улар!

– Улайһа ниндәй эш бирмәксеһегеҙ?

– Һиҙәм, һин ғорур зат, үҙ баһаңды беләһең. Шуға был ҡалала шөғөл таба алмай, башыңды юғары тотоп ҡайтып китергә генә ҡала.

Дилемма иларға етешеп йөҙөн боҙҙо:

– Кире ҡайтырлыҡ та аҡсам ҡалманы.

– Ҡайһылай итәйем, бер нисек тә ярҙам ҡулы һуҙа алмайым. Кеҫәмдән аҡса сығарып өләшеп ултырырға, мин бит меценат та, хәйриә ойошмаһы ла түгел.

– Эшләргә ризамын. Әйтегеҙ.

– Бурыстарыңды белмәй тороп тамы?

– Эйе. Һөйәркә булыуҙан тыш барыһын ла

– Бына был икенсе яуап. Бөгөнгө көндә ер йөҙөндә бар тереклекте хәрәкәткә килтерер бер генә ҡөҙрәтле көс бар. Ул - аҡса! Шул аҡса өсөн бөтәһен эшләргә әҙерҙәр, хатта бер-береһен һуйыуға ҡәҙәр барып етәләр. Сөнки әҙәмдең булмышы йыртҡыс, шуны белеп ҡуй, ул - тоҡомһоҙ зат. Эттең тоҡомо бар, ә кешенеке? Тоҡомло эттәрҙе таҙа нәҫел ҡалдырһындар өсөн ентекләп тикшереп ҡауыштыралар. Ә аҙғын әҙәм балаһы был хаҡта уйларға ла теләмәй. Ҡан ҡатнашып бөттө, бер милләтте икенсеһенән айырырмын тимә. Шуға ла миңә кешегә ҡарағанда эт яҡыныраҡ, эт ҡәҙерлерәк! Үҙемсә йәшәйем, тинем. Ҡыҙыҡһыныуым, йәғни мине тотошлайы менән арбаған арбаған хобби - эттәр үрсетеү, уларҙан яңы тоҡомдар алыу. Ана ҡарағыҙ - ғорурлыҡтарым! -Вольер яғына ымланы. - Мин эттәр донъяһында үҙ кеше, биләгән урыным, баһам бар. - Ир нишләптер “эттәр донъяһына” баҫым яһаны. - Беҙ даими аралашабыҙ, тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашабыҙ. Элек-электән ҡан ҡойоу, тамаша ҡылып йән алыу йолаһы йәшәй. Боронғо Римда гладиаторҙар һуғышын сәнғәт бейеклектәренә күтәргәндәр, уны ҡарарға ер аяғы, ер башынан меңәрләп халыҡ йыйылған, Испаниялағы корриданы ғына алып ҡара, иҫ китмәле драма, юҡ, трагедия! Тореадорҙың ҡыҙыл сепрәгенә ташланған үгеҙҙе күргәнегеҙ барҙыр? О-о-о, ниндәйерәк ҡабатланмаҫ тамаша! Ярһыуҙан ҡоторған, бар донъяны мөгөҙөнә элергә әҙер үгеҙҙең елкәһенә һөңгө ҡаҙала! Берәү, икәү, өсәү… Бисара хайуан хәлһеҙләнеп еңеүсенең алдына теҙләнә башта, шунан гөрһөлдәп туҙанлы ергә ауа… Ал ҡан йылға булып аға… Ә бит етеҙ, йылғыр, тореадорҙың да ошо хәлдә ҡалыуы бик мөмкин бит? Ләкин нисек кенә булһа ла ул был хәүефле тамашала ҡатнашырға әҙер, сөнки уға аҡса кәрәк, был килем ҡоло ла аҡсаға табына, аҡса хаҡына үлем менән уйнай, шаяра… Шекспирҙың трагедиялары бөгөнгө көндә бер кемгә лә кәрәк түгел, ҡанлы, үлемесле алыштар күпкә мауыҡтырғысыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ… Ҡандың һарҡыуын күреү, тереклектең һүнә барған ҡарашын күҙләү ҡабатланмаҫ тамаша! - Шул мәлде күҙ алдына килтергән ир тамшанып ҡуйҙы. - Эттәр талаштырыу традицияһы ла бар. Дөрөҫ, ул ун туғыҙынсы быуатта уҡ күп илдәрҙә закон тарафынан тыйылған. Әммә беҙҙә йәшәй, уларҙы еренә еткереп ойошторабыҙ, юғары кимәлдә үткәрәбеҙ. Кем күрә лә, кем белә! Милицияның башы икенсерәк проблемалар менән ҡатҡан: кеше үлтереү, наркомания, эскеселек, үҫмерҙәр араһында енәйәтселек сәскә ата бөгөн. Ошолар менән сағыштырғанда эт талаштырыу - балалар уйыны һымаҡ ҡына ҡабул ителә. Шуға беҙҙә эштәре лә юҡ. Ошо тамашанан мин әллә күпме аҡса эшләйем. Ундай аҡса тураһында һин хыялланырға ла ҡурҡаһың. Ә беҙ уны валюта иҫәбенән көрәп алабыҙ, бер кистә кеҫәгә һалабыҙ. Аллаға шөкөр тәрбиәләнеүселәрем бик һирәк еңелә, сөнки, тимер мускуллы, аллигатор томшоҡло, йыртҡыс булмышлы, яугир рухлы эттәр бары миндә генә. Башҡа бер кемдә лә түгел! - Ир батырлыҡтарына маҡтанған һуғышсылай маһайып башын юғары сөйөп ебәрҙе.

Әле һин инешләй анау этте күрҙең бит әле. Ул бультерьер. Бультерьерҙың асылын беләһеңме? Уның тәнендә бульдог һәм терьер ҡаны йүгерә. Улар торғаны менән интеллигенттар, ғәҙелдәр, тоғролар, үҙһүҙлеләр, аҡыллылар, хәрәкәтсәндәр! Бультерьерға бағышланған шиғырҙы һөйләйемме? Йәшермәйем, бөйөк шағирҙарҙың бер шиғырын да яттан белмәйем, ә был юлдар онотолмаҫлыҡ булып хәтеремә уйылғандар. Китап уҡырға яратманым, һәм яратмайым. Шулай ҙа мәктәп эскәмйәһенән үҙ иткән образым - Гогольдең “Үле йәндәр”ендәге Ноздрев. Шул Ноздрев бисәләрҙе түгел эттәрҙе иркәләп көн итә бит… Берүк ғәфү, ситләшеңкерәп киттем. Тыңла! - Ир тороп аяҡтарын кирә баҫты ла илһамланып ҡоласын йәйеп ебәрҙе:

Бультерьер - покатый профиль,

Красоты - необычайный

Ласки он наверно просит

Взглядом красным и печальным

Вида ты его не бойся

Подойди, погладь за ухом.

Тут же завиляет хвостик

И тебе он станет другом.

Он ранимый - он не «крыса»

Оскорблений не выносит.

Он хоть белый, не пушистый

Но в душе пушистей кошки.

Нисек шәп яңғырай, ә? Тот та ошо шиғырға эт хаҡында моңло йыр, юҡ, марш йә оратория яҙ! - Ситтәге эт ояһына ымланы. - Мин был этте башҡаларҙан айырып тотам, аристократтар нәҫеле ситлек эсендә түгел, иректә йәшәргә тейеш! Тағы әтнәкә шунда, был кәнтәйҙең ише бар ине. Бик көслө, йыртҡыс фиғелле терьер. Башҡаларҙы аямай йолҡҡослап ырғыта, ә үҙ кәнтәйенә наҙлы, мәрхәмәтле. Ысын рыцарь! Шул Пират ҡушаматлы терьер яңыраҡ турнирҙа көтмәгәндә еңелде бит! Быҙау ҙурлыҡ немец овчаркаһы абайламаҫтан алҡымынан алып өлгөрҙө лә ысҡындырмай быуып үлтерҙе. Овчарка, тинем, эттәр иерархияһындағы түбән ҡатлам йән эйәһе бит ул, уның исеме лә «овец» һүҙенән алынған, йәғни һарыҡ көтөү өсөн тәғәйенләнгән нәмә. Әрәм итте, ҡороғор, хәйерсе, минең аристократты! Пираттың еңеүенә ышанып кассаға һалған миллиондан ашыу аҡсам теге овчарка хужаһының кеҫәһенә төшөп ятты. Аҡса нимә генә, бөгөн - бар, иртәгә юҡ, этем йәл. Шул мәлдән алып ошо кәнтәй эсенә бикләнде, ирәбелеген юғалтты, миңә һаҡ, шиксел ҡарай. Үс һаҡлаған төҫлө лә күренә. Бультерьерҙың бер насар ғәҙәте бар, хыянатты онотмай, иртәме-һуңмы ҡон ҡайтарыусан. - Үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы. - Хыянатты эттең эте онотмай. Кеше нишләптер кисерә, ғәфү итә. Бына минең малай, мәҫәлән, аҡса эшләйем, тип өйгә ҡайтып ингәне юҡ, кемгәлер ышанып ҡатынын ҡалдырған. Шул аҡсаны бындағы йөрөмтәл бисәһе туҙҙыра, туҙҙырып ҡына ҡалмай, ғаиләле була тороп, әсәлеген онотоп, асыҡтан-асыҡ эргәһендә бөтөрөлгән бисәкәй ирҙәр менән уйнаш итә. Ә минең малай бер ҡатлы, ышаныусан. Ул ҡайтып төшһөн әле, бындағы һеперткеһе уны фәрештә фиғеле менән ҡаршы аласаҡ. Күр ҙә тор. Ошонан аҙаҡ ышан инде ҡатын-ҡыҙға! – Ҡаты итеп һүгенде лә сигарет сығарып тоҡандырҙы, тәрән һурып тарта башланы, бер аҙҙан тынысланды шикелле йөҙөнә һаран йылмайыу сығарҙы - Әммә был эттең үсле текәлеүенән тамсы ла ҡурҡмайым. Нимә эшләй ала ул ?! Мин уның хужаһы, ашатам-эсерәм, аҫырайым.

Маҡтаулы ошо кәнтәй ике көн элек донъяға дүрт көсөк килтергәйне. Тик бәлә шунда эт көсөктәрен имеҙә алмай. Имсәктәрендә тамсы ла һөт юҡ. Әллә теге ҡайғыһынан һуң һөтө ҡасып имсәктәре ҡорономо - белмәҫһең. Заман ахырыһы етһә ҡатын-ҡыҙҙың күкрәгенән һөт ҡасыр, балалар аслыҡтан интегер тигәнде ишеткәнем бар ине. Кейектәрҙең кейектәре шул ҡазаға тарығас ысынлап та ахры-заман еткәндер. Ысынын әйткәндә, ахрызаманда йәшәйбеҙ, ҡиәмәт көнөн көтәһе генә ҡалды. Минең дә бер аҙ хатам барҙыр, тим, һуғышсан тоҡом алам, тип селекция эштәрендә эттең әсәлек сифаттарын һанға һуҡмағанмын. Көслө тештәр, уҡтай тырнаҡтар алыш өсөн яратылған, ә бына был кәнтәй ябай ғына шөғөлгә, көсөктәрен имеҙергә эшкинмәй. Бында бер көсөкләгән кәнтәй бар барлыҡҡа, тик, яттарҙы алыу ҡайҙа, яҡын да юлатмай. Ошонан аҙаҡ уларҙы аңһыҙ, тип әйтеп ҡара инде. Бурысың - шул көсөктәрҙе имеҙеү. Улар һинең менән бер бүлмәлә йәшәйәсәк, асығып аяҡтарың аҫтында урала башлаһалар алаһың да имеҙәһең, бары шул ғына.

Дилемма көтөлмәгән тәҡдимгә шаңҡып ҡалды, яңылыш ишетмәнемме, тигәндәй иргә аптырап текәлде. Теге ни, иҫе лә китмәй, уны ашарҙай булып яуап көтөп ташбыҡ күҙҙәрен секрәйтеп һөҙөп ҡарай. Нимә тип яуап бирергә? Баш тартһа эшһеҙ урамда тороп ҡала, ризалашыр ине үҙ балаһынан баш тартып бында кил дә эт фиғелләнеп йән аҫыра инде. Ул көсөктәрҙе түгел үҙ сабыйын имеҙеп ҡараға-ны юҡ. Ниндәйерәк тойғо кисерә икән бала имеҙгән әсә? Теге саҡ, балалар табыу йортонда йәнәш карауатта ауылдан килгән ҡатын ятты. Уның сабыйын ҡабул итергә теләмәүен ишеткәс әрләмәне лә өгөтләмәне лә, әммә үҙ алдына һөйләнгәндәй әйтеп ҡуйғайны: “Күкрәк һөтө аша сабый әсәһе менән бәйләнешкә инә. Был Йыһан кимәлендәге илаһи бәйләнеш. Уны өҙһәң һуңынан ауыр буласаҡ һеңлем, шуны онотма…” Был бәйләнеш уға нимә алып килер? Уның бала имеҙгән әсәне һүрәтләгән картиналарҙы күргәне бар. Ниндәйҙер йылылыҡ, яҡтылыҡ, бөркөлә һымаҡ уларҙан. Әсәнең йөҙө эске кисерештәрҙән нурланған, унан, эске наҙ, ҡот бөркөлә төҫлө. Шул картиналар эргәһенән китә алмай торғаны бар. Ә бына ул үҙ балаһынан баш тартты, хатта күрергә лә теләмәне. Юҡ, күргеһе килде уның, бик килде, тик үҙен еңер көс тапты. Күрһә, яҡынлатһа ары баш тарта алмаҫмын, тип ҡурҡты. Ә бит балаһы мөхәббәттән яралмағайны, ул бары алданыу, хаталаныу емеше ине… Хәҙер килеп имсәктәренә эт мороно ҡағылырмы? Ҡырағай, башҡа һыймаҫлыҡ, мөмкин булмаҫлыҡ хәл. Ни ҡылырға?

– Йә, әйт һүҙеңде! Теләмәйһең икән, сараһыҙламайым. Яуабыңды иртәгә иртән бирә алаһың. Тик көсөктәр ас, оҙаҡ көтә алмайым. Тағы эш эҙләүселәр эт тубығынан, һин баш тартһаң икенселәр бар. Мең евро урамда ятмай. Теләүсе табылыр.

“Әгәр иртәгә тиклем ҡалдырһам берәйһе килеп ҡуйһа? Был теге ҡурсаҡ ҡатын ише һайланып тормаясаҡ, көсөктәргә ниндәй һөт булһа ла барыбер. Мине бында кем күрә лә кем белә. Ваҡытлыса, бер аҙ аҡса эшләгәнсе, йүнле урын тап-ҡансы ғына ҡалып торормон да китермен.”

– Риза…- Язаға хөкөм ителеп яҙмышына күнгән бисара тотҡондай шулай тине лә башын эйҙе.

– Килештек! Хәҙер торлағыңа инәйек, беренсе имеҙгәнеңде ҡарап инанырға тейешмен, көсөктәр һине ҡабул итерҙәрме әллә юҡмы.

– Мин үҙем. Зинһар… - Түштәрен тәү осраған ир алдында яланғасландырыуын күҙ алдына килтергән Дилемма иҫен йыйып өлгөрөп, сәбәләнеп ҡулдарын болғаны. - Нисек тә ҡабул итерҙәр. Өйрәтермен…

– Әйҙә-әйҙә, атла, һин ялланғанһың, мин аҡса түләп яллағанмын. Бесәй сысҡан уйнамайыҡ. Бөтәһен дә үҙ күҙҙәрем менән күрергә тейешмен.

Тамаҡ төбө менән әйтелгән һүҙҙәргә буйһондо Дилемма, буйһонмай ни генә ҡылһын?!

Инделәр. Бүлмә тар ғына: карауат, ишек төбөндәге һыуытҡыс, түр яҡтағы бәләкәй телевизор, өҫтәл, ике ултырғыс саҡ һыйған. Бүлмәгә тын алғыһыҙ булып эт еҫе тулған.

Улар инеү менән карауат аҫтынан аҡһыл һоро йомарсыҡтар тәгәрәшеп килеп сыҡтылар ҙа ирҙең аяҡтарына һырылып балаҡтарын төрткөләргә тотондолар.

– Нишләй йәнкиҫәктәр! Асыҡтығыҙмы? Хәҙер туйғансы һыйланырһығыҙ, һеҙҙе ҡайғыртып имеҙеүсе ялланым. - Иҙән уртаһында аяҡтарын кирә баҫып бөйөрҙәренә таянған ир Дилеммаға хужаларса күрһәтмәһен бирҙе. - Блузкаңды сис тә ултырғысҡа ултыр…Ҡайһы ҡатындың бюстгальтер аша имеҙгәнен күргәнең бар… Уны ла һал!

Дилемма кейемдәренән ҡотолдо ла ҡулдары менән түштәрен йәшереп боҫормаланы.

Ымһындырғыс нәфис, һөттәргә тулышҡанлыҡтан тығыҙ булып өҫ яҡҡа ҡарай тырпайған имсәктәрҙе күргән ирҙең күҙҙәрендә ҡырағай осҡондар бейене, ул һалпыш ирендәрен сәпелдәтеп тамшанды, мауыҡтырғыс күренештән арына алмай ыуаланып урынында тапанды. Хатта ҡайһылыр мәл яңы һауған һөт еҫен тойомлап сабырлығын юғалтҡан быҙау ише танауын юғарыға сөйөп еҫкәнгәндәй ҙә итте. Ниһайәт теләр-теләмәҫ кенә ысынбарлыҡҡа ҡайтып хәлһеҙ шыбырҙаны:

– Хәҙер ике ҡулыңа ике көсөктө ал да түшеңә терә… Бына шулай… Төшөнмәнеләр шикелле, ҡана бир әле. - Ул сыйылдатып көсөктәрҙең берәүһен алып ауыҙын шаҡарҙы ла Дилемманың имсәк осон ыржайған тешле талымһыҙ ауыҙға тыҡты. - Ҡара, имә лә баһа, имеү генә түгел, рәхәтләнә, кинәнә… - Ир тамашаны аҙағынаса күрергә теләп ултырғыс тартып Дилемманың алдына сүкте. Бер аҙҙан оло кинәнес менән икенсе имсәкте остай һалып сираттағы көсөккә ҡаптырҙы.

Ас көсөктәр талпандай ҡаҙалып уның имсәктәрен генә түгел, йәнен, көсөн, ҡарыуын, йәненең төбөндә йәшеренеп ҡалған кешелек сифаттарын да һуралар төҫлө. Бына икәүһен имеҙҙе, уларҙы сираттағылары алмаштырҙы. Былары тағы ла бәйелһеҙерәк ҡыланалар. Уны ҡапыл үҙе лә аңлата алмаҫлыҡ хайуани хис биләне, әйтерһең дә эттәрҙең булмышы тәненә күсә бара, күсә бара, күсеү генә түгел ҡатын-ҡыҙ булмышы кәнтәй эт тойғоһо менән аяуһыҙ ҡыҫырыҡлана… Ул ырылдауға тартым ыңҡылдауын эскә йотоп башын эйҙе, сикәләрен ҡайнар күҙ йәштәре бешерҙе.

Дилемманың көсөктәр имеҙеүҙән тыш көндәлек бурыстары артыҡ ҡатмарлы түгел, былай ҙа ялтлап торған коттедж бүлмәләрен тәртипкә килтерә, икенсе ҡаттағы бәләкәй бүлмәлә тар карауатта һенағастай ҡатып ятҡан ҡарсыҡтың эске күлдәген, түшәген ике көнгә бер алмаштыра. Ҡалған ваҡытыңды теләһә нимә эшлә, бер кем һине борсомай, тик бер генә шарт - өйҙө хужаның рөхсәтенән тыш ҡалдырырға тейеш түгелһең, сөнки көсөктәр теләһә ҡайһы ваҡыт имсәк таптыр-уҙары ихтимал. Иң ауыр, йәненә тейгән, язаға тиң шөғөл - шул асмәйелдәрҙе имеҙеү. Хужаның килеп инеп тартыныуһыҙ күҙәтеүе бигерәк түбәнһетә. Шул мәлдә Дилемма үҙен ошо көсөктәрҙе тыуҙырған кәнтәй хәлендә тоя. Ҡайтып ҡына китер ине, ул бында ҡул аяғы менән бәйле, йәшәр, тамаҡлыҡ аҡса эшләр урыны ошо. Урамда тороп ҡала алмай бит. Тағы шул саҡлы аҡсаны уға кем тотторһон? Теге алғанының ҡап яртыһын бер нисә көн үткәс почта аша оләсәһенә һалды, мәгәр, шатлыҡ, ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисермәне. Аҡсаларҙан эт еҫе килгән һымаҡ тойолдо уға.

Хужаның улы ҡайтып күренгәне юҡ әлегә, ә бына йәш ҡатын, күңеленән уны актриса, тип атаны, теге бәйнәт ҡарсыҡ Дилемманы шыпа тиңһенмәйҙәр һымаҡ, түбәнһетеп ҡарайҙар төҫлө. Актриса күп ваҡыт уны күрмәмеш булып ҡылана, ә бына ҡарсыҡ тәү баштан ҡырыҫ, уҫал мөғәмәләлә. Актрисаның һауаланыуын аңларға мөмкин, сөнки телевизорҙан уны бик йыш күрһәтәләр, даны бар, бик популяр. Ҡарсыҡ кем һуң: йоҡа, таралып барған һалам сәсле, ҡаҡлаған, кипкән тәнле, үлек йөҙлө бер шәүлә, ҡарасҡы инде шунда. Бары мөсһөҙ тәнендә йән барлығын раҫлап күҙҙәре генә тере ҡуҙҙай көйрәп яналар. Тәүге көндәрҙә өҫтөн, түшәкте алыштырғанда ауыртыуҙан йөҙөн ғазаплы сирһа ла зарланыу өнөн сығарманы. Әллә телдән ҡалғанмы был, тигән уйы нығынып та өлгөрмәне, ике аҙна тигәндә был ап-асыҡ итеп һораны, “Һин ҡайҙан?” Яуапты ишеткәс әсе ҡапҡандай йоҡа иренле ауыҙын бөрөштөрҙө: “Ер аяғы, ер башынан килгәнһең икән. Нимәңде юғалттың бында?” Сәйер, нисәнсе көн уны баға, ә ул мәғәнәһеҙ һорауын бирә. Хужа хаҡлылыр, был ысынлап та склероз, ҡартлыҡ маразы* менән яфаланалыр. Тағы ла бер аҙнанан ҡарсыҡтың аҡылының теүәллегенә инанды, тумбочка өҫтөнә емеш һутын ҡуйып сығырға ғына йыйынғайны, итәғәтле тауыш туҡтатты:

– Ултыр әле, балам? - Үҙ итеп, яҡын итеп әйтте

Уға оләсәһе шулай яратып өндәшә ине. Көтөлмәгән тәҡдимде нисек ҡабул итергә лә белмәй аптыранып тора ине үтенес ҡабатланды:

– Көсөктәрҙе имеҙергә өлгөрөрһөң, бер аҙ янымда булып, яңғыҙлығымдан арындырып сыҡ. - Тимәк ҡарсыҡ уның икенсе шөғөлө хаҡында ла хәбәрҙар.

Дилемма әйткәнде һүҙһеҙ үтәне.

– Аҡылдан яҙған әбей, уның бытылдауын тыңлама, тигәндәрҙер инде һиңә минең хаҡта, шулаймы? Әйтмәһәң дә беләм, шулай тигәндәр. Бөгөн аҡыллыларҙы һантыйға иҫәпләр заман килде шул. Донъяла кешеләргә йәшәр өсөн ышыҡ урын ҡалмай бара, уны аҡса, байлыҡ ҡыҫырыҡлай. Аҡса хаҡимлыҡ иткән ерҙән ғәҙеллек, хаҡиҡәт, бер-береңә булған әҙәмсә мөнәсәбәт ҡаса… Мин элек уҡытыусы инем.

– Мин дә уҡытыусы. Институт бөтөрҙөм.

– Уҡытыусы, тиһеңме? Ышанғым килмәй! Һине кем уҡытҡандыр ҙа, унан ниндәй һабаҡ алып сыҡҡанһыңдыр. Ғәжәп… Хәйер, кешенең эт хәлендә йәшәүенә ул ғына ғәйепле түгел, уны уратҡан мөхит, йәмғиәт ғәйепле. Ә хәҙергә сыҡ, мин арыным…

– Бәлки һеҙгә берәй нимә кәрәктер?

– Кәрәкмәй. Бер кемде лә күргем, бер кем менән дә аралашҡым килмәй, бары шул ғына. - Шунан ҡысҡырып әйтелмәгән, күңеленә тынғылыҡ бирмәгән уйын асыҡтан-асыҡ йомғаҡланы булыр - Иң ауыр, дауалап булмаҫлыҡ сир - төңөлөү һәм яңғыҙлыҡ, тип атала. Бар сыҡ!

Иртән көсөктәрҙе имеҙҙе лә төп өйҙө йыйыштырырға, тип ишек алдына сыҡҡайны һуҡмаҡта арҡыры ятҡан Белканы тап итте. Эт ҡымшанмай ҙа, күмерҙәй ҡара күҙҙәрен баҙлатып уға төбәлгән. Яҡынлағас өнһөҙ генә осло аҙау тештәрен ыржайтып күрһәтте. Дилемма ҡурҡып артҡа сигенде, ярҙам өмөт итеп ян-яғына ҡаранды һәм беседканан алыҫ түгел ошо хәлде ҡыҙыҡһынып күҙәткән хеҙмәтсене күрҙе. Ул да һөжүм итергә йыйынып уҡталған бурҙайға оҡшаған. Бына был икәү дәррәү ташланырҙар ҙа уны өҙгөсләп, йолҡҡослап ырғытырҙар. Бер аҙҙан хеҙмәтсе битлек йөҙөн тартыштырып үсле йылмайғандай итте лә кәүҙәһенә тап килмәгән нәҙек тауыш менән киҫәтте: «Бынан ары эттән берүк йырағыраҡ йөрөргә тырыш, ни тиһәң дә ул һинең көндәшең, шуға аңғармаҫтан ҡонон ҡайтарыуы бар, көсөктәрҙе имеҙеүеңде күрмәһә лә тәнеңдән уларҙың еҫен тойомлайҙыр…» Дилемма аҫҡы ирендәрен ауырттырғансы тешләне, әммә бер һүҙ ҙә өндәшмәне.

Кис еткәс бүлмәһенә бикләнде лә тәҙрә ҡорғанын тартҡандан һуң сисенеп ташлап ҙур кәритәгә алдан әҙерләп ҡуйған йылымыс һыуҙа йыуынды, тәнен ауырттырғансы һабынлы йыуғыс менән ышҡыны. Йыуынып бөткәс ентекләп тикшерергә кереште - беләктәрен, яурынбаштарын, кейгән кейемдәрен берәмтәләп еҫкәп сыҡты. Ят еҫте тапманы. Хәйер, бында тәү тапҡыр ингәнендә эт еҫе танауын ярып алып бара ине, хәҙер уны тоймай ҙа, тимәк әҙәм балаһы эшләгән эшенә генә түгел, эргә-тирәһендәге еҫкә лә күнегә бара… Теге ҡарсыҡ менән актриса бәлки шуның өсөн уны яҡынлатмайҙарҙыр? Дилемма инәнән тыума яланғас көйө башта диванға бөршәйеп ултырҙы, шунан хәлһеҙләнгәндәй иҙәнгә шыуып төштө. Шуны ғына көткән көсөктәр карауат аҫтынан тумарлап килеп сыҡтылар ҙа янында уралғылай башланылар, еүеш морондары менән тәненә ҡағылалар, аяҡтарына үрмәләп менеп түштәренә үреләләр хатта. Йөрәген әрнеүле уй ярҙы: “Ысын кәнтәйгә әүерелдем ниһайәт…”

Һуңғы осорҙа көнитмеше бер аҙ яйға һалынды һымаҡ, сөнки уны кәрәккән-кәрәкмәгәндә борсоусы юҡ, хужа аҙна самаһы айыҡмайынса эсә. Бүлмәһенә бикләнгән дә ихатаға сығып та әйләнмәй. Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа күҙгә салынған мәлдәрҙә лә танырлыҡ түгел үҙен: сәстәр сыбыҡланып ялбыраған, быжыр йөҙ, итләс танау шешенгән, былай ҙа ҡыҙғылт, ҡан һауған күҙҙәр донъяға аҡылдан яҙған кешеләй мәғәнәһеҙ ҡарайҙар. Иҫерткес эсемлектәрҙе уға хеҙмәтсеһе ташый. Тәүге осорҙа ул һирәк йөрөй ине магазинға, хәҙер йүгермәләүе йышайғандан-йышая, хатта ҡайһы ваҡыт машинаһын тоҡандырып төн уртаһында сығып китә. Өйәнәге көрсөккә терәлә бара, тимәк.

Актрисаны таң менән ниндәйҙер иномарка килеп ала ла ул кискә ҡәҙәр ҡайҙалыр юғалып тора. Төн уртаһы ауғас ҡына теге машина коттедж ҡапҡаһы ауыҙына килеп төртөлә. Шулай булғас башҡа маҙаһыҙлаусы юҡ. Ҡарсыҡ донъяға ҡарауыл була алмай, уның донъяһы тар таш ҡапсыҡ менән сикләнгән. Ә теге хеҙмәтсе ир иҫәпкә бар һанға юҡ, ихатала тауыш-тынһыҙ ҡыймылдаған шәүлә инде. Йорттоң икенсе ҡатына тағы ла берәү күсенеп килде, ул - теге, актрисаның балаһын имеҙеүсе, ҙур кәүҙәле, тирмәндәй осалы, түштәре күлдәген йыртырҙай булып бытлыҡҡан утыҙ биш йәштәр самаһындағы ҡатын. Ул тәү осрашҡандан уҡ уға оҡшаманы; башҡаларға түбәнһетеп мыҫҡыллап ҡарай, өҙлөкһөҙ тәмәке быҫҡыта, өҫтәүенә фиғел-торошонан ниндәйҙер күҙгә бәрелеп бармаған эске әрпешлек аңҡый. Ҡатын баланы арлы-бирле имеҙә лә үҙенә тәғәйенләнгән бүлмәгә инеп карауатында аунай, йә булмаһа көндәр буйы көҙгө алдынан китмәй биҙәнә-төҙәнә. Бүлмәһен йыйыштырыу хаҡында уйлап та ҡарамай, уны икенсе берәүҙең бурысы итеп ҡарай. Тәғәйен эшкә яллағандар икән, шуны ғына үтәй, башҡаһы уға ҡағылмай. Исмаһам ҡулына гәзит-журнал, йә берәй китап алып ҡараштырһасы. Буш ваҡытын телевизор ҡарап үткәрә, үҙе ише көндәр буйы түшәктә аунаған, йорт төҙөйөм, тип аҙапланған булып көндәр буйы хәбәр бутҡаһы бешергән йыйын әтрәгәләмдәрҙе күҙәтә, уларға телефоны аша СМС-сәләмдәр оҙата. Бар белгәне шул.

Коттедждың коридорына инеп иҙәнде йыуа ғына башлағайны, бала мыжырға тотондо. Бер аҙҙан мыжыу илауға ялғанды. Теге ҡатын сығып күренергә лә уйламай, моғайын төнө буйы яратҡан тапшырыуын ҡараған да әле йоҡо һимертәлер. Бала ярһығандан ярһый бара. Нимә эшләргә? Һыулы биҙрәһен, сепрәк беркетелгән һаплы ҡулайламаһын бер ситкә ҡуйҙы ла ары ни ҡылырға белмәй урынында тапанды. Әллә әүрәтеп ҡарарғамы? Теге йыбытҡыға инеп әйтһә лә ул ҡымғырлап сыҡҡансы әллә күпме ваҡыт үтер. Шул мәл уның уйын ҡеүәтләгәндәй ҡарсыҡтың бүлмәһенән өҙәләнгән ҡысҡырыу ишетелде:

– Һеҙҙең эсегеҙҙә йәнегеҙ бармы, тынысландырығыҙ шуны!

Дилемма һаҡ ҡына бүлмә ишеген асып инде, бәүелтмәле карауатҡа яҡынланы. Бала күҙҙәрен йомоп, тешһеҙ ауыҙын ҙур асып аҡыра ғына. Ипле генә үрелеп уны ҡулына алды. Бала бер мәлгә генә һағайып ҡалды ла ары теләгәнен алмағас яр һала бирҙе, бәүелтеүгә генә бөрхәтһенмәй. Нимәлер урларға йыйынғандай ян-яғына ҡарап алды, ҡабаланып күлдәк иҙеүен ысҡындырғас имсәген баланың ауыҙына ҡаптырҙы. Бала ҡомһоҙланып имергә тотондо. Уның тәненән ошоға тиклем кисермәгән илаһи ләззәт йүгереп үтте лә тотош тәнен ялманы. Әйтерһең уның кәүҙәһе тотошлайы менән уймаҡтай, йылымыс сөңгөлгә сумған да илаһи бишектә бәүелә... Бына нисегерәк икән ул бала имеҙеү! Ошоғаса татып ҡарамаған ләззәтле Хоҙай бүләге! Күҙҙәрен йомдо ла биниһая ваҡыт шулай бәүелеп, онотолоп торҙо. Көтөлмәгән, ҡырағай тауыш һиҫкәндереп ебәрҙе:

– Һеҙ нимә эшләйһегеҙ?!

Ҡайырылды һәм юғалды ла ҡалды, ишек ауыҙында баланың әсәһе тора ине. Был ваҡытта ҡайтмай торғайны ла баһа. Актриса ҡойондай өйөрөлөп килде лә балаһын тартып алды, күкрәгенә ҡыҫты, уҡтай тырпайған, яһалма керпектәрен сәнсеп, матур күҙҙәрен зәһәрләндереп уҫал ыҫылданы:

– Бар сыҡ, нишләп бында индең, бурысың бит көсөктәр бағыу. Бүлмәне һаҫытма, һинән эт еҫе килә! Бысраҡ еленеңде балаға ҡаптырҙыңмы, шаҡшы! Вон!

Бындай уҡ мыҫҡыллауҙы көтмәгәйне, мейеһенә ҡайнар ҡан бәрҙе, тәнен өшөгәндәгеләй ҡалтырау ҡалсылдатты. Ҡайтарып уҫал яуаплар ине, көнө көнлөктә, йәнә өҫтәүенә теле аңҡауына йәбешкән. Ул һеңгәҙәүен көскә еңеп ишек яғына тәнтерәкләне лә коридорға сыҡҡас быуынһыҙланып иҙәнгә сүкте. Күпме шулай ҡыялғандыр, күреп-күҙәтеп торған, тиерһең, ҡырыҫ ҡарсыҡ тауышы уны үҙенә саҡырҙы:

– Һиңә әйтәм, кер бында!

Инде лә көскә ҡыймылдап түргә үтте, карауат ҡырына һаҡты, йөҙөн ҡушусланы. Оҙаҡ ултырҙы онотолоп. Ҡарсыҡ та таш һындай һуҙылған, әйтерһең инеүсене абайламаған да. Бер аҙҙан ул үҙ алдына һөйләнгәндәй әйтте:

– Хоҙай Тәғәләнән ҡурҡыу бөттө хәҙер, кешене йәберләү бер ни тормай, хатта гонаһҡа ла иҫәпләнмәй. - Ул көн дә әйткән «арыным» һүҙен ҡабатланы ла йөҙөндә хәсрәт сағылдырып баяғы ҡырыҫлығында һораны:

– Теге һепертке кәнтәйҙән ҡыуылып сыҡтыңмы?

– Эйе… Һеҙҙең киленегеҙҙән…

– Беләһеңме, өйҙө ни өсөн ташлап китәләр? - Көтә бирҙе лә үҙе яуап бирҙе. - Ҡотһоҙлоҡтан биҙеп, һалҡындан ҡасып китә кеше…

– Беҙҙең өй йылы ине. - Ҡабаланып бүлдерҙе Дилемма.

– Ышанам… Ул саҡта һин үҙең йәнеңдәге һалҡынлыҡты йылытырға теләп ҡасҡанһың. Бына беҙҙең йортта ҡот юҡ, байлыҡ күп, һәм уға мәғәнә һәм ырыҫ ҡунмаған. Һап-һау йөрөгән еренән өлкән киленем беҙҙе мәңгегә ташлап китте. Һәйбәт кеше ине ул, быныһын ихластан әйтәм. Ул яман шештән ауырып йығылғас минең ише япа-яңғыҙы ҡалды. Эргәһенә инеп сығыусы ла булманы шикелле, ятты шулай һуңғы көнөнә саҡлы тотонолоуы еткән әйберҙәй. Мин ярҙамлашыр инем, күреп тораһың, түшәккә ҡаҙаҡланғанмын. Улым шул эттәр талаштырыуҙан бушамай, йә даими эскелеккә һабыша. Ейәнем бизнес һылтауы менән ситтә аҙып йөрөй, бынау килен ишараты бәхетте ҡыҫыр ялтырауыҡтан эҙләй, кем етте шуның менән һөйрәлеп йөрөп уйнаш итә. Балаһы ла ана шул гөнаһ эҙемтәһе шикелле…

– Инәй, - Дилемма тәүге тапҡыр яҡын итеп мөрәжәғәт итте, - нимә ул бәхет?

– Был донъяла кемгә лә кәрәк икәнһең, тимәк һин бәхетле кеше. Кәрәге ҡалмағандар китә был донъянан… Иҫке-моҫҡоно ла хәжәте ҡалмаһа сығарып ырғыталар… Кәрәкһеҙҙәр өсөн үлем дә бәхет иҫәпләнә, бына был әйткәнем үҙемә төбәлгән. Үткәндә ҡыуып сығарғаным өсөн кисер…

Ҡарсыҡ төҫһөҙ күҙҙәрен түшәмгә терәп ята биргәс дауам итте:

– Хоҙай алмай бит йәнемде, рәхмәтле генә булыр инем. Нимәләр генә күрмәнем үҙ ғүмеремдә, нимәләр генә кисермәнем. Ленинградтағы 400 көнгә һуҙылған, миллионлаған кешенең ғүмерен ҡыйған аслыҡтан тороп ҡалдым, еңеү шатлығынан тилеләй илереп ҡыуандым. Ғазап сикмәгән, ят ҡайғыны үҙенекеләй күреп йөрәге аша үткәрмәгән генә шатлыҡ-ҡыуаныстың ҡәҙерен, баһаһын белмәй. Был ерҙә бер быуатҡа яҡын ғүмер һөрҙөм, миңә ҡалһа әллә нисә кешенең ғүмерен бер миңә генә биреп ҡуйғандар төҫлө. Аҡланым микән шул йәшәүемде, файҙаһыҙға сарыфламай тотондом микән, өлөшөмә төшкән көмөштө? Белмәйем. - Ҡарсыҡ арыны шикелле, теле көрмәлә төшкәс өндәшмәй ятты, ауырлыҡ менән үрелеп стаканға минераль һыу сайпылтып ирендәрен сылатты. Шунан һүрәнке ҡарашын теремекләндерҙе. - Был ҡарсыҡтың улы кемгә оҡшап шулай ибәтәйһеҙ, ҡаты бәғерле икән, тип аптырайһыңдыр бәлки. Урынлы уйлайһың. Ҡатылыҡ, ҡанһыҙлыҡ ҡайҙан килә торғандыр. Миңә ҡалһа - ейгән ризыҡтан. Был - шәхси фекерем. Хәләл күкрәк һөтөн имеп үҫкән бала миһырбанлы булып үҫә. Ышан әйткәндәремә. Улым күкрәк һөтөмдө иммәне, тип әйтмәйем. Ул, беҙ теләп, көтөп алған ғәзизебеҙ булып донъяға килде. Әммә уның ҡанында эт рухының ҡатнашмаһы бар. Шуғалырмы ул кешеләргә ҡарағанда эттәргә яҡыныраҡ, эт үрсетә, эт ғәме, бурҙайҙар хәстәре менән йәшәй. Тик был мал йәнле тигән һүҙ түгел әле. Был башҡасараҡ…

Ирем дә, үҙем дә Ленинградта тыуғанбыҙ, бер ишек алдында үҫтек, йәшлек йылдарыбыҙ шул данлы ҡалала үтте. Тыуған ҡаламды бер ҙә генә күргем килмәй. Беләһеңме ни өсөн? Заманында Ленинградтан киттем, инде килеп минең өсөн ят Санкт-Петербургҡа ҡайтып инәйемме? Ленинград донъя картаһынан юйылған, исемен генә түгел үткәнен, хәҙергеһен, киләсәген юғалтҡан ҡалаға әүерелде, уның хаҡында бөгөн “город, которого нет”, тип йырлайҙар. Ғәфү ит, ситләшә лә китәм. Ирем юғары белем алып заводта инженер вазифаһында эшләне, мин уҡытыусы һөнәрен һайланым. Утыҙынсы йылдар аҙағында өйләнештек. Улыбыҙ тыуҙы. Һуғыш башланғас та иремде фронтҡа алдылар. Тиҙҙән хәбәрһеҙ юғалды, тигән ҡара ҡағыҙы ғына килде. Беҙ улым менән Ленинградта тороп ҡалдыҡ. Тиҙҙән үлемесле блокада башланды. Өҫкә көнө-төнө снарядтар, бомбалар яуа, өҫтәүенә үҙәккә үтерлек һалҡын. Тотош ҡала боҙҙан ғына әүәләнгән төҫлө, шулай булмай тағы, йылытылмаған таш ҡапсыҡта ҡыш сығып ҡара! Һуңғы сиктә уныһына ла сыҙарға мөмкин, әммә аслыҡ үҙәккә үтә. Көн һайын ус яҫылыҡ ҡына икмәк бирәләр. Уны икмәк тип тә атап булмаҫ ине: он, көрпә, бысҡы табы, резина киҫәктәре, тағы әллә нимәләр болғанған нәмә шунда. Икмәк һынығын һындырайым, тиһәң резина киҫәгенә оҡшап бөгөлөп тора, уны ҡабат-ҡабат сәйнәп көслөк менән йотоп ебәрәһең. Шөкөрана ҡылыр инек тә, уныһы ла юҡ бит әле. Ленинградта бөгөн блокада икмәген музейға һалып ҡуйғандар, тип ишеттем, аҡыллыға ишара, тигәндәй, фәһем алһындар, уйланһындар өсөн эшләнгәндер инде был эш. Бер барып күрәһе ине күңелемә яҡын ҡаланы, ҡулыма алып ҡарарға ине шул икмәк киҫәген. Күпме кешене үлемдән аралап ҡалды блокада икмәге! Һуңға табан ҡалала бесәй, эттәр ҙә күҙгә салынмай башланы, кешеләр уларҙы ашар сиккә барып етте. Үлмәһә үлмәй икән әҙәм тигәнең, иҫән ҡалдыҡ. Улым да, үҙем дә. Ә бит яҡындарыбыҙ ҡырғын тейгәндәй ҡырылды: ҡайным-ҡәйнәм, атайым-әсәйем, һеңлеләрем… Блокада ҡулсаһы өҙөлгәс көн итеү сағыштырмаса арыулана төштө. Мин мәктәптә балалар уҡытырға керештем, ҡалдырыр кешем булмағас улымды фатирға бикләп китәм. Йәй еткәс ишеккә йоҙаҡ һалманым, ҡаҡ фатирҙы бикләүҙән ни фәтеүә. Үҙ көнөн үҙе күрә малайым, тиҫтерҙәре менән уйнай. Тыйнаҡ, әҙәпле, тыңлаулы бала ине ул. Бер саҡ уның ҡылығының үҙгәреүен һиҙҙем: йомоҡҡа әүерелде, һүҙ ҡушһаң тупаҫ яуап бирә лә мөйөшкә текәлә. Ерле-юҡҡа иҫкәреләнә, сәбәпһеҙгә мыжый. Баштараҡ сәйер холҡона артыҡлап иғтибар бирмәнем. Ни тиһәң дә көндәр буйы яңғыҙы ҡала бит, урам йоғонтоһо ла барҙыр, тип уйланым. Шулай ҙа бер көн эштән аҙға ғына бушап торған арала өйгә ҡайттым да уны тәҙрә аша күҙәтергә керештем: кемдәр менән аралаша был, үҙен нисегерәк тота. Ул ишек алдына сыҡты ла урынында тапана биргәс алан-йолан ҡаранып ситкә китте. Мин дә ҡыҙыҡһындым, ҡайҙа, кемгә бара был? Тиҙ генә кейендем дә тегенең артынан төштөм. Ул күп тә барманы, емерек, ташландыҡ йортҡа ҡайырылды ла юҡҡа сыҡты. Инер ҙә сығыр, тип көтһәм дә сыҡмай ҙа сыҡмай. Һипһенә-һипһенә ярым ҡараңғы йорттоң эсенә индем, кирбес өйөмдәре, тағы әллә нимәләр сәсрәп ятҡан коридор буйлап, бүлмәләрҙе теүәлләп, улымды эҙләргә керештем. Күренмәй. Аптырағас һаҡ ҡына тауыш бирҙем: “Улым, һин ҡайҙа?..” Тауыш-тын юҡ. Тағы ҡабатланым да сираттағы бүлмәгә боролдом һәм эт ырылдауына тертләп киттем. Бер аҙҙан күҙҙәрем ҡараңғыға өйрәнгәс эскә ҡараным. Мөйөштәге алам-һөләм өйөмөндә йөндәре ойошоп тәненә һылашҡан бурҙай һөткә тулышҡан имсәкле ҡорһағын өҫ яҡҡа ҡалҡытҡан да йөгөнөкләп туңҡайған улымды ҡосағына алып тартыныуһыҙ имеҙеп ята. Ошоноса мәхшәрҙә эт нисек тере ҡалғандыр, әҙәм затынан булған йәнде ҡайһылайтып үҙенә ҡабул иткәндер, бер Хоҙай белә. Бурҙайҙың улымды ҡаршылыҡһыҙ ҡабул итеүенә ҡарағанда тәү тапҡыр эшләнмәй был эш. Ә малайым һуң? Моғайын уны был аҙымға шул ҡәһәрле аслыҡ этәргәндер. Шунда уҡ тағы ла ике көсөк ауа-түнә йөрөп ята. Эт яҡынлауымды күргәс мөйөшкә һырынды ла уҫал, янаулы ырылданы. Улым да мине күргәс тороп ултырҙы, һөт сәсрәгән ауыҙын ең һырты менән һыпырҙы. Әммә тороп эргәмә килергә уйламай ҙа. “Кил ҡайтайыҡ”, тип ҡулымды һоноуым булды, теге эт йомғаҡтай йомарланып, уҡтай атылып ташланды ла беләгемә тештәрен батырҙы. Ауыртыуға сыҙамай ҡырағай тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙем. Эттең беләгемде ҡармаған ҡапҡандай эйәктәре ысҡындырырға уйламай ҙа. Ярҙам һорап тағы ҡысҡырҙым, тағы. Шунан ебәрмәҫ өсөн йәбешкән этте һөйрәп тышҡа, яҡтыға тәнтерәкләнем. Минең ярҙамға саҡырыуымды ишетеп килеп еткән һалдат киҙәнеп штыгы менән эткә ҡаҙаны ла бил ҡайышын ысҡындырып ҡан урғылған беләгемде һыҡтырҙы. Ыңғыраша-ыңғыраша әйтә һалдым: “Тегендә, эстә, минең улым…” Һалдат йорт эсенә инеп юғалғас эткә ҡараным, уның йәшәү нуры ҡайта башлаған күҙҙәре миңә нәфрәт менән төбәлгәйнеләр… Бер аҙҙан көсөктәрҙе тотоп килеп сыҡҡан һалдат тегеләрҙе көс менән стенаға бәрҙе. Саңҡылдарға ла өлгөрмәй йән бирҙе мәхлүктәр. Арттан юрғалап эйәргән малайым эргәмә киләһе урынға үлгән этте, көсөктәрҙе йәлләп сеңләп иларға тотондо.

Яра оҙаҡ төҙәлмәй яфаланы. Төҙәлһә лә был ваҡиға ҡурҡыныс төш һымаҡ онотолманы, ваҡыт-ваҡыт иҫләтеп торҙо, әйтеп үткәнемсә эҙһеҙ ҙә үтмәгән икән. Һөйләгәнемде әкиәт итеп ҡабул итмә. Был улымдың насар ҡылыҡтарын аҡларға тырышып сығарған, фантазияға тартым хикәйәт кенәлер бәлки. Ә йейгән ризыҡтың кеше фиғеленә йоғонто яһауы хаҡында ошо һиңә һөйләгән хәлде аныҡламай ғына киленемә еткергәйнем. Ул шуға бала имеҙеүсене оҙаҡ эҙләне. Был тапҡанын да әйтер инем, ташҡа үлсәйем... Һин мине тыңлайһыңмы, балам?

– Эйе тыңлайым…

– Тыңлаһаң әйтерем шул, кит һин был йорттан… Ҡайтырлыҡ аҡса хәстәрләмәһәң, бына ошоно ал. - Ул яҫтыҡ аҫтына ҡулын тығып төргәк килтереп сығарҙы ла аҡса иҫәпләне. - Биргәнем артығы менән етер… Кешегә бәләмде һалып өйрәнмәгәнмен, быларҙы гүр саҙаҡаһына, тип төйнәгәйнем дә, үлемде саҡҡа ғына кисектереп торорға тура килер… Тик, үтенәм, кит. Беҙ бит кешеләр, шуны онотма, кеше генә түгел, ҡатын-ҡыҙ, быуындар сылбырын киләсәк менән бәйләүсе зат. Хәләл һөтөбөҙ менән йыртҡыстарҙы түгел үҙ балаларыбыҙҙы имеҙергә бурыслыбыҙ… Беҙ кешеләр, балам!

Ярты төн ауышҡан. Дилемманың күҙҙәренә тамсы ла йоҡо ҡунмай. Түшәмгә, билдәһеҙлеккә төбәлгән. Иҙәндә бөгөн кис имеҙелмәгән көсөктәр тамаҡ һорап сыйнап, үрһәләнеп улай-былай йүгерешәләр. Ҡарсыҡтың әйткәндәренән аҙаҡ көсөктәргә яҡынлай ҙа уларҙы ҡулына ала ла алмай. Өшөгәндәй түшәгендә йом-арланды. Хас та әсә ҡарынында ятҡан сабый инде. Теге саҡ табип нимә тигәйне әле: “Бала ҡарында барыһын белеп, тойоп ята. Әгәр ул үҙенең кәрәкһеҙлеген, артыҡлығын тойһа тынысһыҙланырға тотона.” Ә ул икһеҙ-сикһеҙ йыһан ҡарынында йомарланған йән әлеге мәлдә кемгәлер кәрәкме, ҡәҙерлеме, танһыҡмы? Юҡ! Ул хайуан кимәленә төшөрөлгән, кәмһенгән, кәмһетелгән артыҡ кеше. Күп аҡса эшләргә, әҙәмсә көн итергә тырышып ниндәй көнгә төштө! Ары былай йәшәргә ярамай! Ярамай! Усына яңыраҡ һатып алған телефонын ҡыҫты. Кәрәкме икән уға телефон? Алғанына бөгөн нисәнсе көн, кемгәлер шылтыратҡаны һәм уға шылтыратҡандары юҡ. Уның башҡаларға кәрәге бөтә бара, кешеләр донъяһынан алыҫ-лаша, тимәк. Әллә тоторға ла өйҙәренә шылтыратырға микән? Оләсәһенең, ҡартатаһының хәлен белһә күңел көйөгө баҫылыр ине. Тик нимә тиер? Рәнйетерлек һүҙҙәр әйтеп сығып китте бит.

Шул мәл күҙҙәрен сағылдырып ут ҡабынды. Тертләп ҡалҡты ла одеалы менән тәнен ҡаплап инеү яғына төбәлде. Унда тере ҡарасҡылай ишек яңағына һөйәлеп лаяҡыл иҫерек хужа тора. Ул алға аҙымланы ла тигеҙлеген һаҡларға теләп ҡулдарын йәйҙе, шунан футболкаһын ҡалҡытып йөнтәҫ эсен тырнағас һалынҡы башын ҡалҡытып, ҡан һауған күҙҙәренең ағын әйләндереп иләмһеҙ йылмайҙы:

– Был мин, һинең непосредственный хужаң! Хәлеңде белергә килдем. Нисек йәшәп ята икән имеҙеүсе, мәйтәм. Насар түгелдер, эш хаҡын ваҡытында, һуңлатмай, ғәҙел түләйем. Бурыслы булып өйрәнмәгәнмен. Кемдәрҙер бурыслы, минең генә бер кемгә лә бирәсәгем юҡ. Бөгөн, хатта хәҙер үлһәм дә башҡалар алдында намыҫым таҙа. Ә бит кешенең үҙенән аҙаҡ эшләнмәгән өс көнлөк эше ҡала тиҙәр. Ә мин барыһын да теүәлләп бөтөрҙөм, үәт! Туҡта, туҡта! Һин нишләп ҡушылған эшеңде үтәмәйһең? - Ул иҙәндә туңҡаңлаған көсөктәрҙе күргәс йөҙөндәге йылмайыу һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. - Көсөктәр имеҙелмәгән бит? Улар ас! Мин һиңә ни өсөн аҡса түләй тиһең! - Ул кинәт алға ташланды, одеялды ситкә атып бәреп, күкрәксәне матҡып ситкә ырғытты ла сәстәренән һөйрәп уны иҙәнгә быраҡтырҙы. - Имеҙ көсөктәрҙе, кәнтәй!

Карауат яңағына эләгеп сикәһе һыҙырылды Дилемманың, терһәге ҡаҡ иҙән таҡтаһына бәрелеп шаңҡыны. Ауыртыуҙы еңеп кире аяғына баҫты ла ишек яғындағы мөйөшкә һырынды. Хужа ҡамап ҡыҫырыҡлағандай ҡоласын йәйеп килде лә аңғармаҫтан киҫкен хәрәкәтләнеп эсенә һуҡты. Һеңгәҙәткес ауыртыу бер мәлгә генә аңын юйҙы. Ул бөгөлөп төштө, тубыҡланды шунан иҙәнгә ҡоланы. Шуны ғына көткән ас көсөктәр уға ташланды.

Хужа карауатҡа ултырып йәйелде лә күптән күҙәтмәгән танһыҡ тамашаһын кинәнеп ҡарай башланы.

Мейеһен ҡарсыҡтың әйткәндәре тетрәтте: “Беҙ кешеләр, балам, шуны онотма! Беҙ йыртҡысты түгел әҙәм балаһын имеҙергә бурыслы, Хоҙай Тәғәлә беҙҙе шуның өсөн яратҡан…” Ул асыу менән имсәктәренә һөлөктәй йәбешкән көсөктәрҙе алып ситкә ырғытты ла ҡырағай кейектәй ынтылып өҫтәлдә ятҡан бысаҡты эләктерҙе:

– Яҡынлап ҡына ҡара, хәҙер йәнеңде алам! Мин кәнтәй түгел, ҡатын-ҡыҙ, шуны онотма! Бар сыҡ, башҡаса, рөхсәтемдән тыш бында инеп йөрөйһө булма! - Шулай тине лә үҙендә аңлата алмаҫлыҡ еңеллек һиҙҙе, күңелендәге, теге, уны өҙлөкһөҙ түбәнселеккә ҡотортҡан шәүлә-йән ҡайҙалыр сығып осҡайны, был һүҙҙәр таҙарыныу кисергән күңеленән урғып сыҡтылар.

Көтөлмәгән хәлдән шөрләй төшкән хужа телдән ҡалды башта, шунан стена ҡырлатып барып ишек төбөнә еткәс көслөк менән асыуын йотоп әйтте:

– Һинең менән иртәгә һөйләшермен. Рәхмәт әйтәһе урынға… - Тик күнегелгән «кәнтәй» һүҙен ысҡындырманы был юлы.

Бер аҙҙан тышта иҫерек йырлау, тағы ла: «Белка, кил әле бында, маһ-маһ!» тип саҡырған тауыш ишетелде.

Иртәнсәк илаш-ҡысҡырышҡа һиҫкәнеп уянып китте. Тиҙ генә кейенә һалды ла ишек алдына сыҡты. Баланы имеҙеүсе һәм актриса төп өйҙөң күтәрмәһенә баҫҡандар ҙа ҡулдары менән кәүҙәләрен ҡосоп ҡоттары осҡан йөҙ менән келәттәр теҙмәһе эргәһендәге эт ояһына текәлгәндәр. Унда ҡоласын йәйеп салҡан йығылған хужа ята. Муйыны тапҡырында ашъяулыҡ ҙурлыҡ ҡан йәйелгән.

Был ҡот осҡос күренештән юғалып ҡалған Дилемма үҙенең ни ҡылғанын да аңғармай ҡул аяҡтары тырпыраған мәйет эргәһенә яҡынланы. Асыҡ алһыу ҡан табы шулай уҡ аҡ футболканы тотошлайы менән ҡыҙыл төҫкә мансыған, сал сәстәргә яғылған. Ваҡ бураҙналар булып ҡартлыҡ һырҙары сыбарлаған йөҙ ҡағыҙҙай ағарған, хатта ҡан һауған күҙҙәр күкшелләнеп, сафланып ҡалғандар һымаҡ, улар донъяға асыулы түгел, был ни көтөлмәгән хәл булды әле, тигәндәй аптырап, һораулы ҡарайҙар. Йомро баш артҡа ташланғанғамы дүрткел эйәк юғарыға ҡалҡҡан, муйын тапҡырында тәрән яра эҙе ярылып күренә. Ярылып ҡына ҡал-май, сәйнәп өҙөлгән ҡурылдай ағарып өңөрәйгән. Теге өнһөҙ хеҙмәтсе ултырғыс ҡуйып хужаның баш осонда ултыра. Уның битлеккә тартым, хистәр ҡунмаған йөҙө тыныс, хатта ҡайһылыр кимәлдә битараф. Ситтән ҡарағанда ул мәйеттең күҙҙәрен суҡырға йыйынып уңайлы мәлде аңдыған ҡоҙғондо хәтерләтә. «Үлгәндәрҙең күҙҙәрен йомдоралар ҙа, бынау телһеҙ шул йоланы ла белмәйме икән ни!..» Ары мейеһен ҡурҡыныс уй ярып үтте: “Белка башыңа еткән бит һинең, ул үсен алған!” Ысынлап та гел ояһы аяуыҙында ятҡан эт ҡайҙалыр юҡҡа сыҡҡайны. Бәлки ул ҡурҡышынан өңө төбөнә йәшенгәндер. Дилемма ҡарашын юғарыға күсергәйне ҡарсыҡ ятҡан бүлмә тәҙрәһендә таныш һынды шәйләне. Китсе, ошоғаса түшәктәге хәрәкәтһеҙ ауырыу аяғына баҫһын сәле! Ҡарсыҡ сарғаланмай ҙа, сәбәләнмәй ҙә, таш балбалдай ҡатҡан да улына төбәлгән. Ҡарашында һыҙланыу һәм тәрән хәсрәт. Яҙмыш сығарған хөкөмдө алдан белгән, уны кисереп күп тапҡырҙар күңеле аша үткәргән кеше генә шулай ҡарай алалыр моғайын…

Кис еткәс Дилемма тупһа ауыҙына ултырҙы ла өйҙәренең телефон номерын йыйҙы. Бер аҙҙан сымдың теге осонда оләсәһенең хәлһеҙ тауышы ишетелде:

– Тыңлайым…

– Оләсәй… был мин шылтыратам…

Теге оста ҡыуаныслы ауаз яңғыраны:

– Балам, бәпесем, һинме был? Алланың ҡөҙрәте, табылдың бит. Әйтә һал, ҡайҙаһың? Ә мин әллә нимәләр уйлап бөттөм.

– Минең өсөн борсолмағыҙ. Уйлап бөттөм, тиһең, ә… ҡартатайым ҡайҙа?

– Ул гүр эйәһе инде балам. Миңә лә уның артынан ҡалмай эйәрергә ине лә бит, һине кемгә ҡалдырам? - Яҙмышына үҙе генә хужа кешеләй өҫтәне. - Шуға кисектерҙем үлемде!

Ары ни әйтергә белмәгән Дилемма биниһая ваҡыт өндәшмәне лә ғәйебен танығандай әйтте:

– Ғәфү ит, өләсәй… Йыраҡта, бик йыраҡтамын. Әгәр риза булһаң, ҡайтам… Тәүбәгә килдем, аңланым, миңә бары һеҙ генә кәрәкһегеҙ…

– Нишләп кенә риза булмайым ти, ҡайт, көтәм. Ҡайтыуыңа бәлеш бешереп ҡуйырмын. Яратҡан бәлешеңде.

– Рәхмәт… тағы бер үтенесемде, үтә зинһар.

– Әйт кенә!

– Иртәгә үк балалар табыу йортона бар ҙа белеш, улымды ҡайҙа оҙатҡандар икән, приютҡамы, әллә берәй икенсе урынғамы? Тап та алып ҡайт, уны күргем, бала имеҙгем, әсә булғым килә, оләсәй!..

Сымдың теге осо тынып ҡалды.

– Нишләп өндәшмәйһең?

– Һуңланыҡ шул… Һин киткәс тә баланы биреүҙәрен һорап унда барғайным да. Өлгөрмәнем. Алып киткәндәр. Уллыҡҡа, тәрбиәгә алғандар тинеләр. Яҡшы ғаиләгә эләкте тип тынысландырған булдылар йәнә… Бала өсөн матур ғаилә атайлы-әсәйле йортта ғына инде ул…

Дилемманың телефон тотҡан ҡулы сыбыртҡылай һалынып төштө. Ул илап ебәрҙе. Асырғаныулы сеңләү таш ҡоймаларға, тимер ишектәргә ҡаҡлыҡты ла һыйып тора алмай ҡарағусҡылланған Йыһан көмбәҙенә ҡарай осто, эңер юрғанын һиҫкәнеүле тирбәлтеп йоҡоға йыйынған донъяны уятты. Уға язаһын көттөрөп рәшәткә эсенә бикләнгән эттең үҙәк өҙгөс олоуы ҡушылды.

мараз - ауырыу, сир.

Фото: wallpaperscraft.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: