-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Октябрь 2022, 15:31

СӘСКӘЙҘӘРЕҢ ТОЛОМ - ТОЛОМ

Ул һөйләй, беҙ тыңлайбыҙ. Илайбыҙ. Берәүебеҙ генә иламай - ҡолаҡҡа ҡаты был апайыбыҙ оҙаҡ - оҙаҡ итеп шыбырлап ҡына доғалар уҡып ята.

СӘСКӘЙҘӘРЕҢ ТОЛОМ - ТОЛОМ
СӘСКӘЙҘӘРЕҢ ТОЛОМ - ТОЛОМ
Ялан яғының ҡатындары үҙенсә матур, һөймәлекле бит улар. Үҙҙәренә генә хас "үҙеме" бар уларҙың. Тауыштары ла, һөйләшеүҙәре лә айырылып тора. Тормоштары ла башҡараҡ. Йөрөгән юлдары ла. Юл тигәндән, шул иҫемә төштө әле. Беҙҙең урман юлында алда күпме бараһы, артта күпме үтелгән - күренмәй. Ялан юлы күҙ күреме ергә инеп юғала. Гүйә ерҙең сигенә етеп туҡтай.
Китапта өйрәнгән офоҡ һыҙығының ысынлап та бар икәнен далала ғына күрәһең. Тик ул барған һайын һинән ҡаса кеүек.
Йәйрәп ятҡан далала бер ниндәй көтөлмәгән мажара ла юҡтыр һымаҡ. Урман араһынан алдыңа тарбаҡ мөгөҙлө ата мышы килеп сығып, ҡотоңдо алған кеүек түгел инде.
Ана шул дала кеүек ялан яғының ҡатындары. Үтәнән - үтә күренеп торған һымаҡ. Күңелдәре лә шар асыҡ, йәшерен - боҫорон серҙәре лә юҡ унда. Һәр хәлдә Зәкиәнең шулай. Эсендәге - тышында. шулай уйлап, ҡалай яңылышҡанмын. Дала офоғоноң өҫтөндә генә киске шәфәҡтә баҫалҡы ғына балҡып торған арбатҡыс, серле йондоҙ кеүек икән ул Зәкиә.
Дауаханала ике аҙна бер палатала йәшәнек беҙ. Ятманыҡ - йәшәнек. Ике аҙна буйы "бер палатала яттыҡ, тип әйтәһе килмәй. Әҙ ғүмер түгел бит ике аҙна. Алты ҡатындың (икәүһе - мәрйә. Береһе башҡортса яҡшы аңлай. Беҙҙе тыңларға ярата. "На целую книгу наговорили, " - ти.) яҙмыш - тормошон байҡап сыҡтыҡ бит, тик кенә ятманыҡ.
Сәсе оҙон Зәкиәнең. Илле йәшлек ҡатын сәсен, йәш ҡыҙҙар кеүек, икенән үреп йөрөтә һаман да. Үреп төшөрмәһә, бер ниндәй шпилькаларҙың да, сәс ҡыҫтырғыстарҙың дә көсө етмәйҙер был оҙон, ҡалын толомдарға.
- Башымдың да көсө етмәй, елкәм тала, - тип йылмая Зәкиә. Бындай йылмайыуҙы минең бер кемдә лә күргәнем юҡ башҡа. Һине баштан - аяҡ әсир итеп йылмая Зәкиә.
Мин уның бер толомон тәҙрә тупһаһына һуҙып һалып һыйпайым йә осон тағата бирәм дә өстән йә биштән үрәм. Гел шулайтам һөйләшеп торғаныбыҙҙа.
- Сәсеңде бер ҡасан да киҫтергәнең булманымы, Зәкиә?
- Булды. Бер тапҡыр ҡырҡтым. Төбөнән ҡырҡып алдым хатта. Бысаҡ менән хатта. Саҡ ҡырҡып алдым. Ҡырҡып алдым да терһәк аша арҡан һымаҡ урап - урап дөрләп янған мейескә, ут өҫтөнә һалдым... Өй эсенә таралған еҫкә иҙәндә бот та сат йоҡлап ятҡан иҫерек ирем уянып китте хатта.
- Иҫерек?
- Эйе. Эсеп ҡайта ла болара ине. Эскелек көсәйеп китте бит бер мәл. Бисә туҡмаған ирҙәр ҙә күбәйҙе. Ҡалҡып торорлоҡ та хәле ҡалмағандыр - мине туҡмап арыған ине. Шунда ҡырҡып ырғыттым сәсемде утҡа. Толомдарым менән быуа ине, ҡулдарымды ҡуша уратып ала ине.
- Зверь...
Валентинаның ҡалын күҙлектәре аша бәләкәй булып күренгән күҙҙәре лә ҙурайып киткән н хатта.
- Быныһында саҡ ысҡындым. Ысҡынып китә алмаҫ та инем ҡалай итһәм, итеп сәсемдең икенсе осон уның муйыны аша урап өлгөрмәһәм.
- Нишләп туҡмай ине һуң?
-Ҡыҙғанып. Үлгәнсе ҡыҙғанды кешенән. Йән атып, йән биреп, яратышып өйләнештек. Йөрөгән саҡта кем кемдең холҡон белеп бөтһөн? Кешенең аҡыл биреүенә лә ҡолаҡ һалмайһың йөрөгән саҡта. "Атаһының холҡо насар, Был да шулай булмаһа ярар ине," - тип һеркелдәне"(шикләнде, ҡурҡты) әсәйем шулай ҙа. Ҡайҙа уны тыңлау - мине ала ла үҙгәреп китә минең Усманым.
-Ҡыҙғанғандыр, сибәрһең бит. Йәш саҡта бигерәк тә һылыу булғанһыңдыр.
- Ул үҙе лә һылыу ине. Кино әртисе һымаҡ.
Усман иҫереп ҡайтып инһә, балаларҙы тиҙ - тиҙ генә кейендереп ҡәйнәмдәргә ебәрә инем йоҡларға. Сәсемдән тотоп ала ла ебәрмәй ине. Сәскәйҙәрең - толом - толом, тип йырлай - йырлай туҡмай ине.
Ул һөйләй, беҙ тыңлайбыҙ. Илайбыҙ. Берәүебеҙ генә иламай - ҡолаҡҡа ҡаты был апайыбыҙ оҙаҡ - оҙаҡ итеп шыбырлап ҡына доғалар уҡып ята.
Төбөнән киҫеп алынған оҙон ике толом, баҙрап ятҡан ҡыҙыл күмер өҫтөндә ике ҡара йылан кеүек борғоланып - борғоланып йән бирҙе микән? Бөгәренә төшөп торған сәс толомдарын яңынан ҡасан үҫтереп алды икән Зәкиә?
- Ауырып китте Усманым. Ике йыл түшәктә ятты. Сәсһеҙ башымды һыйпай ине. Аҙарынып - аҙарынып ғәфү үтенде, сәсеңде үҫтереп ал, зинһар, тине. Үҙ ҡулымда үтте, толомомдо урап тотоп ятты һуңғы минутына тиклем. Сәскәйҙәрең толом - толом, тип ҡыуанып китте Усманым.
Иркен тын алып ҡуябыҙ ҙа һоҡланыулы ҡараштарыбыҙҙы Зәкиәнән алмайбыҙ. Ул йылмая...
 

Таңһылыу Ҡарасурина

Автор:
Читайте нас: