+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Октябрь 2022, 14:41

Тумыртҡа тәүбәһе. Хикәйә

Бындай уҡ хәбәр алып килгәндер тип уйламағайным, шуға аптырап ҡарап ҡуйҙым. Бикәсем арыуыҡтан бирле ирһеҙ. Үҙем менән тиң ул , айлап ҡына кесе йәшкә. Ирҙән уңманымы, әллә үҙе иргә күнмәүеме, белгән юҡ. Айырылып ҡайта ла килә, ҡайта ла килә. Өс балаһы ир етеп килә. Ана бит, тағы ла берәйһен ҡаратҡан инде. Әтеү ҡайҙан эҙләп килһен етем ир.

Тумыртҡа тәүбәһе. Хикәйә
Тумыртҡа тәүбәһе. Хикәйә
Иртәнге сәйҙе йыйыштырып та өлгөрмәнем, тыны ҡурылып берҙән - бер бөртөк бикәсем Нурия килеп инде. Ағаһының эшкә яңы йыйынғанын күреп, ҡабалан килһә лә, йомошон тиҙ үк сисеп һалырға ашыҡмай, әҙерәк тынысланып артын терәне. Һыуына башлаған ҡомғанға яңынан һыу өҫтәп, ҡайнатып, өҫтәлгә әйҙәнем үҙен. Замир ағаһы артынан ишек ябылыу менән китте был бар хәбәрен теҙергә. Белә ул, ағаһының артыҡ ләпелдәүҙе яратмағанын, әле лә ул эшкә киткәндер тип килгәндер инде.
- Еңгәй, йүгерәм дә һиңә киләм. Башҡа кемем бар инде йүнле кәңәш итерлек. Ней, кисә бер ир килгәйне үҙемә, ҡыуһам да ҡайтманы. Бөгөн үҙемде алып ҡайтып, ауылымды күрһәтәм тип бауҙалыша. Ҡалайтайым икән?
Бындай уҡ хәбәр алып килгәндер тип уйламағайным, шуға аптырап ҡарап ҡуйҙым. Бикәсем арыуыҡтан бирле ирһеҙ. Үҙем менән тиң ул , айлап ҡына кесе йәшкә. Ирҙән уңманымы, әллә үҙе иргә күнмәүеме, белгән юҡ. Айырылып ҡайта ла килә, ҡайта ла килә. Өс балаһы ир етеп килә. Ана бит, тағы ла берәйһен ҡаратҡан инде. Әтеү ҡайҙан эҙләп килһен етем ир.
- Атааҡ! Ҡайҙан килгән инде был кейәү? Электән танышһығыҙҙыр, алып ҡайтам уҡ тигәс.
-Эй, элек тип ней, бер танышыу кисәһендә тап булышҡайныҡ. Осрашманыҡ та ул тиклем, телефон аша ғына һөйләшә инек. Ейәнсура яғынан үҙе.
- Ай - бааай! Алыҫҡа тәгәрәргә уйлай икән минең алмалай бикәсем, Бөрйән уңдырманы, Әбйәлил дә һин тигәнсе булманы,-төртмә телемде тигеҙеп ҡалмаһам мин минме һуң инде?!
-Еңгәәәй! Улай тимә әле! Үҙең беләң дә инде минең ниндәй хәлдәрҙә тейәлеп ҡайтҡанды. То эскесе, то ялҡау, үҙе уңған булһа әпсәләре төшә араға йә. Мин дә бәхетле йәшәгем килә лә ул...
- Әле ҡайҙа, көтөп ултырамы кейәү бала? Нишләп алып килмәнең бында, күрер инек.
-Ҡуй сәле, яҙған мал булһа күрерһегеҙ күрмәй ней. Әсәйҙәргә лә өндәшмәнем әле, еңгәй, һин генә белеп тор әлегә. Барайым микән ауылына?Ҡарап ҡайтыр инем көнитмешен.
- Әллә инде, үҙең беләһең Нурия. Мин бер нәмә тип тә әйтә алмайым, барһаң ни бар, ҡарап ҡайт. Аҙаҡ үкенерһең атыу.
-Тик, еңгәй, ней...Балаларҙы ҡараштырып тор инде, бер көндә генә урап ҡайтыр ер түгел, алыҫ ти бит. Барғы ла килә, барғым да килмәгән һымаҡ.
- Һымаҡ - мымаҡтап торма, йәшәйем тиһең икән йәшендәй атылып йәбешеп ят ике ҡолағына. Иләҫ - миләҫ сағың үткән, балаларың ир еткән, етәр ҡамғаҡ ише дала буйлап тәгәрәп йөрөргә.
-Һиңә анһат әйтеүе, ағайым идеальный булғас, башҡа ирҙәрҙе лә шулай тип уйлайһың инде.
Ана былтыр мин барған Мирза менән берәй ай үҙеңде йәшәтергә ине. Вәт исмаһам ашааай! Бешереп кенә өлгөр! Туймаҫ ҡапҡорһаҡлығы арҡаһында айырылдым бит!
Нурияның был хәбәренән түҙмәй көлөп ебәрҙем.
- Ир бит ул- эш кешеһе. Шуның өсөн ашай инде. Һуң, ашамаһа ат та ат булалмай! Кит, кеше көлдөрөп һөйләп йөрөмә быны! Берәү ишетһә артын асып көлөр!
Нуриям да өй зыңғырлатып көлөп ҡуйҙы.
- Барайыммы атыу еңгәй? Аптыранам бит...
Әсәйҙәргә өндәшмәй тор әлегә, ҡалаға китте тиерһең һораһалар. Ялҡып та бөттө инде миңә ижәп уҡыта торғас улар ҙа. Үҙемә лә оят була башланы.
-Бармай ней, бар! Яҙғаны бәлким ошолор.
Урынынан йылп итеп ҡалҡынып сығып китте бикәсем. Мал - тыуары ишле түгел, бала - сағаһы ла үҙен - үҙе ҡарарлыҡ, кискә барып бер хәлдәрен белеп килһәм етәр моғайын.
Тәҙрә ситен саҡ ҡына асып, оса - ҡуна атлаған бикәсем артынан ҡарап ҡалдым. Ҡана ла һуң һин батыр ҡом шул Ейәнсура ерендә булһа?! Өс атанан тыуған өс бала, өс төрлө характер. Өс яҙмыш атай төҫө күрмәй аҙаплана. Ҡыҙҙарына иптәш әсәләре бар ҙа, улғынаһы бар бит әле...
Өс малай араһында үҫкәнгәме һәләк ирҙәр кеүек әрһеҙ ул үҙе Нурия. Эшләһә эш килә ҡулынан, һөйләһә теле лә килешеп тора. Буй һыны ла, төҫ башҡа ла нисауа. Тик бына шул ирҙән бәхете булманы ла ҡуйҙы шул. Тәүге кейәүгә Бөрйәнгә оҙатҡайнылар, апаруҡ йәшәп тә ташланы, өлкән ҡыҙы Нәргизәһе тыуҙы. Кейәү бала ла ипле һымаҡ ине, ҡәйнәһе менән һыйышмай, туҙынып ҡайтты ла килде Нуриябыҙ. Айырым торалар ине лә, ирен(кейәүҙе) әсәһе һүҙенән сыҡмай тип һөйләнде. Ҡайтып әҙерәк инәлтәм тип уйланымы, уныһы икенсегә әүрәне лә китте шикелле, килмәне лә артынан. Законно айырылып күп тә торманы Әбйәлилдән һоратып килделәр, өлкән еңгәй булғас уртаһында ҡайнап йөрөргә тура килде, рәтенә килтереп бата уҡытып оҙаттыҡ. Туйлап торманыҡ. Кейәү кеше лә ҡатынын айырған ине. Инде торормо тиһәк, яҙ сығыуға ҡорһағын аҫып ҡайтты ла инде. Ана, эсә, туҡмай, холҡо алама тине. Килде артынса кейәү ҙә. Бер мәжлестән ныҡ ҡына эсеп ҡайтҡанын күп күргән икән Нурия. Туҡманы тигәненә ышанмағайным былай ҙа, яһап һөйләгән. Йәйгә ҡыҙҙары тыуҙы. Өй йүнәтеп башҡа сыҡтылар. Тормоштары рәтләнһен тип әллә ни баҫмалыҡтаманыҡ та, үҙҙәре ара- тирә килеп торҙолар.
Бер сығанлаған ат холҡон ҡуя мы ни? Икенсе йәйгә дыулап ҡайтып та инде бикәсем." Бармайым башҡа иргә. Күҙе башы майланып башҡа бисәләргә йөрөй, минең өҫтөмдән",- тине. Әллә, кем хаҡ кем нахаҡтыр, әммә был юлы кейәү килмәне инәлеп. Тағын айырылыштылар. Ике атанан тыуған ике ҡыҙ буйтым үҫеп тә киттеләр. Ҡайным -ҡәйнәм тынысһыҙыраҡ кешеләр. Мыжығыраҡтар. Балаларҙың сыр - сыу килеүен яратмай үҙ ҡыҙҙары менән һүҙгә килешкәс, арғы урамдан буш өйҙө һатып алышып, йүнәтеп шунда күсерҙек. Һарайын ипләгәс һыңғар һыйырын да алып ҡайтты. Килен булып килгәнемдән үҙ итте мине Нурия бикәсем, әле лә бар эс серен түгергә миңә саба тәүләп. Малайын йөрөп тапты, ҡайҙандыр бер икенсе милләт ире килеп эйәләп йөрөгәйне. Әйттем инде яҡындатма ундайҙарҙы тип. Тыңламаны. Уныһы аҙ-маҙ ярҙам итте лә, малайы тыуғас үҙ иленә ҡайтты ла китте. Эҙләп тап инде шунан аны! Ағалары ла ҡаты ҡағылып әрләп әйтеп бөттөләр. Әрләү менән нишләһен инде, күҙгә күренгән балаларынан баш тарта алмай бит инде. Аҙҙырыр юл — яҙҙырыр,-тиҙәр бит. Ҡара ғына йөҙлө малай ап - аҡ ҡына апайҙарға иптәш булып үҫеп килә инде. Баяғы һуңғы ире ҡайтып китеп олаҡҡас эй аҙарынып иланы бит Нурия. "Башҡаса ир тип ауыҙымды ла асмайым",- тип бөткәйне. Ҡайҙааан инде һүҙендә торһон, күрше ауылдан Мирзаға барып ике ай тороп ҡайтты унан һуң..Күп ашай тип күпһенеп ситенде уныһынан. Аҙаҡ аша ауылдан Кәбир исемле берәүгә димләнеләр. Оҙаттыҡ тағы ла ижәп уҡытып. Ҡартайып бисәле булған был ир бар нәмәгә лә ҡыҫтырыла, һауыт - һаба ярылһа ла балаларҙы һыйҙырмай, бешергәнеңде яратмай, йыуғаныңдан кер таба тип зарланды бикәсе. Тағын ҡайтты. Әллә инде?! Ысынмылыр, бушмылыр, үҙ ауыҙынан сыҡҡан хәбәре генә.
Шулай инде, күл һыуы һалҡынын үҙең күлгә инмәйенсә белеп булмай. Бәлким ысынлап та гел бешмәгәндәр осраймы юлына тип уйлап та ҡуям...
… … …
Бер кискә тип киткән Нуриям ике кис ауҙарып бәхетле йылмайып ҡайтып инде.
- Уй, еңгәй! Инде ошоноһона барһам ҡайтмаҫмын навирны! Үҙ өйө, үҙ доньяһы тигәндәй. Эсмәй, тартмай. Машинаһы техникаһы - вис бар! Әсәһе күптән түгел генә үлеп ҡалған. Өр яңы өй ҙә һалып ята. Туған - тыумасалы үҙе. Сығайым да ҡуяйым ! Алыҫ ер тауыш -тоуыш та ишетелмәҫ, хәҙер кеше һүҙ йөрөтөргә әүәҫ бит.
Бикәсемдең ҡыуаныуы миңә лә күсте. Әйтерһең үҙем дә кейәүгә сығырға ҡанатланам. Күҙем алдына бар һөйләгәндәрен килтереп, бәхетле Нуриянан бер аҙ көнләшеп тә ҡуям.
- Ҡалай шәп! Әйҙә, сыҡ әйҙә! Яңғыҙлыҡ яңғыҙ айға килешһен, арыуыҡ эстең инде әсе һурпаны, бынан былай йәшәп кинән!,-тигән булдым.
- Әсәй менән атайға икәүләп әйтәйек әле, еңгәй. Атай тағы ла әрләп һалыр атыу, тормаҫ булғасың кеше расхутлап йөрөмә тип әрләгәйне бит теге юлы ла.Уңмаҫымды белһәм алдан барыр инемме ни?! Ҡыҙыҡ та инде ошо атай ҙа.
Бар шартына килтереп бикәсемде алыҫ Ейәнсура яҡтарына тейәп ебәрҙем. Яңы юры батынғансы тип ике ҡыҙын алып ҡалып торҙом үҙемдә. Уҡыуҙары ла үҙгәрер йә, яңы ер ят бит инде ҡайһылай итһәң дә. Беҙҙең балаларға өйрәнеп тә бөткәндәр, ситләшмәйҙәр. Телефон бәйләнеше лә насарыраҡ ул яҡтарҙа. Онотҡанда бер аралашып торҙоҡ Нурия менән. Зарланманы былай. Батынып ҡына йәшәп китһен тип теләнек. Уҡыуҙары бөткәс ҡыҙҙарҙы ла килеп алып ҡайттылар. Өйҙәрен бөтөрөп сыҡтылар, көҙгә өй туйына ла барҙыҡ. Ҡыуанып ҡайттыҡ ҡайны ҡәйнәм менән. Яҙмышы шунда яҙылған икән, ҡайһынысама урау юлдар аша тапты яртыһын тип һөйләндек. Тик ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы.
Яңы йыл байрамдарының бер кисендә һоп итеп килеп инде Нуриябыҙ беҙгә. Кейәү менән килгәндәр икән тип ҡолас йәйеп ҡаршылап, аңын - тоңон аңламай кейәүҙе һораштыҡ. "Ҡайҙа, тыштамы әллә?",- тип. Илап ебәрҙе шул саҡ Нуриябыҙ. Тыптырлашып соландан инеп килгән өс балаһын күреп хәл айышына төшөндөк.
- Бүтән сыҡмайым иргә, сыҡмайым! Миңә тигән йүнле ир юҡ ул! Аптыратты көнләшеп, балаларҙы ла һыйҙырмай. Өйө малы булыу менән ме ни, холҡо булмағас.
Ни тип йыуатырға белмәй тын ҡалдыҡ ағаһы менән. Ҡыш өҫтөнән һыуыҡ өйөнә ҡыуып булмай бит инде, ғаиләбеҙ ишле булһа ла мөйөш таптыҡ яҙғаса. Туған бит. Ят ярлыҡамай - үҙеңдеке үлтермәй, тиҙәр мәле?
Көн ип - һапҡа килгәс, ҡаралтыһын барып алып ҡайттыҡ. Ҡайтма ла тимәне кейәү, ҡайт тигән һүҙе лә юҡ. Ғүмер буйы яңғыҙ йәшәп өйрәнгән нәмәгә ни барыбер һымаҡ ине . Һыуытҡан өйөн йылытып, яралы күңелен ҡабаттан һыҙырып һыҙлатыуына үкенеп йәшәп китте тағын Нурия үҙ өйөндә.
Тик Нурияның тәүбәһе ике йыл үтеүгә тағын үҙ көсөн юйҙы буғай...
"Идеальный минең ағайым",- тип ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтаған ағаһы, күҙемә күк һалыуына албарғып көҙгө тирәһендә бөтөрөлөп йөрөгән бер көндә, ҡапҡаны шар асып йылмая осона инеп килгән бикәсемдең хәлен алдан һиҙеп алдым. Тағын ғашиҡ был Нурия! Тиҙ генә маска битлеген өҫтәлдәге ҡаймаҡҡа манып битемә йәбештерҙем.
Белгәненән белмәгәне күп булһын!
Ишек тотҡаһына йырлай - йырлай килеп йәбешкән йәш ҡатын, һаулыҡ та һорап тормаҫтан шырҡылдата көлөп килеп инде.
- Яҙ етәме еңгәй? Әллә ағайым, әллә еңгәм ныҡ ярата, һыланып һыйпанаң ғына түгелме?
Эстән былай ҙа һыҙлаған бит башыма йәнем көйгәндә быныһы ишеү ҙә һарыуымды ҡайната бирҙе. Өндәшмәнем шулай ҙа, түҙҙем.
-Һиңә лә яҙ еҫе тейгән түгелме? Әллә үҙең, әллә әллә кем күбәләктәй осондора. Аяғыңды саҡ һөйрәп кәритә һөйрәп ҡый түгә инең түгелме әле ҡышҡыһын, ә?
- Әллә ҡайҙан һиҙә бит ул ошо еңгәй?! Кәңәш итәйем тигәйнем...
Анау теге кем, беләң дә инде...
Матур әбейҙең кинйә улы...
Икенсе аҙнала әйттерәм ти ине.
Барайыммы икән?
Еңгәй? Нишләйем икәнәәән? Ә?...
 

Миңзәлә Сирғалина

 
Автор:
Читайте нас: