+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Октябрь 2022, 15:51

ҠУНАҠ ҠӘҘЕРЕ

Күмәкләп көлөшәләр. Балалар туйып бер-бер артлы тороп китеп бөткәс тә ололарҙың көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеүҙәре байтаҡ ҡына туҡтамай әле. Ҡунаҡ ҡаршылауҙың матур ғәҙәте буйынса, уларҙың килгән көндәрен самалап мунса яғылған. Бер аҙҙан һәр кем мунса төшөп сыға башланы. Сыҡҡан бер кешегә әсе ҡатыҡтан айран һыулап биреп тороу Миләүшә менән Илгиздең бурысы. Улар быны белеп бөткәндәр, һис ауырыҡһынмай ғына башҡарҙылар. Бөтәһе лә рәхмәт әйтеп эстеләр. Лилиә менән Тимур ғына әсе тип танауҙарын сирып ҡуйҙылар.

ҠУНАҠ ҠӘҘЕРЕ
ҠУНАҠ ҠӘҘЕРЕ

Беренсе көн

…Бәләкәй Миләүшә ауыҙ эсенән генә мыңғырлап көйләй-көйләй һикерәңләп йөрөгән еренән тәҙрә эргәһенә килеп туҡтаған атты күреп ҡалып ҡысҡырып ебәрҙе.
–Уррааа, беҙгә ҡунаҡтар килде!
Бала-саға тәҙрәгә ҡапланды. Илгиз ҡустыһы аяҡтарына ҡуңалтаҡ көйө быймаларын эләктерә һалып, йүгереп сығып та китте. Урам яҡ ҡапҡаны шар асып ебәргән ыңғайы: «Һаумыһығыыыҙ, уррааааа!»-тип ҡысҡырып ебәреп, санаға менеп тә баҫты.
-Уй аллам, кейенмәйенсә сыҡҡанһың, ауырыйһың бит инде, бар тиҙерәк өйгә ин!- тип Рәйсә апаһы ыуарама килде. Малайҙың тиҙ генә әйләнергә һис уйы юҡ, ике күҙе Тимур менән Лилиәлә. Нисек кенә кире инеп китәһең инде? Ҡунаҡҡа туғандары килгән бит!
–Тимур, әйҙә индек! Лилиә, киттек!- тип ҡабаландырҙы.
Тик уларҙы кәбеҫтә шикелле кейендереп толопҡа урап ултыртҡандар, тороу түгел боролоп ҡарай ҙа алмайҙар. Шулайтмайынса, автобус ауылдан 4 саҡрым алыҫлыҡта - Ташкиттә генә ҡалдыра ла китә бит халыҡты. Был яғына йә йәйәү тәпәйләргә, йә берәй атлы кеше табырға ғына ҡала. Ә ат еленең әселеген санаға ултырып йөрөгән кеше генә белә ул. Ниһайәт, балаларҙы сананан саҡ төшөрөп алып өйгә атланылар. Соланда күңелле һыжлап, ялтыр самауыр борҡой, өйҙәге ҡаҙанда танауҙы ҡытыҡлатҡан тәмле еҫтәр сығарып ит бешә. Йөҙҙәре алһыуланып киткән әсәһе мейестән ҡыҙарып бешкән икмәкте алып тора. Ҡыҫҡаһы, өйгә байрам кәйефе таралған.
Өлкәндәр өйгә инеп күрешеп тә өлгөрмәне, Илгиз Тимурҙы сисендерешә лә башланы. Уйы - йәһәтерәк бергә уйнай башларға. Әсәһе ороша: «Эй аллам, уйнарға өлгөрмәй ҡалыр инегеҙ шул. Сабыр ит саҡ ҡына!» Сабыр итеп булһа икән ул! Етмәһә, былары ла тыңшайышып тик тора, өндәшмәй. Әллә ҡустыһы бәләкәйерәк булғанғамы, Илгиз Лилиә һеңлеһе менән уйнай башланы. Бөтә уйынсыҡтарын сығарып теҙеп һалды. Тик бына Лилиәһе аңлашылмаған телдә нимәлер һөйләй-һөйләй ҙә, башҡортсалап бер-ике һүҙ әйтеп ҡуя. Аптырағас Илгиз: «Лилиә, тегеләй һөйләшмә әле, былай һөйләш!»- тип ҡуйҙы. Аңланы ҡыҙыҡай! Һүҙҙәрҙе вата-емерә булһа ла башҡортса ғына тәтелдәй башланы. Уйын ҡыҙҙы.
Ул арала әсәһенең бөтмәҫ йомоштарын үтәп ялҡып киткән Миләүшә апалары ла уйынға килеп ҡушылды.
- Лилиә-ҡыҙыҡай, ул минең менән уйнай. Һин малай булғас, ана Тимур менән уйна!- тип әмер бирә һалды ла, Лилиәне үҙе менән алып китте.
Ә Илгизгә Тимур менән ҡыҙыҡ түгел һис тә, һөйләшмәй ҙә, күҙе туп-тумалаҡ булып ҡарап тик тора. «Ятһына, хәҙер өйрәнә ул»,- ти әсәһе Рәйсә апай. Рәйсә апай аталарының һеңлеһе. Баймаҡ ҡалаһында торалар. Илгиздең уларға ҡунаҡҡа барғаны ла бар. Тик башҡаса бармаясаҡ. Әсәһенә был хаҡта әйтеп тә ҡуйҙы инде. Сөнки унда урамға уйнарға сыҡҡанда Рәйсә апай кәпәсте күҙгә тиклем төшөрөп кейҙерә, ауыҙҙы ныҡ итеп шарф менән бәйләй. Уныһын ысҡындырып та булмай, бышлыҡтыра. Шуға уларҙың ауылға килгәнен генә түҙемһеҙлек менән көтә малай.
Ул арала булмай әсәһенең яғымлы тауышы ишетелде:
-Әйҙәгеҙ, сәй эсергә!
Башҡортта сәй эсеүҙең нимә икәнлеген башҡорт булмаған кеше генә генә белмәйҙер. Биик ҙур мәғәнә һалынған был һүҙгә. Түңәрәк өҫтәл тирәләй теҙелешеп ултырҙылар. Түңәрәк өҫтәлдең түре юҡ тиһәләр ҙә, иң түрҙә, йәғни төптә, ҡартатай менән ҡартәсәй ултыра. Уларҙың урынына бер кем дә, бер ваҡытта ла ултырмай. Хажи ҡартатай менән Ишһылыу ҡартәсәй 7 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Балалары аҙна һайын тиерлек ейәндәре менән ошолай ҡунаҡҡа килә. Ҡартатай эргәһендә аталары Азамат. Уның янында ҡунаҡ еҙнәй Зиннур. Зиннур еҙнәйҙе балалар ярата, ул бик шаян, төрлө ҡыҙыҡтар һөйләп көлдөрә торған ғәҙәте бар. Ҡартәсәй эргәһендә ҡыҙы, артабан балалар теҙелешеп китә. Уларҙың да вағыраҡтары самауыр эргәһендәге әсәй янына урынлаша.
Балалар өлкәндәр менән сәй эскәндә һөйләшмәй генә ашарға тейешле. Икмәккә лә иң беренсе бисмилла итеп ҡартатай үрелә, унан атай, апай-еҙнәйҙәр, аҙаҡтан ғына балаларға рөхсәт ителә. Бәләкәстәргә әсәй үҙе алып бирә, юғиһә уртаға үрелеп, йә ашын түгәләр, йә вәринйәгә ең осон тығасаҡтар. Шуға күрә лә әсәй кеше уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмай. Өлкәндәргә ашын да һала, сәйен дә яһай, кәрәкле әйберҙәрен дә алып биреп кенә тора. Әсәй өлгөрмәгәндә Миләүшә ҡараша кескәйҙәрҙе. Ул да туғандарын ҡарап оҫтарып киткән. Иҙәнгә төшөп барған икмәк киҫәген тотоп алһынмы, кәйпәләп ҡолап барған сәй кәсәһен түгелергә бирмәй эләктерһенме, тәрилкәнән алып һеңлеһенең ауыҙына һалма ҡаптырһынмы, барыһына ла өлгөрә ул.
Ошолай ығы-зығылы ваҡ мәшәҡәттәр менән тәмләп аш ашанылар. Ҡәҙерле ҡунаҡтар килгәндә генә муллап һалына торған ҡаҙ итен өлөшләп бүлеп сыҡтылар. Ир-егеттәргә, малайҙарға бото, ҡатын-ҡыҙға түш яғы, ҡыҙҙарға ҡанат эләкте. Ҡартатай менән атай ҡаҙҙың баш итен ярата, матурлап кимереп, мейеһенә тиклем ярып ашап ҡуйҙылар. Уларға ҡарап, Илгиз дә ир булып ҡыланды. Әсәй үҙенә һәр саҡ муйынын, ҡабырға һөйәктәрен генә ала. Бөйөрләтәүҙе балалар бөтәһе лә яратҡас, һәр кемеһенә өлөш сығарҙылар. Әсәйҙең тилбер ҡулдары йәйеп ҡырҡҡан тәмле һалманы ашағандан һуң, ҡоротлап һурпа эстеләр. Барыһы ла һурпа эсеп бөткәндән һуң ғына бөтәһе бергә ултырып әпәр иттеләр ҙә өҫтәлде йыйыштырып, сәй ултыртырға тотондолар. Ҡала күстәнәстәре сыҡты. Бәләкәстәрҙең күҙҙәре йылтырашып түҙемһеҙләнеп торғандарын күргән әсәй уларға күстәнәс таратып сыҡты. Сәй янында инде күрше-күләндең хәлен белешеү, ауылдағы яңылыҡтарҙы һөйләү башланды. Һәр бер ваҡиғаны матур итеп, ҡыҙыҡ яғын табып көлөшә-көлөшә һөйләшәләр. Насар нәмәләр тураһында һөйләшеү, кемделер ғәйепләү, ошаҡлау был ғаиләгә ят күренеш. Ғаилә башлығы булған аталары нимә генә һөйләһәң дә, иң беренсе: «Үҙең күрҙеңме?»-тип һорай. «Юҡ, фәлән-фәлән кеше әйтте»-тиһәң, ҡырт ҡына итеп: «Ғәйбәт!»- тип әйтә. Үҙеңдең күҙең менән күрмәгәнде бер ваҡытта ла һөйләтмәй. «Хатта үҙең күргәндә лә яңылыш күрергә мөмкинһең, ундай нәмәдәрҙе һөйләп йөрөрөгә ярамай»,- тип тыйып ҡуя. Ә бына бала-сағаның шуҡлыҡтарын, бесәнгә барғандағы, ҡунаҡҡа йөрөгәндәге, һабан туйҙарындағы ҡыҙыҡтарҙы рәхәтләнеп һөйләргә мөмкин. Рәйсә апай Илгиздең кейенмәй урамға елдереп килеп сығыуын һаман һөйләй. «Өшөмәйем тип тик тора, тәким кире инмәне бит»,- тип ғәжәпләнә ул. Әсәһе ҡул һелтәй:
-Үҙем дә аптырайым, һәр ваҡыт түше асыҡ, кәпәсе башының яртыһынан ғына эленеп тора. Бәйләп биргән дебет бейәләйҙәремде эрзинкәгә ҡуша тегеп, елкәһе аша үткәреп тороп ең осона ҡуйғанмын. Шуны ла кеймәй. Бәлтәһенең өҫкө төймәләре ғүмерҙә эленмәй. Шарф тигән нәмә уның өсөн юҡ. Эээй, бәләкәсемде, шулай булһа ла бер ауырығаны юҡ, күҙ теймәһен. Тфү-тфү-тфү!
Үҙен һөйләгәнгә ирәбеләнеп киткән Илгиз дә һүҙгә ҡушылды:
- Мин бер ваҡытта ла өшөмәйем бит ул. Сана шыуғанда ла, боҙҙа конькиҙа йөрөгәндә лә. Ана, Миләүшә апай өшөкә исмаһам. Уның гел генә ҡулы ла туңа, аяғы ла өшөй һала. Өшөһә, минең йылы бейәләйҙәремде һорап кейеп ала. Үҙенең бейәләйен кейеп ҡараһаң, эсе һыуыыыҡ була.
Инде Миләүшә лә түҙмәй хәбәрен һала:
- Аяғым өшөһә, быймаларын да һорап алам мин. Илгиздең быймалары йылыраҡ. Уныҡын кейһәң, аяҡтар йылыныыыып китә. Аҙаҡ тағы алмаштырышабыҙ. Әсәй, нишләп Илгиз бер ҙә өшөмәй икән ул, ә? Минең дә шулай булғым килә!
Күмәкләп көлөшәләр. Балалар туйып бер-бер артлы тороп китеп бөткәс тә ололарҙың көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеүҙәре байтаҡ ҡына туҡтамай әле. Ҡунаҡ ҡаршылауҙың матур ғәҙәте буйынса, уларҙың килгән көндәрен самалап мунса яғылған. Бер аҙҙан һәр кем мунса төшөп сыға башланы. Сыҡҡан бер кешегә әсе ҡатыҡтан айран һыулап биреп тороу Миләүшә менән Илгиздең бурысы. Улар быны белеп бөткәндәр, һис ауырыҡһынмай ғына башҡарҙылар. Бөтәһе лә рәхмәт әйтеп эстеләр. Лилиә менән Тимур ғына әсе тип танауҙарын сирып ҡуйҙылар.
Киске аштан һуң апай менән еҙнәйгә төпкө карауатҡа, балаларҙың бөтәһенә бергә иҙәнгә урын һалынды. Теҙелешеп йоҡларға яттылар. Тәүҙә шырҡ-шырҡ килеп, ҡытыҡлашып- төртөшөп ятһалар ҙа тиҙ арала берәрләп әүен баҙарына киткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар.

Икенсе көн

Иртәгеһенә иртәнсәктән иртәсел Илгиз түҙмәй һәр береһен уята башланы.
-Тороғоҙ, тороғоҙ, тау шыуырға барайыҡ!- тип һәр кемеһен төрткөләп, юрғандарына хәтлем тартып алып бөттө ул.
-Эй, аллам, сабыр ит әҙерәк, - тип әсәһенең орошоуына ла урынында зыр әйләнеп: «Сабыр итә алмағас, ҡалайтайым», - тип кенә яуапланы. Ҡалғандарҙың да оҙаҡ көттөрөрҙән яйы юҡ ине, тиҙ генә тороп иртәнге сәйҙәрен эстеләр ҙә, күмәкләшеп сана һөйрәп эргәләге Батый тауына менделәр. Батый тауы мәктәп артында ғына урынлашҡан. Ҡайһы ваҡыт тауҙы Мәктәп тауы тип кенә атайҙар. Әммә Әхмәтовтар тауҙы боронғо исеме менән әйтә. Ата-әсәһе дөрөҫ итеп әйтергә ҡуша.
Батый тауы шәп тау бит ул! Яҙғыһын иң беренсе уның түбәһе ҡарҙан асыла ла, ауылдың барлыҡ балаларын йыйып ала. Тауҙың яҫы түбәһендә «Бура һуғыу», «Өйрәк атыш», «Флаг алыш», «Һыҙыҡ» кеүек уйындар көнө буйына дауам итә. Ике аҙна тирәһе шулай ныҡ ҡына геүләшеп алғас, урамдар ҡарҙан асылыуға, балалар үҙ төйәктәренә таралыша башлай. «Төбәк»тәр, «безводный»ҙар, «заман»дар, клуб яҡтары айырыла.
Ҡыш етһә, сана шыуырға тағы ярты ауыл йыйыла. Бынан бөтә ауыл тиерлек күренеп тора. Дөрөҫөрәк итеп әйткәндә Сыңғыҙҙың ҡап яртыһы ошо тауҙы тирәләп, йәғни төнъяҡтан иҫкән әсе елдәрҙән ышыҡланып, тауға ышыҡланып ултырған. Шунан нисек ул тауҙы яратмайһың инде!
Бына әле лә тиҙ арала ике сананы аллы-артлы бәйләп, саналарға парлашып ултырып: «Паровооооз!» тип ҡысҡырып тауҙан төшөп тә киттеләр. Уларҙы күреп, яҡын-тирәнән балалар йыйылыша башланы. Йәмилә, Йәнбикә, Булат, Роза, Мәстүрә, Рафиға, Гөлсәсәк килеп еттеләр. Башҡа ваҡытта ҡартәсәләре сығармай торғайны, бөгөн хатта Айрат менән Рөстәм дә бар. Уларҙың ҡартәсәһе Маһира инәй уҫал шул әллә ниңә. Сана шыуғанда ла ихаталарынан сығармай тиерлек. Ихата артындағы картуфлыҡтарындағы бәләкәй тауҙан ғына эйәләр. Ә бөгөн сығарған! Һәр береһе сана һөйрәгән етмәһә! Биш-алты сананы бергә бәйләп ултырып шыуа башланылар. «Паровоз, паровоз, беҙ Мәскәүгә барабыҙ!»-тип һамаҡлашып шыуҙылар. Аҙаҡ айырым-айырым санаға ятып та, ултырып та, ҡыйыуыраҡ малайҙар тороп та шыуа торғас, саналар кәйпәләшеп ҡарға ҡолашып, бейәләй-быймалар һыуланып бөттө. Кемеһе илай, кемеһе көлә, кемеһелер: «Юлдан китегееееҙ!»-тип ҡысҡырып елдереп төшөп бара. Әбейҙәр әйтмешләй, ҡыран-ғәләмәт килделәр. Иллә - мәгәр, илашһалар ҙа, һуғышһалар ҙа ҡайтып атай-әсәйгә ошаҡлашыу тигән уй береһенең дә башына инеп сыҡманы. Ошаҡлашып ҡара! Үҙеңде пыр туҙҙырып әрләп сығарып ебәрәсәктәр. Өлкәнерәк ағайҙарың булһа, артыңа эләктерергә лә күп һорап тормайҙар бындай осраҡта. Етмәһә, «Ошаҡ тоҡсайы» исемен аласаҡһың. «Ошаҡсы, ошаҡсы, ошаҡ тоҡсайы! Ошаҡ тоҡсайына ҡыҙыл ыштан тегеп бирергә кәрәк»,- тип кисәге дуҫтары күҙҙе лә астырмаясаҡтар…
Тауҙан ҡайтышлай шау-гөр килеп Күсәбә йылғаһы эргәһенә төшкәс, ялтырап ятҡан боҙҙо күреп һыҙғырып ебәрҙеләр:
- Малайҙар, шәре туңған! Уррааааа!
Ысынлап та был яҡ ярҙан алып арғы яҡтың картуфлыҡтарына тиклем яп-ялтыр боҙ менән ҡапланған ине Күсәбә.
-Әйҙә, хоккей уйнайбыҙ! –Әйҙә-әйҙә!!!
-Тәүҙә ҡайтып тамаҡ ашап килергә кәрәк. Өйҙә әҙерәк ярҙам итергә,-тине Булат. Ул өлкәнерәк булғас, үҙен белдеклегә һанай, гел генә шулай аҡыл өйрәтергә ярата. Етмәһә, уны барыһы ла тыңлай. Шуға ла, боҙға төшөп бер-ике мәртәбә шыуғандан һуң, тиҙ генә ҡайтып килергә булдылар.
…Хоккей уйнау санаға ултырып тауҙан елдереү түгел инде, уның үҙенең тәртиптәре бар. Малайҙар ағас табанлы конькиҙарын быймаларына бәйләп алғандар, ҡулдарында Һаҡмар аръяғындағы муйылдарҙан ҡырҡып алып әҙерләгән сәкәндәр, шайба урынына бер өйөм итеп ат тиҙәге йыйып һалынған, запас менән. Иң өлкән малайҙар Тимерйән менән Ғәлләм- капитандар. Уларға ҡаршы барыусы юҡ. Дәрәжә юғары!
-Әйҙә, тиҙерәк атыклашабыҙ ҙа башлайбыҙ,- тип әмер бирҙе Ғәлләм. Атыклашыу – командаларға бүленеп уйнауҙың үҙенә күрә бер ритуалы. Уны һәр саҡ урын-еренә еткереп, теүәл үтәй малайҙар. Шул саҡта ғына хәрәмләшмәйенсә командаларға бүленеп була.
Капитандарға бер-бер артлы парлашып ҡосаҡлашҡан малайҙар килә башланы.
- Аткы-маткы!
- Сәләмәтке!
- Самолетмы, танкмы?
- Өймө, клубмы?
-Ҡайынмы, ҡарағаймы? Капитандар алмаш-тилмәш үҙенә кәрәкте әйтә тора, малайҙар бүленә тора. Шулай икегә бүленеп бөткәс, ҡапҡасылар, һаҡсылар һайланды һәм уйын башланып та китте. Тимерйән етди төҫ менән ҡыҙҙарҙы ҡыуҙы:
-Барығыҙ, яҡын-тирәлә йөрөмәгеҙ. Хәҙер күҙегеҙгә шайба килеп тейһә, бәләгеҙҙе һаласаҡһығыҙ. Ҡыҙҙар хоккей уйнамай! Ҡарамай ҙа!
Ә ҡыҙҙарҙың уларҙы ҡарағыһы ла килеп тормай әле! Береһендә лә тиерлек коньки юҡ. Шуға ла боҙҙа бер-береһен санаға ултыртып һөйрәшә башланылар. Ялтыр боҙҙа ней сана шәп китә! Саналарҙың артҡы һөйәнгестәре күптән алып ташлап бөтөлгән. Шулай уңайлыраҡ. Сананы йүгереп барып этеееп ебәрәләр ҙә өҫтөнә ятып шыуып китәләр, етмәһә ҡулдары менән этенеп-этенеп алалар. Уууу, сана китә Күсәбә буйлап түбәнгә табан шыуып! Ҡолаҡта елдәр генә һыҙғырып ҡала. Бында инде аръяҡтан да, бирьяҡтан да балалар йыйыла. Фәнүзә, Нурзиә, Наил, Гөлсинә, Гөлсөм, Ғаяз, Заһир, Миңлегөл, Рәйсә, Фәнзил ҡустыһын етәкләгән Дания ла килеп еттеләр. Башҡа ваҡытта Күсәбәнең ике ярына баҫып: «Аръяҡ-бирьяҡ, алабуға, ҡармаҡ! Һеҙ аръяҡ! Беҙ бирьяҡ! Һеҙ алабуға, беҙ ҡармаҡ! Беҙ һеҙҙе тотоп ашайбыҙ!»- тип бер-береһенә төртөп күрһәтеп үсекләшкән балаларҙы шәреһе йәйелеп, ялтыр боҙ менән ҡапланып алған Күсәбә татыулаштыра. Аръяҡтар ҙа, бирьяҡтар ҙа рәхәтләнә генә! Күсәбә буйы яңғырап тора. Боҙ аша туранан тракторҙар ҙа үтеп йөрөй. Ана, ауылдағы иң ҙур трактор Касимсот менән Биктимер ағай килә. Уның үтеп киткәнен генә ҡарап тороп ҡалыу ҙа бер ваҡиға. Ҡап-ҡара төтөндәрен борлатып, ҙууур тәгәрмәстәре шатырлап әйләнеп килә бит ул. Был юлы ла балалар Касимсотҡа уйындан туҡталып ҡарап торҙолар. Бөгөн ул һөштөйө менән эҫкерт һөйрәтеп килә. Бына ул Күсәбәнең кисеүенә килеп етте, малайҙарға сәләм биргәндәй тракторын ныҡ итеп дырылдатып алды ла, йылға аша сыға башланы. Трактор үткән ерҙә шатыр-шотор итеп боҙ уйылды, эркелеп һыу килеп сыҡты.
-Эээээй,-тип ризаһыҙ ҡысҡырып ебәрҙе балалар. Шыуа торған ер ҡап урталай бүленде лә ҡуйҙы бит! Шулай ҙа был хәлдең дә ыңғай яғын табыусылар ҙа булды. Өлкәнерәк малайҙар ололарса фекер йөрөтөп: «Оһо, малға һыу эсерергә мәке уйырға ла кәрәкмәйәсәк, бик шәп!»-тип ҡуйҙылар. Сөнки балта менән мәке уйып малға һыу эсереү, өйгә 40-ар литрлыҡ бидон менән һыу ташыу ошо балаларҙың елкәһендә. Ҡайһы ваҡыт боҙҙоң ҡалынлығы 1 метрға етеп, һыуы төбөндә генә ҡала. Мәке эсенә төшөргә боҙҙо киртләсләп ҡырҡып, баҫҡыс яһап та ҡуялар хатта. Ә бөгөн һыу өҫкә ҡалҡҡан! Уйнап йөрөһәләр ҙә бурыстарын онотмай балалар. Ваҡыты етеү менән һыйыр һуғарып, кәртә таҙалап, йорт эштәрен бөтөрөп киләләр. Уйынға әүрәп мәлендә ҡайтмай ҡалған ваҡыттары ла була әлбиттә. Тик уларҙың эшен барыбер бер кем дә үтәмәй. Ҡараңғы төшөп күҙ бәйләнгән саҡта ла үҙҙәре эшләп ҡуялар. Эшләмәһәләр, баяғыса әпәт үҙҙәренә эләгә!
Ул арала булмай, эштәрен теүәлләп олораҡтар-Әхиәр, Зөфәр, Йәҙгәр, Йәмил, Хәмиттәр сәкәндәрен тотоп килеп етте. Ҡартәсәләренә күренмәҫкә була кәртә артынан урап сығып, Айрат менән Рөстәм дә килеп ҡушылды. Күсәбә кисеүенән аҡҡан шәренән ҡасып, малайҙар аҫҡараҡ күсеп уйынды дауам итте, ҡыҙҙар өҫ яҡта бүленеп ҡалды. Бәләкәс малайҙарҙы ла ҡыҙҙар яғында ҡалдырҙылар, 3-5 йәшлек ҡустыларын ҡарау барыбер ҡыҙҙар елкәһендә.
Улар үҙҙәренең апайлығын белә, малайҙарҙы күҙәтеп ҡарап ҡына йөрөйҙәр. Ә танауҙарына саҡ ҡына еҫ инә башлаған малайҙар былай ҙа ҡыҙҙар менән уйнамай. Ни өсөн тигәндә, ҡыҙҙар үсекләшергә ярата.
-Сиң-сиң сиңерткә, ситән араһында, һары мыйыҡ Айҙар ҡыҙҙар араһында!- тип ирештерә башлаһа, бер малай ҙа улар менән әрепләшеп тормай. Ситкә һыпырта. Артыңдан: «Малаҡай- малаҡай, арты ҡалаҡай!»- тип ҡысҡырып тороп ҡалалар әле етмәһә.
Миләүшә менән Дания икеһе лә ҡустылары өсөн яуаплы булғас, Фәнзил менән Тимурҙы бер ерҙәрәк уйнатырға тырыштылар. Санаға ултыртып һөйрәп тә алып йөрөнөләр, боҙға ултыртып та шыуҙырҙылар. Аҙаҡ малайҙар дуҫлашып алып, икеһе бер булып уйнай башланылар.
Шул арала ҡыҙҙар үҙҙәре генә шыуып килергә уйнап, Күсәбәнең ярына менгәйнеләр генә, теге икәүҙең кисеүгә табан китеп барыуын күреп ҡалдылар. Дания ҡысҡыра башланы: «Фәнзииил, бороооол!» Миләүшә өндәшеп тә тормаҫтан кисеүгә табан елдерҙе. Арттарынан барып етергә саҡ ҡына өлгөрмәй ҡалдылар, ике малай бер-бер артлы Касимсот уйып ҡалдырған мәкегә ялп итеп барып та төштө! Ҡысҡырып та өлгөрмәнеләр шикелле. Мәке эсендәге ваҡ боҙҙар араһында шаҡмаҡлы һоро бәлтәләре генә шәйләнә! Ҡыҙҙар ыһылдашып йүгерешеп барып та еттеләр, бер һүҙ өндәшмәҫтән малайҙарҙы елкәләренән һөйрәп сығарып боҙға ла баҫтырҙылар. Нисек көстәре етте! Үҙҙәренә 7-8 йәш кенә бит әле! Шул арала башҡалар ҙа йыйылып китте. Тиҙ генә малайҙарҙы ҡайҙа күтәреп, ҡайҙа йүгертеп алып ҡайтып та киттеләр. Береһен аръяҡҡа, икенсеһен бирьяҡҡа. Шулай ҙа бөгөнгө уйындың ҡыҙығы бөттө. Таралыштылар.
Өйгә яҡын ғына булғас, Тимур өшөп тә өлгөрмәгән ине, ахыры. Ололарҙан әрләүсе лә булманы. Имен отолоуҙарына ҡыуаныштылар ғына… Ә кискеһен Хажи ҡартаталары Алпамыша батыр тураһында әкиәт һөйләне. Ул гел генә әкиәттәрҙе иң ҡыҙыҡ ерендә туҡтата ла, ҡалғанын иртәгә һөйләрмен тип әйтә торғайны. Был юлы бөткәнсе һөйләне. Ҡунаҡ хөрмәтенәлер инде.

Өсөнсө көн

Иртәгеһенә Рәйсә апай Лилиә менән Тимурҙы тышҡа сығарманы ла ҡуйҙы. Тимурҙың бәлтәһе кипмәгән икән. Лилиә ҡустыһын ҡарарға тейеш. Ҡунаҡтарҙы ташлап урам буйына сығып китеп булмай бит инде. Илгиз менән Миләүшә лә өйҙә генә уйнарға ҡалды. Көтмәгәндә эйәртенешеп, Айрат менән Рөстәм килеп инделәр. Был малайҙарҙың һуғышта ятып ҡалған ҡартаталары Фәтҡулла менән Илгиздәрҙең ҡартәсәләре Ишһылыу бер туғандар. Шуға ла улар туған тип ныҡ ҡатышалар. Бөгөн дә күмәкләшеп алғастар ней, ҡыуаныстың сиге юҡ. Бергәләшеп тәүҙә йәшенмәк уйнарға булдылар. Һәр ваҡыттағыса Миләүшә һанашмаҡ әйтеп эҙләүсене билдәләне.
-Бер бабай юлға сыҡҡан,
Тәгәрмәсе боҙолған,
Уны йүнәтер өсөн нисә сөй кәрәк булған?
Иң беренсе эҙләүсе роле Айратҡа эләкте. Ул мөйөшкә ҡарап:
-Гөр-гөр-гөр әтәс, ике тауыҡ, бер әтәс!-тине лә, унға тиклем һанай ҙа башланы. Бер, ике, өс…..ун!
Шул арала барыһы ла йәшенеп тә бөттө. Һәр кем нығыраҡ йәшенергә тырышты,сөнки кем иң беренсе табыла-шул эҙләүсе була. Берәүҙең дә эҙләгеһе килмәй, нығыраҡ йәшенергә тырышалар. Карауат аҫты, мейес, ҡорған арты, шифоньер эсе, хатта ҡаралды араһы ла ҡалманы. Шулай ҙа иң оҫта йәшенеүсе Илгиз булып сыҡты. Шифоньер башына менеп яҫтыҡтарҙың артына ингән дә ятҡан. Бер нисек тә таба алмағас, үҙе төштө. Аҙаҡ Рөстәм аптыратты. Оҙон бәлтә эсенә инеп, аяҡтарын аҫтағы быймаға тыҡҡан да торған. Бәлтә аяҡтарҙы ҡаплап торғас, унда кеше барлығын берәү ҙә тикшермәгән. Малайҙар шулай башлы була инде ул!
Унан һәпәләк уйнарға булдылар. Тағы һанаштылар.
-Ике балыҡ һуғышҡан,
Уның ҡанын кем эскән?
Аҡ суҡ, ҡара суҡ!
Бында торма, бар сыҡ!
Илгиз сыҡты. Уның күҙен бәйләнеләр ҙә, өс тапҡыр урынында әйләндереп тә ебәрҙеләр. Илгизме һуң инде аптырап тора торған малай, әллә ҡайһы арала күҙен бәйләгән яулыҡты шылдырғылап та алған, ипләп кенә бөтәһен дә күреп йөрөгән. Юрамал ҡыланғылап йөрөнө лә, барып Рөстәмде тотоп та алды. Рөстәм ҡысҡырып ебәрҙе:
-Хәрәмләште, хәрәмләште! Ул ҡарап йөрөгән!
-Ҡараманым, яңы һине тотҡас ҡына яулыҡ төшөп китте!
Еңерһең Илгизде, еңмәй. Үҙ һүҙен бирмәй бит инде ул!
Шулай гөрләшеп уйнай торғас, был уйын да ялҡытты. Малайҙар атыш уйнай башланы. Ҡыҙҙар атыш уйнамаҫҡа булып, икеһе бер яҡҡа китте.
-Лилиә, мин бер йыр беләм, әйҙә йырлайыҡ! Өйрәтәйемме?- ти Миләүшә.
-Өйрәт һуң.
-Наша Родина сильна, охраняет миранос, охраняяяет миранооооос!
Лилиә лә тиҙ генә отоп алды, икәүләп йырлаша башланылар.
-Лилиә, ә һин беләһеңме, мин был йырҙы нисек өйрәндем? Уны беҙгә өйрәтмәнеләр әле, 3-сө кластар ғына белә. Улар иртәнсәк уҡый, беҙ төштән һуң. Ә мин мәктәпкә көн һайын иртәрәк барам да уларҙың йырлағанын тыңлайым. Шунда өйрәндем. Тәүҙә миранос тигәндәрен генә отоп алдым, аҙаҡ вис өйрәндем.
Тағы ла йырлаша башлайҙар. Инде Айрат, Рөстәм, Илгиз менән Тимур ҙа отоп ала, бишәүләп йырлашалар. Ата-әсәләре һуғым ашына ҡунаҡҡа китте, өйҙә өлкәндәрҙән берәү ҙә булмағас, тауышланған өсөн әрләүсе юҡ. Рәхәт!
Эйе, күрҙең бына рәхәтте! Урам буйлап Маһира инәйҙең сыбыҡ тотоп килгәнен күреп ҡалған Илгиз ҡысҡырып та ебәрҙе:
-Маһира инәй килә ята!
Быны ишеткән Айрат менән Рөстәм йәшен тиҙлегендә кейемдәрен эләктерҙеләр ҙә, кәртә артлап өйҙәренә һыпырттылар. Ишектән Маһира инәйҙең үҙенән алда тауышы ишетелде:
-Ҡайҙа йөрөйҙәр?!
Үҙе күренгәс, тағы:
-Нишләп һаман ҡайтмайҙар?- тине уҫал тауыш менән. - Һаман-һаман уйнау буламы? Көноҙоно өйгә ҡайтмай.
-Улар бая уҡ ҡайттылар ҙа инде,- тип аҡлан һалды Илгиз.
Инәй артынан өйҙөң ишеге ябылыр алдынан: «Эҙләү һалып»,- тигән һүҙҙәре ишетелеп ҡалды тағы. Ялп та йолп ҡайтып барған инәйгә ҡарап торған Илгиз: «Нишләп Маһира инәй кеше балаһын әрләй икән?»-тип ҡуйҙы.
Тәүҙә күңелһеҙләнеп ҡалһалар ҙа, уйындар дауам итте. Концерт ҡуя башланылар. Йоҡо бүлмәһенән ҡартәсәһенең оҙон итәкле күлдәген сығарып кейеп алдылар. Әртистәр шулай оҙон күлдәк кейә бит! Йырланылар, бейенеләр, шиғыр һөйләнеләр. Унан йоҡларға яттылар. Миләүшә миранос тураһында һөйләне.
–Беләһегеҙме, нимә була ул миранос? Ул - колхоз һарығы. Әсәйҙәр йәй етһә, ыҙалай-ыҙалай шул мираносты ҡырҡырға йөрөй. Көн һайын 18, йә 20 һарыҡ ҡырҡа. Ә Зөләйха инәйҙең электр машинкаһы бар. Ул утыҙлапты ҡырҡа, белдеңме. Шул колхоз һарығының исеме ул ми-ра-нос. Беләһегеҙме, беҙҙә улар күүүп, ер ябып йөрөй! Әсәйҙәр ҡырҡҡас ҙур малайҙар ағайҙар менән бергәләп уларҙы керәлин соҡорона ташлап ҡап-ҡара итеп «йыуып» сығаралар.
Илгиз дә һүҙгә ҡушыла:
-Уларҙы табыр яғындағы һарыҡ кардаһында керәлин соҡорона ташлайҙар, ҡортламаһын өсөн. Керәлин һаһыыыҡ. Шуға рәшә яҡын килмәй һарыҡтарға. Рәшә килеп күкәй һалып китһә, мал ҡортлай. Быйыл йәйгеһен Заһир шул соҡорға һарығы менән ҡуша үҙе лә төшөп китте яңылыш баҫып. Һаҡмарға сумып йыуынһа ла еҫе бөтмәне. Кейемдәре эшкинмәне сәпсим.
6 ғына йәш булыуға ҡарамаҫтан зиһенле малай шул Илгиз. Бөтәһен дә күреп-белеп йөрөй.
-Атайҙар, әсәйҙәр менән мираносҡа витамин булһын өсөн веткорма тигән миңлек тә бәйләнек йәйгеһен. Атайҙар ағастарҙы утынға ҡырҡып алалар ҙа, беҙ ботаҡтарынан ҙууур итеп миңлек бәйләшәбеҙ әсәйҙәргә. Ҡышҡыһын миранос ашаһын өсөн. Мин шунда бәләкәй балта менән ҡулыма саптым, бына эҙе һаман да бар. Миләүшә ҡулын күрһәтте. Ысынлап та, бер сантиметр тирәһе оҙонлоҡта уңалған йөй урыны ялтырап күренеп тора ине.
-Һарыҡ йөнөнән бейәләй, нәски бәйләйҙәр, ана гурыт халҡына ла кәрәк булғас, ҙуууур машиналарға тейәп Сибайға алып барып ыздавать итәләр хатта!- тип тағы ҡыҫтырылды Илгиз. Лилиә менән Тимурҙың мираносты күргәндәре булмағас, тыңлап ҡына яттылар.
-Лилиә, мин йәйгеһен һиңә мираносты күрһәтермен, йәме, - тине Миләүшә йоҡо аралаш.
…Ә иртәгеһенә ҡунаҡтар ҡайтып китте. Уларҙы оҙатып, әсәһе әйтмешләй «донъяны йыйыштырып» алғас, Миләүшә ҡыуанып әсәһенә өндәште:
-Әсәй, мин русса йыр өйрәндем. Йырлап күрһәтәйемме?
-Йә, йырла.
-Наша Родина сильна, охраняет миранос, охраняяяет мираноооос!
-Миранос түгел, балам, «мир она» тип йырларға кәрәк.
-Яааааҡ! Улай түгел, ми-ра-нос! Һин үҙең белмәйһең. Мин мәктәптә өйрәндем. Шулай тип йырлайҙар!
-Әйткәнде ыңғайы бер тыңлаһаң, исемең Миләүшә булмаҫ ине. Еңмеш! Хажи ҡарттың балаһы! - Әсәһе йомшаҡ ҡына итеп һуҡрана ла, ҡул һелтәй. - Ваҡыты еткәс белерһең әле. Уның һүҙ көрәштереп торорға ваҡыты юҡ. Эшкә ҡабалана.
Миләүшә һикерәңләй-һикерәңләй ҡартәсәһенә йүнәлде.
-Ҡәртәс, нишләп Лилиәләр тиҙ генә ҡайта ла китә ул, оҙаҡҡараҡ килмәйҙәр?
-Ҡунаҡ ҡәҙере өс көн. Өс көн һин ҡунаҡ, өс көндән муйнаҡ. Ҡунаҡтар хужаларҙыбимазалап оҙаҡ ятырға тейеш түгел шул, балам.
-Һы, уныһы ла бар икән дә… Уйға ҡалған ҡыҙыҡай мәктәпкә әҙерләнә башланы. Ярай, барыбер аҙна-ун көндән яңы ҡунаҡтар киләсәк, әлегә уҡырға барырға, яңы йырҙар өйрәнә торорға кәрәк…
"Һаҡмар" гәзите,

Аҡйондоҙ Ғәниева.

Автор:
Читайте нас: