+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Октябрь 2022, 15:46

Упҡын ситендә бейеү

Бишегемдә ятҡан бишкә төрләнер йәндең,упҡын ситенә теҙләнеүен,ялбарынып бейеүен мин теләмәйем!

Упҡын ситендә бейеү
Упҡын ситендә бейеү
Көндән-көн ҡурҡыныс, көндән-көн аяныс хәбәрҙәр менән тулған тормошобоҙҙоң бар бәләһе,хатта төпкөл ауылдарҙы тулыһынса тиерлек ялмаған эскелек һаҙлығына,әйтерһең дә кемдер үсләшеп сүпрә ташлаған.Ҡоторонған упҡын яраһын сайғанды ла,ҡайғыһын йыуғанды ла,талсыҡҡан тәненә көс эстәргә теләгәнен дә,күңел яраларын дауалар "серҙәш"булырға ымһындырып үҙенә тарта.Тыйылғандың татлы икәнлеген татып ҡалырға,хатта үҫмер бала ла был упҡынға юл һала.Бар ғүмерен данлы хеҙмәттә үткәргән,Ил атаһы булырҙай ирҙәрҙең,бар ғүмерен ҡараға мансып,ейән-ейәнсәрҙәрен иманға әйҙәп ултырыр урынға,әлеге лә баяғы шомло һаҙлыҡ һуҡмағын тапауы,күңелгә ыу һала.Кемдер яңылышыуын аңлап,аяғына баҫып,хатта янындағы әшнәһенең күҙен асырға теләп инәлеп,ысын тормошҡа кире ҡайта,тик ундайҙар һирәк кенә шул,күптәр батып ҡала,йә ярым тере йән менән "йәшәп"маташа.Беләм,кемдер әйтер,эскелек бит кисә-бөгөн генә килеп инмәгән тип,әммә,бәхәсләшәм элекке кешеләр,элекке эсемлектәр,бөгөнгө әҙәм менән эскән хәшәрәтенән(башҡаса әйтергә тел әйләнмәй)күпкә айырыла.Ғөмүмән,сама,тәртип булған,хеҙмәттән йәм тапҡан,ә күңел асҡанда ҡыҙыулыҡ өсөн генә(ә иҫереп аңды юйғансы түгел!)әсегән бал эскән.Ә хәҙер һуң, ни генә йотмай эскән кеше, спирты булһа булған!Кем ҡойғаны ла,ҡайҙан килгәне лә мөһим түгел.Йән һыҙлауы!!Бигерәк тә,йән һыҙлауы-башҡаларҙы ағыулап килем эҙләүселәр!Әле унда,әле бында законһыҙ спиртлы эсемлек һатыусыларға штраф күләме арта тиеп аҡты ҡаралайҙар,фәтеүә күренмәй,бары аҡ ҡағыҙ бите ҡаралана.Еңел табыш артында,әсе һағыш,кемдеңдер күҙ йәше, рәнйеше барлығын ишаралау ҙа, файҙаһыҙ.Минең һиңә зыяным юҡ бит,тип кенә һалдырып,тыныс йәшәүемде теләй.Иншалла,минең ғаиләмә әле ҡағылмай был ҡаралыҡ, тик бер кем дә ышандыра алмаҫ хәүеф юҡлыҡҡа.Ҡуйыныңа ҡосҡан сабыйыңдың үҙеңде йылан булып сағырын теләр инеңме һин,юҡтыр!Шулай булғас, һуң,Атабыҙ Һауа,Инәбеҙ Ер тарафынан доньяға яратылған,ҡәҙерләп-бәпләп үҫтерелгән емеш-тилебәрән орлоғолай кеше тилертеүҙән йәм табыуы,имсәктәш тыуғандарҙың бер-береһен юҡ итеү сараһылай.Хәмер һатыусының шайтаны хас та алдынан йөрөй,ете йоҙаҡ артындағы ишектәр ҙә асыла,дан-шөһрәт тә еңел яулана,тыуған-тыумаса ла кесерткән тамырылай.Ҡағыҙҙағы закон үтәлешен тултырыр рапорт өсөн рейд сәғәте,минутына тиклем алдан хәбәр ителеп,әҙерлек һағына баҫырға саҡырыусыһының да,ауыҙы арҡырынан түгел.Шулай булғас,матур -матур отчеттарҙы уҡып,хайран ғына ҡалырға ҡала түгелме,йәмәғәт!Тыуған ерем башҡа булһа ла,торған ерем,балалар үҫтергән ерем берҙәй ғәзиз.Ауылдың насар данын таратыуҙа булышлыҡ итеүселәр,эскелек һаҙына этәреүселәр,һеҙгә өндәшәм!Беләм,ҡырын күҙҙәр тағы ҡырынайыр,быш-быш килгән һүҙҙәр ҡуйырыр,ялтыр күҙле шешәләр прилавка артына минән йәшенер,дуҫ тигәнем уғын һипләштерер...Өндәшмәй ҡалыр сарам юҡ,милләтте,телде, Кешелекте юғалтмаҫҡа теләһәк(тейешбеҙ)эскелек һаҙлығына юлды ябайыҡ.Һаҙлыҡты туйындырыусыларға ғәҙел хөкөм сығарайыҡ,ағинәйҙәр,ҡатын-ҡыҙҙар ҡоро,самауырҙарығыҙға үле һыу һалып борҡотмайһығыҙҙыр бит!
Бишегемдә ятҡан бишкә төрләнер йәндең,упҡын ситенә теҙләнеүен,ялбарынып бейеүен мин теләмәйем!
 
Миңзәлә Сирғәлина
Автор:
Читайте нас: