+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Октябрь 2022, 16:33

Дворник-министр

Юмореска

Дворник-министр
Дворник-министр

-Уй, Кәбир, һинме был, дуҫҡайым?

Автобустан ҡыҫыла-ҡыҫыла төшөп килгән ыңғайға ҡупшы ғына кейенгән ирҙең ҡосағына эләктем. Кем һуң әле был? Арҡырыға ла, буйға ла метр ярым самаһы кәүҙәле, пеләш башлы, йонсоу йөҙлө был әҙәмде ҡайҙа күргәйнем һуң әле? Бәй, класташым Сәлих та баһа! Дөрөҫөрәге, тауышы менән күҙҙәре уныҡы.

Туҡталыштағы халыҡ ағымын йырып сыҡҡас, һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәне. Шулай булмайса, күрешмәгәнгә нисәмә йылдар уҙған, күпме һыуҙар аҡҡан. Фатиры ла эргәлә генә икән. Шуға ла, барайыҡ беҙгә, һөйләшеп ултырырбыҙ, тигәс, ҡыуана-ҡыуана эйәреп киттем. Ғәжәп, фатирына яҡынайған һайын класташымдың көр тауышы тоноғая, аҙымдары әкренәйә барҙы.

- Әй, әттәгенәһе, өйҙә бит теге нәмә, – тине ул фатир ишегенә асҡысын тыҡҡас та, бышылдап.

Аптырап ҡалһам да ҡобараһы осҡан, бөкрәйгән Сәлих артынан эйәрҙем. Ҡара әле, малай саҡта ауыл үгеҙе мөгөҙөнә эләккәндә лә шул тиклем ҡурҡмай торғайны ла баһа.

- Ниндәй бомж эйәртеп ҡайттың тағы? – Фатирҙы яңғыратҡан күкле-йәшелле тауыштан тертләп киттем. Ҡулдарын бөйөрөнә таянып, уҫал ҡарашы менән минең өҫ-башты сирҡанып байҡаған ҡатын күҙгә лә ҡарамай хатта.

- Ней, Гөлмәрйәм, класс... класташ ул минең, бы... бына осраштыҡ та...

– Иҙәнгә һеңгәндән-һеңә барған Сәлих саҡ ишетерлек тауыш сығарҙы.

- Класташ, имеш, сүп һауыты эргәһендә бүтән кеше юҡ инеме ни, ниңә бөтәһен бер юлы эйәртеп инмәнең, йүнһеҙ...

- Ғәфү итегеҙ, бомж түгел мин, – ҡаушап ҡалһам да, тауыш бирергә баҙнат иттем. –Ысынлап та, Сәлих менән класташтар беҙ, әле баҡсанан ҡайтып килә инем, шуға кейемем...

- Шуға туйға барған һымаҡ кейенеп алдың инде, – ҡатын мыҫҡыллы йылмайҙы. – Был йүнһеҙҙең класташтары ла үҙе һымаҡ, әҙәм рәүешле кешенең класташы министрлыҡта эшләй, йә ҙур бизнесмен. Ярай, бар, ишекте теге яҡтан яп.

Асыуым алҡымыма тығылды.

- Мин дә министрлыҡта эшләйем, – тип һалдым үҙем дә һиҙмәҫтән. – Бәй, ниңә аптырайһығыҙ, Сәлихтең әйткәне юҡмы ни?

Шул саҡ фатирға, гүйә, ҡояш үҙе килеп инде. Гөлмәрйәмдең ҡымтылған ирендәре яҙылды, йөҙөнә нур йүгерҙе, йырылған ауыҙы тора-бара ҡолаҡтарына етте.

- Сәлих, нишләп ҡунаҡты ишек төбөндә тотаһың, әйҙәгеҙ, түрҙән уҙығыҙ, сәйем дә өлгөрә торғандыр, – ҡатын ҡабалана-ҡабалана кухняға туйтаңланы. Был мөғжизәнән шаңҡып ҡалһам да, хәле тағы ла хөртөрәк булған Сәлихкә эйәреп залға үттем. Тик ниңәлер һүҙ башҡаса ялғанманы. Уйыбыҙ ҙа, күҙебеҙ ҙә кухня тарафтарында булды. Минутына бишкә төрләнгән был бисә ҡәҙерләп ҡунаҡ итәме, ҡыуып сығарамы инде. Ниһайәт, кухняға саҡырҙы. Йә, Хоҙай, ни күрәм! Сәй генә түгел, ике-өс төрлө мәй ҙә, салаттар ҙа, һанһыҙ ит ризыҡтары ла – барыһы ла бар бында. Ҙур өҫтәлдә энә төртөрлөк урын ҡалмағандыр, билләһи. Бер юлы ун-ун биш йылға йәшәреп киткән хужабикә ҡыҫтай-ҡыҫтай һоғондора ғына. Оҙаҡламай күтәрелгән рюмкалар һанын да онота башланым. Хужабикә битен-биткә терәй яҙып нимәлер һөйләй.

- Ҡарағыҙ әле, Кәбир Хөрмәтович, малайыбыҙ быйыл институтты бөтә бит, шуны арыуыраҡ урынға урынлаштырырға ине бит әле, һеҙҙең ҡулдан киләлер инде ул.

- Урынлаштырам, проблем не будет! Әрмән коньягын бер һелтәүҙә йотоп, ҡаҙыға үреләм. Гөлмәрйәм ҡулына ҡаҙ бото тотоп, минең сәйнәп бөткәнде ҙур түҙемлек менән көтөп тора.

- Бәлки, министрлыҡ тирәһендә миңә лә урын табылыр, уф, шул заводтан ялҡтым.

- Булыр.

- Ох, какой мужчина! – Гөлмәрйәм бер яҡ ситтә әллә иҫереп, әллә иҫәңгерәп ултырған иренә иғтибар ҙа итмәйенсә, ҡаймаҡ күргән бесәй ҡараштары менән мине иркәләй.

– Ә министрлыҡта һеҙ ниндәй вазифала, үҙе түгелдер бит?

Туҡта әле, уйындан уймаҡ сығармайым. Һеңдергәнсе әйтергә лә, иҫән саҡта тайырға кәрәк бынан. Иҫерһәм дә, баш эшләй әлегә. Өҫтәл артынан көс-хәл менән тороп, кейемдәрҙе эләктерҙем дә, бөтә ҡыйыулығымды йыйып:

- Министрлыҡта дворник мин, – тип һалдым да ишек яғына ынтылдым.

- Во-о-он! – Күкле-йәшелле тауыштан туғыҙ ҡатлы йорт ҡуҙғалып ҡуйғандай булды. Фатир эсендә нимәлер шарт итеп ҡалды, гөрһөлдәп ауҙы. Бер аҙҙан ишектә ҡобараһы осҡан, бер яҡ күҙе күгәрә башлаған Сәлих пәйҙә булды.

Өндәшмәй генә эйәртенешеп урамға сыҡтыҡ. Класташымды йәлләп ҡуйҙым. Аҡыллы, сос ҡына егет ине, убырлы ҡарсыҡ кеүек ҡатынға өйләнеп әрәм булған. Ҡуй инде...

- Йәл, класташ, министр түгелһең, хәҙер талар инде мине теге нәмә. Сәлих телгә килгән икән.

- Ҡуй, Сәлих, бөтөрөнмә, юлын табырбыҙ. Малайыңды бергәләп нисек тә урынлаштырырбыҙ, ә ҡатыныңа эш вәғәҙә итә алмайым. Ярар, хуш.

...Иртәгәһенә эшкә килеп инеүгә телефон шылтыраны. Трубкала Гөлмәрйәмдең үтә яғымлы тауышы ишетелде...

Марат ӘМИНЕВ.

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: