+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Октябрь 2022, 12:24

Тормош дауам итә. Хикәйә

Был төндө оҙаҡ  һөйләштеп ятты ир менән ҡатын. Айратын бер ниҙә лә ғәйепләмәй Гөлнур: йөрөһә лә йөрөгәндер, йәш саҡта кем кемгә ғишыҡ тотмаған? Тик шул рәүешле үс алыуҙы ғына аңлап етмәй. Эскән ир менә йәшәү, әлбиттә, бер кемде лә бәхетле итмәҫ. Әммә уның өсөн кемдәндер ғәйеп эҙләү, үсләшеү, тәмһеҙләшеү-йәмһеҙләшеү кәрәкме ни? Алама тормошоңдо нимә менәндер биҙәргә, йәмләргә тырышыу артыҡ түгелме? Эй, әҙәм балаһының алаһы ла, ҡолаһы ла бар, һәммәһе бер төрлө генә уйламай шул.  Бәлки ошолай кешене кәмһетеүҙән, түбәнһетеүҙән үҙенә йәм, күңеленә тыныслыҡ табалыр. Тормошта үҙ урынын тапмаған, үҙен раҫлай алмаған әҙәмдәр  ошолай йәшәүҙән йыуаныс таба, башҡаларҙы таплап, тапап, күңелен күтәрә торғандыр, моғайын…

Тормош дауам итә. Хикәйә
Тормош дауам итә. Хикәйә

Әгәр бер-ике йыл элек берәйһе Гөлнурға: ”Һин иҙән йыуыусы булып эшләйәсәкһең”,-тиһә, эсен тотоп көлөр ине, моғайын. Йә иҫәргә һанар ине, аҡылдан шаштыңмы, йәнәһе. Гөлнур, дөрөҫөрәге  Гөлнур Вәғизовна,  табип- терапевт, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп йөрөй. Ваҡытлыса. Күршеһе Зилә операция яһатып дауаханала ята, урынында Гөлнур Вәғизовна иҙән йыуа. “Эштең ояты юҡ, беҙҙең илдә һәр һөнәр маҡтаулы. Эш кешене түгел, кеше эште биҙәй.”  Бар белгән генә  әйтемдәрен иҫкә төшөрөп, үҙен ошо эшкә барырға күндерҙе ул. Ике йыл эшһеҙ ятҡан ваҡытында ниҙәр генә уйламаны, ниҙәр генә кисермәне. Кешеләр иртән эшкә ашыҡҡанда, күмәкләшеп төшкө ялға ҡайтҡан саҡтарҙа бигерәк тә үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй интекте. Бер ҡасан да улай оҙаҡ буш тороп өйрәнмәгән ҡулдарын нимә эшләтергә, ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөҙәне.  Ауыл халҡының тормош-көнкүреше барыһының да күҙ алдында: ергә ныҡ баҫып, яҙмышҡа хужа булып, эшең ырағанда ғына арып-талып, әммә ҡәнәғәтлек менән эштән ҡайтырға, урамдан үтергә мөмкин икән. Ә эше юҡтың-  ашы юҡ, тигәндә бигерәк тә ас ултырыу хаҡында түгел, ә кешеләрҙең  һиңә мөнәсәбәтен, хөрмәтен күҙ уңында тоталарҙыр. Эшһеҙ саҡта урамдан үткәндә нисектер уңайһыҙланып, йәһәт-йәһәт атлайһың, һөйләшкәндә элеккесә баҫым яһап, дөрөҫ дикция –интонация менән хаҡлығыңды раҫлағандай һөйләмәйһең, ә тиҙ генә әйтереңде әйтәһең дә, китеү яғын ҡарайһың. Элекке иғтибар, ихтирам тойолмай кешеләрҙең уға ҡарашында. Бәлки, ысынлап та шулайҙыр: хәҙер ул амбулаторияла эшләмәй, саҡырыуҙарға йөрөмәй, укол һалмай. Кешеләргә уның кәрәге юҡ. Ә, бәлки, бер нәмә лә үҙгәрмәгәндер, бары үҙе генә уйлап сығарғандыр: башҡаларға Гөлнур эшләне ни ҙә, эшләмәне ни. Тик бының менән генә күңелде йыуатып булмай, күңел  һәр саҡ уйлана, һиҙҙереп һыҡтай, ғазаплана. Барыһы ла икенсерәк булырға мөмкин ине бит. Гөлнур ҙа үҙ урынында эшләп, эшенән йәм-тәм табып йәшәр ине. Үҙенең дыуамаллығы ғәйеплелер бәлки? Уны бит эштән ҡыуманылар, ҡыҫҡартманылар, үҙе теләп китте. Әммә ошо “китте” һүҙе артында “китергә мәжбүр иттеләр” тигәне ята түгелме? Шулай шул, мәжбүр иттеләр.  Хәҙерге заманда кем инде өйҙә эшһеҙ ятҡыһы килһен, етмәһә, ул юғары белемле белгес булһа?

Тамсы тама-тама таш яра, тиҙәр. Был мәҡәлдең дөрөҫлөккә тап килеү-килмәүе хаҡында ғүмерендә лә уйлағаны юҡ ине Гөлнурҙың. Бөгөн ул быға ышана: тамсы ташты тишә. Ниндәй генә ныҡ, ҡаты таш булмаһын, ул уртаға сатнап, сәсрәп китә. Гөлнурҙың да мәңге ҡаҡшамаҫтай ныҡлығы, рухы оятһыҙлыҡтың, хаяһыҙлыҡтың  туҡтауһыҙ һөжүменән ҡаҡшап, селпәрәмә килде. Күпме ҡаршы тороп, бирешмәйсә эшләп, йәшәп маташҡан күңеле уға бөгөлөргә рөхсәт бирмәгән йәне, ҡапыл шартлап һынды. Һәр нәмәнең сиге була шул: сабырлыҡтың да, көстөң дә. Ҡайһы аралалыр шул көс уны ташланы, түҙемлеге һынды, йылдар буйы ҡорған рухи ҡәлғәһе емерелде. Юҡ, эшһеҙ ҡалыу ҡурҡытманы уны, ире бар - таянысы булыр, ашһыҙ ҡалмаҫтар. “Донъяла нимә алдында өнһөҙ ҡаласаҡһың? Нимәгә һин яуап бирә алмаясаҡһың?”- тип һораһалар, Гөлнур Вәғизовна һис уйлап  тормай:”Битһеҙлек алдында”,- тип яуап бирер ине…

 Ә ниңә шулай түбән тәгәрәне әле уның тормош тәгәрмәсе? Ул бит табип булып байтаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итте,  участка дауаханаһы ябылғас, фельдшер булып ҡалырға ризалашты. Унан эшһеҙлек, хәҙер йыйыштырыусы. Киреһенсә, өҫкә үрләргә тейеш түгел инеме ни?  Ана, күптәр бит санитарка булып хеҙмәт юлын башлай ҙа,  уҡырға инә, шәфҡәт туташы, табип, баш табип, хатта һаулыҡ һаҡлау министры  баҫҡыстарына тиклем менеп етә.   Юҡ, министр креслоһы Гөлнурға кәрәкмәй. Ошо кескәй генә эш кабинетында, бер өҫтәл, ултырғыс, кушетка, ҡул йыуғыс һәм бер шкафтан торған эш кабинетында фельдшер булып хеҙмәт итеүе уға бар маҡтаулы юғары урындарҙан ҡәҙерлерәк.   Егерме йылға яҡын ултырған өҫтәленең һәр киртеге, һәр сыйылған-һыҙырылған ере уға таныш, иҫтәлекле.  Хәйер, күп ултырырға ла тура килмәне уға был өҫтәл артында. Бер-бер артлы ауырыуҙарҙы ҡабул итә, ауыр хәлдәгеләрҙе, йәш сабыйҙарҙы ҡарарға, йәғни патронажға,  өйөнә йүгерә, күрше Истамбәк ауылына саба. Арып, арманһыҙ булып ҡайтып йығылған саҡтарында, “Булырмы икән берәй саҡ бот күтәреп ятыр көн?”- тип хыяллана торғайны. Әллә Алланың “Амин!” тигән сағына тура килдеме, бына ике йылға яҡын ул бер ҡайҙа ла ашыҡмай, үҙе әйтмешләй аяҡ һуҙып ята. Тик былай тик ятыу ҙа ялҡыта икән. Күңелдә бушлыҡ, ҡәнәғәтһеҙлек, бөтмәҫ ғәйеп тойғоһо.  Кешеләрҙең генә түгел, үҙендең-үҙеңә мөнәсәбәтең дә үҙгәрә икән. Һин бер кемгә лә кәрәкмәйһең, һин артыҡ. Ошо кәрәкмәгәнлек тойғоһо бигерәк йәнен үртәй ҡатындың.

Насар эшләмәне Гөлнур Вәғиз ҡыҙы, бар һәләтен ҡулланып, бар күңелен биреп башланы ул хеҙмәт юлын. Ул саҡта бөтөн кешенең дә эше бар, аҡсаһы бар, һауынсы менән механизаторҙың, малсы менән көтөүсенең иң хөрмәтле ваҡыты ине. Яңы институт тамамлап, эшкә килгән  терапевты  райондың баш табибы бик шатланып ҡабул итте. Үҙенең тыуған аулында өр-яңы участка дауалау амбулаторияһы асылырға тора икән. Шунда ҡоҙаланы йәш белгесте. Әлбиттә, райүҙәктә эшләргә уйлап килгән Гөлнурҙы бер аҙ аптыратһа ла, был тәҡдимдән  баш тартманы. Етмәһә,  ауылдаш егеткә кейәүгә сығырға әҙерләнеп йөрөй ине. Буласаҡ ире Айрат: “Хоҙай үҙе һинең өсөн һалдыртҡан был амбулаторияны”,- тип бигерәк ҡыуанды инде ауылда ҡалыуҙарына. Үҙҙәре ремонтлап, эшен бөтөрөп, ҙур яҡты бинала эш башланы Гөлнур Вәғизовна. Унан башҡа процедура кабинетында шәфҡәт туташы, акушерка, физкабинетта фельдшер,  санитарка һәм “Тиҙ ярҙам” машинаһы шоферы алтаулап эш башланылар. Эй, күңелле саҡтар булған бит! Бергәләп аңлашып эшләнеләр ҙә, байрамдарҙа күмәкләп гөрләшеп, ял итә лә белделәр: ҡырға сыҡтылар, балыҡтан уха бешерҙеләр, һыу төштөләр, төрлө ярыштар үткәрҙеләр. Гелән шулай булыр төҫлө ине. Көтмәгәндә ҡыҫҡартыуҙар башланды, алты кешенән торған коллективта өсәү генә тороп ҡалды. Табип ставкаһы ҡыҫҡартылғас, фельдшер эшенә күнде Гөлнур Вәғизовна. “Тиҙ ярҙам” машинаһына  физиотерапия кабинеты бөтөн йыһазы менән тейәп алып кителде, ҡайҙа иткәндәрҙер, кем белһен.  Водитель, акушерка, физкабинет хужабикәһе ҡыҫҡартыуға эләкте. Ҙур, заманса бинаның бер мөйөшөн генә медпунктҡа ҡалдырып, ҡалғанын шәхси эшҡыуарҙарға һатыу нөктәһе итеп бирҙеләр. Күнегелгән коллективтан тороп ҡалыу ҡыйынлығын  эш менән баҫты Гөлнур. Ярҙамсыһы – процедура кабинеты шәфҡәт туташы, тәжрибәле, өлкәнәйеп барған Тәнзилә апай менән килешеп кенә бер һүҙле генә булып эшлә лә һуң. Үҙен әллә нисек тота башланы уныһы. Табип сағында Гөлнур Вәғизовна, тип күҙенә генә ҡарап торған кеше, ябай фельдшерға баш эйергә теләмәне, ахыры. Исемен дә Вәғизовнаһын төшөрөп, Гөлнурға ҡалдырҙы,  йылмайып ҡына торған күҙҙәре уҫалланды, эшкә илке-һалҡы йөрөй башланы.  Быға әллә ни иғтибар итмәне Гөлнур, үҙе ҡыҫҡартыуға эләкмәүенә һөйөнөп кенә йөрөһә ни була, тип уйланы ла онотто.  Әллә ни яҡынлашмай ҙа, тәмһеҙләшмәй ҙә эшлекле мөнәсәбәттә генә дауам итте уларҙың хеҙмәттәшлеге.

Ә күңелһеҙлектән ниҙән башланды һуң?

     … Бер көн эшкә район дауаханаһының баш табибы шылтыратты. Иҫәнләшеүенең үтә ҡоролоғонан уның кәйефе юҡлығы һиҙелеп ҡалды.

- Ни эш бөтөрәһегеҙ унда, Гөлнур Вәғизовна? – тип ҡырт ҡына һораны.

- Әлләсе, көндәлек эш инде, дауалайбыҙ,- тине Гөлнур тыныс ҡына.

- Дауаламайһығыҙ икән шул. Бында һеҙҙең өҫтән ялыу бар. Эшкә һуңлап йөрөйһөгөҙ, төштән һуң ҡайһы саҡ бөтөнләй медпунктҡа килмәйһегеҙ икән.

- Ғәфү итегеҙ, ә кем яҙған һуң?- Гөлнур тауышының ҡалтырауын һиҙҙермәҫкә тырышты.

- Кемлеге мөһим түгел, ә сигнал мөһим. Дөрөҫмө шул хәбәр?

- Юҡ, мин был һүҙҙәр менән килешмәйем. Эшкә һуңлағаным юҡ. Бәлки бер - ике тапҡыр…

- Ана шул бер-икенән башлана ла инде.

- Тыңлап бөтмәнегеҙ. Мин эшкә килгәндә юлда осрап, “вызов”ҡа саҡырған ергә барырға тура килгеләне. Беренсе ярҙам күрһәтмәйенсә, эшкә китә алмайым да инде.

- Шылтыратып иҫкәртергә мөмкиндер бит? Ярай, кешеләр менән һөйләшербеҙ, тикшерербеҙ. Шулай ҙа бынан ары, Гөлнур Вәғизовна, эшкә ваҡытында килегеҙ, ваҡытында ҡайтығыҙ. Кеше теленә инеп, өҫтөгөҙгә яла алып йөрөмәгеҙ.

… Баш табип менән һөйләшеү шаңҡытҡайны Гөлнурҙы, әммә был  күренмәйсә иғлан ителгән һуғыштың башы ғына икәнлеге ике ятып бер төшөнә инһәсе. Кем ялыу яҙыуы мөмкин? Ауылдаштарын яҡшы белә, һәммә “вызов”ҡа бара, ҡулынан килгән ярҙамын күрһәтә, бик ауыр осраҡта ҡайҙан да булһа машина табып, район дауаханаһына оҙатып ҡуя. Эшкә сыҡмай ҡалғаны юҡ, хатта көнөн генә түгел, ете төн уртаһында ауылдың бер осонан икенсеһенә ярҙамға йүгерә. Ҡар-буран, ямғыр-фәлән, үҙем сырхайым, балам өйҙә яңғыҙы тип тормай, ҡараңғы төндө йырып, саҡырылған ергә барып етә. Кемдең юлына арҡыры төштө һуң? Рәхмәттәренә ҡушып, доғаларын уҡып китеүсе әбей-бабайҙарҙың эше түгелдер. Ҡыҫҡартыуға эләккән фельдшер йә акушер тиер ине, улары ҡалаға эшкә сығып китте, китеүҙәренә һис тә үкенмәй, матур итеп эшләп йөрөйҙәр. Кем уның баҡсаһына таш ата, ни өсөн?

    Икенсе юлы уларҙы ауыл советы сессияһында ҡыҙған табаға баҫтырҙылар. Тәүге һорауҙар ҡаралып бөткәс, өсөнсө һорау “Амбулаторияның эше” тип иғлан итте башлыҡ. Ул уратып-суратып торманы, хәлдәрен-проблемаларын һорашманы. Ҡулындағы конвертты елпеп-елпеп, тантаналы иғлан итте:

-Амбулатория хеҙмәткәрҙәренә, атап әйткәндә Гөлнур Вәғизовнаға ялыу яҙғандар. Кисә сессияла баш табип урында тикшерергә,  сара күрергә ҡушып биреп ҡайтарҙы.  “Башланды,- тип көрһөндө эстән Гөлнур, тағы ла бер балыҡ башы. Был юлы нимәгә зарландылар икән? Эшкә һуңлағаным юҡ, вызовты, тәүге ярҙамды, прививкаларҙы ҡалдырмайым. Әллә кеше тырышып эшләгән һайын, насарыраҡ күренәме? Ана,  уның коллегаһы Тәнзилә апай илке-һалҡы, теләр-теләмәҫ кенә йөрөһә лә, бер кем күрмәй, өҫтөнән ялыу яҙмай…”.         

      Уйҙарына бирелеп, ялыу хатының башын ишетмәй ҡалған икән. “Иремә уколды дөрөҫ һалмаған, венанан ситкә ебәргән һәм ҡулы әҙәм ҡарағыһыҙ булып шешеп китте. Урамда күреп, шул хаҡта әйттем һәм өйгә килеп, иремдең ҡулын ҡарарға,  перевязка  яһарға саҡырҙым. Әммә Гөлнур Вәғизовна өйгә килеүҙән баш тартты. Иремдең хәле менән ҡыҙыҡһынманы.”  

    Кабинетта тынлыҡ. Бер кем дә башлап һүҙ әйтергә ҡыймай. Гөлнур тап шундай киҫкен  мәлдә үҙе лә һиҙмәҫтән йылмайырға күнеккән. Әллә мәғәнәһеҙ кеше тикшереүгә, әрләшеүгә “һаҡлаусы реакцияһы” эшләй башлаймы? Әле лә ирен сите менән көлөмһөрәне. Уның һәр хәрәкәтен күҙәтеп ултырған икән ялыусы ҡатын, һикереп торҙо.

  -Ана, күрәһегеҙме, көлөп ултыра. Кешене инвалид яһауы уға көлкө инде. Беҙ, бахыр, уҡымаған ауылдыҡыларҙы кем эшкә һанаһын, үлеп ятһа ла иҫе  китмәҫ. 

Ауыл хакимиәте  башлығы Гөлнурға төбәлде - ни әйтер? Тик Гөлнур урынынан ҡуҙғалманы.

-Гөлнур Вәғизовна, һеҙгә һүҙ бирәбеҙ. Ысынлап та булдымы шундай хәл? Ни өсөн улай килеп сыҡты? Ҙурға ебәрмәй, үҙ -  ара килешеп булмай инеме ни?

Гөлнур теләр-теләмәҫ кенә урынынан ҡалҡынды.

-Беренсенән, хөрмәтле башлыҡ, бындай хатты сессияға сығармаҫҡа кәрәк ине. Барыбыҙ ҙа эш кешеләре, күпме кешене эштән айырып, ялыу тикшереп ултырыуы килешмәй. Мине һәм ялыу авторын ғына саҡыртып һөйләшеп тә хәл итергә мөмкин түгелме?.

-Шулаймы ни? – Баяғы ҡатын тағы һикереп торҙо.- Ә-ә, оялаһыңмы? Кеше алдында маҡталып ҡына, башыңды юғары тотоп  өйрәнгән кешегә, әрләнеп тороуы ояттыр. Ә һин ҡылған ҡылығыңа яуап бир. Юрамал ҡулһыҙ ҡалдырырға уйланыңмы минең ирҙе?!

       Бындай уҡ хаяһыҙлыҡты көтмәгән Гөлнур бер аҙға юғалып ҡалды.

-Мин бындай тонда һөйләшергә, түбәнселеккә төшөргә теләмәйем,- тине ултырған еренән генә.

-Әлбиттә, баҫып тороп яуап бирергә ҡурҡаһың. Фәлән Фәләнович, - тип өндәште ул башлыҡҡа,- Беҙҙә ундай тәрбиәһеҙ, белемһеҙ кеше фельдшер булып эшләргә тейеш түгел. Беҙҙең һәм балаларыбыҙҙың ғүмере өсөн ундай яуапһыҙ кеше нисек яуап бирһен?!  Беҙ уға ышанмайбыҙ!

    Инде быныһын Гөлнур яуапһыҙ ҡалдыра алманы. Сүп өҫтөнә сүп өйә башланы, башынан аша күмеп ҡуймаҫ тимә.

- Хөрмәтле ауылдаштар, минең бер ниндәй ҙә ғәйебем юҡ. Эйе, ысынлап та булды ундай хәл. Ире, оҙаҡ эсеүҙән интоксикацияланып, йәғни ағыуланып, башын күтәрә алмай ауырып ятҡанда, беҙ уға ярҙам күрһәттек. Ныҡ ауырый ине, урынында ултырып та түҙә алмай, тәгәрәп йөрөй тиһәң дә була. Венаһына укол ҡаҙағанда ла тик кенә ултырмай ҡуҙғалып, энәне шылдырҙы һәм, бер аҙ дарыу ситкә китте. Эйе, ирҙең ҡулы саҡ ҡына шеште, әммә уның бер  ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ. Һәр хәлдә бындай ғына яңылышлыҡтар һәр табип йә шәфҡәт туташы менән булырға мөмкин,- Гөлнур Вәғизовна бар түҙемлеген йыйып, яйлап ҡына әйтте быларҙы.

-Ә һин башҡаларҙы ҡыҫтырма, бында һине тикшерәбеҙ. Һәр беребеҙҙе шулай яңылыш дауалаһаң, беҙгә һинең хәжәтең юҡ. Эшһеҙ ятҡан медиктар ауыл тулы.     

     Ҡатындың яһиллығы сигенә сыҡты. Бында күпме депутат ултыра, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, колхозсылар. Һәр береһенең дә дауаланғаны,  ярҙамға саҡырғаны булды. Хәҙер береһе был иҫәрҙең ауыҙын ябыр. Бер яңылышлыҡ ҡаршыһында уның күпме изгелеге тора! Һәр береһенең тиерлек сирле балаларының янында төн йоҡоһон ҡалдырып ултырғаны бар ҙа баһа. Кемеһелер башлаһа, яу булып яҡлап сығырҙар, тип өмөтләнде Гөлнур. Ләкин бер кем дә өндәшмәне, баштарын баҫып тик  ултырҙылар.

  -Мине пациенттарым көтә, - Гөлнур тамағына тығылған төйөрҙө ары шылдырырға маташып, башлыҡ кабинетынан сығып китте. Ялыусының:

 -Күрҙегеҙме, берегеҙҙе лә эшкә һанамай,- тип сарбайлаған тауыш ишеккә ҡаҡлығып ҡалды.

   “Ит изгелек- көт яуызлыҡ, тигәндәре ошолор, ахыры. Башҡаса был ҡатынға ярҙам һорап саҡырһа ла бармайым. Ана, маҡтаған Тәнзилә апайҙары йөрөһөн. Мин ялҡау, эш мәнеһе белмәйем, кабинетта ҡағыҙ тултырып тик ултырырмын. Теге тапҡыр ялыу яҙған кеше лә ошо ҡатынмы әллә? Ни зыяным тейҙе икән? Ҡасан мин уның юлын ҡыйҙым? Хатта һөйләшкән, аралашҡан кешем дә түгел бит әле. Хәйер, бигерәк яуыз, ғәйбәтсе, алама тип ишеткәне бар ине, үҙе менән күрешмәгәс, уның хаҡында бер ҡасан да  насар уйламаны.  Бына, кешене белер өсөн бер бот тоҙ ашарға кәрәк, тигән булалар, бер осрашыу ҙа етә икән дә баһа. Ундайҙар менән һағыраҡ булыуың хәйерле”.

“Ни өсөн үсләшә был ҡатын?” Ошо уй тынғылыҡ бирмәне Гөлнурға. Өйгә ҡайтҡас та, тамаҡ әҙерләһенме, балаларының дәрестәрен ҡараштырһынмы, мейеһен быраулаған һорауҙарҙан арына алманы. Ире лә һиҙҙе ҡатынының  халәтен. Йоҡларға ятҡас, Гөлнурҙың башын беләктәренә һалып, сәстәренән үпте.

-Йә, һөйлә, нимә борсой, ниңә минең кәләшкәйемдең кәйефе юҡ? -Үҙе менән булған бөтөн нәмәне иренә һөйләй торған ғәҙәте юҡ Гөлнурҙың, эштәге проблемаларҙы өйөнә алып ҡатҡыһы килмәй. Өй - уның өсөн тыныслыҡ, шатлыҡ утрауы, рухи ҡәлғәһе. Шулай ҙа  ҡай саҡ  Айраты менән һөйләшһә, уйҙары менән, икеләнеүҙәре менән уртаҡлашһа, һорауҙарына яуап таба, күңеле лә урынына ултыра торған. Бөгөн дә ҡыҫҡаса ғына хәлен һөйләне, үҙенә тынғы бирмәгән һорауҙы иренә бирҙе.

- Ни өсөн?  Ниндәй насарлығым тейҙе минең?

    Ире Айрат саҡ ҡына уйланғандай итте. Нимә әйтергә белмәйме, әллә әйтергә теләп тә ҡыймаймы? Гөлнур башын бороп уның күҙҙәренә ҡараны. Ире  икеләнгәндәй иренен тешләп, ситкә ҡарап ята бирҙе лә, ҡатынының иңбашынан һөйөп ҡуйҙы.

- Аптырама, һинән түгел, минән үс ала ул.

Гөлнур ҡымшанманы ла:

- Йыуатма. Һинең уға ниндәй ҡатнашың бар?

- Әле юҡ та. Элек… Һинең менән дуҫлаша башлағанға тиклем үк мин уның менән аҙыраҡ осрашҡылағайным.

Гөлнур тороп ултырҙы:

- Айрат! Бына ошо урындан ентекләберәк һөйлә әле. Нисәмә йыл йәшәп, беҙҙең шкафта һөлдә торғанын шәйләмәгәнмен дә!

    Ҡатынының ярым шаяртып һөйләшеүен, асыуланмауын күреп, Айрат йәшермәй йәшлек йүләрлеге хаҡында һөйләп ташланы. Ниндәйҙер байрамда, баяғы ҡатындың, ул ваҡытта йәш кенә ҡыҙҙың, ауылында йәштәр менән бергә булғандар ҙа, бер ни уйламай Айрат уны өйөнә оҙатып ҡуйған. Ике-өс көн үтеүгә, тегеһе Айрат эштән ҡайтыуға өйөндә көтә, имеш. Айрат аптырап киткән, ә теге ҡыҙ уның  әсәһе менән дуҫлашып та алған. Өй эшендә ярҙамлашып, һин дә мин үҙ кешеләй йөрөп ята.  Айрат кискә ҡыҙҙы мотоцикл менән  ауылына алып барып ҡуйған. Унан һуң да бер нисә килеп киткеләгән әле теге.  Әсәһенә был тәтелдәк  оҡшап ҡалған, килен итәм, тип ысҡындырған. Ҡыҙ ҡыуанып киткән. Әммә йөрәгендә уға ҡарата хисе булмағас, Айрат уның менән һөйләшкән дә, башҡаса килеп йөрөмәүен үтенгән. Шунан үсләшеп  киткән теге йәбешкәк. Төрлө имеш- мимеш таратҡан, йәнәһе бергә төн үткәргәндәр, фәлән дә төгән. Үҙҙәренең ауылына кейәүгә сығып, тынсып йәшәп киткән  булған, тик бына уларҙың ауылына күсеп килгәс, Айратты күргән һайын төрттөрөп, теләһә ни һөйләп йәнен ҡыя, имеш. Йәнәһе, Айрат арҡаһында бер эскесегә кейәүгә сығып, әрәм булған икән.  Үҙен генә әрләр-әрләр ҙә тынсыр әле, тип уйлап ҡатынына әйтмәгән Айрат. Әммә бының менән генә ҡуймаясаҡ икән яһил ҡатын. “Мин дә һинең тормошоңдо емерәсәкмен. Минең ише һин дә бәхетһеҙ бул. Ышандырып йөрөп –йөрөп ташланың. Һинән ҡалғанды кем алһын, ошо эскесенән башҡа?!” –тигән. Әллә егеттәр менән шул ҡәҙәр күп йөрөп, кемеһе менән ҡунғанын да онотҡан, әллә  бәхетһеҙ тормошо өсөн кемде ғәйепләргә белмәй яфалана.

     Был төндө оҙаҡ  һөйләштеп ятты ир менән ҡатын. Айратын бер ниҙә лә ғәйепләмәй Гөлнур: йөрөһә лә йөрөгәндер, йәш саҡта кем кемгә ғишыҡ тотмаған? Тик шул рәүешле үс алыуҙы ғына аңлап етмәй. Эскән ир менә йәшәү, әлбиттә, бер кемде лә бәхетле итмәҫ. Әммә уның өсөн кемдәндер ғәйеп эҙләү, үсләшеү, тәмһеҙләшеү-йәмһеҙләшеү кәрәкме ни? Алама тормошоңдо нимә менәндер биҙәргә, йәмләргә тырышыу артыҡ түгелме? Эй, әҙәм балаһының алаһы ла, ҡолаһы ла бар, һәммәһе бер төрлө генә уйламай шул.  Бәлки ошолай кешене кәмһетеүҙән, түбәнһетеүҙән үҙенә йәм, күңеленә тыныслыҡ табалыр. Тормошта үҙ урынын тапмаған, үҙен раҫлай алмаған әҙәмдәр  ошолай йәшәүҙән йыуаныс таба, башҡаларҙы таплап, тапап, күңелен күтәрә торғандыр, моғайын…

    Ҡатындың үсләшеүенең серен белгәс, нисектер тынысланды Гөлнур, хатта бәхетһеҙ ҡатынды йәлләп, ҡулынан килгәнсе хәленә инергә, һөйөнөсһөҙ тормошонда ярҙамсы, кәңәшсе булырға кәрәк тип үҙенә нығытып та ҡуйҙы.  Тыныс ҡына эшләп, бер нисә көн үтеүгә, ахмайылға төшөп баяғы “көндәше” килеп инде.

- Балам, балам үлде! Һин генә ҡарғағанһың, иремде үлтерә алмағас, балама көсөң етте инде, убыр, сихырсы!- тип амбулатория тупһаһынан илай-илай ҡысҡыра башланы.

 - Тәнзилә апай, әйҙә, икәүләп йүгерҙек! Бәлки,  терелер, ҡотҡарып өлгөрөрбөҙ!-

 Гөлнур йәһәт кенә “тиҙ ярҙам” сумаҙанын эләктерҙе лә, ҡатынды көтөп тә тормай, “көндәше”нең артабанғы ҡарғышын ишетмәй ҙә, уның өйөнә табан йүгерҙе. Һөйләнә-ҡарғана артынан эйәргән ҡатын менән Тәнзилә апайға иғтибар ҙа итмәне. Тиҙерәк, ҡотҡарып өлгөрөргә! Юҡ, ҡатындың үс алыуынан, судҡа биреүенән, эштән ебәреүҙәренән ҡурҡмай ул, бары бала ғына тере ҡалһын. Әсә-атаһы ниндәй генә булмаһын, ҡыҙыҡай тере ҡалырға тейеш.  Эйәртенешеп өйгә килеп инделәр. Өйҙә ярым ҡараңғы, бола. Түр яҡта карауат өҫтөндә ете – һигеҙ йәштәрҙәге ҡыҙыҡай һуҙылған. Ятыуы ысынлап та үлгән кешенекенә оҡшаған. Гөлнур Вәғиз ҡыҙы ҡулын йыуырға ла онотоп балаға ынтылды, тиҙ генә муйынынан пульсын һәрмәне. Аллаға шөкөр, йөрәк тибә. Яй ғына, һиҙелер-һиҙелмәҫ, әммә тибә. Табип тынысланды, баланың эргәһенә ултырҙы. Ҡан баҫымын үлсәне.

-Эпилепсия түгелме икән? – Ул һораулы ҡарашын Тәнзилә апайға төбәне, уныһы яурын һикертеп, ҡыҙ эргәһенә сүгәләне, пульсын ҡапшаны.

- Ҡасандан иҫтән яҙҙы? Нисек булды? Ҡолап киттеме? Әллә берәй нәмәгә бәрелдеме? – тип ҡатынды һорауҙарға күмеп ташланы Гөлнур.

- Әллә, ваҡытын кем белгән. “Әсәй, миңә ҡыйын”,-  тине лә, күҙҙәрен йомдо ла ҡуйҙы. Балам үлде, тип күтәреп тик йөрөнөм. Бәлки, күҙен асыр тиһәм, асмай. Шунан һеҙгә йүгерҙем. Тереме? - Ҡатын Гөлнур Вәғиз ҡыҙына текәлде. Аптырарлыҡ, әммә уның күҙендә ҡайғы, юғалып ҡалыу түгел, ә бөткөһөҙ нәфрәт ине. – Үлеп кенә ҡараһын, үлтереп кенә ҡарағыҙ, башығыҙҙы төрмәлә серетермен. Иремдең башына етә алмағас, балама көсөң еттеме?!

   Гөлнур алйый башлаған ҡатындың һүҙҙәренә иғтибар итмәне, ҡыҙҙың башын ситкә бороп, теленә балғалаҡ ҡыҫтырҙы, венаһына укол ҡаҙаны.

-Тиҙ генә машина табығыҙ, район дауаханаһына илтәбеҙ, - тип ҡушты ул аптыранып торған Тәнзилә апай менән һаман да әрләүен- битәрләүен  ҡуймаған әсәгә.

… Бәхеткә күрә, ҡыҙсыҡ имен ҡалды,  ярҙам иткәне, ҡотҡарғаны өсөн ҡыуанып бөтә алманы Гөлнур. Инде ҡатындың үсе бөтөр, уны ла, Айратты ла ғәфү итер, тынсыр тип өмөтләнде. Бала һаулығы, бала шатлығы күңелендәге нәфрәтте иретер, йомшартыр тип өмөтләнде. Эй, бер ҡатлылыҡ! Кеше күңеле - ҡара урман икәнен һаман  аңламай шул Гөлнур Вәғизовна.

… Район үҙәгендә табиптар һәм шәфҡәт туташтары өсөн кәңәшмәләр, семинарҙар йыш үткәрелә. Медицина алға бара, һәр яңылыҡты, һәр барлыҡҡа килгән нормативтар, дарыу-уколдар, яңы ысулдар хаҡында һөйләшәләр, йәш белгестәрҙе өйрәтәләр. тәжрибә уртаҡлашалар. Шуға күрә семинарҙы  һәр саҡ көтөп алалар: бер-береһен күреп, аралашып, күп нәмәгә өйрәнеп ҡайталар. Йыш ҡын баш табип, йә начмед семинар һуңында уңышлы эшләгәндәргә рәхмәт әйтә, Маҡтау ҡағыҙҙары  тапшыра. Берәй өлкән коллегаларының юбилейы булһа, кәңәшмәнең  аҙағы банкет менән тамамлана. Ә бөгөн көтөлмәгәнсә тамамланды был сираттағы семинар...

Үҙҙәренең исемен ишетеүгә,  эргәһендәге коллегаһы менән шым ғына һөйләшеп ултырған Гөлнур тертләп китте.

-Һеҙгә әйтәм, Гөлнур Вәғизовна. Рәхим итеп эшегеҙ, коллегагыҙ Тәнзилә Мөлөкөвна хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп китегеҙ әле.

    Бындай сығышты көтмәгән Гөлнур, бер мәлгә генә фекерен төйнәне лә, һүҙ башланы.  Эштә үҙ-ара нисек кенә булмаһын, ул себендән фил яһай торған кеше түгел. Аңлашылмаусанлыҡ булһа, икәүләп хәл итәләр, эште ҙурға ебәрмәйҙәр, шуға күрә ул өлкән коллегаһын тик яҡшы яҡтан маҡтап телгә алды.

- Тәнзилә Мөлөковна бик принципиаль кеше, пунктуаль. Эшкә ваҡытында килә, бер ҡасан да бушҡа һорап, ҡайҙалыр барып, эш ҡалдырып  йөрөмәй. Миңә эш буйынсамы, вызовҡамы китергә кәрәк икән, ул ауырыуҙарҙы ла ҡабул итә, тәүге ярҙам кәрәкһә, ярҙам күрһәтә. Фельдшер юҡ, тип бороп сығармай.  Насарлап бер ни ҙә әйтә алмайым.

-  Рәхмәт, Гөлнур Вәғизовна. Бик объектив баһа бирҙегеҙ. Ысынлап та Тәнзилә Мөлөкөвна беҙҙә утыҙ йылдан ашыу эшләй, бер ҡасан да шелтә алғаны юҡ.  Уның хаҡлы ялға киткәнсе матур итеп эшләп бөтөүен теләйбеҙ.

- Ә хәҙер, Тәнзилә Мөлөковна, һеҙ коллегагыҙға ниндәй баһа бирер инегеҙ?  Бына беҙҙә бер ҡосаҡ ялыу. Бөтөнөһөндә лә Гөлнур Вәғизовнаны телгә алғандар. Ауырыуҙарға иғтибарһыҙ, тупаҫ мөғәмәлә итә, саҡырған ваҡытта өйгә килмәй,  хатта эшкә эсеп, һуҡмыш килгән ваҡыттары ла була икән. Ошолар хаҡында ни әйтерһегеҙ, Тәнзилә Мөлөковна?

  Тәнзилә апай ыҡ-мыҡ итте, бите бурҙаттай ҡыҙарҙы. Төптө ялғанды, нахаҡты  ишеткәс, ғәҙәттәгесә, Гөлнурҙың көлкөһө килде. Ниндәй эсеү! Хәҙер Тәнзилә апай инҡар итеп, дөрөҫөн әйтер, барыһы ла шарҡылдап көлөр ҙә, ошоноң менән аңлашылмаусанлыҡ бөтөр. Бер ағай килгәндә укол ҡаҙап тора ине Гөлнур, әйләнәм тип, спиртлы шешәне ҡолатып ебәрҙе. Саҡ ҡына түгелде инде, ә еҫ таралды.

-О, араҡы еҫе сыға, әллә байрам итәһегеҙме? -  тип шаяртҡайны теге ир.

- Байрам, беҙҙә ни көн дә байрам, спирт эргәлә,- тип бер ни уйламай  яуаплағайны Гөлнур. Шул ваҡиғаны кемдер күпертеп, килтереп еткерер тип кем уйлаған?!

- Нимә әйтәйем мин, барыһын да үҙегеҙ әйтеп бирҙегеҙ, хаттарҙа бөтөнөһө лә яҙылған, - тине лә Тәнзилә апай тиҙерәк аҡ халатлы иптәштәре артына боҫто.

“Нисек инде яҙылған? Тимәк, бөтәһе лә дөрөҫ булып сығамы? Хатта һуҡмыш килеүем дә ысынмы?!” Гөлнур саҡ ҡысҡырып ебәрмәй, Тәнзилә апайҙың күҙҙәренә тура ҡарарға тырышты. Тик тегеһе күтәрелеп ҡараманы.

- Был ялған!- Гөлнур Вәғизовна тыныслығын һыпырып ташлағандай, ярһып китеүен һиҙмәй ҙә ҡалды.- Кешенән күпме көлөргә була?  Ялыуҙың бер һүҙе лә дөрөҫ түгел! Ни өсөн һәр ваҡыт ошаҡсының һүҙе дөрөҫкә сыға, ә бар күңелен һалып эшләгән кешенең эше күренмәй?!  Ә рәхмәт һүҙҙәре юҡмы ни? “Тәҡдимдәр һәм ялыуҙар кенәгәһе”н ҡарағыҙ әле, унда күпме кешенең рәхмәт һүҙҙәре теркәлгән!

    Гөлнурҙың һүҙен ҡеүәтләп, бер нисә танышы урындарынан ғына реплика ташланы:

- Гөлнур Вәғизрвнаға  һүҙ тейҙерерлек түгел,  бик тырыша, булмағанды булдыра.

- Ниңә кешенән көлөргә? Бына тигән эшләй.

- Беҙ уның нисек эшләүен электән беләбеҙ.

Коллегаларың ҡеүәтләүе Гөлнурға көс бирҙе:

- Иптәш баш табип, ә шул ялыу яҙғандарҙың исем-шәрифтәрен әйтә алмаҫһығыҙмы? Минең уйымса, уны тик бер генә кеше яҙған. Бәлки, бөтөнләй анонимдыр. Йә уйлап сығарылған фамилия ҡуйғандыр.

- Юҡ, бер генә фамилия түгел, һәм мин уларҙы әйтергә теләмәйем. Сөнки һеҙ ҡайтып,  талашып, эште тағы ла ҙурға ебәреүегеҙ мөмкин.- Табиптың тауышы ҡәтғи яңғыраны.

  Гөлнур ҙа бирешергә теләмәне: күпме мыҫҡылланырға, таланырға була нахаҡҡа?

-Шулай ҙа мин һеҙҙең бындай тикшереүегеҙгә ҡаршымын. Үҙемде саҡырып әйтергә, әрләргә лә мөмкин ине бит.

- Ялыуҙа дөрөҫ яҙғандар, Гөлнур Вәғизовна, һеҙ ысынлап та тупаҫ һәм ирешергә, даулашырға яратаһығыҙ. Әгәр минең менән һеҙ үҙегеҙҙе шулай тотаһығыҙ икән, ябай ауырыуҙар менән һеҙҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Аҙ ғына компетентлыҡ булырға тейеш кешелә, юғары белемле “фельдшерҙа”.  

   Гөлнур бындай һүҙгә яуап ҡайтарманы. Баш табиптың аҙаҡҡы һүҙҙәрендә нисектер мыҫҡыллау, түбәнһетеү тойолғандай. Тимәк, баш табип уға ышанмай, ялыу артынан ялыу килеүе уның Гөлнурға булған ышанысын ҡаҡшатҡан, үҙ эшен эшләгән. Үҙенең хаҡ икәнлеген артабан нисек раҫлар? Яҡшы эше менән ярамағанды, ҡоро һүҙ менән ярап буламы ни? Гөлнурҙың башы сатнап киткәндәй тойолдо: китергә. Эштән китергә. Уны бигерәк тә Тәнзилә апайҙың үҙен тотошо аптыратты. Ни өсөн ул яҡлап бер ауыҙ һүҙ әйтмәне? Хатта ул да ошонда яҙылған нахаҡ һүҙҙәргә ышанамы? Эсеп килә, тиеүе генә әҙәм көлөрлөк бит. Ә ул, өлкән кеше, ни йөрәге етеп шуға ҡушылып, ризалашып  ултыра? Бәлки, ялыу яҙыусыларҙың береһе лә Тәнилә апайҙыр? Спирттың түгелеүе хаҡында теге ир ҙә, Тәнзилә апай ғына белде бит. Тимәк, уның булыуы бик мөмкин. Тик ниндәй насарлыҡ эшләне уға Гөлнур? Остоҡ ҡына ла ғәйебе юҡ көйөнсә, бындай хыянатты кисерә алмаясаҡ Гөлнур. Бынан ары ул Тәнзилә апай менән нисек эшләр? Нисек уға ышанып эш ҡушыр, һөйләшер? Нисек күҙенә ҡарар? Юҡ, эшләй алмаясаҡ ул бындай түбәнлеккә төшкән кеше менән. Ышанысы бөттө. Уны һаттылар…

   Семинар бөткәс, ул баш табипҡа эйәреп, уның кабинетына үтте лә,  өҫтәлгә ғаризаһын һалды.

- Тәк-тәк, шулайтырһың тип күҙаллағайным да. Тимәк, тәнҡитте ҡабул итмәйбеҙ, гелән маҡтап- һөйөп тороуға ғына күнеккәнбеҙ, ә?

- Ат йөктө яҡшы тартһын өсөн йә һоло бирәләр, йә ҡамсылайҙар. Ни өсөндөр миңә гел һуңғыһы ғына эләгеп тора. Бәлки беренсе вариантты үтәп ҡарарға кәрәк булғандыр?

- Һаман һүҙеңде бирмәйһең, шул үҙһүҙле, үгеҙ күҙле булыуың арҡаһында кеше һүҙенә ҡалаһың бит инде, Гөлнур Вәғизовна. Сабырлыҡ, тотанаҡлыҡ етмәй. Ярай, эштән китәм тиһең икән, мәйелең. Беткә үсегеп, туныңды утҡа яғаһың. Былай ҙа икегеҙҙең берен ебәрергә тура килер ине, ҡыҫҡартыу тураһында әле генә һөйләштек. Ял ит, уйлан, һығымта яһа. Тәнзилә Мөлөковнаға ике - өс йылдан хаҡлы ялға, шунан ҡарарбыҙ. – Баш табип  ғаризаның мөйөшөнә үҙенең  сыбарлы имзаһын ҡуйғас, башын күтәреп, Гөлнурға ҡараны,- Ике аҙнаңды эшләп бөтәһең инде барыбер. Исмаһам, быныһында шау-шыуһыҙ эшләп китерһең, тип ышанам.

    Гөлнур Вәғизовна сығып киткәс, баш табип иркен тын алды. Насар эшләмәүен белә ул был фельдшерҙың, тик шул дыуамаллығы, һүҙенән кире ҡайтмауы менән һарыуҙы ҡайната. Ярай, Тәнзиләһенең урынына ике-өс йылдан кире сыҡһа, майлағандай булыр. Өйҙә ятыу – ул майлы ҡалас ашау түгел, үҙеңде нисек тоторға өйрәтер. Ярай әле семинар алдынан Тәнзилә Мөлөковна менән һөйләшеп ҡуйған, былай булһа уныһы йә яҡлап маташыр ине. “Икегеҙҙең береһен ҡыҫҡартабыҙ,”- тигәс, шымды ла ҡалды. Үҙенә ни кәрәген яҡшы белә, шым йөрөһә лә. Эшкә барымы юҡ-юҡлыҡҡа, үгеҙ үлһә ит, арба ватылһа утын, тигән кеүегерәк йөрөй, уның ҡарауы бер кемгә һүҙ әйтмәй, проблема яһамай. Өлкән кеше шул, партия тәрбиәһе алған.  

 

     …Гөлнурҙың уйҙарын бүлдереп,  ҡыңғырау шылтыраны. Мәктәп эсе уҡыусыларҙың шау-шыуына күмелде. Тәнәфескә сыҡҡан уҡыусыларға яратып ҡараны ҡатын. Малайҙар ҡыуышып, йүгереп уҙҙы. Бер төркөм өлкән класс ҡыҙҙары бәхәсләшеп үтеп китте. Араларынан берәүһе иҫенә төшкәндәй кинәт артына әйләнде лә:

- Һаумыһығыҙ, Гөлнур Вәғизовна!- тип өндәште. Гөлнур йылмайып баш ҡаҡты. Уның ҡыҙы, тәүге ҡыҙы бит ул! Табип булып эшләй башлауының беренсе йылында, өйҙәрендә кендек инәһе булырға, ошо сабыйҙы ҡулына алырға насип иткәйне уға яҙмыш. Бына бит, әсәһе һөйләгәндер, әйләнеп,  иҫәнләшеп үтте. Тимәк, ул кемгәлер әле кәрәк, кемдер уны һанлай, иҫләй, бәлки яраталыр ҙа. Тимәк, йәшәүенең мәғәнәһе бар. Тормош бар тулылығында, шатлыҡ - көйөнөсөндә, һағыш - юғалтыуында, бәлә - ҡазаһы менән  дауам итә. Барыбер йәшәүе күңелле. Сөнки ҡара төндән һуң һис шикһеҙ  алһыу таң ата.  Күңел пәрҙәләрен асып, ҡояш нурын үткәрергә, күрергә, йылынырға кәрәктер, моғайын. Гөлнур Вәғиз ҡыҙы, ихлас күңелдән йылмайып ебәрҙе лә, баяғы ҡыҙыҡайға эсенән генә рәхмәт әйтте. Бәй, аҙашы ла баһа ул ҡыҙ, уның,  кендек инәһенең  хөрмәтенә Гөлнур тип атағандар ине бит.

- Рәхмәт, Гөлнур ҡыҙым, аҙашым!

Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА

 

Автор:
Читайте нас: