-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Октябрь 2022, 17:01

Йомаҡ

Юмореска

Йомаҡ
Йомаҡ

Ҡыҙыу ураҡ осоро . Баш мөхәррир, киләһе һанға репортаж кәрәк, тигәс, фотограф менән районға киттем .

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, килеүҙе маҡсатын белгәс, ҡосаҡлап алды .

- Уборка гөрләп бара, тап беҙгә килеп, бик дөрөҫ эшләгәнһегеҙ . Ана, «Алға» йәмғиәтенең Йомғаҡ бүлексәһендә гектарынан уртаса 50 центнер алалар, шунда барырһығыҙ, тип, арҡанан дөпөлдәтеп һөйҙө .

Был яҡтарҙа бик ихлас кешеләр йәшәй икән . Район үҙәгендәге иң шәп ресторанға барып, ошо төбәк менән беҙҙең гәзит араһында бөрөләнеп килгән дуҫлыҡты затлы коньяк тултырылған бокалдар сыңы менән нығытҡас, замана мичуринсылары янына йүнәлдек . Ҡыуаныслы яңылыҡ был . Иң алдынғы Европа илдәрендә лә күпме ашлама индереп, элиталы орлоҡтар ғына сәсеп бындай уңышҡа һирәктәр генә өлгәшә . Беҙҙекеләр ҙә ҡалышмай икән хәҙер .

- Эйе, уңыш бик мул беҙҙә, - тип дөрөҫләне «Алға» йәмғиәте директоры, ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй . – Йомғаҡ бүлексәһенә барығыҙ әле һеҙ, унда гектарынан урыны-урыны менән 40 центнер алабыҙ .

Директор кабинеты янындағы аулаҡ бүлмәлә инде шаҡтай нығынған дуҫлыҡты рюмкаларға мөлдөрәмә тултырылған элиталы араҡы ярҙамында мәңге ҡаҡшамаҫлыҡ иткәс, артабан киттек . Ауыҙы ҡолағына еткән Йомғаҡ бүлексәһе агрономы беҙҙе шунда уҡ баҫыуға әйҙүкләне .

- Күптән көтә инек прессаны, иғтибарға ла алмайҙар тип үпкәләргә лә сама бар ине . Ә бит беҙҙә лә уңыштар ат ҡолағынан . Бүлексәлә гектарынан 30 центнер биргән баҫыуҙы күрһәтәм хәҙер . Ул киң баҫыуҙа яңғыҙы ғына иген һуҡҡан комбайнды туҡтатты .

- Уңыш шәп быйыл, - тип йылмайҙы өлкән йәштәге комбайнсы, тир бөрсөктәрен һөртә-һөртә . – Утыҙынсы йыл ураҡта ҡатнашам, быйылғы һымаҡ уңышты беренсе тапҡыр күрәм . Урыны-урыны менән гектарынан егермешәр центнер бирә был баҫыу, нисек ҡыуанмайһың...

Фотограф егеттең, бынан алдараҡ «төшөрөү» шауҡымынан бәүелеп торһа ла, комбайнсыны иген баҫыуында тубыҡландырып төшөрөргә башы етте . Иҫ киткес кадр булды был - иген башаҡтары хеҙмәт алдынғыһының эйәгенә етеп тора . Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фотографтың ижади эҙләнеүҙәренең дауамын күрә алманым, агрономдың «үҙе өсөн генә эшләгән» ҡаты көмөшкәһе һалынған стаканды быуаттар дауамында йәшәйәсәк дуҫлығыбыҙ хаҡына сираттағы тапҡыр күтәргән ыңғайы ҡыуаҡ төбөнә тәгәрәгәнмен .

Бына әле үҙем, бөтә булған йылы һүҙ запасын ҡулланып, райондағы, “Алға”лағы йән дуҫтарымды маҡтап-данлап гәзиткә мәҡәлә яҙып ултырам, үҙем уйланам: Йомғаҡ бүлексәһендә гектарынан 50 центнер алалармы, әллә 20-ме ? Йомғаҡтағы уңыш баш етмәҫлек йомаҡ булды әле .

Марат ӘМИНЕВ.  

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: