+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Октябрь 2022, 14:56

БЕР ЭШ КӨНӨ. Булған хәл

Ошо балалар... Атаһы менән әсәһе ниндәй генә булмаһын, барыбер яраталар бит! Ас йөрөһөндәрме, яланғас йөрөһөндәрме, туҡмалып торһондармы, барыбер уларға ынтылалар! Бала күңелен аңлап бөтөп булмаҫ.

БЕР ЭШ КӨНӨ. Булған хәл
БЕР ЭШ КӨНӨ. Булған хәл

Кисә Мәҡсүт ауылы урта мәктәбенән хәбәр алдыҡ: “Фәнил Ибраһимов, 12 йәш. Атаһы ла, әсәһе лә туҡтамай эсә. Малай өйөндә йәшәмәй”. Бөгөн төшкә ҡарай йыйындыҡ та, мин, полиция хеҙмәткәре Игорь Алексеевич район үҙәгенән Мәҡсүт ауылына юлландыҡ. Бәләкәй генә ауылда Ибраһимовтарҙың йортон табыуы ҡыйын булманы.

Ҡәҙимге ҙур һәм бейек йорттоң баҡса кәртәләре бер аҙ ҡыйшайған. Өй эзбис менән аҡланған. Күрәһең, күптән. Ҡайһы бер урында эзбис ҡойолоп төшкән дә хәҙер балсығы ғына һарғайып тора. Тәҙрәләренә ҡараным. Йорттоң тәҙрәһе күпте һөйләй ул. Ҡайһы берәүҙәр уны өйгә ҡояш нуры үтмәҫлек итеп шаулап сәскә атҡан гөлдәр менән күмә. Күңелендәге, өйҙәрендәге бушлыҡты шулай ҡапларға маташалар, ахыры. Берәүҙәр, бар донъяны күрә алмағандай, ҡорғандарын ябып ҡуя. Ҡайһыныҡы, ҡаршымдағы өйҙөкө кеүек, буп-буш. Бер генә селтәр  моңһоу аҫылынып тора. Әйтерһең, был аҡ байраҡ: “Эй, һин, үтеп барыусы! Беҙ еңелдек был тормоштан!” — тип оран һала.  Ә ул сепрәк артында — ҡараңғылыҡ. Ниндәй ҡотһоҙ йорт! Бөгөн тағы бер яҙмыш боҙолор инде.

Ҡапҡаға тиклем юл көрәлмәгән. Кемдеңдер көрт кисеп атлаған юлы ғына бар. Шул эҙҙәр буйлап инеп киттек. Эт булып ҡуйһа тип, Игорь Алексеевич алдан төштө. Бындай йорттарҙа эт булмай, ҡурҡытмай. Хужаларға эт ҡайғыһы юҡ. Ишек алдары ла иркен. Бар ерҙә ҡар. Бәҙрәфтән өйгә тиклем генә һуҡмаҡ тапалған.

Ингәс тә танауҙы һаҫыҡ еҫ ярҙы. Өй һыуыҡ һәм ҡараңғы. Ишек яңағына туҡылдаттыҡ. Яуап юҡ. Нығыраҡ туҡылдаттыҡ.

— Кем ул? — Бүлмәнән йоҡомһораған ҡатын тауышы ишетелде. Аяҡ кейемдәрен сисмәй шул яҡҡа үттек. Карауаттан әллә ниндәй сепрәктәргә уранған ҡатын тороп ултырҙы.

 — Һаумыһығыҙ! — тинем. — Беҙ опеканан. Һеҙ  Луиза Ибраһимова, Фәнилдең әсәһеме?

— Әпкитәм тиһегеҙме?  — Ҡатын шешенгән күҙҙәрен ышҡыны.

— Һеҙ әсәһеме?  —  Ҡабатлап һораным.

— Эйе, эйе.  — Ҡәнәғәтһеҙ яуап бирҙе.

— Фәнилдең документтарын бирегеҙ әле, зинһар. —  Өҫтәл янында ултырғыс табып, ултырып алдым.

— Нимәгә ул? —  Әсә урынынан ҡыбырларға ашыҡмай.

— Һеҙгә килеп ҡайттың тигән ҡағыҙҙарҙы тултырырға кәрәк, — тине Игорь Алексеевич. — Беҙ ҡабаланабыҙ.

Луиза тороп, тәүҙә өҫтәл тартмаһында, шунан башҡа шкафтарында ҡутарына торғас, кәрәкле документтарҙы минең алға алып ырғытты. Өй буйлап күҙ йүгертәм. Һәр ваҡыттағыса: сепрәк-сапраҡ өйөлгән диван, шундай уҡ карауат, аҫтына шешәләр тулған өҫтәл. Һыуыҡ өйҙә лә еҫ булыуын әйтеп бир! Луизаны күҙәтәм. Карауаты эргәһендә торған шешә-банкаларҙы аяғы менән шылдырып, төпкәрәк этте. Үҙе туҡтауһыҙ иренен ялап, төкөрөк йота. Һыуһағандыр.

— Ошаҡланылармы әллә? — тип ҡыҙыҡһынды Луиза, беҙгә тексәйеп. 

— Әйткәндәй, ирегеҙ хәҙер ҡайҙа?

— Фәнзилме? — Ҡатын танауын тырнап ҡуйҙы. — Ул ней, калымға сығып китте.

— Ә Фәнил әле ҡайҙа?

— Мәктәптә инде, — тип, Луиза кире карауатына ултырып алды.

— Бөгөн нисә дәресе бар? Ҡасан ҡайта?

Ҡатын тиҙ генә стенала элеүле торған сәғәткә ҡараны. Уныһы туҡтаған.

— Шул... Әбидкә ҡайта инде. Хәҙер инде...

— Балағыҙ хәҙер ҡайтҡас, ниңә һуң өйҙә һыуыҡ? — Уның күҙ ҙә йоммай алдауын күреп торам. — Бала йылы йортта йәшәргә тейеш.

— Хәҙер мейес тоҡандырам тигәйнем. Һеҙ килеп индегеҙ.

— Утын яғаһығыҙ инде. Утынығыҙ бармы? Әйҙәгеҙ, сыҡтыҡ. Күрһәтерһегеҙ, — тип ишек яғына атланым. Луиза ла аптырап торманы, алып сығып китте. Бәҙрәф эргәһенә еткәс, бер өйөм һыныҡ рәшәткәләргә төртөп күрһәтте.

— Бына ошоларҙы ботарлап яғам. — Ауыҙынан килгән һаҫыҡ еҫкә үҙем һиҙмәҫтән артҡа атланым. Быны һиҙеп ҡалған Луиза баштан аяҡҡа тиклем ҡараш ташлап, ирен ҡыры менән мыҫҡыллы йылмайып, әйләнеп өйгә табан атланы.

— Ярай. Туҡланыу яғы нисек? Аҙыҡ-түлек бармы? Итегеҙ бармы? Балаға яҡшы туҡланыу мотлаҡ. — Һорау алыуымды дауам итәм.

— Ит бар. — Башта, ҡурҡынҡырап торһа ла, хәҙер ҡатыраҡ һәм ҡәнәғәтһеҙ һөйләшергә тотондо. — Уны күршеләргә индереп һалдым. Һыуытҡыс боҙолдо. 

Беләбеҙ ниндәй ит ниндәй күршелә ятҡанын. Улар беҙҙе түгел, үҙҙәрен алдағанын аңламаймы икән?

— Тағы һорауҙарығыҙ бармы? Күп ултырһағыҙ, бәлтәләрегеҙгә һаҫыҡ еҫ һеңер, — тип миңә төрттөрҙө.

Өндәшеп торманым. Йәһәт кенә өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙҙарымды йыйып алдым. Фәнилдекен дә ҡуша папкама һалдым. Минең һәр хәрәкәтте күҙәтеп ултырған Луиза, карауатынан ырғып торҙо:

— Ә документтарын кире бирмәйһегеҙме? — тип ҡулын һуҙҙы.

— Беҙ хәҙер мәктәпкә барабыҙ. Шунда ҡалдырып китәбеҙ, — тип сығыу яғына ҡараныҡ.

— Атыу Фәнилде әпкитәһегеҙме? — Артыбыҙҙан Луиза ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе. Беҙ ишек эргәһендә туҡтаныҡ. — Эйе! Әйҙә әпкитегеҙ! Хөкүмәткә тип таптым бит! Һеҙ шул инде! Ала ғына беләһегеҙ! — Яҫтығы аҫтынан шешә сығырып, төбөндәге шыйыҡсаны йотоп ҡуйҙы. — Шул баланы ҡарарға аҡса бир тиһәң, ҡуҡыш! Эш бир тиһәң, ҡуҡыш! Ауыҙҙыңа һейәйемдәр! Талап бөттөгөҙ бит инде! Алығыҙ! Инде малайҙы ла алығыҙ! Хөкүмәттең эше шул! Талау! Беҙҙең кеүек бахырҙарға бер нәмә эләгер тиһегеҙме...

Бахырбыҙ, ти. Кем һине ул хәлгә төшөрҙө икән? Шул йәшкә етеп ошоно аңланым: бахыр булыуҙы кеше үҙе генә һайлай. Был мәғәнәһеҙ хәбәрҙе тыңлап тороп булмай, сығып киттек...

Мәктәпкә барып ингәндә, беҙҙең кәйеф тамам ҡырылғайны. Нимә менән бөтөүе билдәле. Әллә нисә йыл эшләһәң дә, быға өйрәнеп бөтөп, тыныс ҡына ҡалып булмай. Йоҡо алдынан машинаның бер мөйөшөнә ултырғас, шиңеп, бәләкәсәйеп киткән,  йәштәре аҡҡан бала ҡабат-ҡабат күҙ алдыңа килеп баҫа.

— Фәнил үҙе ипле генә ул. — Мәктәп директоры кабинетында һүҙ башланы. — Тик шул атаһы ла, әсәһе лә эсә лә ҡуя. Берәр аҙнаға туҡтайҙар ҙа яңынан башлайҙар. Һеҙ килеп, бәлки, һөйләшһәгеҙ, аҡыл керер. Силсәвитте лә, беҙҙе лә һанға һуҡмайҙар. Һуңғы айҙарҙа бөтөнләй туҡтамай эсәләр. Фәнил уҡыу башынан тиерлек бер үк кейемдә йөрөй. Таҙалыҡҡа таҙа ул, тик былтырҙан бирле әйберҙәр алып биреүсеһе лә булмаған. — Директор беҙҙе саҡыртыуын аңлатып китте.

— Фәнил, һеҙ алдан хәбәр иткәнегеҙсә, өйөндә булғанға оҡшамаған. Ҡайҙа йәшәй ул, белмәйһегеҙме?

— Ул Фәрзәнә инәйҙәрҙә йәшәй, — тине беҙҙең менән һөйләшеүгә ингән класс етәксеһе.

— Фәнилгә кем була?

— Бер кем дә. Фәрзәнә инәй менән Хәмит олатайҙың балалары юҡ, шулай етемдәрҙе үҙҙәренә индереп, ҡарайҙар. Һәйбәт кешеләр. Электән шулай иттеләр. Ауылдың бөтә эскеселәренең балалары уларҙа үҫте тиергә лә була.  Фәнилде лә индереп алды Фәрзәнә апай. Өҫ-башы таҙа, туҡ. Шулай ҙа кеше балаһын ҡарап, кейендерергә пенсиялары етенкерәмәй инде.

— Аңлашылды.  Беҙ Фәнилде алып китәбеҙ, — тинем мин телемде саҡ әйләндереп.

— Нисек инде? — Директор ҙа, класс етәксеһе лә бер тауыштан һорап ҡуйҙылар.

— У-уй! Фәнил балалар йортонда йәшәй алмаҫ ул. — Класс етәксеһенең ҡаштары емерелеп китте. — Ул шул тиклем тыныс ҡына малай, баҫалҡы ғына. Күңеле йомшаҡ уның. Бахырҡай, йәшәй алмай ул унда...

— Һеҙҙе әсәһе, атаһы менән һөйләшеп, ҡурҡытһағыҙ ғына тип сыҡырғайныҡ бит. — Директор ҙа ҡаңғырып алып китте. — Фәнил — тырыш уҡыусы, класында иң яҡшыһы. Аҡыллы ғына малай. Башҡа төрлө юл юҡмы?

— Туғандары булһа, уларға ҡалдырып китә алабыҙ.

— Бер туған апаһы бар! — Ҡысҡырып ебәрҙе класс етәксеһе.

— Эйе шул! Фәнилә бар бит! — Директор ҙа ҡыуанып китте. — Күрше ауылда йәшәй. Әкрәм тигән егет менән бергә торалар! Хәҙер мин Фәниләнең номерын бирәм һеҙгә.

Телефонынан ҡарап, һандарҙы әйтә һалды. Эсемә йылылыҡ йүгерҙе. Баланы илата-илата балалар йортона алып барғансы, туғандарында ҡалдырыу күпкә еңелерәк. Йәһәтләп шылтыраттым.

— Алло. Кем ул? — тине Фәнилә трубканың теге осонан.

— Һаумыһығыҙ, Фәнилә. Беҙ опека бүлегенән... — Әйтеп бөтөп өлгөрмәнем, бәйләнеш өҙөлдө. Яңынан шылтыраттым. Алыусы кеше булманы. Директор үҙе шылтыратып ҡараны. Телефон һүнгән.

— Бәйләнешкә сыға алмағас, башҡа юл юҡ, —тинем.

— Туҡтағыҙ! — Директор урынынан торҙо. — Хәҙер! Хәҙер, бәйләнешкә сығабыҙ! Беҙҙең физрук Фәниләнең егете Әкрәм менән дуҫтар. Ул шылтыратып аңлатыр.

Директор йүгереп йөрөп Фәнилә менән бәйләнеш эҙләне. Эй, ошо ауыл ҡатын-ҡыҙҙары. Бигерәк күңелсәндәр. Башта үҙҙәре хәбәр итә лә, балалар йортона алып китәбеҙ тиһәк, йөрәктәре өҙгөләнә башлай.

Тырыша торғас, Әкрәм аша Фәниләгә хәлде аңлата алдыҡ. Бер нисә минуттан ул үҙе миңә кире шылтыратты.

— Алып китмәгеҙ! — Ҡото осҡан Фәнилә шунда уҡ трубкаға ҡысҡырып ебәрҙе. — Мин уны үҙемә алам!

— Фәнилә, һеҙгә нисә йәш?

— Ун алты... Ун ете тула тиҙҙән!

— Һин бит балиғ түгел! — Үҙемде ҡулда тота алмай киттем.

— Әкрәмгә 22 йәш. Ул ала аламы? — Үтенеп һораны Фәнилә.

— Һеҙ өйләнешкәнһегеҙме?

Фәнилә илап ебәрҙе лә бышылдап ҡына:

— Юҡ, — тине.

Фәнилде дәрестән саҡырып алдыҡ. Буйға бәләкәй генә малай, уңайһыҙланып, директор бүлмәһенә килеп инде. Ипле генә итеп һаулыҡ һорашты. Сәсе күренеп тора, мөнтәленкерәп, ҡулдан алынған. Өҫ-башы таҙа. Әммә күлдәгенең еңе төрөлгән. Бәләкәсәйгәнен йәшереп төрөп алғандыр. Ә салбары бына ҡыҫҡа, туфлиҙарында елем эҙе ялтырай. Аяҡтарына ныҡ итеп ҡарағанымды күреп, Фәнил бер аяғы менән икенсеһен ҡаплап маташты ла, ҡып-ҡыҙыл булып китте. Баланы уңайһыҙландырып, шул тиклем ҡарамаһам да була бит инде!

— Фәнил. — Мин  һүҙ башланым. — Һине лагерға ебәрәбеҙ. Хәҙер үк барабыҙ, — тинем йылмайып. Үҫмерҙәргә тура балалар йортона алып барабыҙ тип әйтмәйбеҙ, ғәҙәттә. Тәжрибә күрһәтеүенсә, улар йә ҡасыуы, йә һуғыша башлауы,  йә башҡа берәй нәмә эшләп ташлауы бар.

— Минең барғым килмәй. Рәхмәт! — тине Фәнил, күҙҙәрен ҙур асып, ишек яғына үҙе һиҙмәҫтән артҡа сигенеп. Иғтибар менән күҙәтеп ултырған Игорь Алексеевич, ҡасырға уйлай типме, ырғып килеп тороп, ишек тотҡаһына йәбеште. Фәнил тертләп китеп, класс етәксеһенә, бүлмәләге яҡын кешеһенә яҡыныраҡ аҙым яһаны ла уға, ярҙам һорағандай, мөлдөрәп ҡараны.

— Юҡ шул, Фәнил. Унда мотлаҡ барырға кәрәк, — тип йылмаям. — Барыһы яҡшы була.  

— Ә уҡыу? — Класс етәксеһенән күҙҙәрен алмай Фәнил.

— Унда уҡытыусылар бар.

Класс етәксеһе йылмайып маташһа ла, түҙмәй күҙҙәрен һөртә-һөртә кабинеттан сығып китте. Фәнил һиҙмәй ҡалманы. Баланы алдап булмай, тигәндәре дөрөҫ шул.

 — Ҡышҡыһын лагерға ебәрмәйҙәр. — Тауышы ҡалтырап китте.

Ысынлап та, бик аҡыллы малай. Йәшенән күпкә өлкәнерәк аң Фәнилдә. Ундай шарттарҙа үҫкән балаларҙың бөтәһендә лә шундай аң. Уларҙың ҡараштары ла ғүмер күргән өлкән бер кешенекен хәтерләтә. Күҙҙәрендә ата-әсәнең һөйөүе сағылмай. Шуға ла вайымһыҙлыҡтың тамсыһын да күреп булмай. Фәнил дә барыһын аңланы. Башҡаса һорау биреп торманы. Кабинеттан сыҡҡас та ҡасыр тигәйнем, яңылыштым. Курткаһын кейгән арала, тәнәфескә сыҡҡан балалар, полицияны күреп, Фәнилде уратып алды:

— Һине нимә, детдомға алып китәләрме? — тип һораша башланылар. Фәнил башын аҫҡа эйеп алған да күҙҙәрен күтәрмәй генә кейенә. Директор балаларҙы ҡыуып ебәрҙе. Машинаға еттек тигәндә генә, класс етәксеһе ялан күлдәк тышҡа йүгереп килеп сығып, Фәнилде ҡосаҡлап алды.  Аптыраған Фәнил өндәшмәй ҙә, ҡосағынан сығып та маташмай.

— Бирешмә, Фәнил! — Йәштәрен йәшермәй ҙә. — Бирешмә, аҡыллым! — тип кәҫәһенә усында йомарланған аҡсаны һалырға тотондо. Ярай, күреп ҡалдым.

— Унда кәрәкмәйәсәк, — тип класс етәксеһенә, кәҫәһенән аҡсаны алып, кире һуҙҙым. Билдәле, беренсе көндә үк тартып аласаҡтар.

Машинаға инеп ултырғас, Фәнил:

— Апай, Фәрзәнә инәйҙәргә инәйек әле. Мине юғалтмаһындар. Хушлашырмын, — тигән үтенес белдерҙе.

— Ярай. Әйберҙәреңде лә алырһың. Өйөн күрһәт.

Бәләкәй генә тәпәш кенә йорт алдында туҡтаныҡ. Фәнил иң беренсе инеп китте. Беҙ артынан. Фәрзәнә әбей менән Хәмит бабай күпкә өлкәнерәк булып сыҡтылар. Инде һикһәнгә етеп бараларҙыр, моғайын. Улар сәй эсеп ултыралар ине. Фәнил:

— Инәй, олатай, мине алып китәләр, — тип тауышы ҡалтыранып әйтте лә тиҙ генә төп яҡҡа инеп, әйберҙәрен йыйған кеше булды. Күҙ ҡыры менән быға тиклем тыйып килгән йәштәре ағып китеүен күреп ҡалдым. Полиция хеҙмәткәрен күреп ҡалып аптырған  әбей менән бабайға хәлде аңлатып бирҙем. Фәрзәнә әбей яулыҡ осо менән ауыҙын ҡапланы ла иларға кереште. Хәмит бабай:

— Беҙ алһаҡ, ярамаймы? Уллыҡҡа алыр инек! Пенсияны ней еткерербеҙ,  — тип һөйләргә кереште.

— Юҡ, улай эшләү мөмкин түгел. Уллыҡа алыр өсөн ата-әсәһенең хоҡуҡтарын тартып алырға кәрәк...

— Эй! — Хәмит бабай туҙынып китте. — Шул ҡағыҙҙар арҡаһында баланы хәҙер детдумға ебәрәбеҙме?!

Бындай һүҙҙәрҙе күпме ишетәм. Тик ярҙам ғына итә алмайым. Ҡағыҙҙар һәм ҡанундар кешенең хистәрен дә, изгелектәрен дә иҫәпкә алмай шул.

Фәнил менән ауыр хушлаштылар. Әйберҙәрен йыйып йөрөгән малай, инәһе менән олатаһының һүҙҙәрен ишеткәс, ебене лә төштө. Ул өйҙөң мөйөшөнә тубыҡтарын тотоп алып ултырҙы ла үкереп илай башланы:

— Бармайы-ы-ым! Апай, зинһар, алып китмә-геҙ! Мин һәйбәт уҡыясамын! Ысын әйтәм!..

— Фәнил, улай ярамай. Барырға тейешһең. — Минең һүҙҙәрҙе ишетмәй ҙә, шикелле.

— Бер кемгә лә әйтмәгеҙ ҙә ҡуйығыҙ! Берәү ҙә белмә-әй бит!..

Минән яуап алмағас, әбей менән бабайға йәшле күҙҙәрен төбәп:

— Ебәрмәгеҙ мине! Олатай, ҡыуып сығар уларҙы!

— Уй Аллам! Үҙегеҙҙең балағыҙ юҡтыр! Китегеҙсе, Аллаҡайым... Балаҡайғынамды, — тип Фәрзәнә әбей малайҙың эргәһенә тубыҡланып ултырып, ҡосаҡлап алды.

— Инә-әй... Барғы-ым килмәй! Ебәрмә мине!

— Ҡалай итәйем, балаҡайым, ҡалай итәйем...

— Әсәйгә әйтегеҙ! Ул ебәртмәй ул...

Ошо балалар... Атаһы менән әсәһе ниндәй генә булмаһын, барыбер яраталар бит! Ас йөрөһөндәрме, яланғас йөрөһөндәрме, туҡмалып торһондармы, барыбер уларға ынтылалар! Бала күңелен аңлап бөтөп булмаҫ. Бәлки, беҙ генә ул, өлкәндәр, былай ғына, кешенең бар булғаны өсөн генә яратыу һәләтен юғалтабыҙҙыр?..

Хәмит бабай ярҙамға килмәһә, көсләп алып сығырға тура килер инелер, моғайын.

— Йә, әбей, һинең генә олоуың етмәгәйне! — Үҙе Фәнилгә ҡарамаҫҡа тырыша. — Луиза менән Фәнзилде айыҡтырырбыҙ ҙа барып алырбыҙ! Йә, етәр! Ишеттеңме, Фәнил?! Алып ҡайтырбыҙ, илама, улым!

Бабайҙы тыңланылар. Фәрзәнә әбей малайға ризыҡтар һалып маташты, аҡса ла биреп ҡараны. Мин кире ҡайтарып торҙом. Хәмит бабай Фәнилде арҡаһынан һөйөп кенә:

— Йә-йә, алып ҡайтырбыҙ, — тип дәртләндергән булды.

Машинаға көс-хәлгә  ултырҙыҡ. Ауылдан сығып киткәнсе, Фәнил әбейе менән бабайына тәҙрә аша ҡарап иланы.

Бер нәмәне алдан уйламағанмын. Ауылдан сыҡҡанда уларҙың йорто янынан үтеп китәбеҙ. Әүрәтеп, тәҙрәнән ҡарашын алырға кәрәк булған шунда уҡ. Өй эргәһендә атаһы тора ине. Фәнил уны күреп ҡалыу менән тәҙрәгә туҡылдатырға кереште:

— Атай! Атай тора! Туҡтағыҙ! Атай! Мине алып ҡал!

— Тиҙерәк, — тинем руль артында ултырған Игорь Алексеевичҡа.

— Атай! Әпкитәләр мине! Әсәйгә әйт! — Тәҙрәләргә бәләкәй генә йоҙроҡтары менән һуғып ҡысҡырҙы Фәнил. Атаһы машинаға иғтибар ҙа итмәй, ҡапҡаһын ябып инеп китте. Эй, Фәнил, атайың менән әсәйең үҙҙәре һине “лагерға” ебәрҙеләр бит. Ишетмәйҙәр улар һине.

 

Заһиҙә МУСИНА. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: