+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Ғинуар 2023, 20:00

Бүре балалары

Олоу йәнә ҡабатланды. Аҡтырнағының бына нисә көн инде дауам иткән сәйер ҡыланышының сәбәбен Сәкинә һис аңлай-төшөнә алмағайны, бына әлеге ише күҙенә йоҡо ҡунмай ята башлағас аңғарғандай итте: ул арлан эт көҫәй бит! Ана, тауышы ниндәй ялбарыулы, инәлгес, әйтерһең, уны килтереүҙе Сәкинәнән үтенә.

Бүре балалары
Бүре балалары

Шыңшый-шыңшый өй нигеҙен тырнай, унан күпмелер мәлгә тына, яңынан башлай, көндөҙҙәрен ваҡыт-ваҡыт ҡайҙалыр юғалып тора, ҡайтып йәнә тынысһыҙланырға тотона. Урамға сыға йәки кәртә аша ғына һикереп күрше-күләнгә бара алмай шул хәҙер иш эҙләп - ҡасандыр унлап йортло ауыл (Сәкинә бәләкәйерәк саҡта шулай ине, ә атаһының әйтеүе буйынса, әүәле йөҙҙән ашыу булған) бөттө. Түрә-ҡара тирә-яҡтағы ҙурыраҡ ауылдарға күсергә ҡушты, йәнәһе, уларҙың ауылы перспективаһыҙ, хужалыҡ итеүе ауыр, былай кеше, техника, фермалар бер урынға туплана, күмәк кеше менән йәшәүе лә күңелле булыр. Ә Сәкинәнең биш саҡрымдағы әлеге ҙур ауылға күсергә теләге лә, мөмкинлеге лә юҡ. Етмәһә, бынау аяғы... Икенсе йыл инде бына улы менән генә йәшәй. Хәйер, йәшәүе лә шунса ғына инде, көн уҙғара тиһәң дөрөҫөрәк булыр. Улы уҡыуҙары башланһа мәктәпкә китә, шәмбе йә йәкшәмбегә генә ҡайта - интернатта ята.

Ай, шыңшыуҙары был Аҡтырнаҡтың! Йөрәген телгеләй, ауыр уйҙарға, күңелһеҙ хәтерләүҙәргә һала Сәкинәне. Берәй эте лә килеп сыҡмай бит, исмаһам. Элгәре өйөр-өйөр йөрөгән эттәрҙән биҙеп бөтә торғайнылар, ҡаҙ-өйрәккә йәки һарыҡҡа йәбешһә ата ла инеләр, ә бөгөн шуларҙың береһен табып булырлыҡ түгел. Кеше булмағас улар ҙа юҡ. Бына замана! Әллә эйәртеп ауылға алып барырғамы?.. Өҙгөләнеп ята торғас тамам тыныслығы юғала, аҙна-ун көн тигәндәй бергә булып ҡалған ирен - әгәр уны ир тип атап булһа - Иван-Ваняһын күҙ алдына килтерә лә эт һымаҡ үҙе ярһый башлай, тәне ҡыҙа, уның ҡайнар ҡосағында май кеүек ирейһе килә...
Ул йыл ураҡ мәлендә Тамбов өлкәһенән колхозға ярҙамға шоферҙар килгәйне. Алмаш-тилмәш тәүлек әйләнәһе эшләйҙәр, кистәрен клубҡа уйынға сығалар, ят халыҡтың уйындарын мәрәкә итеп ҡарап торалар. Яйлап бильярд бүлмәһенә йәки китапханаға инделәр, ара-тирә төшөрөп тә киләләр ине, ундай саҡтарҙа ауыл егеттәре менән сәкәләшеп тә алалар.
Һап-һары урыҫтарға бер сама өйрәнгәс, ауыл халҡы быларға өҫтәмә «эш» тапты: урмандағы утынын, яландағы бесәнен килтертә башланы. Сөнки бынау уттай эш ваҡытында колхоздан ат йәки машина алырлыҡ түгел, барыһы ла яланда, баҫыуҙа. Ә былар менән еңел: сменанан һуң һә тигәнсе килтереп тә ауҙаралар. Аҡса алыу юҡ, эсергә булһа - еткән. Уныһына һапылдап торалар, араҡың булмаһа, әсегән балға ла ризалар.
Бер көн атаһы иртән берәүһе менән һөйләшкән дә кисенә утынға киттеләр. Ауылдан саҡрым ярым самаһындағы тау битләүендә былтыр ҡыш өшөгән ваҡ имәндәрҙе икәүләшеп әҙерләгәйнеләр... һуң ғына әйләнеп ҡайттылар - битләүҙән төшкәндә машиналары бер яҡҡа ҡыйғалап китеп саҡ аҫҡа осмағандар икән, йөктө кире бушатып, ауылдан трактор килтереп һөйрәп сығарып яңынан тейәгәндәр... Тамаҡтарын туйҙырғанда ошо шофер, Иван, күҙен алманы ла ҡуйҙы бит Сәкинәнән. һәр хәрәкәтен күҙәтте. Ҡарамаҫҡа, иғтибар итмәҫкә тырышһа ла, ҡараштары осраша ла ҡуя. Ҙур зәңгәр күҙле, оҙон керпекле, арыш һаламы ише һап-һары тәртипһеҙ сәсле буйсан егет ине был. Шул ҡәҙәре кәүҙә менән был нисек кабинаға һыя икән, тип уйланы Сәкинә, тубығы менән башы шаҡ та шоҡ бәрелеп йөрөйҙөр инде... Торараҡ был һары егет бесәндәрен дә килтереп бирҙе, бер йөк һалам ырғытып китергә лә әмәлен тапты.
Сәкинәнең әсәһе йомортҡа алыр өсөн лапаҫ башына менгән еренән генә йығылып төшөп вафат булған йәй ине был. Сентябрь башында барып ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсте лә ауылға, атаһы янына, ҡайтты. Ул заманда ауылдарында башланғыс мәктәп тә бар ине әле, шунда уҡытып йөрөнө. Атаһын баҡты, һыйыр һауҙы, бесән сапты, утынын да ҡырҡты, ҡыҫҡаһы, әсәһенең бөтә эшен үҙ иңенә һалды.
Утын-бесән килтергәндән һуң был егет, Иван-Ваня (мәҙәк күреп Сәкинә уны шулай атаны) өйҙәренә һуғыла башланы бит. Теләгән кешегә сәбәбе лә табыла: машина кәрәкмәйме, берәй ергә барырға түгелме, һыуһатты, һыу йәки айран ғына эсереп сығарһағыҙсы... Киске уйындарҙа ирәйеп китеп уның бейегәнен ҡарап ултыра, унан оҙатып ҡуя, иптәштәренең тоҙһоҙ шаярыуҙарынан, ас ҡараштарынан һаҡлай. Тора-бара ҡыҙ уның ныҡышлығына үҙе лә өйрәнде, юлын баҫып йонсотҡан әрһеҙ егеттәрҙән һаҡлаусы итеп күрҙе. Әммә урыҫ егетенең үҙенә булған был иғтибарлы мөнәсәбәтен барыбер ҙә ысынға алманы, ваҡыт үткәреү өсөн, ауылда күңел асырлыҡ бүтән шөғөл булмағандан ғына йөрөйҙөр, нисек башлағанбыҙ, ҡайтыр көнө еткәс, шулай еңел генә ташлашырбыҙ әле, тип үҙ-үҙен тынысландырҙы. Шуға ла ауылдағы ғәйбәткә, әбей-һәбейҙең шелтәле ҡараштарына иғтибар итмәне - уның ҡурҡырлыҡ, йөҙ борорлоҡ гонаһы юҡ.
Бер көн атаһын ҡалала йәшәгән ағаһы килеп алып китте. Туйға. Өлкән улын өйләндерә икән. Бер ҙә барғыһы килмәне атаһының, бынау селләлә кем туй үткәрә инде, көҙгә ҡалдыр, тип тә ҡараны, унан донъям, малым, ҡыҙым, тип тартҡылашты, әммә ағаһын күндерә алманы. Атай урынына ҡалған ағайым да булмағас ниндәй туй ти ул, һин бит түрҙә ултыраһы кеше... Кисенә, дөрөҫөрәге, төнгә ҡаршы, сменанан һуң, әллә атаһының өйҙә юҡлығын белеп, әллә белмәй, Иван-Ваня ишек шаҡыны. Моғайын да, белгәндер, берәй иптәше әйткәндер атаһының өйҙә юҡлығы тураһында, сөнки быға тиклем төндә килмәй торғайны. Үҙе шатланырға ла, асыуланырға ла белмәне - асты ла, килгәс кер һуң, тигән һымаҡ ҡаршы алды. Ах, шул ишектән Иван менән бергә ғүмерлек яңғыҙлыҡ, бала ҡайғыһы ла кергәнен тойомлаһа, һис ҡасан асмаған булыр ине...
Юҡ-бар һөйләшеп, гәзит-журнал ҡарап байтаҡ ваҡыт үтте, ә Иван ҡуҙғалманы, һуң бит инде, бар, тигәс, иптәштең ҡатыны килде, араларына төшөп ятайыммы ни, тип көлкөгә һабыштырҙы ла ҡуйҙы Сәкинәнең хәбәрен. Әллә ысынды әйтте, әллә алданы, белмәҫһең. Сәкинә ике түшәк йәйҙе, икеһе лә оҙаҡ йоҡламай ятты, ара-тирә һөйләшкеләп тә алдылар. Тәҙрә зәңгәрләнә башлағас ҡына йоҡоға киткән Сәкинә Ивандың үҙ янына күсеп ятҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
Дымлы ҡул тәненә ҡағылыу менән ул һиҫкәнеп уянды ла карауатынан һикереп торҙо, одеалына эләгә-йығыла ишеккә ташланды һәм эске күлдәктән көйө генә ихатаға йүгереп сыҡты. Иван нишләптер уны тоторға тырышманы, ятты ла ҡалды. Бәлки, тауыш сығараһы килмәгәндер, кеше күҙенә салыныуҙан ҡурҡыуы ла бар, күпмелер ваҡыт үткәс кенә:

- Сәкинә, кер, өшөйһөң бит, - тине, солан ишеген ҡыҫып.
- Ҡайт, шунан ғына керәм, - тип яуапланы Сәкинә. Ул лапаҫ ышығындағы бүкәнгә ултырғайны.
- Булмай тинем бит, иптәшкә ҡатыны килгән. Алдамайым. Ҡурҡма, кер, үҙ урыныма ятырмын.
Керҙе Сәкинә, кермәй сараһы юҡ. Өшөүенән бигерәк берәйһе күреп ҡалыуы бар. Кеше күҙенә салындыңмы, эш харап, ғәйбәт таралыуын көт тә тор, былай ҙа һөйләп бер булалар. Айырым яттылар. Ләкин бер аҙҙан Иван йәнә уның янына күсте. Сәкинә йәнә тороп китергә ҡалҡынғайны ғына, Иван тәртешкә һымаҡ оҙон ҡулдары менән ҡосаҡланы ла түшәгенә һеңдерҙе. Тәүҙә ҡаты бәрелмәне, иркәләне, юхаланы, һин миңә оҡшайһың, тине, бараһыңмы, Тамбовҡа алып ҡайтам, тип тә ысҡындырҙы. Егеттең бар хәбәренә эйе, юҡ, тип ятҡан ҡыҙҙың ҡылығы оҡшаманы, ахыры, Иван ҡыйыуыраҡ тотондо. Сәкинә инәлде, әрләште, ҡыуҙы, ҡурҡытты, ҡысҡырҙы, әммә Иванды туҡтата алманы - ул ирлегенә барып теләген ҡәнәғәтләндерҙе... Сәкинә үҙе ғәйепле, өйгә индермәҫкә ине, торор-торор ҙа ҡайтып китер ине әле. Алдағы бөтә ғүмеренә төн ҡараңғылығы ябыр өсөн бер төн етте. Атаһының туйға барғыһы килмәү сәбәбенә күҙ-йөҙҙәре шешенгәнсе илаған сағында ғына төшөндө. Тик һуң ине инде. 

Ғөмүмән, ул мәлдә үҙен һис аңлай-төшөнә алмағайны шул Сәкинә. Бер уйлаһаң, Иван уға оҡшай ҙа һымаҡ. Иғтибарлы, итәғәтле, иптәштәре ише лауылдап, әрһеҙләнеп йөрөмәй. Әммә уны ире итеп тә күҙ алдына килтерә алмай. Үҙ башҡорто булһа, һис бер икеләнмәҫ ине, ә был урыҫ. Бөтөнләй ят, икенсе донъя кешеһе, теле, ғөрөф-ғәҙәте бүтән. Тынысланһын әҙерәк тигән һымаҡ, ике кис күренмәй торҙо ла өсөнсө көнөнә килде Иван. Әллә ни һөйләшмәне, асылманы, ғәфү үтенмәне. Хәшәрәттән һалдырып ҡыуып ҡайтарҙы уны Сәкинә. Тағы килде. Был юлы ла йомшарманы ҡыҙ. Шулай ҙа ныҡышлығымы, әрһеҙлегеме еңде егеттең, бер көн ҡабул итте.
Атаһынан, күрше-күлән күҙенән йәшенеп ҡайҙа етте шунда тигәндәй осрашып йөрөй торғас, ураҡ тамамланыуға барҙы, тегеләрҙең китер мәле лә яҡынайҙы. Килермен, отпуск алыу менән килермен дә алып ҡайтырмын, тине хушлашҡанда. Ниһайәт, ҡотолам, тигән ҡылыҡ юҡ ине һүҙҙәрендә, ихлас һымаҡ ине әйткәндәре. Әйҙә, район үҙәгенә ҡәҙәр яныма ултырып оҙата бар, тине. Бер иҫтәлегем булһын, тип һәйбәт эшләгәне өсөн колхоз бүләк иткән транзисторын, эш хаҡының күп өлөшөн игенләтә алып, уны ла Сәкинәләргә килтерҙе, эш кейеме рәүешендә үҙҙәренә биргән һалдат бушлатын атаһына бүләк итте.

Эйе, уға ышанырға, һүҙҙәрен етди итеп ҡабул итергә нигеҙе бар ине Сәкинәнең. Көттө, тәүҙә хатын көттө, унан үҙен көттө, ләкин Иван килмәне лә, хат та яҙманы. Оҙаҡламай ул үҙенең ауырға ҡалғанын белде...

***

Кеше, эт юҡлығын, тауыш, шау-шыу юҡлығын һиҙеп һуңғы ике-өс йылда яҡын тирәлә бүреләр күбәйҙе. Сәкинәнең мал-тыуары ҡайҙа етте шунда йөрөгәнлектән, үткән көҙ башмаҡ булып бөткән быҙауын йыҡтылар, бер һарығын тамаҡланылар. Ҡышҡы төндәрҙә олоуҙары ишетелеп тора, аҙбар уратып еҫкәнеп-темеҫкенеп эскә төшөргә ымһынғандарын да һиҙә Сәкинә. Ярай әле, мәрхүм атаһы тере саҡта аҙбар тирәләрен, түбә-ҡыйығын нығытып өлгөргәйне. Юҡһа, малын күптән быуып сығырҙар ине.
Бер ваҡыт Аҡтырнаҡтың тауышы сыҡмаҫ булды. Яҙмышына ризалашып солан төбөнә сумды, ахыры, тиһә, темеҫкенеп сығып киткән, имеш. Тимәк, түҙмәгән, тәбиғәт законына ҡаршы тора алмаған, эҙләргә ниәтләгән... Өсөнсө көнөнә генә әйләнеп ҡайтты. Ҡанға батып таланғайны. Ҡайҙа барған, ниндәй эттәр менән һуғышҡан, белмәҫһең. Уйлана торғас, сере асылғандай итте Сәкинәгә: Аҡтырнаҡты эттәр түгел, бүреләр талаған бит! Быҙау кеүек бейек, көслө Аҡтырнаҡҡа бер эттең дә теш ыржайтырға ҡыйыулығы етмәҫ ине.
Аҙна буйына сыҡманы Аҡтырнаҡ солан аҫтынан. Ашарға бирәм тип саҡырып та ҡараны, таяҡ менән һөжгөләп ҡурҡытып та бөттө - эт үсеккән бала шикелле эстә ята бирҙе. Ә ихатаға сыҡҡанда уны танырлыҡ та түгел ине - ҡоро һөйәккә ҡалған да ҡуйған. Йылҡылдап торған ҡыҙғылт-һары оҙон йомшаҡ йөнө (юлаусылар уның тыуып торған бөтә балаларын шул матур йөнө өсөн урлап торалар бит) йолҡоноп бөткән. Күҙҙәр тоноҡ, атлауы ла саҡ-саҡ. Сәкинә бер килке этенә йәлләп ҡарап торҙо ла уны ҡосаҡлап илап ебәрҙе...
Әүәлге хәленә ул ун-ун биш көндән һуң ғына ҡайтты. Үҙ балаһын ҡарағандай ҡараны Сәкинә: алдынан аш өҙмәне, үҙе нимә ашаһа, уға ла шуны ултыртты, төнөн бүреләр килһә, фонарь тотоп сығып тегеләрҙе өркөтөп йөрөнө, соланда йоҡлатҡан саҡтары ла булманы түгел. Яйлап тәненә ит ҡунды - эт тиһәң дә эт инде - оса-ҡабырғалары тигеҙләнде, йөнөнә йылҡылдау йүгерҙе, хәрәкәттәре еңелләнде, ә бына ҡараштары торған һайын йышыраҡ урманға, йырын яғына йүнәлде. Киҫекһеҙ, тағы ла ҡанға туҙып ҡайтырға самалайһыңмы, тип әрләне Сәкинә. Әрләһә лә хәүефе күберәк ине - бөтөнләй ҡайтмаһа нишләр? Төндәрен инәлгес олой, көндөҙҙәрен үҙенә урын таба алмай йөҙәй. Аптырағас бәйләп ҡуйҙы - епте сәйнәп өҙөп ҡасты.
Бер нисә көндән генә ҡайтып инде был. Аллаға шөкөр, имен-аман, яра-фәләне юҡ. Бер аҙ һурылған барыбер ҙә, хәрәкәттәре һәлмәкләнгән, үҙе ситкә ҡарай, ниңәлер ҡарашын йәшерә, урлашып тотолған бала тиерһең. Ултыртҡанды ҡабаланмай ғына ашаны, бүтән юҡмы ни, тигән һымаҡ тәүҙә Сәкинәнең ҡулына, йөҙөнә, унан ишек яғына ҡараны, туҫтағын яланы ла башын эйеп солан аҫтына инеп китте. һуҙылып ятты, ауыҙын ҙур асып иҫнәне, башын ҡулдары өҫтөнә һалды. Солан нигеҙен тырнау, шыңшыу, олоу юҡ. Ошо көндән ҡайҙалыр юғалып тороуҙар бөттө, эт нисектер тыңлаусанға әйләнде, йыуашайҙы. Көндәр үтә килә, Сәкинә уның яйлап йыуаная барыуын, эс тирәһе, имсәктәре һалына, бүртә, йөрөш-хәрәкәттәре олпатлана барыуын шәйләне. Юҡ-барға йүгереп сығып китмәне, кергән-һуғылған кешеләргә лә өрмәне, солан аҫтына кергән тауыҡтарға ла битараф ҡалды. Тимәк, теләгенә ирешкән, арлан эт тапҡан, тигән һығымтаға килде Сәкинә. Һәм көнө еткәс Аҡтырнаҡ һәр ҡайһыһы ҡуш йоҙроҡ ҙурлығындай өс көсөк килтерҙе...

***
Иван-Ваня ҡайтып киткәс Сәкинәнең өҙгөләнеүҙәре! Аптыраны, берәй яҡҡа сығып китәйем йәки уның янына барайыммы икән әллә, тип тә бөттө, аҫылынырға, һыуға ташланырға ла уҡталды. Етмәһә, оҙаҡламай ауылда төрлө хәбәр таралды, хәйер, уның тынғаны ла булманы инде, йәнәһе, шоферҙар шуны көсләгән, кемгәлер күмәкләшеп йөрөгәндәр... Кеше һүҙе кеше үлтерә: шул арҡала яңы ғына туйҙарын үткәргән ике ғаилә тарҡалды, бер ҡыҙ ситкә сығып китте. Сәкинәнең дә исеме әбей-һәбей теленән төшмәне. Оят ине уға, бигерәк тә атаһы алдында йәпһеҙ ине. Башҡорт егете булһа, килә, оҙаҡламай килеп ала, тип тынысландырыр ине, ә бының бит килеүе икеле, дөрөҫөрәге, бер ҡасан да киләһе башы юҡ. Алданы, оятһыҙ рәүештә алданы. Хурланы, йөҙөнән көлдө, ғүмерҙә лә юйып булмаҫлыҡ ҡара яҡты. Сәсрәп кенә ятҡыры...
Йыуаная барған һайын Сәкинә үҙен үрмәксе ауына эләккән себен кеүегерәк һиҙҙе. Ул ошо ауҙан ысҡынырға тырыша, сәбәләнә, әммә ептәр уны торған һайын нығыраҡ быуа. Бер кис лапаҫтарына инеп аҫылынғайны, атаһы ваҡытһыҙ килеп кереп - күрәһең, ҡыҙының ғазапланыуҙарын күреп-һиҙеп йөрөгән - элмәктән тартып алды. Билдәле, аяуһыҙ итеп әрләне, ниңә буталдың, ниңә ауырға ҡалдың, тип түгел, ә йәшәү ялҡыттымы, баланы ла һәләк итәһең, мине лә яңғыҙ ҡалдыраһың, бит тип. «Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй, нишләйһең, яҙмышың шулайҙыр, артыҡ булмаҫ», - тине, йомшарып. Күҙенән йәштәр килеп сыҡты, ирендәре дерелдәне. Ошо ваҡиға Сәкинәгә тыныслыҡ килтерҙе, үҙ-үҙенә ҡул һалыу ниәтен башынан алып ташланы һәм ул сабыйының донъяға килеү көнөн көтә башланы. Рәхмәт инде атаһына, күңелен һилләне, үҙенең хәленә ҡотолғоһоҙ итеп ҡарамаҫҡа ҡушты. Эйе, төптәнерәк уйлап ҡараһаң, муйынды элмәккә тығырлыҡ бер нәмә лә юҡ: ҡатын-ҡыҙҙың тормоштағы төп тәғәйенләнеше бала табыу түгелме ни?
Малай тапты Сәкинә. Райондағы бала тыуҙырыу йортонан ҡайтып (алырға иренең түгел, ә атаһының килеүе бар халыҡ алдында йәнә бер хурлыҡ булды) хәле бер аҙ еңеләйгәс, телеграмма бирәйем йәки хат яҙайым тип йыйынһа ла, иртәгә, иртәгә булмаһа иртәнән һуңға тип һаман һуҙа килде, һуҙа килде. Хәйер, мөмкинлеге лә самалы ине шул: бала ҡарауҙан тыш, бөтә йорт-ҡура мәшәҡәттәре уның елкәһендә. Бер йәше тулыр алдынан ғына ике-өс һөйләм яҙып һала алды. Иҫән-һаумын, шунса айҙың шунса числоһында малайың тыуҙы. Буйы илле сантиметр, ауырлығы өс кило ла өс йөҙ грамм. Исемен Альберт тип ҡуштым. Тас һин... Бар яҙғаны шул булды. Кил, килмәһәң үҙем барам, ниңә хат яҙмайһың, мин бында ут йотоп йәшәйем, ә һин тормошомдо селпәрәмә килтереп киттең дә юғалдың, тип тә дәғүә белдермәне. Яуап булманы, хәйер, Сәкинә уны көтмәне лә. Әллә хаты барып етмәне, әллә әсәһе ҡулына юлыҡты (уҫал, үҙ һүҙле, ирҙәр ише ҡаты ҡуллы, тип һөйләгәйне Иван әсәһе тураһында), белмәҫһең. Яйлап хат та онотолдо, ҙур зәңгәр күҙле, оҙон керпекле, арыш һаламы ише һап-һары сәсле Ивандың аҡ йөҙө лә тоноҡланды. Теге ваҡыт борсолоп-ҡайғырып йөрөгән көндәре, Тамбов яғына барырға, муйынын элмәккә тығырға ниәтләнгәне лә хәҙер төш һымаҡ ҡына булып ҡалды. Ҡайғы- хәсрәткә иң яҡшы дауа - ваҡыт тигәндәре дөрөҫтөр, ахыры.
Еңелдән түгел ине бала ҡарауы. Сирләгән саҡтарында бигерәк тә ауырға төштө: ауылдарында медпункт-фәлән юҡ, участка больницаһы ун саҡрымда, ә район үҙәге бөтөнләй алыҫ. Ярай әле, малай, тормош ғәҙелһеҙлегенә үс иткәндәй, сирләшкә булманы, әрһеҙ үҫте, бирешмәне, үҙе яйлап атаһына оҡшай барҙы, оҡшай барҙы. Шул уҡ зәңгәр күҙҙәр, һары сәс, аҡ йөҙ. Етеҙ, сос, ныҡыш ине, бәләкәйҙән үҙ аллы булды - бар эште лә оҙаҡ уйлап тормай тота ла эшләй торғайны. Ауылда мәктәп булмағас - уҡытырға балалар аҙ тип бына тигән мәктәпте күрше ауылға күсереп һалдылар - Альберт мәктәпһеҙ, Сәкинә эшһеҙ ҡалды. Саҡырыуын саҡырҙылар, тик йорт-ҡураһын, мал-тыуарын ҡалдырып нисек китһен инде. Күрше ауылға алып китте Сәкинә улын. Беренсе кластан шунда уҡый, интернатта ята, машина- фәлән тура килһә, шәмбе-йәкшәмбегә ҡайтып йөрөй, ҡайта алмаһа, Сәкинә үҙе бара, алмаш кейем-һалым илтә, кәрәк-ярағын йүнәтә, тамағын ҡарай. Бынан күсһә лә күсеп китер ине, атаһы, әсәйең янынан бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмайым, үлә-нитә ҡалһам уның янына ерләрһең, тиер ҙә ҡуйыр ине күсенеү тураһында һүҙ сыҡһа. Олоғайып та барғас, мәшәҡәтләнәһе килмәгәндер инде. Тик былтыр йырын янындағы бесәнлеген ҡарарға ғына барған еренән йәшен һуғып үлтереп ҡуйҙы. Ә шунан алда ғына Сәкинә бынау теңкәләренә тейгән бүреләргә һалған ҡапҡанға яңылыш баҫып аяғын ауырттырғайны. Атаһы больницаға алып барҙы, гипс һалдылар. һөйәгенә зыян килгән, тинеләр. Уң аяғына аҡһап ҡалды, уныһы мәңгелеккәлер, күрәһең. Хәлең шулай булғас, күсенеү хаҡында һүҙ ҡуҙғатыуы ла мөмкин түгел: кемгә бараһың, кем менән һөйләшәһең, элекке ише эшләп йөрөһә бер хәл. Унан килеп йорт күсереү ҡатын-ҡыҙ эшеме? Сәкинә барыһына ла ҡул һелтәне лә, нимә булһа ла булыр тип япа-яңғыҙы йәшәп ята үҙенең ауылында.
Иртәнсәк ишекте асып ебәрһә, сыйылдыҡтары сыға көсөктәрҙең. Ҡыуана, эй ҡыуана шуға Сәкинә, тимәк, тыныслана Аҡтырнағы, бынан кире урман тип йөрөмәйәсәк, юғалмаясаҡ! Иптәше, һаҡсыһы, ҡараусыһы бит ул. Ни тиһәң дә, тере йән. Бөткәнме ни боҙоҡ бәндәләр - туҡтап тегеһен, быныһын һорашҡан, хәленә кергән булып ҡыланалар, йәлләйҙәр, ә баштарында бер генә уй: ирлек нәфсеһен ҡандырыу. Ошондай саҡтарҙа Сәкинәнең этенә бер генә ымлауы бурыс, ырылдап килеп йәбешергә әҙер тора.
Шуныһына ғәжәп итә Сәкинә: солан аҫтынан эт үҙе лә сыҡмай, көсөктәрен дә сығармай. Саҡырып та ҡараны, әрләне-ҡурҡытты ла, юҡ, тыңлата алманы. Күтәрмә аҫтына ултыртҡан ашантыны Сәкинә юҡта ғына ашай ҙа кире инеп ята. Хәйер, үҙе лә ашамай, көсөктәренә ашата. Көндәр үтә килә көсөктәр күтәрмә ҡырына килеп ҡарай, ихата менән таныша, туп һымаҡ тәгәрәшеп урамға ла сыға башланы. Бындай мәлдәрҙә Аҡтырнаҡ үҙе лә сыға һәм алғы тәпәйҙәрен алға һуҙып ята ла тегеләрҙең шаярғанын күҙәтә - балаларына ул да шат.

Төнөн Аҡтырнаҡ тынысһыҙлана, шыңшый, бүреләрҙән шөрләйҙер, ахыры, шуға күрә Сәкинә уны балалары менән аҙбарға бикләй. Былай тынысыраҡ. Тәүҙәрәк көсөктәрҙең йөндәре әсәһенекенә тартым ине, яйлап аҡһылға әйләнде, аяҡтары оҙонайҙы, морондары ослайҙы, ҡараштары ҡырағайланды. Ашағандарын ҡарап, холоҡ-ҡылыҡтарын, тышҡы ҡиәфәттәрен күҙәтә-ҡарай торғас, Сәкинә оҙаҡламай ҡот осҡос яңылыҡ асты: былар бит эт түгел, бүре тоҡомо!
Бер көн картуфындағы яуыз ҡуңыҙҙарҙы йыйып йөрөгәндә көсөктәрҙең сыр-сыуына иғтибар итте. Ҡараһа, тауыҡтарҙы баҫтыралар. Йүгерерҙәр-йүгерерҙәр ҙә туҡтарҙар, тип уйлағайны ла, булманы - меҫкен тауыҡтарҙы ихата буйлап ҡыуа бирҙеләр. Тауыҡтарҙың ҡайһылары лапаҫ башына осоп менеп, ҡайһылары картуф араһына һикереп саҡ ҡотолдо. Сәкинә йоҙроҡ күрһәтеп ҡысҡырғайны, көсөктәр шып туҡтаны ла уға текәлде, ҡолаҡтарын ҡайсылап, аяҡтарын кирә баҫып хужабикәне үсектергән ише уға ҡарап өрә башланы. Шунан йәнә ҡыуырға тотондолар. Баҡсаның теге башынан эләгә-йығыла йүгереп килеп еткәндә ике тауыҡты өҙгөләп ҡанға туҙҙырғайнылар инде. Өс көндән йәнә бер тауыҡты тамаҡланылар. Ихата тышына, хатта ауыл эргәһенән үтеүсе оло юлға ҡәҙәр етеп сәүкә, ҡарға, һайыҫҡан артынан сабыу, олоу, ырылдау, ма­шина, ат, кешегә өрөү уларҙың көндәлек ғәҙәтенә әйләнде. Улар көндән-көн бәйелен аҙҙырҙы, һөнәрҙәре артты, ҡурҡынысыраҡ була барҙы. Уларҙың алдағы көндәрҙә тауыҡ менән генә ҡәнәғәтләнмәй, олораҡ мал-тыуарға, хатта кешегә ташланыр мәлдәре йыраҡ түгеллеге көн кеүек асыҡ ине.

(Аҙағы бар).

Фото: spb.zvetnoe.ru

Автор:
Читайте нас: