+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Сентябрь 2023, 20:26

Минең һүнгән ҡояшым. Мансур БАҺАУВ

Гөлкәй донъяға килгәс тә Ғәзизә үҙ холҡон үҙгәртмәне. Ул йыш ҡына Заһитҡа тормошҡа сыҡҡанына, уға бала тапҡанына үкенеүен иҫкәртә башланы. Әммә ата кеше бөгөлөп төшмәне, бар күңелен, буш ваҡыттарын ҡыҙы Гөлкәйгә бағышланы, уға әүрәне.

Минең һүнгән ҡояшым. Мансур БАҺАУВ
Минең һүнгән ҡояшым. Мансур БАҺАУВ

Заһит үҙенең ҡулға алыныуына, артындағы тимер ишек шығырлап ябылып, уның ауыр келәһе үҙ урынына шаҡылдап ингәс кенә тамам ышанды.

– Иртәгә тиклем ултырып торорға тура килә инде, брат. Унан тәфтишсе үҙеңде саҡыртып алдыртыр. “Люкс-камера” ға ғына бикләйем. Сөнки һинең кеүектәргә, брат, бындағылар бик аяуһыҙ. Йә «әтәс»кә әйләндереүҙәре, йә ғәрипләп ҡуйыуҙары ихтимал. Тыныс йоҡо, – тип камераға оҙатты дежурҙағы милиционер. Шаңҡыған балыҡ кеүек, ярым ҡараңғы камерала бер аҙ баҫып торғас, бикләнеүсе ауыр кәүҙәһе менән һаҫыҡ еҫтәр аңҡытҡан урындыҡҡа гөрһөлдәп ауҙы ла күҙ йәштәренә ирек бирҙе.

Иртәгеһенә, ысынлап та, Заһитты кисәге «брат» милиционер тәфтишсегә илтеп тапшырҙы. Сал сәсле, йонсоу йөҙлө милиция капитаны: «Йөрөйһөң шунда эш өҫтөнә эш яһап», тигән кеүек, моңһоу-үпкәле ҡарашын ташлап, ҡаршыһындағы ултырғысҡа ымланы. Унан, алдында туҙып ятҡан ҡағыҙҙар өйөмөн рәтләп, янындағы бәләкәй өҫтәл тартмаһына һалды ла, ауыр көрһөнөп һүҙ башланы:

– Шунан, ҡустым, кәйеф нисек? Минең менән һөйләшкәндәйме? Мин тәфтишсе Камалов Марс ағайың буламын. Миңә элекке тормош иптәшең Сыртланова Ғәзизәнең һиңә ҡарата яҙған ғаризаһы буйынса тикшереүҙе йөкмәттеләр. Шуға күрә лә байтаҡ һорауҙарға аныҡ ҡына яуап бирергә тура килер. Беренсеһе.

Оҙон булмаған һорауҙарға бирелгән Заһиттың ҡыҫка яуаптары, зитҡа тейеп ҡыштырлаған аҡ ҡағыҙ битендә ҡара юлдар булып, уның ғазаптарын тәрәнәйтә-тәрәнәйтә теркәлә барҙылар.

– Гражданин Сыртланов, айырылышҡандан һуң ҡатынығыҙға хат яҙғанығыҙ булдымы?

– Эйе, яҙғылай торғайным…

– Нисә тапҡыр яҙҙығыҙ һәм ни тураһында?

– Күпме икәнен хәтерләмәйем. Күпселеген шул үҙебеҙҙең тормош тураһында инде. Кире беҙгә ҡайтыуын һорап, ҡыҙыбыҙ Гөлкәйҙең уны бик һағынып илауы… Бына шулар инде.

Һөйләшеү барышында тәфтишсе, өҫтәл тартмаһынан бер нисә конверт сығарып, Сыртлановтың алдына теҙеп һалды ла, селекторҙың төймәһенә баҫып, дежурныйға бүнәтәйҙәр индерергә ҡушты. Улар менән тейешенсә протокол төҙөлгәс: «Был конверттағы һеҙҙең яҙыумы?» - тигән һорау алты тапҡыр ҡабатланды. Ғәзизәгә хат яҙғанда Заһит һәр хәрефкә ҙур өмөттәрен һалып, бергә булған бәхетле саҡтарҙы ҡат-ҡат күҙ алдынан үткәреп, бик ҡабаланмай, ҡупшылап ҡына чертеждағы шрифт менән яҙа торғайны. Шуға күрә лә ул яҙыуҙарҙың бөтәһенең дә үҙенеке икәнен иҫбатланы. Артабан конверттар асылып, наҡыҫ ҡына яҙылған хаттар Заһиттың алдына теҙелешеп ятты. Тағы ла: «Был һинең яҙыумы, түгелме?» - тигән һорау ҡат-ҡат ҡабатланды. Хаттарҙың һуңғыһын ғына һорау алыныусы, икеләнһә лә, үҙенеке тип танды.

Протоколға тейешенсә имзалар ҡуйылып, бүнәтәйҙәр оҙатылғас, милиция капитаны һөйләшеүҙе ҡырыҫыраҡ башланы:

– Ярай, Сыртланов, элекке ҡатыныңа ниҙәр яҙғанһың икән, бергәләп уҡып сығайыҡ.

Заһит ул хаттарҙың йөкмәткеһен яттан белә ине инде. “Ғәзизәм, ғәзиз йән киҫәгем! Һағынышлы сәләмдәр менән ошо юлдарҙы яҙыусы Заһит һәм ҡыҙың Гөлкәй! Беҙҙең тормош-көнкүреш шул көйө. Гөлкәйҙе үткән аҙнала ғына дауахананан алып ҡайттым. Хәҙер балалар баҡсаһына йөрөй башланы, тик һине бик һағынып таптыра. Ә мин ни әйтергә лә белмәйем, төрлөсә алдашып ҡарайым, хәйләләп йыуатам. Түҙгән булам инде, нишләйһең инде. Тик иң ҡыйыны балалар баҡсаһына алып барғанда һәм кисен алып ҡайтҡанда. Балаларын дөпөлдәтеп һөйөп, иркәләп сисендергән-кейендергән әсәләргә Гөлкәйебеҙ тексәйә лә китә. Ә мин инде тиҙерәк уны алып сығыу яғын ҡарайым… Ғәзизәкәйем, зинһар, мине яратмаһаң да, балабыҙ өсөн ҡайт инде. Беҙ көтәбеҙ һине. Әгәр мин юлыңда кәртә булһам, йортто һеҙгә ҡалдырып сығып китермен. Ҙур өмөттәр менән һине өҙөлөп яратыусылар-көтөүселәр – ҡыҙың һәм Заһит».

Хаттар уҡыла барҙы, ә тыңлаусы иҫбатлай торҙо. Өнһөҙ генә яҙылған хат юлдары ят-ҡырағай тауышҡа әйләнеп Заһиттың йөрәген һыҙлатып берсә илертте, берсә тилертте, күңелендәге былай ҙа тәрән ҡайғы-ғазаптар океанын сығырынан сығарып көсәйтте, ҡайнатты һәм һуңғы уҡылған хаттың аяуһыҙ тулҡындары төпһөҙлөккә һөйрәй-һөйрәй, тамам батырып ҡуйҙы.

« Ғәзизә… Һиңә һуңғы тапҡыр яҙам. Гөлкәйең юҡ инде был донъяла. Мин уны үлтерҙем. Нисек итеп? Уныһы миңә генә билгеле. Етте, күп ыҙаланым мин уның менән. Бына икенсе бисә алам да, унан һау бала таптырам…»

– Һуңғыһын мин яҙманым, – тыныс ҡына өндәште Заһит. – Иҫләмәйем нишләптер...

– Ярай, һин яҙмағанһың икән, ә бүнәтәйҙәр алдында үҙеңдеке икәнен иҫбатланың бит. Протоколда имзаң ҡуйылған. Хаттарҙы экспертизаға ебәрергә тура килә. Ә бына ҡыҙыңды ҡәберенән ҡаҙып алып тикшерттереү мотлак. Әгәр медицина «бала үлтерелгән», тигән һығымта бирһә, эшегеҙ бик олоға китеүе мөмкин. Шулай, әлегә факттар – һеҙҙең хатығыҙ, баланы ярҙырып тикшертмәй ерләү – һеҙгә ҡаршы. Ғөмүмән, бөтәһен дә асыҡлау байтаҡ ваҡыт талап итә, шуның өсөн дә һине һаҡ аҫтынан сығара алмайбыҙ, Сыртланов ҡустым. Етмәһә, элекке ҡатынығыҙ, судҡа тиклем тоторға, тип өҫтәмә ғариза яҙған, – тип һөйләшеүен бөтөрҙө тәфтишсе.

Тамам ҡаушап төшкән, алйыған Заһитты камераға етәкләп оҙаттылар. “Ни өсөн улай итәһең, Ғәзизәкәйем? Ни өсөн?” – тигән һорауҙар күңел әрнеүе менән тулы йөрәкте һулҡылдатып-һулҡылдатып тағы ла нығыраҡ һыҙлатты. Әммә ҡулға алыныусының күңел төбөндә ҡатынына ҡарата кинәт уянған нәфрәт тойғоларына ҡарағанда уға булған һөйөү сатҡылары көслөрәк яна ине. Улар: «Юҡ, Ғәзизә улай ялғанламаҫ, ул бит ундайҙарҙан түгел», – тип күңелде йыуатырға тырышты.

Ғәзизә менән Заһит ҡауышыу алдынан өс йылдан ашыу йөрөнө. Был икәүҙең мөхәббәтенә күптәр һоҡланып, көнләшә ине. Себерҙә вахта ысулы менән эшләгән, эсмәгән-тартмаған, аҡса яғынан бик тотанаҡлы егет өйләнер алдынан дүрт бүлмәле өй төҙөп, ихатаһы эсенә һуңғы маркалы «Жигули»ҙы ултыртып ҡуйҙы. Әҙерләнгән донъяла йәштәргә тормош ҡороп ебәреүе, әлбиттә, еңелгә тура килде. Өҫтәүенә, колхозға ҡайтҡан Заһитҡа, уның тәжрибәле һәм тырыш шофер булыуын иҫәпкә алып, башҡаларға эләкмәгән өр-яңы «КамАЗ» бирҙеләр. Ә Ғәзизә күптәнән инде колхоз бухгалтерияһында эшләй ине. Ул ирҙән бик уңды, һауыт-һабаны, иҙәнде ялтыратып ҡуйыр, кер йыуғанда ла эргәлә ярҙамлашып сыуалыр ине. Ғәзизә уның был холҡона баштараҡ үпкәләп һүҙгә килешеп ҡараны ла, бушҡа икәнен аңлап күнергә булды, бара-тора үҙе лә өйрәнде һәм ҡыл ҡыбырлатырға ла ынтылмай башланы. Өҫтәүенә, ауылда сибәрҙәрҙән сибәр кәләшен ире башҡаларҙан матурыраҡ, ҡупшыраҡ кейендерергә тырышты, аҡса алған һайын ҡала магазиндарында затлы кейемдәр һайлап алыу уларҙың ғәҙәтенә инеп китте. Тора-бара элекке баҫалҡы, алсаҡ күңелле Ғәзизә бөтөнләй икенсегә әйләнде: ҡупырышланды, ҡырыҫланды. Хәҙер уның бар шөғөлө: ире әҙерләгән иртәнге тамаҡтан һуң, сәғәттәй көҙгө алдында биҙәнеп- һыланып, кейәсәк кейемдәрен ҡат-ҡат алмаштырып һайлап эшкә кейенеү, ҡайтҡас тәмле аштан арынып, йә китабын тотоп, йә телевизор алдында мелодрама геройҙары өсөн уфтанып-көнләшеп күҙ йәштәрен һөртөү ине. “Әҙәмде кейем түгел, хеҙмәт биҙәй», тиһәләр ҙә, үҙенә килешеп торған затлы кейемле, ҡатын ҡорона етеп тулыланған-йомороланған Ғәзизә башҡалар алдында матурлыҡ өлгөһөнә әйләнде, ир-аттың телендә, күңелендә булды. Хатта, быға тиклем ҡатын-ҡыҙға әллә ни иҫе китеп бармаған колхоздың баш бухгалтеры Хисам ағай ҙа бөтөнләй үҙгәрҙе. Башҡаларҙы ул йыш ҡына «ҡыҙған табала» ҡыҙҙырып торһа ла, «Мисс бухгалтерия – Ғәзизә» һөт өҫтөндә ҡаймаҡ булып йөҙҙө, ойошма иҫәбенә компьютерға уҡытыуға кандидатура һис һүҙһеҙ ул ине. Ҡатынынан был хәбәрҙе һәм уның ауырға ҡалыуын ишеткәс, Заһиттың түбәһе күккә тейҙе. Ғәзизәһе өсөн сикһеҙ ҡыуанды, ғорурланды.

«Эй, күгәрсенем минең”, – тип уны күтәреп алып зырылдатып өйрөлттө, ирендәрен һурҙы, күҙҙәрен үпкесләне. Ләкин ул һөйөклөһөнөң «ҡара ҡарғаға» әйләнеп барыуын һиҙмәй ине әле.

Курстан Ғәзизә бөтөнләй икенсе булып ҡайтты. Элек бесәй кеүек наҙланып-һырылып барған Заһиттың йән киҫәге, юҡ-бар сәбәп табып, һүҙ сығарырға тырышты. Эштә арыуына һылтанып, айырым йоҡлай башланы, ире менән бергә кеше араһына сығып йөрөүҙән дә баш тартты. Ошоға тиклем булмаған хәл, ҡалаға шылтыратып һөйләшеүҙәре лә күбәйҙе. Ҡатынының был ҡыланыштарынан бер нәмә аңламаған ир һыр бирмәне, күңел яраларының һыҙлауын эш менән баҫырға тырышты. Ә Ғәзизәнең һис юҡҡа уфтанып көрһөнөүҙәре, ҡырыҫлығы көндән-көн көсәйә барҙы. Түҙемле Заһит: «Моғайын, ауырлы булғанғалыр, бәпәйләһә элекке хәленә ҡайтыр әле», – тип уйланы. Буласаҡ бала тураһында һүҙ ҡуҙғатҡанда, кәләш, һөрөмө ҡойолоп, бөтөнләй һөйләшмәҫ булыр ине. Бала табырға теләге булмаған Ғәзизә ире юҡта төрлө дарыуҙар ҡапҡыланы, лапаҫ аҫтындағы ботлоҡ герҙе урындан-урынға шылдырып «йөҙәтте». Әсә ҡорһағына ныҡ урынлашҡан тыуасаҡ бала бының өсөн яҡты доньяға килгәс, ниндәй язаға дусар ителәсәген белмәй ине әле.

Гөлкәй донъяға килгәс тә Ғәзизә үҙ холҡон үҙгәртмәне. Ул йыш ҡына Заһитҡа тормошҡа сыҡҡанына, уға бала тапҡанына үкенеүен иҫкәртә башланы. Әммә ата кеше бөгөлөп төшмәне, бар күңелен, буш ваҡыттарын ҡыҙы Гөлкәйгә бағышланы, уға әүрәне. Ләкин бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тигәндәй, сабыйҙың һаулығында икеләнгән участка табибының тәҡдиме буйынса ҡат-ҡат тикшереүҙәрҙән һуң, тәтелдәп атлай башлаған Гөлкәйҙә яман шеш сире таптылар, өҫтәүенә, уның йөрәгендә шомло тауыш булыуын иҫбатланылар. Мәңге ваҡыты булмаған әсә урынына Заһит үҙе төрлө урындарға алып йөрөттө, ләкин сабыйҙың һауығыуына ышаныс юҡ ине әле.

Бер кистә рейстан ҡайтып ингән йорт хужаһын өҫтәлдә ҡатыны ҡалдырған яҙыу ҡаршы алды: «Заһит, һин алйот ир түгелһең, моғайын, аңларһың. Мин ҡалаға китәм, эш һәм фатир тапҡанмын. Мин бит һине бер ваҡытта ла яратманым. Гөлкәйҙе үҙең көтөп үҫтер, ул бит һине үлеп ярата. Мине эҙләп, маҙаһыҙлап йөрөмә. Минең ауылда тиҙәк-миҙәк араһында йәшәгем килмәй!!!» Шундай хәл килеп сығырын алдан уҡ һиҙеп йөрөгән Заһит юғалып ҡалманы, хатты ваҡ-ваҡ киҫәктәргә йыртҡылап сүп-сар һауытына ташланы ла, балалар баҡсаһына ашыҡты. Сөнки сәғәт туғыҙҙан уҙғайны инде. Ишекте оҙак туҡылдатырға тура килмәне, балалар баҡсаһы ҡарауылсыһы һөйләнә-һуҡрана һуңлаған атаны уйын бүлмәһенә оҙатты. Алдындағы теҙелгән уйынсыҡтарға ла иғтибар итмәй шоҡорайып ҡына ултырған Гөлкәйҙең моңһоу ҡарашы төн ҡараңғылығы сорнаған тәҙрәгә төбәлгән ине.

– И-и, бәпескәйем, оҙаҡ көттөңмө? Хәҙер ҡайтабыҙ, хәҙер, – тип балаһын күтәреп алып күкрәгенә ҡыҫҡан Заһиттың ҡыҙын йәлләүҙән йөрәге туҡтап ҡалғандай булды, күҙҙәренә әскелтем йәштәр ҡыҫтап тығылды, тамаҡ төбөнә төйөр, гүйә һөйәк кеүек ҡаҙалып, башҡа әйтелгән йылы һүҙҙәр ғырылдап ят-ҡырағай тауыш булып шыбырланылар.

– Нишләп улай һуңға ҡалып йөрөйһөгөҙ, әсәһе ҡайҙа һуң? Әлдә лә балағыҙ иҫ киткес тыныс. Башҡа булһа үкереп илап зитка тейер ине, – тип һамаҡлап, эргәлә шкафтан кейемдәрҙе алып биреп торған ҡарауылсыға Заһит иғтибар итмәне, уның һүҙҙәрен дә ишетмәне. Ә сикһеҙ бәхетле бала: «Атай, беҙ бөгөн санала шыуҙыҡ, һүрәт төшөрҙөк», – тип тәтелдәй бирҙе. Ҡайтыу юлында өйҙә әсәһенең юҡлығын сабыйға нисек аңлатырға, тигән уй борсоно, ләкин уңайлы яуап табылманы. Өйҙә Гөлкәй сисенеп тә тормай, «Әсәй, әсәй!” – тип саҡырып, буш бүлмәләр буйлап йүгереп сыҡты ла, кире әйләнеп килеп, ултырғыста өнһөҙ ҡатып ҡалған атаһының тубыҡтарын ҡосаҡлап: «Атай, әсәй ҡайҙа ул?» – тип уның күҙҙәренән яуап эҙләне. Заһит үкһеҙ етем ҡалғандарын, үҙҙәрен яратмаһа ла Ғәзизә өйҙә иң яҡын һәм кәрәк кеше булыуын, уның йәме икәнен шунда ғына аңланы.

Иртәгеһенә ата ҡыҙын: «Әсәйең алыҫҡа китте. Тиҙҙән ҡайтыр, Һиңә күп итеп шоколад, печеньелар алып киләсәк”, – тип алдап ҡыуандырҙы. Бала күңеле ана инде, үҙен ҡаршы алыусы тәрбиәсе алдында маҡтанып та алды. Ләкин уныһы, Сыртлановтар ғаиләһендәге хәлде яҡшы белгәнгә, күрәһең, Заһитҡа сәйер генә ҡараш ташланы ла баланы етәкләп инеп китте. Көндәр үтә торҙо. Ғәзизәнең хыянаты бөтә ғәмгә мәғлүм ине инде. “Заһит ҡыҙғанып туҡмай, өйҙән ҡыуа. Баланы ла бирергә теләмәй. Башҡаса уның менән йәшәргә түҙемлегем бөттө. Ҡалаға урынлашһам, барыбер, суд аша юллап баламды үҙемә аласаҡмын», – тип алдап һөйләүе асыҡланды. Күп тә үтмәй, ҡалала йәшәүсе ауылдаштар уның бер дәрәжәле контора ла эшләүен, хатта адресен әйтеп киттеләр. Башта Заһит: «Көсләп яҡҡан уттың йылыһы булмай, бер киҫелгән кире йәбешмәй», – тип ҡул һелтәгәйне, әммә ваҡыт үҙенекен эшләне. Әсәһен юҡһынмаһын өсөн ул көн аша: «Әсәйең ебәрҙе, әлегә ҡайта алмай әле», – тип алдап, тәм-томдар менән һыйлаһа ла, өс тәгәрмәсле велосипед алып бирһә лә Гөлкәй хушһына алманы, әсәһен көслөрәк таптыра башланы. Ғәзизәгә яҙылған бер нисә хат яуапһыҙ ҡалды. Етмәһә, табибтар ҙа: «Балаңа әсәһе менән бергә булыуҙан да көслөрәк дарыу юҡ”, – тип тылҡый башланылар. Шуға ла күрә Заһит тәүәккәлләргә булды. Март баштарында Гөлкәй үҙе менән төҫлө ҡағыҙ киҫәктәренән йәбештереп эшләнгән һүрәт алып ҡайтты ла:

– Әсәйем ҡасан ҡайта? Байрамға мин бына ниндәй һүрәт эшләнем, атай. Хатта шиғыр ҙа өйрәттеләр, – тип ҡат-ҡат һөйләп күрһәтте. Тамам ҡойолоп төшкән ата: «Иртәгә үк эштән һорап, әсәһе янына алып барып килергә кәрәк. 8 мартҡа балалар баҡсаһына байрамға килһә, бала төркөмдәштәре араһында етем булып ултырмаҫ», – тип уйланы. Ҡалала Ғәзизәнең эшләгән урынын, коммерция банкының контораһын, эҙләп табыуы ҡыйын булманы. Яурынына ҡыҫҡа автомат элгән милиционер, уларҙы индермәй, эш ваҡыты тамамланыуын көтөргә ҡушты. Ҡырыҫ һаҡсы, шулай ҙа, эске телефон аша Ғәзизәгә һөйөнсөләне. Уныһы ни тип яуап биргәндер, милиционер аптыраулы сырай яһап ирендәрен бүлтәйтте лә, телефон трубкаһын урынына элеп ҡуйҙы. Урамда банк ҡаршыһында суйындан ҡойолған эскәмйәлә урын алып бер шәлкем роза сәскәләрен бер ҡулынан икенсеһенә ҡат-ҡат күсергән атаның: «Нисек кенә булыр икән беҙҙең осрашыу? Мин уны шундай һағындым, ә ул мине ? Һүҙҙе ни тип башларға? Үҙгәргәнме икән?» – тигән уйҙар башында сыуалһа, ҡыҙы Гөлкәйҙең хыял-өмөтө башҡараҡ ине. Уға әсәһе йүгереп килеп ҡосоп алып, ҡыҫып-ҡыҫып һөйөр һәм уның бүләген - сәскәләр һүрәтен маҡтап бик ҡыуанып ҡабул итер кеүек.

Бына банк хеҙмәткәрҙәре бер-бер артлы өйрөлтмәле быяла ишектән сыға башланылар. Ғәзизә лә оҙак көттөрмәне, ләкин ул яңғыҙы түгел ине. Үҙе кеүек ҡупшы ғына кейемле ир ишараты ҡултыҡлаған уны. Улар, бәхетле кешеләр кеүек балҡып, үҙ-ара һөйләшә-көлөшә, еңел машиналар ҡуйылған майҙансыҡҡа йүнәлде. Быны көтмәгән Заһиттың йөрәге дарҫлап типте, тубыҡтары дерелдәне һәм күҙ алдары ҡараңғыланды. Ул үҙен ҡайҙандыр бейектән түбәнгә табан таш кеүек осҡандай хис итте. Тамам юғалып ҡалған Заһит: «Атай, атай! Ана бит беҙҙең әсәй! Әсәй, әсәй! Әйҙә, янына киттек, атай!” - тип ҡыҙының ҡысҡырған тауышына һиҫкәнеп китеп, иҫенә килгәндәй булды ла, ҡулынан тотоп алға һөйрәгән бала артынан алға ынтылды. Ләкин «әсә» ишетһә лә, уларға әйләнеп тә ҡараманы, оҙатыусыһын ҡыҫып ҡултыҡлап, ғорур ғына атлауын белде. Уныһы Ғәзизә артынан ипле генә «иномарканың» ишеген япты ла, сигаретен ҡабыҙып, эшлекле генә йүгерә-атлай килгән икәүҙең ҡаршыһына сыҡты.

– Эй, ты, вонючий колхозник! Ниңә һин Гезаны позорить итеп ауырыу ҡалдығыңды бында алып килгәнһең? Ладно, балаң эргәңдә, атыу муйыныңды борор инем. Гезаны онот, ул бәхетле йәшәргә тейеш. Это я могу сделать, а не ты. Если тағы күрһәм, горько пожалеешь, что на свет родился… », – тигән һүҙҙәр ата менән ҡыҙҙың өмөтөнә мәңгелек кәртә ҡуйҙы. Заһит ҡайтыу юлы буйы: «Ниндәй хурлыҡ, юҡҡа килгәнбез. Ярай әле ул урыҫҫа әллә ни аңлап етмәй», – тип үкенһә лә, һиҙгер бала йөрәге бөтәһен дә төшөнгәйне инде. Ошо ғибрәтле осрашыуҙан һуң ул бөтөнләй йомолоп ҡалды, атаһынан үҙҙәрен ташлаған әсәһен таптырып йөҙәтмәне, күнде. Өҫтәүенә, баланың ауырыуы ла көсәйә барҙы. Ә һуңғы өмөт – операцияға иртәрәк булыуы, кескәй организмдың уны күтәрә алмаҫы билдәле ине. Былтыр Заһит ҡыҙын «Жигули»йына ултыртып һабантуйға алып барғайны. Баланың иртәнсәктән үк һис кәйефе булманы. Атай кеше уның күңелен табырға тырышып, ҡулынан төшөрмәй алып йөрөттө, туңдырма һәм ҡарбуз менән һыйланы. Ләкин күп йөрөй алманы улар. Заһит, ҡыҙының бик тиҙ арыуын һиҙеп, алып ҡайтырға булды. Юлда ул Гөлкәйҙең сәскә яратыуын белгәс, баланың күңелен табырға уйлап, бер аҡланда машинаһын ситкәрәк алып туҡтатты ла: «Әйҙә, бәпесем, сәскәләр йыйып ал”, - тип өндәште. Уныһы, кинәт ҡояштай балҡып, ҡыуанысынан сырылдай-тәтелдәй машинанан төшөп йүгерҙе.

– Атай, атай! Бына аҡ сәскә… бынауһы күк… бына быныһы ҡыңғырау сәскәһе, – тип аҡлан буйлап эләгә-ҡолай йүгереп шәлкем йыйған ҡыҙын Заһит ситтән генә тәмәкеһен быҫҡыта-быҫҡыта, күҙҙәренә йәш алып күҙәтте. Ҡәҙерле һәм берҙән-бер ҡыуанысы – балаһын бәхетле итә алмағанына әрнеп һыҙлай ине ата йөрәге. Ҡайтып еткәс, үҙе йыйған сәскәләр шәлкеме менән йөҙөн ҡаплап, йоҡоға киткән кеүек ултырған Гөлкәйҙе атаһы, күпме генә тырышмаһын, иҫенә килтерә алманы.

Участка дауаханаһының «Тиҙ ярҙам» бүлегендә, урынында ултырмай әллә ҡайҙа йөрөгән дежурлыҡ итеүсе табип табылғансы, әсә йылыһын йүнле татымаған, бар ҡалған ҡыҫҡа ғүмерендә уны һағынып зарыҡҡан Гөлкәй берҙән-бер таянысы булған атаһы ҡуйынында, уның әсе күҙ йәштәренә мул мансылып, уянмайынса ғына был яҡты донъянан китте. Бәхетһеҙ атаның ҙур ҡайғыһын аңлапмы, әллә балаға ваҡытында ярҙам күрһәтә алмағанға үҙҙәрен ғәйепле һанапмы, дауаханалыҡылар уны киҫкеләп тикшертмәйенсә ерләргә рөхсәт иттеләр. Йәнә лә Гөлкәйҙең ауыр сиренең ошондай һөҙөмтәгә килтерәсәге көн кеүек асыҡ ине.
Ерләр алдынан Заһит Ғәзизәне һуңғы ваҡытҡа тиклем көттө. Ул күпме генә тәҙрә аша ауылға ингән юлға ҡарап күҙҙәрен талдырмаһын, бәрхәт менән ҡапланған табуттағы гүйә йоҡоға ғына киткән бәләкәй Гөлкәйҙең әсәһе оло юл сатында күренмәне. Ебәрелгән телеграмма йомарланып ҡала урамындағы урнала, һис кәрәкмәгән ҡағыҙ киҫәге булып, дөйөм ҡыйлыҡҡа үҙ сиратын көтә ине. Ҡыҙының үлемен ауыр кисерҙе Заһит. Тәү башта уның ҡәбере янында көн һайын тиерлек оҙаҡлап була торғайны. Дуҫ-иштәре: «Нишләйһең инде, үлгән артынан китеп булмай. Ҡәбергә йөрөүеңде һирәгәйт, юғиһә, бөтөнләй хыялыйға әйләнеп китерһең», – тиһәләр ҙә, Заһитты өйҙә лә шул зыярат шомлоғо көтә ине. Шуға күрә лә ул, мал-тыуарын һатып-таратып, «КамАЗ» менән алыҫ рейстарға йөрөй башланы. Бирелгән кәңәштәр ауыр ҡайғыһынан арына алмай интеккән Заһит өсөн бик урынлы булды. Әлегә белмәгән- күрмәгән урындарҙа, элек таныш булмаған кешеләр менән танышыу-аралашыуҙар, командировкаларҙан ҡайтып, тәҡәтһеҙ булып арып йығылыуҙар, ғазапланыуҙарға ваҡыт ҡалдырманы. Бәләкәй Гөлкәй һирәҡ-һаяҡ төштәргә инһә лә, хурланған-кәмһетелгән ир Ғәзизәһен бөтөнләй онотҡайны инде. Ләкин уныһы был донъяла үҙенең барлығын тиҙҙән үҙе белдерҙе.

Костромаға сираттағы йөк алып барғанда Заһит, алмашсыһы бик өгөтләгәс, унлап «Урыҫ лотоһы» билеттары һатып алғайны. Шуларҙың берәүһе байтаҡ аҡса отто ла ҡуйҙы. Аҡса өсөн әллә ни иҫе китеп китеп бармаған ҙур отош эйәһе: «Был һинең өлөшөң, һин ныҡышмаһаң, мин ул билеттарҙы һатып та алмаҫ инем», – тип өй һала башлаған алмашсыһының ай-вайына ҡарамай ҡулына тотторҙо.

Март айының бер кисендә эңер төшөү менән өй янына еңел машина килеп туктаны. “Моғайын, иртәгә ашығыс рейсҡа саҡырырға килгәндәрҙер», – тип уйланы йорттоң яңы ғына ҡайтып ингән яңғыҙ хужаһы. Ләкин тупһа аша атлаусы Ғәзизә ине. Ул иҫәнләшеп тә тормай, таҙа иҙәндә бысраҡ эҙҙәрен ҡалдырып, түрьяҡта элек яратҡан креслоһына барып ултырҙы:

– Шунан, Заһит, баланан ҡотолоп, рәхәтләнеп, байығып ҡына йәшәп ятаһыңмы? «Хәстрүш» Айҙарға бер өйлөк аҡса биргәнһең икән, ә мине онотҡанһың? Миңә ҡалала йәшәүе еңел, тип уйлайһыңмы? Мин ошо доньяны, бер тиненә лә теймәй, һиңә ҡалдырып киттем бит. Миңә илле-алтмыш мең аҡса һелтә! Минең аслы-туҡлы, аламам ҡойолоп йәшәгем килмәй. Етмәһә, берҙән-бер ҡыуанысым баламдан яҙҙырҙың…

Заһит был «саҡырылмаған ҡунаҡ» менән һөйләшеп тә торманы, ошоға тиклем кисергән ғазаптар, йөрәк түренә йыйылып килгән асыулы тойғолар тышҡа бәреп сыҡҡайнылар инде. Күпкә өмөтләнеп килгән Ғәзизә тупһанан, туп кеүек тәкмәсләп, аҫҡа осто. “Мин һиңә әле күрһәтермен!» – тигән янаулы ауаз, дерелдәп ҡуҙғалып киткән «иномарка»ның тауышына ҡушылып, төн ҡараңғылығында ҡат-ҡат яңғырап, һүнеп барып юғалды. Ошо кистән һуң, күп тә үтмәй, Заһитты ҡул аҫтына алдылар.



Күңелдә ниндәйҙер эске тауыш: «Сыртлановтың бындай ҡот осҡос енәйәт ҡылыуы мөмкин түгел, ундайҙарға оҡшамаған ул. Һаҡ аҫтынан сығарырға кәрәк үҙен», – тип ҡабатлаһа ла, тәфтишсе Камалов ундай һығымта яһарға ашыҡманы, сөнки закон бөтә булған дәлилдәрҙе ентекле тикшереп кенә иҫбатлауҙы талап итә. Шуға күрә ул, тамамлау ваҡыты ҡыҫҡан башҡа эштәрҙе ситкә һалып, хаттарҙы экспертизаға ебәрә һалды. Заһиттың эшләгән-йәшәгән урынынан характеристикалар алдыртты, уны аҡылға теүәлме-түгелме икәнен билдәләү экспертизаһын үткәрҙе. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уның иптәштәре, күршеләре, шулай уҡ Ғәзизә һорау алыуға саҡыртылды. Ғәзизәнекенән башҡа күрһәтмәләр, шулай уҡ дауахананан алынған документтар Камаловтың ҡулға алыныусының ғәйеплелегендә икеләнеүҙе тағы ла көсәйтте. Ләкин тәфтишсенең йөрәген иң һыҙлатҡаны - төп дәлилде асыҡлау өсөн эксгумация үткәреү ине. “Ғәзиз, яңғыҙы ғына тәрбиәләгән балаһын ҡәберҙән ҡаҙып алыуҙы ата кеше нисек хуплаһын инде», – тигән уй борсоно уны. Өҫтәүенә: «Эксгумацияла Сыртлановтың булыуы мотлаҡ. Бәлки, ул ҡыҙының ҡәбере янында «ярылыр», уны нисек үлтергәнен һөйләп бирер. Был беҙҙең эштә, үҙенсә, бер психологик ысул», – тип тылҡыны өлкән тәфтишсе.

Бына билдәләнгән көн дә килеп етте. Камеранан саҡыртылған Сыртлановҡа тәфтишсенең, уны бөгөн ҡайҙа алып барасағын әйтергә һис тел әйләнмәне. Уныһы ла һораманы. Ауылға барып еткәнсе, тәҙрә быялаһы аша йылпылдап йүгерешеп үткән азат һәм яҡты донъяның күренештәрен моңһоу ғына, күҙҙәренә йәш алып күҙәтеп барҙы әсе яҙмышының тотҡоно. Ул үҙе ултырған «УАЗ» машинаһы зыяратҡа боролғас ҡына уянып киткәндәй булды ла: “Миңә ышанмайһығыҙмы? Баламды ҡаҙып алырға уйлайһығыҙмы!?» – тип ҡысҡырына башланы. Ләкин алда ултырған Камалов өнһөҙ ине. Ҡапҡа янында сәстәрен йолҡҡолап, үкереп илаған Заһитты конвоирҙар тупаҫ ҡына төрткөсләп кабинанан төшөрҙөләр ҙә зыярат эсенә һөйрәкләп алып киттеләр. Бында әллә ҡыҙыҡһыныпмы, әллә Заһитты күрергә, тип килгән ауылдаштары ла бар ине. Уларҙың ҡайһыларылыр ике яҡтан ҡулдары шаҡарылып һөйрәтелгән тотҡон артынан: “Һаумы, Заһит, түҙ инде, ныҡ бул». «Ух, ҡәбәхәт, бала үлтереүсе, үҙеңде ошонда тереләй күмергә ине», – тип өндәшеп ҡалдылар. Ләкин күҙ йәштәренә тома һуҡырайған бәхетһеҙ ата: «Балаҡайым, ғәфү ит инде», – тип ҡат-ҡат һамаҡлап тартышып һөйрәтелеп, улар янынан үтте. Бер кемде таныманы ла, ишетмәне лә. Гөлкәйҙең ҡәберенең тимер кәртәһен ике ят ир, ситкә күтәреп шылдырып, көрәктәренә дәррәү тотонғайнылар инде. Заһит ҡырағай үкереп уларға ынтылды. Ләкин көслө ҡулдарҙан ысҡына алманы. Тағы ла сәбәләнеп, тыпырсынып ҡараны ла: «Гражданин тәфтишсе, зинһар өсөн ҡаҙмағыҙ! Тыныс йоҡоһон бүлмәгеҙ инде! Ултыртһағыҙ ҙа ризамын, тик ҡәберҙе тыныслыҡта ҡалдырығыҙ!» – тип ялбарына башланы. Ләкин уның ҡат-ҡат инәлеүенә иғтибар итмәнеләр.

Ҡаҙыусылар соҡорҙың яртыһына еткәс, Заһит сығырынан сыҡты, конвоирҙарҙың ҡулдарынан һыпырылып төштө лә, йөҙтүбән ергә ауҙы. Бығаулы ҡулдары менән еүеш зыярат тупрағын тырнап-сапсып, маңлайын бәргеләне. Үкереп-аҡырып ят тауыш менән ҡысҡырына башланы:

– А-а-а! Ҡаҙмағыҙ ҡәберҙе, ҡәбәхәттәр! Гражданин тәфтишсе, зинһар өсөн туҡтатығыҙ! Мин үлтерҙем уны, Ғәзизә дөрөҫ әйтә. Ултыртығыҙ мине, тик баламдың йоҡоһон бүлмәгеҙ, кәүҙәһен ҡыбырлатмағыҙ инде. Ха-хах-ха!!! Ишетегеҙ кешеләр: мин баламды үлтерҙем, быуып үлтерзем! Ғәзизә шулай тип ғәйепләй. Эйе, мин бала үлтереүсе! Ха-ха-ха!!! А-а-а!!! – Был ҡурҡыныс хәбәр, зыярат шомлоғон онтап-ватып, тирә-яҡҡа бәреп сыҡты, шунда бар тереклектә һүнә-һүнә барып, шаңдау булып кире зыяратҡа әйләнеп ҡайтты. Бәләкәй генә табут зыярат соҡоронан күтәрелеп ултырғас ҡына Заһит күҙҙәрен аҡайтып шымып ҡалды.

Бер аҙҙан уның тупраҡҡа буялған ирендәре: «Һаумы, бәләкәсем… Һаумы, бәпкәм… Һаумы, алтыным. Һаумы, минең һүнгән ҡояшым», – тип хәлһеҙ генә шыбырлайҙар ине.

Зыяратта кинәт урынлашҡан, күңелдәрҙе өшөткөс тынлыҡты боҙоп, шығырлап ҡына табут асылды, талғын ғына иҫкән таң еле иҫәнләшкән кеүек, йөҙө ҡарайған Гөлкәйҙең һәм янындағы ҡурсағының һары сәстәрен елберләтеп үтте, еүеш гүр еҫтәрен тирә-яҡҡа таратты. Ә тубыҡланып ҡатып ҡалған атай кеше: «Балаҡайғынам. А-а-а-а!» – тип һуңғы ауазы менән зыяратты яңғыратты ла йөҙтүбән ҡапланды. Шулай Гөлкәйе менән һаулашып -осрашып, үҙенең аяуһыҙ ҡара донъяһы менән хушлашты Сыртланов Заһит. Артабанғы уның юлы – ҡыҙы менән дауахана мәйетханаһына оҙатылдылар. Бәләкәй Гөлкәйҙең быуылмағанлығы, уңалмаҫлыҡ ауырыуҙан, ә Заһиттың кисергән ғазаптарынан йөрәге күтәрә алмай үлеүе асыҡланды.

Сыртлановтарҙы бөтә ауыл һуңғы юлға оҙатты. Улар араһында иҫен юғалта-юғалта, зәһәр өҙгөләнеп, керпек буяуҙарына мул буялып түгелеп илаған Ғәзизә лә бар ине.

Сыртлановтың «енәйәте» буйынса йыйылған бөтә документтар уның ғәйепһеҙлеген раҫланы, шуға ла күрә енәйәт эше ябылды. Тәфтишсе Заһиттың башына еткән хаттың авторы Ғәзизә икәнен һиҙһә лә, эште нишләптер олоға ебәрергә теләмәне, йәнә лә уның артынан йөрөүсе, ҡыҙыҡһыныусы булманы. Ғәйепһеҙлекте аҡлап сығарылған ҡарар эште тамамлап һуңғы бит булып тегелеп саңлы архивҡа оҙатылды, ә Ғәзизә үҙенә бирелгән икенсе дананы бер кемгә лә уҡытмай юҡ итте.

 

Мансур БАҺАУВ.

 

Автор:
Читайте нас: