-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Сентябрь 2023, 15:36

Кил һин... Кил...

Әңгәмә туҡтап ҡалды. Йәйҙең матур саҡтары. Көнө лә ниндәй аяҙ әле уның. Шундай гүзәл ваҡытты ҡулдан ыскындыр­маҫҡа кәрәк ине. Эт ҡайышына әйләнеп барған Ғәфүр ниңәлер баҙай. «Эй, был бисә алтындан ҡойолғанмы әллә? Оҙон күлдәк, яулыҡ күреп ҡурҡып ҡалдың».

Кил һин... Кил...
Кил һин... Кил...

 

Гәзиткә ҡапланып ултырған таксисҡа машина ишеген асып өндәштеләр:

— Һеҙ бушмы?

— Буш, буғай.

— Улайһа, мине Мәжит ауылына алып барығыҙсы.

Таксист Ғәфүр башын күтәрмәй, аҫтан ғына күҙ һалды: әүеркәле итәк күренә. «Ҡарсыҡ, - тип ҡуйҙы ул эстән генә, — һин генә ҡалмағайның, былай ҙа настроение юҡ. Теге мегера ҡотороноп талап сығарҙы. Берәй йәшерәк бисә-сәсә булһа, күңел күтәрелеп китер ине».

Бармай ҙа булмай. Йыраҡ ҡына ауыл, арыу ғына төшөм буласаҡ.

— Ултыр, — тине ул. «һеҙ» тип сөсөләнеп тороуҙы кәрәк тапманы. Баш күтәрмәй генә күҙ һалыуы үҙе бер алым. Ул күберәк йәш ҡатын-ҡыҙ хал­ҡын йөрөтөргә ярата. Салбар балаҡтары, ҡарсыҡ-ҡорсоҡ аяҡтары күренһә, барып та тормай. Ә бына ҡыҫҡа юбка, һылашып торған джинсы күренһә, шунда уҡ ултырта. Шунан ғына пассажирына күтәрелеп, һынап ҡарай. Йәнәһе, ниндәй ҡош. Улты­рыусыһы дәрәжәлерәк, олпатыраҡ кешеме, күҙ уйнатҡан йәш сибәркәйме, шуға ҡарап тел сарлай. Һөйләшеп-көлөшөп йөрөһәң, ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй.

Ғәфүр ҡасандыр «Сельхозтехника» тигән ҙур ғына ойошмала «КамАЗ» йөрөтә ине. Заманалар үҙгәрҙе, ойошманың исеме лә ҡалманы, бына нисә йыл инде үҙ йүнен үҙе күрә, тигәндәй. Тимер арғымағы менән кәсеп итә. Етеҙерәк булһаң, йәшәргә етә, хатта бер аҙ күңел асып алырға ла арта. Тик бына йәш саҡта оҡша­тып өйләнгән ҡатыны бигерәк холоҡһоҙлана бара. Уға бер нәмә лә етмәй: «Ана тегеләр йорттарына евроремонт яһатҡан, ҡыйып инмәле түгел. Бынауҙар сауна һалған. Анауҙарҙың обстановкаһы яңыртылған...» Ҡатындың нәфсеһенең сиге юҡ. Насар ҙа йәшәмәйҙәр инде. Өс кешенән торған ғаиләгә күп кәрәкме?

Ир үсекте, туймаҫ бисәнән үс алыуҙы ҡарай башланы. Бер ваҡыт яйы ла килеп сыҡты. Матур ғына бер көндө алыҫ ауылға юлға сыҡты. Ғәҙәттә күп түләмәҫ өсөн бер нисә кеше бергә йыйылып ҡайтыу яғын ҡарай. Эргәһендәге юлдашы, шуҡ, шаян ҡатын-ҡыҙ заты, үҙенә иптәш тапмаған, буғай. Теле телгә йоҡмай, шул арала әллә нәмәләр һөйләп бөтөрә һалды, бөтә тормош юлы менән таныштырҙы. Еңел-елпе холоҡло, йәшәүе лә шул рәүешле бара икән. Шулай юҡ-бар һөйләп утыҙ саҡрым ара үтеп киткәне һиҙелмәне, ана уйһыулыҡта юлсының ауылы ла күренде.

- Туҡта әле, — тип кинәт кенә ҡысҡырып ҡуйҙы тел биҫтәһе, — минән нисә һум?

- Өс йөҙ, билдәле бит. Километры 10 һум.

- О-о-о! Миндә ундай аҡса юҡ ул. Һин былай ит, натуралата ал. Ниңә өндәшмәйһең?

- Нимә бирәһең?

-Нимә, тисе! Әллә бөгөн тыуҙыңмы? Ха-ха-ха!

Ғәфүргә саҡ барып етте, ҡыҙыу ғына барған ерҙән тормозға баҫып ебәреп, саҡ сөйлөкмәнеләр. Ир фәрештә заты уҡ булмаһа ла, ҡатындарға еңел ҡарашта түгел ине әле.

Бына һиңә кәрәк булһа! Әллә тәүәккәлләргәме? Был арала ҡатыны менән ныҡ һүҙгә килгәйне. Һаман шул аҡса, аҡса инде. Мегеранан (Ғәфүр асыуы килгәндә ҡатынын шулай атай, эстән генә инде) үс алыр ине, исмаһам.

-Анау ерҙә ағас ҡуйы, боролор юлы ла бар.  — Тел биҫтәһе баҙап ҡалған иргә ярҙамға килде.

Машинаһын әрәмә араһына борғанын һиҙмәй ҙә ҡалды Ғә­фүр. Ҡоштоң аҫылы эләккәйне. Шунан бирле ир кеше тыйылған емешкә әүәҫләнде, мегеранан үсен шулай ала торған булды. Бур бесәй кеүек мыйыҡ аҫтынан аҫтыртын ғына йылмайып йөрөнө. Тик береһенә лә башы-тояғы менән бирелеп китмәне, шуға үҙен ғәйепле итеп тә тойманы...

Әле юлдашына күҙ ҡырыйы менән аҫтыртын күҙ һалды ла аптырап китте. Ҡарсыҡ тигәне йәп-йәш ҡатын даһа! Тик ниңә ҡарсыҡтар һымаҡ оҙон, әүеркәле күлдәк кейеп, яулыҡ бөркәнеп ебәргән һуң? Хәйер, хәҙерге заманда аптырарға кәрәкмәй. Берәй абыстайҙыр.

Аҡһыл йөҙөндә һыҙылып киткән ҡаштары бигерәк ҡара, керпектәре бигерәк ҡуйы күренә. Күҙҙәре матур, саф, ҡабарынҡы ирендәре бала сырайы бирә. Шундай матур ҡатын әбейҙәр ке­үек бөркәнеп йөрөһөн әле. Ҡылыңды тартып ҡараһаң, нисек һайрарһың.

Ҡатын уйсан ғына алға төбәлгән. Был донъянан бөтөнләй ваз кискән кеше һымаҡ.

Ғәфүр төшөп ҡалған заттарҙан түгел. Һомғол буй-һынлы, төҫ­ кә арыу, кейеме бөхтә. Йәш саҡтан үҙ баһаһын белде. Теләһә кемгә йомолоп барманы. Тормош үҙенекен итә, ғорур ир-егетте лә ваҡланырға мәжбүр итеп ҡуя. Ғәҙәттә һүҙгә әүәҫ, аптырамай торған кеше һүҙ башлай алмай килә. Ахырҙа:

— Автобусҡа өлгөрмәнегеҙме ни? - тип һүҙ ҡушҡан булды.

— Өлгөрмәнем шул. Кискеһенә тиклем биш сәғәтләп ваҡыт бар. Балам илап бөткәндер, күршегә генә ҡалдырғайным.

— Бәләкәйме ни?

— Бәләкәй шул. Ике йәштә генә. Әлегә тиклем бер ҙә үҙемдән айырылғаны юҡ ине.

— Кейәүең юҡмы ни?

— Юҡ, бер кемем дә юҡ. Беҙ бүтән райондан килгәйнек.

Әңгәмә туҡтап ҡалды. Йәйҙең матур саҡтары. Көнө лә ниндәй аяҙ әле уның. Шундай гүзәл ваҡытты ҡулдан ыскындыр­маҫҡа кәрәк ине. Эт ҡайышына әйләнеп барған Ғәфүр ниңәлер баҙай. «Эй, был бисә алтындан ҡойолғанмы әллә? Оҙон күлдәк, яулыҡ күреп ҡурҡып ҡалдың».

Үҙен еңеп:

-Юл хаҡын натуралата түләүгә нисек ҡарайһың? — тип ысҡындырҙы.

— И-и-и, яҡшы булыр ине. Был арала аҡсаға ҡотайып булмай. — Ҡатын йөҙөн асып, боролоп уҡ ҡарап ебәрҙе.

Бына һиңә мә! Ҡарап тороуға ниндәй фәрештә үҙе. Ғәфүрҙең эсе бошоп китте. Күңел төпкөлөндә: «Булһа ине, исмаһам, бер тоғро ҡатын», — тигән осҡон быҫҡый ине. Ул да «леп» итеп һүн­де. Шулай бысраҡмы был донъя? Тоғролоҡ тигән төшөнсә буш һүҙ генәме хәҙер? Бар ул был донъяла сафлыҡ, бар керһеҙ күңел, тип әйтерлеге лә ҡалмағанмы? Тфү, шайтан алғыры! Арҡыры ятҡан бүрәнәне буйға бороп һалмаһаң, ирлегең ҡороһон. Ана, теге матур ғына бер өйкөм ҡыуаҡлыҡ яғына боролорға кәрәк. Керер юл да бар.

Килеп туҡтаны. Ах, көнө! Шундай йәм бар саҡта һаҫыҡ машинала ултырыу гонаһ. Һауаға сәскә, бал еҫтәрен тыңҡыслап тултырғандар, тиерһең. Тотош сәскәнән торған келәмгә йығыл да тормай ят ине. Ул багажнигында йөрөткән таҙа япманы сығарып үләнгә йәйҙе.

Бәй, теге төшмәй ултыра лаһа.

— Төш, — тине Ғәфүр тупаҫ ҡына, шулай өндәшеүҙе урынлы һанап.

Тегеһе өтәләнеп килеп төшкән булды. Машина ишегенә то­тондо ла ҡатты. Төҫө ҡасҡан, ирендәре туҡтауһыҙ һелкенә.

— Йә, кил бында. Тимергә йәбешеп ҡатырға магнит түгелһең.

— Ниңә?

— Ниңә-ә-ә? Натураға риза булдың бит.

— Натура өйҙә бит.

— Нимә?

— Өйҙә, тим. Теләһәң, май, теләһәң, һарыҡ ите бар.

Ғәфүр шаңҡып тора бирҙе лә, ергә тәгәрәп, көлөргә кереште.

Көлдө-көлдө лә шып туҡтаны. Ат башындай алтын тапҡан кеүек ҡыуанды. Бар булмышына еңеллек тулды. Ә ҡатынҡай, тотҡаға тотоноп, ҡатып тороуын белә. Ирендәре генә быш-быш итеп һелкенә.

- Нимә һөйләнәһең унда? Әллә аҡылдан яҙҙыңмы?

— Хоҙай Тәғәләнән һеҙгә иман, ярлыҡау һорайым.

— Ни һөйләйһең тағы?

— һеҙҙең яңылышыуығыҙҙы Аллаһ ғәфү итһен. Мин ғәфү итәм.

— Ултыр.

Машина осто ғына. Ниндәй ахмаҡлыҡ. Ир-ат ғорурлығы бер яҡтан тынғы бирмәй, икенсе яҡтан, бер сибек ҡатындың фәҡәт үҙенең нәзәкәтлеге, йомшаҡлығы менән еңеүе аптырата. Фәриҙә, ҡатыны, ана ниндәй шәпле булып ҡылана, ә нимәгә ирешә?

— Әкрен. Баламды бөтөнләй яңғыҙ ҡалдырма.

— Ни өсөн яңғыҙ?

— Яҙ, март айында, баламдың атаһы юл фажиғәһендә харап булды. Ә ниндәй изге юлға сыҡҡайны. Күрше ҡатынды бала табыу йортона илтә ине. Ауырлы ҡатынға, шөкөр, бер ни ҙә булманы. Бала сәләмәт тыуҙы.

— Шуның өсөн дини юлға баҫтыңмы?

— Мин күптән ошо юлда. Тормош юлдашым мәсеттә имам ине. Бик изгелекле кеше булды.

— Ниңә Хоҙайы ҡотҡарманы уны?

— Көфөр һөйләйһегеҙ. Хоҙай Тәғәлә ауыр һынауҙар аша яратҡан бәндәләренә ожмахта урын әҙерләй.

Ҡатындың бар булмышында бөткөһөҙ ышаныс бөркөлә.

— Мөмкин булһа, ғәфү ит.

— Иттем инде. Һеҙ яҡшы кеше. Иблис һеҙҙе юлдан тайҙырып ала. Һеҙ уны ендегеҙ, шуға рәхмәтлемен.

Бына тағы, асыуланыр урында рәхмәт әйтә.

— Ана, мин торған йорт. һау булығыҙ.

Ҡатын төшөү менән, Ғәфүр ҡуҙғалып та китте. Ҡатын ниҙер ҡысҡырҙы. Ир алға елеүен белде. Юлдашының ҡапҡа төбөндә һаман баҫып тороуы машина көҙгөһөндә сағылып ҡалды.

***

Бына тағы көҙҙәр етте,

Бына тағы япраҡ ҡойола,

Һалҡын көҙҙөн, һары төҫө

Һағыш һала, күңел бойоға.

Кил һин, кил һин, уҙең кил...

 

ТӘСКИРӘ ДАЯНОВА

Автор:
Читайте нас: