Өй эсенә күҙ һалды: атаһы ла, әсәһе лә күренмәй, тағы ла эсергә эҙләп киткәндәрҙер инде. Ә һеңлеһе Гүзәл ҡайҙа? Ул кәйефһеҙ генә тороп, өҫтәл янына килде. Кистән бысраҡ килеш ултырған һауыт-һаба араһынан икмәк һынығы алып ҡапҡайны, уныһына араҡы түгелгән булып сыҡты, ытырғанып, кире төкөрҙө. Кисә ас килеш йоҡлап киткәйне. Ошо арала бигерәк айнымай эсәләр шул. Ниңә бигерәк яраталар икән шул тәмһеҙ нәмәкәйҙе? Тәмһеҙ икәнен Илгиз белә инде, тәмләп ҡарағаны бар. Күптән түгел атаһы менән әсәһе уның алты йәше тулыуын “байрам” итеп иҫереп йығылғас, стакан төбөндәге араҡыны эсеп ҡараны. Мәжлестәгеләр бер-береһен ҡыҫтап, һәйбәт араҡы тип маҡтағас, тәмләп ҡарарға булғайны шул, ауыҙы яныуҙан кире төкөрҙө, һаҫыҡ, әсе, тәмһеҙ тәме ауыҙынан оҙаҡ китмәй торҙо.
Илгиз урамға сығып, ҡойма буйында ятҡан ташҡа сүгәләне. Гүзәл ҡайҙа йөрөй һуң? “Йөрөй” тип әйтеп тә булмай инде, тыумыштан ғәрип аяҡтарын һөйрәп, шыуышып ҡына йөрөй ул. Өс йәше тулып үтһә лә, йүнләп һөйләшә лә белмәй. Әллә ойоп киткән Илгиз, әллә абайламай ҡалды, ҡапыл ҡаршыһында тап-таҙа, ялтырап торған ҡара туфли кейгән аяҡтарҙы күреп, башын күтәрһә, ҡупшы кейенгән, йәтеш кенә һаҡаллы, мөләйем йөҙлө ағай баҫып тора. Түбәтәй кейеп йөрөгән был кешене күргәне бар Илгиздең. Уларҙың өйө янындағы тыҡрыҡ аша ауылдың үрге осондағы мәсеткә бара ул.
Бына бер саҡ бөтәһе лә кеҫәләренән мунсаҡ сығарып алып, берәмләп шуны һанарға тотондолар. Оҙаҡ ҡына һананылар мунсаҡ бөртөктәрен. Һуңынан бөтәһе бергә ҡулдарын күтәреп, биттәрен һыпырып ҡуйҙылар. Хәҙрәт ағай халыҡҡа йөҙө менән әйләнеп, ниҙер һөйләй башланы. Башҡортса һөйләһә лә, Илгиз бер нәмә лә аңламаны тиерлек. Халыҡ таралыша башланы. Хәҙрәт ағаһы уның янына килеп:
Сәй эсеп алғас, хәҙрәт ағаһына бер аҙ өйрәнә төшкәс, үҙен баянан бирле борсоған һорауҙы бирергә баҙнат итте Илгиз:
Илгиз мәсеттән сыҡты ла, өйҙәренә ҡарай елдерҙе.
Сәғит хәҙрәт Илгиз күҙҙән юғалғансы тәҙрәнән ҡарап торҙо. Илгиздең атаһы Илдус менән бер класта уҡыны Сәғит. Бик тырыш, башлы малай булды, уҡыуы ла яҡшы, тәртип боҙоп та йөрөмәне. Әсәһе менән икеһе генә йәшәнеләр. Мәктәпте тамамлағас, район үҙәгендәге ПТУ-ла уҡып, сварщик һөнәрен үҙләштереп ҡайтты ла, совхозда эшләй башланы. Оло йәштәге әсәһенең берҙән-бер ҡараусыһы булараҡ, уны армияла хеҙмәт итеүҙән азат иттеләр. Тырыш егет тиҙ арала үҙ эшенең оҫтаһына әйләнде. Тик эштән һуң ауылдаштарының үтенесен кире ҡаҡмай, йомоштарын үтәй-үтәй эскесегә әйләнгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡайһыһына ҡапҡа, ҡайһыһына гараж ишеге , кемеһенәлер өйөнә йылылыҡ үткәреү өсөн торба иретеп йәбештерергә, йә башҡа берәй ярҙам кәрәк булып ҡына торҙо. Ауылда мәшәҡәт бөтәме ни? Эш бөткәс, һәр хужа ла, рәхмәт йөҙөнән, табын әҙерләй, яртыһын ҡуя. Анауы хәтле эште эшләгәс, бала-саға кеүек, эсмәйем, тип ултырыуы оят һымаҡ. Тәүҙәрәк Илдус үҙен ирҙәр менән тиң тотоп эсһә, һуңыраҡ – шулай тейеш кеүек ҡабул итә башланы. Ул саҡта эшләгән эшең өсөн аҡса алыу түгел, тәҡдим итеү ҙә оят кеүек ине. Ауылдаштар бер-береһенә ихлас ярҙам итәләр, хаҡ түләү йәки алыу тураһында һүҙ ҙә юҡ, сәйен-мәйен эсәһең дә, вәссәләм, ике яҡ та риза, ҡәнәғәт.
Әсәһе мәрхүм булғас, бөтөнләй айныманы тиерлек. Өй аулаҡ ҡалғас, теләһә ниндәй әтрәғәләм йыйылды, ир-ат ҡына түгел, эсергә әүәҫ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа урап үтмәне был йортто. Көндәрҙән бер көндө Илдус шундай ҡатындарҙың береһе Миңһылыуҙың ҡосағында уянды. Үҙенән биш-алты йәшкә оло ҡатынды тәүҙә ҡыуып маташты, һуңыраҡ, ахыры, яҙмышына күнде. Ир-егеттең күңеленә юл уның ашҡаҙаны аша үтә, тигәндәй, әсәһе үлгәндән һуң аслы-туҡлы көн күргән Илдусҡа Миңһылыуҙың юҡтан-бар итеп әҙерләгән аш-һыуы хан һыйындай тойолғандыр. Эсмәгән сағында донъяһын гөл итеп тота Миңһылыу, ишек төбөнә түшәгән балаҫына ла ҡыйып баҫҡыһыҙ, тик айыҡ көндәре генә һирәк шул, эсә башлаһа – бер нәмә лә кәрәкмәй, донъяһы түгел, балаларын да онота.
Бөгөн Сәғит йома намаҙына сыҡҡас, урамда Илдусты осратҡайны, иҫерек икәнлеген күреп, өндәшмәй уҙып китте. Өйө артында моңайып ултырған Илгизде йәлләп, үҙе менән мәсеткә алып китте. Айыҡ сағында һөйләшеп ҡарағаны бар уның Илдус менән, тик бушҡа ғына.
Илгиз ҡайтып ингәндә Гүзәл тупһала ултыра ине, әсәһе һаман ҡайтмаған. Ул ҡыуана-ҡыуана һеңлеһенең итәгенә кәнфиттәрен бушатты. Гүзәл шатлығынан нишләргә лә белмәне, шунда уҡ береһен ҡағыҙынан әрсеп һоғондо ла, әле береһен, әле икенсеһен алып ҡағыҙындағы һүрәттәрҙе ҡараны, уларҙы бер рәткә теҙеп һалып, берсә өйөп, берсә таратып уйнарға тотондо. Һеңлеһен шатландыра алыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек кисергән Илгиз кинәнеп һөйләнде:
Күп тә үтмәй, ҡапҡанан абына-һөрөнә әсәләре ҡайтып инде, уға үҙе кеүек ҡыҙмаса бер ҡатын эйәргән, Шәмсиә апай икән.
- Эй-й, минең бәпестәрем йоҡонан торған икән, хәҙер сәй эсерәм, әйҙә, әйҙә, Шәмсиә, – тип өйгә инеп китте, әхирәте лә уның артынан тәнтерәкләне. Бер аҙҙан балалар сәй эсергә өмөтләнеп өйгә ингәндә, сәйнүк борҡорап ҡайнай, әсәһе хырылдап йоҡлай, ә Шәмсиә өҫтәлгә башын һалған килеш йырлап маташа ине. Илгиз һеңлеһен етәкләп кире урамға сыҡты. Өләсәһе иҫән саҡта уға барып һыйыналар ине. Башҡа барып морон төртөрлөк туғандары ла юҡ шул ауылда. Ярай ҙа Илгиз мәсеттә үҙәк ялғап алды, Гүзәл бит кисәгенән бирле бер нәмә лә ҡапҡаны юҡ, ағаһы һыйлаған кәнфиттән башҡа. Ишек алдында ҡотороп үҫкән әрем, алабута араһында Гүзәл ятып йоҡлап китте. Илгиз дә уның янына һуҙылды.
Атаһының һүгенгән тауышына тертләп уянған Илгиз тороп ултырҙы. Ҡайҙа ятҡанлығын аңлай алмай ян-яғына ҡаранды, яурындарын йыйырып ҡалтыранып ҡуйҙы, өшөткән дә икән, бейек үлән араһында тупраҡ дымлы икәнен бая һиҙмәгәндәр, күрәһең.
Атаһы абына-һөрөнә килеп Гүзәлде күтәреп алды ла өйгә инеп китте, әсәһе лә һөйләнә-һөйләнә артынан эйәрҙе. Илгиз ары һуғылып, бире һуғылып йөрөнө лә, ашарға бер нәмә лә тапмағас, инде нисәнсе көн өҫтәлдә ултырып банка төбөндә ойоған һөттө күтәреп эсеп ҡуйҙы. Урамға сығып, бер аҙ тапанып торғандан һуң, Әмирҙәргә табан атланы Илгиз. Әмир – уның дуҫы, һәйбәт малай, ҡайһы саҡ йөрөп ҡарарға велосипедын да биреп тора. Тик, ниңәлер, әсәһе Илгизде яратмай, уның менән уйнарға ҡушмай. Шуға күрә Илгиз әсәһенең күҙенә бик салынмаҫҡа тырыша. Әле лә, ҡапҡаны әкрен генә асып, башын тығып ҡына ишек алдын байҡаны. Дуҫы күренмәгәс, “Әмир” тип ҡысҡырҙы ла, ҡапҡа тышында торған эскәмйәгә ултырып, ҡойма егенән ихатаны күҙҙән үткәрҙе. Рәт-рәт булып теҙелгән алмағастарға, ҡарағат, сейә ҡыуаҡтарына, арыраҡ урынлашҡан ҡыяр, кишер түтәлдәренә, аллы-гөллө сәскәләргә һоҡланмаҫлыҡ түгел шул. Үҙҙәренең ҡый үләндәре баҫҡан ишек алды менән сағыштырғанда ожмах баҡсаһы инде. Бына бит, Әмирҙең ата-әсәһе эсмәгәс, ниндәй матур йәшәйҙәр. Айыҡ ваҡытта Илгиз атаһы менән һөйләшә, шаярып та ала, иркәләнә, ә эсеп алһа, һөҙгәк үгеҙме ни, яҡын барырлыҡ түгел, күҙенә салынған кешегә бәйләнергә генә тора. Үҙе эсһә лә, әсәһенең эскәнен яратмай, шунан китә ыҙғыш-талаш.
Илгизде күңелһеҙ уйҙарынан арындырып, ҡапҡала Әмир күренде.
Инде нимә эшләргә? Телевизоры ла ватылып ҡуйҙы. Шулай бәрелеп-һуғылып йөрөй торғас, кис тә етте. Илгиз кисәнән йыйылмаған урынына инеп ятты.
Иртәнсәк ул йоҡонан торғанда Гүзәл йоҡлай ине, атаһы ла, әсәһе лә өйҙә юҡ. Өйгә тәмле еҫ таратып өҫтәлдә ҡурылған картуф тора. Әҙ-мәҙ ҡапҡылап алды ла, Гүзәл янына килде.
Гүзәлдең тауышы хәлһеҙ генә сыҡҡас, Илгиз ҡулын маңлайына ҡуйып ҡараны. Башы уттай яна ине. Ағаһы биргән сәйҙе бер-ике йотто ла, ҡыҙ кире ятты. Илгиз үҙенең юрғанын алып килеп, һеңлеһенең өҫтөнә ҡатлап япты ла, ишек алдына сығып йөрөп әйләнде. Гүзәл кире йоҡлап китте. Мәсет яғынан аҙан тауышы ишетелде.
Элек тә ишетә ине ул аҙан ҡысҡырғандарын, ишетә лә, онота ине, ә бөгөн аҙан нисектер башҡасараҡ, күңелгә яҡыныраҡ, моңлораҡ яңғырағандай тойолдо. Шул моң уны үҙенә саҡырған, әйҙәгән кеүек булды, һәм ул мәсеткә табан йүгерҙе.
Илгизде Сәғит хәҙрәт шатланып ҡаршы алды:
Тағы ла кисәге хәлдәр ҡабатланды. Хәҙрәт ағаһы ят телдә ниҙер һөйләне, шул уҡ хәрәкәттәр ҡабатланды. Илгиз дә бергилке аптыранып торғандан һуң, улар артынан өлгөрөргә тырышып, эйәрҙе. Тора-бара уға хатта был “уйын” оҡшап китте әле: йәше-ҡарты бер булып, кемуҙарҙан берсә ултырып алалар, берсә туңҡайып яталар, берсә тороп баҫалар. Кинәт Илгиздең иҫенә Хәҙрәт ағаһының “теләктәреңде теләп тор”, тигәне килеп төштө, һәм ул ятһа ла, торһа ла, “Миңә велосипед кәрәк, миңә велосипед кәрәк”, тип ҡабатларға тотондо. Үҙе был мөғжизәгә бик ышанып та етмәгәндәй, шулай ҙа, кем белә, ана бит, Аллаһы Тәғәлә көн дә кәнфит-перәниген килтереп биреп тора, ти. Иртәгә килеүенә мәсеттә велосипед көтөп торһа, ә?! Әмирҙеке кеүек. Юҡ, унан да шәберәге! Ә унан да шәберәге буламы икән ул? Һәм ул ихласлап, “Әмирҙекенән дә яҡшыраҡ велосипед алып кил миңә, Аллаһы Тәғәлә”, тип ҡабатларға тотондо һәм намаҙҙың тамамланғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
Сәй эсеп торманылар бөгөн, Хәҙрәт ағаһы бер ус кәнфит сығарып тотторҙо ла, ҡайтырға ҡуҙғалған халыҡ артынан эйәрҙеләр. Өйгә ҡайтышлай Сәғит хәҙрәт Илгизгә Аллаһы Тәғәләнең донъялағы бар нәмәне лә белеп-күреп тороуы, ул бөтә нәмәне лә булдыра алыуы тураһында, ихлас күңелдән һораһаң, теләктәреңдең тормошҡа ашыуы тураһында һөйләне.
Илгиздең бөтөнләй кәйефе ҡырылды, атаһы һатып алғас, ниңә уны Аллаһы Тәғәләнән һорарға? Татлы хыялы селпәрәмә килгән Илгиз күңелһеҙләнеп өйөнә боролдо.
Гүзәл инде өсөнсө көн ята. Һаташа башлағас, табип саҡырттылар. Ул Гүзәлгә “ике яҡ үпкәһенә лә һалҡын тейгән” тигән диагноз ҡуйҙы һәм “Тиҙ ярҙам” машинаһы менән район үҙәгенә дауаханаға алып китте. Әммә медицина ярҙамы һуңлап күрһәтелеү сәбәпле, ике көн үтеүгә, Гүзәлдең үлеме тураһында хәбәр иттеләр.
Һеңлеһен ерләгәс, Илгиз үҙен донъяла бер яңғыҙы тороп ҡалғандай тойҙо. Былай ҙа боларыҡ өйҙөң ҡото китте. Атаһы менән әсәһе ҡайғынан бөтөнләй айнымаҫтан эсеүгә тотондо.
Бер көндө Илгиз Әмирҙәрҙән ҡайтып килгәндә Хәҙрәт ағаһы осраны.
Шул көндән башлап аҙан тауышы ишетеү менән мәсеткә йүгерер булды Илгиз. Шулай йөрөй торғас, ҡыямға баҫыу, рөҡуғҡа эйелеү, сәждәгә китеү кеүек намаҙҙа үтәлергә тейешле ғәмәлдәрҙе еренә еткереп үтәүгә иреште, намаҙҙа уҡыла торған аят-сүрәләрҙе лә тиҙ үк ятлап алды. Мәсеткә йөрөүсе ауыл диндарҙары малайҙың ихлас күңел менән дин юлында йөрөүенә ҡыуанып, уны яратып, һәр саҡ хуплап, дәртләндерер булды. Киләсәктә уға ҙур өмөттәр бағланы. Улдарының көн дә мәсеткә йүгереүенә ата-әсәһе тәүҙә көлөп кенә ҡараны, аҙаҡ улар ҙа иғтибар итмәй башланы, хәйер, уларға Илгиз ҡайҙа йөрөһә лә барыбер ине.
Мәсеткә йөрөп, иманлы кешеләр менән аралашып, Аллаһы Тәғәләнең бөйөк ҡөҙрәткә эйә булыуына инанғас, ололарҙың ялынып-ялбарып теләгән теләктәрен ишетә йөрөп, Илгиз бер ҡарарға килде: Аллаһы Тәғәләнән ата-әсәһенең араҡыны ташлатыуын һорарға кәрәк! Хәҙрәт ағаһы әйтә бит, ысын күңелдән һораһаң, ярҙам итә, тип. Оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа, иртәгә үк һорарға кәрәк!
Иртәгәһен иртәнсәк иртә менән тороп, ата-әсәһен уятмаҫҡа тырышып, шым ғына йөрөп тәһәрәт алды ла, үҙе йоҡлаған бүлмәгә инеп, ишекте ябып ҡуйҙы. Таҫтамалын намаҙлыҡ итеп йәйеп, еренә еткерергә тырышып, иртәнге намаҙҙы уҡыны. Намаҙын тамамлағас, ҡулдарын күтәреп, Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итте:
Миңһылыу тауышҡа уянып китте. Кемдер бышылдап ҡына, әммә ярһып-ярһып һөйләгәндәй... Илгиздең бүлмәһенә яҡынлашты. Эйе, тауыш шунан килә. Әкрен генә ишекте ҡыҫып, башын тығып ҡараны ла, ауыҙын ҡулдары менән ҡаплап, өнһөҙ ҡалды. Илгизе таҫтамал өҫтөнә баҫып, ҡулдарын юғары күтәргән дә, туҡтауһыҙ бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай: “Эй Аллам, атайыма, әсәйемә араҡынан ҡотолорға ярҙам ит! Һин бит бөтәһен дә беләһең, бөтәһен дә күрәһең, бөтәһен дә ишетәһең, ишет ине минең теләктәремде лә, зинһар араҡыны ташларға ярҙам ит уларға!”
Миңһылыу артына әйләнеп, уянып, урынында һикереп-һуҙылып ултырған Илдусты ымлап ҡына янына саҡырҙы. Илдус та ишек янына килеп баҫты. Ишеккә арты менән торған бала уларҙы күрмәй ялбарыуын дауам итте: “Эй Аллам! Ярҙам ит инде атайым менән әсәйемә шул яуыз араҡынан ҡотолорға, мин һинән башҡа бер нәмә лә һорамайым, хатта велосипед та кәрәкмәй миңә. Улар эсмәһә, һәйбәт кешеләр, араҡы эскән өсөн гонаһтарын ғәфү ит. Үҙең күрәһеңдер бит, эсһәләр, миңә ҡыйын, ҡайҙа барырға, нимә эшләргә белмәй аптырап, асығып йөрөйөм. Улар эскәс, Әмиргә минең менән уйнарға ярамай. Ҡыйын миңә!..” – Илгиз ярһыуынан тауышының көсәйеп китеүен дә абайламай, ахыры.
“Эй Аллам! Айыҡ сағында атайымды ла, әсәйемде лә яратам, тик иҫерһәләр, йәмһеҙ, яуыз, яман кешегә әйләнәләр.Ташлат инде шул араҡыны, зинһар!”
Тағы ла нисегерәк ышандырырлыҡ итеп аңлатырға икән, тигәндәй, Илгиз бер мәлгә туҡтап ҡалды ла, “пажалыста” тип өҫтәне. Сөнки бер саҡ атаһына эйәреп магазинға барғайны. Атаһы, күпме генә ялынһа ла, һатыусы апай бурысҡа араҡы бирмәгәйне, атаһы “пажалыста” тип әйтеүе булды, бер шешәне “тып” иттереп алдына ҡуйҙы, хатта Илгизгә бер бөртөк кәнфит тотторҙо. Әрләүен әрләне инде, шулай ҙа бирҙе бит һорағанын.
“Йәнә бер үтенесем бар һиңә, Аллаһы Тәғәләм! – тип дауам итте Илгиз. – Гүзәлемде ҡарап ҡына йөрөт инде. Мәсеттә олатайҙар әйтә, ”Сабый балалар үлгәс, ожмахта ҡош булып осоп йөрөйҙәр” ти, һин уға ҡанат-аяҡтар бир инде, бында атлап та йөрөй алманы, исмаһам, йүгереп-йүгереп йөрөр. Тик ул ҡошҡа әйләнһә, мин барғас, нисек һөйләшербеҙ һуң, Аллаһы Тәғәлә?..”
Ҡапыл Илдус менән Миңһылыу һөйәлеп торған ишек асылып китте, Илгиз “ялт” итеп уларға әйләнде, уның күҙҙәренән түгелеп-түгелеп йәш тама ине.
Илгиздең аҙарынып-аҙарынып Хоҙайға ялбарыуынан йөрәге шартлар сиккә етте Миңһылыуҙың. Әгәр ҙә берәйһенән ишетһә, ышанмаҫ ине алты йәшлек кенә баланың барыһын да аңлап, мәғәнәһеҙ тормошона хәсрәтләнеп, уларҙы тура юлға – иман юлына баҫтырырға маташыуын. Балаҡайғынам, нисек һыйҙырҙың был тиклем ауырлыҡтарҙы бәләкәй генә йөрәгеңә? Ә иң ҡыйыны – ошо ғазаплы уйҙары менән уртаҡлашыр кешеһе булмауындалыр, ниңә быға тиклем бер ҙә ризаһыҙлыҡ белдермәй түҙҙе икән? Тыңламаҫтар, аңламаҫтар тип уйлағандыр инде...
Илдус менән Миңһылыуҙы аяҙ көндө йәшен атҡандай булды. Үҙҙәренең эсеүен бала шул тиклем дә ауыр кисерәлер тип уйлағандары ла юҡ ине әлегә тиклем. Ата-әсәһенең гонаһтарын кисереүен һорап, үҙәктәргә үтерлек итеп үтенеүе...
Вәғәҙә биреүен бирҙе лә Миңһылыу, әммә араҡыны ташлауы ул тиклем дә ауыр булыр тип уйламағайны. Шешәләш әхирәттәренең ҡотортоуына, нәфсеһе ҡыҫтауына ҡаршы тороу, ай-һай, еңел түгел икән. Араҡынан айырылыу ғазаптарын Миңһылыу үҙе генә белә. Бер көн әхирәте Шәмсиә алып килгән “күстәнәс”тән ауыҙ итеүҙән көскә-көскә тыйылып ҡалды. Миңһылыуҙың араҡынан баш тартыуына ғәжәпләнгән Шәмсиә ҡыҫтап-ҡыҫтап та күндерә алмағас, шешәһен алып сығып китте. Шәмсиәне кире саҡырып алыуҙан саҡ-саҡ тыйып ҡалғанын аңламай шул әхирәте, әгәр шунда шешәһен асып, рюмкаға һалып алдына ҡуйһа, нәфсеһен тыя алмаҫ ине МИңһылыу. Бындай мәлдәрҙә улының йәш тулы күҙҙәрен күҙ алдына килтерә лә, тыйыла. Эскеһе килеү теләген эш менән баҫты Миңһылыу, эсеүе арҡаһында ҡото киткән донъяһын баҡты. Өйөн эстән дә, тыштан да ағартты, тәҙрәләрен ялтыратып йыуҙы, йорт тирәһендәге, урамдағы ҡый үләндәрен йолҡорға Илгиз дә ярҙамлашты. Көҙ көнө ҡойма буйына емеш ағастары ултыртырға, яҙ еткәс, түтәлдәр яһап, йәшелсә сәсергә һөйләштеләр. Атаһы менән Илгиз сереп ҡыйшайған бағаналарҙы алмаштырҙы, рәшәткәләрҙе буяп та ҡуйғанда шәп булыр ине лә, буяҡ һатып алырға аҡса булмау сәбәпле, уныһын һуңға ҡалдырып торорға булдылар.
Донъяның тотҡаһы ҡатын-ҡыҙ шул, Миңһылыу эсеүҙән туҡтағас, донъялары әкренләп яйға һалынып бара, Илгиздең дә һәр саҡ кәйефе күтәренке, әле әсәһенә, әле атаһы янына килеп һырпалана, көлә-көлә хәбәрен һөйләп, ярҙам итеп йүгереп йөрөй. Атаһы унда-бында “йотҡолап” ҡайтһа ла, элеккеләй яу ҡуптармай, шым ғына инеп ятыу яғын ҡараны. Әкренләп, ул да ташлар әле эсеүен, иншалла. Эсмәй йөрөгәнен күреп, тәжрибәле сварщик булараҡ аҫҡы урамға газ үткәрешергә саҡырҙылар, эсмәҫкә тигән шартына күнеп, киләһе аҙнала эш башларға ризалашты.
Бер көн Илгиз мәсеттән ҡанатланып ҡайтып инде
Отҡор малай бер нисә көн эсендә әсәһе артынан ҡабатлай торғас, ятлап та алды. Ҡысҡырып уҡый-уҡый Миңһылыу үҙе лә хәтерендә һеңдерҙе.
Бына көтөп алған көн дә килеп етте, Миңһылыу ҙа Илгиз менән мәсеткә барырға булды. Малайҙар ярым түңәрәк яһап, иҙәнгә йәйелгән келәм өҫтөнә теҙелешеп ултырҙы, хәҙрәт һәм тағы бер нисә кеше уларға ҡаршы урынлашты, ата-әсәләр һәм балалар стена буйына теҙелгән эскәмйәләрҙән урын алды. Ҡатнашыусылар хәтһеҙ генә, малайҙар бер-бер артлы тырышып-тырышып аят-доғалар уҡыны, араларынан берәүһе мөнәжәт һөйләне. Бына сират Илгизгә лә етте. Ул, илһамланып, эске тулҡынланыуы менән Хәҙрәт ағаһыныҡына оҡшатыңҡырап көйләп уҡыны ятлаған сүрәләрен. Улы өсөн борсолоп ултырған Миңһылыуҙы бығаса кисермәгән тынаш булмаған тойғолар биләп алды, шатлыҡ, ғорурлыҡ хистәренән керпектәре йәшкә сыланды. Ярыш тамамланды, еңеүселәрҙе бүләкләү башланды. Мәктәптә уҡып йөрөгән малайҙар бер-бер артлы сығып бүләктәрен алды.
Бер көн мәсеттән бер бәләкәй генә китап тотоп ҡайтып инде Илгиз.
Әсәһе уға баш ҡына ҡаҡты, сөнки нимәлер әйтерлек хәлдә түгел ине ул. Күҙҙәренән йәштәр аҡтылар ҙа аҡтылар. Таҙарыныу, пакланыу, сафланыу йәштәре.