+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Сентябрь 2023, 16:31

БҮЛӘКБИКӘ

Ағайҙың күҙҙәренән һығылып сыҡҡан һаран йәштәр һарғылт сикәләр буйлап түбәнгә һарҡты...

БҮЛӘКБИКӘ
БҮЛӘКБИКӘ
Күршебеҙҙә ятҡан Ашҡаҙар ауылынан ҡайтышлай, юлдың уртаһына еткәс, Ҡара Һаҙ ҡашлағынан һалынған ат һуҡмағынан тура тартып ҡайтырға иттем. Ҙур техника, еңел машиналар үтә алмай унан, ә матай менән ҡайҙан йөрөһәң дә ҡулай. Селек, тубылғы, япрый үлән һәрпенделәре япҡан текә үрҙе артылып, ике саҡрым тирәһе йә уңға ташланып, йә һулға ҡайырылып ыҙалатҡан, унан ҡалһа һыу эркелгән күләүектәре менән йонсотҡан араны имен-аман үтһәң иркен асыҡлыҡҡа килеп сығаһың, ары инде ҡайтып етергә ҡул һуҙмалы ара. Урау булһа ла юл яҡшы, мәҡәлен хәтерҙә тотҡандар таҡырҙан, ҡырсынташтан елдерәләр ғәҙәттә, ә минең, ҡаршылыҡтарҙы еңергә, сикләүҙәрҙе йырып үтергә хирес кешенең үҙ һуҡмағы, үҙ йүнәлеше. Бына, алдымда йәйерәп ятҡан Ситлек. Исеменә есеме тап килмәй яландың, уның көнбайышҡа йүнәлгән бер башы тиҫтә саҡрым өҫтә, урман ҡуйынында ятҡан урыҫ утары Ҡырымға барып тоташһа, көнсығышҡа, һарҡыу яҡҡа киткәне Һаҡмар йылғаһына төртөлөп ялғана. Ары, йылғаның теге яҡ ярын күтәрелһәң ялан тарта Ырымбур далаһына барып сығаһың, тимәк Ситлек - ошо иркенлектең бер осо, дауамы. Ҡаршы яҡ ҡалҡыулыҡ нигеҙендә өйкөмләнгән таш-ҡаянан һарҡып хасил булған ҡоҙоҡ та бар унда. Тере күҙгә оҡшап торған ҡоҙоҡтоң һыуы - терегөмөштәй үтә күренмәле, һалҡынлығы - тештәргә үтмәле.
Яланға килеп сығыуым булды, уң яҡ ҡулдағы сауҡалыҡта, күҙ күреме ерҙә кәбән ҡойоусыларҙы шәйләп алдым. Әле күкрәкләүгә лә етмәгән кәбәндең башында Фәрит ағай тора, аҫтан ҡатыны Бүләкбикә еңгә өйрөлтөп йөрөп бесән ырғытҡан була. Ырғытыуы ла алымһыҙ, мендәрҙәй генә күтәрем инде шунда. Уныһы ла күтәрмәҫ элек үк йә шауҙырлап ҡойола, йә кәбәндең сикәһенә йәпһеҙ генә терәлеп ҡуна: еңгә ары күтәрә алмай, ағай тегене эләктереп тартып ала алмай аҙаплана. Йомарлам кире тәгәрәй. Күренеп тора - төпһөҙ ялғашҡа һыу тултырған кеүек эштәренең рәт-самаһы, ыңғайы-яйы юҡ.
Фәрит ағай күптән инде шәкәр диабетынан яфалана, шуға кәбән ҡойорлоҡ та хәле юҡтыр, күрәһең, мәгәр килгән, ни тиһәң дә йорт хужаһы бит, ҡышҡылыҡҡа тигән мал аҙығын үҙ күҙҙәре менән күреп теүәлләргә, урын еренә еткерергәлер яйы. Ауырыуына ярашлы шөғөл дә табып ҡуйғандар бүлексәлә, Фәрит ағай янғын һүндереүсе булып йөрөй. Бейек ҡалансалы йорто ла, янғын һүндерер техникаһы ла, махсус ҡорамалы ла юҡ, әммә ошо яуаплы вазифаны башҡара. Хоҙай Тәғәлә лә уны яҡлай һәм ҡурсый күрәһең, быҫҡыған ваҡ-төйәкте, бала-саға төтәткән ҡый-һайҙы иҫәпкә алмаһаң, оло янғын ҡазаландырмай әлегә--шуныһына шөкөр. Мәгәр ыҙаһыҙ көн итеү мөмкин түгел, юҡ тигәндә лә берәй мәшәҡәте сығып тора, яҙ башында берәүҙең мунсаһы янып киткән дә пожарникты, йәғни Фәрит ағайҙы янғынды һүндерергә йәүкәләй икән, ә был иҫе лә китмәй былайыраҡ яуап биргән: “Хәҙер малға бесән ырғытып, сәй эсеп, бер аҙ ашағанды һеңдереп алырмын да кисекмәҫтән барып етермен, әлегә мунсаң яна торһон, янып бөтһә томаларға онотма!” Һүҙгә йор, мәрәкәсел кеше ул Фәрит ағай, уның уйыны ла, ысыны ла бергә.
Ә бына Бүләкбикә еңгәнең күлдәй төпһөҙ күҙҙәре, иңендә ишелеп ятҡан ҡалын толомдары ғына хәтерҙә ҡалған. Йәнә йылмайыуы. Эсендә ялҡын уйнағанда ла йәнде иретерлек итеп йылмая белә ине ул. Тормошонан һис ҡасан зарланманы, бер ҡыуанысты игеҙ итә белде.
Мотоциклдың рулен тегеләр яғына борҙом да ыңғайы бер һөрәнләп тә ебәрҙем:
- Алла ярҙам итһен!
Фәрит ағай ыңғайы бер күтәреп тә алды:
- Һәр бесәнсегә Алла ярҙам итеп ваҡланмаҫ инде ул, әммә булашыр өсөн берәй елғыуарың беҙҙең тарафҡа ыңғайлатыуы бик тә ихтимал!
- Дөрөҫ әйтәһең, ағай, ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй тинтерәп йөрөп ятҡан көн.
- Әләйһә кәзә майыңды сығарабыҙ хәҙер!
Фәрит ағайҙы илла ла менән бесән башынан төшөрөп алып уның урынына тырма тоттороп Бүләкбикә апайҙы мендерҙем, Фәрит ағай шуны ғына көткәндәй ҡайын күләгәһенә барып аушайҙы, томрала сарсағандыр, эргәһенә ҡуйылған пластик һауытты аңҡайтып ҡомһоҙланып һыу эсергә кереште.
Эште ҡыҫҡа тоттоҡ, бер сәғәт тирәһендә ун-ун биш күбәне ырғытып кәбәнде ҡурсаҡтай итеп ҡойоп та ҡуйҙыҡ. Арҡан башына остары ишелгән сәүелдәрҙе тағып мендереп кәбәндең түбәһен нығытҡандан һуң Бүләкбикә еңгәне төшөрөп алдым.
Тәжрибәле бесәнсе йолаһына ярашлы бөйөргә таянып, һәлмәк баҫып кәбәнде уратып сыҡҡан булдым, еткелекле тапалғанмы, берәй уйпат ере күренмәйме, ҡыйыш осланмағанмы был, тип юғарыға ҡарашымды аттым: һыу үтерлек, үткән-һүткәндәр йөй табып һүҙ тигеҙерлек түгел һымаҡ.
Фәрит ағай ҙа ҡәнәғәт, ул ятҡан еренән тороп ултырып ихлас лауылданы:
- Дейеүҙәй оло, һимеҙ ҡонандай балыуан килеп сыҡты кәбән, ызнамы шулай!
- Ҡурсаҡтай күркәм, тәсәйҙәй матур! - тип Бүләкбикә үҙ баһаһын бирҙе.
Эштең шулай ыңғай осланыуына ҡыуанған еңгә ни алып, ни биререн белмәй йомро йомғаҡтай тәгәрәп йүгермәләй, аҫҡа төшөү менән брезент япманы йәйеп мул табын хәстәрләне, сәйнүген тимер тағанға элеп усағын яңыртып ебәрҙе. Бына ул ҡайнап сыҡҡан кәнсир сәйнүген алып табынға килешләй бейеү хәрәкәттәре яһағайны, мин дә шуны ғына көткән кешеләй һамаҡлап та ебәрҙем:

Буйы талдай, йөҙө көндәй ер һылыуы,
Йөрәккә ут ҡабындыра көлөүе.
Йөҙҙәренән-күҙҙәренән балҡып тора уның,
Күңелендә яҡты уйҙар йөрөүе!.. Һай, кемдең еңгәһе һығылдырып баҫа!

- Әйҙә, Фәрит, һин дә төш! - Бүләкбикә еңгә иренә барып баҫты.
Тегеһе торорға ынтылып ҡуйҙы ла өмөтһөҙ ҡул ғына һелтәне:
- Минән булмаҫтыр, үҙең генә тыпырҙа...
Түңәрәк табынды ураттыҡ. Бүләкбикә еңгә бар һыйын минең алға ҡуйырға ынтыла:
- Бынан тауыҡ ботон тот әле! Майлы эремсектән ауыҙ итеп, йомортҡаны әрсеп ҡабып ебәр!..
Алдындағына үрелә һалып бармай мине һынамсыл күҙәткән Фәрит ағай, ниһайәт, хәбәрен һалды:
- Элек аҙыҡ ҡапһаң йәндә дәрт арта, тәнгә көс-ҡеүәт өҫтәлә ине, хәҙер киреһенсә ашау ҙа арыта. Был шәкәр диабеты шыпа ла ғына шәкәр түгел икән дә баһа. Ауырыуҙан ҡасан да булһа арынып булыр микән, мырҙа, ә?
- Тураһын әйтергә кәрәк, ағай, ул һиңә китмәҫ өсөн килде. Шулай булғас уның менән килешеп йәшәргә ҡала.
- Һалдың хәбәр, ауырыу менән килешеп йәшәп буламы икән ул?
- Була шул. Диета һаҡлап шәкәрһеҙ аҙыҡты ҡулланһаң диабет та әллә ҡайҙа китмәҫ.
- Йә, ярай сир хаҡында һөйләп сырхауға ҡалып ятмайыҡ әле. - Фәрит ағай һөйләшеү темаһын үҙгәртте. - Мин шуны уйлап ятам бит әле...
- Нимәне? - Ауыҙ тултырып упылдап ятҡан еремдән ашауымды ҡуйып, ни әйтер икән был, тип тегегә төбәлдем.
- Кәбән ҡойошҡан өсөн хаҡ итеп ҡыҙымды һиңә бирәйемме икән тим дә. Уны беләһең, Эстәрлене бөрөп хәҙер Байғужала эшләп йөрөй...
- Кәбән ослашҡан өсөн түләүҙе үтә юғарынан ҡуяһың түгелме?
- Юҡ, тап-таман! Һин дә йөрөйһөң ҡыутомшоҡ ише, ҡыҙ кешене лә ултыраҡҡа ҡалдырмай мәлендә арыу урынға тәғәйенләүең хәйерле...
- Уй, ошоно!.. - Бүләкбикә еңгә уңайһыҙланғандай итте. - Күҙләштереү, димләү, яусылау килешмәй хәҙер, йәштәр үҙҙәре беләләр инде у!
- Уларҙың үҙҙәренең белеүенә өмөт итеү - яҙғы боҙға таяныуға тиң, бәс шулай икән, уларға кәрәк ерҙә йүнәлеш биреү ҙә зарур!
- Ағай, мине ни өсөн өйләнмәй был, тип уйлайһың?
- Ни өсөн икәнен үҙең әйт? - Минең яҡҡа ике ҡараш ҡыҙыҡһыныусан, һынамсыл итеп төбәлде.
- Медпунктта йүнле эш хаҡы түләмәйҙәр!
- Булмаҫ, вазифаң үтә яуаплы, тотош ауыл һиңә ҡарап тора лаһа!
- Яуаплыға тәғәйен яуаптарын, ғәҙел түләүҙәрен ҡыҫалар.
- Төпсөнә был, тимә, күпме алып йөрөйһөң?
- Ус яларлыҡ ҡына, айына йөҙ һумға ла етмәй!
- Шунан?
- Шунан, тип шул, өйләнәм, тиһәң ҡалым түләргә кәрәк. Айлыҡ эш хаҡынан кенәгәгә ике-өс һум һалып барған булам тағы.
- Какуй ҡалым, әйтәм бит ҡыҙымды баш-аяғы менән бисплатны тотторам!
- Юҡ, ҡалымһыҙ бармай, ул йоланы боҙоуға бәрәбәр. Ҡыҙҙы үҫтер, уҡыт та кем етте шуға тоттороп ебәрергә ул бүлтерек бәрәс түгел!
- Ҡалымды нисә йыл йыйырға иҫәбең?
- Кәм тигәндә 10-15 йыл тирәһенә һуҙылыр, шай...
- Тапҡыр яуабын да тапты был. Ярай, үҙең ҡара улайһа яйыңды! - Фәрит ағай әйткәндәрем менән ризалашҡандай ҡулын һелтәне.
Табынға хуш ҡылып рәхмәтемде әйткәс ҡайтырға йыйындым да әйтә ҡуйҙым:
- Күңел һыйһа урын табыла, әйҙәгеҙ, Фәрит ағайҙы уртаға ҡыҫтырып өсәүләшеп ҡайтайыҡ, алыҫ ара түгел.
Бүләкбикә еңгә ҡаршы төштө:
- Былай ҙа рәхмәт инде, ҡәйнеш, зерә оло эшебеҙҙе атҡарыштың.Ҡайтыуға килгәндә беҙ йәйәүләп кенә. Әле табынды йыйыштыраһы, шунан һәнәк-тырмаларҙы урманға индереп тыҡшыраһы бар, ары юл ыңғай шифалы үләндәр йыйырға иҫәп...
Күҙ күреме ер киткәс артыма ҡайырылдым. Фәрит ағай менән Бүләкбикә еңгә етәкләшеп ҡайтыу яғына ҡарай ыңғайлағайнылар...
Ил ауыҙына иләк ябып булмай, күреүселәр булғандыр күрәһең: “Фәрит бесән башына менеп бисәһенән бесән ташлатҡан. Ирмен тигән ир кеше эшеме инде был, ғибрәт!” тип һөйләп сығарҙылар аҙаҡ. Ауырыу хәлен һау белмәй, тигәндәре шулдыр, күрәһең.
Ауырыу үлмәҫ, һау ҡалмаҫ, тигәндәй Бүләкбикә апай ҡапыл ғына, көтмәгәндә үлеп китте. Фәрит ағайҙың хәлен белергә барҙым. Иркен, алты мөйөшлө өйҙә ҡорҙайға ҡалып һерәйгән ир ултыра. Мине абайлағас бер аҙға ғына теремекләнгәндәй итте лә кире эсенә йомолдо.
Янына барып ултырҙым
- Аңлайым хәлеңде, ағай, яңғыҙыңа үтә лә ҡыйындыр?
- Яңғыҙың, тип шыпа ла яңғыҙ түгелмен ул!
- ?!?
Ағай түрбаштағы еҙ самауыр яғына ымланы:
- Ошоно Бүләкбикә еңгәйең килен булып төшкәндә үҙе менән килтергәйне. Хәҙер шуны ҡайнатам да еңгәйең менән үткәндәрҙе хәтерләп, көңгөр-ҡаңғыр килеп эсә башлаһам уны күҙ менән ҡаш араһында төңкәйтәм дә ҡуям! Еңгәйең һаман да үлмәгән минең өсөн, ул тәүлек әйләнәһендә эргәмдә, йәнәшәмдә. Бына шулай, ҡустым.
Ағайҙың күҙҙәренән һығылып сыҡҡан һаран йәштәр һарғылт сикәләр буйлап түбәнгә һарҡты...
Хәҙер тормошто яратҡан, ғаиләһен ҡәҙерләгән, ҡурсыған, балаларын өҙөлөп яратҡан, ирен һанлаған ҡатындар хаҡында һүҙ сыҡһа ҡыйғас ҡашлы, ҡуш толомло, мөләйем йөҙлө, һылыу, тирә-йүнгә гел йылмайып баҡҡан Бүләкбикә еңгә күҙ алдына килә лә баҫа...
 
Авторы билдәһеҙ. 
Автор:
Читайте нас: