+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Сентябрь 2023, 16:24

Юғалған мәрйен

Кәүҙәһе йоп-йоҡа булып ҡалған, күҙҙәре төпкә батҡан һеңлеһен апайы башта таныманы. Нимә булды ул? Нишләп был ҡәҙәрем ябыҡтың?--тип һорау артынан һорау яуҙырҙы. Фатима яраһын асып күрһәткәс кенә, уның хәле аяныслы булыуын аңланы. Донъяға йәбешеп ятҡан ҡәҙерлеләрен ғәҙәти тормоштарынан айырғыһы килмәгәнлектән, уларға бәлә һалманы шул.

Юғалған мәрйен
Юғалған мәрйен

…Ибн Укайл үҙе хаҡында һөйләгәндәрҙән:

Хажға барғанымда ынйы мәрйен табып алдым. Уның мәрйендәре ҡыҙыл епкә теҙелгән ине. Бер ҡарттың мунсаҡты эҙләүен, уны табып алыусыға йөҙ динар түләргә әҙер булыуын ишеттем. Ҡыйбатлы әйберен уға ҡайтарып биргәндә бабай миңә аҡса һуҙҙы. әммә мин һөйөнсөнән баш тарттым һәм Сүриәгә юлландым. Ҡайтышлай Аль-Кудсҡа инеп сыҡтым, унан юлым Багдад аша үтте. Алыҫ сәфәрем дауамында Алеппо ҡалаһында туҡталдым. Өшөп-туңып, асығып мәсеткә барып ингәнемдә намаҙ уҡырға килеүселәр уларға имам булыуымды үтенде. Намаҙҙан һуң улар минең тамағымды туйҙырҙы. Изге Рамаҙан айы башланып торғанлыҡтан, улар үҙҙәренең мәрхүм имамдары урынына бер ай буйы ошо вазифаны башҡарып тороуымды һораны. Мин ризалаштым. Унан мосолман ҡәрҙәштәр имамдың ҡыҙына өйләнергә тәҡдим итте. Бер йылдан һуң улыбыҙ тыуҙы. Ҡатыным бала тапҡандан һуң өҙлөгөп ныҡ ауырып китте. Уны баҡҡанда муйынында ҡыҙыл епкә теҙелгән үтә лә таныш ынйы мәрйенен күреп ҡалдым. Һөйөклөмә Хаж ҡыла барғанымда нисек мәрйен табып алғанымды, хужаһына ҡайтарып биргәнемде бәйән иттем.  Ул күҙҙәренә йәш алып: «Аллаһы Тәғәләнең тәҡдирелер, һин тап миңә насип йәр. Атайым иҫән сағында һәр ваҡыт Аллаһтан ҡыҙымдың юлына миңә ынйы мәрйенде ҡайтарып биргән кеше кеүек бәндәне генә сығар, тип теләне. Уның теләге Аллаһы Тәғәләнең амин тигән сағына тура килгән»,--тип яуапланы.

…Интернет селтәренән Мишари Рашид сәхифәләрен уҡып ултырғанда ошо хикәйәт шул тиклем күңелемә үтте. Тормошта бер нәмә лә осраҡлы түгел шул. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән минең менән дә ошондайыраҡ хәл булды.

…Йәйге оҙон көн ахырына яҡынайғас ҡына ҡалаға китергә сыҡтым. Юлда йөрөүҙән тамам биҙрәһәм дә ауылда яңғыҙ йәшәгән әсәйем янына аҙна һайын ҡайтып, хәлен белешеп, эштәрен эшләп китмәйенсә әмәл юҡ. Оло кеше ни йома булдымы шылтырата, ҡасан ҡайтаһың тип һорай башлай. Минән башҡа тағы алты балаһы булһа ла, кинйәкәйе булғанғамы, Фатима тиҙә тора. Туғандарым әсәйем янына бөтөнләй йөрөмәй тип әйтеп булмай, йомоштары төшкәндә, аҡса кәрәк булғанда ауылға юл яңырталар. Ағайҙарым ялдарында күберәк ҡәйнәләренә бара. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ кейәүгә сыҡҡас та быға тиклем әсәһе тип үлеп торған ирен ҡырҡ ғиллә менән үҙ ыңғайына бороп ала.  Ҡатындарының һүҙҙәренән сыға алмаған ағайҙарым шулай аҙна һайын ҡәйнәләренә «кейәү» тип әйттерергә йөрөй. Апайҙарымдың да үҙ донъялары, үҙ мәшәҡәттәре. Шуғалырмы барыһы ла оло кешене хәстәрләү тик минең бурыс булыуға күптән күнеккән. Йәшем утыҙға етеп барһа ла һаман кейәүҙә булмағас, күптәр минең заводтан башҡа эше юҡ тип уйлай. Ысынлап та, ҡала менән ауыл араһында йөрөп ғүмерем үтеп бара. Күптән аҡ юртаҡта елеп килер батша улын көтмәйем, әммә тояҡтар тауышына ҡолаҡ һалам әле…Ошо уй башыма килеү менән көлөмһөрәп ҡуйҙым. !ҙ алдыма сәйер йылмауыма вокзалда электричка көтөп ултырған әбей аптыраңҡырап ҡараны. Иғтибар итмәҫкә тырышһам да, ят юлдашымдың ике күҙе миндә булыуын һиҙәм. Ҡалай бынау әбей үтә ҡарай, әллә берәй танышмы икән, тип миндә бер икене уға ҡараш ташланым. Электричканың шул-шул юлда туҡталғаны иғлан ителгәс, урынымдан торһам, оло кешенең йөгө арыуыҡ ҡына булыуын шәйләнем. «әһә, был әбей үҙенә ярҙам итерҙәй кеше күҙләгән тип уйлап та өлгөрмәнем, ул миңә емеш-еләк, үләндәр тулы кәрзинен һуҙҙы. Вагонға инеп уңайлы ғына итеп урынлаштыҡ. Юлдашым һүҙгә шәп булып сыҡты, танышып та өлгөрҙөк. Хөснә инәй шәхси йортта йәшәһә лә йәй ҡалала йәм тапмауын, тыуған яҡтарына ҡайтып, тау-ҡырҙар ҡыҙырырға яратыуын, хуш еҫле дарыу үләндәре йыйып, һатып килем алыуын бер тында һөйләп һалды.

--Ялда балаларығыҙ ҡайтмаймы ни?—тип ҡыҙыҡһынам.

--Бер бөртөк улым бар, уныһы ла бергә тора. Эшкә барып ҡайта ла, өйҙә тик ултыра. Ҡартайып бара, өйләнергә ла уйламай, ҡыҙҙар тиһәң, ҡото оса.

--Ул ниндәй егет ул ҡыҙҙарҙан ҡурҡҡан?

--Белмәйем. Бар, сыҡ, йөрө тиһәм, хәҙерге ҡыҙҙар аҡсаң ҡойолоп торһа, машинаң, фатирың булһа ғына, ыңғайлай ти ҙә ҡуя.

--Әлләсе,--тигән булдым.

--Ә һин кейәүҙәһеңме?

--Юҡ.

--Ҡайһылай шәп. Һине күргәс тә, эх ошо ҡыҙ кеүек килен эләкһә, донъям түңәрәкләнер ине тип уйланым. Юрағаным юш килер, әйҙә һин минең әйберемде тотошҡан кеше булып бегә ҡунаҡҡа бар.

--Нисек? Юҡ, кәрзинегеҙҙе алып барышам, әммә өйөгөҙгә инмәйем, иртәгә иртүк эшкә.

әбейемдең бер аҙ күңеле төштө, әммә ул уйынан кире ҡайтырға теләмәй, нисек тә улы менән танышытырыу яйын эҙләне.

--Инәй, улай теләгең изге булғас, улың үҙе килһен миңә. Заводтың эшселәр ятағында торам.

--Уның улайтып йөрөргә ваҡыты ла юҡ, ваҡыты булған хәлдә лә баҙнат итмәйәсәк. әйтәм бит ҡыҙҙарҙан өркә.

--Өрккәс, йәшәһен яңғыҙ.

--Минең дә кеше кеүек ейән-ейәнсәрҙәр һөйгөм килә. Димләп ҡарар инеем, ҡурҡам. Ана, һин алдың, һин йоҡла тип әйтеп ҡуйһа, ышаныс бармы уларға.

--Бер нисек тә ярҙам итә алмайым…

--Әәә, әйҙә һин бергә иртәгә кис һөт һатып алырға килгән кеше бул. Һыйырыбыҙ һөтлө, күҙ генә теймәһен.

--Һөттө ауылдан алып килә ятам, инәй.

Хөснә инәйҙең йәшәгән еренә килеп тә еткәнбеҙ икән. Ыҡсым ғына йорт, эргә-тирәһе таҙа. Баҡсаларында шаулап үҫкән емеш ағастары ҡаплаған тәҙрәнән ут күренә күренеүен. әммә әбейҙе ҡаршы сығып алыусы юҡ. Хужабикәһенең аяҡ тауыштарын танып эте генә тышҡа атлыҡты.

--Һөт кәрәкмәһә лә, ир кәрәк тә баһа, нишләп бармайһың, бәлки, ул тап һине көтөп ултыралыр,--ти бүлмәләш ҡыҙ, юлда булған хәлде һөйләһәм. Кит, ҡарт ҡыҙҙар рәтенә баҫҡас, исемемде һатып ир эҙләп йөрөмөйем инде. Йәш саҡта ҡыланмағанды. Башта ел уйнап торған иләҫ-миләҫ саҡта мөхәббәткә алданып кейәүгә бармағас, хәҙер инде аҡылға ултырғас, ҡырҡ тапҡыр уйлайһың, һайланаһың икән ул. Шулай ҙа ҡайһы ваҡыт үлтереп бәпәй һөйгө, ожмах еҫен еҫкәге килә, әсәйе әйтмешләй, түл этә, шикелле.

Яратманы түгел, Фатима, яратты, егете лә уның өсөн өҙөлөп торҙо. Йәштәр өйләнешергә теләүен әйткәс, атаһы: «Ун туғыҙ йәштә ниндәй кейәү ул!? Башығыҙ йәш әле, өлгөрөрһөгөҙ»,--тип юлдарына арҡыры төштө. Йәштәр осрашыуҙарын дауам итһә лә, араларындағы элекке мөхәббәт ялҡыны һүрелгәндән-һүрелде. Фатима уҡыуын тамамлап, заводҡа эшкә урынлашты. Егете оҙон аҡса эҙләп, Себер тарафтарына эшкә сығып китте. Башта хәбәрләштеләр, тора-бара аралар алыҫлығы үҙенекен итте. Аҙаҡ һөйгәнеңең эшләгән еренән һыу һөлөгө кеүек сибәр мәрйә эйәртеп ҡайтыуын ишетте. Йәне үртәлде, үс итеп кейәүгә сыҡҡыһы килде. Тотоп алып бөгөндән кейәүгә сығырға кандидатураһы бармы әле?! Улай-былай ғына осрашып йөрөгәндәре барҙа ул. әммә береһенә лә күңеле ятмай. Ҡасандыр ҡыҙының бәхетенә кәртә ҡуйған атаһы кинйәкәйенең эйәле-башлы булыуын күрә алмай, гүр эйәһе булды. Ауырып түшәктә ятҡанында уны  бала кеүек баҡҡан ҡыҙына ҡарап, уға эстән генә ир бәхете теләне. Мираҫҡа ҡалдырырға хан һарайы булмаһа ла, туған йортоноң нигеҙен ташламаҫҡа, әсәйен яңғыҙ итмәҫкә ҡушып, мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Атаһы бөтмөр кеше булды. Йәшәй-йәшәй Фатима шуға төшөндө: тормош иптәшен ул тап атаһына оҡшатып эҙләй икән. ә хәҙерге егеттәрҙең күбеһе ҡулына көрәк тота белмәй, балта тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Ҡәҙерле кешеһенә оҡшап торған берәүгә әүрәп, ошонан башҡа арыуы булмаҫ, барам да ҡуям тип дәртләнеп кенә йөрөгәнендә тәүге мөхәббәте ҡатынын айырылып ҡайтып, Фатиманың аяғына килеп йығылды.

--Диндәребеҙ генә түгел, донъяға ҡараштарыбыҙ бөтөнләй башҡа. Мине ғашиҡ иттергәндә тал сыбығы кеүек булған ҡатыным, өйәңке хәтлем булып һимерҙе. Ҡәйнәмдәргә барып килгәйнеләр, ҡыҙымдың да, улымдың да түштәрендә  уҫлаптай тәре тағылғансы. Артыма ҡолап китә яҙҙым!--ти элекке һөйгәнем.—Балалар атай яғына ҡарап түгел, үҙ ҡарынында йөрөтөп тапҡан әсәнең милләтендә була, уның динен ҡабул итә, тисе. Хәҙер аңланым, уға ир түгел, аҡса тоҡсайы ғына кәрәк булған.

Бына һиңә мә!  Күҙҙәре төпһөҙ диңгеҙ кеүек зәңгәр, сәстәре алтын кеүек йылҡылдап тора, аяғы ҡолағынан башланған ҡыҙ ҙа аждаһаға әйләнгән дә ҡуйған түгелме? Матурлыҡҡа алданып өйләнгән егеттәрҙе шулай төп башына ултыралар шул ҡай саҡ. ә мин нимә? !ҙгәрмәгәнменме, һаман шул килешменме әллә?--тим.

--Һин үҙемдеке, ҡап-ҡара башҡорт, мосолманка, родная,--тип мине ҡосағына ала. Аңламаҫһың, был ирҙәрҙе. Ҡыҙ ҙа булһын, быуаҙ ҙа булһын тигәндәре шулдыр. Фатима уның татлы һүҙҙәренә алданмаһа ла, ышана биреп ҡуйҙы. Донъяһы теүәлләнгәндәй булды. әсәһе лә: «Яҙмыштан уҙмыш юҡтыр, барһаң бар ҙа ҡуй шуныңа. Атайыңдың да рухы шатланыр,--тип фатихаһын бирә ҡуйҙы.--Ҡайтһаң яңғыҙһың, китһәң яңғыҙһың, парлы булыуға ни етә. Икәүләшеп килеп инһәгеҙ, миңә лә рәхәт».

Тормош һәүетемсә дауам итте. Алтын көҙҙөң һары юрғанын ағы алмаштырҙы. Көн үтә тиһәң, көн түгел, ғүмер үтә икән. Фатима бер көн эштән ҡайтып, сисенеп торһа, өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙ остоғон шәйләне.

«Себер яҡтарына ҡайтып килергә кәрәк. Тиҙҙән ҡайтам, көт!»--тигән һүҙҙәр йөрәген телгеләне. Айырылыштыҡ тип ант иткән, киләсәккә бергә пландар ҡорған һөйөклөһө тағы юҡҡа сыҡты. Арыуыҡ ваҡыт үткәс, Фатима уның күлдәгенең түш кеҫәһенән ҡатыны яҙған хат киҫәген тапты. «Балалар һине таптыра, ҡайт. Улың ныҡ ауырый, яман диагноз ҡуйҙылар»--тип яҙған. Уңмаған  юлды ҡыума тигәндәре дөрөҫтөр, кеше иренә ымһынып йөрөгәнсе, яңғыҙ булыуың мең артыҡ, тип уйланы Фатима. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫ өсөн, эштән ҡайтышлай, магазиндар ҡыҙырҙы, күңеле теләгән әйберҙәр һатып алды. Пакеттары күбәйеп киткәс, такси саҡыртайым әле, тип сауҙа үҙәгенән сығып, телефонын сумкочкаһынан алыуы булды, ҡулынан бер ҡатын эләктереп алды. «Киләсәгеңде белгең киләме? әйҙә, кәрт һалам, үкенмәҫһең»--уның янып торған күҙҙәре һүҙҙәрен ҡеүәтләгәндәй булды.

--Сәләмәтлегең менән проблема булыр. Дауаланһаң, һауырғырһың. Кейәүгә сығаң, ике балаң буласаҡ,--тине лә кәрт һалған өсөн әжерен алып китеп тә барҙы. Ниндәй сир, ниндәй ир тип артынан аптырап ҡарап ҡалды Фатима. Бүлмәһенә ҡайтҡас та ҡатындың һүҙҙәре тынғылыҡ бирмәне. әсәһенә шылтыратып әйткәне, тегенеһе юҡ-бар менән башыңды тултырма, яҙғаны булыр.»Ҡыҙ кешенең аты егеүле ул, бөгөн булмаһа, иртәгә килеп алып китерҙәр. Һаулығың да бына тигән, ошо йәшеңә ҡәҙәр бер дауаханала ятҡаның юҡ.Ҡайғырма бушҡа»,--тип тынысландырҙы.

Был хәл инде онотолдо тигәндә, Фатимаға поликлиниканан шылтыраттылар ҙа шундай-шундай кабинетҡа килергә ҡуштылар. Эштән диспансеризация үткәрергә ебәргәйнеләр, бергә эшләгән ҡатындар менән мотлаҡ күреренгә кәрәк булған бөтә табиптарҙан ҡаралдылар, анализдар тапшырҙылар. Ниндәй хәлдәр булмай тип телефон һандарын да яҙып алдылар. Берәй нәмәһе сығып тора микән, бушҡа тауышланмайҙарҙыр. Табип-маммолог саҡыртҡан икән. «Түшең ауыртамы, һыҙланаһыңмы?»--тип һораша. «Нишләп һаман кейәүҙә түгелһең?»,--тип тә ҡыҙыҡһына. Түш тураһында һүҙ булғанда ирҙең ни ҡыҫылышы бар икән.

--Узи уң яҡ күкрәгеңдә ҡаты төйөн барлығын күрһәтә. Бына йүнәлтмәләр, бөтә белгестәрҙе үт тә, миңә тағы приемға кил,оҙаҡҡа һуҙма,--тип сығарып ебәрҙе. Табиптарҙы үтте, тейешле анализдарҙы бирҙе лә, приемға барһа, теге табип отпускыға сыҡҡан. Урынына ҡалғаны ҡағыҙҙары улай-былай әйләндерҙе лә: --Яман шеш түгел, бына диагнозың, интернетты ас та уҡы,--тине, теләр-теләмәҫ кенә һөйләшеп.

--Ошо өлкәлә берәй яҡшы белгес белмәйһегеҙме?

--Бына мин. әйттем бит интернеттан уҡы тип. Тағы ҡабатлайым, злокачественный түгел. Беләһеңме, был сирҙең башы нимәлә, һаман ирҙә түгеллегеңдә. Ҡатын-ҡыҙға ни тиклем йәшләй кейәүгә сыҡһа, бала тапһа, шул яҡшы. Гүзәл заттың организмы тәбиғәт тарафынан шулай көйләнгән. Гармональ өҙөклөк булдымы, сирҙәр аҙа башлай. Фатима шунда ғына тәүҙә ҡараған белгестең һүҙҙәренең айышына төшөндө.

«Ярай, белгестәр белә инде, яман түгел тинеләр бит, үтер әле»,--тип диагнозға артыҡ әһәмиәт бирмәнем. Бүлмәләшем дә шаяртып:«Йәшәй-йәшәй ауырыйһың инде ул, һау килеш үлеп булмай ҙа инде»,--тигәс, шарҡылдап көлдөк тә, шуның менән был тема ябылды.

Һаман шул ҡала менән ауыл араһын тапаным. әммә ике-өс айҙан башым әйләнеп, хәлем бөтөп ятаҡлай башланым. Табипҡа барһам, тегеләре йыйылышып, быш-быш ҡына һөйләште лә, тиҙ генә дауаханаға ятырға ҡушты. Яман шеш түгел тип, ҡырҡ мәртәбә ҡабатлаған табиптың күҙҙәре маңлайына менгән. Шәфҡәт туташтары ла йүгереп йөрөп уға анализ тапшырырға ярҙам итеште. Эш төпкә киткән икән шул, түште алдырмайынса булмай, юғиһә, ҡултыҡ аҫтындағы башҡа биҙҙәрҙе зарарлауы ихтимал. әсәһенә: «Дауаханала ятам»,--тип кенә шылтыратты ла, хәлен ентекләп һөйләп торманы. «Берәүгә лә өндәшмә, һауығып сығырмын»,--тип тә өҫтәне.

Дауаханаға бүлмәләш ҡыҙ килеп йөрөнө, бөтә йомошомдо ла ул үтәне. Операциянан һуң да ул баҡты. Бүлмәгә лә алып ҡайтты. Апайҙарына, еңгәйҙәреңә әйтәйек, тиһә лә Фатима уларға бындай меҫкен хәлдә күренгеһе килмәне. Бер көн ҡаланан алыҫ булмаған ерҙә йәшәгән апайы шылтыратып, уға килә ятыуын әйткәс, ҡойолоп төштө. Шулай ҙа үҙен тиҙ генә ҡулға алып: «Ярай кил, керҙәремде йыуып бирерһең»,--тип әйтеп һалды. Апайының: «Нишләп һинең кереңде мин йыуырға тейеш әле?»--тигән аптыраулы һорауына ул:»Апай, кил әле, кил»,--тик кенә әйтә алды.

Кәүҙәһе йоп-йоҡа булып ҡалған, күҙҙәре төпкә батҡан һеңлеһен апайы башта таныманы. Нимә булды ул? Нишләп был ҡәҙәрем ябыҡтың?--тип һорау артынан һорау яуҙырҙы. Фатима яраһын асып күрһәткәс кенә, уның хәле аяныслы булыуын аңланы. Донъяға йәбешеп ятҡан ҡәҙерлеләрен ғәҙәти тормоштарынан айырғыһы килмәгәнлектән, уларға бәлә һалманы шул. Бүлмәләшенә рәхмәт, уныһы ярҙамсыл булмаһа, операциянан тора алыр инеме икән? Апайы килеп ҡайтҡандан уның ауырыуы хаҡында барыһы ла белде. Йәлләүселәр күп булды, ә бына больничныйҙа ятҡан кешегә аҡсалата ярҙам күрһәтеүселәр бармаҡ менән генә һынарлыҡ ине. Етеш йәшәгән туғандары телефондан ғына хәлен белһә, осон-осҡа саҡ ялғағандары карточкаһына аҡса һалырға әмәлен табып, ҡыуандырып торҙо. Ауыр хәлдә беленә икән кемдең кемлеге.

Шеш башҡа биҙҙәргә таралырға өлгөргән икән. Алты курс химия терапия үтергә ҡуштылар. Дарыуҙары ҡиммәт, һәр дауалау курсы егерме биш мең һум тирәһе тора. ә уға махсус иҙмәне алты тапҡыр ҡанына ҡойорға тейештәр. Яраһы ла сейләнеп йонсота, көнөнә әллә нисә тапҡыр перевязка эшләргә кәрәк. Беренсе химияны ауыр үткәрҙе: башы әйләнде, ашҡаҙанында тәғәм ризыҡ булмаһа ла, аҡтара ҡоҫто. Икенсеһендә сәстәре ҡойола башланы. Дауалау курсының алтынсыһын алғандан һуң тултырылған тауыҡ кеүек тәне шешенде. !лем менән йәшәү сигендә ятҡанда, әй йәшәге килә икән ул. Бер тамсы һыу йотоуға тилмереп ятаһың, яныңа инеп-сығып йөрөгән аҡ халатлыларға һүҙ ҡушам тиһәң, тауышың сыҡмай. Баҡтиһәң, һөйләшер өсөн дә хәл кәрәк икән. Эстән белгән генә доғаларымды уҡыйым. Кеше ауырығанда ғына Аллаһы Тәғәләне иҫкә төшөрә шул. Һау-сәләмәт саҡта уның ҡайғыһы юҡ. ә бит уның ҡөҙрәте, рәхимлелеге арҡаһында ул биргән һауаны һулайыбыҙ, ул биргән ризыҡты ашайбыҙ, һыуын эсәбеҙ. Ошоларҙың береһе генә бөтһә лә, әжәлеңде көттә тор бит инде. Юҡ, фани донъяның ялтырауыҡ, алдатҡыс, ымһындырғыс мәлдәрен унан өҫтөнөрәк ҡуябыҙ шул.

Бер йыл тигәндә саҡ аяҡҡа баҫтым. Хәҙер медицина көслө, түшемә имплантант ҡуйҙырҙым. Заводта ауыр эшкә ярамағанлыҡтан, еңеленә күсерҙеләр. Һәүетемсә генә эшләп киттем. әсәйемде өлкән апайым үҙенә күсереп алып ҡайтты. Хәҙер ауылға йыш ҡайтмайым. әсәйем эргәмдә генә, форсаты сыҡҡан һайын барып хәлен беләм. Был хәлдәрҙән һуң берәү ҙә миңә кейәүгә сыҡ, тип тылҡымай, ҡолағым тынсып ҡалды. Шулай ҙа бер көн сменанан һуң яйлап сығып барһам, бер ир артымдан эйәрҙе.

--Һылыуым, һүҙҙе нимәнән башларға лә белмәйем. Ҡыҫҡаһы, ҡарап йөрөйөм-йөрөйөм дә тормошта түгелһең, шикелле.

!ҙенә ҡоҙалай микән был, күҙе күрмәйме икән, тәүҙә көҙгөгә ҡараһа ни була, тип уйлаһа ла тегегә һыр бирмәҫкә тырышты.

--Матур ғына башҡорт ҡыҙыһың, әйҙә мин һине ҡәйнешем менән таныштырам.

--Шулай тигән. Мин әллә үҙенә кәләш эҙләйме икән, тип ҡурҡып киттем.

--Мин шулай ҡурҡынысмы ни?

--Юҡ та ул, былай бараһың,--тигән булды.

--Ҡәйнешең үҙе ҡыҙҙар һайларға эшкинмәйме әллә?

--Бына тигән егет ул. әҙерәк баҙнатһыҙыраҡ. Сығып йөрөмәй, эш тә өй, тигән һымаҡ. Өй тигәндән, ысын, өйө бар. әсәһе менән генә тора. 

--Тора бирһен, мин дә ир ҡайғыһы юҡ. Үҙ хәлем үҙемә саҡ.

--Улай бөтөрөнмә әле, эштә күҙәтеп йөрөйөм, донъя көтөргә әүәҫ кенә күренәһең. Минең ҡәйнешкә тап һинең кеүек кәләш кәрәк. Телефоныңды уға бирәйемме?

--Телефонды уға биреп мин элемтәһеҙ йөрөйөммө?

--Шаян ғына икәнһең. Телефоныңды түгел, номерыңды яҙып бир. 

Ай-вайына ҡуймай теләгән һандарын яҙҙырып алды ла, ҡайтырға боролдо. Юлдағы юлда ятып ҡалды, был һөйләшеүгә артыҡ әһәмиәт тә бирмәнем. Ял көндө телефоным шартлай яҙып зырылдай. Ят номер шылтырата. Алһам, күкрәк төбөнән сыҡҡан кеүек гөрһөлдәгән тауышлы бер әҙәм, Фатимамы был ти.

--Ә һеҙ кем?

--Таһир.

--Ниндәй Таһир?

--Еҙнәйем һеҙҙең номерҙы бирҙе…--тигәс кенә аңлап ҡалдым.

--Мин һеҙҙе бөгөн концертҡа саҡырам. Кис Йәштәр һарайында көтәм,--ти.

--Ә мин һине нисек таныйым?

--Ҡулымда гөлләмәләр булыр,--тине лә трубканы һалды.

Барырғамы, юҡмы тип икеләнеп яттым-яттым да, нишләп бушлай концерт ҡарап ҡайтмаҫҡа әле тип әҙерләнә башланым. Сағыу ҡыҙыл күлдәгемде кейҙем, сәсемде төйөп ҡуйҙым да көҙгөгә ҡараһам, килешле генә. Артыҡ биҙәнергә яратмайым, күҙем асығыраҡ күренһен өсөн өҫ яғына аҡһыл кершән яҡтым да, иренемә беленер-беленмәҫ помада һөрттөм. Ҡашымды тоттом да шул етте, әртистәрҙеке шикелле ҡап-ҡара һыҙғандарҙы клоунға оҡшатам да ҡуям.

Тәғәйенләнгән ваҡытҡа концерт булған ергә барып еттем. Сәскә тотҡан бер әҙәм күренмәй. Бинаға инһәм, бәһлеүән кәүҙәле бер ир-егет миңә ҡарап йылмайып тора.

--Һин Фатимамы?

--Ҡайҙан белдегеҙ?

--Мин һине күргәс тә еҙнәйем һөйләгән ҡыҙ тап ошо булырға тейеш, тип уйланым. Һәм яңылышманым.

Залға үттек. Концерт бер тында ҡаралды. Ял итергә сыҡҡанда Таһир кафеға индереп ҡәһүә менән һыйланы. Ҡәҙимге генә һөйләшә, донъянан артта ҡалған әҙәм түгел һымаҡ, төҫө лә, ҡиәфәте лә бар. Тамашанан һуң оҙатҡан булды. Артыҡ һөйләшмәнек.

--Тағы осрашырбыҙ ул,--тине Таһир, һаубуллашҡанда. Уның киң яурындары артында үҙемде ышыҡ бер ерҙә торған кеүек хис иттем.

--Ярай. Бына мин ошонда көн итәм,--тинем дә инеп киттем.

Тағы бер-ике мәртәбә осраштыҡ. Бер килгәнендә был ҡырт киҫеп:

--Осрашыу-күрешеүҙәргә ваҡыт әрәм итергә йәш түгелбеҙ, әйҙә өйләнешәйек. Ултырма ятаҡта етемһерәм. Бөгөн үк өйөмә алып ҡайтам,--тип етәкләп алып ҡайтты ла китте.

--Тороп тор,бер-беребеҙҙе яҡшылап белмәйбеҙ ҙә бит һуң,-- тиһәм дә туҡтамай.

--Тороп торорға ваҡыт юҡ, әйттем бит өйләнәм.

Ҡала ситендәге урамдарҙың береһенә етәрәк, был яҡтарҙа ҡасандыр булған кеүек тойолдо.

 

--Бына инде минең хоромаларым,-- тип өйөнөң ҡапҡаһына ыңғайлағас, ошонда Хөснә инәйҙе оҙата килгәнем ҡып итеп иҫемә төштө. Иҫ-аҡылымды йыя алмай Таһирға ҡарап торғанда ихатанан Хөснә инәй үҙе лә күренде. 

--әйҙүк, балам, түрҙән уҙ, төклө аяғың менән, балам. Нишләп, Таһир, килен алып ҡайтырыңды өндәшмәнең, әҙерләнеберәк торор инем. Инегеҙ, инегеҙ, хәҙер самауыр ҡуям,--тип өтәләнде.

Ҡасандыр электричкала танышып: «әйҙә мин һине улым менән таныштырам»,-- сат йәбешкән әбей мине танынымы юҡмы, белмәйем. Меңәрләгән кеше йәшәгән ҡалала улының тап мине, әсәһе ҡасандыр килен итеп күрергә теләгән гүзәл затты табып алып, етәкләп алып ҡайтып тороуы үҙе бер мөғжизә ине. Күрәһең Хөснә инәй һәр ваҡыт Аллаһтан улымдың юлына миңә юлдаш булған изге күңелле ҡыҙ кеүек бәндәне генә сығар, тип теләгәндер.

 

 

Автор:Гульдар Кадаева
Автор:
Читайте нас: