+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Сентябрь 2023, 12:43

АҒИҘЕЛДЕҢ ҠАБЫРСАҠТАРЫ

«Ти-ти...ти-ҙерәк, тиҙерәк ...алтын...алтын!» – тип өҙөп-йыртып һөйләгән хәбәренән бер ни аңламаны буғай атаһы.

АҒИҘЕЛДЕҢ ҠАБЫРСАҠТАРЫ
АҒИҘЕЛДЕҢ ҠАБЫРСАҠТАРЫ

Ниһәйәт, Мәҙинә менән Ҡасимдың теләктәре тормошҡа ашты, уларҙың ғаиләһе Ағиҙел йылғаһына ял итергә бара. Был көндө күптәнән үк көткәйнеләр. Сөнки ошоғаса яйы килеп сыҡмай торҙо. Бер Мәҙинәнең атаһының эш урынында ниндәйҙер мөһим эше тотҡарланы, йә икенсе ялда Ҡасимдың атаһы мунса күтәреп бушаманы.Ике тыуған балалар кескенә саҡтан бергә уйнап үҫкәнгә, оҙаҡ күрешмәй торһалар бер-береһен һағыналар. Яҡын тыуғандар йәштәштәр ҙә. Мәҙинә Ҡасимдан дүрт көнгә генә ҙур. Шуға ла уй-хыялдарында әллә ни айырма юҡ тиерлек. Икеһе лә фантазияға бай.
Иртәгә Ағиҙелгә барасаҡтарын белгәс, йоҡларға ятып киткәндәренсә телефон аша һөйләшеп мәж килделәр. Нимә кейәсәктәрен, нимә аласаҡтары тураһында ҡыҙыҡһындылар. Мәҙинәгә яңы купальник һатып алғандар икән. Атаһы шәшлек әҙерләгән. Әсәләре бәлеш бешергән, тағы әллә күпме тәмлекәстәр ҙә... Ниндәй уйындар уйнаясаҡтары тураһында ла, план ҡороп баш ваттылар .
Бөгөн яр буйына килеп туҡтағас, бер-береһен уҙыша-уҙыша, йылғаға йүгерҙеләр.
– Төпкә бармағыҙ, һыу ситендә генә йөрөгөҙ! – тип ҡысҡырып ҡалды, ата-әсәләре арттарынан.
– Яра-а-ай! Беҙ аңланы-ы-ыҡ! – Мәҙинә-ә, йүгерҙе-е-ек! Кем беренсе барып етә-ә-ә!
– Әйҙә-ә-ә! Кем еңелә , шул һыуҙан алтын таш табып бирһе-ен!
– Ура-а-а, мин еңеүсе-е! – тине Ҡасим, һыуға барып төшкәс, ҡушуслап һыуҙы йән-яҡҡа һибә-һибә.
– Малайҙар шулай була инде....Ярай, хәҙер һиңә алтын ғына таш табып бирәйем, – тине Мәҙинә. Йылғаға эйелгәс тә, күҙҙәре һыу төбөндәге ғәжәп таштарға төштө. Улар йәшәгән Рәсүл ауылындағы Ҡандыболаҡ йылғаһына барған һайын, итәк тултырып ниндәй генә таштар йыйып алып ҡайтманы. Ә бындайҙарҙы осратҡаны булманысы...
– Ҡаси-им, ҡара әле, хәтәр матур ғына таштар, – тип, йылғанан ике-өс таш алды.
– Ҡайҙа-а? Ох, ти-и-и, хәтәр генә матурҙар! – тип таштарҙы әйләндереп - әйләндереп ҡарарға тотондо.– Мәҙинә, быныһы алтын шикелле....
– Мин алтын ташты беләм. Әсәйемдең алҡаһы алтындан – О-о-ой, бында күптәр ҙә икән! – тип, яр ситендәге һыуҙы шаптырлатып кисеп, таш йыя башланылар. – Өҫтөндәге һыҙыҡтары өләсәйҙең көйәнтәһенә оҡшаған. Бынауһында биҙәкле төртөктәр төшкән. – Ана-а-а, тегендә һарғылт төҫтәгеһе ялтырап ята...Ҡасим, мин алтын ғынаһын тапты-ы-м. Ур-ра, алтын таптым, алтын тапты-ым! – тип ҡыуанысынан ырғырға тотондо. Һыу тамсылары сәсрәшеп, ҡояшта төрлө төҫкә инеп, йым-йым янып йөҙҙәренә, ҡулдарына, сәстәренә һибелеп, уны йәйғор нурҙары солғап алғандай булды. Был ғәжәйеп күренеште күҙәтеп торған Ҡасим хайран ҡалды. «Әллә Мәҙинәкәй йәйғорға әйләнә инде... Йәйғорға әйләнә ҡалһа, Ҡасим кем менән уйнар? Уның менән уйнағанда бер уйын да ялҡытмай. – Һин китмә, китмә йәме-е! – тине, Ҡасим. Тик Мәҙинә уны ишетмәй, ҡысҡыра ла ҡысҡыра:
– Беҙ ҙә бай буласаҡбыҙ! Ур-ра! Ҙу-у-ур өй һатып аласаҡбы-ы-ыҙ!
– Мәҙинәкә-әй, ҡысҡырма, кешеләр ишетеп ҡалмаһын! Бер ҡайҙа ла китмә, йәме, алтындарҙы һаҡлап тор! Мин тиҙ генә атайҙарға әйтеп киләйем. Алтын таштарҙы йыйып алырбыҙ, – тине, ҡолағына шыбырлап, тирә-яғына ҡарана-ҡарана. Ял көнө Ағиҙел буйы кеше менән шығырым тулған сағы. Оло йәштәгеләр ҙә ҡалмаған. Уңда ла, һулда ла бала-сағаларҙың шау-шыу килгән күңелле тауыштары өҙөлмәй. Ярға табан йүгереп сығып барғанында, аталары менән әсәләре йыйналышып килеп еткәндәр ҙә икән.
«Ти-ти...ти-ҙерәк, тиҙерәк ...алтын...алтын!» – тип өҙөп-йыртып һөйләгән хәбәренән бер ни аңламаны буғай атаһы. Ах та ух килеп тышылдаған, күҙҙәре түбәһенә менгән, улының нимәгәлер ныҡ тулҡынланғанын һиҙгән әсәһе:
– Йә, йә, ни булды, тыныслан, улыҡайым! – тип ҡосағына алып, арҡаһынан һөйҙө.
– Әсәй, әсәй, беҙ, беҙ, кү-ү-үп алтын таптыҡ. Тиҙерәк, тиҙерәк йыйыр кәрәк, башҡалар алып ҡуймаһын! Мәҙинәләр өй һатып алырҙар.– Бына, – тип, шыҡырайтаһына йомарлаған устарын асты.
– Алтын һымаҡ матурҙар ҙа ул...тик.. алтын түгел шул...
–.Ысын ғына алтын, Лилиә апай! Шундай уҡ төҫлө һарғылт алҡалары бар әсәйемдең, – тип хәбәргә ҡушылды, Ҡасим артынса килеп баҫҡан Мәҙинә.
–. Мин һиңә алтынды һаҡлап торорға ҡушытым бит! – тине Ҡасим, асыуланып, ҡаштарын йыйырып. Ә Мәҙинә оҙон керпектәрен елпендереп, ҡулдарындағы ҡабырсаҡтарын һуҙған килеш, бер ни өндәшмәй. Үҙе өҙлөкһөҙ йылмая.
– И-и-и, аҡыллыҡайҙарым, ошомо ни алтынығыҙ?! – тип күңелле генә кеткелдәп көлөп ҡуйҙы Мәҙинәнең әсәһе. Башҡалар ҙа дәррәү көлөшөп, уларҙы уратып алды.
– Алтын тигәнегеҙ ҡабырсаҡ тип атала.
– Ул ни була, инәй?
– Ҡабырсаҡтың эсендә молюска йәшәй. Молюска – йомшаҡ тәнле хайуан Ҡайһы ваҡыт өйөнән сыға, ләкин өйөн ташлап китмәй, бергә алып йөрөтә.
– Ә-ә, ташбаҡа һымаҡ инде-е. Зоопаркта күргәйнем, – тине өнһөҙ ҡалған Мәҙинә, теле асылып.
– Мин дә күргәнем бар ташбаҡаны. Ҡурҡһа таш өйөнә инә.– Э-эх, алтын булмаған икән.... Мин дә, Мәҙинә лә алтынға шәп кенә өй һатып алып була, тип уйлағайныҡ, – тине, эсе бошоп Ҡасим.
– Өйлө лә буласаҡтар Мәҙинәләр.
– Аҡсалары етәме һуң, атай?
– Ул турала бергәләп уйлаштыҡ. Беҙ яҡын тыуғандар. Ә тыуғандар бергәләшһә, тауҙай эштәр ҙә бойомға аша, улым. Мәҙинә менән Ҡасим шат йылмайып, бер-береһенә ҡаранылар.
– Ә молюскаға кем ярҙам иткән икән, өй төҙөргә? – тип һораны Мәҙинә.
– Уның биҙҙәре һыуҙағы эзбизде эшкәртеп алыу һәләтенә эйә. Ана шул эзбиздән үҙенә ҡабырсаҡ һылап төҙөй ҙә инде. Молюска оҙағыраҡ йәшәгән һайын үҫә. Ҡабырсағы ла ҙурая бара. Ошо бәләкә-ә-әй генә ҡабырсаҡта йәш молюска йәшәй. Ни тиклем молюска йәшерәк , шул тиклем ҡабырсаҡ сағыуыраҡ төҫтә лә була.
– Асып ҡарайым әле, ниндәй икән молюскаһы, – тип Ҡасим ҡабырсаҡты асырға мәтәште.
–Эзбизташтан төҙөлгән ҡабырсаҡ һөлдәһе йомшаҡ һымаҡ күренһә лә асып булмай, Ҡасим. Молюска «ишеген» ныҡ бикләп ҡуйған. Күрер өсөн онтарға кәрәк буласаҡ. Ә онтарға ярамай! Улар һыуҙы таҙартыу өсөн ҙур файҙалы эш башҡара. Тағы һыуҙағы беҙгә зарарлы ауыр металдарҙы таш һөлдәһенә йыялар. Шуға ла Ағиҙел аҡ һыулы, таҙа. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙағы иң матур йылғалырҙың береһе.
– Улай булғас ҡабырсаҡтарҙы һалырға кәрәк, бысранмаһын, гел таҙа булһын Ағиҙел , – тиеп балалар ҡабырсаҡтарын һыуға һалырға ашыҡты. Устарындағы ҡабырсаҡтарҙы һаҡ ҡына һалғас, бер мәлгәсә һыу төбөнә түшәлгән ҡабырсаҡтарҙың ҡояш нурҙарында йым-йым килеп янғанын һоҡланып ҡарап торҙолар ҙа, һыу инергә төштөләр. Һыу төбөнә ҡулдары менән таянып, аяҡтарын һыуға сәпелдәтеп, сыр-сыу килешеп уйнанылар. Һыу буйында үҫкән түңәрәк япраҡлы тирәктәрҙәге ҡоштарҙың сут-сут килеп һайрашыуҙары, төрлө төҫтәге ҡабырсаҡтар түшәлгән Ағиҙел йылғаһына йәм өҫтәй.
Ҡайтыуҙарында һәр ғаилә берәр ҡабырсаҡ алды. «Аквариумда күҙәтерһегеҙ ҙә, ҡабырсаҡтан молюсканың сығып йөрөгәнен», – тине ололар. Ағиҙелдең ваҡ таштарын, ылымығын да аквариумға һалыуҙы кәрәк таптылар.

 

Нәсимә Ғайсина

Автор:
Читайте нас: