+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Октябрь 2023, 18:00

Һыҙланыу

Мин уны осраҡлы ғына ҡала урамында тап иттем. Өтөп алып барған ҡышҡы сас-ҡау селлә булыуға ҡарамаҫтан өҫтөндә ҡара күк төҫтәге йоҡа болонъя куртка, аяҡ-тарында яҙлы-көҙлө кейә торған, урын-урыны менән ярғыланып, теткеләнеп-һүткеләнеп бөткән дермантан тышлы ботинкалар, башында туҙған, йыуғыс-сепрәккә ҡалған спорт кәпәсе. Кәпәс аҫтынан һүнгән, битараф ҡарашлы күҙҙәр ҡарай, урттары эскә тартылған һирәк шырт япҡан биттәрҙе ҡап уртала ҙур, итләс танау бер-ләштерә. Бейәләйһеҙ, һыуыҡтан ҡыҙарған оҙон бармаҡтар йоҡа, кәлберләк кәүҙәнең ҡорһаҡ өлөшөн ҡармағандар, ир көйәнтәләй бөгөлә төшөп атлай, ваҡыт-ваҡыт быуылып йүтәлләп ала ла ары тәнтерәкләй.

Һыҙланыу
Һыҙланыу

   Туҡта был ирҙе ҡайҙалыр күрҙем бит! Эйе, яҡындан ғына күргәнем, хатта иғтибар менән текәлеп торғаным бар, тик ҡайҙа һәм ҡасан?!

       - Һаумыһығыҙ? - Бәлки тауышынан сырамытырмын тигән өмөт менән һаулыҡ һораштым.

       Ир ваҡытһыҙ борсоғанға ғәжәпләнгәндәй ҡырҡа хәрәкәт менән ҡайырылып, теге өмөтһөҙ күҙҙәренә аҙға ғына булһа ла ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сатҡыларын яғыл-дырып миңә ҡараны ла сәләмемде ҡабул итеүен белдереп сөрәкә башын һелкте.

       - Бәлки һеҙҙе фатирығыҙға ҡәҙәр илтеп ҡуйырға кәрәктер, еңел, йоҡа кейенгәнһегеҙ, ә көн бигерәк һалҡын? - Эргәлә торған редакция машинаһы яғына ымла-ным.

       - Һеҙ кем? Танымайым! – Ир баш тартыуын белдереп эсен ҡосаҡлаған ҡулдарын төшөрөп һелтәгәндәй итте лә яҡындағы йорт яғына ҡарашын атты. - Мин бы-науында, яҡында ғына йәшәйем ул... - Ир мосолман милләтенән булһа ла таҙа ит-еп русса яуапланы, тимәк ҡала ерендә үҫкән, дөйөм мөхиттә тәрбиәләнгән кеше.

       Шулай тине лә яңынан эсен ҡармап, тағы ла алға бөгөлеңкерәй төшөп китеп тә барҙы.

      Йыбырлата баҫып атлау, ҡырҡа ҡайырылыу, ҡыҙыҡһыныусан итеп һирпелеү, йәнә таҙа итеп русса һөйләү... Таныным бит уны, таныным, Әйүпов Ғәйзулла Әҙ-еһәмович, шул, үҙе... 

    Унынсы класты тамамлағандан һуң Сибай медицина училищыһына уҡырға индем. Һигеҙенсе кластан һуңғылар йыйылған тағы ла бер параллель фельдшерҙар төркөмө бар. Уҡыу башланыу менән беҙҙе, урта белем алғандарҙы туранан-тура төп, һөнәри фәндәрҙе уҡытырға керештеләр, теге, тулы булмаған урта белемлелә-ргә өҫтәмә рәүештә мәктәп фәндәре, атап әйткәндә химияны, тарихты, рус телдәрен уҡыталар. Беҙ дүрт үҫмер медицина училищыһының ҡаласығында теҙелгән өс барактың береһендә бөтә ҡулайлыҡтары тышта булған, туҙа барып хараба рәүешенә ҡалған иҫке ятаҡта йәшәйбеҙ. Икәүбеҙ унынсы кластан һуң уҡырға ингәндәр, икәүбеҙ һигеҙҙән һуң. Александр исемле егетебеҙ дәрестәрҙән ҡайта ла тәьҫораттары менән уртаҡлашырға керешә:

       - Беҙҙе рус теленән Ғәйзулла Әҙеһәмович уҡыта. Шәп уҡыта, әй, дәрескә ҡағыҙһыҙ-ниһеҙ килеп инә лә һөйләргә керешә, малай, ауыҙҙарыбыҙҙы асып, онотолоп тыңлайбыҙ, барлыҡ рус шағирҙарының шиғырҙарын, поэмаларын яттан белә, сатнатып, образға инеп китеп һөйләй, иҫең китерлек! Үҙе бер ҡатлы, эсендәге-тышы-нда диуана ише бер әҙәм, аҙыраҡ сәйер ҙә. Дәрес башланырҙан алда класс таҡтаһы өсөн әҙерләнгән еүеш сепрәкте йәшерәбеҙ. Теге килеп инә лә таҡтаға яҙылғанды усы менән һыпырып һөртөргә керешә, шул ҡулы менән теманы аңлатыу барышында биттәрен, өҫ кейемен ап-аҡ итеп буяп бөтөрә. Мәрәкә инде.  – Икенселәй инде яттан таныштырған уҡытыусыһына яңы ҡылыҡһырлама өҫтәй. - Бөгөн дәрес аҙағында ваҡыт ҡалдырып Ғәйзулла Әҙеһәмович үҙе яҙған шиғырҙарын уҡып иш-еттерҙе. Шиғыр ҡанундарын аңлап, төшөнөп етмәһәм дә шуны өҫтәйем, шәп, камил яҙылғандар! Шиғырҙар беләһеңме кемгә бағышланған? Ҡатынына! Ул беҙҙе латин теленән уҡыта!

      Тағы ла бер аҙна самаһынан тегеләрҙе ҡала урамында тап иттем һәм һүҙһеҙ ҙә таныным. Һомғол буйлы, заманса кейенгән, һылыу ҡатын башын юғары тотоп, те-кә баҫып алдан атлай, артынан үтә тәбәнәк буйлы, оло сумкаһын ергә тейҙерә яҙ-ып, йыбырлата баҫып ире эйәргән. Ирекһеҙҙән Антон Чеховтың “Дама с собачкой” хикәйәһе иҫкә килеп төштө. Ысынлап та был үтә сибәр, ирен ҡултыҡлап, йә-нәш атлауҙан тартынған ҡатын китеп бармай, бары этен йөрөтөп әйләнергә сыҡҡан һауалы байбисәгә оҡшаған.

     Уларҙы ошондай хәлдә ҡала урамдарында йыш осратасаҡмын әле мин. Күргән һайын бер үк күренеш: ҡатын алдан, иргәйел арттан...

     Яҙ башында кәңәшмәләр залына барлыҡ студенттарҙы йыйып ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған күркәм сара үткәрҙеләр. Училищы директоры доклад менән сығыш яһағандан һуң иң алға теҙеп ултыртылған ҡатын-ҡыҙ уҡытыусыларға өсәр бөртөк ҡәнәфер сәскәләрен өләшеп сыҡтылар, ары тантана урындағы, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнгән көстәр тарафынан ойошторолған концерт менән дауам итте: физкультура уҡытыусыһы башына бисәләрҙең төлкө кәпәсен кейеп ҡарай барып теңкәгә тейеп, танһыҡты ҡандырып бөткән “Байыҡ” бейеүен башҡарҙы, шәфҡәт туташтары төркөмөндә уҡыған тәбәнәк буйлы, тыңҡыш кәүҙәле Гөлнәзирә иҙәнгә ырғытылған баҡыр тәңкәләй тәгәрәп йөрөп “Заһиҙә”не бейене, беҙҙән бер курсҡа юғары уҡыған Николай ҡарлыҡҡан тауышына моң һыҙаттары өҫтәргә тырышып гитара сиртеп йырланы, беҙҙең группала уҡыған Гәүһәр бер ҙә аптыратмаған, ғәжәпләндермәгән фокустарын күрһәтеп аҙапланды. Бер һүҙ менән әйткәндә күп тапҡырҙар ҡабатланған, екһендереп бөткән тамаша. Бына йыбырлата баҫып сәхнәгә Ғәйзулла Әҙеһәмович сығып баҫты ла шиғыр һөйләргә кереште. Юҡ, ул шиғыр һөйләмәне, ә үҙенә эйәртеп матурлыҡ, хистәр донъяһына, әкиәт иленә, мөғжизәләр төйәгенә алып китте. Бындай камил башҡарыуҙы тәүләп ишетеүем ине. Ир шиғыр һөйләй, ә һөйөү тулы ҡарашы иң алда ханбикәләй ултырған ҡатынына төбәлгән, ә тегеһенең битараф ҡарашы ситтә...

      ... "Магнит" супермаркетында сиратта торам. Ни күрәм, минән алда ғына Ғәйзулла Әҙеһәмович баҫҡан икән дә баһа. Бына касса артында ултырған ҡатын кәр-зинкәгә һалынған аҙыҡ-түлекте теүәлләп бөттө лә тәғәйен хаҡты әйтте. Ғәйзулла ағай, теге, өҫтөнән төшмәгән курткаһының кеҫәһенән сепрәк кәшелүк килтереп сығарҙы ла ундағы ваҡ аҡсаны иҫәпләү аппаратының эргәһендәге табаҡсаға бушатты.

            - Һеҙҙең ун һум аҡсағыҙ етмәй бит! - тине   ҡуш ус самаһы тимер аҡсаларҙы иҫәпләп бөткән һатыусы.

            - Нимә тинегеҙ? - Ғәйзулла көтөлмәгән хәлдән аңшайыңҡырап ҡалды ла аҡланғандай үҙ алдына мығырҙанып, һуҡҡылап-соҡоноп кеҫәләрен теүәлләргә кер-ешеп китте, эҙләгәнен таба алмағас һуңғы сиктә түш кеҫәһенә тығылды. - Берүк ғәфү итегеҙ, аҙыҡ-түлек хаҡтарын кеҫәләге аҡсам менән тап килтерә алмағанмын, - тине ул ғәфү үтенгәндәй, - хәҙер миңә нимә эшләргә инде?

      Һатыусы ла бирешергә уйламай:

            - Белмәйем инде, һеҙҙең баш ҡайғыһы был, дөрөҫ аңлағыҙ мине лә, һәр бер һатып алыусыға аҡса өләшә башлаһам нимә килеп сығыр? Хәҙер товароведты саҡыртайыҡ та исемлеккә ингән тауарҙың береһен юйҙырырға тура килер. Быны мин яңғыҙ эшләй алмайым, беҙҙәге тәртип шулай...

            - Ғәфү итегеҙ, әле әйтелгән сумманы минең картанан тотоп ҡалығыҙ. – Һораулы төбәлгән һатыусыны тынысландыра һалдым. - Минең яҡын танышым ул.

      Ғәйзулла ағай алған аҙыҡ-түлеген пакетҡа тултырҙы ла сығыу яғына ҡарай атланы. Ул мине күтәрмәлә көтә ине.

            - Рәхмәт һеҙгә, - тине ул башын баҫып мине күрмәгәндәй. - Ауыр хәлдән ҡотҡарҙығыҙ. Ҡалала мине күптәр белә...

            - Бына мин дә һеҙҙе беләм бит, ә таныштар бына ошондай сетерекле хәл ки-леп сыҡҡанда бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға бурыслылар. - Медицина учили-щыһы йылдарын хәтергә төшөрөп әңгәмә ҡорорға йыйындым.

            - Сетерекле хәл, тинегеҙме?.. Сетерекле хәл беҙҙең фатирҙа ул... Ике улым бар, икеһе лә ҡырҡ йәштән уҙғандар. Эшләргә лә йыйынмайҙар, ғаилә ҡороу ха-ҡында ла уйламайҙар. Пенсияма шуларҙы ашатам көнөнә өс тапҡыр, керҙәрен йыуам, фатирҙы йыйыштырып алған булам. Квартплата ла ай һайын тейерлек артып тик бара. Осто-осҡа ялғай алмай ыҙалайым... - Ғәйзулла шулай тине лә һаубуллашмай китеп тә барҙы.

      Һуңғы тапҡыр уны ҡала паркында тап иттем. Ҡыш булһа ла көн сағыштырмаса йылы. Ғәйзулла ғәҙәтенсә эсен ҡосаҡлаған да юл ҡырындағы ултырғыстарҙың береһен биләгән. Эргәһенә яҡынлап өркөтөп ҡуйыуҙан шөбһәләнеп ситтәрәк тора инем, ағайым күҙ ҡырыйы менән абайлап ҡалып ҡалҡынды ла яныма килде:

            - Һаумы? - Беренсе тапҡыр үҙе сәләмләне.

            - Һаумыһығыҙ, Ғәйзулла Әҙеһәмович!

            - Мин дә һеҙҙе таныным, ниһайәт. Юйыла барған хәтеремде көсәндереп иҫемә төшөрҙөм. Медик бит әле һин?

            - Юҡ, күп йылдар уҡытыусы булып эшләнем, хәҙер гәзиттә.

            - Минең өсөн һеҙ барығыҙ ҙа медицина хеҙмәткәре булдығыҙ һәм булып ҡалаһығыҙ. Нисек йәшәп ятаһың?

            - Арыу ғына.

            - Арыу булыуы һәйбәт. Ә минең бер үҙемде ҡалдырып ҡатыным үлеп китте. - Шулай тине лә китеү яғына ыңғайланы, шунан күҙ күреме киткәс тертләгәндәй минең яҡҡа ҡайырылды. - Ҡатыным үлеп китте, аңлайһыңмы, ҡатыным...

... Ят әҙәм донъяһы, сит кеше күңеле ҡара урман менән бер, унда нимә булғаны һәм булып ятҡанын белеү, хатта тойомлау мөмкин түгел. Тик теүәл итеп Ғәйзулла ағайҙың йәшәүендә шуны беләм - теге, мин белмәгән ҡатыны моғайын да һәйбәт кеше булғандыр, ғаиләне йылы, яҡты иткәндер, ирен эйәрттереп йөрөп, алдан юл һалып, ярып донъя көттөргәндер, шулай булмаһа ошо ҡорҙай ғына иргә ике ул бүләк итмәҫ ине. Ә был икәү ҡартайған көнөндә аталарына бүләк булғандар-мылыр-юҡмылыр, быныһы инде икенсе мәсьәлә. Ә яратыу-яратмауға килгәндә һәр ғаиләнең үҙ ҡалыбы, тормошта тап килеүҙәргә ҡарағанда тап килмәүҙәр, осраҡлыҡтар етерлек. Түбәнселекле, бахыр яратыу булмай, ысын яратыу берәү генә ул, ә Ғәйзулла Әҙеһәмович ҡатынын яратты, ихтирам итте, уны алиһәләй күреп уйы, хистәре менән гелән юғарыға сөйҙө. Ә ярата белеү һәр кемгә лә бирелмәгән илаһи һәләт.

     Ағайҙы башҡаса тап итмәнем, таныштарым аша үлеп ҡалған ул, тигән урыҡ-һурыҡ хәбәр генә ишетелде аҙаҡ.

    Әллә ысын, әллә буш:“Ирен һанламаған ҡатындың урыны тамуҡта тиҙәр”. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Миңә ҡалһа Ғәйзулла ағай үлмәгәндер, бары донъяуи һыҙлан-ыуҙарынан арынып, яратҡан ҡатынына пар булып эйәреп йөрөргә ниәтләп, ожмахтан баш тартып тамуҡҡа юлланғандыр. Мин шулай уйлайым.   

Фото: sneg.top

Автор:
Читайте нас: