-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Март , 20:00

Көтөүсе Талха ҒИНИӘТУЛЛИН

Хикәйә Йылға буйынан ҡайтҡанда һоро сентябрь көнө иртә төшкән эңер ҡараңғылығына сорнала башлағайны. Тыҡрыҡтан  өй яғына боролһам – ҡапҡам төбөндә ят кешене шәйләнем. Һағайҙым, сөнки был мәлдә береһен дә көтмәйем, килер  кешем юҡ. Ауылға тиҙгә генә ҡайтҡанмын, ауырып киткән  ҡатыным Мәскәүҙә ҡалды. Ҡапҡам төбөнә еттем дә, уның ҡала кешеһе икәнен самалап, русса өндәштем:

Көтөүсе  Талха ҒИНИӘТУЛЛИН
Көтөүсе Талха ҒИНИӘТУЛЛИН

– Һеҙ миңәме?

– Эйе, һаумыһығыҙ.

Ул миңә ҡулын һондо, мин  дә ҡул бирҙем. Күрешеүҙе өнәп бөтмәйем, йыш ҡына, бигерәк тә йәшерәктәр, минең ҡарт, сибек бармаҡтарҙы ныҡ ҡыҫа, әйтерһең, үҙҙәренең был ҡылығы менән «ҡартайған, үлергә лә күп ҡалмағандыр» тигән йәшерен уйын аңлатырға тырыша. Таныш түгел кешенең усы киң һәм ярайһы уҡ ҡаты ине – эшсе ҡулы икәне һиҙелеп тора.

– Һеҙ Тәлғәт бит? – тип һораны ят кеше.

– Эйе, Тәлғәт.

– Һеҙҙе ауылдың иң өлкән кешеһе тип әйттеләр.

– Минән дә олораҡ берәү бар, тик ул хәҙер йөрөй алмай.

– Һеҙ, бәлки, минең атай-әсәйҙе хәтерләйһегеҙҙер? Һорайым-һорайым, бер кем дә белмәй. Детдомға алып киткәндән бирле ауылға ҡайтҡаным юҡ. Атайҙың ҡасан үлгәнен дә, ҡайҙа  ерләнгәнен дә белмәйем.

– Исеме кем ине?

– Ғәлимнур. Көтөүсе булған. Ауыл һарыҡтарын көткән.

– Ә-ә, Акэ көтөүсе, – минең иҫкә төштө. – Беҙҙең  аймаҡта йәшәне бит.

– Эйе, уны Акэ тип йөрөткәндәр шул. Ә мин – Акэ малай. Беҙ һеҙҙең менән уйнай торғайныҡ. Иҫегеҙҙәме?

– Иҫкә төшкәндәй була. Мин үҙем дә ҡырҡ беренсе йылда ФЗО-ға киттем, ауылға илленсе йылда ғына ҡайттым, ул саҡта атайыңдың ауылда икәнен хәтерләмәйем. Ҡырҡ өсөнсө йә  ҡырҡ дүртенсе  йылда үлгәндер. Ул йылдарҙа ауыл ныҡ асыҡты, кеше күп ҡырылды. Ә бына ҡайҙа ерләгәндәрен әйтә алмайым. Һуғыш йылдарында мәйеттәрҙе зыяраттың ауыл яҡ осонда күмә торғайнылар. Ул тирәлә ер йомшағыраҡ, ҡаҙыуы ла  еңелерәк.

Акэ малай мине бүлдермәй генә тыңланы, бер аҙ өндәшмәй торҙо, унан һорап ҡуйҙы:

– Шул урынды һеҙ  миңә күрһәтә алмаҫһығыҙмы икән?

Бынау болотло, күңелһеҙ көндә зыяратҡа һис барғы һәм иҫке ҡәберҙәрҙе тапап йөрөгө килмәй ине. Беҙҙең ауыл зыяратында Акэ көтөүсенең ҡәбере юҡлығын ныҡлы беләм, әммә улының  изге теләген нисек кире ҡағаһың?  Атай һынлы атай ҡәберен эҙләп ҡайҙан ҡайҙа килгән бит.

 

Ул сәйер кешенең беҙҙең ауылға ҡайҙан килеп сығыуын бер кем дә белмәй ине. Дөрөҫөрәге, беҙ, бала-саға,  үҫмерҙәр, белмәнек, ә  олораҡтар, беҙ тыуғансы йәшәгәндәр, уның атаһының егерме беренсе йылдағы аслыҡта аҡылынан яҙғанын һәм ҡатыны менән балаларына: «Балалар, асыҡмағыҙ, мине ашағыҙ, юҡһа үләһегеҙ», – тип бысаҡ менән үҙенең муйынын салғанын хәтерләйҙәр. Атайҙың итен кем ашаһын инде? Был оло ҡайғы ҡатындың, балаларҙың аслыҡтан үлемен яҡынайта ғына. Һөҙөмтәлә балаларҙан олоһо ғына иҫән ҡала. Нисек иҫән ҡала – бер кем дә белмәй. Һәм ауылдан юғала. Ҡаҙаҡ далаларына олаҡҡан да  бай  ҡаҙаҡҡа көтөү  көтөргә  ялланған, имеш, тип  һөйләнеләр аҙаҡ.

Кәүҙәгә ҡураныс ҡына кеше ине был. Артынан ҡараһаң, үҫмер малай тип торорһоң, боролһа – оло кешенең иртә ҡартайған йөҙөн, мәңге ҡырылмаған эйәгендә тырпайған бер нисә  бөртөк һаҡалын күрәһең. Ауылдың туған телен онотмағайны, хәбәренә йыш ҡына алыҫ дала яғынан алып ҡайтҡан һәм беҙҙең өсөн ят, аңлайышһыҙ һүҙҙәр ҡушып ебәрә. Һүгенеү-әрләшеүе тик ҡаҙаҡса: «Акинг  ав­зынг!» Беҙ, үҫмерҙәр, хатта үҙебеҙҙең  уҡытыусыларға ҡушамат тағыусы оҫталар, был ҡаҙаҡ һүҙенең мәғәнәһен белмәгәс, көтөүсене «Акэ» тип кенә йөрөнөк. Бәлки, был аңлайышһыҙ ике һүҙ «ауыҙыңа төкөрәйем» тигәнде аңлатҡандыр?

Йәшәүе лә  бәләкәй генә өйҙә булды. Өйөнөң урамға ҡараған тәҙрәләре нигеҙ  тупрағы  тәңгәлендә. Көтөүсе ауылға ҡайтмаҫ борон әле мин, мәктәпкә төшмәгән малай, ҡурҡа-ҡурҡа ғына ошо нигеҙ тупрағына менә лә тәҙрәнән буш өй эсен күҙәтә торғайным – ташландыҡ йорт ҡараңғылығында мин белмәгән ниндәйҙер серле һәм ҡурҡыныс йән эйәһе йәшәйҙер һымаҡ. Яланғас һике, емерек мейес. Мейестең кирбестәрен кемдер һүтеп, үҙенең  кәрәгенә ташып алған. Ошо ташландыҡ өйҙә урынлашҡас, Акэ яңынан мейес һалманы, таштан, балсыҡтан боронғо сыуал ҡорҙо. Төтөнө түбә таҡтаһындағы иҫке мейес тишегенән сыға. Сыуалындағы көлдә көлсәләр бешерҙе.

Үҙе көтөүсенең дә көтөүсеһе ине. Бер ҡасан да сыбыртҡы йөрөтмәне. Һарыҡтарҙы   көтөүгә ҡыуманы – улар бер нисә йөҙ баш – ә үҙе, ғәскәр алдында барған  полководец һымаҡ, алдарынан атланы.   Артына боролоп та  ҡарамай торғайны, ҡысҡырмай ҙа. Уның артынан вожактар – һарыҡ тәкәһе менән кәзә тәкәһе – барҙы. Улар артынан  – әлеге күп һанлы көтөү. Кем белә, бәлки, улар үҙҙәренән саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ был ике аяҡлы йән эйәһен үҙҙәре ише  мал тип ҡабул иткәндер ҙә шуға буйһонғандыр.

Ауыл осондағы аяуһыҙ ҡояш нурҙарынан көйгән ҡалҡыулыҡтарҙа мал-тыуар ҡырсынлы-ташлы тупраҡ араһынан һирәк  үҫентеләрҙе ялмай. Көн  уртаһында, ҡояш баш осона етеп ныҡлап ҡыҙҙыра башлағас, һирәк үләндәр араһынан ҡал­ҡы­нып, көтөүсе  йылға яғына  ҡуҙғала. Шуны ғына көткән көтөү дәррәү рәүештә уның артынан эйәрә. Шаршыла туйғансы һыу эсеп, кипкән талдың шыйыҡ күләгәһендәге ҡалын  тиҙәк менән  ҡапланған кәртәгә инеп тын ҡала. Көтөүсе  берәй  кәзәне һауа, көлсәһе менән ҡушып һөт эсә лә әлеге тал күләгәһенә ятып йоҡоға тала. Эҫелек бер аҙ  кәмегәс уяна һәм көтөүен ҡалҡыулыҡ битләүенә кире эйәртеп алып китә.

Бындай  ирәүән тормош  йәй уртаһына тиклем генә дауам итә, унда ла йәшенләп ямғыр ҡоймаһа. Ундай саҡта  кәзәләр, һарыҡтарҙан айырылып, ҡаяларға менеп китә йә ауылға ҡайта: «Әйҙәгеҙ, ҡайтайыҡ, бынау ямғырҙа һыуланып йөрөргә беҙ бит аңра һарыҡ түгел!» Ә һарыҡтар берәй ҡайын төбөнә өйөлөшә лә һыуланып тик тора. Кәкре мөгөҙлө, һаҡаллы йән эйәләренең  тәбиғәтен яҡшы белгән көтөүсе ауыл яғына ыңғайлаған кәзәләрҙе борорға уйламай ҙа, арттарынан «Акинг  авзынг!» тип әрләп ҡала. Ауылдағы кешеләр башҡаларҙан ни яғы менәндер айырылып торғандарға – сәйерлеге йәки физик зәғифлеге – улар хаҡында көлкөлө ваҡиғалар ҙа уйлап сығарырға әүәҫ  ине. Ул ваҡиғаларҙы үҫмерҙәр ҙә ишетә. Акэ көтөүсе тураһында, мәҫәлән, ул шул тиклем һантый – ел ҡапҡаларының бағаналарының нәҙек осон  ергә күмә йәки  күршеһе Һабрай быға керһә, көтөүсе сәй эсеп ултыра һәм «Әйҙә, ултыр, сәй эсәйек» тип саҡыра. Һабрай һикенең ситенә  сүгәләй. Акэ мейестән эҫе көлсәне ала ла ғәҙәте буйынса  көлөн күршеһенең йөҙөнә  ҡарап өрә. Һуңынан Һабрай: «Вәт яуыз ҡаҙаҡ, мине сәйгә саҡырҙы ла эҫе көлсәһенең  көлөн йөҙөмә өрҙө», – тип һөйләп йөрөнө.

Ауылдың әсе  телдәрен бигерәк тә көтөүсенең нишләп һаман да өйләнмәүе ғәжәпләндерә ине. Яңғыҙаҡ тормош ысынлап та  биҙҙерҙеме – көтөүсе өйләнергә булды. Тик кемгә? Ауылдың буйсан йәш  егеттәре менән һис ярыша алмай, етмәһә, ҙур һуғыш алды булған егерменсе йылдарҙа малайҙар  күп  тыуҙы, шуға ла утыҙынсы йылдарҙа кейәүҙәргә ҡытлыҡ юҡ ине ауылда. Уйланы-уйланы ла көтөүсе, балтаһына ҡарап ағасы тигәндәй, йә ултырып ҡалған, йә зәғиф, аҡһаҡ йә бөкрө булһа ла, берәйһен табырға ҡарар итте. Мәңге бисәһеҙ йәшәй алмай бит инде.

Һарыҡтары күрше колхоздың ерҙәренән йыраҡ та түгел ҡалҡыулыҡ баштарында йөрөй. Шундағы тау  араһында  Һарыгөл  тигән бәләкәй генә ауыл йәшеренгән. Көтөүсенең унда бер ҡасан да булғаны юҡ. Бер ваҡыт ул ҡыҙыҡһынып ошо ауылға төштө. Тәүҙә ауыл ниңәлер буш, кешеһеҙ күренде. Үҙенең өйө һы­маҡ бәләкәй генә өй тапҡырына еткәйне, ихатала бер ҡатынды шәйләне. «Аллаһы Тәғәлә миңә буласаҡ бисәмде күрһәтә», – тип уйланы   ниңәлер. Ҡатын уны әллә күреп, әллә күрмәй өйөнә керергә йыйынғанда, көтөүсе уға өндәште: «Эй!» Ҡатын туҡтаны ла, ҡурҡып, уға  текәлде. «Ҡурҡма, мин көтөүсе, һарыҡтарым  ана теге ҡалҡыулыҡ артында», – тине ул һәм, яҡынайып, үҙенән биш башҡа оҙонораҡ, эре һөйәкле, киң яңаҡлы, ҡуйы ҡашлы ҡатынды күрҙе. Түштәренең дә мул икәнен шәйләгәс, юҡ, бармаҫтыр, ат кеүек ҙур, ҡулдары ла оҙон, туҡмар, тип уйланы. Шулай ҙа һөйләшергә булды – өндәшкәс ҡырҡа боролоп китә алмай бит инде.

 – Һинең өйөңмө был?

Ҡатын ләм-мим, аңра һарыҡ һымаҡ уға текәлеп тик тора.

– Үҙең генә йәшәйһеңме?

Ҡатын баш ҡаҡты. Тимәк, яңғыҙы.

«Яңғыҙ булғас яҡшы», – тип уйланы Акэ һәм яҙмышын хәл итә торған һорауын бирҙе.

– Миңә кейәүгә сығаһыңмы?

Ҡатын һаман да шымтайып тора ине, шулай ҙа был юлы  ҡалын ирендәрендә йылмайыу ғәләмәте шәйләнде.

– Һин нимә, һөйләшә белмәйһеңме әллә? – тип һораны көтөүсе, аптырап.

– Мин әрләшә беләм, – тине ҡатын ирҙәрсә ҡалын тауыш менән. Көтөүсе тертләп китте, иҫәр, тип уйланы, шунан, бара, тигән һығымта яһаны ҡапыл.

– Әҙер тор. Иртәгә алырға киләм. Ошондай уҡ бәләкәй өйҙә йәшәргә алып ҡайтам.

Ҡатын бер нәмә лә әйтмәне, боролдо ла мөштөм генә өйөнә инеп китте.

Иртәгәһенә иртәнсәк Акэ көтөүен ҡалҡыулыҡ битләүенә килтерҙе лә, көн уртаһы еткәс, ике  вожактың көтөүҙе йылғаға төшөрәсәгенә ныҡлы ышанып, ауыл­ға әйләнеп ҡайтты, күршеһе Һабрайҙың ваҡытлыса буш торған арыҡ бейәһен  утын арбаһына егеп, ҡатынды алырға китте. Ҡатын уны кисәге һымаҡ өнһөҙ ҡаршыланы, ҡабаланмай ғына ваҡ төйәген – одеял, яҫтыҡ, юрған – йыйып  төйнәне. Ҡашығаяҡтарын иҫке һандыҡҡа тултырҙы, самауырын – өйҙәге берҙән-бер йүнле нәмәһен – ҡултығына ҡыҫтырҙы. Сепрәк-сапраҡ һалынған төйөнсөктө аҫтына һалып, көтөүсе алға ултырҙы, янына  һандыҡты урынлаштырҙы, аяҡтарын һәлендереп, ҡатын арбаның артына сүгәләне. Бейә  ялҡау ғына ҡуҙғалып китте, түбәнгә лә шәбәймәне, яйлап ҡына барҙы. Акэ ара-тирә баш осонда дилбегәһен өйөрөлтөп, һөрәнләп тә ала:

– Но-о-о, йоҡлап киттеңме әллә?

 Ҡыуған  саҡта бейә  арбаны ҡапыл тарта ла бер нисә аҙым ҡыҙыу ғына бара, шунан йәнә «йоҡлап» китә.

Ауылды сығып байтаҡ ара килгәнсе көтөүсе бер тапҡыр ҙа артына боролоп ҡараманы. Күпергә яҡынайғас ҡына, арбаның еңел барыуын самаланы. Әйтерһең дә, йөгөн бушаттылар. Әйләнгәйне – ҡатыны арбала юҡ! Бәй, ҡайҙа булған һуң? Менеп ултырғайны, эйе, ҡуҙғалып киткәндә лә бар ине. Шул саҡ уның дала киңлегенә күнеккән күҙҙәре ике саҡрым самаһында самауырын ҡултығына ҡыҫтырған ҡатындың кире ауылы яғына китеп барғанын күрҙе. Уның ат ҡапыл тартҡанда арбанан төшөп ҡалғанын фаразланы. Нишләп ҡайтып бара һуң? Көтөүсе һүгенде: «Акинг авзынг!» һәм атын кире борҙо. Ҡыуып еткәс, һораны:

– Һин нишләйһең ул, ә?

– Йығылып ҡалдым.

– Йығылып ҡалдым... Ниңә кире китеп бараһың?

Ҡатын өндәшмәне.

– Ултыр, бүтән йығылма. Юҡ,  артҡа түгел. Аяҡтарыңды һәлендереп ҡабырғанан ултыр. Миңә яҡыныраҡ.

Күпергә яҡынлағас, ҡатын  һораны:

– Исемең кем?

– Ғәлимнур. Ә  һинеке?

– Сәхибә. Ауылда «Ҙур Сәхибә» тип йөрөтәләр, – бер аҙ өндәшмәй килгәс, өҫтәп ҡуйҙы.  – Мужит кәрәкмәйҙер, ә?

– Нимә кәрәкмәй?

– Мине  алырға?

– Нишләп кәрәкмәй?

– Кеше көләсәк.

– Үҙҙәренән көлһөндәр.

Ауыл буйлап барғанда ҡыҙыҡһыныусылар, мәҙәк күргәндәй, тәҙрәләргә ҡапланды, ҡайһылары ихаталарына, хатта ҡапҡа  алдарына сыҡты, йәнәһе, ҡара, ҡара: Акэ бисә  алып ҡайтып килә!

Бер минут та эшһеҙ тора белмәгән йәш ҡатын  килеүенең беренсе көндәренән үк көтөүсенең емерек  хужалығын аяҡҡа баҫтырырға тотондо. Ватыҡ кирбестәрҙән һәм таштарҙан – сатнаған плитәне түңәрәктәре менән өй артындағы сүплектән тапты – усаҡ һалды. Уны һыланы, ағартты. Өй ҡыйығындағы торбанан төтөн сыҡты. Шулай итеп ғаилә усағы тоҡанды. Атаһының иҫке кейемдәренең ҡайһыларын ҡыҫҡартып, ҡайһыларын  киренән тегеп, Сәхибә ирен кейендерҙе.

Ауылдың сүбәк сәйнәүселәре Ғәлимнур менән Сәхибәнең тыныс тормошонда барыбер ҙә көлкөгә һәм мыҫҡыллауҙарға сәбәп таба торҙо. «Акэ мендәрҙә йоҡлаған һымаҡ  йоҡлай икән  бисәһе өҫтөндә», – «Бәй, шулай булмайса, эргәһендә ятһа,  һыта бит ул».

Ауыл  һарыҡтарын хәҙер улар икәүләп көтә. Акэ, ғәҙәттә, алдан бара, ҡатыны,  киндер тоҡсай йөкмәп, көтөү артынан юрғалай. Көн  уртаһы етһә, Сәхибә һыулауға төшә лә, усаҡ яғып, ашарҙарына әҙерләй.

Көҙөн, ҡышын икеһе лә  фермала: Акэ мал ҡараны, Сәхибә һыйыр һауҙы. Телдәр бисәләр уны бында ла тыныс ҡалдырманы, бигерәк тә  бер-ике  рюмка төшөрһәләр, телдәре  асыла ла хәбәрҙәре яҙыҡ юҫыҡҡа төшә лә китә.

– Йә, нисегерәк, булдыра аламы?

– Тырыша, – тип яуаплай ҡатын теләр-теләмәҫ кенә.

Беҙҙең  аймаҡтың  боҙоҡ үҫмер малайҙарын, хулиган һәм бурҙарын шулай уҡ тәбиғи булмаған ҡыҙыҡһыныусанлыҡ  өтөп  алып бара. Бер көн кис дуҫым Баҡый менән тегеләрҙең нигеҙ тупрағына мендек тә өй эсен тыңлай башланыҡ. Оҙаҡ та үтмәй, беҙҙең бурҙарса ҡылыҡты нисектер һиҙеп ҡалып, Сәхибә килеп сыҡты ла  ҡалын тауыш менән ирҙәрсә һүгенә, башҡортса, унан рус һүҙҙәрен ҡушып – ундайҙарҙы иҫерек  ирҙәр ҙә әйтмәй – беҙҙе ҡыуып  ебәрҙе. Һуңынан ирҙәр көтөүсенән һорай икән:

– Бисәң шулай һүгенергә ҡайҙан өйрәнгән ул?

– Ул тракторист булып эшләгән, йылдың йылы урман йығырға ла ебәргәндәр.

«Шунда өйрәнеп ҡайтҡан» тип әйтергә теләүе инде көтөүсенең.

Ғәлимнурҙан Акэ малай тыуҙы. Мин уның менән уйнаманым. Ул тыуғанда мин үҙемдең аймаҡ малайҙары менән уйнай инем, ә үҙебеҙҙең «банда»ға бәләкәстәрҙе  беҙ бик индермәнек.

 Әгәр ҙә бер ваҡиға килеп сыҡмаһа, был ике ябай кеше, тирә-яҡтағы кешеләргә лә, тәбиғәткә лә бер ниндәй зыян килтермәй, үҙҙәренең ябай тормоштары менән оҙаҡ йәшәрҙәр ине әле.

Яҙ көнө Тирләндә йәшәгән урыҫ «ызнакумы» Мукасеевҡа барырға шайтаны ҡотортҡандыр инде көтөүсене. Мукасеев көтөүсене  элек тә төрлө эштәренә йәлеп иткеләгән. Урмандан утын  ташып, уны бысып, ярып, өйөп ҡуйғылаған, хужалыҡтағы башҡа мәшәҡәттәрен дә башҡартҡан. Акэ бригадирҙан колхоз атын  инәлеп һорап ала ла,  иртәгә үк ҡайтасағын  вәғәҙәләп, аҙнаға юғала ла ҡуя. Күршеһе Һабрайҙың утын ташыу өсөн ҡулайлаштырылған, әммә алыҫ юлға уңайһыҙ арбаһын һорап тора. Ә был юлы көтөүсе үҙе менән ҡатынын да, улын да ала. Малайына ул листопрокат заводында һыҙғырған, бышҡырған паровозды күрһәтергә ниәтләнә. Тирләнгә барғанда юл иреп ятһа ла, йылғалағы боҙ ныҡ була әле. Мукасеевтың эше, һәр ваҡыттағыса, күп була. Мунсаһында мейесе емерелгән, мейес мәсьәләһендә Сәхибә оҫта:  һүтте лә өр-яңынан сығарып та ҡуйҙы. Акэ серегән иҙәндәрен алыштырҙы. Эш араһында Марюсаның мул аш-һыуын ауыҙ итеп, Мукасеевтың көмөшкәһен эсеп икенсе аҙна киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Мукасеев:

– Ғәлимнурка, һиңә ҡайтырға кәрәк, боҙ ҡуҙғалды, тауҙарҙан ташҡын   төшә  оҙаҡламай, – тине. – Йә һыу ҡайтҡанын көтәһең инде.

Йәшлек  йылдарын ҡаҙаҡ далаларында үткәргән көтөүсе тау йылғаларының холҡон белмәй ине. Бер  һикереүҙә сыға алған был йылғаны ташҡан хәлдә лә ат эсенә лә тейҙермәй үтәсәк, тип уйланы ул.   Әммә көндәр ҡапыл йылытты, тауҙарҙа, тау битләүендәге урмандарҙа ҡар дәррәү ирей.  «Ызнакум»ының ҡат-ҡат иҫкәртеүенә, Марюсаның «батюшки, батюшки» тигәненә ҡарамай, көтөүсе ғаиләһе менән ҡайтыр юлға сыҡты.

Йылға күтәрелгән, шулай ҙа ярҙарынан ашмағайны әле. Йәйге һәм көҙгө  барыуҙарында   кисеүҙәге һыу аттың тубығынан ғына була торғайны. Хәҙер, моғайын да, күп тигәндә ҡорһағына етер. Тәрәнерәк булһа ла,ҡурҡыныс түгел. Аттар һыуҙан ҡурҡмай. Шулай ҙа, бәләһенән баш аяҡ тип, көтөүсе малайын үҙе менән атҡа менгәштерә, Сәхибә аяҡтарын  күтәреп арбала бара. Йылға уртаһында Һабрайҙың арбаһы һыуға бата. Сәхибә лә биленән һыуҙа. Күршеһенең арбаһы һыу аша сығыу өсөн ауыр, артҡы яғы   кендегенән ысҡына  һәм  аға ла китә. Йылға арба менән Сәхибәне аҫҡа, кисеүҙән байтаҡҡа аҫтағы сөңгөлгә, ағыҙа. Сәхибә йөҙә белмәй, шунлыҡтан тәрән һыуҙан ҡурҡа. Әммә ирен  ниңәлер ярҙамға саҡырмай, ҡаршы яҡ ярға сығып еткән ире менән улына текәлеп, өндәшмәй генә ағыуын белә. Аға торғас, арба менән ҡушарлап һыу төбөнә  китә. Көтөүсе яр буйлап йүгерә: «Сәхибә, Сәхибә, һин ҡайҙа?» – тип һөрәнләй. Ярҙа ла, һыу өҫтөндә лә уны тапмай. Аты менән улы эргәһенә  килә лә: «Ой, Сәхибжан, ҡатыным минең, батыуыңды белһәм, Тирләнгә алмаҫ инем...» – тип һыҡтап-һыҡтап илай. Һуңынан да «Ой, Сахибжан!» – тип байтаҡ һыҡтап йөрөнө...

Ҡырҡ беренсе йылда мин ФЗО-ға киттем һәм көтөүсенең  артабанғы тормошо хаҡында бер нәмә лә белмәнем.

Үлеме ҡырҡ дүртенсе йылда булғандыр, тип уйлайым. Был һуғыш осороноң иң ас йылы ине. Ил бөлдө, ҡатын-ҡыҙ, үҫмерҙәр, ҡарт-ҡоро ғына  эшкәрткән ерҙәрҙең уңдырышлығы ҡалманы, ярлыланды, егер аттарҙы армияға алып китеп бөттөләр, тракторҙар ватылды. Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!

 Фронтта беҙҙе  һөжүмгә барыр алдынан ғына туйғансы ашаталар ине, тере ҡалһаң – һуғыш араһындағы ҡыҫҡа ял ваҡыттарында. Беҙ «икенсе фронт» тип  атаған Американан килгән сусҡа тушенкалары һалдат ашҡаҙанын һис туйҙырманы. Ә ауылда колхозсылар, дөрөҫөрәге, һуғыштағы шул колхозсының ҡатындары,   балалары, әгәр һарыҡтарын, иң ҡурҡынысы – һыйырҙарын көҙҙән үк һуйып ашаған булһа, аслыҡ уларҙы ҡыш башында уҡ «ҡыуып» етте. Кем көҙҙән әҙме-күпме запас әҙерләгән, ҡара ҡышҡа  нимәһендер йыйып-йәшереп ҡуйған йә кемдең бүре аяғы, йыртҡыс булдыҡлылығы бар – шулар  ғына аслыҡтан  ше­шен­мәне ул йылдарҙа.

Мәйеттәрҙе ерләргә лә кеше табыуы  ҡыйын ине бит. Хәлһеҙ кешеләрҙең туң ерҙе соҡоу түгел, хатта лом күтәрергә лә көстәре етмәй торғайны. Көн йылына килә, үлгәндәрҙе старателдәр  ҡалдырған шурфҡа ташланылар, ҡаты һыуыҡтарҙа – ферма артындағы тиреҫлеккә күмделәр. Янған тиреҫ өйөмө һуңынан бейек, ҡуйы сүп үләне, үтеп сыҡҡыһыҙ алабута, кесерткән менән ҡапланды ла тыл геройҙарының  туғандар ҡәберлегенә әйләнде. Бәләкәй кәүҙәле көтөүсенең дә һөйәктәре шунда ятыуы ихтимал. Уға зыяратта ҡәберҙе кем ҡаҙһын инде... Әлбиттә, уның улына, хәҙер инде олоғайып барған Акэ малайға, был хаҡта әйтә алмам... Әйҙә, атайым зыяратта ерләнгән, тип уйлаһын.

Беҙ зыяратҡа индек, һәм мин Акэ малайҙы ауыл яғы өлөшөнә йүнәлттем. Һуғыш йылдарында аслыҡтан, сирҙән үлгәндәргә рәшәткә йәки һәйкәл ҡуйманылар. Иң яҡшы тигәндә, ҡәбер өҫтөнә химик ҡәләм менән мәрхүмдең исем-фамилияһы яҙылған таҡта киҫәге ҡаҡтылар. Йылдар үтә килә, был таҡталар серене лә, ауып, тупраҡҡа әйләнде. Үлән ҡаплаған ҡәбер ҡалҡыулыҡтары тегендә-бында әле лә шәйләнә, ҡайһылары эскә өңөлгән, тәрән соҡор хасил булған.

Бейек үлән араһында тапанып тороп, көтөүсенең ҡәберен тапмай, беҙ зыяраттан сыҡтыҡ. Акэ малай тәмәке тоҡандырҙы.

–  Бынан ҡайһы яҡтан автобус туҡталышына яҡыныраҡ?

Мин  юл күрһәттем дә:

– Төнгә ҡарай юлға сыҡмағыҙ, миндә йоҡлап, иртәгә   китерһегеҙ, – тинем.

– Рәхмәт. Юҡ, китәм, – тине ул төшөнкө генә тауыш менән. Хушлашҡас, өҫтәп ҡуйҙы. – Ҡәберенә  һәйкәл ҡуйырмын тигәйнем дә... Үлән баҫҡан икән...

Талха Ғиниәтуллин.

Фото:ru.freepik.com

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: