Атайға арҡаланып, әсәйгә иркәләнеп үҫергә кемдәр генә хыялланмай икән.Берәүҙәргә был тәбиғи булһа, Раузаға тормошҡа ашмаҫ хыял ғына булды. Мәктәптә уҡытыусылары өйрәткән, ҡағыҙҙан төҫлө ҡәләмдәр менән буяп яһалған открыткаларға, ҡәҙерле атайыма, тигән һүҙҙәрҙе яҙырға хыялланды, үҙ ҡулдары менән тапшырғыһы килде.
. Яҙҙы, тик был открыткалар үгәй атайға тапшырылды, йәне-тәне менән яратмаған кешегә, күҙҙәрен дә күтәреп ҡарағыһы килмәгән әҙәмгә.
. Атаһы бар уның, һуғыштан ҡайтҡас та әсәһе менән яратышып өйләнешкән йәрҙәрҙе айырып колхоз етәкселеге уны Күркәтау урманына ил ҡушыуы буйынса ағас әҙерләргә ебәрә. Һуғыштан һуң илде тергеҙер өсөн ағас ҡырҡырға кешеләр етешмәй, ҡыш буйы колхоз крәҫтиәндәре буш ятмаһын тигәндәрҙер, тол ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ир-егеттәрҙе ғаиләләренән айырып йылдың йылы ағас әҙерләргә мәжбүр итеп ебәрәләр.
. Раузаның атаһы шул китеүҙән ҡайтмай, урман төпкөлөндә тирә-яҡтан колхоздан йыйылған кешеләр араһында үҙ ишен табып шунда ғүмер итергә ҡала. Әсәһе нисә йылдар уны көтөп зарыҡҡас, үҙенән күпкә йәш егеткә кейәүгә сыға, тиңдәштәре һуғыштан ҡайтмай ҡалғанлыҡтан һайлап, яратып сығыу мөмкинселеге лә булмай, үҙенсә бар ауыр ҡылығына түҙеп, шөкөр итеп йәшәй, ир, ир булыр әле, хужаһыҙ түгел.
. Әсәһе йәш иренә ярарға тырышып йәшәгәнлектән, бала менән алғанға ҡыуанғандыр, сәсе менән ер һеперерҙәй булды, Раузаға ихтибар бермә бер кәмене. Бер-бер артлы тыуған һеңле-ҡустыларын ҡарау, өйҙәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш, уның елкәһендә. Үгәй атаһынан һүҙ теймәһен өсөн уның күҙ алдынан йырағыраҡ булырға тырышты, ғаилә ағзалары бергәләп бәхетле аралашҡанда уға ҡырын ҡаранылар, тәүҙә үҙе лә бергә ҡушылырға теләһә, аҙаҡ ситһенде, артыҡ икәнлеген һиҙенеп үҫте.
. Артыҡ тамаҡ икәнлеген тойоу, кәмһенеү, бары балалар ҡараусы кәрәк булғанға ғына үгәй атаһы түҙгәнен, белеп-күреп үҫте.Тыуған ауылына ҡунаҡҡа ҡайтҡан атаһын аулаҡта күреп үҙе менән алып китеүен һораны, әммә иҫерек атаһы был һүҙҙәргә әһәмиәт бирмәнеме, үҙе менән алып китергә вәғәҙә бирһә лә, өндәшмәй ҡасып сығып китте.
. Атаһы яғынан туған тейешле кешеләрҙең ҡапҡа төбөндә оҙаҡ тапанды атаһын көтөп, киткәнлеген сығып әйтһәләр ҙә ышанманы, атай алдашырға тейеш түгелдер, онотҡандыр, кире боролор. Ҡайтманы атаһы, тағы оҙаҡ йылдарға урман яғында йәшәргә ҡалды, тыуған ауылында атаһының һағынып көтөр ата-әсәһе лә юҡ ине, туғандарының үҙҙәренең ғаиләһе, осон-осҡа ялғап көн итеүҙәре.
. Үҙ үҙенә бикләнеп, берәүгә лә кәрәкһеҙ икәнлеген тойоп буй еткерҙе, әсәһенең күмәк балаларын ҡарашып, үҙенә артыҡ ихтибар бирмәне, шуғалыр ҙа Раузаға ҡарата ғаиләлә уны ихтирам итеүсе лә булмағандыр.
. -Ойоҡто яма, йөн илә, шул ҡайҙа, быны бешер, мал теүәлме?-Рауза менән аралашыу бары ошоға оҡшаш телдә. Ҡолағы башҡа һүҙҙе ишетеп өйрәнмәгән Раузаға йылға ярында быҙауҙарын ҡайырғанда наҙлы ғына исеме менән өндәшкән егетте күргәс юғалып ҡалды.
. -Рауза, сыҡ миңә кейәүгә, әсәйем менән бергәләп йәшәрбеҙ, күсеп кил.
. Ғәжәпләнеүенең сиге булманы, эйе лә тимәне, юҡ та тимәне, шаҡтай алыҫлашҡан быҙауы артынан югерҙе.
. Кискә егеттең әсәһе һөйләшергә инде, Рауза киске малдарҙы тәрбиәләгәнсе нимә һөйләшкәндәрҙер, киләһе йомаға әйттерергә килделәр.
. Йолаһын йолалап, кейәүгә бирҙеләр, ҡәйнәһе килтергән ситса тауарҙан туй күлдәге тегеп кейҙе, һәм кейәүгә сығыу шатлығы шуның менән бөттө.
. Туй ваҡытында уҡ әсе бал эсеп иҫергән ире уны таптырып утынлыҡта аунап ятты, яҡын килгән Раузаның сәсенән урап тотоп эргәһенән ебәрмәне. Ғәрләнгән Рауза илап-буҫыҡһа ла уны берәү ҙә ихтибарға алманы, ҡунаҡтар табында йырлаша инеләр, бейеп күңел астылар.
. Өс көнгә һуҙылған туй мәжлесенән һуң әле айныҡмаған ҡәйнәһе киленен йомошарға хыялланғандыр, Раузаны тәүге көндәрҙән үк үҙ көйөнә бейетергә теләне, теләгенә иреште лә. Тәүге айҙа уҡ ауырға ҡалған киленен һанға һуҡманы, колхоз баҫыуында үҫкән шәкәр сөгөлдөрөнән бал әсетеп улы менән бергә һыйлана инеләр.
. Шул эскелегенән тәүге ейәнен дә ҡуйынына ҡыҫып һөйә алманы, Раузаны бала табырға больницаға һалғас, бәпәй тояғын йыуып улы менән эскәндән һуң үҙенең ҡоҫҡолоғона сәсәп үлгән. Рауза улын больницанан алып ҡайтыуға ҡәйнәһенең туғандары ерләгәндәр ине, ире ҡайғыһынан тағы ла эскән, аҙаҡ бала тыуыу шатлығынан өҫтәне.
. Эскән ирҙең туҡмағынан һуң улынан һуң ауырға ҡалһа ла, тағы ике балаһын юғалтты, сыҙамай әсәһенә илап барғас, әсәһе ҡабул итмәне, ир һуҡҡан ер тамуҡта янмаҫ, барғас тор, йәшә, иреңә һүҙ әйтмә, ошо булды яуабы.
. Түҙҙе Рауза, иренең ыңғайына эсеп тә өйрәнде, бергәләп эскәс өйҙә еңелерәк, тауыш-һуғыш ишетелмәне, һәр хәлдә кешегә белдермәне үҙенең хәлен, барыр ере, батыр күле юҡ ине. Улын ҡалдырып ситкә эшкә сығып китергә уйлаған саҡтары ла булды, тик әсәһе балаһын ваҡытлыса алып ҡалырға теләмәне, бала атаһы менән үҫһен, юғиһә улы хәҙер үҙаллы, уға күҙ-ҡолаҡ булырлыҡ һеңлеләре лә ҙурайған ине.
. Әллә эскелек бәләһе, бәлки ҡағылыу-һуғылыу эҙемтәһе булдымы, икенсе улы зәғиф тыуҙы. Юҡ, ҡарамаҡҡа һин дә мин, тик аҡыл яғынан үҫешмәгән, һөйләшеүе ауырыраҡ балаҡайының. Ашамһаҡ, туйғанын белмәгән бала, кәүҙәгә лә ҙур, тулы булды, алты йәшендә төйөрөм генә, баҙыҡ.
. Йәй көндәре ағаһы менән улын ҡалдырып Рауза колхоз баҫыуында сөгөлдөр утай, күп ауыл ҡатындары эшкә яраҡлы балаларын алып киләләр, күмәкләшеп утағас эштәре лә ырай, ул ғына ыҙанында яңғыҙ. Ире колхоз фермаһын төҙөгән әрмәндәр менән бергә эшләй, уларҙың ҙур мискәлә әсегән чача тигән эсемлеген эскәнлектән, көн дә иҫерек , төшкөлөккә Рауза өҫтәлдә бешереп ҡалдырғанды ашарға өйҙәренә ҡайта.
. Йәйҙәрен Ағиҙел ярҙары йәмле, оло улы ваҡ төйәк эштәрен бөткәс ҡустыһын эйәртеп һыу инергә төшәләр. Күмәк, әлегә эшкә яраҡһыҙ балалар өйҙәренә ҡайтырға ашыҡмай, әсәләре колхоз баҫыуында эштә, йылғала балыҡ һөҙөргә була, ҡомло ярҙа аунап рәхәтләнәһең.
. Раузаның оло улы уйынға әүрәп ҡустыһының ҡайтып киткәнен күрмәй ҡалғандыр, асыҡҡан бала өйҙәренә инеп әсәһе атаһына ҡалдырған ризыҡты ашап бөтөүөнә атаһы ҡайта.Ас, һуҡмыш ир йән асыуына үҙенең аҡылға зәғиф улын ҡолата һуғып быуа башлай, ауыҙынан сәйнәлеп бөтмәгән ризығы кире сыға. Аҡыллы теүәл булмаһа ла бала һуңғы тапҡыр атаһына ялбарып өлгөрә, атай, атаҡайым...
. Ҡапҡа шығырҙауына иҫенә килгән ир оло улын күреп ҡаршы сыға.
. -Атай, ҡустым өйҙәме, әллә ҡайҙа юҡ булды.
. -Өйҙә юҡ, бар эҙләп тап,- улы сығып югергәс, хәрәкәтһеҙ ҡалған улын аҙбарға сығарып, төҙөлөштән алып ҡайтҡан, ҡалай төплө носилкаға йомарлап һалып, өҫтөнә эштән алып ҡайтҡан, урланған бер тоҡ цементты һалып ҡатырырға ҡуя.
. Ҡустыһын эҙләп арманһыҙ булған улын урамға индермәй, күрше тирәләрҙән үҙе лә йәүкәләштерә.Үҙ алдына уйнап, теләгән еренә барып йөрөгән аҡылға бер төрлө баланы юғалыр тип уйламайҙар ауыл халҡы, асыҡһа ҡайтыр, алыҫ китеп йөрөмәҫ.
. Раузаның кис баҫыуҙан ҡайтыуына кесе улын һарайҙағы тиреҫ аҫтына күмгән ир, ҡатынын борсоулы йөҙ менән ҡаршылай, бала юғалды!
Эҙләйҙәр, Ағиҙел ярын буйлайҙар, һыуҙы болғайҙар, бала табылмай. Төшкө ашты атаһы үҙе ашағанлығын белдерә, эштә булған, төштән һуң баланы эҙләгән, ғәйепләрлек йөй юҡ, оло улы ҡарамаған.
. Төштәрендә бәләкәй улының саҡырыуын ишетеп уянған Рауза һиҙенә бында атаһының ҡулы уйнағанын, ҡурҡыуынан өндәшмәй. Былай ҙа үҙен ғәйепле тойған улының йөрәген ярырҙай булып ҡысҡырына башлай Рауза кесе улын хәтеренә төшөрһә, баланы ҡарарға эшкинмәнегеҙ. Улы хаҡына түҙә, табылырына өмөт итә, хәтеренән юйырға тырыша, тик төндәрен бала илауы тыңғы бирмәй, һаташып уяна. Араҡы эсһә генә йоҡлай ала, һуңынан эсмәйенсә тора ла алмай башлай, йыш ҡына йөрәге ауыртыуға зарлана.
. Бер нисә йылдан һуң иренең сереп тигеҙләнгән тиреҫлектән иҫке ҡалай носилканы табып алып, мотоцикл коляскаһына тейәгәнен күрә, яҡыныраҡ барып ҡарағас ҡатҡан цемент араһынан улының юғалған ваҡытта кейгән, үҙе тегеп биргән ыштанының осон таный.
. -Һин... Атай...-артығын өндәшә алмай, бөгөлөп төшә, ире уға бер типкәндән һуң матайына ултырып ҡайҙалыр сығып китә.
. Һуңынаныраҡ ҡайтҡан оло улы әсәһенең кәүҙәһен ҡосаҡлап илаһа ла ярҙам итә алмай, әсәһен ҡотҡарып булмай.
. Кискә генә ҡайҙандыр ҡайтҡан ире белмәй ҙә, күрмәгән дә икән, ҡатынын ерләгәс оло ҡайғыһынан айныҡмай эсә, аһ-зарын түгә.
. Эскән кешене тыштан ҡараһаң эсе серек, тышҡы көбө ныҡ ағасҡа оҡшайҙыр, сәбәбе сығыу менән ,,гөрҫ" итеп ҡотларға әҙер, ире лә Раузанан ҡалып оҙаҡ йәшәмәй, бер эскәндән һуң ятҡан урынынан тора алмай.
. Үҙе атайһыҙ үҫеп, атай һөйөүенә сарсап үҫкән Рауза, балаларын атайлы үҫтерергә тырышып дөрөҫ эшләнеме һуң.Үҙ балаһын үҙе ашаған ата ҡуян түгелдер ҙә бөтә атайҙар, Рауза үҙенең атаһының ике ятып бер төшөнә инде микән, үҙе асыҡҡанда балам ас түгелме икән тип уйланымы, нисек йәшәй, ярҙамыма мохтаждыр тип уйландымы...
. Бәлки айырылып йәшәүе һәйбәтерәк булғандыр ҙа, үҙ өйөндә үҙ аталары үҙ балаһының йәнен ҡыйғанда.Был донъяла кеше күҙенән йәшереп ҡылған гонаһы өсөн теге донъяла яуап тотормо?
. Һуңғы һүҙе ,, атай " булған Рауза нимә әйтергә теләне икән, теге донъяла ҡаршы алған үҙ атаһына өндәштеме, бәлки иренең атайлыҡ хистәрен уятырға теләгәндер.