+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Июль , 16:30

Йәнең тартҡан бер генә

-Вот! Этого надо проучить!- тип төртөп күрһәтте...Рәзилә, егетте ышыҡлап, алдына сығып баҫырға уйланы, тик өлгөрмәне, шул саҡ көтөлмәгән хәл булды...

Йәнең тартҡан бер генә
Йәнең тартҡан бер генә
Таңһылыу Йәнтурина
Йәнең тартҡан бер генә.(Бер мөхәббәт тарихы)

1.Осрашыу осраҡлымы...
...Уларҙың ҡараштары осраҡлы ғына тап килде.
Рәзилә ҡаланың автовокзалында эшләп торған Зилә апаһына, йомошо төшөп кенә килгән ине. Кафела бар артында торған апаһы уны сәй эсергә саҡырҙы. Тәҙрә эргәһендәге буш торған матур ябыулы өҫтәлгә сәй һәм тәрилкәләрҙә бәлеш алып килде. Рәзилә өҫтәл эргәһендәге ултырғысҡа килеп ултырҙы. Клиенттарынан бушаған арала апаһы ла уға ҡушылды.
Шул саҡ Рәзилә йәнәшә торған өҫтәл артында ултырған ике егеттең береһенең үҙенә төбәлеп ҡарағанын һиҙҙе. Күҙен һирпеп кенә алған ине, ҡараштары бер мәлгә генә осрашты ла, Рәзиләнең йөрәгендә нимәлер “зең” итеп ҡуйҙы.
Апаһы эргәһенә килеп ултырғас, Рәзилә бышылдап ҡына:
-Апай, ҡарале, анау ауыл малайының миңә күҙе төштө, шикелле, күҙен дә алмайсы... - тине. Апаһы ҡапыл теге егеткә боролоп ҡараны. Рәзилә:
-Нимә, ҡарайһың ул... мине оятҡа ҡалдыраһың бит... - тип, уны еңенән тартып, үҙенә табан борҙо. Апаһы, өҫтәл аҫтынан ғына тегеләргә күрһәтмәй, баш бармағын күрһәтте: бына тигән!
Бер аҙҙан һуң, кафенан сығып, ҡайтып барғанында, ҡыҙ үҙ - үҙенә аптыраны: был егетте, әйтерһең, ул ғүмер буйы белгән: нилектәндер, ул уға бик яҡын кешеһе кеүек тойолдо. Әле генә болот ҡаплаған зәңгәр күктең асылып китеп, ҡояш балҡыуы ҡыҙыҡайҙың кәйефен бермә - бер күтәреп ебәрҙе. Ул атлап түгел, әйтерһең дә, ҡанатланып осҡандай тойҙо үҙен.
... Икенсе осрашыуҙары ла осраҡлы ғына булды. Шәмбе кис, ҡаланың “Ирәндек” кинотеатры залында үткән дискотеканан һуң, бер туҡтауһыҙ бейеүҙән ҡыҙарып киткән Рәзилә, дуҫ ҡыҙҙарынан айырылып, ҡайтыу яғына табан атланы.
Шул ваҡытта уның янына елле генә бер еңел машина килеп туҡтаны. Уның ишеге асылып китте лә, әзмәүерҙәй кәүҙәле, төшөрөп алғаны төҫөнә сығып торған бер егет:
- Әй, һылыуҡай, ултыр машинаға, елдереп кенә өйөңә алып барып ҡуям! - тип өндәште. Шул саҡ, шаҡтай ситтә баҫып, уларҙы күҙәтеп торған бер төркөм егеттәр араһынан береһе, иптәштәренән айырылып, Рәзиләгә яҡынланы ла:
-Ултыра күрмә! - тип, ҡыҙҙы киҫәтте. Рәзилә уға әйләнеп тә ҡарамайса:
-Ә мин ултырырға йыйынмайым да! - тип, шәп - шәп атлап, ҡайтыу яғына йүнәлде. Бер аҙ атлағас, артына әйләнеп, теге өндәшкән егеткә күҙ һалды: вокзалдағы теге егет ине...
Ә теге машина артынан эйәрә бирҙе лә артта ҡалды...
...Өсөнсө осрашыу ҙа осраҡлымы, әллә яҙмыш ҡушыуымы, шулай тура килде: Рәзиләнең ике туған һеңлеһенең тыуған көнөндә осраштылар.Улар килеп ингәс, Рәзилә теге вокзал кафеһындағы ике егетте шунда уҡ таныны. Егет, оҙаҡ уйлап торманы, тура ҡыҙ алдына килеп туҡтаны ла:
-Таныш булайыҡ, Рәхим! - тип,уға ике ҡулын һуҙҙы.Ҡыҙ, ҡапыл, ҡаушап китте, нимә тиергә белмәй, уға бер генә ҡулын ҡулын һуҙҙы:
-Рәзилә!
-Бик шатмын һеҙҙең менән танышыуыма. Мөмкин булһа, һинең менән танышыуыма, - тип, “һинең” һүҙенә айырым баҫым яһап, ҡыҙҙың күҙҙәренә төбәлде.
-Мин дә шат!- тип, ҡыҙ ҙа, күтәрелеп, уның төпһөҙ күҙҙәренә ҡараны.
Эйе, күренеп тора - был уның кешеһе ине! Әйтерһең дә, улар күптән таныш... Шулай, ябай ғына, аралашып алды ла киттеләр.

2.Үҙ – үҙеңдәнме ҡасып буламы...
Рәхимдең яҡын дуҫы Хәким Рәзиләнең ике туған һеңлеһенең дуҫлашып йөрөгән егете булып сыҡты. Рәзилә башҡалала уҡып йөрөгәс, район үҙәгендә йәшәгән һеңлеһе менән ныҡлап аралашҡандары булманы. Шунлыҡтан, уның дуҫлашып йөрөгән егетен дә белмәй ине әле. Уның менән бына бөгөн генә танышырға тура килде.
Ә Рәхим Төркиәлә уҡып йөрөй икән. Әле йәйге ялға ҡайтҡан. Ошонда уҡ район үҙәгендә йәшәй. Әле дуҫы менән икеһен Рәзиләнең һеңлеһе ҡунаҡҡа саҡырған булып сыҡты.
Был тыуған көн мәжлесендә кеше бик үк күп түгел ине. Иң яҡындарын ғына йыйған. Ҡалғандары электән таныш, улар менән осрашыуына ҡыҙыҡай бик шат ине. Күрешеп, аралашып, һөйләшеп туйманы йәштәр, мәжлес бик күңелле үтте. Бер туҡтауһыҙ музыка, төрлө хәҙерге заман йырҙары яңғырап торҙо. Һеңлеһе һәр нәмәгә маһир: табынды ла бик матур әҙерләгән.
...Мәжлес һуңынан йәштәр дүртәүләшеп ҡала дискотекаһына йүнәлделәр. Шау - гөр килеп, бейеп йөрөгән йәштәр менән аралашып, бейеүгә төшөп киттеләр. Бер талай бейегәс, ялға туҡтанылар. Шул арала Рәхим ҡыҙҙарға барҙан туңдырма һәм берәр шешә еңелсә һыра алып килеп бирҙе. Фойелағы буш өҫтәл янына килеп ултырҙылар. Яйлап ултырып һалҡын һыраны шешәһенән генә һемерҙеләр, унан һуң туңдырмаларын ашанылар.
Рәхим байҡамай ҙа ҡалды: иптәштәре менән аралашҡан арала, ҡыҙҙарҙан елдәр иҫкәйне...
Рәзилә, егеткә әрһеҙ күренмәҫкә була, шулай итте. Ҡасып китеүен ҡасты ла ул, әммә алдағы шәмбегә тиклем ул тик ошо егет тураһында ғына уйлап йөрөнө...
Әлегәсә бер егет тә уның күңел ҡылдарын былай тирбәлдермәгән булған икән дә...

3.Үткәндәр ебәрмәй.
Әлбиттә, уның кеүек сибәр ҡыҙ менән дуҫлашырға уйлаған егеттәр бихисап ине. Күптән түгел яҙғыһын район кимәлендә үткәрелгән “Башҡорт гүзәле” конкурсында бушҡа ғына беренсе урынды яуламаны бит инде.
Бына шуларҙың араһында иң әрһеҙе – Рәиф.Ул - ҡала автобусының шоферы. Ул эше менән дә, үҙенең әлеге мәлдә йәшәйеше менән дә сикһеҙ ҡәнәғәт егет. Уға артыҡ бер ни ҙә кәрәкмәй. Төҫкә - башҡа ла нисауа ғына. Уның уйынса, Рәзилә фәҡәт уныҡы булырға тейеш. Артыҡ үҙен йонсотмай ғына, ҡыҙҙың артынан йөрөп ятышы.
...Алдағы шәмбе кис ҡыҙ дискотекаға килеп ҡушылыуы булды, уның янына тып итеп, Рәиф килеп баҫты. Хатта , һаулыҡ һорашыуҙа ла эше юҡ:
-Һин, мин рейста йөрөүҙән файҙаланып, бында кемдәр менән танышып йөрөйһөң ул, ә?! - тип, Рәзиләне ҡоршау кеүек ҡаты ҡулдары менән биленән эләктереп алды ла үҙенә ҡыҫты.Ҡыҙ уның һыра еҫе аңҡып торған ауыҙынан йөҙөн ситкә борҙо.
-Ә-ә-ә, мин һиңә оҡшамай башланыммы хәҙер? Кем ул ? Ҡайҙа ул бәндә?! Ул Рәзиләне, тын алырға ла ирек бирмәй, елтерәтеп, залдан алып сығып китте. Урамға уҡ сығып баҫтылар:
-Кем ул, әйт әле миңә, күрһәт миңә шуны! - тип, әйтерһең, ул ҡасып китә, ҡыҙҙың ҡулдарын ныҡ итеп тотҡан килеш, һаман һорау алыуын дауам итте.
- Эйе,таныштым.Ул, беләһеңме, киноактер Аланға оҡшаған. Матур егет, миңә оҡшай! – тине, Рәзилә уға ҡарышып.
Шул саҡ ул, үҙҙәренә яҡынлашып килгән Рәхимде күреп алды. Ым менән генә, башын һелкеп, уға бында яҡынламаҫҡа ҡушты.Тик, Рәхим әллә аңламаны, әллә аңларға теләмәне, уларға яҡын уҡ килеп туҡтаны:
-Әй, егет, ебәр ҡыҙҙы, күрәһең бит, ул һинең менән бергә булырға теләмәй!
-Кит әле бынан! Ҡайҙан килеп сыҡтың әле һин, буталма аяҡ аҫтында!- тип, тупаҫ ҡына уны ситкә этәрҙе Рәиф. - Ошомо инде һинең танышҡан Аланың? Мин был ҡыҙҙы үҙем тәрбиәләп алдым! Ҡалай, әҙергә бәҙер, анһат ҡына эйә булмаҡсыһың!
-Ҡалай шәп тәрбиәләгәнһең, һыра эсә бит ул!
- Эсһен, мин дә эсәм! Шунан нимә?!
-Ярай, һин шулай тиһең инде?! Улай булғас, әйҙә, Рәзиләнең үҙенән һорайыҡ: кем менән булаһы килә икән уның?!
-Һорап та тормайбыҙ - ул күптән минеке! – тине лә, Рәиф, Рәзиләне елтерәтеп, кире эскә алып инеп китте. Уның көслө ҡулдарынан ысҡынырмын тимә. Хатта ҡыҙҙың аяҡтары ла ергә теймәй бара.
-Хәҙер, мин һинең Аланыңды бик тиҙ генә аҡылға ултыртам! - тип, ул, ҡыҙҙы ҡулынан һаман ысҡындырмай, бер әзмәүерҙәй урыҫ егете янына барып баҫты ла:
-Друг, дело есть. Надо кое - кого проучить!
Тегенеһе ҡыуанып китте.Ҡулдарын бер - береһенә ышҡып:
- Давно руки чешутся, пошли, покажи! - тип, ҡыуанысын йәшермәй, сығыу яғына йүнәлде.
Рәиф ҡыҙҙы ысҡындырҙы.Үҙе, ашығып, дуҫы артынан атланы.
Рәзилә лә, ҡото осоп, уларға эйәрҙе: Рәхим бит кәүҙәгә йоҡа, йәтеш кенә, был әзмәүер хәҙер уны иҙеп ташлай инде...
Тегеләр сығып, шунда алыҫ та тормаған егеттәр төркөмөнә табан йүнәлделәр. Рәиф был егетте Рәхим алдына алып барып баҫтырҙы ла:
-Вот! Этого надо проучить!- тип төртөп күрһәтте...
Рәзилә, егетте ышыҡлап, алдына сығып баҫырға уйланы, тик өлгөрмәне, шул саҡ көтөлмәгән хәл булды...

4.Алыштанмы...
...Теге егет Рәхимгә ҡараны ла:
-Этого что ли!?
Үҙе, ҡапыл әйләнеп, Рәифтең яғаһынан алды:
-А знаешь? За него, я кого хочешь проучу! В том числе, тебя тоже!
Барыһы ла аптырап ҡалдылар.Теге егет Рәифте ысҡындырҙы ла, Рәхимгә әйләнеп, уны ҡосаҡлап алды:
-Друг! Какими судьбами!?
Күренеп тора: дуҫтар бик оҙаҡ осрашмаған... Был егет Рәифтең эштәше булһа, Рәхимдең ун бер йыл бер парта артында ултырған синыфташ дуҫы булып сыҡты.
Шулай итеп, Рәифтең уйы барып сыҡманы.
Тик ул, барыбер, Рәзиләне тыныслыҡта ҡалдырырға уйламаны. Бер минутҡа ла күҙ уңынан ысҡындырманы. Бейеүҙәр тамамланыу менән, ҡыҙ ҡайтырға булды. Рәиф менән етди һөйләшеп алмайса, аңламаясағын белгәнгә күрә, Рәхимгә бөгөнгә уға ирек биреүен үтенде.
Рәхим уны дөрөҫ аңланы. Рәиф ҡыҙҙы үҙе генә оҙата китте.Өйҙәренә тиклем улар бер ни ҙә өндәшешмәй генә атланылар. Ул үҙҙәренең әлеге ваҡыттағы хәлдәренә эстән генә анализ биреп килә. Нимәлә яңылышты? Барыһы ла һәйбәт кенә бара ине бит? Ҡыҙ уны ошоға тиклем артыҡ яҡынлатманы яҡынлатыуын, әммә артыҡ ҡаршылыҡ та күрһәтмәй ине бит. Нимәне яңылыш эшләне егет? Аҡса ла эшләй, кәрәк ерҙә артыҡ һаранланманы ла, ахыры. Был бәндә ҡайҙан ҡапыл ғына хасил булды һуң әле?! Ошо һорауҙарының осона сығырға тырышты Рәиф. Рәзилә, өйҙәренә килеп еткәс, инеп китергә ашыҡманы.Ҡапыл ғына Рәифкә боролоп баҫты ла:
-Рәиф, һин мине башҡаса борсома, һиңә минән башҡа ла ҡыҙҙар бөтмәгән. Ана, Гөлсинә бит һине күптән оҡшатып йөрөй. Матур ҙа, аҡыллы ла...
-Тороп тор әле, мин бит һинән ҡыҙ һорамайым. Кем менән дуҫлашырғамы-юҡмы икәнен үҙем беләм!
-Ярай һуң, тик, мине башҡаса аптыратма, был - һуңғы осрашыуыбыҙ, - тип, ҡырт боролдо ла, егеттең мороно төбөндә ишекте шап ябып, өйөнөң подъезына инеп юғалды.
... Шул көндән алып, күңеленә һис тә тынғы тапманы Рәзилә.Улай уҡ ныҡыш булыр, тип, һис тә уйламаған ине Рәифте.Сөнки уға бит ул бер ҡасан да, бер нәмә лә вәғәҙә итмәне. Егет үҙе лә улай мөхәббәтен асыҡтан - асыҡ белдереп барманы: йөрөймө – йөрөй эргәһендә, шунан артығына ынтылманы ла кеүек. Ә хәҙер дегәнәк кеүек, әрһеҙләшергә уйлай түгелме?!
Күңеленең төбөндә уға йәлләүҙән башҡа, бер ниндәй тойғо ла ҡалмағанын аңланы. Яратмағанын белә ине лә ул. Башҡа егеттәргә ҡарағанда нығыраҡ оҡшай кеүек ине. Әле юлында Рәхим осрау менән, уға булған барлыҡ хистәре, ҡом тауы кеүек ишелеп, юҡҡа сығыуына үҙе лә аптыраны әле. Уның, дөрөҫөн генә әйткәндә, Рәиф өсөн эсе ҡайышманы ла. Киреһенсә, Рәхим менән үҙенең араһы ошо Рәиф арҡаһында өҙөлөп ҡуймаһын инде, тип борсолдо. Әле бит уны яҡшылап белмәй ҙә. Шундай егеттең дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы ла барҙыр әле, кем белә... Рәзилә ошо аҙна араһында ниндәй генә уйҙар уйлап бөтмәне... Йоҡоһо йоҡо булманы, һәр саҡ тын ғына ойоп ятҡан күңеленең күле билдәһеҙлек елдәрендә сайҡалды...

5.Шарт ҡуйыу.
Тик Рәиф уны тыныслыҡта ҡалдырырға һис тә уйламаны. Әллә ысынлап та ошо ҡыҙҙы яратып ҡуйҙымы, әллә үҙенең матур ҡыҙҙан ҡолаҡ ҡағыу ихтималлығын шәйләнеме. Эште ҡыҙыу тоторға, мөмкинселеген ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышып, Рәиф уны бер нисә мәртәбә дуҫ ҡыҙы Гөлсинә аша саҡыртып ҡараны.Тик Рәзилә уның саҡырыуҙарын иғтибарһыҙ ҡалдырҙы.
... Улай ҙа булмағас, ул хәйләгә барырға булды: Гөлсинә аша Рәзиләне паркка йөрөп килергә саҡыра, шул саҡ Рәиф ҡыҙҙы эләктереп алыр...
Тын ғына йәмле йәйге кистәрҙең береһендә әхирәте осрашырға саҡырғас, ҡыҙыҡай ғәҙәттәгесә осрашыу итеп ҡабул итеп, һис бер нәмә лә уйламаны.Улар бергә интернат - мәктәптә танышҡандан алып, ошо паркта осрашалар.
Үҙенең яратҡан зәңгәр генә төҫтәге, еңел спорт кейемен кейеп, паркка йүнәлде.
Эре ағастар менән ҡапланған парк ҡала халҡының яратҡан урыны.Тик әлегәсә унда артыҡ ял итер өсөн шарттар булдырылмаған. Бер нисә артһыҙ ғына эскәмйәләрҙе һанамағанда, парк, тип, әйтерлеге лә юҡ. Ҡапҡа тирәһендәге түтәлдәрҙә әрһеҙ бәйғәмбәр тырнағы сәскә атып ултыра. Башҡаса ултыртылған үҫемлек күрмәҫһең. Бер рәт ҡасандыр ултыртылған, ҡартая башлаған сирендәр сәскәһен күптән ҡойған, улар ҙа йәмһеҙләп ултырғандай. Әммә был урын йәштәргә яҡын. Башҡаса осрашыр урын юҡ был бәләкәй ҡалала.
Ул килгәндә, Гөлсинә унда ине инде. Йүгереп ҡаршы килеп, уны ҡосаҡлап алды:
-Нимәгә оҙаҡлап киттең? Килмәйһең, икән , тип, торам, - тине, үпкәсел тауыш менән.
-Үпкәләмә, әтеүсә, үҙеңә үпкә ашатам! - тип яуапланы әхирәте, уның үпкә яратмағанын белгәнгә күрә.Тегенеһе танауын сирыштырҙы. Икәүләшеп, рәхәтләнеп, көлөп ебәрҙеләр.
Шул саҡ, скверҙағы сирен ағасы артынан Рәиф килеп сыҡты.Уны күргәс, Рәзилә көлөүенән шып туҡтаны:
-Һай, әхирәт, һин һатлыҡйән булып сыҡтың, түгелме, өҫтәүенә! - тип, Гөлсинәнең күҙҙәренә ҡараны әхирәте.
-Нимәгә шулай тиҙ генә килеп сыҡтың? Һинең әле ваҡытың етмәгән түгелме? - тип Рәифкә өндәште Гөлсинә, әхирәтенең үҙен һатлыҡйәнгә тиңләнгәненә үпкәләмәне, дөрөҫө шул булғас, ни тиһен инде...
-Үпкәләмә, дуҫҡайым, Рәиф үтенеп һорағас, тыңлаған булғайным шул.
-Ә мин, алйот, һиңә ышаны-ы-ып килә ятҡан булам!
Әрпешерәк йөрөргә яратҡан Рәиф тимәҫһең, бөгөн өҫтөнә күкһел төҫтәге яңы футболка менән шундай уҡ төҫтәге джинсы салбар кейеп алған, Рәзилә әйтмешләй, буйтым, матур егет булған. Ул аңлатып тороуҙы кәрәк тапманы, ҡырҡа ғына:
-Рәзилә, әйҙә һөйләшәйек әле. Минең һиңә әйтер һүҙем бар. Һине бит хәҙер тотоп алып та булмай, - тип, уға уҡталды.
-Ошо буламы дуҫлыҡ? Һин бит миңә алдан аңғартырға тейеш инең. Һин бит минең фекеремде яҡшы беләһең, белә күрә, осрашыу ойоштороп ятаһың! - тип, Гөлсинәнән айырылды ла, ҡырт бороп, кире яҡҡа атланы ҡыҙ.
Нимә әйтергә лә белмәй, торған урынында шып баҫып тороп ҡалды Гөлсинә. Рәиф ашығып, Рәзиләнең алдына сыҡты ла, уны беләгенән эләктереп алды:
-Рәзилә, туҡта әле, ашыҡма! Әгәр ташлашайыҡ, тиһәң, мин риза.Тик, минең һиңә бер шартым бар!
-Ниндәй шарт ул тағы...
-Алдағы йомаға күрше райондағы Хәлил ауылында йәшәгән хеҙмәттәш үҙенең туйына саҡырҙы. Мин уның туйына шаһит итеп саҡырылғанмын. Шул туйға минең менән бергә бар, минең шартым шул ғына...
Рәзилә, ни әйтергә белмәй, уйға ҡалды. Барһа, ысынлап та, Рәиф үҙенең һүҙендә торор - уны тыныслыҡта ҡалдырыр.Тик быға Рәхим нисек ҡарар бит әле... Бармаһа, күпме ҡасып йөрөргә була ...
Бер аҙ уйланып торғандан һуң, ризалығын белдерҙе. Рәхим аҡыллы егеткә оҡшаған, әгәр уға мөнәсәбәте етди булһа, моғайын, үпкәләмәҫ, аңлар.
Ҡайһы көндө Рәиф уны килеп алып китәсәген әйтеү менән, артыҡ һөйләшеп торманы.Уның хәҙер Гөлсинә менән дә аралашырға теләге ҡалманы.Уларҙың икеһен ҡалдырҙы ла, йүгереп, ҡайтты ла китте.
Әйҙә, икәү аралашһындар, Гөлсинәгә Рәиф оҡшай бит, үҙе саҡырған.Теге икәү аптыранып торҙо ла ҡалды...
... Дөрөҫөн генә әйткәндә, Гөлсинә шат ине.Тик, Рәифтең генә кәйефе юҡ ине шул... Ул Рәзилә менән матур итеп һөйләшергә, аңлашырға, тип, уйлап килгәйне, уйы барып сыҡманы.Үҙенең күҙенә генә ҡарап торған Гөлсинәне парк уртаһында ташлап ҡалдырып, ул да ҡайтыу яғына ыңғайланы...

6.Вәғәҙә - иман.
Рәзиләне билдәһеҙлек хистәре солғап алды. Ни тиклем генә күңеле тартмаһын, шәмбе кис уйынға ла сыҡманы. Рәиф менән араһын бөтөнләй өҙмәйенсә тороп, Рәхим менән аралашмай торорға булды.Үҙенең уйынан бигерәк, ҡыйын булһа ла, Рәхимдең үҙенә булған ҡарашын ныҡлап тикшергеһе килеп, шулай ҡарар итте. Бәлки, уның да һөйгән ҡыҙы барҙыр, бәлки Рәзиләгә былай ғына иғтибар бүлгәндер ҙә, ул уны етди ҡабул итеп, үҙенсә уйлап йөрөйҙөр...
Ошо көндәрҙә ул үҙен ике ут уртаһында ҡалған сифатта тойҙо. Был егет уның күңеленә инеп ултырҙы ла ҡуйҙы шул... Ниҙәр генә уйлап бөтмәне ҡыҙҙың йәш башы...
Вәғәҙә – иман, ул үҙ һүҙенән кире ҡайтыу тураһында уйламаны ла, аҙна буйы был туйҙа үҙен нисек тотоу тураһында уйланды. Ахырында, үҙен Рәифкә насар яҡтан күрһәтеп, үҙенән тамам биҙҙерергә кәрәк, тигән, фекерҙә туҡталды.
Үҙенең уйын тормошҡа ашырыу маҡсатында, Рәзилә ҡыҫҡа ғына, үҙенә артыҡ оҡшамаған ныҡ асыҡ ҡыҙыл төҫтәге күлдәген кейҙе.Үҙенсә, үҙен йәмһеҙ өйрәк бәпкәһеләй итеп күрһәтмәк булып, сәстәренең бөҙөркәләрен йыйып, бергә бәйләне. Күңеленән генә һаман үҙенең уйлағанының дөрөҫлөгөнә үҙен – үҙе ышандырырға тырышты. Тик башҡаса был сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлын күрмәне. Нисек тә биҙҙерергә тейеш бит инде егетте үҙенән...
...Бына көткән йома килеп етте. Рәиф уны үҙенең машинаһы менән килеп алды. Юл буйына үҙҙәрен борсоған темаға икеһе лә ҡағылманы. Үҙенә йомолоп килгән ҡыҙҙың ниндәй уйҙар менән килгәнен, әлбиттә, егет һиҙмәне. Ул нимәләр кисереп килгәнен ҡыҙ ҙа белмәне... Бары ара – тирә юҡ – бар тураһында әңгәмәләшеп, туй бараһы ауылға килеп еттеләр.
Был туйға Рәиф хеҙмәттәшенең шаһиты итеп саҡырылған ине. Кәләштең әхирәте, ни сәбәп менәндер, килә алмағас, Рәзиләгә теләйме – юҡмы, уның урынын биләргә тура килде. Шулай, икеһе ике яҡтан шаһиттар ролен үтәнеләр инде.
...Туй үҙенең яйы менән бик матур һәм күңелле барҙы. Барыһы ла йолаға ярашлы башҡарылды. Туй буйына нимәлер уйларға, күңелһеҙләнергә ваҡыт та булманы.Уйын - көлкө менән һыйлашыу аралашып барҙы. Ҡунаҡтар менән бергә йәштәр ҙә ихлас күңел астылар. Әммә ҡыҙыҡайҙың ғына ихлас күңел асырға артыҡ теләге булманы: ул бит бында бөтөнләй башҡа уй менән килде...

7.Мажаралы хәл.
...Рәзилә үҙенең маҡсатын тормошҡа ашырыр мәл еткәнен тойоп, кисен күп итеп эскән кеше булып ҡыланды, унан күҙен дә алмай ултырған бер егет менән кәрәгенән артыҡ шашып, рәхәтләнеп бейене. Бейергә ярата инде былай Рәзилә. Барлыҡ халыҡтың күҙе унда ғына. Ысынлап та, матур бейей шул ул...
Вальс иғлан ителгәс, уны бейеүгә саҡырырға әҙерләнеп килгән Рәифтән асыҡтан – асыҡ баш тартып, теге әрһеҙ егеттең ҡулына барып тотондо. Уныһы шуны ғына көтә ине, ҡыҙҙы өйөрөлтөп бейергә алып төшөп китте. Уныһы ла әрһеҙ, ҡыҙҙы биленән ҡыҫып тотоп, үҙенә тартты, ҡыҙыҡай ҡарышманы, уны муйынынан ҡосаҡлап, күкрәгенә башын терәне. Шул халәттә көй тамамланғансы бейене был икәү. Уларҙы күҙәтеп торорға үҙендә көс тапмаған Рәиф тышҡа сығып, тәмәке тартып торған егеттәргә ҡушылды.
Һалҡын һауала уның бер аҙ асыуы баҫылды, әммә эстән уйлап килгән ниәте тағы ла нығынды, әлегә һуң түгел: был үҙ һүҙле, үгеҙ күҙле ҡыҙыҡайҙы үҙенеке итергә и баста!
Вальстан һуң бейеү китте. Рәзилә үҙен - үҙе онотоп бейеһә лә, хәҙер башында икенсе уй төйнәлә башланы: кисен Рәифтән ҡайҙа китеп ҡотолорға? Сөнки уның үҙенә нисектер , ҡырағай ҡараш ташлағаны күҙенә салынғайны: ундай ҡиәфәттә уны күргәне булмағас, шул ҡарашынан уның тәне буйлап һыуыҡ йүгереп үтте, ҡапыл үҙенә ҡурҡыныс янағанын тойҙо... Бында барыһы ла ят кешеләр, кемдән ярҙам һорай ала ул...
...Бер саҡ арманһыҙ булып бейеп, бер аҙ һыуынып алыу өсөн, ҡапҡа төбөнә сығып, баҫып тора ине, артынан Рәифтең сығып килгәнен генә күреп ҡалды, ә теге бергә бейегән егет ни аралалыр, ҡыҙ алдына матай менән килеп туҡтаны ла, уға:
-Һикер! - тине. Ҡыҙ ике лә уйлап торманы, мотоциклдың артына һикереп, менде лә ултырҙы. Матай елдәй елдереп сығып та китте. Рәифтең күҙ алдында ҡыҙыл күлдәк кенә ялпылдап ҡалды...
... Бер төрлө йәйге ҡыҫҡа төн үтеп бара... Ҡараңғылыҡ ҡаплаған күк йөҙөндә тулы ай балҡый. Бер ваҡыт, өйҙәрҙе уҙып, ауылды үтеп, бер һуҡмаҡҡа төшөп алды был. Шул саҡта, Рәзиләнең тәндәре эҫеле – һыуыҡлы булып китте. Егеткә сытырҙап тотондо ла, күҙҙәрен йомдо: үәт әй, уйындан уҫмаҡ сыға түгелме...
-Туҡта, кире борол! Туҡтамаһаң , хәҙер һикерәм! – тип, ҡыҙ йән - тәслимгә ҡысҡырып ебәрҙе. Уның ысынлап та, йән әсеһе менән әйткән һүҙҙәре теге егеткә барып етте, ахыры, мататын шып туҡтатты.
-Йә, нимәгә шул тиклем сәрелдәйһең?! Үҙең ултырҙың, мин һине көсләп ултыртманым!
-Ултырһасы, әллә ҡайҙа алып китергә, тигәнме ни?!
-Төш, бар, тай бынан! - тип, уға ҡаты итеп өндәште егет. Ҡыҙ ергә нисек һикереп төшкәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Артына боролоп ҡараны ла аптырап ҡалды: тирә – яҡ ҡап – ҡараңғы, ауылдың алыҫта уты күренә лә ул, барыбер сит - ят ерҙә ҡурҡыта бит әле...
-Һеҙҙә ҡунаҡтарҙы шулай ҡаршылайҙармы?! Мин бит - саҡырылған ҡунаҡ! Нимә, тип, яуап тоторһоң хужалар алдында?
-Ҡунаҡ булһаң - тыйнаҡ бул!
-Мин нимә эшләгән шул тиклем?
-Беҙҙә ҡыҙҙар буштан - буш шулай шашмайҙар!
-Ярай, ысынлап та мин артыҡ тырышып ташланым, ахыры...ғәфү ит, һин мине яңылыш аңлағанһың! - тине лә, ҡыҙ үҙенең ни өсөн шулай ҡыланғанын, үҙенең яратып - оҡшатып йөрөгән егете барлығын - барыһын да ете - ят егеткә, ете төн уртаһында теҙеп һөйләне лә бирҙе.Ул ҡыҙҙы иғтибар менән тыңланы. Етди егеткә оҡшаған.Уны аңланы...
-Йә, ярай, мине лә ғәфү ит!. Минең насар уйым булманы ла ул. Һин миңә лә оҡшаның. Шуға, алып ҡасайым да китәйем, тип, уйлаған инем. Һин башҡаның гөлө икән. Матурһың, теләһә ниндәй егеттең йөрәген ҡуҙғатырлыҡһың.Тик, икенселәй, улай артыҡ үҙеңә ышанып бөтмә... Кешенең төрлөһө бар. Ярай, мин аңланым... Аңламаған бәндәгә осрауың да бар бит әле... Ә хәҙер былай итәбеҙ: һуң бит инде. Мин һине апайымдарға алып барам, шунда ҡунырһың. Иртәнсәк хужаларға үҙем аңлатырмын.
-Рәифтең мине эҙләтеп бөтөүе бар бит әле, - тине Рәзилә.
-Уға ла ипләп кенә аңлатырмын.
-Исемеңде лә һорамайымсы, кем атлы булаһың һин, егет?
-Фәнис минең атым.
-Танышыуыма шатмын, тип, әйтә алмайым. Алып ҡасып, ҡотто саҡ осорманың!
-Ғәфү ит, башҡаса ҡабатланмаҫ!
...Ҡараңғылыҡ ҡуйырғандан - ҡуйыра бара. Егет матай фарын һүндермәне. Шуның яҡтыһында аңлашты йәштәр.
...Ай уларға эйәрәме, әллә улар уғамы икән? Яҡынайғандан - яҡыная барғандай тойола. Бая ҡыҙға шомло, ҡурҡыныс күренгән донъя, хәҙер һил тыныслыҡ менән алмашынды.Ҡупҡан күңеле урынына ултырғандай...
...Егет матайын ҡабыҙҙы. Ҡыҙ матай артына менеп ҡунаҡланы. Килешкәнсә, улар егеттең апайҙарына барып инде. Ишек асыҡ тора, Фәнис бында үҙен хужаларса тота. Ингәс, ишек төбөндәге утты ҡабыҙҙы. Төпкө бүлмәләге ишекте әҙ генә асып, шым ғына:
-Апай, был - Фәнис. Мин һеҙҙә ҡунаҡ ҡыҙҙы йоҡларға ҡалдырам. Иртәнсәк килермен, - тине.
-Ярар һуң, - тигән тауыш ишетелде эстән.Уң яҡ ишекте асып инеп, мөйөштә торған, урын түшәп , әҙерләнгән карауатты Рәзиләгә күрһәтте егет:
-Ят та йоҡла, барыһы ла һәйбәт булыр.Тыныс йоҡо!-шул һүҙҙәрҙән һуң шым ғына сығыуға йүнәлде. - Ишекте эстән элмәһәгеҙ ҙә була. Мин ҡапҡаны тыштан бикләп китермен.
Өйҙән ауыл өйҙәрендә генә була торған үләндәр, йәш һөт еҫе аңҡып тора.Үҙен ауылдағы өләсәһе өйөнә килеп ингәндәй тойоп китте Рәзилә.Сисенде лә, үҙенең мажараларын башынан кисереп, уйланып оҙаҡ та ятманы, йомшаҡ урында бик тиҙ йоҡоға иҙерәне...
Иртәгәһенә Фәнис апайҙарына килгәс, үҙен күрше ауылға алып барып ҡуйыуын үтенде: унда ағайҙары ҡайныларына ҡунаҡҡа килгәндәр: шулар менән бергә ҡайтып китер...
 
8.Күрмәмешме икән...
Мажаралы туйҙан йөрөп ҡайтҡандың һуңынан нимә менән генә булышһа ла, һәр саҡ уйҙары тик Рәхим тирәһендә уралды Рәзиләнең. Үҙе лә аптырай: ошоға тиклем ул ниндәй күңелһеҙ йәшәгән.Тормошона мәғәнә, аңлата алмаҫлыҡ бер моң өҫтәне был егет менән танышыуы ҡыҙға.Уны белмәй, нисек йәшәгән икән ул быға саҡлы...
Осрашыу минуттарын көтөп ала алмай ҡаҡшаны. Әммә осрашыу тураһында килешеү булманы улар араһында. Улар шәмбе кис, йәштәр уйынында ғына осраша алалар.
Бына һағынып - һарғайып көткән осрашыу кисе лә килеп етте. Рәзилә Рәифтән шулай тиҙ ҡотола алыуына үҙе лә ышанып етмәй ине әлегә. Һүҙендә торор , тип, ышана.
Әле уйын барған ергә табан атлаған Рәзиләне Гөлсинә ҡыуып етте. Улар үткәндә айырылышҡаны бирле осрашҡандары юҡ ине.
-Һаумы, дуҫҡайым! - нисектер , элеккесә ихласлыҡ һиҙелмәне тауышында.
-Һаумын әле! - әхирәтенә асыу һаҡламай ине ул, шуға уны күреүенә шат ине.
Дәртле көйгә бейегән тулҡынға инеп сумдылар. Рәзилә, үҙенә генә хас ихласлыҡ менән, бейеүгә ҡушылып, онотолоп китеп, бейене.Ул, ғәҙәтенсә, ни генә эшләһә лә: бейейме, йырлаймы, берәй нәмә менән шөғөлләнәме - һәр саҡ донъяһын онотоп, бар булған дәртен һалып, онотолоп, онотоп, рәхәтләнеп, башҡара. Әле лә, барлыҡ борсолоуҙарын, мәшәҡәттәрен, әйтерһең, ҡул менән һыпырып ташланылар: таралышып китеп, онотолоп бөттөләр кеүек. Шул тиклем бирелеп китеп бейеһә лә, күҙе менән бейеүсе йәштәр араһынан уны эҙләне. Әммә күңелен арбаған , бар торошон биләгән кешеһен һис тә тапманы.
... Бер тына бейеп, арып китеп туҡтағас, йәштәр ыңғайына сығыу яғына йүнәлде. Тик шунда ғына ишек төбөндә, ишектән сығыусылар тулҡынына ҡаршы баҫып торған Рәхимде күреп ҡалды. Барлыҡ йәштәр тышҡа ағыла. Ә ул, ҡарашы менән, кемделер эҙләй. ”Мине,”- тиер ине, танау төбөнән генә сығып китте, уны байҡаманы ла, ҡараманы ла. Рәзилә үҙе башлап уға өндәшмәне, уға ҡараманы ла, һаулыҡ та һорашманы, ҡыҙлыҡ намыҫымы, мин - минлегеме ҡамасауланы. Тик үҙе аптыраны: ниңә уны күрмәмеш булды икән...Тышҡа, һалҡынға сыҡҡас, әйтерһең, ул айнып китте: Рәхим уға үпкәләгәндер ҙә, шуға күрмәгәнгә һалышҡандыр...
Эстән генә үҙ - үҙенә: ”Ярай, беҙ ҙә инәлә торғандарҙан түгелбеҙ!” - тине лә, әхирәтен дә көтөп тормай, ҡайтыу яғына атланы. Алыҫ та китеп өлгөрмәне, артынан кемдеңдер ашыға - ашыға атлап килгән аяҡ тауышын ишетеп, әйләнеп ҡараһа - Рәхим килә ине...
”Үәт, әй! Күрмәмеш булып тороп ҡалды ла, нимә тип, килә ята икән?” - тип уйлап алды ла , ҡыҙ аҙымын тағы ла ҡыҙыулата төштө. Артынан йүгереп тигәндәй, ҡыуып еткән Рәхимгә ҡараманы ла, өндәшмәне. Бына ул ҡыуып етте лә:
-Рәзилә, шәпме?! Ҡалай шәп атлайһың! Һине саҡ ҡыуып еттем, - тип, бер ни ҙә булмағандай, йәнәшә атлап китте. Рәзилә уға күҙ һирпеп кенә алды ла үҙенең үпкәләгәнен һиҙҙермәне:
-Шәпмен әле, шуға ла шәп атлайымдыр, - тип, көлөп ҡуйҙы ул...

9.“Өс ҡыҙ мине ғашиҡ итте”.
Тормош үҙенең сираттағы йомағын ҡойоп ҡына тора. Яуабын сисә алһаң, оторһоң, сисә алмаһаң инде, һине аяп тормай, утҡа, йә һыуға ташларға ла күп һорамаҫ. Тик зирәктәргә, үҙенең тирә – йүненә иғтибарлы бәндәләренә генә яуабын сисер, тормошоңдо ыңғайлатыр ниндәйҙер көстәр барына, теләһәң, теләмәһәң дә, ышанырға мәжбүр итә бит был донъя...
Аҙаҡтан ғына беләсәк ине ҡыҙыҡай... Рәхим уға үҙенең серҙәрен сисәсәк: уға нисек өс ҡыҙ оҡшаған. Оҡшау ғына түгел, уларҙың һәр береһенә ул нисек ғашиҡ булған.
Беренсеһе - ҡаланың кинотеатрында һәр саҡ үткәрелеп торған йәштәр кисәләрендә үҙен - үҙе онотоп бейеүсе ҡыҙ... Уға ҡыҙҙың нисек ябай һәм килешле итеп кейенеүе, ул нисек үҙенә генә хас булғанса күркәм тәртибе, башҡалар менән итәғәтле аралашыуы – барыһы ла уға оҡшай ине. Һәр кисте ул көтөп алыуын, тик ошо ҡыҙҙың бейеүенә хайран ҡалып, уға яҡынларға ҡыймай, ошоға тиклем, ситтән генә күҙәтеп, уға булған һоҡланыу хистәрен һәр саҡ үҙендә һаҡлап йөрөүен һөйләне уға Рәхим.
Икенсеһе - шундай кистәрҙең береһендә нисек итеп хәтәр машиналы егет инәлеп торғанда ла:
-Ултырырға йыйынмайым да! - тип, әйләнеп тә ҡарамай, башын ғорур тотоп атлап китеүсе ҡыҙ...
Өсөнсөһө – автовокзалдағы кафела тәү күреү менән ғашиҡ булған таныш булмаған матур ҡыҙ... Шуларҙың һәр береһен айырым - айырым тәфсирләп һөйләп , Рәзиләне аптыратып алды ул егет.
Аҙаҡтан, ҡараһа, бөтәһендә лә ошо ҡыҙыҡай уның бар булмышын биләгән булып сыҡты: ”Три в одном! - тип көлдө Рәхим.
Рәиф, туйҙан ҡайтҡандан һуң, Гөлсинә менән дуҫлашҡан кеше булып, тағы бер ни тиклем осрашыу эҙләп ҡараны ла, ахыры, Рәхимдең етди генә бер һөйләшеп, аңлашыуынан һуң уларҙы тыныслыҡта ҡалдырҙы.
Шулай итеп, быйылғы йәйге каникул, үткәндәгеләре менән сағыштырғанда, күңелле лә, онотолмаҫлыҡ булып та , тиҙ генә үтте лә китте. Улар йәй буйына барлыҡ буш ваҡыттарын бергә үткәрергә тырыштылар.
Бына тиҙҙән башҡалаға уҡыуға китәсәк Рәзилә. Ул Башҡорт дәүләт университетының рус теле һәм башҡорт теле факультетының дүртенсе курсына бара. Быйыл һуңғы йылы. Рәзиләнән алда Рәхим Төркиәгә уҡыуына юлланасаҡ. Айырылышыу минуттарын күҙ алдына килтерә алмай ҡыҙыҡай...

10.Яҙмышына рәхмәтле.
Ярты йыл икеһе өсөн дә һынау булды.Уҡыуына күмелеп, онотолоп китеүҙәр ҙә, шәмбе, йәкшәмбе әхирәттәре күңелле ял иткәндә, өләсәй менән генә өйҙә ултырыуҙар, һағынып моңайыуҙар... Көтһәң бит, сәғәтең көндәй, көнөң йылдай тойола. Көтөүҙең ҡыйынлығын да, моңһоу ғазабын да ошо ярты йылда татыны инде ҡыҙыҡай. Рәхимдән сәләм хаттары алыу Рәзилә өсөн байрамға әйләнде. Үҙен күктең етенсе ҡатында йөрөгәндәй хис итеп, ҡанатланып осоп йөрөнө. Әлбиттә, уға күҙ ташлаусы егеттәр ҙә, үҙенә ҡаратырға теләп, уны кисәләргә, театрҙарға саҡырыусылар ҙа булды. Улар уның күҙенә лә күренмәне, “күңел күҙең күрмәһә, маңлай күҙең – ботаҡ тишеге” тиеүҙәре раҫ инде. Уның ҡайтыуын көтөү менән оҙон булған беренсе семестр үтеп китте...Уның уйында уны тиҙерәк күреү, осрашыу шатлығын кисереү ине.
Осрашҡандан һуң ни була, ул турала бөтөнләй уйламай ҙа, артабанғы тормошон күҙалламай ҙа ине Рәзилә.
...Өйләнешеүҙәре Рәзилә көткәндән дә тиҙерәк килеп сыҡты. Яңы йыл алдынан Рәхим Төркиәнән ҡайтып төштө.Ул үҙенең уҡыуын тамамлаған, хәҙер инде уйы - башҡалаға эшкә урынлашыу...
Бына Яңы йыл ҡаршыларға күп ҡалмаған.
Был ваҡытта Рәзилә өләсәһенең ике бүлмәле фатирында йәшәп ята ине. Әле Рәхим менән осрашыуҙан алған тәьҫирҙәренән дә арынып бөтмәгән ине...
Ул уны тағы яңы хәбәре менән аптыратты: эш тапҡан, фатир ҙа белешкән, әлегә бер бүлмәлене ҡуртымға аласаҡтар. Каникулдан һуң, ул әсәһенә ҡайтып, күрешеп – һөйләшеп килә лә, бергә йәшәй башлаясаҡтар...
Рәзилә уның һөйләгәндәренең айышына ла төшөнөп бөтмәне, тиҙерәк өләсәһенә еткереү теләге менән, ҡайтыу яғын ҡараны. Ҡайтып ингәс, уға барыһын да теҙеп һөйләп бирҙе.Шунан һуң ғына , күңеленә тынғы табып, ятып йоҡлап китте...
Бер нәмә лә уйламай, иртән тороп уҡыуына китте. Уҡыуынан ҡайтып инеүенә, әсәһенең уларға килеп етеүенә иҫе китте ҡыҙҙың. Яҡын ара түгел - Урал аръяғы районы ҡайҙа ята...
Әсәһе ҡыҙын көтөп алып, уның менән һаулыҡ һорашыр - һорашмаҫтан:
-Һин нимә уйлап сығарып ятаһың бында? Уҡыу ҡайғыһы юҡ икән һиндә...Тота килеп егет менән бергә йәшәп алып китергә – тыуған - ырыуһыҙ, ата - әсәһеҙ баламы әллә һин... Бер бөртөк ҡыҙымдың шулай фатихәһеҙ йәшәп ятыуына мин риза тиһеңме әллә...
-Нисек килеп еттең, әсәй?- ҡыҙы уны күреүгә күҙе дүрт булды.
-Һинең кейәүләргә ятаһыңды ишетеп ҡалғас, осоп килеп еттем.
-Шулайҙыр. Бик тиҙ килеп еткәнһең! - тип, уны ҡосаҡлап алды ҡыҙы.
-Өләсәңә рәхмәт әйт, былай булһа, белмәй ҙә ҡалыр инек. Бата уҡытмай тороп, бергә йәшәү тураһында уйлама ла, ишетһен ҡолағың, ҡыҙыҡай! Ырыуыбыҙҙы мыҫҡыл итергә һиңә хут бирмәм...Әсәң шундаймы ла, атаң шундаймы...
-Аңланым, әсәй, һеҙ тигәнсә булыр. Бына, тиҙҙән каникул етә бит.
Ҡыҙы шулай тигәс кенә, тынысланды әсәһе. Әйтерһең, күрше ауылдан килгән, сәй эсер - эсмәҫтән, кире ҡайтырға йыйынды.
- Самолетым кискә, өлгөрәйем. Иртәгә миңә эшкә. Кем һине ике көнгә ебәреп ҡуйһын мәктәптән, сирек аҙағы бит әле , етмәһә!
-Оҙата барам! - тиһә лә, ҡыҙынан туҡталышҡа тиклем генә оҙаттырҙы ла, ҡайтып та китте әсәһе. Һағынған ине, күргәндәй ҙә булманы. Алыҫ араны яҡын итеп килгән әсәһен йәлләп ҡуйҙы Рәзилә. Ысынлап та, үҙҙәренең ни дәрәжәлә еңел уйлауҙары уның аңына яңы барып етте...
Яңы йылға уның ҡайтырға иҫәбе юҡ ине. Имтихандарға әҙерләнергә кәрәк, ҡышҡы сессия ауыр ғына.
Көтмәгәндә, әсәһенән телеграмма алды: ”29.12.ҡайтып етегеҙ. Йома бата үтә.”
Алып уҡығас, бер ни тиклем иҫен йыя алмай торҙо: ҡалай тиҙ ул...Былай булһа - иртәгә юлға.
Кисен, Рәхим менән осрашҡас, уға телеграмманы тотторған ине, уныһы уға икенсе - үҙенә килгәнен тотторҙо. Ул да, шундай уҡты, әсәһенән алған: бер -береһенең күҙҙәренә ҡарап, көлөп ебәрҙеләр. Уларҙан һорап та тормағандар. Шулай, уларҙың сәстәре бер - береһенә бик тиҙ бәйләнде лә ҡуйҙы.
...Бына, уларҙың бергә татыу ғүмер кисереүҙәренә ун биш йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Береһенән – береһе матур балалар үҫтерәләр. Әле ауылға ҡунаҡҡа килгәнендә, инәһе уға шундай һорау биргән ине: -Ҡыҙым,кейәү менән бергә күпме татыу ғүмер кисерҙегеҙ инде?
-Тиҙҙән ун алты йыл була, инәй...
Ошо һорау уны үткәндәренә ташлап, тәрән уйға һалды. Ошоғаса бер генә лә ул турала уйлағаны булманы: әгәр улар шул саҡ осрашмаған булһалар... Хатта уйлауы ла ҡурҡыныс булып китте... Осрашмаған булһалар, уның ошо бәхетле үткәне булмаған булыр ине бит...
...Аллаһу Тәғәлә кешеләрҙе барлыҡҡа килтергәндә, һәр береһен уртаға бүлеп яралтҡан булған, ти. Донъяны теүәл нисбәтендә тотор өсөн: ”Бер яҡшыға – бер насар”,”бер насарға – бер яҡшы”,”бер яҡшыға – бер насар”,- тип, ҡабатлап уларҙы төрлө тарафҡа таратҡан. Шул саҡ аралаштырып, “бер насарға – бер насар, бер яҡшыға – бер яҡшы”- тип тә бүлгән, ти. Донъяға килгән һәр бәндә үҙ яртыһын эҙләп табырға тейеш икән. Әгәр, кем үҙ яртыһын дөрөҫ табып, ҡауышһа, ул үҙ ғүмерен бәхет эсендә кисерер.
...Күпме меңәрләгән кешеләр араһынан үҙеңдең яртыңды - мәңгелек йәреңде табып алыу - иң оло бәхет икәнен ул яңы аңланы. Күпме егеттәр, нимәләр генә вәғәҙә итмәне, уның күңел ҡылы тибрәлмәне лә, ә ошо кешенең бер ҡарашы уны мәңгелеккә әсир итте. Ваҡыт үткән һайын ул уға нығыраҡ оҡшай, улар бер - береһен нығыраҡ ярата. Рәзилә, хатта, артабанғы тормошон унһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Осраҡлы осрашыу буламы икән...
Мөхәббәт ул - һатып та, һатып алып та булмай торған, әгәр үҙ яртыңды тапҡанһың икән – һәр саҡ һаҡлап, ҡәҙерләп кенә торор мәңгелек байлыҡ икәненә яңы төшөндө ул...
Тарих тамам.
Автор:
Читайте нас: