Әгәр Порто-Веккьонан төньяҡ-көнбайышҡа йөҙ бороп утрау төпкөлөнә атлаһаң, барыр юл ярайһы уҡ текәләнә төшә һәм өс сәғәт самаһы ваҡыт эсендә эре-эре таштар, соҡор-саҡырҙар аша үткәс, боролмалы һуҡмаҡ ифрат киң булып йәйелеп ятҡан ҡыуаҡлыҡтар - мактар араһына килтереп сығара. Мактар - Корсика көтөүселәренең тыуған иле, шулай уҡ закондар менән бигүк дуҫ булмағандарҙың ышаныслы төйәге лә. Шуны ла әйтергә кәрәк, корсиканлы үҙенең баҫыуын тиреҫ менән ашлап йонсомаҫ өсөн шундағы урманды яндыра - ағас көлө һибелгән ер бына тигән уңыш бирә. Уңыш йыйып алынғас (һаламын ҡалдыралар, сөнки йыйыуы үтә лә мәшәҡәтле), ағас төптәре яңы үҫентеләр ебәрә һәм улар үҫә-үҫә ике-өс йыл эсендә оҙонлоҡҡа бер нисә футҡа етә. Бына ошо йәш үҫентеләр мактар тип атала ла инде. Улар төрлө тоҡом ағас, ҡыуаҡлыҡтарҙан ғибәрәт һәм бер-береһе менән шул ҡәҙәре сырмалып үҫә, балтаһыҙ йырып сығырмын тип уйлама ла. Етмәһә, улар ифрат ҡуйы була, араларынан хатта муфлондар ҙа1 үтә алмай.
Һеҙ кеше үлтерһәгеҙ, мотлаҡ Порто-Веккьоға ҡасығыҙ - унда бер нәмәнән ҡурҡмай тыныс көн итә алаһығыҙ. Тик үҙегеҙ менән мылтыҡ, дары, патрондар булһын, башлыҡлы һоро плащ эләктерергә лә онотмағыҙ - ул һеҙгә одеал һәм түшәк хеҙмәтен үтәр. Көтөүселәр һеҙгә һөт, сыр, каштан бирер, хөкөмдән һәм үҙегеҙ үлтергән кешенең туғандарының үс алыуынан ҡурҡмай бында күпме теләһәгеҙ, шунса йәшәргә мөмкин. Ә дары запасын тултырыу өсөн ҡалаға төшөп килергә була.
18... йылда мин Корсикала булғанда Маттео Фальконеның йорто ошо мактан ярты миль самаһы йыраҡлыҡта ине. Маттео Фальконе тирә-яҡта ярайһы уҡ ҡалын йәшәгән кеше, дөрөҫөрәге, намыҫлы йәшәне, көтөү-көтөү мал-тыуарынан килгән төшөмгә йәшәне. Алда бәйән итәсәк ваҡиғаларҙан һуң ике йыл үткәс күргәндә, уға илле йәштән дә артыҡты биреп булмай ине әле. Буйға бик оҙон түгел. Мыҡты, ҡалын, ыҫмала кеүек ҡара сәсле, бөркөт танаулы, йоҡа, ҡыҫынҡы иренле, теремек ҡарашлы, бите иләнмәгән тире төҫөндәге кешене күҙ алдына килтерһәгеҙ, Маттео Фальконе тап үҙе булыр. Уның иҫ киткес мәргәнлеге хаҡында легендалар йөрөй, ә был тарафтарҙа ҡорал менән барыһы ла оҫта эш итә. Шулай булғас уның маһирлығын үҙегеҙ самалағыҙ инде. Әйтәйек, ул муфлонға бер ҡасан да дары менән атмай, шулай ҙа йөҙ ҙә егерме аҙымдан башына йәки елкә тирәһенә - ҡайһы еренә теләй, шунда тоҫҡай икән - тигеҙә ала. Ҡорал менән төнөн дә көндөҙгөләй оҫта эш итә. Миңә, мәҫәлән, Корсикала булмаған кешегә, һис бер ҡасан ышанмаҫлыҡ хәлде һөйләнеләр. Һикһән аҙым алыҫлыҡта шәм яндырып ултырталар, шәмде тәрилкә ҙурлығындағы үтә күренмәле ҡағыҙ менән ҡаплайҙар. Маттео Фальконе тоҫҡай, шәмде һүндерәләр, бер минуттан һуң дөм ҡараңғыла ул дүрт атыуҙың өсөһөндә әлеге ҡағыҙға тигеҙә.
Бындай ғәжәп мәргәнлек Маттео Фальконеға ҡарата ҙур ихтирам уята, дан-шөһрәт килтерә. Уны күптәр үҙенең дуҫы тип иҫәпләй, һәр хәлдә, танышлығы менән ғорурлана, шул уҡ ваҡытта унан шөрләйҙәр ҙә. Хәйер, дуҫтарына ярҙамсыл, ярлыларға йомарт был кеше Порто-Веккьо округында барыһы менән дә яҡшы мөнәсәбәттә булды, талашып-ыҙғышып йөрөмәне. Ысынмы- бушмы, уның тураһында йәнә бер хәбәр йөрөй. Корте биҫтәһендә ҡорал менән эш итеүҙә лә, мөхәббәт мәсьәләһендә лә үҙе ише үк көслө, ал бирмәҫ һәм уҫал көндәшенән ҡаты үс алған икән: тәҙрә эргәһендәге көҙгөгә ҡарап ҡырынып торғанда күкрәгенә тейгән пуляны Маттео Фальконе пуляһы тип иҫәпләйҙәр. «Эш»те япҡас, ул ошо көндәше ымһынған ҡыҙҙы ҡатын итеп алған. Джузеппа уға тәүҙә өс ҡыҙ тапты (һәр ҡайһыһы тыуғас, Маттео шашыр сиккә етеп ярһыны, сөнки малай көтә ине), шунан ғына малай бүләк итте. Малайына, үҙенең өмөтөнә, нәҫелен дауам итеүсегә ул Фортунато тип исем ҡушты. Ҡыҙҙарын уңышлы кейәүгә бирҙе. Кәрәк булһа, Маттео кейәүҙәренең хәнйәренә, карабиндарына иҫәп тота ала ине - ышаныслы егеттәр. Ун ғына йәш булһа ла малай үҙенең аҡылы, зирәклеге менән атай күңелендә ҙур өмөттәр уята.
Көҙгө бер иртәлә Маттео ҡатынын эйәртеп, утлауҙа йөрөгән көтөүен ҡарап ҡайтыу ниәте менән, макка китте. Бәләкәй Фортунатоның да уларға эйәрергә уйы бар ине лә, йыраҡ, арырһың, унан йортҡа күҙ-ҡолаҡ бул, тип атаһы уны ҡалдырып китте. Аҙаҡ бик ныҡ үкенәсәген ҡайҙан ғына белһен инде...
Ата-әсәһенең китеүенә бер нисә сәғәт ваҡыт үтте. Фортунато ихатала тыныс ҡына ҡояшта ҡыҙынып ята һәм зәңгәрһыу тау түбәләренә ҡарап, киләһе йәкшәмбелә ҡалала йәшәгән капрал2 ағаһына ҡунаҡҡа барыу тураһында хыяллана. Малайҙың татлы уйҙарын ҡапыл мылтыҡ тауышы өҙҙө. Ул һикереп торҙо, тауыш килгән яҡҡа текәлде. Күпмелер ваҡыттан һуң атыу тауышы йәнә ҡабатланды, һуҡмаҡта һәләмә кейемле, битен һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, тау кешеләре генә кейә торған осло кәпәс кейгән кеше күренде. Ул ҙур ҡыйынлыҡ менән мылтығына таянып-таянып атлай, күрәһең, әле генә атылған пуля тейеп бото яраланған.
Был - төнөн ҡалаға дары алырға барып, Корсика вольтижерҙары3 засадаһына эләккән бандит4 ине. Ул ярһып атыша һәм, ниһайәт, үҙен эҙәрлекләп килеүселәрҙән ҡая таштар артына йәшеренеп, тегеләрҙән юл яҙҙыра алды. Шулай ҙа алыҫ китергә өлгөрмәне, яраһы мактарға барып етергә мөмкинлек бирмәне. Етһә, дошмандарының уны эләктерә алмауы көн кеүек асыҡ ине.
Ул Фортунато янына килде лә:
– Һин Маттео Фальконеның улымы? - тип һораны.
- Эйе , - тип яуапланы малай.
- Мин Джаннетто Санпьеро. Мине һары яғалар5 эҙәрлекләй. Йәшер мине, атлар хәлем ҡалманы.
- Атайым рөхсәтенән тыш йәшерһәм, ул нимә әйтер?
- Дөрөҫ эшләгәнһең, улым, маладис, тип әйтәсәк.
- Әллә шул, әйтерме икән?
- Тиҙерәк йәшер, ҡыуып етеп киләләр бит!
- Атайым ҡайтҡанын көт.
- Көт, имеш. Нисек көтәйем, улар биш минуттан бында буласаҡ. Йәшер, тим, юҡһа мин һине үлтерәм!
Фортунато уға тыныс ҡына былай тине:
- Мылтығыңда патрон юҡ, сумкаң да буш. Нисек үлтерергә уйлайһың?
- Хәнйәрем бар.
- Ә һин мине тота алаһыңмы һуң?
Малай бер-ике һикереп ситкә тайшанды.
- Юҡ, һин Маттео Фальконеның улы түгел! Атайың яҡшы кеше, ә һин ҡара эсле малай. Өйөгөҙ янында тотолоуымды теләйһеңме?
Был һүҙҙәр малайға тәьҫир итмәй ҡалманы.
- Әгәр йәшерһәм, нимә бирәһең? - тине ул хәйләкәр генә һәм бандитҡа яҡынайҙы.
Бандит биленә тағылған күн сумкаһына тығылды ла биш франк тәңкә сығарҙы - ҡалала дары һатып алыу өсөн тәғәйенләнгән булғандыр. Көмөш аҡса күргәс, Фортунато ҡәнәғәт йылмайҙы, тегенең ҡулынан алды ла:
- Ярар, йәшерәм, - тине.
Малай өй янында ултырған бесән кәбәне төбөн соҡоп ҙур ғына өң эшләне. Джаннетто йәһәт кенә шунда кереп бөгәрләнеп ятҡас, һауа керерлек бәләкәй генә тишек ҡалдырып, йолҡҡан бесәнен өңгә кире тығып ҡуйҙы. Бесән араһында кеше ятыуын башҡа ла килтерерлек түгел ине. Өҫтәүенә, зирәк Фортунато йәнә бер хәйлә уйлап тапты: бесәй менән уның балаларын килтереп, шул урынға ебәрҙе, йәнәһе, ихаталағы бесәнде улар күптән ҡуҙғатҡандары юҡ. Унан өй яғына илтә торған һуҡмаҡҡа тамған ҡан эҙҙәрен шәйләп, уларҙың өҫтөнә ентекләп тупраҡ һипте лә бер ни булмағандай киренән ергә һуйлайҙы.
Бер нисә минут үтеүгә, сержант етәкселегендәге һары яғалы һоро форма кейгән алты һалдат Маттео Фальконе өйө алдына килеп тә баҫты. Сержант - Фальконеның алыҫ ҡына туғаны. Исеме - Теодора Гамба. Етеҙ, эшлекле, бандиттарҙың ҡотон алып бөткән һәм уларҙың байтағын тотҡан кеше.
– Һаумы, Фортунато! - тине ул малай янына килеп. - Ҡара, нисек үҫеп киткәнһең, ә! Ошонан яңы ғына берәйһе үткәнен күрмәнеңме?
- Ну, ағай, һеҙҙең һымаҡ булыр өсөн миңә үҫәһе лә үҫәһе әле, - тип яуапланы малай хәйләһеҙ йөҙ менән.
- Үҫерһең, йә, әйт, берәйһен күрмәнеңме?
- Күрмәнеңме, тиһеңме?
- Эйе, шулай тим. Осло түбәле бәрхәт кәпәс, ҡыҙғылт һары төҫтәге куртка кейгән кешене.
- Осло түбәле бәрхәт кәпәс, ҡыҙғылт һары төҫтәге куртка кейгән кешенеме?
- Тап шулай. Тиҙерәк яуап бир, минең һорауҙарҙы ҡабатлама!
- Бөгөн иртәнсәк беҙҙең өй янынан ат менән священник үтеп китте. Ул, атайың ни хәлдә, тип һораны, мин уға...
- Ах, малай аҡтығы, һаман хәйләләшә. Тиҙерәк әйт, Джаннетто ҡайҙа булды? Беҙ уны эҙләйбеҙ, ул ошо һуҡмаҡтан һеҙгә килгән булырға тейеш.
- Мин ҡайҙан беләйем?
- Ҡайҙан беләйем, имеш. Ә мин беләм, һин уны күргәнһең.
- Мин бит йоҡлап ятам, ә йоҡлағанда күреп булмай.
- Алдашма, шельма, йоҡлаған хәлдә лә атыу тауышына уянғанһың бит инде.
- Ағай, һеҙҙең мылтыҡтарығыҙ шулай көслө ата тип уйлайһығыҙмы әллә? Белгең килһә, атайымдың карабины һеҙҙекенән күпкә көслөрәк ата.
- Шайтан алғыры малай булып сыҡтың да! Мин бит Джаннеттоны күргәнеңде беләм. Күреү генә түгел, йәшереп тә ҡуйғанһыңдыр әле. Егеттәр! - Гамба ихата буйлап темеҫкенеп йөрөгән һалдаттарына ҡысҡырҙы. - Өйҙө тентегеҙ, ул бер аяғына аҡһай ине, яралы булһа ла макка етеп эҙ яҙҙырырға маташасаҡ. Яраһынан һарҡҡан ҡан эҙҙәре ошонда юғала.
- Ә атайым ни әйтер? - тип һораны Фортунато, мыҫҡыллы ғына көлөмһөрәп. -Үҙе юҡ саҡта өйгә инеүегеҙҙе белһә, асыуланасаҡ бит.
- Мошенник! - тип ярһып китте Гамба һәм малайҙың ҡолағынан эләктерҙе. -Теләһәм, хәҙер мин һине бөтөнләй икенсе төрлө йырлата алам. Телең асылһын өсөн ҡылыс йөҙө менән артыңа бер егерме тапҡыр һуҡтырғанда, бик килешер ине лә...
Ә Фортунато һаман мыҫҡыллы ғына йылмайыуын белде.
- Минең атайҙың кем икәнен беләһеңме? Минең атай - Маттео Фальконе! - тине ул ғорур рәүештә һәм ятҡан еренән ҡалҡынып уҡ ҡуйҙы.
- Хәйләкәр малай аҡтығы, Джаннеттоның ҡайҙа икәнен әйтмәһәң, мин һине Корте йәки Бастия төрмәһенә алып барып, ҡулдарыңа бығау һала, хатта башыңды өҙә саба алам.
Малай ҡысҡырып көлөп ебәрҙе лә һуңғы һүҙҙәрен ҙур ғорурлыҡ менән йәнә ҡабатланы:
- Минең атай - Маттео Фальконе!
- Сержант, - тип мөрәжәғәт итте вольтижерҙарҙың береһе. -Мин һеҙгә Маттео менән бәхәскә инмәҫкә кәңәш итер инем.
Был һүҙҙәрҙән һуң Гамба бер мәлгә генә юғалып ҡалды, башын эйҙе, баҫынҡы ғына тауыш менән өй эсен тикшереп сыҡҡан һалдаттары менән һөйләшеп алды. Ә бәләкәй Фортунато бесәйенең һыртын һыпырып, ағаһы менән вольтижерҙарҙың аптырашып ҡалғанынан мыҫҡыллы ғына көлөп ултырҙы.
Ҡәһәрең, һалдаттарҙың береһе бесән кәбәне янына барҙы бит! Күпмелер ваҡыт ниңәлер бесәнгә текәлеп торҙо, унан штыгын көсәнмәй генә бесәнгә ҡаҙаны, яурындарын һикертте - эҙләгән кешеләренең ошонда булыу ихтималлығы үҙенә лә көлкөлө тойолдо шикелле. Бер нәмә лә һелкенмәне, ҡыштырламаны, малайҙың йөҙө лә тыныс ҡалды, тулҡынланыуын һиҙҙермәне.
Сержант менән уның отряды торған һайын түҙемһеҙләнә барҙы: ҡайһы бер һалдаттар кире китергә йыйынған һымаҡ, үҙҙәре килгән һуҡмаҡ яғына күҙ һалды, Гамба Маттео малайына ҡурҡытыу бер нисек тә тәьҫир итмәгәненә төшөнөп, һуңғы көстө - юхалап нисек тә үҙ яғына ауҙарыу юлын ҡулланырға ҡарар итте.
- Туғаным, - тине ул мөмкин тиклем йомшаҡ тауыш менән. - Һин шәп егет, тик ниңәлер минең менән бесәй-сысҡан уйыны уйнайһың. Мин һине бер нимәгә ҡарамай үҙем менән алып китер инем, Маттео ағайымды борсоуға һалғым килмәй. Атайың ҡайтҡас, мин уға бөтәһен дә һөйләп бирәм, ул һине алдағаның өсөн ныҡ ҡына һыҙырасаҡ.
- Ҡарарбыҙ. Атайым һиңә ышанырмы, миңәме...
- Күрерһең... Тыңла, мин һиңә бер нәмә бүләк итәм...
- Ә мин, ағай, һиңә шундай кәңәш бирәм: әгәр һеҙ артабан да ошонда тапанһағыҙ, Джаннетто мактар араһына инеп юғаласаҡ, уны ҡыуып етер өсөн һеҙгә тағы әллә нисә һалдат кәрәк буласаҡ. Шуға күрә юлығыҙҙы дауам итһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр ...
Сержант кеҫәһенән көмөш сәғәт тартып сығарҙы, ул кәм тигәндә ун экю тора ине. Бәләкәй Фортунатоның күҙҙәре осҡонланып китеүен шәйләне лә йылтыр сылбырының осонан тотоп аҫҡа һалындырҙы.
- Алдаҡсы малай, күкрәгеңә ошондай сәғәт аҫып йөрөгөң килмәйме ни? Күҙ алдыңа килтер, Порто-Веккьо урамдары буйлап тауис кеүек эре генә китеп бараһың, эргәңдән үтеүселәр, эй, егет, сәғәт нисә, тип һорай, ә һин, бына, үҙегеҙ ҡарағыҙ, тип яуаплайһың да күкрәгеңә төртөп күрһәтәһең.
- Үҫә төшкәс, капрал ағайым миңә былай ҙа сәғәт бүләк итәсәк.
- Капрал ағайыңдың улының сәғәте бар инде. Әлбиттә, былай уҡ матур түгел. Ә бит ул һинән бәләкәйерәк.
Малай тәрән көрһөндө.
- Йә, әйт, сәғәтле булғың киләме?
Күҙ ҡырыйы менән генә сәғәткә ҡараған Фортунато алдында бешкән тауыҡ себеше ятҡан бесәйгә оҡшап тора ине. Үҙе менән уйнағандарын самалай, эргәһендәге себешкә тырнаҡтарын батырырға ҡыйыулығы етмәй, ымһыныуынан ҡотолоу өсөн ваҡыт-ваҡыт ҡарашын ситкә ала, ялана, тамшана, үҙенең бөтә булмышы хужаға, шаярыуығыҙ ҡайһылай уҫал, тип әйткән һымаҡ.
Әммә сержант Гамба сәғәтен, ысынлап та, малайға бүләк итергә йыйынды, ахыры, Фортунато һаман ҡулын һонмай, һаман икеләнә.
- Ниңә минән көләһегеҙ? - тине ул, ниһайәт, ниндәйҙер үпкәле тауыш менән.
- Аллаһы тәғәлә шаһит, һис көлмәйем. Джаннеттоның ҡайҙа икәнен әйтһәң, сәғәт һинеке.
Фортунато ышанмай көлөмһөрәне, ҡара күҙҙәре сержанттың күҙҙәренә текәлде - ҡарашынан, бының һүҙҙәренә ышанырға буламы, тигән һорауға яуап эҙләүе күренеп тора ине.
- Ярҙамың өсөн ошо сәғәтте бирмәһәм, эполеттарымды йолҡоп алһындар! - тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе сержант. - Һүҙемдән кире ҡайтмағаныма, бына, һалдаттарым шаһит булһын!
Ул шулай тине лә сәғәтте яйлап ҡына Фортунатоға яҡынайтты, сылбырынан тотҡан килеш тегенең ағарған йөҙөнә тигеҙеп-тигеҙеп алды. Шундай шәп сәғәтте алыу теләге ҡунаҡсыллыҡ бурысы менән көрәшеүе малайҙың бар булмышына яҙылғайны. Уның күкрәге йыш тын алыуҙан күтәрелә, һауа етмәй, йөрәге туҡтар хәлгә етеп дөпөлдәй, ә сәғәт сылбыры, ҡояшҡа ялтырап күҙен сағылдыра...
Ниһайәт, Фортунато ҡыйыуһыҙ ғына сәғәткә һонолдо, уң ҡулының бармаҡтары көмөш корпусына ҡағылды, сержант сылбыр осон ысҡындырмаһа ла, усына ятты... Зәңгәр циферблат... Ялтырағансы таҙартылған корпус... Ҡотҡоға бирелеү тойғоһо ифрат көслө.
Фортунато һул ҡулын күтәрҙе, һуҡ бармағын яурыны аша үҙе арҡаһы менән терәлгән бесән кәбәненә төрттө. Сержант малайҙың ишараһын шундуҡ аңланы, сылбырҙың осон ҡулынан ысҡындырҙы - һәм Фортунато шәп сәғәттең хужаһына әйләнде - ул урынынан һикереп торҙо ла болан етеҙлеге менән кәбәндән ситкә ташланды, ә вольтижерҙар кәбәнде аҡтарырға, тирә-яҡҡа бырғатырға кереште.
Оҙаҡламай бесән хәрәкәткә килде, ҡулына хәнйәр тотҡан, ҡанға батҡан кеше килеп сыҡты ла аяғына баҫырға маташты, тик, яраһы ауыртыуға түҙә алманы, гөрҫ итеп ҡолап китте. Сержант уға ташланды ла хәнйәрен ҡайырып алды. Ныҡ ҡына ҡаршылашыуына ҡарамаҫтан, күмәкләп ҡасҡалаҡтың аяҡ-ҡулын бәйләп тә ташланылар.
Ҡоро сыбыҡ-сабыҡ кеүек сырмалған килеш ятҡан Джаннетто башын үҙенә яҡынлаған Фортунатоға табан борҙо ла:
- ... улы! - тине, асыуланыуҙан бигерәк нәфрәт менән ҡарап.
Малай көмөш тәңкәне ырғытты - хәҙер уны алырға хаҡы юҡлығын аңлағайны, тик тотҡон быға бөтөнләй иғтибар итмәне. Ниндәйҙер тыныс, һалҡын ҡанлылыҡ менән сержантҡа өндәште:
- Хөрмәтле Гамба, атларлыҡ хәлдә түгелмен, шуға ҡалаға тиклем мине күтәреп алып барырға тура киләсәк.
- Һин әле генә кәзәнән дә етеҙерәк йүгерә инең, - тип ҡаршы төштө еңеүсе. -Хәйер, тыныс бул, эләктереү шатлығынан мин һине үҙем йөкмәп алып барырға ла риза. Юҡ, иптәш, ағас ботаҡтарынан, плащыңдан беҙ носилка эшләрбеҙ, ә Кресполи фермаһында берәй ат табырбыҙ.
- Риза, - тине әсир. -Тик носилкаға һалам түшәгеҙ, ятыуы уңайлыраҡ булыр.
Вольтижерҙар эш менән мәшғүл булған арала - берәүҙәр каштан ботаҡтарынан носилка яһаны, икенселәре әсирҙең яраһын бәйләне - боролоштан Маттео Фальконе менән ҡатыны күренде. Каштан тултырылған ҙур тоҡто саҡ йөкмәп килә ҡатын, алға ныҡ эйелеп, ауырлыҡ менән атлай, ә ирҙең бар йөгө - ҡулындағы мылтыҡ, арҡаһында йәнә бер мылтыҡ. Ысын ирҙәргә ҡоралдан башҡа нәмә күтәреп йөрөү төҫ түгел.
Һалдаттарҙы күргәс, Маттеоның башына төшкән иң беренсе уйы шул булды: мине ҡулға алырға килгәндәрме әллә? Властар менән бер төрлө лә килешмәүсәнлеге булманы шикелле. Киреһенсә, ул - ышаныслы кешеләр исемлегендә. Маттео бәләкәй кеше, шул уҡ ваҡытта уның корсиканлы һәм тау кешеһе икәнен дә оноторға ярамай. Ә ҡайһы корсиканлы һәм тау кешеһе, үҙенең хәтерендә ныҡлап ҡаҙынһа, ниндәй ҙә булһа берәй гонаһ тапмай? Әйтәйек, кемгәлер мылтыҡ тоҫҡау, хәнйәрҙе эшкә ҡушыу, башҡа шуның ише ваҡ-төйәк. Маттео Фальконеның намыҫы башҡаларҙыҡы менән сағыштырғанда барыбер ҙә таҙараҡ, сөнки бына ун йыл инде ул үҙенең мылтығын әҙәм балаһына тоҫҡағаны юҡ. Шулай ҙа һағайҙы, әгәр кәрәк булһа, ныҡлап ҡаршы торорға әҙерләнде.
- Бисә, - тине ул Джузеппаға. -Тоғоңдо ташла, әҙер бул. - Ҡатын иренең бойороғон шундуҡ үтәне. Маттео арҡаһындағы мылтығын алып уға тотторҙо: -Атыш сыға ҡалһа, ҡамасаулауы бар. - Ҡулындағыһын алды ла, юл ситендәге ағастарға ышыҡлана-ышыҡлана, яй ғына өйөнә яҡынланы. Ҡатыны икенсе мылтыҡты, патронташты тотоп, уның артынан эйәрҙе. Яҡшы ҡатындың бурысы - һуғыш мәлендә иренә мылтыҡты ҡороп биреп тороу.
Мылтығын алға һоноп, һәм бармағын тәтегә ҡуйып, үҙҙәренә яҡынлаған Маттеоны күргәс, сержант ҡурҡып китте: «Джаннетто Маттеоның мин белмәгән берәй туғаны йәки дуҫы булып, ул уны яҡларға теләһә? - тип уйланы Гамба. - Ул саҡта уның ике пуляһынан ике һалдат үләсәк. Туған тип тормай, иң тәүҙә миңә тоҫҡаһа? Уның мәргәнлеге һәр кемгә мәғлүм...»
Сержанттың башына ҡыйыу фекер килде - Маттеоның үҙенә ҡаршы барырға ла күптәнге танышы, хатта туғаны булараҡ, бөтәһен дә һөйләп бирергә.
– Эй, Маттео! - тип ҡысҡырҙы ул, ҡаршы атлап. -Төшөр мылтығыңды. Был мин, Гамба, һинең туғаның. Нисек йәшәйһең?
Маттео туҡтаны, шулай ҙа өндәшмәне, сержант үҙ хәбәрен һүткән арала мылтығын яй ғына тағы ла өҫкәрәк күтәрҙе.
- Хәйерле көн, бротелло!6 - тип сәләмләне сержант, ҡулын һуҙҙы.- Һинең менән күптән күрешкән юҡ.
- Хәйерле көн.
- Мин юл ыңғайы ғына һуғылдым, хәлегеҙҙе беләйем әле, тинем. Бөгөн беҙгә байтаҡ юл үтергә тура килде. Беҙ Джаннетто Санпьероны һинең ихатала килеп тоттоҡ.
- Аллаға шөкөр! - тип һүҙгә ҡушылды ҙур ҡәнәғәтлек менән Джузеппа. - Үткән аҙнала ул беҙҙең һауын кәзәһен урлап алып киткәйне.
Был һүҙҙәр Гамбаны шатландырҙы.
- Ул ҡәбәхәт беҙҙең менән арыҫлан кеүек алышты, - тине сержант, асыуланып. - Минең бер стрелокты үлтерҙе, капрал Шардондың ҡулын яраланы. Уныһы - ваҡ бәлә, Шардон - француз. Шул тиклем оҫта йәшеренгән, бандит, шайтан үҙе эҙләһә лә таба алмаҫ ине. Әгәр Фортунато күрһәтмәһә, мин уны бер ҡасан да тота алмаҫ инем.
– Фортунато?! - тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе Маттео.
– Фортунато?! - тип ҡабатланы Джузеппа.
- Эйе. Джаннетто бесән араһына кергән дә ултырған, эҙләйбеҙ, эҙләйбеҙ - һис табып булмай, аҡыллы малай уның кәбән эсендә ултырғанын күрһәтте лә ҡуйҙы. Мин уның тураһында капрал ағаһына ла һөйләйәсәкмен, беҙгә ярҙам иткәне өсөн ул берәй награда ебәрер. Прокурорға яҙған донесениела мин һине лә, улыңды ла билдәләп үтермен, - сержант ҡәнәғәт йылмайҙы.
- Ләғнәт төшкөрө! - Маттео ыҫылдап һүгенде.
Улар отряд янына килде. Джаннетто носилкала ята, уны алып китергә йыйыналар. Тотҡон Маттеоны Гамба менән бергә күргәс, нисектер мыҫҡыллы көлөмһөрәне, ласҡылдата төкөрөп, теш араһынан ике генә һүҙ һығып сығарҙы:
- Хыянатсы йорто!
Үлемгә дусар ителгән бәндәнең генә шулай Маттеоны хыянатсы тип атарға ҡыйыулығы етә. Икенсе ваҡыт булһа, бының ише кәмһетеүгә хәнйәр ошо секундта уҡ сик ҡуйыр ине. Маттео, ҡара янып, ауырыған кеше һымаҡ усы менән маңлайын тотто.
Фортунато, атаһының кәйефе боҙолғанын шәйләп, өйгә инеп китте лә һөтлө көрөшкә тотоп сыҡты, ҡарашын ергә ҡаҙап, һөттө Джаннеттоға һондо.
- Күҙемдән юғал, хәшәрәт! - тип ҡалын тауыш менән аҡырып ебәрҙе тотҡон, шунан, вольтижерҙарҙың береһенә боролоп, тыныс ҡына өндәште: - Иптәш, эсергә бир әле, тамаҡ кипте.
Һалдат, флягаһын алып, әсирҙең ауыҙына һыу ҡойҙо - әле генә үҙе менән атышҡан кешенең ҡулынан һыуһынын ҡандырғансы эскәс, тотҡон ҡулдарын артҡа шаҡарып бәйләмәүҙәрен, алғы яҡҡа сырмауҙарын үтенде.
- Мин уңайлы итеп ятырға яратам, - тине ул.
Үтенесен ҡәнәғәтләндерҙеләр, сержант ҡуҙғалырға бойорҙо ла Маттео менән хушлашты, тик яуап ала алмағас, етеҙ аҙымдар менән тигеҙлек яғына атланы.
Ун минутлап ваҡыт үтте, Маттео, мылтығына таянып, баҫҡан урынында тора бирҙе. Малай, борсолоп, әле атаһына, әле әсәһенә ҡараны.
- Яҡшы башлайһың, - тине, ниһайәт, Маттео ҡарлыҡҡан тауыш менән. Тауышы тыныс, әммә уның холҡон белгән кешеләр өсөн ҡурҡыныс сыҡты.
- Атай! - тип ҡысҡырып ебәрҙе малай, күҙҙәре йәш менән тулды, алдына тубыҡланырға теләгәндәй, бер аҙым алға атланы. Тик Маттео йәнә ҡаты өндәште:
- Кит, күҙемә күренәһе булма!
Һәм малай, буҫлығып илай-илай, атаһынан бер нисә аҙым ситкә китте.
Яндарына Джузеппа килде. Улының күлдәге аҫтындағы сылбырҙы күрҙе.
- Был сәғәтте һиңә кем бирҙе? - тип һораны ул, ҡәтғи генә итеп.
- Сержант ағай.
- Кеше ғүмерен сәғәткә һаттыңмы? - Маттео сәғәтте тартып алды ла асыу менән ергә бәрҙе - Гамба бүләге ташҡа төшөп селпәрәмә килеп тирә-яҡҡа осто. -Бисә! - тине Маттео. -Был минең баламы?
- Маттео, һин үҙ аҡылыңдамы, һинеке булмай, кемдеке булһын?
- Тимәк, был бала беҙҙең нәҫелдә беренсе хыянатсы?
Фортунатоның шыңшыуы көсәйҙе, Маттео унан һаман үҙенең һеләүһен ҡарашын алманы. Бына ул мылтығының прикладын ергә төрттө лә яурынына ташланы һәм, улына үҙе артынан эйәрергә ҡушып, мактарға алып бара торған һуҡмаҡҡа төштө.
Джузеппа иренә ташланды, илап-ялбарып, уның ҡулына йәбеште.
- Ул бит һинең улың, берҙән-бер улың! - тип һулҡылданы ул ҡалтыраныулы тауыш менән һәм ҡара күҙҙәре менән иренең күҙҙәренә ялбарып ҡараны, әйтерһең дә, уның күңелендәгеһен белергә теләй ине.
- Кит, миңә ҡағылма! - тине Маттео ҡәтғи генә. - Мин уның атаһы, нимә эшләргә кәрәклеген үҙем беләм.
Джузеппа улын ҡосаҡлап үпте, унан, һыҡтай-һыҡтай, өйөнә ҡарай атланы. Ингәс мөйөштәге тәре алдына барып тубыҡланды ла ҡабаланып суҡынырға кереште. Ә Фальконе һуҡмаҡ буйлап ике йөҙ самаһы аҙым атланы ла кескәй генә уйпатлыҡҡа төштө. Ерҙе мылтыҡ прикады менән төртөп ҡарап, уның йомшаҡ икәненә ышанды, тимәк, ҡаҙыуы ҡыйын булмаясаҡ. Ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн был урынды уңайлы тип тапты.
- Фортунато! Анау таш алдына барып баҫ.
Атай бойороғон тыңлап, Фортунато таш эргәһенә барып баҫты, шунан тубыҡланды.
- Суҡын!
- Атай, атай, үлтермә!
- Суҡын, тинем! - тип ҡабатланы Маттео, асыулы итеп.
Бутала-бутала, тотлоға-тотлоға, малай белгән доғаларын уҡырға тотондо. Атай кеше уның артынан «амин» тип ҡабатлап торҙо.
- Бүтәнде белмәйһеңме ни?
- Атай, мин тағы литанияны беләм, уларҙы апайым өйрәткәйне.
- Ул бик оҙон. Ярар, уҡы әйҙә...
Литанияны малай шыбырлап ҡына уҡыны.
- Бөттөмө?
- Атай, үлтермә, ғәфү ит. Мин бер ҡасан да башҡаса улай итмәм. Мин капрал ағайымдан Джаннеттоны ебәреүен һорайым...
Малай тағы әллә нимәләр һөйләне, Маттео уны ишетмәне, мылтығын тоҫҡап, былай тине:
- Аллаһы тәғәлә ярлыҡар.
Фортунато, баҫып, атаһының аяғына йығылырға ынтылды, тик өлгөрә алманы, Маттео тәтегә баҫты һәм малай ҡырҡылған йәш ағас кеүек ергә ҡоланы.
Улының мәйетенә боролоп та ҡарамай, Маттео башын эйгән килеш һуҡмаҡ буйлап өйөнә йүнәлде. Аяҡтарын саҡ алыштырып атланы, әйтерһең дә, елкәһенә ауыр йөк һалған. Мылтыҡ тауышын ишетеп, ҡаршыһына Джузеппа йүгереп сыҡты ла:
- Һин ни эшләнең? - тип ҡысҡырып ебәрҙе.
- Ғәҙел хөкөм сығарҙым.
- Үҙ улыңды үҙ ҡулдарың менән... Бер бандит өсөн... Ҡайҙа ул?
- Соҡорҙа. Хәҙер ерләрмен. Ул христиан булып үлде. Йыназа уҡырбыҙ. Кейәүгә, Теодор Бьянкаға, әйтергә кәрәк, йәшәргә беҙгә килһендәр...
Руссанан Әмир Әминев тәржемәһе.
1. Муфлон — ҡырағай тәкә.
2.Капрал тип элек Корсика коммуналары һайлаған предводителдәрҙе атағандар, улар феодаль сеньорҙарға ҡаршы көрәшкән. Хәҙер был исемде үҙенең биләмәләре, киң таныш-тоношлоғо, күп клиенттары арҡаһында ихтирам менән файҙаланған һәм ҡулында кантон кимәлендә хөкөм власы булған кешегә ҡарата әйтәләр. Боронғо ғәҙәт буйынса корсикандар биш сословиеға бүленә: дворяндар, капралдар, граждандар, плебейҙәр, килмешәктәр. (Автор иҫкәрмәһе)
Фото: pushinka.top сайтынан.