+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Июль , 18:37

Һыйыр тураһында йыр. Хикәйә. Йыһат Солтанов

Көтөп-көтөп тә, ул йыр һаман донъяға күренмәгәс: «Ҡорҙаш, ҡорҙаш, оноттоңмо ни үткәндәрҙе? Әгәр ул саҡтарҙа һыйыр булмаһа, бөгөн һин булыр инеңме лә, беҙ булыр инекме?» – тип битәрләйҙәр. Мин өндәшмәй генә башымды эйәм. Их, белһә ине улар эстә ни янғанын!..

Һыйыр тураһында йыр. Хикәйә. Йыһат Солтанов
Һыйыр тураһында йыр. Хикәйә. Йыһат Солтанов

 Бына нисә йыл инде шул йырҙы ижад итә алмай интегәм. Өҫтәл тартмамда һарғайып бөткән ҡағыҙ ята, тынғы бирмәй үҙенә тарта. Көн дә мин, ҡырҡ эштәремде ҡуйып тороп, шул тартмаға һонолам, унда уңып бөткән зәңгәр ҡаралы яҙыу күрәм: «Һыйыр тураһында йыр». Күҙ һалам да шул яҙыуға, түбән эйелә башым, төшөп китә ҡәләмем... 1943 йылдың әсе яҙы ине. Бөйөк Ватан һуғышының ғәрәсәте өйҙән-өйгә ишек шаҡып йөрөгән саҡ.

Миңә ун бер йәш, апайыма ун өс йәш. Һуғыштың башынан алынып, Башҡорт атлы дивизияһында йөрөгән атайым, Донбасс ерен фашистарҙан азат итеү өсөн дошман тылына тәрән рейдҡа ингән саҡта, дивизияның бик күп кешеләре менән ҡуша ҡамауҙа ҡалып, хәбәрһеҙ юғалған. Әсәйем шул ҡайғыһынан һәм аслыҡтан миктәп, түшәккә йығылды, оҙаҡ һауыға алмай, саҡ йөрөй. Шулай итеп, донъя йөгө апайым менән минең елкәгә төштө.

Кистән буран ҡоторҙо, йөрәкте өҙөп, әсе ел һыҙғырҙы. Бер ҡатлы ғына тәҙрәбеҙгә шаҡ та шоҡ боҙло ҡар бәрҙе. Күҙ төбәп көткән берҙән-бер малыбыҙ – Ҡашҡа һыйырыбыҙҙың төнгөлөккә тамағын тәрбиәләп, торор урынын томалап, аҙбарға ел һуҡмаҫтай итеп ҡапҡаһын нығытып ингәнбеҙ. Ләкин үҙебеҙгә тәҙрә төптәренән, һылауы ҡупҡан бүрәнә ектәренән ел бәрә. Һуҡыр шәм яҡтыһында өй эсендә көмөш туҙандай ваҡ-ваҡ ҡына ҡар бөртөктәре өйөрөлә. Буй урындыҡ башында, мөйөштә, әсәйем һаташып ыңғыраша. Мейес араһында бесәй балалары аслыҡтан сыйылдай. «Был ғына һеҙгә аҙ әле!» тигәндәй, өйҙөң һуңғы йылыларын һурып алып, мейес ҡалағын тыҡырҙатып, мөрйә илай...

Апайым да, мин дә, ауырыу әсәйем дә йоҡламай, һәр кем үҙ уйын уйлай. Бер өй эсендә ятһаҡ та, һәр беребеҙ айырым-айырым ҡар бураны йырып бара, буран ҡосағында интегә кеүек.

Апрель етһә лә, һаман яҙ булмай, һаман көндәр һыуына; лапаҫ башында – бесән, утынлыҡта утын бөтә, тип бошонам мин. Иртәгә бер ыумаслыҡ та он юҡлығын, иртүк тороп, билбау аҫты буш килеш тағы ла колхоз идараһына ашарға һорап барырға тура киләсәген көрһөнөп күҙ алдыма баҫтырам. Юҡ, быйылға мәктәпте ҡуйып торорға, ҡара яҙ башынан уҡ, билде ҡыҫа быуып, һабанға сығырға кәрәк, тигән ныҡлы уйға киләм.

Ә тәҙрәгә шаҡ-шоҡ бәреп, буран олой ҙа олой, мөрйә илай ҙа илай. Ниңә һаман яҙ килмәй, ниңә былай оҙон-оҙаҡ булды һуң әле был ҡыш? Туҡта, туҡта, был ниндәй моң, был ниндәй йыр? Тәҙрәләрҙең сеңләүен, мөрйәләрҙең илауын, йөрәктәрҙең һыҙлауын баҫып, ҡайҙан килеп керҙе әле был танһыҡ йыр? Ҡайһындай ҙа наҙлы йыр, ниндәйен дә сазлы йыр!

Күҙҙәремде аса алмай, хистәремде баҫа алмай, өй эсенә тулған моңдо тыңлап ятам, йырҙы тыңлап ятам.

Күңелем менән мин ташҡын Һаҡмарымдың ап-аҡ яллы тулҡындарын күкрәгемә ҡыҫа-ҡыҫа ярһып барам – ата-бабам, үҙем эскән йәншишмәмдең, Һаҡмарымдың тәрән күкрәк моңо булып һыҙылып сыға был йыр.

Күңелем менән мин, тилереп, май айының аллы-гөллө сәскәләре атҡан йәшел болонлоҡта тәкмәс атып уйнайым, ата-бабам бесән сапҡан, усаҡ яҡҡан тыуған яҡтың әрем еҫен һулай-һулай йырлайым – ғәзиз ерҙең йөрәк моңо булып һыҙылып сыға был йыр.

Күңелем менән мин, елкенеп, бөркөт булып күккә ашам, ал Ҡояшты ҡарпып алып, Уралыма аҡ нур сәсәм, көнгә шытҡан бөрөләрҙең ысыҡлы күҙен һыпырып асам – йәшел йәшлек шаңы булып һыҙылып сыға был йыр. Тәпәш кенә өйөбөҙҙө тормош дәрте менән көйләп, ябайҙарҙан ябай ауаз булып һуҙыла был йыр. Беҙ белгән йыр, беҙҙең балалыҡ белгән йыр.

Мин, йөрәгем сығып китер һымаҡ ашҡынған хәлдә, йырҙың төштә түгел, өндә икәненә ышанып етмәгән хәлдә, күҙҙәремде асам. Эйе, эйе, беҙҙең өйҙә был минутта ысынлап та изге йыр: миңә ҡарап мөңрәп тора һыйыр. Үҙебеҙҙең һыныҡ мөгөҙлө, бөйрәкәй Ҡашҡаһыйыр. Алдында, бер ус бесән өҫтөндә, тояҡтары балауыҙ һымаҡ һап-һары, һырт-арҡаһынан ҡатыҡ аҡҡандай ап-аҡ бөйрәкәй-билле, әрсеп һалынған шалҡан кеүек, еп-еүеш быҙау ята. Ҡашҡаһыйыр, мызылдап мөңрәй-мөңрәй, уның ҡыҙыл йөндәрен ялап ҡорота, үҙе мейес араһынан сығып килгән арыҡ инә бесәйгә асыулы күҙ ата. Бесәй, әҙәп һаҡлаған һымаҡ, ашығып урындыҡ аҫтына инеп китте, һыйырҙың да асыуы бөттө. Мыяубикә, ҡасҡан еренән сығып, түргә һикереп менде, әсәйем янына килеп, битен йыуа башланы: бындай изге минуттарҙа кем кенә ҡыуһын инде!

– Ниңә быҙау әбинешергә әйтмәнегеҙ? – тип шелтәләнем апайымды.

– Бик тәмле итеп йоҡлап ята инең шул, ҡыҙғандыҡ уятырға.

Их был ҡыҙҙарҙы!..

Ҡуңалтаҡ быйма эләктереп, тышҡа атылып сыҡтым, лапаҫ башына осоп мендем. Ыш иткән ел-тауыш юҡ, күк йөҙө, әсәйем йыуған тәҙрә өлгөһөләй, салт аяҙ ине. Баш өҫтөндә, ҡул һуҙым ғына тәңгәлдә, йоҙроҡтай эре йондоҙҙар, баҙырлап, ус төбөнә үрелә.

Көҙҙән үк айырым өйөп, иҫке сана табаны менән баҫтырып ҡуйған йәшел кәрешкә бесәндең бер күтәремен елдереп алып индем. Әсәйем ең һыҙғанған, һөт күнәген ялтлатып йыуып ҡуйған, инде хәҙер мөйөштәге әрһеҙ күнәккә ҡаҙандан йылы һыу һоҫа. Тәпәндәге барлы-юҡлы тоҙҙо асып ҡараны, ул беҙҙең иң һуңғы услам тоҙ ине. Бер аҙ уйланып торғас, бөтөргәнсе күнәккә ҡаҡты уны. Ҡулы менән болғатып, күнәкте апайыма бирҙе. Күҙҙәре төпкә батып, сарсап торған Ҡашҡаһыйыр апайым ҡулынан тоҙло һыуҙы бөтөргәнсе һемереп, күнәк төбөн тыҡырҙатып яланы. Тояҡланып имергә йәбешкән билдәш быҙауын, әленән-әле мөңрәй-мөңрәй, беләк буйы яғымлы-ялмауыр теле менән һыйпаҡлап, мин килтергән йәшел бесәнде умырып ашай башланы. Өйгә бөркөү сәскәле йәй айҙарының хуш еҫтәре таралды. Башына аҡ яулыҡ бәйләгән әсәйем, әйтерһең, тамам һауығып, һыйырҙың икенсе яғынан ниндәйҙер мәрхәмәтле, изге, нурлы йөҙ менән һауырға ултырҙы.

– Биргәнеңә шөкөр, асҡа үлмәбеҙ инде. Балаҡайҙарым-ҡолонсаҡҡайҙарым бәхетенә берүк иҫән-һау була күр инде, йондоҙом! – тип һөйләнде ул.

Инәһенең ыуыҙын имеп ҡанған быҙау, эскәмйәләй дүрт тояғын дүрт яҡҡа тарбайтып, ҡаҡ иҙәндә тая-тая, бесән янына килде, моронона сыбыҡ төртөлөп, буғай, сөскөрөп ҡуйҙы. Уның ҙур булып ҡурҡып асылған күҙҙәрен, бөрсөк-бөрсөк тирле тәңкә танауын, бәләкәс кенә дағалай ҡашҡа маңлайын әллә ҡайҙан үрҙән ҡапыл һалынып төшкән бик ҙур, яғымлы нәмә ауырттырып һәрмәләне. Быҙау был нәмәнең үҙен хәстәрләүсе инә теле икәнен, унан ҡурҡырға кәрәкмәгәнен аңланы, иркәләнеп, сабый муйынын һуҙҙы. Был минутта һыйырҙың да, быҙауҙың да күҙҙәре саф аяҙ, ерҙе ҡотлап тәҙрәгә нур ҡойған таңғы болотһоҙ күк төҫлө керһеҙ аяҙ ине.

Әсәйем беҙгә ҡарап алсаҡ йылмайҙы:

– Инде беҙ ҙә ҡара ергә иҫән-аман аяҡ баҫырбыҙ, балаҡайҙарым.

Күнәк төбөнә гөбөр-гөбөр ағылған һөт йыры өйгә яңы тормош килеүе, яҙҙың ыҙғар ҡышты еңеү мәҙехе булып яңғыраны.

Ысынлап та, ул йылда беҙгә уҡыуҙы тоҙлап торорға тура килде. Ҡара яҙҙан уҡ апайым – ер тырматырға, мин һабанда үгеҙ башы тоторға эшкә сыҡтыҡ. Һуғыш ғәрәсәте оҙаҡҡа һуҙылыу арҡаһында, колхозда мал-тыуар бөтөп, үгеҙ ҙә, ат та етмәгәнлектән, һабанға һыйыр егергә тура килде, һаулыҡҡа туйына алмаған әсәйем быйыл еңелерәк эшкә – хат таратыусы итеп тәғәйенләнгәйне. Ул иртүк почтаға барырға йыйынған еренән туҡталып, ике ай ҙа тулмаған билдәш быҙауҙы ҡосаҡлап, мине тәүге яҙғы һабаныма Ҡашҡаһыйырыбыҙҙы етәкләтеп ебәрҙе, һабан артынан ҡашҡа билдәш быҙау – баҡырып, әсәйем күҙ йәшен һөртөп оҙатып ҡалды.

Һәй, ҡыйын булды ул йылдың һабандары!.. Ашарға юҡ, өҫкә юҡ, аяҡта сабата тишек. Бер ҡаранан бер ҡарағаса бил яҙмай эшләйһең. Малдар арый, йөрөмәй, ҡысҡыра-ҡысҡыра тамаҡ бөтә. Тик нисек тә һөрөргә, күберәк һөрөргә кәрәк, фронтҡа икмәк үҫтереп бирергә кәрәк. Һабан тотоусым – һалдат ҡатыны Мөнирә еңгә, ә мин малҡайҙарҙы ҡыуам. Үгеҙ ҡатарынан һонолоп тартҡан Ҡашҡаһыйыр сыбыртҡы шартлаған һайын ҡалтырап ҡуя, көбөләй елен-имсәктәре, атлағанда, тәртәгә бәрелеп ҡанап бара. Туҡтаған ҡыҫҡа араларҙа ул, ауыл яғына боролоп ҡарап, йөрәк өҙгөс итеп баҡыра, миңә билдәш быҙауҙың да алыҫ-алыҫтан илау тауышы ишетелгәндәй була. Һыйырҡайҙың моңло күҙҙәренән ҡасып ситкә боролам.

– Эй йәнем, ниндәй гонаһ шомлоҡтары икән был? Гөбөрҙәтеп һауа торған быҙаулы һыйырҙы һабанға егеп йөрөйбөҙ... Гитлерҙың ғына ҡара башына төшһөн бының ҡоһоро!.. – тип әсенеп һөйләнә еңгәм. Бер ыҙанды тамамлап, икенсеһенә төшкән арала ул, һабанды туҡтатып, һыйырҙы туғара.

– Эй малҡайым, ниндәй бәхетһеҙ һин! – ти ул, Ҡашҡаның ҡанап торған ҡамыш имсәктәрен һыпырып. Ләкин һыйыр уны яҡын ебәрмәй, мөгөҙө менән һелтәй.

– Һауырға ине. Елене һыҙлай бит, – ти еңгәм, миңә төбәлеп ҡарап. – Кил, ҡәйнеш, үҙең тотоноп ҡара, булмаһа.

Малай башыма был әллә нисек тойола.

– Ниңә туғарҙың, – тим, үпкәләберәк уға, – егеүле килеш һауаһы ине.

Еңгәм, сирҡанып, көллө тәне менән ҡалтырап, кинәйәле күҙ ата:

– Тәүбә, тиң. Егеүле һыйырҙы һауырға, выжданымдан яҙмағанмын әле мин.

Өндәшмәй, һыйыр ҡатарына сүкәйеп ултырам, тартҡан һайын имсәктәрҙән безелдәп сыҡҡан ап-аҡ һөттө боҫланып ятҡан ҡара бураҙна төбөнә ағыҙам...

Кисен әсәйем арманһыҙ булып ҡайтҡан Ҡашҡаһыйыр менән мине эсе үткәшкән ҡашҡа билдәш быҙауҙы етәкләп ҡаршы ала. Әсәйем дә, мин дә өндәшмәйбеҙ, тик бахыр быҙау ғына, сабыйҙай үкһеп, имсәкте тарта, уларҙың буш икәнен тойоп зарлана. Тиҙҙән ул да тына. Ҡашҡаһыйырға колхоздан тейгән болғау нормаһын һалып, быҙауы менән ҡалдырабыҙ, үҙебеҙ, өйгә инеп, ҡара һыуға болғатылған ыумас эсергә ултырабыҙ. Апайымдың да, минең дә күҙҙәрҙе йоҡо баҫа, көнө буйы йөрөп талған табандар әсетеп һыҙлай. Әсәйем, беҙгә ҡарап, әкрен генә көрһөнә. Был минутта өсөбөҙ ҙә, моғайын, бынан бер ай ғына элек, ҡышты ҡыуып, ҡашҡа билдәш быҙау булып өйгә ингән яҙ йырын, тәпән төбө таҡырайып, өмөт һүнеп, һуңғыбыҙға таянғанда, көтмәгәндә, әкиәттәгеләй ҡабарып бешкән ыуыҙ ҡоймағын, иртән һемереп эскән боҫло ҡуйы һөттәрҙе, туҡып ҡапҡан бауырҙай ҡаты ҡатыҡтарҙы, аҡ һәм ҡыҙыл эремсектәрҙе иҫкә төшөрөп, шым ҡалғандыр.

– Күнәк биреп ебәрмәгәнһең, – тим мин, бер аҙ өнһөҙ ултырғас, әсәйемә ҡалҡынып. Ул тертләп ҡуя:

– Ә, нимә тиһең?

– Һыйырҙы һауырға, тим.

Әсәйем, ҡырҙағы Мөнирә еңгәйем кеүек үк ҡурҡынып, күҙҙәремә ҡарап һөйләнә:

– Тәүбә-тәүбә... Әлдә һауып эсмәгәнһең әле, балам. Гонаһ ул. Әсәйеңде бығаулап ҡуйып имеү менән бер...

– Әрәм бит.

– Эй, балам, әрәм иттек инде ул. Еккән сәғәтендә үк...

Әсәйемдең был һүҙенең хаҡлығына оҙаҡ та үтмәй төшөндөм. Ҡашҡаһыйырҙың ағы беҙгә генә түгел, яңғыҙ быҙауына ла теймәй башланы. Көн һайын ул ыҙан буйынан буш елен менән ҡайтты. Бер көн килеп һутлы ҡамыш имсәктәре ҡороно – мал ғынабыҙ һыуалды. Ҡашҡа-билдәш быҙау күпме генә ярһып-ярһып имһә лә, мороно менән танҡыслаһа ла, ҡоро ҡалды ауыҙы. Шунан һуң ул инәһенән ситләшеп, дүрт тояғын ҡуша баҫып, башҡайын түбән эйҙе...

Бер көн ыҙан буйына килеп, тәүге бураҙна ярыу менән үк, йәнгә тейә башланы һыйыр. Ул әленән-әле туҡтап, ауыҙын үргә күтәреп, бәғер өҙгөс өн менән күкте йыртып баҡырҙы, күҙгә ҡарап, әйтерһең дә, һулығып-һулығып иланы. Шул арҡала, берҙән, йүнләп эш бармай, икенсенән, йөрәк шомланып һыҙлай ине. Күпме ҡыуып ҡараһаҡ та, тыйып булманы һыйырҙы.

– Эй, йәнем, тикмәгә генә былай өҙөлөп баҡырмайһыңдыр инде һин, берәй бәлә-ҡаза ғына булмаһа ярар ине... – тип бөтөрөндө еңгәм. Бынан һуң уғата ҡыйыныраҡ булып китте.

Төш ауышҡас, Ҡашҡаһыйыр баҡырып барҙы-барҙы ла, ларҫ итеп ергә ауҙы, күпме ҡыуалаһаҡ та торманы. Беҙҙең оҙаҡ туҡталғанды күтәрә алмай, бригадир килеп етте, икебеҙҙе лә ҡыҙҙырып әрләй башланы: көндәлек эш нормаһы әле тулмаған, уны тағы арттыраһы – һөрәһе лә һөрәһе ине беҙгә. Һыйыр менән мөсһөҙ алышҡанды күреп, ул үҙенең дүрт быуынлы сыбыртҡыһын эшкә екте. Арҡаһына тарттырып һуҡҡан һайын, малҡай ҡалтыранып ята, күҙҙәренән ергә тамсылар тама, башҡайын миңә бороп, илаған һымаҡ һуҙып мөңрәй. Тыйыла алманым, йөрәкһеп, бригадирҙың сыбыртҡы һабына аҫылындым. Ағай, аптырап, күтәргән ҡулын төшөрҙө, күҙҙәрен зәһәр ҡыҫып, ҡуйы ҡаштары аҫтынан төбәлде: «Их һин, ебек малай!» – тип әйтә төҫлө ине. Ләкин түрәмдең тел осонан сыҡҡан һүҙҙәр сыбыртҡы ярыуынан да әсерәк һыҙырҙы:

– Үҙ малыңды ҡурсалайһыңмы? Унда, фронтта, ҡан түгәләр, ә һин... дезорганизатор!..

Ҡырт боролоп китеп барҙы, «дезертир» менән бәрәбәр ауыр һүҙ, «дезорганизатор», әйтерһең, миңә дегеттәй яғылып ҡалды. Теште ҡыҫып илай-илай, ҡулыма ҡыуал алдым, һыйырымдың арҡаһына йәнтәслим буйлата һуҡтым. Был юлы һыйыр торҙо, өзөлдәп, оҙон телен һуҙып, боролоп ҡараны күҙемә. Һыйырҡайымдың һыуалған дүрт имсәгенән, энә нәҙеклек кенә булып, ҡанлы һөт сәптерә ине...

...Ауыл һыртындағы әремле туғайлыҡты моңһоу Ай нуры ҡойондора. Мин, тимер көрәгемде ергә ҡаҙап ҡуйып, алдымдағы ҡарайып ятҡан быҙау ҙурлыҡ түмәләскә – яңы тупраҡ өйөмөнә текләп ултырам. Ҡашҡа-билдәшкәйебеҙҙең һуңғы өйө. Ауылдан яңғыҙ һыйыр баҡырыуы –Ҡашҡаһыйыр илауы ишетелә. Үҙемдең дә, шул һыйыр кеүек үк, үҙәк өҙөп баҡырғым, мәңгелеккә атайым киткән яҡҡа – көнбайышҡа төбәлеп илағым килә. Көрәкте яурынға һалып, ҡул арбаһын һөйрәп, ҡайтырға сығам. Артыма әйләнеп ҡарайым да өнһөҙ генә һыҡтайым: бәхил бул, билдәш быҙау!..

Дала, әсе әрем еҫен һығып, минең менән ҡуша илай һулығып. Бара-бара тынысланғандай булам. Ауылдағы яңғыҙ һыйыр тауышы ла баҫыла. Иртән иртүк тороп, миңә лә, Ҡашҡаһыйырға ла ҡырға сығаһы бар, ҡайғыларҙы ҡара бураҙна буйына ҡайырып һалаһы бар...

Ауыл тирәһе баҫыуҙарын һөрә-һөрә, һаман йыраҡлаштыҡ, алыҫ баҫыуҙа ҡуна ятып эшләй башланыҡ. Әсәйемде оҙаҡ ваҡыт күрмәй йөрөү бик ҡыйын, көн дә иртән елеп-юртып өйгә ҡайтҡы килә, ләкин ҡул теймәй, бригадир ҙа ауыл яғына ҡарарға мөмкинлек бирмәй. Быҙауҙарынан айырылған һыйырҙар ҙа баҡырыштылар-баҡырыштылар ҙа, ҡуйҙылар, ҡайтып булмаҫлығын, ахыры, тойҙолар. Ҡашҡаһыйырым ғына, быҙауы үлгәндән һуң, өн-тын ишеттермәне, әйтерһең, бөтөнләй тауышһыҙ ҡалды. Малҡайым, машиналай егелеп, эшләй ҙә эшләй ине...

Эш араларында ял иткәндә, һыйырымдың алдына сығып, ыҙан буйына ултырам, яланаяҡтарымды дымлы тупраҡҡа сумырып, ике тубығымды ҡосаҡлап, уйға сумам. Һабаны янында сүгәләгән Мөнирә еңгәм ауыҙ эсенән генә моңло көй һуҙа. Күҙ алдымда шул саҡ ике түмәләс – ҡәбер һүрәтләнә: атайымдыҡы һәм йондоҙ-билдәш быҙауыбыҙҙыҡы. Бик тә, бик тә әсе булып китә күңелгә, һулҡылдап илап алам. Шундай минуттарҙа бер йән мине хәс тә тыуған өйҙәгеләй, әсәйемдәй итеп иркәләп һөйә, ҡыштырҙатып, көн дә шулай уның һыйпап-һөйөүенән шымарып, ялтырап бөткән яурынымдан, сәстәремдән, маңлайымдан ялмап ала, үткер ҡытыршылығы менән һиҫкәндертеп, әсе күҙ йәштәремде һыпырып һөртә. Мин, күҙ йомған килеш ойоп, иркәләнеп ултырам, аҙ-аҙлап тынысланам. Иркәләүсемдең саф мөхәббәт тулы төпһөҙ ҙур күҙҙәренә ҡалҡынып бағам. Ниндәй керһеҙ һәм гонаһһыҙ ул күҙҙәр, мине улы итеп һөйөүсе күҙҙәр!.. Ҡашҡаһыйыр, тап теге буранлы төндә өйҙә ҡашҡа быҙауын яратып ялағандағылай, йөрәк эсенән мызылдап-мөңрәп ялай...

Шул китеүҙән көҙгә тиклем әйләнеп ҡайтманыҡ өйгә: һабан миҙгелен ҡыуып, бесән, бесәнде – ураҡ, ураҡтан һуң туңға һөрөү, арыш сәсеү эштәре бер-бер артлы килә генә торҙо гел. Ҡыштарын ҡырҙа молотилка менән иген баҫыу, һалам ташыу тынғы бирмәне. Был йөктө, ҡәҙимгесә, кешеләр менән бергә һыйырҙар ҙа үҙ иңдәрендә тартты, еңеү өсөн үҙҙәренсә изге ҡорбан килтерҙеләр. Шуға күрә ике йыл буйына беҙҙең өйҙә йәш быҙау баҡырғаны, гөбөр-гөбөр күнәккә һөт ағылғаны ишетелмәне...

Ҡырҡ бишенсе йылдың яҙында һыйыр ектертмәнеләр. Хәйер, уларҙың күбеһе былтыр иртә көҙҙән үк һалғайны ҡамытын. Сөнки фронтта беҙҙең ғәскәр һаман дөрөп алға бара, фашистарҙы илебеҙҙән тамам һөрөп сығарып, үҙ ерендә ҡыйрата ине. Шул арҡала колхозда ла хәлдәр шәйлә еңеләйеп, элек етешмәгән кәрәк тимер-томор ишәйеп, туҡтап ултырған тракторҙар гөрләп эшләй башлағайны. Мин тәү тапҡыр яҙғы һабанға Ҡашҡаһыйырҙан башҡа сыҡтым.

Был юлы ҡырҙа оҙаҡ йөрөргә тура килмәне миңә: сүп кергән аяғым шешеп, кире ҡайттым. Урыныма әсәйемде ебәрҙеләр.

Бына хәҙер, көбәктәй булып, өйҙә ултырам яңғыҙ. Әсәйем эштә, апайым эштә, Ҡашҡаһыйырыбыҙ көтөүҙә. Ҡара бесәйгә тиклем ҡайҙалыр олаҡҡан. Ихатала һөйләшергә хатта бер генә тауыҡ та юҡ.

Кисә бригадир ҡалдырып киткәйне – үҙебеҙҙең район гәзитен уҡыйым, һуғыш инде Берлинда, Гитлер яуыздың үҙ өңөндә бара. Их, шунда булһаң ине, еңеү сәғәте һуҡҡанын үҙ күҙҙәрең менән күрһәң ине!

Мин туйтаңлап ишек алдына сығам, мөгәрәп ситендә күпереп үҫкән бесәй үләненә салҡан ятам, күҙҙәремде зәңгәр күккә төбәйем. Унда бармаҡ битендәй ҙә болот юҡ, бөтә ғаләм океан һымаҡ күм-күк. Йомарлаҡ май кеүек яғымлы май ҡояшы тулҡын-тулҡын һары нурҙарын ҡоя. Ерҙә даланың күк әреме май еленә тулҡына. Һаҡмар аръяғында кемдәрҙелер моңло кәкүк саҡыра.

Урам буйынан тырылдап килеп кырандас туҡтаны, бригадирҙың ҡарлыҡҡан тауышы ишетелде:

– Улым, әү, улым!

Башымды ҡалҡытам.

– Улым, һөйөнсө! – Бригадирҙың өндәшеүе шундай ихлас, ауыҙы ҡолаҡтарына еткән, ысын күңелдән ҡыуана. Мин торам, туйтаңлап, эргәһенә киләм. Тулҡынланыуҙан тыным ҡыҫыла, йөрәгем сығып килә: ни булыр был?

– Ҡашҡаһыйырығыҙ быҙаулаған бит!

– Ағай, ысынмы? – Ҡырыҫ түрәмде муйынынан ҡосаҡлап алырҙай булам.

– Әйҙә, киттек, барып алайыҡ!

Еңел кырандас дала юлы буйлап елдерә. Ауыл әллә ҡайҙа артта, ҡыҙыл убалар ышығында ҡала. Һаҡмар буйына боролабыҙ. Тирә-яҡ – былтырҙан сабылмай ҡалған ап-аҡ ҡылған. Көмөш ҡылған араһынан беҙгә аҡ маңлайлы, һыныҡ мөгөҙлө, ҙур башлы бура һыйыр ҡарап тора. Уның күҙҙәренән, әйтерһең, бая һөйөнсө ҡысҡырған бригадир ағайҙыҡы кеүек ҡыуаныс нуры сағыла. Эргәһендә, ҡылған төбөндәге һуғандай йәшел бүтәгәлә, уның үҙе кеүек үк ҙур күҙле, ҡашҡа маңлайлы, аҡ таҫма быуғандай билдәш быҙау, имеп туйған бөйөрҙәрен бүртәйтеп, ҡойроғон шештәй ҡатырып сабырға әҙерләнә.

– Бисмилла, ҡотло аяғың менән, алтын тояҡҡай, – ти бригадир ағай, еүеш тәнле быҙауыбыҙҙы кырандасҡа күтәрешеп. Ҡашҡаһыйырҙың етәк бауын арба артына тағабыҙ; һыйыр, ҡаҙандай еленен ян-яҡҡа һалпылдатып, саҡ атлап, өҙлөкһөҙ мызылдап килә...

Шунан һуңғы ваҡиғаны мин бер саҡта ла тыныс ҡына һөйләй алмайым, күҙ йәштәремде күрһәтмәһәм дә, йөрәгем менән һыҙлайым... Ҡашҡаһыйыр менән быҙауҙы алып ҡайтып еткереп, ыуыҙын күрше инәйҙән һауҙыртып, усаҡҡа ут дөрләттек, тышта ҡуйы үләнле мөгәрәп янында ултырып, ҡаҙандағы ыуыҙҙың эреп төшөүен көтә башланыҡ. Бригадир ағай артынан уҡ әсәйем менән апайыма күп көтөлгән танһыҡ күстәнәс – ыуыҙ эремсеге ебәргем килде. Кискә әсәйем һыйырҙы үҙе ҡайтып һауырға тейеш.

Көтмәгәндә, күҙ алдыбыҙҙа Ҡашҡаһыйыр быҙауын ялап торған еренән аҡрын ғына артҡа сүгә башланы, өҙөк кенә итеп бер мөңрәне лә лап итеп ҡабырғаһына ҡоланы; дүрт тояғын һуҙып, башын ситкә ташлап, ауыр ғыжылданы. Йүгереп яҡын килеүгә, һыйырҙың көллө тәне дер-дер ҡалтырай, ашаған йәшел үләндәре кире килеп, һулышы менән ҡуша морон тишектәренән бөркөлә ине.

– Эй, аҫыл малҡай ғынам, һөтлө һыйырҙарҙың сиренә тарығанһың бит... – тип ҡыҙғанып һөйләнде күрше инәй. Бригадир атын бороп, тура ветфельдшерға саптырҙы, мин, үкһеп ебәреүҙән саҡ тыйылып, һыйырымдың баш осона ултырҙым. «Ни булды һиңә, ғәзизем, ни булды һиңә, туғаным?» – тип, үҙ тауышымды үҙем ишетмәй һөйләнеп, уның айҙай балҡып янған аҡ маңлайынан, һыныҡ тупалсай мөгөҙҙәренән, ҡамыт баҫып ҡатырған елкә буйҙарынан һыйпаланым. Ҡашҡаһыйыр, мине йәлләгәндәй, тоноҡ күҙҙәре менән бер генә ҡалҡынып ҡараны ла башын артҡа ташланы, мәңгегә һаубуллашты...

Аласыҡта оло ҡаҙанда һикереп-һикереп ыуыҙ ҡайнай, ишек алдында ҡашҡа-билдәш быҙау йәнһеҙ ятҡан инәһенең имсәктәрен мороно менән төртөп-төртөп илай, ә мин ерҙә, мөгәрәп янында, өнһөҙ-тынһыҙ, тубыҡтарымды ҡосоп ултырам.

Тағы тыҡырҙап кырандас тауышы ишетелде, был юлы ул бик ашығыс, тәңгәлебеҙҙә туҡталмайынса үтте. Бригадирҙың көр тауышы мине һиҫкәндереп ебәрҙе:

– Иптәштә-ә-әр, беҙҙекеләр еңгән! Иптәштә-ә-әр, клуб янына Еңеү митингыһына барығыҙ!

Был хәбәр һис тә башыма һеңә алмай, алйып ултырғанда, урам буйына бер көтөү бала-саға туҙан туҙҙырып килеп сыҡты:

– Еңеү! Еңеү! Еңеү!

Ашыҡ-бошоҡ еләнен бөркәнеп йүгергән күрше инәй, ҡапҡаға еткәс, боролоп ҡараны миңә:

– Ишетәһеңме, улым, һуғыш туҡтаған, ти, бит? Бөтә киткәндәр ҙә ҡайтыр инде хәҙер!

Эй был яҙ, ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ яҙ, 1945 йылдың сөм-аяҙ күкле яҙы!..

Беҙ һине нисек зарығып көттөк – ҡырҡ беренсе йылдан бирле Ватан өҫтөн иңләп алған ике меңгә яҡын утлы көн һәм төндәр буйы һаман бер һинең хаҡта, бөйөктәрҙән бөйөк Еңеү көнө хаҡында, көндөҙҙәрен хыялланып, төндәрен төштәрҙә күреп көттөк. Ләкин хыял менән төштәрҙе беҙ балауыҙланып тышҡа һығылдыртманыҡ, иламһырап, йә моңайып, үләндәй бөгөлөп төшмәнек – беҙ эшләнек, ендәрҙе һыҙғанып ебәреп, бөтә ил менән ошо ғәзиз бер көн өсөн, еңеү көнө өсөн, көнө-төнө янып эшләнек. Фронттағы ҡаһарман атай һәм ағайҙарыбыҙға оҙон бураҙна буйҙарында, утлы мейес һәм станоктар янында ысын алмашсылар булдыҡ – тылда тороп, беҙ ҙә көн-төн фронт тоттоҡ. Һәм бына көтөлгән бәхет – татлыларҙан татлы еңеү хәбәре!..

Аласыҡта оло ҡаҙанда һикереп-һикереп ыуыҙ ҡайнай, ишек алдында ҡашҡа-билдәш быҙау тынһыҙ ятҡан инәһенең имсәктәрен мороно менән төртөп-төртөп илай, урамда, сыу ҡубып, бер көтөү бала-саға һикереп уйнай, ә мин мөгәрәп янында, тубыҡтарымды ҡосҡан килеш, өнһөҙ-тынһыҙ ултырам. Үҙәккә үткес тынлыҡ оҙаҡҡа бара алманы: мин дә бәғерем төпкөлөнән ташып килгән әсе һәм татлы ауазға ирек ҡуйҙым...

Күпме йылдар йүгерҙе инде хәҙер!..

Табындарҙа ултырғанда, ҡорҙаштарым һаман тынғы бирмәй: «Арабыҙҙан бер һин генә шағир булдың... Үҙебеҙҙе үлемдән алып ҡалған һыйыр тураһында яҙ һин йыр!» – тиҙәр. Көтөп-көтөп тә, ул йыр һаман тыумағас: «Их һин, оноттоңмо ни үткәндәрҙе? Әгәр ул саҡтарҙа һыйыр булмаһа, бөгөн һин булыр инеңме лә, беҙ булыр инекме?» – тип битәрләйҙәр. Мин өндәшмәй генә башымды эйәм. Ниңә тыумай һуң һаман йәнемдә йөрөткән йыр, моңло йыр?..

Ҡәләм алып ултырам да уйға сумам: нисек итеп яҙырға һуң был йырҙы, нисек мәҙехләргә ябай Ҡашҡаһыйырҙы?.. Ә ҡайһындай ҙа күп ине бит ул беҙҙең яҙаһы йырҙар, Ҡашҡаһыйырҙар! Бәлки, был йыр һәр кемдең үҙ күңелендә генә шытып, йырланып та йөрөйҙөр?.. Шулай ҙа уны аҡ ҡағыҙға күсерге, бөтә донъяға, кешеләргә йырлап ишеттерге килә. Беҙҙең быуын менән ҡуша утты-һыуҙы үтте һыйыр – йөрәктәрҙә йөрөйәсәк моңло йыр.

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: