+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Июль , 21:00

Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә

Йәйҙең оҙон көнө лә кискә ауышты. Иртән дә, төш тә ауыҙына ризыҡ ҡапмағанын иҫкә төшөрөп, Камил юлға тип алған аҙыҡтарын сығарып, әле һыуынып өлгөрмәгән термостағы сәйен ҡойоп, бер аҙ тамаҡ ялғап алды ла, йәшел үлән өҫтөнә йәйелгән түшәгенә ятып, тағы хәтирәләргә сумды. Уның бала сағы, үҫмер йылдары, тәүге мөхәббәте сылбыр-сылбыр булып, күңел дәфтәренә теркәлгән ине.

Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә
Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә

 

 

Камил юлға иртүк ҡуҙғалһа ла, Аҡтау ауылына яҡынлағанда ҡояш байтаҡ юғары күтәрелгән ине. Бейек кенә тау үҙәге буйлап һалынған борма-борма юлдан машинаһын иң яй тиҙлеккә күсереп, тормоздан аяғын алмай тиерлек, ҡурҡа-ҡурҡа килеп төшкәс, бер аҙ иркенләп тын алды ла, Аҡташ йылғаһының һалҡын һыуында бит-ҡулдарын сайҡап, артабан ҡуҙғалды. Алдағы боролошто үткәс, тау битләп һалынған бер урамлы бәләкәй генә ауыл күҙгә салынды.Камилдың был ауылда күптән булғаны юҡ. Әгәр яңылышмаһа, Флүзәләрҙең йорто ауыл урта­һын­дараҡ, ауылды икегә бүлеп, урамды арҡыры ағып ятҡан инеш эргәһендәге беренсе ине шикелле. Күңеле уның бер ҙә яңылышмаған икән. Төркөм-төркөм булып өйөлөшөп торған халыҡты күргәс, машинаһын яйлатып, урамдың ҡаршы яғынан ситкәрәк сығарып һүндерҙе.Мәйетте һуңғы юлға оҙатҡанда ауыҙ асып сәләмләшеү, ҡул биреп күрешеү осраҡтары булмағас, Камил да һаулыҡты ым менән генә белгертте лә өй алдына инә торған асыҡ ҡапҡа янынараҡ барып баҫты.Ул бында үҙен таныған йәки таныш булған кешеләрҙе осратырмын тип уйламаны. Бер мәктәптә уҡыған класташтары ла, бер ятаҡта йәшәгән һабаҡташтары ла күптән инде таралышып, икенсе яҡтарҙа тормош көтә, бәғзеләре гүр эйәһе. Шулай ҙа олораҡ ҡына бер ирҙең үҙенә иғтибар итеүен һиҙҙе, ҡараштары бер нисә тапҡыр осрашып та алды. Уның ҡара-ҡуңыр йөҙө, ҡуйы ҡара ҡаштары, сәстәре лә өс йыл буйы бер класта уҡып, урта мәктәпте бергә тамамлаған иптәше Фәриттең бер туған ағаһын төҫмөрләтте.

Ихата уртаһына ике ултырғыс сығарып ултыртҡан, быға тиклем дә өйгә бер инеп, бер сығып йөрөгән, мыҡты ғына кәүҙәле 50 – 55 йәштәр тирәһендәге мыйыҡлы ирҙе Флүзәнең ирелер тип уйланы. Ҡыйығы шифер менән көпләнгән, тирә-яғы асыҡ, уртала өҫтәл һәм ширлектәр ҡуйылған, урыҫсалап әйткәндә, беседка эсендә яурындарына ҡара яулыҡ һалған ике йәш кенә ҡатын-ҡыҙҙың илашып ултырғанын күргәс, Флүзәнең ҡыҙҙары икәненә инанды.
Ҡыҙыл бәрхәт менән ипләнгән, уратып ҡара таҫма менән ситләнгән табутты ултырғыстар өҫтөнә урынлаштырғас, мулла йыйылғандарға мөрәжәғәт итеп: «Һуңлап килгән туғандары, таныштары булһа, мәрхүмә менән хушлашыусыларға йөҙөн асам, күреп ҡалырға мөмкин», – тип битен ҡаплаған кәфен ситен ҡайырҙы.
Флүзәнең йөҙөн һуңғы тапҡыр күрергә теләүселәр аҙ түгел ине. Табут янына йыйылғандар тәүҙә балаларына юл бирҙе. Ике ҡыҙы ике яҡтан килеп әсәһен ҡосаҡлап, маңлайына ирендәрен терәп, бер аҙ сеңләп алдылар ҙа, ситкә тайпылдылар.
Утыҙ йылдан ашыу осратмаған үҙенең беренсе мөхәббәтен һуңғы юлға оҙатыу Камилға айырыуса ауыр ине. Маңлайына һалынған бер аҙ һырҙы иҫәпкә алмағанда, Флүзә элекке һөйкөмлө төҫөн юғалтмаған. Камил уның йөҙөндә ошонан башҡа бер нәмә лә шәйләмәне, тик уның ҡыҙ сағындағы матурлығын эҙләне, уны табырға тырышты. Ҡасандыр бөтә донъяһын онотоп, ҡомһоҙланып үпкән ирендәренән күҙен ала алмаһа ла, башҡаларға юл бирергә мәжбүр булды.
Мөхәббәт менән тулы уй-хистәр, күп йылдарға һуҙылған һағыныу менән үрелгән ғазап булып, Камилдың йөрәгендә һаман да Флүзә йәшәй ине. Беренсе мөхәббәт һағыштары ғүмере буйы уны һыҙландырыр тип Камилдың уйына инеп тә сыҡмағайны бит, уның ғазаптары айҙар, йылдар ғына түгел, хатта яҡты донъя менән хушлашҡанса дауам итерен һәм үҙе менән мәңгегә алып китерен был ваҡытта Камил уйларлыҡ хәлдә түгел ине.
Флүзәне мәңгелек йортона төшөрөп, ләхет таҡталарын ҡаплағас, Камил дини йоланы боҙмайынса, нисек кенә ауыр булмаһын, өҫтөнә услап ҡара тупраҡ ташларға мәжбүр булды. Һуңғараҡ тупраҡ өйөмө өҫтөнә ҡуйылған таҡтаташты устары менән һыйпап, уға беркетелгән һүрәткә тағы бер ҡараш ташланы. Ҡулындағы болон сәскәләре гөлләмәһен ҡәбер өҫтөнә таратыңҡырап һалды ла, һулымаһын, тип һыулы һауытта килтерелгән сәскәләрен рәсеме аҫтындағы буш урынға ултыртты. Кешеләргә ишетелер-ишетелмәҫ хушлашыу һүҙҙәрен ауыҙ эсенән генә шыбырҙаны ла, күҙҙәренән тамырға торған йәш бөртөктәрен шәйләмәһендәр тип, ситкә боролдо.
Зыярат ҡапҡаһынан сығып бер аҙ атлағас: «Һеҙҙе бер минутҡа мөмкинме?» – тигән тауышҡа әйләнеп ҡараны. Оло йәштәрҙәге ҡатын үҙен Флүзәнең апаһы тип таныштырҙы.
– Мин һеҙҙең хаҡта хәбәрҙар ғына түгел, һеҙҙе бер нисә тапҡыр осратҡаным да, һеҙҙең тормош менән ҡыҙыҡһынғаным да булды. Флүзә минән эс серен бер ҙә йәшермәне, мәктәп йылдарында уҡ һеҙҙе осратыуын, өҙөлөп яратыуын йыш иҫкә алыр ине. Йәйге каникул осоронда Флүзәне күрергә килеп йөрөгәнегеҙҙе лә яҡшы хәтерләйем. Ә бына нисек ташлашҡанығыҙҙы аңламаным, Флүзә лә йәшереп маташты, шикелле, тураһын әйтергә теләмәне.
Институтты та­мам­лағас, Өфөлә ҡалды, икенсе район егетенә тормошҡа сыҡты, ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерҙеләр. Хоҙай үҙенә оҙон ғүмер бирмәгән инде, һуң­ғы йылдарҙа һау­лығы насарайҙы, дауа­ха­наға, шифа­ханаларға ла йөрөмәне. Кейәү ҙә ҡатынының һаулығына иғтибарһыҙ булды, ғаилә ҡарайым тип тырышып барманы, улар араһында мөхәббәт булдымы-юҡмы, белмәйем, һәр береһе үҙаллы йәшәргә тырышты. Флүзәнең васыяты тип тыуған ауылына килтереп ерләнеләр. Бәлки, ҡалала үҙҙәре янында ерләһәләр, балалары ла зыярат ҡылыр, ҡәбере лә ҡараулы булыр ине.
Камил апайға ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе, ҡайтҡас та мәсеткә барып, аят уҡытасағын әйтте лә, машинаһын ҡабыҙып, ҡайтыу яғына ҡуҙғалды.
Тау башына менеп, ике-өс саҡрымдай юл үткәс, Камил ма­ши­наһын һул яҡҡа бороп, үҙәкләү ерҙең өйкөм ағас ҡыуаҡлығы янынараҡ барып туҡтаны. Был ер ҙә уның алыҫта, бик алыҫта ятып ҡалған йәшлек йылдары менән бәйле ине.
...Флүзә май аҙаҡтарында уҡыу йылы тамамланыу менән ауылдарына ҡайтып китте, ә Камилға тағы бер ай тирәһе сығарылыш имтихандарын тапшыраһы бар ине. Бер ай улар өсөн бер йылдай тойолғандыр, моғайын. Сығарылыш кисәһенең иртәгәһенә үк Камил Флүзәләр ауылына юл тотто. Алдан һөйләшеп ҡуйғанса, тәүҙә һабаҡташы Сәйҙәләргә һуғылды. Эңер төшөү менән бергәләп бесән­селәр янына барырға һөй­ләштеләр ҙә, Камил һыу буйына төшөп, кис етеүен көтөп алды.
Аҡтау ауылы халҡы элек-электән ҡаулан үләне өлгөрөү менән хужалыҡ малдарына бесән әҙерләүҙе ошо ерҙән башлаған. Ул йылда ла мәктәптәрҙә уҡыу тамамланып каникулға ҡайтҡан өлкән класс уҡыусылары колхозсылар менән бергә ошо ерҙә ҡыуыш ҡороп, ята-ҡуна бесән әҙерләү эшендә ине. Сәйҙәгә Флүзәне табыу бер ҙә ауыр булманы. Ҡыҙҙар ҡыуышы, башҡа йылдарҙағы һымаҡ, ауылдан килгән яҡтан беренсеһе ине. Флүзә әле йоҡламағандыр, күрәһең, Сәйҙәнең ҡыуышҡа башын тығыуы булды, ул ырғып тороп ултырҙы. «Камил һине көтә», – тигән һүҙҙе ишетеү менән тышҡа ташланды. Һағынышлы осрашыу...
Бер-береһенә һүҙ ҙә өндәшә алмай ҡосаҡлашып күпме торғандарҙыр. Йәйҙең ҡыҫҡа төнө бер сәғәттәй ҙә тойолманы, ҡотолғоһоҙ айырылышыу минуттары етте.
Ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән ошо осрашыу ғүмер буйы иҫләрлек, онотолмаҫлыҡ мөхәббәт һағышы булып ҡалды.
Флүзәнең: «Килгәнеңә рәхмәт. Йәйҙе нисек үткәрермен, ҡасан яңы уҡыу йылы башлана, ҡасан осрашырбыҙ?» – тигән һүҙҙәре Камилдың күңелендә әле лә һаҡлана.
Камил күңеле менән хәҙер ҙә бөтөнләй икенсе донъяла, ҡәҙерле кешеһе янында, бергә ваҡыттағы бәхетле саҡтарында һәм шул уҡ мәлдә бөгөнгө әсе хәҡиҡәт—оло юғалтыу хәсрәте диңгеҙендәге һағыш тулҡындарында ине. Эй, ғүмер ағышы, бер тынмай аҡҡан һыумы ни? Аҡҡан һыуҙың сиге юҡ, ә ғүмерҙең аҙағы «һә» тигәнсе килә лә етә. Уйлаһаң, кемдәребеҙҙе генә юғалтмайбыҙ йәшәйеш осоронда.
Йәйҙең оҙон көнө лә кискә ауышты. Иртән дә, төш тә ауыҙына ризыҡ ҡапмағанын иҫкә төшөрөп, Камил юлға тип алған аҙыҡтарын сығарып, әле һыуынып өлгөрмәгән термостағы сәйен ҡойоп, бер аҙ тамаҡ ялғап алды ла, йәшел үлән өҫтөнә йәйелгән түшәгенә ятып, тағы хәтирәләргә сумды. Уның бала сағы, үҫмер йылдары, тәүге мөхәббәте сылбыр-сылбыр булып, күңел дәфтәренә теркәлгән ине.
Ямаш мәктәбе яҡын тирәлә берҙән-бер урта белем биреү мәктәбе булғас, бында 15-ләп ауылдан йыйылған балалар уҡыуын дауам итә ине. Ауылында ете класс тамамлаған Флүзә лә һигеҙенсегә бында килде. Ҡара бөҙрә сәсле, оҙон серле керпектәр аҫтынан йылмайып донъяға баҡҡан һөйкөмлө ҡара күҙле, зифа буй-һынлы үҫмер ҡыҙыҡай ятаҡта йәшәгән ҡыҙҙар араһында ла, класташтары араһында ла тиҙ арала «үҙ» кеше булды. Беренсе көндәрҙән үк үҙенән бер класҡа юғары уҡыған Фәнзилә исемле ҡыҙ менән дуҫлашты. Уларҙың яҙмыштары ла бер-береһенекенә оҡшаған ине. Икеһенең дә аталары Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, икеһенең дә әсәләре икенсегә тормошҡа сыҡҡан, береһе ҡартатай-ҡартәсәй тәрбиәһендә үҫһә, икенсеһе апай-еҙнәй ҡарамағында ҡалған. Бәлки, ошо оҡшаш яҙмыш та уларҙы айырылғыһыҙ серҙәш, әхирәт иткәндер. Ә бына ике йөрәк араһында күпер һалыусы Фәнзилә булманымы икән?
Камил менән Фәнзилә күптән инде дуҫ, бер-береһенә һәр саҡ ярҙамсыл булдылар, хатта эс-серҙәрен дә бер-береһенән йәшермәнеләр.
Ҡыҙҙар бүлмәһенә – Фәнзилә янына инһә, Камил һәр саҡ Флүзә менән осраша ине, уның берсә яғымлы, берсә һағышлы ҡараштары Камил күңелендә урын ала барҙы.
Һөйләшеүе лә шул тиклем йомшаҡ, яғымлы, йөрәгенә урғып инеп әсир итеүсе, булмышын биләй торған Хоҙай Тәғәлә фәрештәһе икәнен Камил тойҙо. Уның илгәҙәклеге, аҡыллылығы бөтөнләй әсир итте, аҡылынан юйыр хәлгә етеп ғашиҡ ине.
Флүзә лә Камилға тыныс ҡына ҡарай алманы, тәү күреүҙән уны оҡшатты. Ләкин бер-береһенә булған күңел яҡынлығы, әйтелмәгән мөхәббәт ярты йылдай дауам итте. Яратыуын әйтергә Камилдың ҡыйыулығы етмәне. Ошонда Фәнзилә ярҙамға килде шикелле, ике ғашиҡтың ҡулдарын бер-береһенә тоттороп, икеһенә лә саф, ҡайнар һәм мәңгелек мөхәббәт теләүен белдерҙе. Ошолай башланып китте уларҙың серле лә, ғазаплы ла мөхәббәт тарихы.
Тәүге мөхәббәт улар өсөн иң ҡәҙерле, һәр береһенең күңелендә яҡты хистәр, өмөттәр, тойғолар ҡалдырып дауам итте лә итте. Ваҡытында унда күҙ йәше лә, һағыш та, күңел ҡайтыуҙар, үпкәләшеүҙәр ҙә булғандыр, әммә улар бик тиҙ онотолоп, бары тик яҡты, матур, мәңге онотолмаҫ тойғолар ғына ҡалдырҙы. Ҡана һуң, гел генә шулай дауам итһә ине лә!
Урта мәктәпте яҡшы ғына билдәләр менән тамамлаған Флүзә һөйгәненә институтҡа инәсәген белдерҙе: «Һин бит аҡыллы егет Камил, киләсәгең өмөтлө, ҡайҙа ла юғалып ҡалмаясаҡһың. Ә минең уҡығым килә. Белмәйем, әгәр керә алһам, мин иң бәхетле кеше булыр инем. Беҙҙең мөхәббәт өҙөлмәйәсәк, һағынышлы осрашыуҙар әле күп булыр», – ошондай булды уның һуңғы осрашыуҙа әйткән һүҙҙәре.
Их, ана шул кисте һөйгәнен ғүмере буйы эҙләрен, һағынып уҙыр йылдарын белмәне шул Камил.
Флүзә институтҡа керҙе, шул уҡ көҙҙө Камил әрме сафына алынып, Германияла хеҙмәт юлын башланы. Тәүге йылда һағынышлы мөхәббәт хаттары өҙөлмәне, ә бына икенсе йылына Флүзәнән хат һирәгәйҙе, ике-өс хатҡа бер яуап алды. һөйгәне уҡыуҙарҙың ауырлашыуы, ваҡыт етмәүенә һылтанды. Флүзә менән бер институтта уҡыған иптәше Рәмилдән хат алғас, бөтәһен дә төшөндө. Флүзәнең курсташ егете менән йыш ҡына бергә булыуҙары, киноларға йөрөүҙәрен, студенттар ашханаһында ла гел генә бер өҫтәл артында ултырыуҙары хаҡында белгерткән ине.
Камилға: «Флүзә, мин һиңә ысын күңелдән тик бәхет теләйем, икенсе мөхәббәтең оҙон ғүмерле булһын», – тип һуңғы хатын яҙыуҙан башҡа сара ҡалманы. Сәбәбен асыҡларға ла тырышманы, инәлмәне лә, егет ғорурлығын һаҡланы.
Ул йылдарҙа армияла һуңғы йыл хеҙмәт итеүселәргә юғары уҡыу йортона инергә теләүселәр булһа, августа имтихандар тапшырырға рөхсәт ителә ине. Камил да үҙ бәхетен һынап ҡарарға булды. Ул Флүзәнән ситтәрәк булырға теләп, документтарын Ырымбур ауыл хужалығы институтына ебәрҙе. Күп тә үтмәй, саҡырыу ҡағыҙы килде, һынау имтихандарын уңышлы тапшырып, студент тормошон башланы.
Ҡулына диплом алғас та, үҙ районына ҡайтып, алдынғы ғына бер ауыл хужалығында эш башланы. Үҙе кисергән ғазаплы мөхәббәт тарихынан башҡа бер байлығы ла булмаған егет итеп хис итә ине Камил үҙен. Шулай ҙа тормоштоң да бит үҙ ғәме, үҙ йәме бар бит.
Йәм тигәне, йәш кеше ваҡыт еткәс әйләнергә, балалар үҫтерергә, тәрбиәләргә, уларҙы һөйөп ҡыуанырға тейеш. Тәбиғәт ҡануны шулай ҡоролған – һин теләйһеңме, юҡмы – ваҡыты еткәс, барыбер тормош ҡороу кәрәк. Камил һуңғы осорҙа был хаҡта йыш уйланды. Тормош иптәше кем булыр, уға ҡарата тағы мөхәббәт тыуырмы? Был һорауҙар уны йыш борсоно.
Ауыл клубында уҙғарылған кисәләрҙән, кинонан ҡайтҡанда Камил йыш ҡына бер үк урам осонда йәшәүсе Әминә исемле ҡыҙ менән бергә ҡайта ине. Төҫкә-башҡа матур ғына йәш ҡыҙыҡайҙы оҙатып ҡуйыусы егеттәр булмауы Камилда ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Бер ҡайтҡандарында ул: «Әминә, оҙатыусың да юҡ, йәш ғүмереңде заяға уҙғараһыңмы, минең шикелле яңғыҙ ҡартайырға уйлайһыңмы?», – тип шаяртты. Әминә лә яуапһыҙ ҡалманы: «Егеттәрҙең күҙе төшөрлөк ҡиәфәтем дә, матурлығым да юҡтыр, күрәһең, – тип уфтанған булды. – Һөйгән ҡыҙыңа хәбәр итерҙәр тип ҡурҡмаһаң, оҙатып ҡуй», – тип өҫтәне.
Ошо көндән башланды уларҙың бер-береһе хаҡында ҡыҙыҡһыныуҙары, күберәк белергә тырышыуҙар, күңел төпкөлөндә әле һүнеп өлгөрмәгән мөхәббәт хистәрен ҡабыҙыу минуттары.
Күп тә үтмәне, өйләнешеп, тормош көтә башланылар. Тәү осорҙа бер-береһенә наҙлы ҡараш, күңел йылылыҡтарын йәлләмәнеләр. Ә һуңғараҡ былар бермә-бер юҡҡа сыға барҙы, бер-береһен яратышҡан ир-ҡатын түгел, тик ғаилә ағзалары ғына булып йәшәүҙәрен, тормош көтөүгә ҡараштары ла, фиғелдәре лә төрлө булыуын, Камилдың да, Әминәнең дә күңелендә әле тәүге мөхәббәт тойғолары һаҡланыуын һиҙәләр ине. Айырылышыу хаҡында Камил бер ҙә һүҙ ҡуҙғатманы, бер-бер артлы тыуған балаларына булған аталыҡ тойғолары ҡатынына булған мөнәсәбәттән көслөрәк ине шул.
Йылдар үтә торҙо, Камил үҙенең бар ғүмерен һәр саҡ заман заңын тойоп, уҙған һикәлтәле тормош юлдарын хәтерләп, киләсәккә яҡшы өмөттәр бағлап уҙғарҙы. Шиғри юлдарға теҙһәк: тормош ағыштары үҙе бер моң, яҙмыштары бик тә ҡатмарлы.
Оло тормош юлы кисергән Камилдың күп нәмәгә ҡарашы, мөнәсәбәте үҙгәрҙе. Үҙгәрҙе, тик бик һуңлап, әгәр мөмкин булып, яңынан йәшәй башлаһа, ул бөтөнләй икенсе тормош йүнәлешенән китер, бер нәмәгә ҡарамай беренсе мөхәббәтенән яҙмаҫҡа тырышыр ине. Мөмкин түгел шул быны эшләү, хәҙер һуң инде. Кешегә ғүмер тигәнең тик бер тапҡыр ғына бирелә шул. Ә Камилдың күңелендә тәүге мөхәббәт хистәренә ут өҫтәп тороусы булмаһа ла, һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә, быҫҡып яныуын дауам итә.

И. УРАЛОВ

Автор:
Читайте нас: