+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Август , 17:50

Йәйташы. Әнүр Вахитов

Бер нисә урамлы артыҡ ҙур булмаған ауылдың биҙәрләп эшләгән киң ҡапҡаһынан кереүем булды, гөлдөр итеп ебәрҙе лә ҡойоп ямғыр яуа башланы.

Йәйташы.          Әнүр Вахитов
Йәйташы. Әнүр Вахитов

Бер нисә урамлы артыҡ ҙур булмаған ауылдың биҙәрләп эшләгән киң ҡапҡаһынан кереүем булды, гөлдөр итеп ебәрҙе лә ҡойоп ямғыр яуа башланы. Мин тирә-яҡтың гүзәллегенә: ҡайындарҙың ебәк суҡтарына, зәңгәр, күк, ҡыҙыл, һары, көрән күҙле ғәжәп яҡты ҡарашлы сәскәләргә, күкрәп ултырған бәрхәт үләнгә, донъялағы бар моңдо үҙҙәренә йыйған мең-мең тауышлы ҡоштарға һоҡланып килә торғас, ямғырҙың арттан ҡыуып еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.

Бына ауыл. Бындай ауылдарҙа инде мин булғаным бар. Бик күп улар Башҡортостанда һәм ни эшләптер барыһы ла бер төҫлө кеүек: шул уҡ өс-дүрт тәҙрәле бәләкәйерәк кенә ер ҡыйыҡлы өйҙәр, былары иҫкерәк, ә яңыраҡ өйҙәр, ғәҙәттә, уларға ҡарағанда ике-өс тапҡыр ҙур була... Ауылда ҙур ғына клуб, мәктәп, ә ауыл осонда, ағастар аҫтында, больница. Бына шулай беҙҙең яҡ ауылдары – киң урамлы ғына түгел, киң һулышлы ла улар... Ләкин улар тыштан ғына бер төрлө һымаҡ. Ә кешеләре... Ниндәй генә кешеләр юҡ уларҙа!..

Ҡойоп ямғыр яуа, ә мин ауыл ҡапҡаһынан индем дә туҡтап ҡалдым. Футбол майҙаны кеүек тип-тигеҙ урам. Уң яҡта, минән ун биш-егерме метр ситтә, биш-алты ир ямғырҙан ышыҡланып өй артында тора. Бура бураусылар булһа кәрәк. Үҙҙәре, яҡында ғына яртылаш күтәрелгән бураға ҡарап, ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәсләшәләр. Мин улар янына барҙым.

– Һаумыһығыҙ.
– Үҙең һауғынамы, әйҙүк!..
– Әйҙүк, әйҙүк, Йәйташы... Быныһын араларынан бер олораҡ ҡына кеше әйтте. Гел эҙләнеп йөрөп, ят һүҙгә сосайып бөткән минең ҡолаҡ ҡарп итеп ҡалды.
– Ҡайһы яҡтарҙан юл башы?
– Өфө яғынан...
– Туристыр әле, моғайын?
– Турист тиһәң дә ярай, юҡ тиһәң дә...
– Алай...

Һүҙ эйәрә һүҙ сығып, оҙаҡ ҡына торолдо. Күптәре мине үҙенә саҡырҙы. Тик мин ниҙер көткәндәй һаман ултыра бирҙем.

Ләкин нисек кенә ҡырсынып ултырһам да баяғы «йәйташы» тигән һүҙҙең мәғәнәһен һорарға форсат тота алманым. Уңайһыҙ бит: ул ни тигән һүҙ була, тип ҡырт ҡына һындырып һорап ҡыйыуы. Кеше, улай һорағанда, бер-ике һүҙ менән генә әйтә лә бирә. Шуның өсөн, был юл менән барыу килешмәҫ тип, өндәшмәнем. Ә һүҙ мине бик елкендерҙе. Сөнки уның төбөндә хикмәтле берәй ваҡиға ятыуын тойорға мөмкин ине...

Шулай ултыра торғас, миңә барыһы ла: белһә, боронғолар күңелен Әхмәдулла ҡарт белә инде, тинеләр. Боронғолар күңелен, тип баҫым яһап әйтеү мине тағы ла ҡыҙыҡһындыра төштө. Сөнки күрше ауылдарҙа ла был ҡарт тураһында ишеткеләргә тура килгәйне инде.

Мин ҡуҙғалғанда кешеләр көлөшөп:

– Һин юрамал улар эргәһенән үтеп барған кеше бул. Өйҙә булһа мотлаҡ саҡырып индерер, – тинеләр. Мин Әхмәдулла бабайҙар тапҡырына етер-етмәҫтән асыҡ тәҙрәнән сал һаҡаллы, киң яҡты йөҙлө, ҡырған башына ҡара түбәтәй кейгән берәү:

– Әйҙүк, улым, сәй эсеп сыҡ, – тип өндәште.

Мин икеләнгәндәй туҡтап ҡалдым.

– Әйҙә, кер, кер, ниңә туҡтап ҡалдың, – тине ул, икеләнергә урын ҡалдырмай. Мин кергәндә, оҙон ныҡ кәүҙәле инәй (хужабикәлер инде) сәй ултыртып ҡына йөрөй ине.

– Таҡта сәйем, яҡты сырайым. Әйҙүк, улым, әйҙүк, Йәйташы (тағы йәйташы!), түрҙән уҙ, өҫтөңдө сис, ана шулай. Маҡтап ҡына йөрөйһөң икән, – тип ҡаршы алды мине әлеге ҡарт. Ул бик теремек булып сыҡты. Һикенән етеҙ генә төштө, минең менән ике ҡуллап күреште һәм, көтөп алған ҡунаҡтай итеп, сәй менән һыйларға кереште.

– Эс әле, эс. Йәй бауырын сәй генә ҡырҡа ул. Аш йәй бик үтмәй, ә сәй бата ғына бит ул, – шунан ҡапыл әбейенә, әйләнде, –  Еҙем һыуың бөтмәйме әле?

– Нимәгә кәрәк тағы? – тип иҫе китмәй генә төпсөндө тегеһе.

– Ниңә, ул бөтһә ҡуйыраҡ итеп эсерер инең...

– Һи, ошоноң... Ипләп әйтһәң, булмаймы? – тип туҙып китте әбейе, – гел оятлы итә. Кеше бар, насальник килгән тип тормай.

– Әбей, – тине яһалма тантана менәнерәк ҡарт, һалмаҡ ҡына итеп, – һуң нисә рәт әйттем инде – өйҙә иң ҙур кеше лә, иң ҙур насальник тә мин!

– Шул инде, иҫәр үҙең маҡтар, ти.

– Юҡ, әбей, яңылышаһың. Иҫәр бисәһен маҡтар, тиҙәр.

Был арала әбей электән дә ҡуйы сәйгә услап сәй өҫтәне лә ҡара яндырып яһай башланы. Бабай һаҡал осон ҡайтарып тешләне лә ҡапыл ғына:

– Йә, ҡустым, үҙең ситтән килгәнгә оҡшайһың, ни йомошлап йөрөш? – тип һораны.

– Ярар инде, – тине әбей, – һыйлауыңды бел, ниңә кешенең йөҙөнән алаһың?..

Бабайҙың ҡапыл кәйефе ҡырылды.

– Тик тор, эшең булмаһа, ана, самауырыңдың моронона ҡара, йә көллөксәгә барып көл бута...

Әбей ҡул һелтәне лә өҫтәлдәге һыйҙы минең алға эткеләне. Ә бабай ҡыҙыҡһыныусан һынаулы ҡараш ташлағайны. Мин ыҡ-мыҡ иттем һәм борондан, сәсәндәрҙән ҡалған әйберҙәрҙе йыйыуымды, Өфөнән махсус рәүештә бөтөн бер төркөм кеше сығыуыбыҙҙы әйттем.

– Һеҙҙе боронғо башҡорт тарихын, боронғолар күңелен бик яҡшы белә тигәйнеләр, – тип өҫтәнем. Әле генә уйынлы-ысынлы һөйләшеп ултырған ҡарт алмаштырған кеүек булды. Әммә уның исеменә алдан маҡтап әйткән һүҙемә иғтибар итмәне. Тик бер аҙҙан ғына күкрәк тауышы менән:

– Улай икән, – тине. Был һүҙҙән, әлбиттә, мин бер нәмә лә аңламаным. Минең эшемде хуплаймы ул, әллә, ҡайһы бер кешеләр кеүек, йөрөйһөгөҙ шунда көн уҙҙырып, сабата туҙҙырып, бушты бушҡа ауҙарып, тип кенә ҡаранымы...

– Һәйбәт эш менән йөрөйһөң икән, улым. Кешегә үҙ аҡылы ғына етмәй, башҡаларға ла, боронғоға ла таянырға кәрәк. Ата-бабаларыбыҙ рухын да аңларға кәрәк, – ул был һүҙҙәрҙе ғәжәп бер ихласлыҡ менән һөйләп китте. Мин ирекһеҙҙән урынымдан ҡуҙғалып ҡуйҙым. Ул быны күреп:

- Эс, эс әле. Өлгөрөрһөң тыңлап. Туралап та килгәс, һөйләрем, – тип көлөмһөрәне ул, миңә йылы ҡарап. Шунан ул үҙ уйҙарын теҙеп китте:

- Йәйташы тип әйттем дә, яңылышмағанмын икән. Һәйбәт эш менән йөрөйһөң, улым, бик килешә, бик... Ана һин беҙгә килеп етер-етмәҫтән ямғыр ҙа ҡойоп һалды...

– Һуң, ул йәй ташы тигәнегеҙ ни була инде, Әхмәдулла бабай? - тип һораным мин бабайҙың йөҙөндәге һәр береһе бер сер йәшергәндәй тәрән, артыҡ ҡуйы йыйырсыҡтарына ҡарап.

Әхмәдулла бабай шәшкеһен этеп ҡуйҙы ла:

– Рәхмәт, Бибисара, сәйең тәмле, өҫтәлең йәмле, һүҙең татлы, йөҙөң яҡты булды. Гелән-гелән һыйла, гелән шулай ҡылан, – тип һамаҡлай-һамаҡлай оҙон киң һикегә ипләберәк ултырҙы.

– Әйтеүеңә рәтләп...– тине Бибисара инәй, мут ҡына йылмайып һәм сынаяҡтарын йыя башланы.

Әхмәдулла бабай минең һорауҙы ишетмәгәндәй урамға, алыҫтағы урманға, тау теҙмәләренә ҡарап уйға сумды. Өйҙә тынлыҡ урынлашты. Был сәйер тынлыҡты тик Бибисара инәйҙең ауыр, бер аҙ яйһыҙ һымаҡ баҫып ары-бире үткеләүе генә боҙа ине. Тиҙҙән ул да урамға сығып китте.

Мин тәҙрә янына ултырғысҡа килеп ултырҙым да урамға ҡараным. Тышта инде үләндәге тамсыларҙа ҡояш нурҙары уйнай, алыҫтағы урман тағы ла күркәмерәк йәшел төҫкә ингән, ә һауа бигерәк яҡты зәңгәрлек менән балҡый ине.

– ...Йәйташының беҙҙең көндәргә тиклем ишетелерлек моңо былай булған тип һөйләй халыҡ. Анығын ғына әйтә алмайым, ҡасандыр, элегерәк бер нисә йыл рәттән ҡоролоҡ була. Иген түгел, мал ашарға яраҡлы үлән дә үҫмәй. Бөтә ерҙә тик әбейҙәрҙең аҡ сәсенә оҡшаған ҡылған да ҡылған елберҙәй. Көнө буйы бер туҡтауһыҙ көйҙөргөс эҫе ел иҫә. Бөтә ер сүлгә оҡшап ҡала, тик йылға үҙәндәре – туғайлыҡтар ғына ала-ҡола йәшеллек булып ята. Мал ҡырыла, кешеләрҙең йәне кибә. Йылғалар ҙа ҡорой. Уларҙың тәрән ятыуҙары ғына күл булып ҡала, аҙаҡ улар ҙа һаҙға әйләнеп, сәсле түңгәк менән ҡаплана. Бик ҡаты ҡытлыҡ, йотлоҡ, ауырыу башлана... Хәҙер генә ул дәүләтебеҙ бай, кешеләр һис бер ҡоролоҡҡа ла бирешерлек түгел. Заманаһы башҡа!..

Ә шулай ҙа элек тә ысын кешеләр, һәйбәт изге күңелле кешеләр еңә килгән...

Ошолай ғүмер үтә торған. Әлеге ҡоролоҡ йылдарында был тирәләрҙә электән үк үҙ һүҙен үргә сығарып, берәү йәшәгән, тиҙәр. Шул тиклем ҡомһоҙ булған ул. Үҙ нәфсеһенең ҡоло булып, үҙ ырыуҙаштарына, хатта үҙ туғандарына, ағаһына, олатаһына, ата-әсәләренә лә яҡты йөҙ күрһәтмәгән ул. Олатаһы уны һис тә яратмаған. Был тирә-яҡта хөрмәтле аҡһаҡал үҙенең ейәненә «ҡулыңдан килһә, кешегә ҡояш төшөрмәҫ инең», ти торған булған. Ана шул кеше (исеме уның Нәғим булған) ҡоролоҡ йылдарында тағы ла яуызыраҡҡа әйләнгән. Үҙенең көтөүҙәрен ул йылға буйына төшөргән дә шунан кире алып китмәгән. Был ерҙәрҙе үҙенеке итеп беркеткән. Берәүҙе лә яҡын ебәрмәгән. Ә ҡоролоҡ көсәйеп йылға ҡорой башлағас, ул ҙур ятыу урынын биләгән һәм, инде кибеп, бәләкәс кенә ҡалған йылғаны быуа ла ырыуҙаштарын һыуһыҙ ҡалдыра. Ә үҙенең быуаһы артылып уйпаттарҙы һаҙлыҡҡа әйләндерә. Тирә-яҡта ҡылған елберҙәһә, Нәғим бай биләмәһендә сәсле түңгәктәр йәшәреп ултыра. Ул хатта күлде лә ҡаплай. Нәғим бай ошо һаҙ һыуын да һатып бирә, ярлыраҡтар уны һатып ала алмай. Улар көндәр буйы мәрхәмәтһеҙ көйҙөргән ҡояш аҫтында Нәғим байҙың һаҙ янындағы тирмәһе төбөндә теләнеп торғандар. Ана шунан аҙаҡ был һаҙлыҡ Теләнмеш тип йөрөтөлә башлаған. Хәҙер уны Теләмеш тиҙәр...

Ҡоролоҡ дауам иткән.

Аҡһаҡал көнө-төнө илде килгән афәттән ҡотҡарыу тураһында уйлана. Бер көндө ул ырыуҙағы ир-егеттәрҙе йыйған да былай тигән:

– Был ҡоролоҡ, уландар, беренсе тапҡыр түгел. Боронораҡ та булған бындай бәлә. Әле Урал батыр тере саҡта ошондай яман афәт килгән ил өҫтөнә. Шунда Урал батыр улдары Ағиҙел, Яйыҡ, Уйҙы саҡырып ала ла ил өсөн һыу табырға ҡуша. Үҙе, кибеп, инде үлеп барған донъяға һуңғы тамсы һыуын бөркә лә тәгәрәп йән бирә. Ә улдары таң менән юлға сығырға булып йоҡларға яталар. Ағиҙел түҙмәй, бик тынғыһыҙ була ул. Энеләре ял итергә ятҡас, ашығып юлға сыға. Һәм төнө менән, һыу кеүек ай яҡтыһында, тауҙар араһынан, үҙәндәр буйлап бара ла бара. Тауҙарҙы, ҡаяларҙы ярып үтә, ярып үтә алмағанын урап үтә... Ай яҡтыһында көмөш кеүек нурланып ҡала уның юлы. Ошо көмөш нурҙарҙан ынйылай урғылып тере һыу аға... Яйыҡ менән Уй иртәнсәк таң һарыһы менән юлға сығалар. Улар сыҡҡанда ҡараһыу томан ағылған. Ана шуға ла уларҙың юлы ҡараһыу була. Улар ҡараңғыла аҡрын ғына йәнәшләп баралар. Береһе томан аҡҡан кеүек яй ғына, икенсеһе уның ыңғайына уйланып ҡына бара ла бара... Бына шулай өс туған өс һыу юлы һала. Шул китеүҙәренән тыуған ерҙәренән мәңгегә айырылалар... Бына әле тыуған еребеҙ һыуға туймай ыңғырашҡан саҡта ошо хәл иҫемә төштө, уландар... Был аҡылды шуға һөйләйем: донъяның тотҡаһы – ир-егеттәрҙә, – тигән аҡһаҡал һүҙен бөтөрөп...

Шунда аҡһаҡалдың бер ейәне – Йәйташы исемле егет:

– Олатай, беҙҙең ошо йылғаның башы алыҫмы? - тип һораған.

– Өс көнлөк юл, - тип яуаплаған аҡһаҡал.

– Йөҙөм һуты кеүек һыу табырмын, олатай, кире ҡайтмам һыуһыҙ!

Егет юлға сыҡҡан. Ә Нәғим бай уны юлда үлтерергә артынан кеше ебәрә. Өс көн өс төн үткән. Тәүҙә ҡылғанлыҡтарҙы уҙған егет, унан тау-таштарҙы ярып барған... Һәм әлеге йылғаның башына барып еткән. Барып етһә ни күрһен. Уның сыға торған еренән саҡ ҡына түбәнерәк бер ҡая ел-ямғырҙа оҙаҡ тороуҙан ашалып тап йылға үҙәненә ишелеп төшкән булған. Кескенә йылғаның юлын шул быуып тора икән. Ҙур тәрән күл барлыҡҡа килгән булған. Егет көндәр-төндәр буйы шул ташты ватҡан, йылғаның юлын әрсегән. Инде йылғаға юл һалып бөттөм, тигәндә генә әлеге Нәғим ебәргән кешеләр, арттан һөжүм итеп, уны үлтереп йылға үҙәненә ташлап киткәндәр. Үҙҙәре лә ҡайта алмаған, әлбиттә. Артылып, тотҡонлоҡта ятҡан күл һыуын тулҡындырып, көслө ел иҫкән. Тулҡындар, бер-бер артлы ҡыуышып, яман көс менән инде бөтөнләй аҙ ҡалған, йоҡарған таш стенаға ябырылғандар ҙа теге кешеләрҙе лә таштар менән бергә тәгәрәтеп түбәнгә югергәндәр...

Егет киткәненә күп көндәр, аҙналар үткән. Ырыуҙаштары дүрт күҙ менән көткәндәр уны. Тик көтөп ала алмағандар. Бик күп ваҡыттарҙан һуң ғына тау-таш ярып был ерҙәр аша бер йылға ағып үткән. Йөҙөм һуты кеүек булған уның һыуы. Шуға уны Йөҙөм тип атағандар. Ә аҙаҡ Еҙем булып киткән. Ҙурмы, бәләкәйме исеме - йылға бит, болот тартырға көсө еткәндер инде, күрәһең. Ямғыр ҙа килгән. Халыҡ күңеллеләнеп киткән, тормошҡа йәм кергәндәй булған...

Ҙур байрам үткәрергә әҙерләнгәндәр... Байрам өсөн кәрәк булған бөтә нәмә әҙер булған. Тик егет кенә ҡайтып етмәй икән. Тағы көндәр, аҙналар көткән кешеләр, айҙар көткәндар. Тик егет ҡайтмаған. Ҡайтмағас, уның хөрмәтенә тип, үткәрергә булғандар был байрамды. Байрам башланған. Кешеләр, балалар һымаҡ, ысын күңелдән уйнағандар, көлгәндәр, шатланғандар. Төшкә тиклем ҡояш ҡыҙҙырған, шундай ҡыҙҙырған ул... Төш ваҡытында ҡапыл ел күтәрелгән. Сәғәт эсендә донъяны ҡара болот ҡаплаған, йәшен атҡан һәм ҡойоп ямғыр яуған. Кешеләр ямғыр аҫтында югерешеп шаярышҡандар, көлгәндәр, йырлағандар.

Тап шул ваҡыт донъяны дер һелкетеп бик хәтәр күк күкрәгән. Йәшен уҡтары йәйғор юлын киҫеп үткәндәр ҙә туп-тура Нәғим байҙың быуаһына төшкәндәр. Быуаны терәтеп ҡуйған оло таш бағананы ярсытып алып ырғытҡан йәшен. Ә һыу гөрләй-гөрләй ҡайҙалыр алыҫҡа, һыуһыҙ йонсоған кешеләргә югергән... Ҡапыл ҡояш ҡалҡҡан. Донъя яңырған төҫлө булған, һауалар һөт һымаҡ, үләндәр ебәк кеүек, сәскәләр йәйғор төҫлө күренгән.

Ә яр буйында йәшен атҡан таш йәйғорланып быяла һымаҡ ялтырап ятҡан. Әлеге аҡһаҡал:

– Был беҙгә изге ямғыр, донъяны йәшәртеүсе йәшен булып Йәйташы ҡайтты. Йәйташының изге һулышы, ерен һөйгән күңеле ҡайтты, Йәйташы – беҙҙең туғаныбыҙ ҡайтты! – тигән дә йәшен атҡан ташты үпкән. Шунан ҡартлыҡтан хәлһеҙләнгән ҡулдарын күккә һуҙған да:

- Хуш ҡайттың, Йәйташы, изге күңелең менән, улым минең! – тип, шатлығына түҙмәй илап ебәргән...

– Рәхим ит, Йәйташы! – тип ҡысҡырған кешеләр.

Шунан аҙаҡ башҡорт ерендә һәр юлсыны, илгиҙәр кешене Йәйташы тип ҡаршы ала башлағандар.

Шунан ҡалған ул Йәйташы тигән изге һүҙ, шунан киткән.

Әхмәдулла бабай һүҙен бөтөрҙө. Мин килеп кереүем менән ошондай ғәжәп хикәйәт ишетеүемә шатланып та, аптырап та ҡалғайным. Берҙән, Әхмәдулла бабайҙың йомарт күңеле шатландырһа, икенсенән, уның мине Йәйташы тип хөрмәт йөҙөнән тап ошо хикәйәт менән ҡаршы алыуы һоҡландырҙы ла, аптыратты ла... Юлсыны йылы һүҙ менән ҡаршы алыу ғәҙәте халыҡтың һәйбәт күңеле хаҡында һөйләмәйме ни?

 

 

 

 

Автор:Марат АМИНЕВ
Читайте нас: