+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Сентябрь , 20:15

ШӘФӘҠ ҠОЙОҺО Әнүр Вахитов

(Хикәйәт) Әхмәдулла бабай бөгөн бушаманы. Ул ауылдың иң ҡарт кешеһе - йөҙ ҙә ун һигеҙ йәшлек Шафиҡ аҡһаҡалды ҡуйышып йөрөнө. Беҙ бөгөн Уҡлыҡаяға менмәксе инек. Тик әлеге лә баяғы бәлә аяҡ аҫтында ята бит ул. Шап-шаҡтай Шафиҡ аҡһаҡал ҡапыл ғына донъя ҡуйғас, Әхмәдулла бабай тәнтерәкләп сығып югерҙе.

ШӘФӘҠ ҠОЙОҺО Әнүр Вахитов
ШӘФӘҠ ҠОЙОҺО Әнүр Вахитов

Шафиҡ аҡһаҡалды мин электән үк белә инем. Дөм һуҡыр булыу өҫтөнә ул ҡолаҡҡа ла бик ҡатҡайны. Күп йәшәгән был ҡартты тыңларға тип бер нисә рәт барғайным уларға. Тик ни эшләптер уртаҡ тел таба алманым. Бына бөгөн ул үлгән. Ауыр йәшәһә лә, еңел үлгән. Бүрәнә өйгәндәй итеп йөрөгәндә, йыуанғынаһының бер башын этеп ебәргәс, икенсе башы әйләнеп китеп бәргән дә ҡуйған. Ҡарт ыһ та итмәгән, күҫәген тотҡан көйө йән биргән.

Ҡартты алып сығыр алдынан табутты киң өйҙөң иҙән уртаһына ҙур һандыҡты шыуҙырып шуның өҫтөнә ҡуйҙылар. Ҡарт менән хушлашырға халыҡ бик күп йыйылды. Бөтә тирә-юндә дан ҡарт ине шул Шафиҡ бабай. Күрше ауылдарҙан да килгәндәр. Кешеләр берәмләп бәхилләшеп сыға торалар, икенселәре керә тора. Мин дә керҙем. Шафиҡ аҡһаҡал элекке кеүек мөһабәт ине. Ҡылған кеүек ап-аҡ һаҡал бөтә күкрәген ҡаплаған. Көрәктәй ҙур ҡулдары менән уларҙы баҫҡан. Йөҙөнөң йыйырсыҡтары яҙылып киткән...

Ҡартты үҙе әҙерләгән урынға кем менәндер йәнәш ҡуйҙылар. Бер ыңғайҙан бурамаһын дә яңырттылар. Ул баш осона ҡуйырға ташын да әҙерләгән булған икән. Яҫы гранит ташты баш осона ҡуйғас, ике ҡәбер берәү һымаҡ булып ҡалды. Кемдер "Шәфәҡ ҡойоһонан килтерҙем" тип ике ҡарағас та ултыртҡас, әллә нисек булып китте. Серле лә, ғәжәберәк тә ине был.

Өс-дүрт көн ваҡыт үтте. Мин Әхмәдулла бабайҙы борсомаҫҡа тырыштым. Болоҡһоу ҙа, уйсан да ине ул. Шафиҡ бабайҙың ҙур яҡты өйөндә ҡалырлыҡ кешеһе юҡ ине. Уны ауыл Советенә алырға булдылар. Әйберҙәрен ҡарттарға тараттылар. Тик ҡабат түргә шыуҙырып ултыртылған әлеге ҙур һандыҡҡа ғына иғтибар итеүсе булманы. Тимерләп эшләнгән һандыҡ үҙе бер хилүәт ине. Тимер шөш менән көйҙөрөп семәрләнгән был һандыҡҡа иғтибарлап ҡарауың була, һин тәбиғәт донъяһына сумаһың. Һандыҡтың ян-яғына нимәләр генә төшөрөлмәгән. Ат ҡороҡлау тиһеңме, бүре ҡыуыу тиһеңме, текә тауҙан ҡалтағайҙа тыҡыйып шыуыу тиһеңме, ҡайҙалыр соҡорҙа таш сүкеү тиһеңме - шул тиклем килештереп, ышандырып эшләнгәйне, мин күҙемде ала алмай бик оҙаҡ сүкәйеп ултырҙым. Әхмәдулла бабайҙың миңә төртөүенә генә айнып киттем. Баҡһаң, ул һандыҡтың икенсе башында, мөйөштәге һүрәтте күрһәтергә була тартҡылай икән мине. Унда иҫ киткес матур бер һылыу баҫып тора ине. Ә бөтә ҡалған һүрәттәр шул ҡыҙ алдында йәйелеп киткән донъя икән. Гүйә һүрәтте яһаусы ошо донъяны уның аяҡ аҫтына килтереп ташлаған. "Мин генә түгел, донъя баш эйә һинең матурлығың алдында, һылыу!" ти кеүек ул. Ә ҡыҙ керпектәрен елпеп бер уға, бер үҙ алдында ятҡан донъяға ҡараған да үҙен бәхеткә күмгән был кешегә рәхмәт йөҙөнән йылмайған...

Ауылдың иң оло кешеһе хәҙер һин тип, һандыҡты Әхмәдулла бабайға һаҡларға бирҙеләр. Ул һандыҡ өҫтөнә турпыша япты ла өйҙө бикләп алды. Үҙе, балтаһын биленә ҡыҫтырып, йышҡы-фәлән тотоп, баҡса артына ҡарай атланы.

- Шәфәҡ ҡойоһона барып ҡайтайыҡ.

Тау ҡырлатып ятҡан берләм һуҡмаҡ менән бер-ике саҡрым үткәс, алда асыҡлыҡ күренде. Асыҡлыҡтың төпкөлөндә, тауҙың яланғасланып торған ерендә, эре-эре буйһыу ҡарағастарҙан бирерәк, бер бәләкәй генә бурама ултыра. Бурама ауыҙында ҙур ғына таш. Ул баҫҡыслап эшләнгән. Сөбөрләп кенә ҡойолған һыуға ҡарап торам. Ул бурама эсенән һонолоп сыҡҡан таш күнәктән аға ине. Әхмәдулла бабай бурама ишеген асып ебәрҙе лә аҡрын ғына башын тыҡты.

- Шәпме, Шәфәҡ...

Мин ғәжәпләнеп Әхмәдулла бабайға ҡараным. Ә ул ҡаҡшаған ишекте сыңғаһынан һурып алды ла юнәтергә тотондо. Мин шау имәндән торған был кескенә серле бурамаға ғәжәпләнеберәк ҡарап торҙом да ипләп кенә эскә атланым. Башымды тығып һыу юлына күҙ ташлауым булды, терт итеп ҡалдым. Унда, һыуҙың ташҡа таш улаҡ аша аҡҡан ерендә, биҙрә тотоп бер ҡыҙ баҫып тора ине. Биҙрәһенән сөбөрләп кенә һыу аға. Бураманың ташындағы таш улыҡ буйлап сыҡҡан һыу ҡыҙҙың биҙрәһенән аға икән. Бына ниндәй икән ул Шәфәҡ ҡойоһо! Шәфәҡ... Кем һуң ул Шәфәҡ? Кем һуң ул ошо һыу тулҡыны төҫлө һулҡылдап торған һын? Мин уға оҙаҡ ҡарап торҙом. Ҡыҙ миңә таныш һымаҡ тойолдо. Кем һуң ул? Ҡайҙа күргәйнем мин уны?

Әхмәдулла бабай был ваҡытта ишекте юнәтеп бөтөп, бураманың башын ҡутарып йөрөй ине.

- Шафиҡ ағай һуңғы ваҡытта юнәтә алманы шул. Бөткән икән башы бураманың.

Әхмәдулла бабай бураманың башын бөтөнләй аҡтарып алып ташланы. Шунда мин яҡтыла теге ҡыҙ һынының таныш һыҙаттарын ҡапыл иҫемә төшөрҙөм. Теге һандыҡҡа көйҙөрөп эшләнгән һылыуҙың һыны бит был!

- Әхмәдулла бабай!

- Әү...

Әхмәдулла бабай ул арала булмай ҡайҙандыр таҡталар күтәреп килеп сыҡты.

- Әй был Шафиҡ ағайҙы әйтәм. Таҡталарын дә әҙерләп ҡуйған булған икән.

Беҙ таҡталарҙы ташып алдыҡ та бураманың башын ябырға тотондоҡ. Әхмәдулла бабай ҡаҙаҡлап тора, мин уға таҡта алып биреп торам. Һәғәт тиҙ эшләп ташланыҡ. Ҡайтыр саҡта Әхмәдулла бабай бураманың ишеген тағы асып ҡараны. Мин дә ҡарамай түҙмәнем. Ҡараңғылы-яҡтылыла теге ҡыҙ һыны ҡойоп ҡуйылған кеүек күренә ине.

- Арымай ҙа, талмай ҙа биҙрәһен күтәреп кешеләргә һыу биреп тора ла тора Шәфәҡ һылыу... мәңгегә килгән кешеләй...

Шәфәҡ һылыу...

Беҙ ҡайтырға сыҡтыҡ. Сөбөрләп кенә аҡҡан шишмә тауышы, ҡарағастар аҫтында ултырған бурама эсендәге илаһи ҡыҙ һыны... Мин артыма әйләнеп ҡарайым да берләм һуҡмаҡ буйлап аҡрын ғына атлаған Әхмәдулла бабайҙың ниңәлер бәләкәйләнеп киткән кәүҙәһенә күҙ һалам. Һуҡыр Шафиҡ ағай әҙерләгән таҡталар менән ябылған бурама алыҫтан уҡ ялтырап күренә. Ҡарағастарҙың ҡарағусҡыл ҡуйы йәшел ылыҫында инде түбәнәйә башлаған ҡояш нурҙары яна. Әхмәдулла бабай һуҡмаҡтан үргәрәк менде лә тау ҡырына тубыҡ тартып ултырҙы.- Ултырып ал, улым. Аяғөҫтө һөйләй торған һүҙ түгел һөйләр һүҙем...

Ҡарт оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы. Шунан тирә-яғын һөҙөп ҡарап сыҡты ла ауыр итеп көрһөндө.

- Әй, ғүмер тигәнең. Ана йөҙ ҙә ун һигеҙ йәшлек Шафиҡ ағайҙы ла ҡуйҙыҡ. Ә бит бер ҙә үлер һымаҡ түгел ине. Мәңгегә килгән кеүек күрә инем мин уны. Бит Шәфәғенән теүәл йөҙ йыл ҡалып үлде. Ә Шәфәғен онота алманы. Үлгәс тә эргәһенә ятҡыһы килде. Тәүге бурама ултыртҡанда уҡ үҙенә лә урын апҡалған, егетең...

Әхмәдулла бабай һаҡалын аралай-аралай тағы алыҫҡа текләне.

- Ә бит кеше борон-борондан үлемде еңергә ынтылған. Ана «Урал батыр» хикәйәтен генә алып ҡара. Гел үлем менән йәшәү хаҡында һөйләнә бит. Бына әле Шәфәҡ менән Шафиҡте уйлайым да шундай фекергә киләм. Уларҙың да тормошо ҡайһы яғы менәндер ана шул үлемһеҙлекте раҫлай һымаҡ.

Ҡарт тынып торҙо. Ярғыланып бөткән ҙур ҡулдарына ҡарап башын сайҡаны.

- Ана Шәфәҡ ҡойоһо. Кеше ҡулы менән эшләнгән. Шафиҡтең ҡулы менән. Шафиҡтең ҡулы уны мәңгелек иткән. Үлемһеҙлек тигәндәре шулдыр инде...

Минең ғәжәпләнеберәк ҡарауымды һиҙҙе, буғай, Әхмәдулла бабай, күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, миңә ҡараны ла һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә йылмайҙы. Уның йыйырсыҡлы йөҙө яҙылып, яҡтырып китте.

- Нимә, китапса һөйләйемме? Улай тимә. Яҡшы һүҙ китапҡа яҡшы күңелдән төшә! Нисә әйтһәң дә, мин дә яҙыу таныған кеше лә...Мин уңайһыҙланып ҡыҙарҙым.

- Шәфәҡтең үлгәненә йөҙ йыл тулып үтте инде. Шафиҡ ағайға ул саҡта саҡ ун ете булған. Тирә-яҡта даны таралған Юламан байҙың йылҡысыһы булған ул. Юламандың ҡатылығына, һаранлығына түҙмәй йәш егет әллә нисә рәт бынан китергә ынтылған. Тик Юламандың ҡыҙы Шәфәҡ ебәрмәгән уны. Байҙың берҙән-бер ҡыҙы булған Шәфәҡ, ҡырҙағы ҡоралай кеүек, ҡыуаҡтағы һандуғас һымаҡ ирекле үҫкән Шәфәҡ. Йылҡысы Шафиҡ менән аттарҙы далаға ҡыуған, даланан тауҙарға апҡайтҡан. Әммә иң яратҡан урыны уның ошо шишмә сыҡҡан ер булған. Ул бында сарсыған тамағын сылатҡан, ярһыған күңелен баҫҡан. Ҡыҙҙың ун бише тулыуы була, уға һыбай йөрөүҙе тыялар. Ул өйҙә зарығып ултырырға мәжбүр була. Ат тояғы тауышы ишетелһә лә һиҫкәнеп йәшәй башлай. Шафиҡте ул ошо ҡойоға килгән сағында ғына осрата башлай. Шафиғе уның килеүенә ҡойоно таҙартып, тәрәнәйтеп ҡуя. Ә Шәфәҡ килгәс, уның күнәктәрен мөлдөрәмә тултыра ла көрһөнә торған була. Шуны ғына көткән кеүек Шәфәғе егеттең ауыр ҙур ҡулдарын тотоп ала ла сикәһенә ҡуя. Егеттең һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулдарын йомшаҡ, нәфис устары менән ҡыҫа.

- Шафиҡ, һинең ҡулдарың ҡайһылай көслө!

- Шәфәҡ, һинең ҡулдарың ниндәй йомшаҡ...

Улар тағы айырылалар.

Ошолай көндәр үтә. Көҙ етә. Юламан ҡарт ҡыҙын күрше ауыл байының ҡайҙалыр уҡып йөрөгән улына бирергә була. Ә үҙе ниҙер һиҙенгән кеүек ҡыҙын өйөнән дә сығармай башлай. Шулай ҙа Шәфәҡ, бер әмәлен табып, ошо шишмә сыҡҡан ергә килә. Шуны ғына көтөп торған Шафиҡ атын ярһытып килеп тә етә.

- Ҡасайыҡ, Шәфәҡ!

- Ҡасып ни эшләрбеҙ? Ҡайҙа аҡса, ҡайҙа кейем. Ҡышҡа ҡаршы...

Егет башын аҫҡа эйә. Шәфәғе дөрөҫлө һөйләй. Шәфәҡ һынлы Шәфәҡте алып ҡасып нисек ҡарар һуң? Ул бит йылыға ла яҡтыға, йомшаҡҡа ла мулыҡҡа өйрәнгән... Шулай ҙа егет үҙ һүҙен бирмәй:

- Ҡаҙаҡ араһына ҡасайыҡ. Йылҡы көтөп булһа ла һине хур итмәм!

- Мин риза, Шафиҡ! Кис менән ҡунаҡтар килер алдынан тыҡрыҡҡа минең толпарҙы алып сыҡ!

Шәфәҡ егеттең ҡулдарын ике сикәһенә ҡуйып йылыта ла өйгә югерә. Әмәлгә таянғандай шул көндө бик ҡаты һыуытып ебәрә лә буран ҡотора башлай. Йылҡысы бик ҡыйын хәлдә ҡала. Аттарҙы өйөрөү, кәртәгә индереү менән мауығып ул ваҡыт үткәнен дә һиҙмәй. Етмәһә Шәфәҡтең толпарын абайлай алмай ҡалып уны эҙләй. Эйәр кәрәк-яраҡтарын таба алмай күҙе тона. Ә был ваҡытта Юламандың өйөндә һый ҡыҙа ғына бара. Юламан, ҡыҙының ҡайҙалыр йөрөп ҡайтыуынан шикләнеп, Шәфәҡтең кейемдәрен дә алып ҡуя. Күлдәксән генә ҡалған Шәфәҡ бүлмәлә үрле-ҡырлы талпына бирә. Кис булыуын көтә. Кис була. Тәҙрәләр шыҡыйып туңа, ишек шығырҙап илап ҡына асыла башлай. Әммә ярһыу ҡыҙ бер нәмәгә ҡарамай күлдәксән тышҡа атыла. Сығыуы була, урам ҡапҡаһынан кемдер инә. Шәфәҡ йылт итеп мөйөшкә боҫа. Боҫа, әммә үҙе шикләнә. Шым ғына артҡа сигенә торғас, ул терәтеп һалынған ике өй араһындағы тар ғына арауыҡҡа барып инә. Шунан өшөүен дә онотоп урамда кеше аяғы һил булғанын көтә башлай. Бер сәғәт көтә был, ике сәғәт. Тәүҙә ойоҡ ҡына кейгән аяҡтары ергә ҡуша туңа, шунан кәүҙәһе ҡата башлай. Өс сәғәт үтә. Урамға ла һирәк-һаяҡ сыға башлайҙар. Иҫтән яҙып барған саҡта Шәфәҡ ике аттың сабып үткәнен ишеткәндәй була. Кемдеңдер көслө тауышы ҡолағына салына:

- Шәф-фәҡ!..

Шәфәҡ ҡапыл уянып киткәндәй була. Урынынан ҡуҙғалырға теләгән хәрәкәт яһай. Әммә ике стена ҡыҫығына һөйәлгән килеш ҡатып ҡала. Бына бер ваҡыт өйҙә ығы-зығы ҡуба. Был - ҡыҙ бүлмәһенә ҡушылырға ингән кейәү сарбайлана икән. Һыйланыу ҡайғыһы китә. Бөтәһе лә Шәфәҡте эҙләргә сыға. Аҡрынлап яҡтыра. Шунда ғына бөтөнләй туңған ҡыҙҙы бер еңгәһе күреп ҡала. Толопҡа урап өйгә индерәләр. Әммә Шәфәҡ шул көндө үлә. Туйға йыйылған халыҡ ҡыҙҙы ҡуйып тарала. Юламан ҡарт ҡыҙы үлгәс, йомшай ҙа бит, һуң була. Ҡайғыһынан аяҡтан йығыла. Шәфәҡ менән Шафиҡ араһындағы мөхәббәтте ул бик һуң аңлай. Шуға ла ҡыҙы үлгәс, ҡартҡа Шафиҡ бик яҡын булып китә. Ул Шафиҡте үҙ янына саҡыра. "Улым бул", ти. Егет рәхмәт әйтә. Үҙе ҡыҙ ҡаберенә барып баш эйә лә был йорттан бөтөнләй китә. Ят кешеләр араһында ҡайғым бүҫкәрмәҫме тип уйлай ул. Бер егерме саҡрымлыҡ ҡына ерҙә таш сығара торған урынға барып эшкә яллана. Таш сығартыусы егеттең көсөнә, таҫыллы булыуына һоҡлана. Шафиҡ бик тиҙ оҫта ташсы булып китә. Ул эшләгән тирмән, сар таштары тирә-яҡта дан ала. Эш араларында Шафиҡ үҙе лә һиҙмәҫтән Шәфәҡҡә ҡәбер ташы юна. Ташҡа сикә яҡлап ҡыҙҙың һүрәтен яһай, үҙе сығарған йырҙы яҙа ла, бер форсат табып, апарып ҡуя. Ҡыҙ ҡәберенең бурамаһын юнәтә. Бураманы ике урынлы итеп бурай. Был ваҡытта Юламан ҡарт үлгән була инде. Шафиҡ тә аруҡ ир ҡорона ингән була. Бер көндө ул Шәфәҡ менән ат көткән ерҙәрҙә йөрөп арығас, әлеге шишмә янына килә, килә лә туҡтап ҡала.Шишмә буйынан ҡарағастар төбөндәге эре-эре ҡаҡташтар араһынан көлөп-йылмайып Шәфәҡ килеп сығыр төҫлө тойола уға. Туҡта, туҡта анау таш эйелеп һыу алған ҡыҙҙың зифа һынын хәтерләтә түгелме һуң? Оҙаҡ ҡарап тора Шафиҡ. Түҙмәй, тоҡсайындағы таш сүкей торған тимерҙәрен ҡулына ала. Ала ла әлеге ташты сүкей башлай. Ут сәсрәтеп, ярһып юна ул ташты. Ҡыҙ һынын хәтерләткән таш ул сүкегән һайын йәнләнә, ул юнған һайын терелә бара. Көн артынан көн үтә. Ҡыҙ һынын хәтерләткән әлеге таш шишмәнән һыу алып торған Шәфәҡ һынына әйләнә. Шунан Шафиҡ һыу ағымын Шәфәҡ күнәгенә күсерә, бәләкәй генә бурама ултырта ла ауылға ҡайтып йәшәй башлай. Ситтә таш сығарғанда ул тимерсе һөнәренә лә өйрәнгән була. Ауылда ул тимерлек аса. Арыу ғына итеп йәшәп алып китә. Йыл һайын Шәфәҡ ҡойоһон таҙартып, матурлап тора. Тирә-яғына төрлө шифалы үләндәр ултырта. Шәфәҡ ҡойоһона халыҡ шул тиклем өйрәнә. Саҡ ҡына ауырыһалар ҙа, шуның һыуын, тирә-яғындағы үләнен алып ҡайта һалалар. Йылдар үтә тора. Кешенең зиһенен тарҡатып, әммә аҡыл биреп бик күп йылдар үтә...

Әхмәдулла бабай ауыр итеп тағы көрһөндө.

- Мин белгәндә Шафиҡ ағай аруҡ олоғайғайны инде. Әммә өйләнмәгәйне. Һуңынан дә яңғыҙ йәшәне, Шәфәғенә тоғро ҡалды. Теге туй ваҡытында йорт баҫып булһа ла Шәфәғен алып ҡаса алмағанына бик үкенеп йәшәне. Шәфәҡтең үлемендә лә, ҡаты бәғерле Юламандан бигерәк, үҙен ғәйепләй ине ул. Үҙенең оҙаҡ йәшәүен дә Шәфәғенә япһара ине. Теге ваҡытта ҡотҡара алмағанға, ут йотоп, оҙағыраҡ йәшәһен тип, үҙ ғүмерен миңә ҡалдырғандыр инде, ти торғайны. Мәңгегә килгән кеүек ине шул үҙе лә. Ныҡ булды. Кеше тип йәшәне. Шул йәшәткәндер, күрәһең...

Хикәйәтте тыңлай-тыңлай мин Әхмәдулла бабайҙың үҙен онотоп та ебәргәйнем инде. Хикәйәт донъяһында ниндәй генә яҙмыштар юҡ. Таланты менән художник, көнкүреше менән тимерсе, мөхәббәте менән тоғролоҡтоң иҫ киткес матурлығын үҙендә һаҡлаған Шафиҡ бабайҙың яҙмышы минең күңелемде ысын әсир иткәйне. Көсөң менән нимәләр генә эшләтмәйһең һин, мөхәббәт! Эш мөхәббәттә генәме ни? Мәңгелектең ҡараңғы төпкөлөндә Шафиҡ бабай кеүек нисәмә художник талантына юл тапмай ятып ҡалды икән?! Мин шаңҡып оҙаҡ ултырҙым. Әхмәдулла бабай минең хәлемде аңлап, буғай, өндәшмәне. Шунан яйлап ҡына аяғын ипләп кейҙе. Шәфәҡ ҡойоһонан барып котелогына һыу алды.

- Шифалы уның һыуы. Тирә-яғын ҡара, ниндәй генә үлән, ниндәй генә сәскә юҡ, гел дауа үләне...

Беҙ ҡайтырға сыҡтыҡ.

Автор:Марат АМИНЕВ
Читайте нас: