+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Сентябрь , 20:10

Шәжәрә. Әнүр Вахитов

Хикәйәт Ай урталары ине. Ике көн рәттән ямғыр яуҙы. Әхмәдулла бабай был өшәмәлә ҡайҙа бараһың тип киң һикегә менеп ултырҙы ла китап аҡтарырға кереште. Мине, бигерәк тә, һарғайып бөткән был иҫке китаптар араһынан килеп сыҡҡан ике нәмә ҡыҙыҡтырҙы. Уларҙың береһе шәжәрә, икенсеһе картаға оҡшатып һыҙылған ниндәйҙер бер план ине.

Шәжәрә. Әнүр Вахитов
Шәжәрә. Әнүр Вахитов

 - Былар беҙҙең ауылдың боронғо паспорттары, - тине Әхмәдулла бабай йылмайып. Күп ятыуҙан тетелеп бөткән ҡағыҙҙарҙы һыпырғылай-һыпырғылай ҡарт уларҙың тарихын һөйләп бирҙе.

...Бынан әллә нисә тиҫтә быуын элек Ағиҙелдең урта ағымында бер ауыл булған. Ауылда батыр, ҡуш йөрәкле кешеләр йәшәгән. Мал ҡыуыр көтөүлектәре, бесән сабыр болондары Ағиҙелде ике яҡлап йәйрәп, күкрәп ятҡан. Ярлы-ябаға, бер төптән тороп, бай-бетсәгә ул хәтле үрәпсергә бирмәгән икән был ауылда. Әммә заманалар үтә тора, тормош та үҙгәрә барған. Бына бер ваҡыт Ағиҙел үренәрәк әллә ни арала килеп утар һалған ғәләмәт бай берәү - Әлимбай тигән кеше - быларҙың болондарына, көтөүлектәренә күҙен төшөргән.

- Нимәгә был ҡатҡан сәкмәндәргә ул хәтле ер. Батша хәҙрәттәре алдында хеҙмәтте улар күрһәткәнме, минме? - тип күкрәк һуға икән был. Күп тә тормай ауылдың ерен дәғүәләп оло түрәләргә яҙыу биргән. Өҫтәүенә тегеләргә аруҡ аҡса, бал-май ҙа йомдорған был. Түрәләргә ни, шул ғына кәрәк тә. Улар ауыл кешеләренең ерен, йәнәһе, "артыҡ" тип законды боҙаһығыҙ, был ерҙәрҙең күп өлөшө төптә һеҙҙеке түгел, - тип яуап-яҙыу төшөргәндәр.

Бер ваҡыт был Әлимбай тигәндәре ауылдың йыйынын йыйҙырта. Ҡыш көнө була. Байҙың малы күп. Аттарҙы тибенгә сығарырға кәрәк, ә ауыл халҡы сығартмай. Ерҙе бирмәй. Теге Әлимбай ҡарағош төшөрөлгән ҡағыҙҙы юғары күтәрә лә йыйындағыларға:

- Бына бында, аҡ батшаның пак күңеле кеүек аҡ ҡағыҙҙа, "һеҙ был ерҙәрҙе законһыҙ биләп ятаһығыҙ", тип ҡара менән яҙылған. Ауыҙығыҙҙы ла асмағыҙ, ер минеке. Миңә уны батша хәҙрәттәренә, бәйҙәге эт һымаҡ, тоғро хеҙмәт иткәнем өсөн бирҙеләр.

Халыҡ шаулап, әлеге ҡара һүҙен әйтеп ҡарай ҙа бит, ни эшләһен, күрә: закон бай яғында. Староста ла уның йөпләп тора. Шунда халыҡ янына шәпләп йөрөүҙән ахылдап төшкән Хәсән аҡһаҡал килеп туҡтай. Ҡулын күтәрә лә:

- Йәмәғәт, ни эшләп тынып ҡалдығыҙ, ошо ауыл кешеләреме һеҙ? - тип һорай.
Ауылдаштары ҡарттың мәрәкә генә әйтеп ҡуйған һүҙҙәренең төбөндә кинәйә тойоп, яуаплайҙар:

- Ошо ауыл кешеләре.

- Ата-бабаларығыҙ әүәлдән ошонда торғанмы?

- Ошонда булмай тағы!..

- Һуң алайғас, ни эшләп шаҡ ҡатып ҡалдығыҙ? Шаҡ ҡатҡанға юл ҡайҙа, типме?

- Юл ҡайҙа һуң?

- Ошо ауылда йәшәгән кешеләрҙә, һеҙҙең үҙегеҙҙә, ауылдаштар.

- Нисек үҙебеҙҙә?

- Эйе, үҙегеҙҙә. Быны тарих тә йөпләй. Бына ул.

Шунда Хәсән аҡһаҡал сал һаҡалы аҫтындағы иҙеүе эсенән төргәк ҡағыҙ тартып сығара ла юғарыға һона.

- Бына ул тарих. Был - шәжәрә. Ауылыбыҙҙың, еребеҙҙең йәнле тарихы. Уға ете йөҙ йыл!

Бөтә халыҡ Хәсән аҡһаҡалға тартыла. Уны түңәрәк эсенә алалар. Ә теге терегөйөҡ бай старосталар менән бер яҡ ситтә баҫып ҡала. Ауыл кешеләренең йөҙө яҡтыра. Әйтерһең, Хәсән аҡһаҡалдың һүҙҙәренән, уның ҡалтыранған ҙур, эшсән ҡулдары күтәргән шәжәрәнән яҡтылыҡ бөркөлә. Ә байҙарҙың һөмһөрө ҡойолоп, йөҙҙәре ҡарайып ҡала. Шунда байҙар шыбыр-шыбыр кәңәш итешәләр ҙә староста:

- Йәмәғәт, - тип көсәнеп аҡырып ебәрә. - Һеҙ күрәләтә алданаһығыҙ. Шәжәрә дөкәмит түгел. Ул законды алмаштыра алмай. Уның мисәте юҡ, ҡарағошло ҡағыҙ түгел. Ул Хәсән ҡарт кеүек яртаҡылдарҙың ҡағыҙ ярпыһы...

- Мисәте булмаһа, булдырырбыҙ, - тип яуаплай Хәсән аҡһаҡал, - ә ер - беҙҙеке. Һәр быуын шул турала бына бында үҙ танытмаһын һала барған. Ә Әлимбай бай ҡайҙан килгән - шунда китһен, аҡ батшаның аҡ күңеле кеүек аҡ ҡағыҙын кемдән алған - шуларҙан ер ҙә таптырһын!..

Хәсән аҡһаҡал халыҡтың фатихаһын ала ла шул көндө үк оҙон юлға - шәжәрәгә мисәт баҫтырып алып ҡайтыр өсөн сәфәргә сыға. Уны ауылдың ике егете оҙата баралар. Аттар менән бер нисә тау артылғас, ҡалтағай кейеп, Хәсән аҡһаҡал үҙе генә белә торған һуҡмаҡҡа төшә. Әлимбайҙың ҡыуа сығыуынан шикләнә ул. Шуға, һаҡланған хаҡлы була, тип уйлай был. Алтмыштан уҙған ил атаһы ҡорона инһә лә ул ныҡ быуынлы була, тегеләре утыҙға еткән әзмәүерҙәй ир булһалар ҙа әлһерәп төшәләр. Ә һуҡмаҡ әле тауға үрмәләп, әле түбән югереп бара ла бара. Хәсән аҡһаҡалдың юлдаштарынан берehe:

- Юҡҡа бынан киттек. Ат моңмо ни беҙгә, - тип мөйкөлдәп тә ала. Икенсеһе өндәшмәй, түҙә. Бер нисә көндән ҡалаға етеп, мең бәлә менән әлеге шәжәрәгә ҡарағошло мисәт һуҡтырып, ҡайтыуға сыға былар. Бер көн китеүҙәре була, Әлимбай кешеләренең ҡыуа сығыуын һиҙәләр. Хәсән аҡһаҡал үҙенең юлдаштарын ашыҡтырырға тотона:

- Болантором тауына етеп ҡалайыҡ, уға етәрәк бүтән һуҡмаҡҡа төшөрбөҙ, - ти ул.

Шулай килә торғас, былар, әлеге тауға яҡынайғанда ғына, арттан ҡыуыусыларҙың тауышын ишетәләр. Хәсән аҡһаҡал аҙымдарын ҡыҙыулата. Аруҡ ынтылыш яһайҙар. Арттағыларҙың тауышы ишетелмәй. Хәл алмаҡсы булып Хәсән аҡһаҡал ҡалтағайына ултыра. Ҡаҡшалған кәүҙә eprə haлынып төшә. Башҡалар ҙа ята. Күп тә үтмәй Хәсән аҡһаҡал тора ла аҡрын ғына тауыш менән:

- Киләләр, - ти, - күп булһа ике саҡрымдар ғына... Киттек, уланҡайҙар. Ныҡ ҡына ҡыуайыҡ та шунан юл яҙлыҡтырырға тырышып ҡарарбыҙ... Тағы ла ҡуҙғалалар. Бер һыуһын киткәс, Хәсән аҡһаҡал әлеге килгән һуҡмаҡ менән кире борола, ярты саҡрымдар барғас, ғәжәп бер етеҙлек менән ситкә һикереп, ҡалтағайына баҫа ла уңғараҡ ҡайырып шыуа башлай. Юлдаштары ла эйәрә. Бер аҙ киткәс, ергә ятып тыңлайҙар. Тегеләрҙең иҫке юл менән югерешеүе ишетелә. Иркенләп тын алып ҡалалар. Яңы һуҡмаҡ тағы ла тигеҙһеҙерәк эре-эре ташлы, йә соҡорло булып сыға. Һағыраҡ барырға тура килә. Аяҡ аҫтынан тағы бер бәлә ҡалҡып сыға: ҡараңғы төшөп күҙ бәйләнә башлағанда ғына, алдан барған Хәсән аҡһаҡалдың һыңар ҡалтағайы һына. «Ни эшләргә?!» - Һыңар ҡалтағайына һылтыҡлай-һылтыҡлай Хәсән аҡһаҡал үҙ-үҙенә шул һорауҙы бирә: «Ни эшләргә?.. Егеттәрҙең үҙҙәрен генә ебәрһәң, юлды белмәйҙәр. Ә былай барылһа - арттан ҡыуып етәсәктәр. Ул саҡта шәжәрә Әлимбайға эләгә... Ни эшләргә?» Уның ошо уйҙарын һиҙгән кеүек юлдаштарының береһе - түҙемле егет:

- Хәсән аҡһаҡал, һин үҙең кит әйҙә. Ә беҙ... беҙ бер юлын табырбыҙ әле, - ти.

- Беҙ һуң, беҙ, аҙашып үлербеҙме? - тип шыңшый әлеге мөйкөлдәргә әүәҫе. - Юҡ инде. Кем бутҡа бешергән, шул тәүҙә ашаһын...

Шунан ул үҙенең артығыраҡ ысҡындырғанын тойоп ҡала ла өҫтәп ҡуя.

- Нимәгә шул ҡағыҙ ярпыһы өсөн баш менән шаярырға?..

Һылтыҡлап бара-бара арыған, йонсоған Хәсән аҡһаҡал ҡапыл уға әйләнә лә ни эшләргә белмәгән кеүек тынып ҡала. Уның йөҙөндә борсолоу ҙа, ғәжәпләнеү ҙә, нимәгәлер үпкәләү ҙә була. Ҡарашы ҡаты, ҡырыҫ булып китә. Тегеһе ниҙер әйтергә тип асҡан ауыҙын да япмай ҡатып тора.

- Их, улым, улым, - тип баш сайҡай шунан Хәсән аҡһаҡал, - ҡағыҙ ярпыһы тиһең. Ә бит шул ҡағыҙ ярпыһында бөтә ауыл тормошо, бөтә ауыл яҙмышы, бәхете, киләсәге. Ергә булған танытмаһы.

- Әй, ер күп тә ул беҙҙә...

- Һы, күп тиһең инде, ә? Ниңә асыға һуң халыҡ? Былтыр ниңә ҡырылды?

- Былтыр үләт булды бит...

- Үләт ниңә була һуң?

- Уныһы инде минең эш түгел...

Был һүҙҙәр Хәсән аҡһаҡалға башына һуҡҡан кеүек тәьҫир итә.

- Нисек? Һинең эш түгелме? Һин кем, башыңа бүрек кейгән ир йораты, һин кем? Ҡайҙа үҫтең һин? Ул - һинең эш, минең эш, беҙҙең эш. Ирҙәр эше! Ил эше, тыуған ер эше. Бөгөнгө тормош эше, киләсәк эше! – Шунан ул бер аҙ тынысланып дауам итә, - Халыҡ эшен минең эш түгел тигән кеше, ай-яй...

Бер аҙ тын торалар. Шунан аҡһаҡал уйсан ғына дауам итә.

- Ер етерлек булһа - үләт тә булмаҫ, аслыҡты төштә лә күрмәҫ‌ инек... Тыуған еребеҙҙе кемдәрҙер киҫеп ала икән, үҙҙәренең ере була тороп, байығыр өсөн кеше өлөшөнә ҡул һуҙа икән, нисек тыныс ҡалмаҡ кәрәк, улым. Уйлап ҡара. Тыуған-үҫкән ер бит, ата-бабаңды, һине, һинең балаларыңды туйындырған ер... Еребеҙҙе биреп үҙебеҙ кеше тупһаһына барып баш һалырбыҙмы инде һинеңсә?!

Мөйкөлдәгән егет өндәшмәй.

Хәсән аҡһаҡал ҡуныр өсөн ышығыраҡ урын таба ла ут яғырға саҡма эҙләй. Тегеләр утын йыя. Ҡараңғы төшә. Тау өңөндә ут яғып, былар шыршы ылыҫына ятып йоҡлайҙар. Таң һыҙылғанда Хәсән аҡһаҡал тора ла тегеләрҙе уятырға була. Ҡараһа, әлеге мөйкөлдәк шыңшы егет юҡ. Өңдән сығып, тирә-яҡты байҡай аҡһаҡал. Тегенең эҙе кисә былар килгән юлда ята. Хәсән аҡһаҡал ашығып икенсе юлдашын уята ла эштең нимәлә икәнен аңлата.

- Ах, шыңшы, - ти тегеһе. Мин уға кисә ҡалтағайҙарҙың ярғыланмай-һынмай иҫән ҡалғанын Хәсән аҡһаҡалға бирәйек, ул тиҙерәк ҡайтһын. Беҙ уның эҙенән аҡрынлап булһа ла ҡуҙғалырбыҙ. Ҡаршы килерҙәр әле, тигәйнем... Ҡурҡып ҡасҡан инде шуға... Ҡалтағайҙарҙы ла һайлап алған әле ул...

Былар ҡайһыһы һынған, ҡайһыһы ярғыланған ҡалтағайҙар менән юлға сыға. Болантором тауына еткәндә генә, Әлимбай кешеләренең тауышы тағы ишетелә. Хәсән аҡһаҡал егетте туҡтата ла арыуыраҡ һыңар ҡалтағайын бирә.

- Улым, былай барһаҡ, тегеләр тиҙҙән ҡыуып етер. Һин тиҙерәк шыу. Хәлең бар әле. Мин, әгәр рәт тапһам, берәй ышыҡта йәшенергә тырышырмын. Ауыл йыраҡ түгел бит... Өлгөрә алһаң, миңә ҡаршы ла килерҙәр.

- Аҡһаҡал, мин был эшкә риза түгел. Тегеләр ҡулына эләкһәң, бөтә ауыл етем ҡала, һин шыу, ә мин... бирешмәм әле...

- Юҡ, улым, шәп шыуа алмам. Аяҡты ҡаймыҡтырҙым мин... Тиҙерәк бул! Юл Боланторомдо уратып аҫҡа төшә лә йылға буйлап түбән китә. Бер ун саҡрымдан, ауыл күренер. Ашыҡ. Тегеләр әле үҙәнде сыҡҡан ерҙә юл яҙлығыуҙары ла мөмкин. Ашыҡ.

Егет шыуып китә. Хәсән аҡһаҡал бер түмһәгә ултырып аяғын юнәтеп кейә. Бер аҙҙан хәл алып был ҡаймыҡҡан аяҡ, һыныҡ ҡалтағайҙар менән йонсой-йонсой юлын дауам итә. Аруҡ ваҡыт үтә. Аҡһаҡал инде биш-алты саҡрым юл үтә. Алда һерәйеп Болантором тора. Уны урап үтергә кәрәк. Үҙе ун саҡрымлыҡ юл. Ә хәл бөтә бара. Әллә тауға менергәме. Ниңә, менеп булыуын булһа, теге һөҙәк яҡлап шыуып төшәһең дә китәһең... Дөрөҫ, унда йылға яры яҡын. Етмәһә, йылыу урындар... Ҡалтағайыңа хужа була алмаһаң, барып төшөүең дә мөмкин. Боланторомдан уңда, яҡында ғына, ауыл ята. Тик тауҙың ул яғы ҡая уҡ булмаһа ла, ғәжәп текә шул. Шыуып төшөп булмай...

Аҡһаҡал үҙе лә һиҙмәҫтән тауға үрмәләй башлай. Күпме ваҡыт үткәндер, бына бер саҡ яҡында ғына: «Ана бара, ана, ҡарт тәре!» - тигән ярһыулы шатлыҡ менән ҡысҡырған тауыш Хәсән аҡһаҡалды түбәнгә ҡарарға мәжбүр итә. Унда, түбәндә, күп булһа йөҙ-йөҙ илле аҙымдар алыҫлыҡта, Әлимбай кешеләре үрмәләй. Аҡһаҡал үҙенең был юлы ҡотола алмаясағын аңлай, шулай ҙа тиҙ генә бирешергә теләмәй, үрмәләүен шәбәйтә. Бара-бара ул тоғон һалып ырғыта, шунан хәле бөтә барыуын аңлап ҡыҫҡа тун тышынан кейгән сәкмәнен ташлай. Тунын ысҡындырып ебәрә. Шунда уның ҡулы һаҡал аҫтындағы кеҫәгә, ундағы ҡатҡыл шәжәрә ҡағыҙына тейә. Хәсән аҡһаҡалдың йөрәге бик ҡаты тулап ҡуя: «Шәжәрәне теге егеткә биреп ебәрергә онотҡанмын. Ул күптән ауылдалыр инде... Их!» Ул, йән асыуына түҙмәй, үҙен әрләп ала. Шулай ҙа аҡһаҡалға көс инеп киткәндәй була, ул болан етеҙлеге менән үрмәләй башлай. Арттағылар һаман яҡынлай икән. Бына улар етмеш, шунан илле аҙымдар ҡала. Береһе кирелеп йәйәһен тарта. Хәсән аҡһаҡалдың эргәһенән генә һыҙғырып уҡ үтә. Тағы, тағы... Үрмәләү ауырлаша. Сөнки уҡтан һаҡланырға теләп борғоланыу етеҙлекте бермә-бер кәметә. Бына тау түбәһе! Аҡһаҡал ауыр итеп көрһөнә ла тигеҙлек буйлап тауҙың һөҙәк яғына шыуып китә. Арттағылар һаман яҡыная. Етмәһә тау түбәһендә ағас юҡ икән. Уҡтан ялтаныу ҡыйынлаша. Аҡһаҡал тауҙың текә бите буйлап югерә-югерә (уға һыныҡ ҡалтағайҙар менән шыуырға түгел, югерергә тура килә) аҫҡа ҡарай. Аҫта бәләкәй генә күренгән кешеләр: атлылар, ҡалтағайлылар ашыға. «Миңә ҡаршы сыҡҡандар» тип шатланып ҡуя аҡһаҡал. Шунан артына ҡарай. Тегеләрҙән берәү ун биш аҙым ғына ҡалып шыуа икән. Бына ун аҙымдар ҡала, бына... Хәҙер тотасаҡ. Кейемен сисеп ташлаған, уҡ-йәйәһе юҡ, билендә һунар хәнйәре генә һалынып килә. Биш аҙым, өс... ҡапыл аҡһаҡал һулға борола ла текә ярлауҙан түбән шыуа. Юҡ, шыумай, ә оса... Үҙем ҡотолмаһам, шәжәрә ҡотолһон...

Бер аҙҙан ауылдаштары уның, иҙелеп бөткән тип әйтерлек, кәүҙәһен ҡәҙерләп төрөп, санаға һалалар. Ул кискә ҡарай иҫенә килә. Үҙе менән ҡалаға барған егеттәрҙе саҡырта. Шыңырау егет килмәй. Килә лә алмаҫ ине ул. Әлимбайҙар туҡмап имгәткән була уны. Ә тегеһе килә. Ул Хәсән аҡһаҡалдың хәлһеҙ ирендәре саҡ ҡыймырлап сығарған һүҙҙәрҙе тыңлай, үҙенең битенән йәш тәгәрәй. Аҡһаҡал уға шәжәрәне күҙ ҡараһы кеүек һаҡларға васыят итә. Ә үҙе бәхетле йылмайған килеш һушын юғалта ла иртәгеһенә үлә.

Әхмәдулла бабай тәрән һағыш менән көрһөндө лә әлеге шәжәрәне яңынан ҡәҙерләп төрҙө. Үҙе тағы бер төргәк килтереп сығарҙы.

- Быныһын шул шәжәрәнең дауамы тиһәң дә, һөҙөмтәһе тиһәң дә ярайҙыр, моғайын. Имәндәр ауылының картаһы был.

Ул ҡағыҙҙы һикегә йәйеп һалды.

 

Автор:Марат АМИНЕВ
Читайте нас: