Бар белгәндәре – ҡырағай йәнлеккә оҡшаған, бөтә тән-кәүҙәһен шырт аҡһыл йөн ҡаплаған, төнөн күҙҙәре янып тора, кәүҙәһен кеше һымаҡ тура тотоп атлай, кеше һымаҡ аҡыллы, хәйләкәр, үҙе кеше менән осрашыуҙан бик ҡурҡа, имеш. Ялан-туғайға бесән эшләргә барғанда йәки еләк йыйғанда уға осраҡлы ғына тап булған кешеләр ҡоттары алынып унан ҡаса һәм бүтән урманға йөрөмәҫкә тырыша. Әммә әлеге “ҡурҡытыуҙан” башҡа албаҫты кешеләргә бер ниндәй ҙә зыян килтермәй, хаслыҡ ҡылмай икән.Һәр хәлдә был хаҡта белеүсе, күреүсе, дусар булыусы кеше юҡ. Әйтеүҙәренсә, унан бер генә кеше – Әхмәҙуллин Исхаҡтың олатаһы, һунарсы Ғатаулла ғына ҡурҡмаған. Ошо Ғатаулла һөңгө, бысаҡ менән айыуға һунар иткән һәм шул һунарҙа йөрөгән сағында бер нисә тапҡыр албаҫты менән ҡул бирешеп иҫәнләшкәндәрен һөйләгән, имеш.
Ауылға большевиктар власы килгәс, албаҫты күҙгә салынмай башлаған. Ул ғына түгел, уға “туған” шайтан, шүрәле, урман эйәләре, убырҙар ҙа бөтөнләй юғалған икән. Төнөн генә шәйләнгән был йән эйәләре кеше тауышынан, кеше ҡуптарған ығы-зығынан ҡурҡып юҡҡа сыҡты, тип һөйләне ҡарттар. Бәлки, большевиктарҙың, ул албаҫты, шайтан, шүрәле тигәндәре ҡара наҙан кешеләрҙең, совет власына ҡаршы йөрөгәндәрҙең уйлап сығарған нәмәһе ул, тигән һүҙенә үсеккәндер. Урманда, ҡара төн ҡосағында йәшәгән ул серле йән эйәләре ауыл тирәһенән ҡапыл ғына ҡайҙа юғалғанын шулай уҡ бер кем дә белмәне.
Һәм бына албаҫты йәнә пәйҙә булды Миңлебай ауылы тирәһендә. Немецтар менән һуғыштың тәүге йылы бара ине. Һуғыш ауылдарҙан үҙенең үлемесле яланына колхозда эшләй алырҙай бөтә ирҙәрҙе, хатта быуындары ҡатып өлгөрмәгән шыйыҡ егеттәрҙе лә алып китеп бөттө. Уның шау-шыуынан, ут-ялҡын, төтөн еҫенән өркөп албаҫты Урал тауҙарына кире әйләнеп ҡайтты, тип уйланы ауыл халҡы. Элекке йылдарҙағыса, албаҫты кеше менән осрашыуҙан ялтанды, шулай ҙа уның барлығын ҡайсаҡ бесәнселәр, емеш-еләк йыйыусылар, көтөүселәр барыбер ҙә һиҙҙе.
Баҙарғолов Вәликәй Ҡара йылға буйында бесән һөйрәткес өсөн ҡайын ҡырҡа ине. Ҡырҡҡан ағасын аҡлан уртаһына ташыны. Әйләнеп барһа – балтаһынан елдәр иҫкән. Шул арала ҡайҙа булған, кем урлаған? Улай тиһәң, тирә-яҡта бер кем дә юҡ. Күрше сабынсылар янына барҙы аптырағас. Унда бер туған Илһам менән Низам саба. “Һеҙ алманығыҙмы минең балтаны?” – “Һинең балтаң беҙгә нимәгә? Беҙҙең үҙебеҙҙеке бар”. – “Һөйрәткес эшләйем тип ҡайын ҡырҡҡайным, шуларҙы аҡланға сығарып кире барһам – балта юҡ. Ғәжәп”. – “Кисә беҙҙең биҙрәне кемдер алып киткән. Биҙрәлә икмәк, йомортҡа, сәй бар ине”. – “Айыу йөрөмәйме икән? Ана, тегендәрәк ҡурай еләге ағастары тапалып бөткән”. – “Айыуға балта менән биҙрә нимәгә хәжәт?” – “Бына мин дә шулай уйлайым: хужалыҡта кәрәк-яраҡты кешенән башҡа кем алһын?”
Көтөүсе Ғәбдерәй йәйләүҙә һыйырҙарҙы төнгөлөккә кәртә эсенә япҡан да будкаһына инеп ятҡан. Бер ваҡыт төнөн ҡапыл ишек асылып китә лә уйымда берәүҙең һыны күренә. Керергә лә ниәтләнә, тик ҡыйыулығы етмәгән дә һымаҡ тора икән. “Нимә кәрәк?” – тип ҡысҡыра көтөүсе ҡото алынып. Әммә теге бер ни тип тә яуап бирмәй, яй ғына ишекте яба ла юҡ була. Ғәбдерәй уның артынан тышҡа атылып сыға һәм оҙон кәүҙәле кешене күрә. Һуңынан ҡатынына, башҡа көтөүселәргә һөйләгәндә, уның йөҙ-битен һаҡал-мыйыҡ баҫыуын, елкәһе лә йөнтәҫ икәнен әйтә. Һәм һөйләгән һайын былай тип өҫтәй: “Ул албаҫты булды шикелле”. – “Һыйырҙар ҡурҡтымы һуң?” – тип һорай башҡа көтөүселәр. “Юҡ, ҡурҡманы, улар урындарынан тормай ҙа ятты”. – “Әгәр төнгө һуҡбай албаҫты булһа, һыйырҙар айыу күргәндәге һымаҡ үрһәләнеп йөрөй башларҙар ине”, – тип ҡаршы төшә көтөүселәр һәм Ғәбдерәйҙең күҙенә күренгән кешенең ауыл иҫәре Зөлҡәрнәй булыу ихтималын әйтә. Зөлҡәрнәй шулай ҡай саҡ иҫәрлегенә барып үҙен ҡулға аласаҡтары һәм атасаҡтары тураһында уй ҡапыл башына бәрә лә бына-бына киләсәк мылтыҡлы кешеләрҙән йәшенергә урманға ҡаса торған ғәҙәте бар икән. Байтаҡ ваҡыттан һуң һаҡал-мыйығы етеп пәйҙә була ла бер килке үҙенең ҡурҡыныс ҡиәфәте менән ауыл халҡын өркөтөп йөрөй.
Бер саҡ сельпо һатыусыһы, Юламандың ҡатыны Минзифа, түбәнге ауылда йәшәүсе һеңлеһендә ултырып оҙаҡлап китә лә ҡайтҡанында ирһеҙ Фәниәнең өйө янындағы тыҡрыҡ мөйөшөндә берәүҙең торғанын шәйләй. Ҡап-ҡара ҙур күләгә, күҙҙәре осҡон кеүек яна. Албаҫты! Минзифа ни үле, ни тере тигәндәй йүгереп саҡ ҡайтып етә. “Нимә булды?” – тип һорай ире бының ах та ух килгәненә аптырап. “Албаҫты! Фәниә йорто эргәһендәге тыҡрыҡ мөйөшөндә тора. Күҙҙәре бүре күҙҙәре кеүек яна!” – “Тапҡанһың инде ҡурҡыр нәмә! – тип көлә ире. – Уға һонтор Мәрүән баҡса артынан кергән дә, эшен бөтөргәс, сығып тәмәке тартып торған инде. Ә һин – Албаҫты!”
Йәйен “Землянка” ҡушаматлы Һәүбәнов Заһирҙың килене, төпсөк улы Мәүлиттең йәш ҡатыны, Гөлшат, ғәйеп булды. “Землянка-Заһир” – байтаҡ йылдар дауамында “Маяҡ” колхозының (районда иң ҙур крәҫтиән хужалығы) етәксеһе булып эшләй. Был ҡушаматты уға егерменсе йылдарҙа йәбештерҙеләр. Егерменсе йылда продразверсткаға саботажлыҡ итеүҙә ғәйепләп волость етәкселеге бойороғо буйынса Миңлебей ауылын яндыралар. Әммә НЭП йылдарында ауыл яйлап терелде, күтәрелде, биш мөйөшлө ҡарағай йорттар һалына башланы, ҡыйыҡтар тимер ҡалай менән ябылды, үҙ хужалығын ныҡ ҡараған ҡайһы бер егәрле ирҙәр иркен тын алды. Һөҙөмтәлә ҡайһы берәүҙәр ул саҡтағы төшөнсә менән кулак тип атала башланы. Ә Заһир үҙенең ҡыйшайған өйө яныуҙан көл өйөмө урынына тәрән соҡор ҡаҙҙы ла стеналарын таш менән нығытып шунда йәшәргә керҙе. Землянканың тәҙрәләре урам бейеклегендә һәм бәләкәй генә, түбәһен кәрҫ менән япты, иҙәне ер. Уның урынына ҡыш ифрат йылы, йәйен һалҡынса. Һөрмәне, сәсмәне, мал тотманы, тамағын кулактарға бил бөгөп туйҙырҙы. Күпселектә үҙенең күршеһе Алтынғужин Ниғмәттә бил бөктө. Ул күршеһе сос, йылғыр һәм егәрле ине. Алтын йыуҙы, унлап баш ат, йөҙләп һарыҡ тотто, бойҙайҙан тыш етен дә сәсте. Туҡыу станогы ла бар ине, ҡатыны киндер, йөн балаҫтар һуҡты. Пожарҙан һуң Алтынғужин Ниғмәт ҙур ҡарағай йорт һалып керҙе. Өс бүлмәле йорттоң ҙур алты тәҙрәһе ҡәнәғәт йөҙ менән ауыл урамына ҡарап тора. Батрак Заһир: “Хе, был ҙур өйҙән ни мәғәнә? Ҡышҡыһын күпме утын кәрәк, ә мине ер үҙе йылыта”, – тип мыҫҡыллы көлдө.
Коллективлаштырыу килеп сыҡмаһа, Заһир бай күршеһенең иҫке-моҫҡо кейемдәрен кейеп, өҫтәленән ҡалған һыныҡтарын ашап әлеге шул землянкаһында ҡартайғанса йәшәр ине. Баҡһаң, ул әлеге кулак тарафынан ҡаты иҙелеп көн иткән ярлы-ябаға, күршеһе үҙенең бөтә байлығын уның хеҙмәте менән йыйған, тимәк Алтынғужин Ниғмәттең нимәһе бар, шуларҙың барыһы ла уға, батрак Һәүбәнов Заһирға, булырға тейеш. Кулактарҙы һөрөү башланғас “Землянка-Заһир” аңланы: ниһайәт, уның ваҡыты етте...
Күҙгә бик салынып бармаған, шым Заһир ҡапыл күкрәген киреп землянкаһынан сыҡты ла кеше араһында һүҙ тоторға керешеп китте. Баҡһаң, һөйләй ала, теле ҡуйылған, тауышы ла яңғырауыҡлы икән дә баһа! Активлығы ла бар, ҡыйыулығы ла, ҡаты ла була белә. Үҙенең хужаһын ғаиләһе менән өс бүлмәле, алты тәҙрәле ҙур ҡарағай йортонан һә тигәнсе үҙенең землянкаһына күсерҙе. Бер аҙҙан кулакты районға оҙаттылар, райондан ҡайҙалыр йыраҡҡа һөрҙөләр. Һәм Заһир ярлы-ябағаны иҙеүсе синфи дошман йортонда йәшәп алды ла китте.
Ауылдан киткәнендә Ниғмәттең ҡартайған әсәһе, Кәримә өләсәй, күҙ йәштәре менән илап йорттарын тартып алған, балаларын, ейәндәрен етем иткән элекке батрак Заһирға бәддоға уҡыны. Заһир ул һүҙҙәрҙең бер нисәһен генә хәтерләй: “ләғнәт һиңә, таш ҡапсыҡта ятып йән бирһәң ине...”
Ҡайҙалыр алыҫта немец фашистары менән һуғыш бара. Ара-тирә ул яҡтарҙан шомло хәбәрҙәр ҙә килә: бер-бер артлы рус ҡалаларын ала ала, Ҡыҙыл Армия частарын ҡыйрата-ҡыйрата немецтар туп-тура Мәскәүгә етеп бара икән. Урал тауҙарының көнсығыш битләүендә, урман араһындағы сабынлыҡтарҙа бесән эшләгән йәштәргә был һуғыш ҡағылмаған да һымаҡ. Ул, моғайын да, Уралға тиклем килеп тә етмәҫ. Өҫтәүенә, действительныйҙа өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡан Мәүлиттең броне бар. “Землянка-Заһир” район етәкселегенә үҙ кеше, ғаиләһен туйындырыусы, етмәһә, кемдеңдер туған-тыумасаһы ла. Үҙенең ошо төпсөк улына бронде юллап алды, йәнәһе лә, тыл өсөн бик тә кәрәкле хеҙмәткәр. Шулай итеп Мәүлит өлкән ике ағаһының яҙмышын ҡабатламаны: һуғыш башланғансы уларҙың береһе Магнитогорскиҙа, икенсеһе Златоуста йәшәй ине. Икеһе лә тәүге көндәрҙә үк тигәндәй һуғышҡа алынды.
Бынан бер йыл элек тол ҡалған ярлы Сәхибәнең ун алты йәшлек кенә ҡыҙына өйләнде. Физик яҡтан етлекһә лә, ҡыҙ кейәүгә сығырға уйламай ҙа ине. Ҡайҙа ти инде был йәштә ул турала уй йөрөтөү? Әсәһе, председатель улы менән ҙур өйҙә, етеш тормошта байбисә кеүек йәшәрһең, тип ҡыҙын туҡтауһыҙ өгөтләне, хатта талап итте. Әммә ҡыҙ әрһеҙ яусыларҙан гел генә ҡасты йәки йәшенеп ҡалды, әсәһенә, мин бәлиғ түгел әле, йәшем бәләкәй, сыҡмайым, Мәүлит миңә бөтөнләй ҙә оҡшамай, ул кеҫәһендә ниндәйҙер резина йөрөтә, төндәрен һөйрәлсек Таһираға бара, тип ярһыны.
Председатель йортонда байбисә кеүек йәшәү өсөн ауылдағы һәр ҡыҙ Мәүлиткә сығырға риза булыр ине, әммә егеткә тик Гөлшат ҡына оҡшай. Кәүҙәгә йомороҡас, алһыуланып торған асыҡ йөҙлө, биленә тиклем төшөп торған ҡалын толомло йәш ҡыҙ нисек күңеленә ятмаһын? Бер мәл шулай килеп сыҡты, йәйге төндә клубтан ҡайтып килеүсе Гөлшатты ҡараңғы тыҡрыҡта һағалап торҙо ла урланы ла ҡуйҙы. Башына шәл ҡаплап буш торған землянкаға һөйрәләп индерҙе лә көсләне...
Ауыл советында уларҙың никахын теркәмәһәләр ҙә – ҡыҙҙың йәше етмәгән – председатель Заһирҙың ҙур йортона йәш килен булып төштө Гөлшат. Тәүгә көндәрҙән үк уның яурындарына ярайһы уҡ әрпеш, һапата ҡәйнәһенең ауыр хужалыҡ эштәре ятты.
Бындай мәшәҡәтле осорҙа Гөлшат әсәһе менән үҙҙәренең һыйырына бесән әҙерләй торғайны. Мәүлит, һиңә ярҙам итербеҙ, тип вәғәҙәләһә лә, ир йәш ҡатынын үҙенең бесән эшенә ныҡлап екте лә ҡуйҙы. Ҡайҙа инде ул ҡәйнәгә ярҙам итеү!
– Бар, сәй әҙерлә, – тип бойорҙо ир көн уртаһы етәрәк.
Улар сәйҙе шишмә янында эсте. Эргәлә генә үлән менән ябылған ҡыуыш. Ҡайһы көндө йәштәр шунда йоҡларға ла ҡала. Бынан аҙна самаһы элек Мәүлит тышта аяҡ тауыштарын ишетте – кемдер ҡыуыштарын уратып һаҡ ҡына йөрөй ине. Сығып ҡараны: һүнгән усаҡ янында оҙон буйлы ҡара кейемле кеше баҫып тора... Иртәнсәгенә был турала ҡатынына һөйләгәйне, тегенең тамам ҡото алынды ла ҡуйҙы: албаҫты булған, урманда албаҫты йөрөй тип әйтәләр ине... Артабан ҡыуышта йоҡлауҙан ҡырҡа баш тартып ҡайтыуҙы талап итте. Ләкин ир, көндәр сыуаҡ торғанда эшләп ҡалырға кәрәк, тип, ҡуҙғалыуҙан ҡырҡа баш тартты.
Гөлшат шишмәгә төшөү өсөн ҡыуаҡлыҡтар араһына инде. Мәүлит һәнәге менән бакуйҙы йыйырға кереште. Бына хәҙер усаҡ тоҡаныр, уның төтөнө таралыр, күпмелер ваҡыттан һуң ҡатынының “кил, сәй ҡайнаны”, тигән саҡырыуын ишетер.
Мәүлит өсөнсө күбәне һала башланы, әммә уны сәйгә саҡырыусы тауыш ишетелмәне лә ишетелмәне. Нишләп шулай яй ҡылана икән һуң? Йылдам ғына йөрөй торғайны ла. Төтөн дә күренмәй. Тамам аптыраған Мәүлит шишмә яғына китте. Усаҡ янмай, буш сәйнүк яр буйында аунап ята. Ирҙең тәүге уйы шул булды: моғайын да, сәйгә мәтрүшкә йыйырға киткәндер. Улай тиһәң, сәйнүккә һыу һалып уны утҡа элеп китергә тейеш ине. Тәүҙә өндәшеп, унан ҡысҡырып ҡараны. Тауҙан шаңдау ғына әйләнеп ҡайтты. Нимә тип уйларға белмәй, тирә-яҡты байҡарға, “Гөлшат, һин ҡайҙа? Гөлшат!” – тип ҡысҡыра-һөрәнләй йүгергеләргә тотондо. Күршелә сапҡан кешеләр янына ла барып етте. Әммә береһе лә күрмәгән дә, тауышын да ишетмәгән. Аҙашҡандыр, саҡ ҡына ситкә тайпылған да ҡайтыу юлын таба алмай, аҙашҡандыр, тигән һығымтаға килде Мәүлит.
Кискә тиклем эҙләне Мәүлит ҡатынын. Төнгә ҡарай ҙур усаҡ яҡты, йоҡларға ҡалды. Йоҡоһо йоҡо булманы, өҙөк-һурыҡ серем итте. Ҡыуыштан сығып оҙаҡ итеп тынлыҡты тыңланы, усағына ағас өҫтәй-өҫтәй йәнә ҡысҡырҙы. Иртүк тороп ауылға ҡайтты, председатель атын эйәрләне лә йәнә бесәнлегенә килеп урман ҡыҙырҙы. Кешеләр төрлөһөн һөйләне, фаразланы. Бүреләр йәйгеһен кешегә осрамаҫҡа тырыша. Айыуҙың да кешегә ташланғанын иҫләмәйҙәр, шатун булмаһа йәки кеше үҙе мылтыҡ менән ҡаршы бармаһа инде. Бәлки минән ҡасып ҡалаға киткәндер, тип тә уйланы Мәүлит, ни тиһәң дә үҙе теләп сыҡманы, ҡәйнәм көсләп тигәндәй бирҙе. Ә бына албаҫтының үҙе менән ҡул бирешеп иҫәнләшеп йөрөгән һунарсы Ғатаулла Гөлшатты тап албаҫты урлауына ныҡлы ышана ине. Уның һүҙенә ҡаршы: “Албаҫтыға бисә нәмәгә ул?” – тип аптырашты кешеләр. “Ул һуғыштан бисәһеҙ ҡасҡан. Ә һин урманда бисәһеҙ йәшәп ҡара”, – тип яуаплай һунарсы серле генә.
Йәнә бер аҙна эҙләнеләр. Ололарҙан тыш мәктәп балалары ла төркөмләп-төркөмләп барып әйләнде алыҫ урман төпкөлөнә. Тик таба алманылар. Ҡатын, әйтерһең дә, ер тишегенә төшөп юғалды. Ваҡыт үтә килә был хәл яйлап онотола башланы һәм Мәүлит яңынан өйләнеү хаҡында уй йөрөттө.
Гөлшат шишмәгә барып етте лә сәйнүгенә һирпеп һыу алыу өсөн эйелде.Эйелеүе булды, артында кемдеңдер һаҡ ҡына баҫҡан аяҡ тауыштарын ишетте. Моғайын да, Мәүлиттер тип уйланы, унан башҡа бында кем йөрөһөн. Башына шәл бөркәндереп шәлде ярайһы уҡ тупаҫ рәүештә елкәһе яғына һығып тартҡас асыуы килде: тапҡан шаярыр ваҡыт! Ә Мәүлиттең ҡай саҡ, ысынлап та, шулай иҫәрләнә торған ғәҙәте бар ине – көпә-көндөҙ теләге уянып китә лә тирә-яғында кеше-фәлән күренмәһә Гөлшаттың башына әлеге ише яулыҡ йә шәл ташлай ҙа йығып көсләп тигәндәй теләген ҡандыра. Әйтерһең дә, тәүге урлауын дауам итә. Былай ҡыҙыҡ бит, ти, шунан, шарҡылдап көлөп. Ата-әсәһе өйҙә саҡта мунсаға алып сыға. Ә Гөлшат бындай яҡынлыҡтан тик ауыртыныу, ерәнеү ҡатыш нәфрәт кенә кисерә.
Ә был юлы нимәлер ғәҙәттәгесә түгел ине. Башына ҡапланған нәмәнән тоҡ еҫе килә. Уларҙың былай тоҡтары ла юҡ шикелле, унан килеп Мәүлит уны йыҡманы ла, тубыҡландырманы ла.
– Ебәр, таптың шаярыр урын! – тип асыуланды ул башындағы тоҡто һыпырып алырға тырышып.
Ирем тип уйлаған кеше уның башына һуғып иҫенән яҙҙырҙы. Гөлшат аңына килеп ни булғанын аңларға тырышҡансы ҡулдарын артҡа ҡайырып бәйләп тә ҡуйҙы. Бер аҙҙан уның арҡаһынан эткеләп ҡайҙалыр алып китте. Ә үҙе бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Гөлшат был кешенең ире түгеллеген аңлағайны инде, үҙенең оло бәләгә тарығанын төшөнөп ҡысҡырырға, кемдәндер ярҙам һорарға тотондо. Ауыр йоҙроҡ йәнә башына килеп төштө, көслө ҡулдар ауыҙын ҡапланы. Бара торғас Гөлшат атлай алмай ҙа башланы, ҡамыр һымаҡ тамам хәлһеҙләнде, ҡыҫҡа ҡуныслы резина итектәре ерҙән һөйрәлде. Тупаҫ һәм көслө ир уны ҡосаҡлап һаман атлауын белде. Күпмелер ваҡыттан һуң ул туҡтаны, Гөлшаттың ҡулдарын ысҡындырып алғы яҡҡа бәйләне. Ҡулдарын күтәреп Гөлшат башына кейҙерелгән тоҡто алып ташларға маташты һәм күҙҙәре ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа асылған арала тегенең йөн баҫҡан йөҙөн күреп өлгөрҙө: албаҫты! Ҡурҡышынан аҫтына һейеп ебәрҙе лә йәнә аңын юғалтты.
Аңы әйләнеп ҡайтҡанда албаҫтының уны ҡулына һалып күтәреп барғанын аңланы. Тау үренә атлай, ауыр тын ала. Дымлы ер, әллә мөгәрәп, әллә иҙән аҫтының күгәргән еҫе килә. Бына албаҫты уны аяғына баҫтырҙы ла оҙаҡ ҡына хәл йыйып торҙо, әммә бүтән күтәрмәне, ҡулдарына бәйләгән арҡандан тартып бара башланы. Гөлшат нишләһен, буйһоноуҙан башҡа сараһы юҡ, ысҡыныу мөмкинлеге лә юҡ, шуға ҡаршылашманы, арҡан артынан һөйрәлеп атлауын белде. Бара-бара илап та ала. Ағасҡа, ботаҡтарға эләгеп йығылып та китә, ул сағында албаҫты уны арҡанды тартып аяғына баҫтыра ла йәнә һөйрәүен белә. Йәнен телгән ҡурҡыу тойғоһо бер аҙ һүрелде, дөрөҫөрәге, ҡурҡыуынан арыны, нимә булһа ла булыр, тип битараф ҡына бара башланы. Тимәк, яҙмышы шулай ҡушҡан. “Мәүлит нишләй икән? Сәй эсергә усаҡ янына килгәндер, сәй ҙә юҡ, мин дә юҡ. Нимә уйланы ла, нимә хәл итте икән? Албаҫты мине нишләтер икән һуң? Ҡулдарҙы ысҡындырыу менән ҡасырға! Әсәйемә, кис килерһең әле, тигәйнем. Килер, килгәндер, ә мин өйҙә юҡ. Юғалыуымды белгәс ҡара ҡайғыға батыр инде...”
Ярайһы уҡ текә тауға менеүҙән, унан төшөүҙән ул артабан бара алмаясағын аңланы. Ауыҙына, тамағына көл ултырған һымаҡ. Йөрәге дарҫлап тибә, барған һайын тын алыуы ауырлаша. Үҙенең ауырлы икәнен хәтеренә төшөргәс ҡабырғаларына балаһы тибә кеүек тойолоп та китә.
– Һыу, – тип ыңғырашты ул. Уға бер кем дә һыу бирмәйәсәген үҙе бик яҡшы белә. Албаҫты – йыртҡыс бер хайуан һәм кеше телен аңламай.
Йәнә тауға күтәрелә башлағас ул йығылды ла аяғына баҫа алманы ла ҡуйҙы. Албаҫты уны күтәрмәне, эргәһенә сүгәләне. Уның ауыр тын алғаны ишетелә ине. Гөлшат ҡапыл әллә йоҡлап китте, әллә аңын юғалтты, үҙе лә аңлай алманы. Аңына килгәс шуға төшөндө: албаҫты уны йәнә ҡулында күтәреп алып китеп бара ине. Хәҙер тауҙан аҫҡа төшәләр, дөрөҫөрөге, тау һыртынан баралар. Тоҡ аша яҡтылыҡ үтмәй. Албаҫтының үҙен төнгө урман эсенән алып барғанын самаланы. Түбәнләстә һалҡынса, томан да төшкән һымаҡ. Албаҫты уны ергә баҫтырҙы, башынан тоҡто һыпырып алды, шунан шым ғына сылтырап аҡҡан шишмәгә эйелдерҙе. Һыу эсергәс атты йәки быҙауҙы етәкләп алып барған һымаҡ йәнә арҡаны менән һөйрәкләп үҙе артынан эйәртте. Йәнә тауға менделәр. Оҙаҡ менделәр. Тау текә ине. Арҡанға тағылып килә торғас Гөлшат аяҡтары буйлап ниндәйҙер йылы шыйыҡсаның аҡҡанын тойҙо. Тағы ла һейҙем, ахыры, тип уйланы тәүҙә, тик еҫе һыҡыраныҡы түгел ине, ҡан еҫенә оҡшағайны. Килә торғас ул үҙен албаҫтының ниндәйҙер ҡараңғы һәм дымлы соҡорға төшөргәнен самаланы. Албаҫтының өңө, тимәк! Өңдә ер, һөрһөгән еҫ, тынсыу һауа еҫе сыға. Албаҫты Гөлшат башынан тоҡто алды. Өң дөм ҡараңғы ине. Торараҡ һүрән генә яҡтылыҡ хасил булды – хужа кәрәсин шәмен тоҡандырҙы булһа кәрәк. Һүрән генә яҡтылыҡта Гөлшат оҙон кәүҙәле, бит-йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан йән эйәһен сырамытты. Ул бит албаҫты тигәндәрен бер ҡасан да күргәне булманы, хәйер, уны, ғөмүмән, быға тиклем берәйһе күрҙеме икән һуң, ул, ысынлап та, кешегә оҡшаған икән дә! Албаҫты кеше тауышы менән өндәште:
– Ят һикегә, ял ит.
Кеше тауышын ишеткәс Гөлшат йәнә ҡурҡып китте. Баҡһаң, ҡырағай януар һөйләшә ла белә икән! Ул бәлки уны ысын албаҫтынан ҡотҡарып ошонда килтергән кешелер? Ул бит йыртҡыс өңөнә алып килмәне, землянкаға килтерҙе. Бындай ҡатмарлы һәм аңлайышһыҙ нәмәләр хаҡында уйларға уның хәле лә, көсө лә, хатта теләге лә юҡ ине. Ул еүеш шароварҙарын систе лә ҡаты һикегә ятты. Йоҡоға китер алдынан албаҫты өҫтөнә ниндәйҙер ҡоро һәм йылы әйберҙәр япты.
Уянғас үҙенең ҡайҙа ятҡанын, үҙе менән нимә булғанын бер килке аңлай алмай йонсоно. Кемдеңдер ҡатҡыл һәм көслө ҡулдары, башына кейҙерелгән тоҡ, артҡа ҡайырып бәйләнгән ҡулдары, ҡурҡыуы, ваҡ ташлы тау битләүенән атлауы, боттары буйлап аҡҡан ҡан – бәлки төшөнә генә кергәндер?
Бәләкәй генә тәҙрәнән һарҡылған яҡтылыҡта землянканың бүрәнә стеналары шәйләнә. Тәпәшәк түбә вағыраҡ бүрәнәләрҙән түшәлгән. Землянка уртаһында – ялпаҡ таштар менән балсыҡтан һалынған ҡыйыш мейес. Бер кем дә юҡ. Гөлшаттың башына килгән беренсе уйы – ҡасыу, нисек тә ҡасыу. Тауға менһә бесән сапҡан аҡлан да, Мәүлит тә күренер һымаҡ тойолдо уға. Иң тәүҙә хәжәтте башҡарырға кәрәк. Унан урманға. Тупаҫ таҡталарҙан һалынған ишекте шығырҙатып асты ла кәртәләрҙән төрәкәләнгән баҫҡыстар буйлап өҫкә сыҡты. Болоттарға тиклем олғашҡан тауҙар,стена кеүек урман, урман өҫтөндә ташлы һырт, томандың теге яғындағы һыртта ап-аҡ булып һаман ҡар ята. Ҡасырға! Тик ҡайҙа, ҡайһы яҡҡа? Ҡырағай был тау, урман араһынан сыға алырмы икән һуң?
Йыуынырға уйлап берәй шишмә йәки йылға эҙләп ул землянканан ситкә китте. Ләкин күп ара ла үтә алманы, оҙон буйлы, бит-йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, һары төймәле гимнастерка кейгән кешегә тап булды ла ҡуйҙы.
– Ҡасырға уйланыңмы? – тип һораны ул ҡоро ғына. – Ҡасһаң, тайгала харап буласаҡһың.
Тайга тигән һүҙҙе Гөлшат беренсегә ишетте, тәүҙә уның мәғәнәһен аңламаны ла, был кеше урманды тайга тип атай, күрһең, тип уйланы.
– Ҡайҙа һыу бар? – тип һораны асыулы итеп.
– Яҡын-тирәлә һыу юҡ. Бар, кер землянкаға. Мин һыу алып киләм, йылытырмын. Шунан йыуынырһың. Ҡасыу тураһында уйлама ла. Айыуға осрап харап буласаҡһың.
Арҡаһынан еңелсә генә этеп һаҡалтай уны землянкаға индерҙе, мейес янында ултырған биҙрәне алды ла сығып китте. Гөлшат уның артынан эйәрергә ниәтләнгәйне лә кире уйланы. Ҡайҙан һыу алыуын күргеһе килде, унан йәшенеп кенә бысраҡ шароварҙарын, эске кейемдәрен сайҡатып элгеһе килгәйне. Албаҫты артынан ҡуҙғалып ишекте этеп ҡарағайны ла, ул ниндәйҙер ауыр нәмә менән тыштан терәлгән булып сыҡты.
Албаҫты тип уйлаған был һаҡалтай кем һуң ул? Бәлки геологтыр? Һуғышҡа тиклем геологтар бер нисә көн ауылдарында йәшәп киткәйне. Элекке прииск урындарында нимәлер эҙләп йөрөгәйнеләр. Уларҙың ҡайһылары ошо бәндә ише һаҡаллы ине. Улар араһында бер ҡатын да бар ине. Ашарҙарына бешереп йөрөнө. Гөлшатты шуларҙың береһе үҙҙәренә ашарға бешерергә урламанымы икән? Ә ҡалғандары ҡайҙа икән һуң?
Албаҫты һыу алып ҡайтты ла биҙрәне мейескә ҡуйҙы. Шунда уҡ ятҡан ҡоро-һарыны мейескә тығып ут тоҡандырҙы. Уның көнкүреш мәшәҡәттәре менән булашыуын күреп Гөлшат унан ҡурҡмай башланы.
– Һин геологмы? – тип һораны ул тегене байтаҡ күҙәтеп ултырғас.
– Юҡ, геолог түгел, – тип яуапланы һаҡалтай, көттөрөп кенә.
– Албаҫтымы?
– Албаҫты? – һаҡалтай көлөп ебәрҙе. – Дөрөҫтөр. Эйе, мин албаҫты.
– Ә үҙең кеше һымаҡ.
– Хәҙерге албаҫтыларҙың барыһы ла кешегә оҡшаған, һеңлекәш. Яңы тоҡом. Улар кеше менән буталды. Бына минең атай, ысынлап та, албаҫты, әсәйем ябай ауыл бисәһе. Мин дә ни кеше түгел, ни йыртҡыс түгел. Кеше араһында йәшәйем, әммә кешене яратмайым, урманда йәшәйем, кейек-хайуанды яратам. Күпселек йыртҡыс любой кешенән яҡшыраҡ, белгең килһә.
– Ниңә мине бында алып килдең?
– Яңғыҙыма күңелһеҙ, – тип яуапланы һаҡалтай йәнә көттөрөп кенә.
– Һин дүрәкме әллә? Үҙең кешеләрҙе яратмайым, тип тораһың, хәҙер күңелһеҙ, тиһең.
– Эйе, кешеләрҙе яратмайым, ҡатын-ҡыҙҙы тимәнем бит. Сөнки ҡатын-ҡыҙ кеше түгел. Ул иҫәрҙәр тыуҙырһа ла кешенән күпкә яҡшыраҡ.
– Һин миңә йәбешерһеңме? Мин өйҙә бер бәндә йонсотоуынан ялҡып бөткәнмен..
– Ҡурҡма, йәбешмәм, һинән иҫәрҙәр таптырғым килмәй.
– Ебәр һин мине. Алып ҡасҡан аҡланға кире апарып ҡуй.
– Ваҡыты еткәс ауылға уҡ илтеп ҡуйырмын. Хәҙергә түҙ. Һыу йылынды, йыуын. Ошонда уҡ йыуынһаң да була. Теләһәң, тышҡа сыҡ та берәй ҡыуаҡлыҡ артына бар. Тик ҡасырға уйлама. Момент айыуға тап булаһың. Унан килеп тирә-яҡта албаҫтылар күп, ҡулдарына эләкһәң, һәләк итерҙәр.Төшөндөңмө?
Һаҡалтай мейес артынан таз сығарҙы, бәләкәй генә киҫәк һабын, иҫке бейәләй. Уны, күрәһең, ул йыуғыс урынына файҙалана.
– Арҡаңды ышҡыйыммы?
– Юҡ, оялам. Мин тышта йыуынам, яныма сыҡмай тор.
Ҡыуаҡлыҡтар артына барып Гөлшат йылы һыу менән йыуынды, һабынлы һыуҙа эске кейемдәрен йыуҙы. Ә үҙенең башында бер генә уй: кем һуң был һаҡалтай? Уҫал түгел, йыртҡысҡа ла оҡшамаған. Геолог түгел, мин албаҫты, ти. Алдай, моғайын. Албаҫты шулай була тиме? Нисек тә ҡасырға! Тик ҡайһы яҡҡа? Берәй юлды таба алһа, ул юл ҡасан да булһа кешеләргә алып сыға инде.
Ул кейемен йыуған арала, землянканан икмәк еҫе сыҡты – һаҡалтай нимәлер бешерә ине, ахыры. Баҡһаң, иҫке генә сөгөн табала йәймә бешерә булып сыҡты. Плитәлә – ялҡынға ҡарайып янып бөткән тимер сәйнүк.
– Сәйем юҡ, шәкәр ҙә юҡ. Төрлө үлән төнәтмәһе, мәтрүшкә эсәм, – тип аҡланғандай һөйләнде һаҡалтай. – Уны эҙләп ун саҡрымға барырға кәрәк. Ҡабан сусҡаһы йәки ҡыр кәзәһе атһам, ит ашарбыҙ. Астан үлмәбеҙ. Тайгала иҫәр генә асыға.
Тоҙһоҙ бешерелгән йәймә менән сәй эстеләр. Ауылда иртәнге сәйҙе эскәндә көнө буйына һуҙыласаҡ бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙе уйлап эскән һымаҡ һөйләшмәй генә эстеләр. Бит-йөҙөн ҡуйы һаҡал-мыйыҡ баҫҡан кеше ниндәй мәшәҡәттәр тураһында уйлағанын Гөлшат белә алмай ине, үҙенең башында – ире. Бәсәнде күбәгә һала алдымы, юҡмы, әллә һаман тау буйлап уны эҙләп йөрөймө? Әсәһе ни хәлдә икән? Уның юғалыуы тураһында ауылда ни уйлайҙар икән? Уның юғалыуы тураһында хәбәр таралғандыр.
Ир кеше кисенә ҡайҙалыр йыйынды. Иҫке телогрейкаһын кейҙе, башына ниндәйҙер йыртҡыс хайуандың тиреһенән тегелгән ялбыр бүркен һалды. Был ҡиәфәттә ул бесәнлектә йәки еләклектә берәйһе күреп ҡалһа ҡото осоп ҡасасаҡ урман берәҙәгенә оҡшап китте.
– Төндәрен ауылда кеше ҡурҡытып йөрөгән кеше һин инеңме ни? – тип һораны Гөлшат, ҡаты ғына итеп.
– Юҡ, мин түгел. Ауылға мин бик һирәк төшәм. Төшһәм дә урам ҡыҙырмайым, – тип яуапланы урман кешеһе. – Мин һине тыштан бикләп китәм, ә һин эстән бикләнеп ултыр. Йоҡла. Ҡасам тип уйлама ла. Барыбер табасаҡмын. Ҡурҡһаң, ана, шәм яндыр.
Һаҡалтай сығып китте. Тыштан ишекте бүрәнә менән терәтте. Землянканың кескәй генә тәҙрәһендә яҡтылыҡ һүнгәс, Гөлшат шәмде тоҡандырҙы, әммә оҙаҡламай уға урман эсенән ул яҡтыны кемдер күрә һәм хәҙер ишеккә килер һымаҡ тойолдо. Шуға ул шәмде һүндерҙе лә иҫке тун менән башынан уҡ бөркәнеп ятты. Ләкин күҙенә һис йоҡо ҡунманы. Көндөҙ шым ғына ултырған землянка әле килеп шығырҙаған, мөйөштәрҙә кемдер шыбырҙаған, землянканы уратып кемдер йөрөгән һәм тамаҡ төбө менән ырылдаған кеүек. Ҡайҙалыр алыҫта күмәк кешенең һөйләшкәне лә ишетелә кеүек тә булып китә хатта.
Төнгө ҡурҡыуҙарынан тамам арып ул иртәнге яҡҡа ғына онотолдо. Күҙҙәрен асһа, бәләкәй генә һуҡыр тәҙрәнән иртәнге ҡояш нурҙары төшә. Һаҡалтай ҡайтмаған. Ишек тыштан һаман терәүле. Гөлшат сәс толомон тарап бәйләне, битен йыуҙы. Әллә күңелһеҙлектән, әллә ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһыныусанлығынан ул урман кешеһенең торлағын ҡарай-тикшерә башланы. Мейес артында көрәкте, лом, кәйләне күрҙе, иң ҡыҙығы, ҡарағай ағасының түңәрәк бысынтыһынан яһалған ҡул тирмәнен шәйләне. Тап ошондай тирмәнде ул ауылда кемдәлер күргәйне. Тик ул яҫмаҡ таштарҙан яһалғайны.
Гөлшат сәйнүктән һыуыҡ сәй ҡойҙо ла шуны кисәге йәймә менән ашаны. Түҙмәй, сығырға ниәтләнде. Теге ҡайтмаҫ борон тирә-яҡты байҡарға ла ҡасырға! Ләкин ишек уның этеүенә лә, тибеүенә лә асылманы. Мейес артында торған ломды иҫенә төшөрөп, уның осон ишек менән ишек яңағы араһына тығып ҡайырғайны, теге саҡ ҡына ҡуҙғалғандай итте. Күрәһең, бүрәнәнең аҫ яғы йомшаҡ ергә терәлгән.
Гөлшат бер аҙ хәл йыйып йәнә ныҡ ҡына ҡайырғайны, ярыҡ киңәйҙе, һөҙөмтәлә ҡул һыйырлыҡ аралыҡ хасил булды. Гөлшат ломды ташлап ишекте яурынбашы менән тышҡа эткеләргә тотондо. Аралыҡ тағы киңәйҙе, ниһайәт, терәткән бүрәнә бер яҡҡа ҡыйшая башланы, йәнә бер нисә тапҡыр ныҡ ҡына эткәйне, ул ҡоланы ла тәгәрләп тә китте. Гөлшат итектәрен йәһәт кенә кейҙе лә тышҡа атылды. Күҙҙәрен яҡты ҡояш нурҙары ҡапланы, танауына йәйге урмандың дымлы хуш еҫе бәрелде. Йөрәге азатлыҡ тойғоһо менән һикерҙе, бынан ҡотолоу өмөтө уянып, хәҙер урман, тауҙар аша йүгереп сығам да ауылымды күрәм, тип ниәтләнде. Тик ҡайһы яҡҡа йүгерергә кәрәклеген генә белмәне.
Йыраҡ та түгел тауҙың яланғас түбәһе күренә, ул тотош бер стена булып икенсе бер тау түбәһенә барып тоташа, землянка урынлашҡан битләү һөҙәкләнә барып ағастарға еткәс тигеҙләнә. Ошо тау түбәһенән бөтә тирә-яҡ яҡшы күренәлер, тип уйланы ул, ауылдары күренмәһә лә, тауҙарға ҡарап уның ҡайһы тирәлә икәнен, моғайын да, сырамытырға мөмкиндер. Һәм ул ҡабаланып әлеге тау түбәһенә ҡарай атлап китте. Берсә көртмәле ҡыуаҡлыҡтарына йәбешеп, берсә сосайып сығып торған таштарға тотоноп, берсә туҡтап хәл йыя-йыя барҙы. Аяҡтары аҫтынан ваҡ таштар тәгәрәп аҫҡа ысҡына, тайып та китә. Бына ул ҡая түбәһенә менеп етте. Бында уратып-өйөрөлтөп киҫкен ел иҫә булып сыҡты, хатта үҙен дә осороп алып бара. Гөлшат сәсәй-сәсәй хәл йыйып ултырырға мәжбүр булды, ултырған арала тирә-яғын тикшерҙе: тау түбәһенән ары, теге яҡлап, йәнә бер тау теҙмәһе һуҙыла, ә ике таш стена араһында тарлауыҡ зәңгәрләнеп ята. Ул ваҡ ҡайындар менән ҡапланған, арыраҡ – томан менән ҡапланған бушлыҡ. Горизонталь буйынса ҡараһаң, төрлө яҡлап та тауҙар, бала саҡта бер ҙә күрмәгән, һәр хәлдә уларҙың береһе лә Гөлшаттың иҫендә юҡ, бер-береһенә йәбешеп ятҡан, бер-береһенән үҫешкән тауҙар теҙмәһе. Уның ауылы ҡайһы тирәлә, был тауҙарҙың ҡайһыһы артында икән һуң?
Түбәнгә төшөргә кәрәктер, бәлки унда кешеләргә барып юлығырлыҡ һуҡмаҡ йәки юл барҙыр. Шулай уйлап Гөлшат тауҙан кире төштө – урман кешеһе һаман да ҡайтмағайны. Землянканан кире сыҡты ла тарлауыҡҡа төшөргә хәл итте. Текә генә булһа ла атлауы ҡыйын түгел ине. Урман кешеһе, моғайын да, һиҙелер-һиҙелмәҫ ятҡан ошо һуҡмаҡтан йөрөгәндер, хәйер, был һуҡмаҡты ул үҙе һалыуы ла ихтимал, унан башҡа бында кем йөрөһөн, түбәндә шишмә, йә булмаһа йылға булмай булмаҫ, төшә-төшә яҡтылыҡты урман ҡаплауы арҡаһында тирә-яҡ ҡараңғылана барҙы. Самалауынса, тарлауыҡтың урта тирәһенә еткәс, уң яҡлап, текә ҡая хасил булды, итәгендә ҡурай еләге ҡыуаҡлыҡтары күренә, аҫтараҡ – ҡотороп үҫкән бейек үләнлек.
Ҡурай еләге ҡыуаҡлыҡтарына еткәйне, ниндәйҙер ҡыштырҙау ишетте. Кемдер ҡыуаҡлыҡтар араһында йөрөй һымаҡ. Гөлшат ҡапыл туҡтаны ла һағайып ҡатып ҡалды. Тауыш көсәйә төштө, кемдер әллә уфтанды, әллә бышҡырҙы. Һәм Гөлшат ҡобараһы осоп ҡасып барған һоро айыуҙың арҡаһын күрҙе. Күрҙе лә ҡурҡҡан ошо йыртҡыс һымаҡ үҙе лә тау үренә ташланды. Хәле бөтөп землянкаға килеп еткәйне, ишектә урман кешеһен күрҙе. Ул асыҡ ишек уйымында баҫып тора һәм өндәшмәй генә уға текәлгән. Гөлшат стенаға килеп бәрелгән һымаҡ ҡапыл туҡтаны ла артабан ни булырын көттө. Бына һаҡалтай уға ҡарай атланы һәм бер һүҙ ҡушмай сикәһенә сабып ебәрҙе. Унан тупаҫ эткеләп-төрткөләп землянкаға индерҙе. Гөлшат һикегә ятты ла һыҡтап иларға тотондо. Ауыртыуҙан иламаны ул, ә был ҡараңғы землянканан әсәһенең янына, ауылдаштары янына бер ҡасан да ҡайта алмаясағын аңлап иланы...
Һикелә ятҡанында ул һаҡалтайҙың мейес янында булашыуын, ут тоҡандырыуын, унан һыуға барып килеүен ишетеп ятты. Оҙаҡламай ризыҡ тәме, ит тәме сығып китте. Торараҡ урман кешеһе уның яурынына еңелсә генә төрттө лә, тыныс тауыш менән:
– Етте, шыңшыма. Тор, ашап алайыҡ, – тине.
Гөлшат оҙаҡ үпкәләй алмай ине. Ҡалҡынып тупаҫ таҡта, ярҡаларҙан ҡаҡҡыланған өҫтәл артына ултырҙы. Йәмшәйгән алюмин сеүәтәгә тауыҡ һурпаһы һалынғайны, ҙур ғына икмәк телеме лә бар. Урман кешеһе өҫтәл аҫтынан тоноҡ шыйыҡсалы, көмөшкә ине шикелле, быяла сиректе эйелеп алды ла алюмин көрөшкәләргә ҡойоп сыҡты.
– Эс, күңеллерәк булыр.
Ире менән бер йыл йәшәү эсендә Гөлшат эсергә өйрәнә башлағайны инде, уның, ысынлап та, күңелде күтәрә торған сифатын белә ине. Әммә эскәс бер ҙә кәйефе күтәрелмәне, киреһенсә, хәсрәткә генә батты. Һәм ул йәнә иларға кереште.
– Нимә тип илайһың, дуреха! – тип ярһыны урман кешеһе. Ул, күрәһең,
сикәһенә сапҡанға һыҡтай, тип уйланы. – Һин бит оло кеше, бала түгел, ирҙә лә булғас...
– Ҡайтар мине, – тип һыҡтауын дауам итте Гөлшат.
– Ваҡыты еткәс ҡайтарырмын. Әйҙә, эс тағы.
– Үҙең эс, мин бүтән эсмәйем, – Гөлшат бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы. – Мин һинең кем икәнеңде беләм.
–Ҡыҙыҡ. Һинеңсә, кем инде мин?
– Старатель. Алтын йыуыусы. Мине үҙеңдең кухарка итергә алып килдең.
Урман кешеһе шарҡылдап көлдө.
– Минең старатель икәнде ҡайҙан беләһең?
– Ана, мейес артыңда лом, көрәк, кәйләң тора.
– Дөрөҫкә яҡын, – урман кешеһе йәнә көлдө. – Шулай ҙа мин старатель түгел. Ә инструменттар минең олатайҙан, атайҙан ҡалған. Большевиктарға тиклем улар бында алтын йыуған. Был уларҙың йәшерен урыны. Землянка ла уларҙан ҡалған. Хәҙер алтын ятҡан урындарҙы ике туған Мәхмүттән башҡа бер кем дә белмәй. Егерменсе йылда большевиктар халыҡтан игенде талап ала башлағас, атайым менән Илһам ағай ике йөк иген килтереп ошонда йәшергән. Шунан бирле әлеге бойҙай өҫтәл аҫтындағы баҙҙа ята. Ҡул тирмәнендә шуны тарттырып һин икмәк бешерәсәкһең.
– Ғүмер буйы шул хаҡта ғына хыялланғайным.
– Тарттырмаһаң, аслыҡтан интегәсәкһең.
– Алтын йыумағас һин бында ни эшләйһең һуң?
– Уныһы инде һинең ҡайғы түгел, һеңлекәш. Урыҫтар әйтмешләй, много будешь знать – скоро состаришься. Ярай, төнөн йоҡлай алманым, һиңә ашарға йүнләп йөрөнөм, шуға серем итеп алам. Тик йәнә ҡасырға уйлама! Ҡыуып етәм дә үлтерәм!
– Әйтәм тирә-яҡ мәйеттәр менән тулы.
– Һөйләнмә! – тип асыуланды урман кешеһе һәм һикегә һуйлайҙы.
Йоҡоға китте был, тип уйланы байтаҡ ваҡыт ултырғас Гөлшат, һәм һаҡ ҡына баҫып ишек янына килде. Әммә ишек шығырҙауына уянды ла йоҡоло тауыш менән:
– Һин ҡайҙа? – тип һораны.
– Тышҡа сығам, йоҡла, ҡасмам.
– Банка ал да еләк йый. Ҡышҡа витамин булыр.
Бәй, был бит мине ҡышҡа тиклем бында тотмаҡсы, тип ҡурҡып уйланды Гөлшат, тимәк, ҡасыуҙы нисек тә йәһәтләргә кәрәк.
Литрлы банканы алып Гөлшат тышҡа сыҡты һәм тау башына күтәрелә башланы. Урыны-урыны менән көртмәле ҡыуаҡлыҡтары бар ине. Еләк йыйыуҙан бигерәк ул тирә-яҡты тикшерҙе. Ҡайҙа ҡараһа ла ҡарағай урман менән ҡапланған тауҙар. Ауылдары ҡайһы тарафта икәнен һис самаларлыҡ түгел.
Ошо көндән башлап урман кешеһе Гөлшатты бикләп йөрөмәне. Ҡатын тәүлек әйләнәһенә землянканан сыға ала һәм ҡайҙа теләһә шунда бара ала. Хәйер, ҡайҙа барһын инде, бар тирә-яҡ урман да, тау. Бер көн, ауылға илтә торған юл, моғайын да, ҡояш сыҡҡан яҡталыр, тип уйланы ла түбәнгә ҡарай атланы. Атлаған һайын ағастар һирәгәйә төштө, яҡтылыҡ артты. Бөтөнләй асыҡлыҡҡа юлыҡҡайны, һаҙлыҡҡа килеп төртөлдө. Бындай һаҙлыҡтар ауылдары тирәһендә лә бар, шуға ла торф ятҡылыҡтары ҡурҡыныс икәнен Гөлшат бик яҡшы белә. Батып ҡуйыуҙан ҡурҡып кире боролорға мәжбүр булды.
Бер көн урман кешеһе һикене һүтте лә Гөлшатты үҙ янына саҡырҙы.
– Әйҙә, баҙҙы күрһәтәм.
Ваҡ ташлы ерҙе көрәге менән ҡаҙып ситкә эткәйне, йыуан бүрәнәләр күренде. Урман кешеһе ул бүрәнәләрҙе берәм-берәм алды, алғайны, уның аҫтында бесәнме, кипкән үләнме йәйелгән булып сыҡты. Бесән аҫтында – тупаҫ юнылған таҡта өҫтөнә тоҡтар, тоҡтар аҫтында йәнә таҡта, таҡта аҫтында бойҙай.
– Был запас. Һуғыш сыға ҡалһа йәки аслыҡ килһә, – тине урман кешеһе. – Күрәһеңме, игенде нисек һаҡлағандар. Ҡарағай бура, бураның стеналарын таш менән көпләгәндәр, иҙәнде лә таштан һалғандар. Шуға ла ашлыҡ күгәрмәгән, ул консервироваться иткән. Сысҡан да керә алмай. – Ул биҙрәгә ашлыҡ тултырып алды ла таҡталарҙы йәйеп уның өҫтөнә тупраҡ йәйҙе, унан һикене яңынан йыйып ҡуйҙы. – Давай, тирмәнде әйләндер. Бутҡа бешер, табикмәк.
–Үҙең үткәр ҙә, үҙең бешер. Мин һиңә батрак булып ялланмағанмын.
– Хәҙер елкәңә берҙе ҡундырам, күп һөйләнһәң, – тине урман албаҫты, әммә тауышында асыу юҡ ине.
Бер көн үткәс ул йәнә төнөн ҡайҙалыр китеп юғалды. Гөлшаттың йоҡоһо йәнә йоҡо булманы. Һәр бер ҡыштырҙауҙы, һәр бер тауышты тыңлап тик ятты. Урман кешеһе иртәнге яҡҡа ла ҡайтманы, кисенә лә күренмәне. Гөлшат тынысһыҙлана башланы: бөтөнләй ҙә ҡайтмай ҡуйһа ул нишләр икән һуң? Уянһа – йәнә юҡ. Тышҡа сыҡты ла һөрәнләргә кереште: “Эй, албаҫты, һин ҡайҙа юғалдың?” Үҙенән көлгән кеүек тауҙарҙан ике шаңдау ғына әйләнеп ҡайтты.
Ҡалған икмәк, йомортҡа, күрәһең, урман кешеһе уларҙы ауылдан алып килгән, менән тамаҡ ялғағас, былайтып ҡурҡып, борсолоп ултырғансы эш менән булайым, тип ул ҡул тирмәнен әйләндерергә ниәтләнде. Тарттырғас ярма барлыҡҡа килде. Ә он алыу өсөн үткәргәнде йәнә бер нисә тапҡыр тарттырырға кәрәк була. Әсәһе ҡайсаҡ бойҙайҙы табала ҡыҙҙыра ла торғайны. Унан үткәрә һәм талҡан әүәләй. Гөлшат мейесте яҡты ла ҙур сөгөн табала бойҙайҙы ҡыҙҙырҙы, унан тирмәнде әйләндерергә тотондо.
Эшкә мауығып ишек шығырҙағанын да ишетмәгән, урман кешеһенең тауышына тертләп һикереп үк китте.
– Во, молодец! – тине теге руссалап. – Һинән бына тигән хужабикә сығасаҡ.
Гөлшат уның ҡайтыуына ҡыуанды.
– Ҡайҙа юғалып йөрөнөң? Мин һинең землянкаңды ҡарауыллап ятырға тейешме ни? – тине ул яһалма асыу менән.
– Һин бында хужабикә, тимәк ҡарауылларға ла тейешһең.
– Икенсе хужабикә эҙлә.
Урман кешеһенең яурынында рюкзак, эсендә нимәлер бар, ҡулында – мылтыҡ. Рюкзагын ул һикегә ултыртты, мылтығын яратып ҡараны ла, тәҙрә уйымына тоҫҡап күңелле генә әйтеп ҡуйҙы:
– Винтовка. Атай граждандар һуғышынан алып ҡайтҡайны. Мәхмүттә йәшереп тоттом. Ҡыш һунарға йөрөрбөҙ, ит булыр. Сәй ҡуй. Һөт алып килдем, һөтләп эсәйек.
Таз өҫтөндә йыуынғас ул рюкзагын асты. Унан ике шешә һөт, төрлө сепрәк-сапраҡ сығарҙы.
– Бына һиңә йылы кофта, күлдәк, тағы ниндәйҙер кейемдәр. Үҙең ҡара. Вера ебәрҙе.
– Ниндәй Вера?
– Ағайҙың ҡатыны. Еңгәй була инде. Мәрйә. Йәдкәр уны һуғыштан алып ҡайтты. Зәғиф, бер ҡулы юҡ. Һуғышта санитарка булған.
Гөлшатҡа урман кешеһе нисектер үҙгәргән кеүек тойолдо. Йәшәргән тиһәң, ул былай ҙа йәш. Сәсен алдырған, һаҡал-мыйығын ҡырған, таҙа күлдәк кейгән, гимнастеркаһын йыуған.
– Мунса төштөм, – тип аңлатты ул, Гөлшаттың уйын һиҙгәндәй. – Ағайҙың мунсаһы шәп. Һин ошо көн эсендә минең ҡайҙа булғанды белмәйһең дә. Төнөн ауылға керҙем. Ҡапҡаны асһам, Арыҫлан юҡ. Арыҫлан – эт. Ул мине гел генә өрөп ҡаршы ала торғайны. Ҡаршыға сабып килә лә түшкә ырғый. Ә был юлы – тып-тын, ишектә – йоҙаҡ. – Урман кешеһе берауыҡ тынып торҙо. – Әйҙә, эсәйек әле, юҡһа, артабан ниҙәр булғанын ҡоролай һөйләп булмай.
Ҡойолған көмөшкәне эсеп ҡуйҙылар. Урман кешеһе туп-тулы стакан эсте, Гөлшат кружканан бер генә уртланы.
– Ҡыҙыҡ булһа, тыңла, артабан һөйләйем.
– Ни тип алдаһаң да миңә барыбер.
– Һине алдап ултырырға мин радио түгел! – тине урман кешеһе, ярһып. Көмөшкәһен ҡойоп мул ғына итеп уртланы. – Тимәк, былай. Күршегә шаҡыйым. Йәдкәр ҡайҙа, тим. Жуковкаға йәшәргә китте, ти. Инәңде. Был ауылдан утыҙ саҡрым алыҫлыҡта. Унда ҡасандыр урыҫтар йәшәй ине. Ҡарттар үлеп бөттө, йәштәр кем ҡайҙа шунда таралды, өйҙәрен һүтеп алып китеп бөттөлөр. Зыяраттарында ҡыйшайған тәреләре генә ҡалды. Ҡунып сығайым тиһәм, беренсенән, ул мине белмәй, белһә, таныһа – уға ла, миңә лә ҡурҡыныс.
Урман кешеһе артабан әлеге Жуковка ауылына нисек арып-талып саҡ барып етеүе, ағаһы менән нисек осрашыуҙары, мунса яғыуҙары, мунсанан һуң иртәнсәгәһенә төшкә тиклем йоҡлауы тураһында һөйләне.
– Ул Мәхмүт ағай кеүек үҙ һүҙле, кирегә бөткән нәмәкәй. Ағай колхозға кермәне, уға янанылар, ҡурҡыттылар, ә ул алтын йыуыуын дауам итте. Һөҙөмтәлә тоҡом аҫтында ҡалып шурфта үлеп ҡуйҙы. Уның ише Йәдкәр ҙә ауыл түрәләре менән килешә алманы, һыңар аяҡлы булғас шәхси ат тоторға теләне, ә уға, ярамай, рөхсәт юҡ, тинеләр. Етмәһә, Вераны ауыл халҡы яратманы, ағайҙың туғандары, тапҡанһың инде калека мәрйәне, ауылда үҙебеҙҙең ҡыҙҙар бөткәнме, тип битәрләне. Йәшәй шулай итеп ике инвалид. Йәдкәр бирешә торғандарҙан түгел, ат һатып алды, ике һыйыр, кәзә, һарыҡ малы... Ауылдан иҫке сепараторҙы килтерҙе, детекторлы радиоприемнигы бар, мин дә тыңланым...
– Һин туғандарыңа барып йөрөйһөң, мунса төшәһең, ә мин көн күрмәй соҡорҙа ултырам. Ҡайтар мине! – тип хәбәрен өҙҙө Гөлшат урман кешеһенең.
– Ваҡыты еткәс беҙ ауылға бергәләп ҡайтырбыҙ, – тип яуапланы теге.
– Ул ваҡыт ҡасан етә һуң?
– Уралға немецтар килгәс.
Яуаптан шаңҡып ҡалды Гөлшат. Берауыҡ урман кешеһенең йөҙөнә текләп ҡарап ултырҙы ла:
– Иҫәрһеңдер тип уйлағайным да, – тине төшөнкө генә тауыш менән. –Ысынлап та, иҫәр икәнһең.
– Ниңә иҫәр?
– Аҡылы булған кеше тау араһындағы өңдә немецтарҙың килгәнен көтөп ултырамы? Беҙҙекеләр уларҙы Уралға етмәҫ элек ҡырып һаласаҡ.
– Ерунда. Һинең урыҫтарыңды, урыҫтарың менән башҡа халыҡтарҙы ла ҡыйратып киләләр. Улар уже Сталинградта инде. Сталинградтың ҡайҙа икәнен беләһеңме? Волга йылғаһы буйында. Волга аша сығалар ҙа туп-тура Уралға... Уларға металл кәрәк, танк эшләй торған заводтар кәрәк. Һалдаттары оҙаҡламай Миңлебай ҡыҙҙарын һәрмәйәсәк, – урман кешеһе хахылдап көлдө, – Ә беҙ һинең менән...
– Һинең һаташыуыңды тыңларға ла теләмәйем! Мине ҡайтар. Ауылға алып бармаһаң, барыбер ҡасам. Юлды берәй нисек табырмын әле.
– Мин һине ҡыуып етәм дә атам.
– Әйтәм дә землянка тирәләй әллә күпме мәйет ята. Уларҙы һин атҡанһың икән.
– Телеңә һалышма! Юҡ бар һөйләгәнсе, эс.
– Үҙең эс. Мин һиңә алкаштыр шул, – шулай тиһә лә, әллә асыуынан, әллә бынан ҡасыу мөмкинлеге юҡлығын аңлауҙан йәне үртәлеп көрөшкәләге шыйыҡсаны бөткәнсе эсте лә ҡуйҙы. Эсемлек шундуҡ башына бәрҙе, нисектер еңел дә, күңелле лә булып китте, күҙ алдары томанланды. – Һинең ул немецтарың килер ҙә, ти, ә артабан ни булыр һуң? Һин йә дөмөгәһең, йә уларға ҡол рәүешендә бил бөгөп шулай уҡ дөмөгәһең.
– Бына һин нисегерәк уйлайһың икән? Дөмөкмәйем мин. Беҙ урыҫ түгел, йәһүд тә түгел, беҙ башҡорт, хеҙмәтсән сословие, батшаға хеҙмәт иткәнбеҙ, немецтар беҙгә милли армия төҙөй, полиция...
– Ә һин командир булаһыңмы? – Гөлшат ҡысҡырып көлдө.
– Ә ниңә булмаҫҡа? Булырмын да. Һин бит “Землянка-Заһирҙың” килене. Иң беренсе булып мин уны аҫасаҡмын сельсовет алдында. Һин үҙеңдең придурогың менән кем йортонда йәшәнең?
– Үҙеңде аҫмаһа әле.
– Мин яңынан һорайым, кемдең йортонда йәшәнең?
– Кемдең йортонда булһын, председатель йортонда.
– Һин минең йортта йәшәнең, дуреха. Ә һинең ҡайның Заһир күршеләге землянкала йәшәне, минең атайҙың батрагы булды. Уның землянкаһы һаман да бар әле.
– Уны беҙҙең ихатаға ҡушып кәртәләп алдылар, ҡышын унда картуф һаҡлайҙар.
– Бына шунда ҡыуып сығарам мин ул председателде, үҙемдең өйҙә һинең менән йәшәй башлармын.
– Көсләп алған бер дүрәктән ҡотолам да, көслөк менән тауға алып киткән икенсе бер иҫәр менән йәшәй башлайым икән.
– Ниндәй иҫәр менән?
– Аҡылы теүәл кеше немецтарҙың Урал тауҙарына килеп еткәнен урманда көтөп ултырмай ул. Исемеңде лә әйтмәйһең бит.
– Һин мине албаҫты, тинең бит. Әйҙә, шулай тип атап йөрө.
– Мулла ҡушҡан исемең юҡмы ни?
– Әйтмәйем. Ҡасып китһәң, ауылда, ҡайҙа булдың, ҡайҙа йөрөнөң, тип һораясаҡтар. Албаҫтыла йәшәнем, тиһәң, ышанасаҡтар. Немецтарҙы көтөп ҡасып ятҡан ниндәйҙер бер һаҡалтай менән йәшәнем тиһәң, бер кем дә ышанмаясаҡ.
– Ә мин һинең фамилияңды белдем инде, – тине Гөлшат.
– Ҡайҙан белдең?
– Минең ҡайны һинең атайҙа батрак булды, хәҙер беҙҙең өйҙә йәшәй, тип үҙең әйттең бит. Тимәк, һин һөрөлгән кулак Алтынғужиндың улы.
– Вәт дүрәк! Уйламай ысҡындырғанмын, – тип үртәнде албаҫты. Хәҙер йүгереп ҡайт та мине ошаҡла. Юҡ, яңғыҙың бынан сыға алмайһың. Ошаҡлаһаң да улар мине эләктерә алмаясаҡ. Тереләй биреләһем юҡ. Төбөнән тотһондар. Ярай булды, мин арыным, йоҡларға кәрәк. Ә һин винтовканы ал да һаҡҡа баҫ. Айыуға теймә, кеше күренә ҡалһа, иҫкәртеп-нитеп торма, ат та йыҡ. Ата беләһеңме?
– Юҡ. Белергә лә теләмәйем.
– Белмәһәң, мин һине өйрәтәм.
Тау араһында ике көн йәшәп, таяҡ, һайғауҙарҙан бәҙрәф ишараты ҡороп албаҫты төнгә ҡарай йәнә сығып китте.Төнгө тауыштарҙы тыңлап Гөлшат йәнә землянкала яңғыҙы ултырып ҡалды. Таң күңелһеҙ тыуҙы, тауҙар өҫтөнә ауыр болоттар ятты. Көндәрҙең көйһөҙләнеүенә ишара ине был күренеш. Көҙ ҙә йыраҡ түгел, тауҙар артында ғына – ул һәр йыл тауҙарҙан башлана, тауҙар яғынан килә, ул инде томан эсендә, һарғая башлаған ағас япраҡтарында. Гөлшатты бында бер кем дә тотмай, шул уҡ ваҡытта ул китә лә алмай, сөнки был ҡырағай яҡтан ҡайтыр юлдар юҡ. Уйлана торғас шуға төшөндө: ошо землянка уның да өйөнә әйләнә бара, ул бында әлеге насар көндән, йыртҡыс хайуандарҙан һаҡлана ала, уның хужаһына ла күнегә, өйрәнә бара...
Мәтрүшкә менән сәй эсеп, ул оҙаҡ итеп ҡул тирмәнен әйләндерҙе, ҡамыр баҫты, таба икмәге бешерҙе. Унан һыу йылытты, тышҡа сыҡты ла ирҙең үҙен күреүенән ҡурҡмай, сисенеп йыуынды, таҙа кейемдәр кейҙе. Кискә тиклем албаҫтының ҡайтҡанын көттө, әммә көтөп ала алмай, төндө йәнә яңғыҙы үткәрҙе...
Ул иртәгәһе көнө иртәнсәгенә генә ҡайтты. Бер сирек көмөшкә, сепрәккә уралған бысҡы тотҡайны.
– Немецтар ҡышҡа тиклем мыйыҡтың армияһын ҡыйратмаһа, беҙгә ҡышты бында үткәрергә тура килә. Шуға утын әҙерләргә кәрәк.
Күптән әҙерләнгән ҡоро утын яғып албаҫты рюкзагында алып ҡайтҡан итте табала ҡыҙҙырҙылар. Ашар алдынан, ғәҙәттәренсә, әлеге көмөшкәне эстеләр. Ә эскәс албаҫты һүҙсәнгә әйләнә.
– Беләһеңме, һеңлекәш, беҙ Йәдкәр менән ике көн буйы бәхәсләштек, хатта саҡ һуғышып китмәнек. Вера араға кермәһә туҡмашыр ҙа инек. Беләһеңме, нимә ти Йәдкәр? Властарға баш һалып бар, ти. Һин бит халыҡ дошманы түгел, дезертир, ти, үҙеңдең иҫәрлегең арҡаһында ғына хәрби эшелондан ҡасҡанһың, штрафротанан ары ебәрмәҫтәр, ти. Ана, ҡара, ти, Камил дүрәк үҙенең ғәйебен һуғышҡа китеп йыуҙы, бер ҡулын ҡалдырып ҡайтты, хәҙер бригадир булып йөрөй. Һин беләһеңме, Камил кем ул?
– Ул да һуғышҡа китеп барғанда поездан ҡасҡан. Бер аҙна апаһында йәшенеп ятҡан, кемдер күреп ҡалып барып ошаҡлаған, райондан ҡораллы милиция килеп алып китте.
– Өңөңдән сыҡ та илде һаҡларға һуғышҡа кит, ти Ә мин, илде һаҡлармын, уның өсөн үлергә лә әҙермен, әммә әлеге власть өсөн, мыйыҡ өсөн барғым килмәй, тим. Беҙҙе нисек раскулачивать иткәндәрен, беҙҙең батрак, һинең ҡайның, беҙҙе нисек кәмһеткәнен һин күрмәнең, бәләкәй инең. Ә үҙе ата ялҡау бер бәндә ине. Ҡатыны, балалары йәл ине. Әсәйем итле аш бешерә, мотлаҡ уларға ла өлөш сығара, землянкаларына илтеп бирә. Балалары беҙҙең кейемде кейеп үҫте, ҡышын землянкаһын беҙҙең утын менән йылытты, беҙҙең мунсала йыуындылар. Улар беҙҙән тик яҡшылыҡ ҡына күрҙе. Шуларҙың барыһы өсөн дә нисек рәхмәт әйтте?! Беҙ ниндәй кулак булайыҡ инде? Олатайым да, атайым да ял итеүҙең нимә икәнен белмәй эшләне,ер һөрҙө, алтын йыуҙы. Әйт бына, был власҡа беҙҙең ниндәй зыян тейҙе? Беҙҙе һөргәндә өләсәйем нисек ҡарғаны уларҙы. Ул ҡарғай белә ине. Һине ауылдан күтеңә тибеп ебәрһендәр, сит-ят ерҙә ятып үл, ғүмерең төрмәлә сереһен, тине.
Албаҫты йәнә эсте, уйға батып өндәшмәй ултырҙы, унан күңелһеҙ генә тонда хәбәрен дауам итте:
– Омск өлкәһенә һөрҙөләр. Себерҙә халыҡ һәйбәт. Өй күтәрергә ярҙамлаштылар. Йәшәп алып киттек. Действительныйҙа хеҙмәт итеп ҡайттым. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙым да бар ине, татар ҡыҙы. Миңә тормошҡа сығырға ризалыҡ та биргәйне, тик партийный атаһы (албаҫты русса ҡаты итеп һүгенде), ризалығым юҡ, ул бит кулак улы, бында һөргөнгә ебәрелгән, тип ҡырҡа ҡаршы төштө. Ярар, мәйтәм, үҙемдең ауылға урлап алып ҡайтып китәм. Әммә йәнә бер бәлә килеп сыҡты: атайҙы ҡулға алдылар. Миңлебайҙан кемдер донос ебәргән, йәнәһе лә, атайым Мортазин бандаһында йөрөгән, Белоретта ике йөҙ ҡыҙыл партизанды атыуҙа ҡатнашҡан. Ә атай Мортазин большевиктар яғына сыҡҡас ҡушылған. Атайҙы алып китер алдынан былай тине: “Мин әйләнеп ҡайта алмамдыр, һеҙ ауылға кире ҡайтығыҙ.” Уны атҡандарын һуңынан белдек. Унан бынау һуғышы сығып китте. Әсәйем: “Яҡшы һуғыш, миҙал ал, ауылға герой булып ҡайт”, тине. Бына ошо ҡыйырһытылыуҙарҙан һуң әлеге власҡа, мыйыҡҡа ниндәй яҡшы мөнәсәбәттә булайым?
– Белмәйем. Мин шуны ғына аңланым: һин халыҡ дошманы.
– Дошман түгел, мин үҙем халыҡ, дура! Ул – халыҡ дошманы, халыҡ дошмандары – улар үҙҙәре.
– Аҡылың булғас шуны әйт, немецтар Уралға килеп етмәһә, беҙ нишләйбеҙ?
– Улар мотлаҡ килеп етә!
– Әгәр етмәһә?
– Етмәһә беҙ ошо землянкала ятып үләбеҙ.
Гөлшат албаҫтының йөҙөнә текәлеп байтаҡ өндәшмәй, өндәшә алмай ултырҙы.
– Һин ятып үлерһең, ә мин ауылға ҡайтам...
Ҡайын ағастарында һары япраҡтар күренде. Бер көн иртәнсәк Гөлшат тышҡа сыҡҡайны, ерҙең аҡлығын күрҙе – көҙ яҡынлай ине. Оҙаҡламай тау түбәләренә ҡар ҡунды, аҫтараҡ, урман менән ҡапланған битләүҙәрҙәге ағастар алтын, баҡыр, бронза төҫөнә инде.
Октябрь айы тулыһынса урман йығыу менән үтте. Ағасты землянканан алыҫыраҡта бысырға тырыштылар. Йығалар, ботайҙар, кәртәләрҙән яраҡлаштырылған саналарҙа землянкаларына ташыйҙар. Албаҫты уларҙы яра ла мейес артына тәҫләп өйә. Ағаһына барып ике пар кирза итек, йөн ойоҡтар килтерҙе. Үҙе һалдат ботинкаларында йөрөнө, тубығына тиклем аяғын обмоткалар менән ураны.
– Немец урыҫтарҙың арт һабағын уҡыта бит. Волгаға килтереп түкһәләр – һуғыш бөтәсәк. Яҙға өйгә ҡайтабыҙ, – тип һөйләнде ул Йәдкәрҙән ҡайтҡас.
Төп кәсебе – һунар. Ҡыр кәзәһе атып алды. Землянканың эргәһендә генә тиерлек өҫтө ағастар, унан таш менән ябылған әллә ни тәрән дә түгел мөгәрәбе булған икән. Мөгәрәпкә инеү ишеге землянканан. Ҡыр кәзәһен турап-сапҡылап ошо мөгөрәпкә индереп урынлаштырҙы. Йылғаның ҡайһы тирәһенәлер барып ярты биҙрә самаһы бәрҙе балығы тотоп алып ҡайтты. Ҡыҫҡаһы, асыҡманылар. Албаҫты немецтарҙың еңеүен, ә Гөлшат еңелеүҙәрен, ауылға ҡайтыу өсөн һуғыштың тиҙерәк бөткәнен көттө.
Эсһә, Алтынғужиндың күп һөйләй торған ғәҙәте бар. Ундай кешеләрҙе ауылда болтун, трепач тип йөрөтәләр. Хәбәре лә бер үк нәмә хаҡында. Уның ғаиләһен мыйыҡ һәм уның власы нисек йәберләгән, ул властың оҙаҡламай һуңғы сәғәттәре етә, немецтар килһә ул урындағы власть кешеләрен барыһын да аҫасаҡ... Гөлшат уны тыңлай ҙа, тыңламай ҙа. Ҡайһы ваҡыт ҡына ул уның иҫәр хәбәренә бер ике һүҙ ҡыҫтырып ҡуя.
– Үҙең уйлап ҡара, ул тырыш, егәрле ирҙәр кемгә ҡамасауланы һуң, бөгөнгө власҡа уларҙың ни зыяны тейҙе? Уларҙы кулак, синфи дошман тип атанылар ҙа ер сигенә һөрөп бөттөләр. Бына һин кулаҡтың кем икәнен беләһеңме? Бына күр, – Албаҫты бармаҡтарын йоҙроҡҡа йыйҙы. – Кулак – берәйһенең йөҙөн емерер өсөн. Еҫкәп ҡара...
– Кулак – һаран кеше, бай кеше. Уға ярлылар ялланып эшләй, ә бай уларға бер тин дә түләмәй, – тине Гөлшат. – Ул игенен йәшерә. Һинең атайың бойҙайын ошонда йәшергән бит.
– Ул үҙенең әсе тире, ҡаны менән үҫтерелгән игенде йәшергән. Власть талай башлағас йәшергән. Балаларына ҡалдырыр өсөн. Уларҙы астан үлтермәҫ өсөн. Ысын кулак – дәүләт үҙе, ысын батрак – ялҡау колхозсы. Ул таяҡҡа алданып тир түгә, хөкүмәттән бер тин дә йәшерә алмай, сөнки йәшерер игене юҡ. Һуғыш башланғайны, хөкүмәт колхоз закромаларынан игенде һуңғы бөртөгөнә тиклем тартып алып бөттө. Ауылға ҡайтаһың килһә – бар ҡайт. Унда һин асҡа үләсәкһең. Унда халыҡ аслыҡтан ҡырыла. Икмәкте Гитлерға биреп бөттөләр ҙә үҙ халҡын аслыҡтан яфалайҙар. Мыйыҡ кулак тип атаған кешеләр ерҙең ысын хужалары ине, улар үҙҙәрен таларға ирек бирмәҫ ине, армия ла, балалар ҙа туҡ булыр ине. Себергә һөрөлгән бер урыҫ ирекәйе кулактың кем икәнен миңә былай тип аңлатты: иртәнге ҡараңғынан киске ҡараңғыға тиклем бил бөккөн мужиктың салғы, көрәк, һәнәк һабынан, һабан ручкаһынан ҡулдарына шундай ҡаты һөйәлдәр сыға, ул усын яҙа ла алмай хатта, һәм шул йомолған йоҙроҡ менән йәшәй, йәғни русса кулак була. Кулак бына ошо һүҙҙән ул, йомоҡ йоҙроҡ тигән мәғәнәнән.
– Һин ҡурҡыныс нәмәләр һөйләйһең.
– Мин бит һинең һымаҡ Миңлебайҙа йәшәмәнем. Миңлебайҙа ғына тупой начальниктың һәр алдаҡ һүҙенә ышанып ултыралар. Мин Себерҙә үҫтем, ә унда аҡыллы кешеләр күп. Унда һөрөлгәндәр йәшәй, улар былай ти, ил өсөн беҙ ғүмерҙе бирергә лә әҙер, тик колхоз өсөн, мыйыҡ өсөн түгел.
Гөлшатҡа албаҫты үҙен фронтҡа китеп барған поездан ҡасҡаны һәм ошо тауҙар араһында йәшенеп йәшәгәне өсөн ғәйепләй ҙә һымаҡ тойола һәм ошо ҡылығын аҡлар өсөн һөйләнә кеүек. Әммә ҡатын кеше уны аңламай ҙа, йәлләмәй ҙә, сөнки бала аҡылы бындай ҡатмарлы нәмәләрҙе аңлау кимәленә етмәгән.
Икенсе ваҡыт, иҫереп ала ла хәбәрен йәнә дауам итә:
– Минең колхоз ҡоролошона бер ҙә ҡаршылығым юҡ. Колхоз – коллектив хужалыҡ. Коллектив менән дә хужалыҡ итеп була. Әгәр коллективтың һәр ағзаһы үҙен хужа һәм һәр эшкә яуаплы итеп тойһа. Ә ул хатта үҙенең шәхси баҡсаһына хужа түгел. Кем хужа? Председателме? Ул бит һинең ҡайның Заһир һымаҡ аңра, придурок, эскесе. Колхозға хужалыҡ жилкаһы булған, аҡыллы башлы, уйлай, планлаштыра белгән кеше кәрәк. Минең атай насар председатель булыр инеме ни? Һин кулак, колхоз да кулак булһын өсөн, әйҙә, колхоз менән етәкселек ит, тип әйтһәләр ни була? Ә уны Себергә һөрҙөләр ҙә аттылар. Ошо ҡылыҡтарынан һуң уларҙы дүрәк тип әйтмәй кем тип әйтәһең?
Себерҙә беҙҙең бер таныш бар ине, шулай уҡ һөрөлөп килгән урыҫ кешеһе. Грамоталы, китаптар уҡый ине. Миңә лә уҡырға бер китап бирҙе. Мә уҡы, ти. Һүҙен оноттом инде, урыҫса түгел, парода, парондия, коллективизацияға ҡарата парондия. Шул парондияла бер ауылға халыҡты ер һөрөүгә, икмәк үҫтереүгә өйрәтеү өсөн Давидович тигән йәһүдте ебәрәләр. Ә ул, әлеге Давидович, бәлки насар ҙа кеше булмағандыр, әммә һабанды үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр күрә, бойҙайҙы арыштан айырмай. Ниңә ауылда берәй толковый мужикты таба алмайҙармы ни? Ауылда толковый мужик ана шул кулак инде. Әлеге парондияла бер придурок бар, һинең ҡайныңдың копияһы, наганын сөйөп мужиктарҙы ҡурҡытып йөрөй, үҙе донъя революцияһынан һуң шул наганы менән Америкала колхоздар ойоштороу өсөн инглиз телен өйрәнә. Парондия инде торғаны. Шул кеше миңә былай тип һөйләй, бөтә мыйыҡлылар ҙа аңра, тимәк ул әлеге китапты уҡымаған, уҡыһа яҙған кешене аттырыр ине, ти.
Икенсе ваҡыт, шулай уҡ төшөргәс, Гөлшатты беренсе тапҡыр исеме менән атап былай тип һораны:
– Гөлшат, һин Аллаға ышанаһыңмы? Нисек уйлайһың, Алла бармы, юҡмы?
Ҡапыл ғына яуап бирә алманы быға Гөлшат. Ауылда бындай уңайһыҙ һорау тыуғаны юҡ ине. Әсәһе ышанды, бар тип әйтә торғайны, көнөнә бер нисә тапҡыр Алла һүҙен әйтте, намаҙ уҡыны, ашағандан һуң ҡулдарын йөҙөнә килтереп доға ҡылды. Йома көн кер йыуманы, йәшен уйнап ялағай ялтлағанда йәнә Алла һүҙен әйтте. Әсәһенә эйәреп Гөлшат та уҡына торғайны.
– Мин уның барлығына ышанам, әсәйем дә ышанды. Ә мәктәптә уҡытыусы, Алла юҡ, Әхмәҙулла хәҙрәт совет власының ҡан дошманы, тип һөйләне.
– Иҫәр ул һинең уҡытыусың. Мин ундайҙарҙы мәктәпкә яҡын да ебәрмәҫ инем.
– Нишләп һин барыһын да иҫәрҙән, дурактан һалдыраһың ул? Ә үҙең кем?
– Уларға минең башҡа һүҙем юҡ. Әхмәҙулла хәҙрәт хәҙер ҡайҙа инде?
– Төрмәлә.
– Нимәгә ултырттылар?
– Агитация өсөн, тинеләр. Ғәйет ваҡытында ҡарттарҙы намаҙға мәсеткә йыйған. Әбүбәкер большевик килеп кергән дә барыһын да ҡамсылап ҡыуып сығарған. Ҡарттар намаҙҙы зыяратҡа барып уҡыған. Иртәгәһенә хәҙрәтте ҡулға алғандар.
– Уйлай башлаһаң ҡурҡыныс та булып китә, – тип тәрән көрһөндө албаҫты. – Халыҡтан ерҙе тартып алдылар, кешеләрҙе аслыҡтан ҡырҙылар, бер-береһенә һөскөрттөләр. Шул мыйыҡ, һаҡаллыларҙың баштарында бөтөнләй ҙә мейеләре юҡмы икән ни? Халыҡ хәҙер һуғышырға, уларҙың власын яҡларға тейешме? Уларҙы граждандар һуғышы ваҡытында уҡ ҡырып бөтөрөргә кәрәк ине.
– Ниңә ҡырмағандар һуң, ҡырырға ине.
– Беҙҙең халыҡ бигерәк ышаныусан шул. Уны алдаталар, ерҙә ожмах вәғәҙә итеп алдаталар, ә ул үҙенең халҡына ҡаршы һуғыш асты. Ярар, совет власы ла булһын, ти, колхоздары ла, өләсәйем әйтә тоғайны, һәр власть Аллаһы Тәғәләнән тип, ну ул мәсет кемгә ҡамасауланы һуң? Ул өс йөҙ йыл торҙо, кешеләр доға ҡылды, шәриғәт законы буйынса йәшәне. Мулланан властарға ниндәй зыян тейҙе? Мулла бит бер кемде лә насарға өйрәтмәне. Уйлай башлаһаң... Миңлебайға немецтар килһә, мин яңы мәсет төҙөйөм...
– Үҙең мулла булаһыңмы?
– Ниңә булмаҫҡа? Булам! Әҙерәк уҡып алам да... Ә һин минең абыстай булырһың.
– Кешеләрҙе иҫәр, дүрәк, тиһең, бына үҙең иҫәр ул.
– Ауыл дураһы, күп һөйләнһәң хәҙер ҡая башынан осорам!
– Ой, ҡурҡытты берәү.
– Ярар, әйҙә эсәйек, бәлки мейеңдә берә нәмә асыҡланыр.
– Һин мине тамам эсергә өйрәтергә теләйһең, ахыры, – Гөлшат ярты стакан шыйыҡсаны эсте лә. – Был өңдә немецтарың килгәнен көтөп ята башлаһаң эсмәһәң дә аҡылыңдан яҙырһың.
– Күп ҡалманы, оҙаҡламай еңеү өсөн күтәрәсәкбеҙ.
Гөлшат көлдө лә былай тип һораны:
– Албаҫты, һуғыш бара, кешеләр аслыҡтан интегә, ә һинең ағайың көмөшкә ҡыуа. Шәкәрҙе ҡайҙан ала һуң? Уға бит күп шәкәр кәрәк.
– Йәдкәрме? Ул башлы, йылғыр кеше. Һуғышҡа тиклем райпотребсоюзда эшләне. Шул саҡта запас туплап ҡалды ла. Шәкәре бөтһә мендәр кәнфите бар. Көмөшкәгә ул да ярай. Так что эскеһеҙ ултырмабыҙ, немецтарҙы ла һыйларбыҙ әле.
Йәйен землянкала ултырып була ине әле. Ҡояш ҡыҙҙыра һәм бар тирә-яҡты яҡтырта: нурҙары иртән иртүк тәҙрәгә төшкәс көнө буйы яҡты тора. Кәрәсин шәмен тоҡандырырға ла кәрәкмәй. Ә бына ҡышын... Ғинуар айы буйы бер тапҡыр ҙа, һис юғы бер нисә минутҡа булһа ла, көнъяҡтағы тау артынан землянка тәҙрәһенә ҡояш төшмәне. Тиҙ ҡараңғыланды, берҙән-бер тәҙрә ҡараңғыланһа землянканы ҡәберҙәге ише тулыһынса дөм-ҡараңғыға сумыра ла ҡуя. Кәрәсинде йәлләп шәмде һирәк һәм ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына яндыралар.
Ғинуар айында албаҫты ағаһына бер ҙә барманы. Урманға ҡырҡ градус һыуыҡтар килде, йөрөп булмаҫлыҡ ҡар баҫты. Тау араларында ел һыҙғырҙы, ҡая баштарынан ҡарҙы төшөрҙө, землянканы күмеп китте. Бер нисә көн сыға алмай ултырғандан һуң албаҫты ишекте саҡ аса алды.
Көмөшкә бөткәс землянкалағы ҡараңғы тормош түҙеп торғоһоҙ эс бошорғосҡа әйләнде – айыҡлыҡ яман сирҙән дә яманыраҡ ине. Кешеләр араһында йәшәгән Гөлшатҡа үле тынлыҡ бигерәк йән иҙгес ине.
Айыуҙар күптән йоҡлай, бүреләр ауылға яҡыныраҡҡа күсте. Албаҫтының Йәдкәр ағаһына бармауының сәбәбе – ҡаты һыуыҡтар йәки ҡар күплегендә генә түгел, ә ҡыҫҡа көн эсендә Жуковкаға барып әйләнеп ҡайтҡанда ас бүре өйөрөнә осрауынан ҡурҡыуынан. Уны бер генә билдәһеҙлек борсой: һуғыш һаман барамы, немецтар Сталинград янында нимә эшләй, Волганы сыҡҡандармы йәки хәл иткес еңеүле һөжүмгә яҙын әҙерләнәсәктәрме, әллә һуғыш бөтөп Мәскәү ҡыйралып-емерелеп Сталин трубкаһын тотоп Саянға ҡасҡанмы?
Ә Гөлшатты землянкалағы тормоштоң бер төрлөлөгө иҙҙе. Уның йәш тәне, көнкүреш мәшәҡәттәре менән арымаған рухы хәрәкәт, яңы тәьҫораттар һораны. Оҙон төндәрҙә йоҡларға ҡамасаулаған эҫе яҫтыҡта ятҡанда ире бер нисә мәртәбә йәненә тейә торғайны. Ә ул быға бөтөнләй битараф, теләге юҡ, хатта уянып өлгөрмәй ҙә ҡала. Албаҫты һау-таҙа ир, тупаҫ та түгелдер, мәрхәмәтле лә, ғәжәп, йәнәш кенә йоҡлаһалар ҙа, ошоға тиклем уға бер ҙә йәбешкәне юҡ. Гөлшат ҡайсаҡ, әгәр ул төнөн яныма килеп ятһа, һис этәрмәҫ инемсе, тип тә уйлап ҡуя...
Албаҫты Жуковкаға февралдә, бәлки март башы ла булғандыр, улар көн һандарын онотҡайны, тик, ниһайәт, тау артынан сыҡҡан ҡояшҡа һәм көн бер ни тиклем ағарғанға ҡарап ҡыш уртаһы үткәнде аңланылар, ваҡыттың яҙға табан китеүенә төшөндөләр, өҫтөнә иҫке тун ишаратын, башына ҡолаҡсынлы бүркен кейеп, рюкзагын, мылтығын аҫып уйһыулыҡҡа ҡарай төшөп китте. Ике тәүлек ҡайтманы. Өсөнсө көнөнә тамам борсоуға ҡалды Гөлшат. Тышҡа сығып уйһыулыҡ яғына ҡарап, албаҫты, һин ҡайҙа, ҡайт, тип һөрәнләп йөрөнө бер нисә тапҡыр. Әйтерһең дә, урман кешеһе уны ишетә лә ошо минутта ҡайтып та инә. Ә үҙе, һағындыңмы ни иҫәр, тип уйланы, немецтар килһә лә, килмәһә лә үҙенең бынан албаҫтыһыҙ сыға алмаясағын бик яҡшы аңлай ине.
Гөлшат ҡул тирмәнен әйләндергән ыңғайға уйҙарына сумып ултыра ине, ишектең ҡапыл асылыуынан тертләп китте лә ауыр атлап албаҫтының землянкаға килеп инеүен күрҙе. Тун итәктәренән, еңенән һыу аға, хәйер, улар шыҡырҙап туңған, быймаһы эсендә һыу шарпылдай.
– Ҡайттыңмы? – тине аптыраған Гөлшат урынынан ҡалҡынып. –Оҙаҡланың.
Албаҫты һикегә винтовкаһын ташланы, өҫтөндәге һыу кейемдәрен сисә-сисә һөйләнде:
– Һыуға баттым. Күпер хреновый булып сыҡты – бер ағас ҡына һалынған. Йәйҙәрен ул ағас буйлап еңел генә үтә торғайным. Хәҙер тайғаҡ. Ул урында һыу туңмай. Һыуы билдән генә булһа ла бөтә кәүҙә менән йығылдым да төштөм. Мейесте нығыраҡ яҡ әле, эҫе сәй яһа. Хәйер, хәҙер барыбер инде.
– Нимә барыбер? – тип һораны Гөлшат албаҫтының һүҙҙәренең мәғәнәһен аңламай.
Албаҫты яланғас тәненә ҡоро телогрейкаһын кейҙе, мең ямау һалынған иҫке салбарын тартты, һыу быймаларын мейескә терәп һалды, өҫтәл янына сүгәләне лә башын устары менән ҡыҫып ауырлыҡ менән бер нисә һүҙ һығып сығарҙы:
– Ниңә барыбер тип һорайһың, – шунан оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы. – Һинең менән миңә крышка.
Крышка тигән һүҙҙе Гөлшат аңламаны. Албаҫты йәнә байтаҡ һүҙһеҙ ултырҙы. Унан йәнә урыҫ һүҙҙәрен теҙҙе:
– Беҙгә хана, һеңлекәш. Беҙ һинең менән ояһында ятҡан ике йыртҡыс. Беҙ землянкала йоҡлап ятҡансы тегендә... Минең өмөттәр һүнде. Мыйыҡ алданы Гитлерҙы. Немецтар йомшаҡ булып сыҡты. Ленинградты ала алмағандар, Мәскәү янынан саҡ ҡасып ҡотолғандар. Сталинградты баҫа яҙғандар, тик ҡамауға эләгеп ҡырылып бөткәндәр, етмәһә, бер ҙур генералдары әсиргә төшкән. Бына бит, бөтә Европаны баҫып алған немец сапожниктар етәкләгән колхозниктарҙы еңә алманы.
Албаҫтыны бер аҙ тынысландырыу маҡсатында Гөлшат һүҙ ҡыҫтырҙы:
– Ниңә ул ҡәҙәре ҡайғыраһың? Һуғыш бөтмәгән, бәлки еңеп тә ҡуйырҙар әле.
– Мин дә Йәдкәргә шулай тим, еңерҙәр, тим. Йәйгә бер аҙ тын алырҙар ҙа һөжүмде дауам итерҙәр. Ә ул, маташтырып ҡарауҙары ихтимал, тик бер нәмә лә килтереп сығара алмаясаҡтар, ти. Тарихта урыҫтарҙы еңеүсе бер көс тә булғаны юҡ әле, ти. Ә немец армияһы ниндәй ҡеүәтле ине! Бында колхозниктар... Ярар, һеңлекәш, үлергә әҙерләнә башла. Көмөшкә эс, юҡһа, теге донъяла һиңә бер кем дә ҡулыңа килтереп тоттормаҫ.
Албаҫты рюкзагынан сирек һауытта көмөшкә сығарҙы, бер бөтөн икмәк, гәзиткә төрөлгән бер киҫәк май, һикегә бер килонан ашыуыраҡ картуф ҡойҙо. Мейес йылынғас картуфты ҡыҙҙырҙылар ҙа ашарға ултырҙылар. Албаҫты үҙенә туп-тулы көрөшкә көмөшкә ҡойҙо, Гөлшатҡа ҡырлы стакандың яртыһын.
– Һуңғы тапҡыр иҫергәнсе эсәйек, шунан йырлап үлербеҙ, – тине албаҫты, ниндәйҙер тантаналы ҡайғы менән, шунан көрөшкәләге шыйыҡсаның тамсыһын да ҡалдырмай эсеп ҡуйҙы.
– Ә минең бында йыр менән үлгем килмәй, – тине Гөлшат, стакандың яртыһын эскәс. Бер аҙ өндәшмәй торғандан һуң өҫтәне. – Немецтар килмәгәс мине ҡайтар.
– Ҡайт, мин һине тотаммы ни? – тип яуапланы албаҫты күңелле генә. Йәнә һалып эсте, унан баланы өйрәткән оло кеше тоны менән һөйләй башланы. – Һин ҡайҙа, кемгә ҡайтмаҡ булаһың? Унда һине кем көтөп тора? Ирең икенсе бисә алған, әсәйең ҡышын яғылмаған өйҙә туңып үлгән, өйөңдө күршеләрең утынға бысып яҡҡан. Быларҙы мин һиңә элегерәк әйтмәгәйнем, борсоғом килмәне. Хәҙер әйтәм инде. Ҡайның да юҡ.
– Ул ҡайҙа?
– Ҡайҙа, ҡайҙа, Белоретта төрмәлә.
– Ниңә ултыртҡандар?
– Сәбәптәре бар инде. Ауылды ул ныҡ йонсотто. Һуғыш тип, ҡаты ҡуллы етәксе кәрәк, тип оҙаҡ түҙҙе райондыҡылар. Эштә бит ҡарт-ҡоро ла, малай-шалай. Зерносушилкала үҫмерҙәр дежурҙа булған. Утын менән яҡҡандар. Ун ике йәштәр тирәһендәге ҡыҙ бала дежур. Әллә иғтибарламаған, әллә йоҡлап киткән, иген янған. Ә был Заһир, хрен председатель, был баланы ҡаты һүккән: “Һин вредитель, ҡоротҡос, һин фашистарға ярҙам итәһең, судҡа бирәм!” Шулай тигән дә тегене буш аҙбарға бикләп ҡуйған. Ул аҙбарҙа сбруй-фәлән булдымы икән, арҡалыҡмы, дилбәгәме, был ҡыҙ шунда аҫылынған да ҡуйған. Район начальствоһы күптән теш ҡайрап йөрөгән икән Заһирға, хотя үҙҙәре лә унан алыҫ китмәгән... Һәр ҡайһыһының бармағы үҙенә кәкре. Ялыуҙар күп, ти.. Трактористҡа ҡатынды туҡмаған, барыһын да төрмә менән ҡурҡытҡан. Һуғыш бөткәнсе бисә-сәсәләр менән командалыҡ итергә теләгән. Әлеге хәлдән һуң, давай, һал партбилетыңды өҫтәлгә, тигәндәр. Судта был батрак илаған. Шулай итеп һинең ҡайның таш мешокҡа эләкте. Уға минең өләсәйҙең ҡарғышы төштө. Ғәйепһеҙҙәрҙең күҙ йәше өсөн язаһын алды, ҡыҫҡаһы. Ниңә танауың һәленде? Эс, еңеләйтер. Абыстай була алмаҫһың, мал ҡараусы – да. Кем белә, берәй арыу ғына тракторист та осратырһың әле, унан бер көтөү замарашкалар ҙа табырһың. Ашап ултыр, юҡһа, иҫерәһең. Йәдкәр әпәт үҙенекен һөйләй. Баш һалып бар, фронттан да алыҫ ебәрмәҫтәр, ти. Бәлки иҫәргә хисаплап, ярлыҡап та ҡуйырҙар. Юҡ, улар минән пушка ите яһай алмаҫ! Һыңар ҡул Вераһы ла ҡыҫыла, йәнәһе, намыҫлы кешеләр, йәйгеһен беҙгә килмә, ти. Күршелә “Ильич юлы” колхозы бесән саба, кеше керә, күрерҙәр ҙә, кемлегеңде һорай башларҙар. Ә Йәдкәр өндәшмәй, тимәк, бер уйҙалар. Бына шундай минең ағай.
Албаҫты йәнә эсте. Иҫерҙе, бушлыҡҡа текәлеп ултырҙы, үҙ алдына мөгөрҙәп тә алды, баш сайҡаны.
– Колхозниктарҙы ла еңә алманылар, хәстрүштәр. Хәҙер миңә ни ҡылырға? Юл берәү генә – тупраҡ араһына инеү. Ул мине ҡабул итеп, тынысландырыр. – Ул байтаҡ өндәшмәй ултырҙы ла, ҡапыл ғына һорап ҡуйҙы. – Гөлшат, һинең мылтыҡтан атҡаның бармы?
– Юҡ, ул миңә нимәгә?
– Беҙҙе НКВД-ға ошаҡлаһалар, оборона тотоп ятырбыҙ. Мине яралаһалар, һин һуңғы патронға тиклем атышырһың.
– Шул ғына ҡалмағайны. Мин һинең кеүек дезертирмы ни?
– Мин дезертир түгел, ауыл дураһы! Мин ул мыйыҡ өсөн, колхоз ҡоролошо өсөн үлеп ятҡым килмәй. Колхозниктар үлһен.
– Дүрәк.
Албаҫты аяғына баҫты ла һикенән винтовканы алды.
– Әйҙә атып ҡарайыҡ.
– Атмайым.
– Әйҙә, дуреха. Приказды үтәмәгәнең өсөн мин һине хәҙер нишләтәм, беләһеңме?..
– Харап ҡурҡыттың...
Аяғында саҡ баҫып торған албаҫты уны елтерәтеп ишек яғына этте. Был иҫерек, етмәһә, мылтыҡлы иҫәр кешенең был ҡылығынан Гөлшат ҡурҡып китте, шунлыҡтан уның бойороғона буйһоноп тышҡа сығырға мәжбүр булды. Кис төшөп килә ине. Көндөҙгө ҡояштан саҡ ҡына йылынған һауа, яҙғы ҡар, ылыҫ менән аңҡый.
– Бына ошонда баҫ! – Албаҫты Гөлшатты йәнә этте лә ҡулына винтовканы тотторҙо. – Ныҡ тот, бына шулай, үҙеңә ҡыҫ, һул ҡулың менән ошонан тот, спусковой крючокты күрәһеңме, баш бармағың менән шуға баҫырһың. Ана тегендә тоҫҡа, өҫкәрәк, өҫкәрәк. Давай, пли!
Атыу тауышы яңғыраны. Тауышты тауҙар шаңдау итеп кире ҡайтарҙы. Гөлшат мылтыҡты ҡулынан саҡ төшөрөп ебәрмәне.
– Отдача бәрә. Молодец, аттың бит.
Албаҫты ҡоралды үҙенә алды, йәнә ҡорҙо ла Гөлшатҡа кире бирҙе. Гөлшат теге баҫтырған ерҙән тайшанды.
– Хәҙер миңә тоҫҡа, бына, күкрәккә бәр!
– Нишләп һиңә атайым, ти?
– Ат, мин һиңә бойорам!
– Атмайым. Һин иҫерек, землянкаға кер ҙә йоҡларға ят!
– Ниңә ҡурҡаһың? Һиңә крючокҡа баҫыуы ҡыйынмы ни? Мин бит кеше түгел, мин албаҫты! Урмандағы йыртҡыс, ә һин һунарсы. Үлтер мине, ат!
Был мәлдә тишек-тошоҡ бишмәт кейгән, яланғас тәненә ямау өҫтөнә ямау һалынған салбарлы, ялан аяҡлы был кешегә ҡарауы ҡурҡыныс ине.
– Бик үлгең килгәс үҙеңә үҙең ат, – тине Гөлшат аптырап.
– Үҙеңә үҙең атырға ярамай. Өләсәйем, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу оло гонаһ, ти торғайны. Мин һинең гонаһһыҙ ҡулдарыңдан үлгем килә. Давай, тоҫҡа, үлтер албаҫтыны!
Гөлшатҡа урмандағы землянкала йәшәгән был йән эйәһенең күҙҙәре уға ҡан һауған ҡырағай йыртҡыстың күҙҙәре һымаҡ тойолдо. Ул ҡото алынып ҡысҡырып ебәрҙе. Унан мылтығын быраҡтырҙы ла ҡасып китте. Бер аҙҙан мылтыҡ шартлауын ишетте. Артына боролоп ҡарауҙан ҡурҡып таш өҫтөнә сүгәләне, үкереп иларға тотондо. Һыҡтап-һыҡтап оҙаҡ иланы. Үҙен ҡайҙалыр ҡырағай сит яҡтарға алып барып ташланған бала ролендә тойоп иланы. Бынан ҡотолор, ҡасыр мөмкинлеге юҡ, был ҡырағайҙан атылып йә аслыҡтан интегеп ошонда үлерме икән ни инде?
Ҡараңғы төшә башлағас ҡына тыныслана алды Гөлшат, әммә землянкаға ҡайтыуҙан ҡурҡты. Албаҫтының мәйетен күреүҙән ҡурҡты. Өҫтөндә бер генә ҡат йөн кофта, һыуыҡ бөтә тәнен ялмап алған, әллә һыуыҡтан, әллә ҡурҡыуҙан дер ҡалтырай. Тамам ҡараңғы төштө. Гөлшаттың кире боролмай сараһы юҡ ине Ҡуҙғалды. Землянка янында тегенең мылтығы юҡ, мәйете лә күренмәй. Ҡурҡа-ҡурҡа, һаҡ ҡына баҫып Гөлшат землянкаға инде. Албаҫты һикегә һуйлайған да йоҡлап ята ине. Гөлшат еңел һуланы ла һике ситенә сүгәләне...
Иртүк, тәҙрәнән саҡ ҡына яҡтылыҡ төшә башлағас:
– Гөлшат, өшөгәнмен, өҫкә берәй нәмә япһаңсы, – тигән тауышҡа уянды.
Албаҫты тубыҡтарын эсенә тартып һыуыҡ өйҙә йоҡлаған бала кеүек бөршәйеп ята ине. Туны һыу ине әле. Гөлшат албаҫты өҫтөнә үҙе ябынып йөрөгән һырма юрғанды япты. Албаҫты шымды, байтаҡ ятҡас ҡына тауыш бирҙе:
– Гөлшат, теге сәмәйҙе ҡойоп бир әле.
Ҡалҡынып көрөшкәнең яртыһын эсте, кире ятты һәм ятҡан көйө хәбәрен дауам итте:
– Хәҙер кит. Мин еңелдем. Ә һинең бөтә тормошоң алда. Тик колхозға ҡайтма, Йәдкәргә бар. Вераға бер ҡул менән хужалығында эшләүе ҡыйын, етмәһә, эскегә бирелгән. Ярҙамлашырһың. Йәдкәр белә, уға һинең турала әйттем. Тәүге мәлдә уларҙа булырһың. Ул һине ҡыйырһытмаҫ.
– Йәдкәрҙе мин нисек табам?
– Табырһың. Бынан әллә ни йыраҡ түгел. Ярты көнлөк юл. Хәҙер өйрәтәм, иғтибар менән тыңла. Беҙҙең ярҙан төшөрһөң дә туп-тура ҡаршылағы тауға ҡарай атларһың. Байтаҡ барғас йылға осрар. Уны аша сығырға кәрәкмәй, ағым ыңғайына түбән китергә кәрәк. Саҡрым тирәһе ара үткәс осон йәшен һуҡҡан ҡарағасҡа тап булырһың. Ҡарағас тапҡырында ғына йылға аша бер йыуан ағас ятыр, һаҡ ҡына шуны буйлап сыҡ. Йылға аҫҡы яҡҡа киңәйә, тәрәнәйә, шуға ла тап шул ағас тапҡырынан сығырға кәрәк. Сыҡҡас яр буйлап бар, йылғанан ситкә китә күрмә. Ун биш-егерме саҡрым тирәһе атлағас ҙур ғына аҡланға юлығырһың. Шунда тәреле зыярат бар. Жуковка ауылы зыяраты булыр ул. Жуковка шул зыяраттан йыраҡ түгел. Ҡурҡма. Айыу әлегә өңөнән сыҡмаған, бүреләр ауылдарға яҡын йөрөй, ә албаҫтынан һин уже ҡурҡмайһың.
– Ә һин? Һин бында ҡалаһыңмы ни? – Гөлшаттың тауышы ҡалтыранып сыҡты.
– Минең өсөн борсолма. Миңә хәҙер ҡайҙа ла барыбер. Әйт Йәдкәргә, мин бер ай самаһы күренмәһәм, бында үҙе килһен. Юлды белә. Ярай, хуш, һеңлекәш. Әгәр беҙ еңһәк, һин һәйбәт абыстай була алыр инең...
Аяҡтарын сепрәк-сапраҡ менән ураны ла албаҫты тотторған ҙур размерлы кирза итектәрҙе кейеп, башына иҫке ҡолаҡсынлы бүректе һалып Гөлшат текә ярҙан аҫҡа төштө, шишмә янынан үтте, урман буйлап барҙы, ағым түбәненә атланы. Осон йәшен һуғып төшөргән ҡарт ҡарағай ағасы, албаҫты әйткән “күпер” шулдыр инде, ярҙан-ярға һуҙылып ятҡан ағасты күрҙе. Ағас аҫтындағы эреле-ваҡлы таштар өҫтөнән шаян тулҡындар һикереп аға, шәп аҡҡас, ул, күрәһең, ҡышын да туңмай. Бына хәҙер күпер аша сыға ла, ауыр кирза итектәре менән теге яҡ ярға баҫҡас йылғаның теге яғында уның икенсе тормошо башлана.
Был яҡта ҡалған тормошо менән нәмә булыр икән һуң? Ул әлеге тормошҡа тамам өйрәнгәйне, хатта яҡын ине уға. Ә ауылына ҡайтып етә алһа, тәүҙә кемгә керер икән һуң? Албаҫтының әйтеүе дөрөҫ булһа, Мәүлит икенсе ҡатын алған тиҙә.
Ә албаҫты? Уның менән нимә булыр? Ошо мәлдә ярым ҡараңғы землянкаһында тубыҡтарын эсенә тартып тиреҫ ҡарышлауығы ише һаман бөгәрләнеп ятамы икән? Тома яңғыҙ, барыһы тарафынан да ташланған меҫкен албаҫты. Бер нисә көн дауамында эсер. Көмөшкәһе бөтөп, ашарына ҡалмағас нишләр икән һуң? Ағаһы менән Вера еңгәһе уны көтмәй, бүтән килмәҫкә ҡушҡандар. Албаҫты үҙе генә түгел, землянка ла йәл, бер нисә йыл был ерҙә уның берҙән-бер йәшәү, көн итеү урыны булды бит...
Гөлшат сүгәләне лә түгелеп-түгелеп иларға тотондо. Ғүмерендә беренсе тапҡыр йылы биргән землянкаһынан, яҡын булып киткән кешеһе менән айырылышыу ҡайғыһынан иланы. Унан әсәһе иҫенә төштө. Ҡайта, ә өйҙә әсәһе юҡ. Көткәндер ул Гөлшатты, ныҡ көткәндер.
Оҙаҡ ултырҙы йылға ярында Гөлшат, уйға батып. Һәм бөгөн китә алмаясағын аңланы. Эйе, бөгөн китә алмаясаҡ. Бәлки һуңыраҡ китер. Һәм ул кире боролдо.
Албаҫты шул килеш ята ине. Тубыҡтарын эсенә тартҡан, тәгәрмәс ише бөгәрләнгән. Гөлшат һаҡ ҡына һике ситенә ултырҙы.
– Ниңә китмәнең? – тип һораны албаҫты ҡарлыҡҡан тауыш менән.
– Кире боролдом.
– Ниңә боролдоң?
Гөлшат һорауға яуап таба алманы. Ул нимә әйтергә лә белмәй ине.
– Яңғыҙың ҡалаһың бит. Һине йәлләнем.
Хәҙер албаҫты яуапһыҙ ҡалды.
– Минең исемем Әнүәр, Алтынғужин Әнүәр...
Тыныс ҡына йәйге бер көндә тауҙан төшкән ҡатын йылғаны кисеп сыҡты ла Миңлебей ауылына килеп керҙе. Ялан аяҡ, ылйырап бөткән иҫке күлдәктә, башына ҡояшта уңған яулыҡ ябынғайны. Тыҡрыҡты үтте, ауырыу йәки иҫерек кеше һымаҡ ышанысһыҙ ғына атлап урам буйынан өҫтөрәлде. Уны ауылда элек бер кем дә күргәне булманы, шуға ла уға иғтибарлап күҙ һалыусы ла юҡ – ауыл аша үткән оло юлдан район үҙәгенә кемдәр генә йөрөмәй. Ҡатын Һәүбәнов Мәүлиттең ҙур йорто алдында оҙаҡ ҡына баҫып торҙо, унан ҡыйыуһыҙ атлап бала-саға тауышы менән тулы ихатаға инде. Балалар шулай уҡ уға иғтибар итмәне, уйнауҙарын белде. Тик лапаҫ аҫтында ятҡан ҡарт эт кенә ҡалҡынды ла ҡатын янына килде һәм көсөк сағында үҙен ашатҡан элекке хужабикәһен танып ҡойроғон болғаны. Ҡатын землянка яғына атланы, баҫҡыс буйлап төштө һәм эскә үтте. Бында һаман да серек еҫ, серегән картуф, әсегән һөт еҫе сыға. Ҡатын һыйыр тиреһе йәйелгән һикегә сүгәләне, ятты ла күҙҙәрен йомдо.
Йорт хужабикәһе ихатаға сыҡҡас бәүелсәктә бәүелгән ҡыҙ уға былай тип һөрәнләне:
– Әсәй, мөгәрәпкә бер әбей инде.
Хужабикә ҡабаланып ярым ҡараңғы землянкаға керҙе, әммә һикелә ҡуҙғалмай ятҡан кеше янына барырға ҡыйыулығы етмәне. Киске яҡҡа эштән ҡайтҡан Һәүбәнов Мәүлит, колхоз парторгы, йонсоған, ябыҡҡан, ҡартайған ҡатында һуғыш йылдарында бесәндә юғалған үҙенең беренсе ҡатынын таныны...
Руссанан Әмир ӘМИНЕВ тәржемәһе.
Фото: risk.ru