Беҙ йәһәтләп өләсәйҙәребеҙ янына йүгерҙек.
Икенсе көнө түҙмәй өләсәйемә күргәнемдең барыһын да һөйләп бирҙем дә: “Әллә ул ауырыумы? Ниңә ауылдағылар да унан ситләшә?”-тип һораным. Өләсәйем уфтанып ҡуйҙы ла: “Ул ире менән бик насар йәшәне. Иптәше бик эшлекле, яҡшы кеше ине, ә был уны тиңһенмәй ыҙалатты. Ғүмер буйы шулай йәшәнеләр. Бабайы үлер алдынан, әбей унан ниндәйҙер аҡса таптырып, талашып киткәндәр. Ире үлһә лә, был уға үсегеүен дауам итте. “Үлдем дә ҡотолдом тип уйлама, ҡылам мин һине!”-тип үҙ диндәренә ярашлы өсөн, ете, туғыҙ, ҡырҡ көнөн дә уҡытманы.
Бабайҙың туғандары ғына үҙ ауылында поминка тигән нәмәләрен үткәргән. Ә ир ғүмер буйы йәшәгән йортта ул онотолдо. Тик тиҙҙән беҙ әбейҙең төндәрен ҡысҡырғанан ишетеп, бабайҙың йәне уға тынғылыҡ бирмәгәнен белдек. Үлгән кешеләр был донъянан ғына өндәшмәй китә, ә теге донъянан бына шундай сәләм еткерә ала. Шуға күрә мәрхүмдәрҙе яманлап һөйләргә, уларҙан үс алып маташырға ярамай - язаһын ғүмер буйы аласаҡһың”,-тип һөйләп бирҙе.
Ул әбейҙең үлгәнгә тиклем тынғылыҡ тапмауын, унан ыҙалыҡ менән йән биреүен хәтерләп, тереләргә лә, мәрхүмдәргә лә итәғәтле булырға тырышам.
Г. Иҫәнгилдина яҙып алды.
