+31 °С
Облачно
Шиғырҙар
14 Декабря 2021, 06:00

Бөгөн Башҡорт теле көнө

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бөгөн Башҡорт теле көнөБөгөн Башҡорт теле көнө
Бөгөн Башҡорт теле көнө

Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да - йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел –

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.

Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Автор:Рәми ҒАРИПОВ
Читайте нас