+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
29 Сентябрь 2022, 10:00

ИҪӘН-ИМЕН ЙӨРӨГӨҘ!

Йырлап китте ир-егеттәр, илап түгел Етемһерәп ҡалды бөгөн киң Урал. Ата-бабаларҙың аманаты булып Яңғыраны... Шайморатов генерал.

ИҪӘН-ИМЕН ЙӨРӨГӨҘ!
ИҪӘН-ИМЕН ЙӨРӨГӨҘ!

Ғорур баҫып ҡарап ҡалды тау башынан

Милли батыр Салауат Юлай улы.

"Иҫән-имен ҡайтығыҙ"- тип фатихалап

Оҙ(а)тып ҡалды тыуған Яҡ, ҡурай моңо.

 

Йәш егеттәр бөгөн дәррәү күтәрелде

Һаҡлар өсөн, тыуған ерен, Ватанын.

"Тиҙ арала күрербеҙ"- тип ышанабыҙ

Алһыуланып тыныс таңдар атҡанын.

 

Милләтселәр аңлар бөйөк Рәсәй көсөн

Халыҡ берҙәмлеген күреп таң ҡалыр.

Быуаттарҙан күсеп тарих биттәрендә

"Һис еңелмәҫ Рәсәй"- тигән дан ҡалыр.

Рима БАЙМЫРҘИНА.

Фото: ufa1.ru

ИҪӘН-ИМЕН ЙӨРӨГӨҘ!
ИҪӘН-ИМЕН ЙӨРӨГӨҘ!
Автор:
Читайте нас: