0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
10 Март 2023, 10:00

Доға ҡылам

Уҡый белмәһәм дә, доға ҡылам, Рәхмәтемде әйтеп Аллаға. Көслө итеп тыуҙырғаны өсөн  Ошо сихри, фани донъяға.  

Доға ҡылам
Доға ҡылам

Бисмилламды әйтеп юлға сығам, 

Ел-дауылдарына ҡарамай. 

Өмөт итеүсегә ярҙамлашамын, 

Кем булыуына ҡарамай. 

 

Зарланмайым, ауырлыҡтар килһә, 

Эстән саҡырһам да, тыштан тын.

Сөнки бҽләм, сабыр булырға кәрәк, 

Сабырлыҡтың төбө - һары алтын. 

 

Уҡый белмәһәм дә, доға ҡылам,

Шөкөр итҽп матур тормошҡа. 

Рәхмәтлемен иҫән-һау булыуыма,

Хоҙай биргән ошо яҙмышҡа.

 

Зәлиә НУРИӘХМӘТОВА.

Фото: YouTube
 
Автор:
Читайте нас: